+7 °С
Болотло
Өфөнән Рафаэль Ғәлимов ВТФ тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды. Йәш спортсының еңеүе хаҡында республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Рафаэль 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланы. Ул Искәндәр Рәхмәтов етәкселегендә Өфөнөң «Искра» тхэквондо клубында шөғөлләнә.
Ә Артем Звягинцев 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал алды (тренеры – Александр Козьмин).
Тхэквондо буйынса Рәсәй беренселеге Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында үтте. Турнирҙа илдең 60 төбәгенән 788 спортсы ҡатнашты.
Афарин, Рафаэль! Тағы ла еңеүҙәр яуларға яҙһын!