Яңы Монасип ауылында бер теремек кенә бабай йәшәй. Донъяһы бөтөн, үҙе йор һүҙле, бошонмаҫ кеше. Балалары башлы-күҙле булып үҙ донъялары менән мәж килһәләр, бабайыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәренең килеп хәл белеп китеүҙәренә һөйөнөп, Аллаһ бирһә, 100 йәшкә тиклем йәшәргә тырышам әле, тип үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Үткән тормош юлын китап итеп яҙһаң, һәр беребеҙҙең әллә нисә китабы булыр ине», - тип башланы ул һүҙен.
- Мин 1932 йылдың 15 ғинуарында тыуғанмын. Малай саҡта тилбер, үтә шаян булдым. Шуҡлығым арҡаһында эш боҙа торғайным, ләкин ваҡытында йүнәтә лә инем. Атайҙы хәтерләмәйем, уны ағас баҫып үлтергән икән. Әсәй эргәһендә ике апайым менән етем ҡалғанбыҙ.
Малайҙар һуғышып илап ҡайтһалар, әсәләре ирешеүҙән ҡурҡып, малайҙарына: “Хәмит илатты, тип әйтегеҙ”, - тип ошаҡлаталар икән. Ә әсәй сыбыҡ менән минең һырт буйынан башлап ҡабырғаларҙы һанай башлай.
... Күп тә үтмәй һуғыш башланып китте. 1942 йылда ауылда ир-егеттәр ҡалманы, барыһы ла һуғышҡа китеп бөттөләр. Өйөр айғырҙарын тайҙар менән бер-береһенең ҡойроҡтарына бәйләп алып китеп бөттөләр. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙҙар, малайҙар һәм дә үгеҙҙәргә ҡалды. Ниңәлер һуғышҡа алып китмәгән аттар бер-бер артлы ятып үлделәр. Сталиндың: “Мин эшләйем, минең йәштәгеләр эшләргә тейеш!” - тигән фарманы менән оло йәштәгеләрҙе Белореттағы заводҡа эшкә алып киттеләр. Ауылда 3 бабай ғына тороп ҡалды. Ауылда 30 ғына өй. Етмәһә, 1942 йылда аслыҡ башланып китте. Сәсеүгә игенде Баймаҡ районының Ҡаҡтуғай тигән ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар 16-шар килограмм тоҡ менән йөкләп килтерҙеләр. 1943 йылдың яҙында малайҙарға йәш үгеҙҙәрҙе өйрәтергә ҡуштылар. Миңә бер ҡара үгеҙ эләкте. Ҡар иреп бөтөү менән оло үгеҙҙәр менән ер һөрә башланыҡ. Тутыя тигән апай һабан тотҡаһын тота, мин үгеҙҙе етәкләйем, ә Әхәт тигән малай (мәрхүм) арттан ҡыуа. Ерҙе һөрөп бөткәс, әлеге үҙебеҙ өйрәткән үгеҙҙәр менән ерҙе тырматабыҙ. Мөжәүир тигән бабай игенде ҡул менән сәсә. Баҫыу эштәренән һуң ҡыяр сәсеү өсөн түтәл яһайҙар, ә беҙ, малайҙар, тиреҫ ташыйбыҙ. Иген сығыу менән ҡыйын йолҡор кәрәк. Иң үҙәккә үткәне - энәһенән сәнселә-сәнселә билсән йолҡоу. Ҡыярға ҡойоу өсөн ағас кәритәгә һыу ташыйбыҙ, ҡатындар көйәнтәләп ташыйҙар. Өлгөргән ҡыярҙы район үҙәгенә алып баралар, унан Белореттыҡылар килеп алалар ине.
Йәй көндәре һәр өйгә 10-ар арҡан ишергә план бирәләр ине. Әсәй ишә, ә мин йүкә һыҙырып килтерәм. Днепр йылғаһын кискәндә беҙҙең арҡандарҙы кәшмәк эшләү өсөн тотонғандар икән. 2019 йылдың 15 мартында бер һуғыш ветераны телевизорҙан һөйләп торҙо:
-Ауыл эшсәндәренең ишкән арҡандары Днепрҙы сыҡҡан саҡта беҙгә ҙур ярҙам булды. Ауыл халҡына рәхмәтемде белдерәм, - тине.
Бесән ваҡыты еткәс, ауыл бисәләре күбә күбәләй, беҙ тырма менән өйөрөмгә йыябыҙ. Ураҡ ваҡытында әсәйҙәр урып баралар, көлтә бәйләйҙәр, ә беҙ, малайҙар, һынған башаҡтарҙы йыйып көлтә араһына һалып барабыҙ. Район үҙәгенән килгән уполномоченныйҙар ҡарап, тикшереп кенә торалар. Ураҡ бөткәс, бер бабай ҙур арба менән көлтәләрҙе ташып әүенгә һала, ә малайҙар биреп торабыҙ. Шунан молотилка менән һуға башлаһалар, көлтәләрҙе молотилка янына ташыйбыҙ.
Уҡыу ҡайҙа? Кеше етешмәгәс, беҙҙе лә эшкә ҡуштылар. Кис эштән ҡайтҡанда эш хаҡына 250-шәр грамм иген биреп ҡайтара торғайнылар. 1943-1944 йылдарҙа ла шул эштәр башҡарылып торҙо. 1945 йылда яҙғы баҫыу эштәренән һуң 9 май көнө беҙҙе мәктәпкә йыйып бер ағай: “ Ура, беҙ еңдек! - тип хәбәр итте. Мул ғына итеп аш бешергәндәр. Беҙ икеләтә ҡыуанабыҙ - итле аш бит! Гөлнәҙек еңгәм ҙур ғына итле һөйәкте минең һауытҡа һалғайны, теге ағай: “Ни эшләп уға һалаһың?”- тип һораны. Еңгәм: “Ул хәҙер фермала быҙау көтә”, - тип яуап ҡайтарғас, тағы ла өҫтәп аш һалдылар. Мин әлеге һөйәкте тотоп, Аралбайға быҙау көтә сығып киттем. Шунан һуң мин ысынлап эш ҡамыты кейҙем.
Иптәшкә Рәжәп тигән малайҙы бирҙеләр, уның әсәһе төнгө ҡарауылсы булып эшләй ине. Күпмелер ваҡыттан һуң Аралбайҙан Ҡарағошто тигән ергә күсеп киттек. Икебеҙ бер аласыҡта йәшәйбеҙ. Бер заман беҙҙе эре-эре беттәр баҫты. Минең тиретун, Рәжәптең тирүгәһе бетләне. Ҡайын туҙын һыҙырып килтерәбеҙ ҙә теге эре симменталь беттәрҙе һыпырып төшөрәбеҙ. Тегеләрҙе туҙ өҫтөндә бер-береһенә яҡын килтерһәк, айғырҙар кеүек аяҡ өҫтө торалар, үәт ҡыҙыҡ! Рәжәп әсәһе менән ауылға ҡайтып китте лә ҡабат килмәне. Яңғыҙыма көтөргә тура килде. Беҙҙең ферманан тау аша ғына Янһарыларҙың көтөүен Искәндәр ағай көтә ине. Эй, матур итеп йырлай торғайны. Беҙҙең янға йырлай-йырлай килә ине. Хәҙерге мәлдә балалары йәки туғандары бармы икән?
Күп тә үтмәй Нөгөшкә ҡышлауға күстек. Йылға буйында быҙауҙарҙы көтөп йөрөй инем, әрәмәнән ҙур эт килеп сыҡты ла, бер быҙауҙың үңәсенә йәбеште бит. Минең 3 метрҙан да оҙон сыбыртҡым бар ине, үҙем үреп алғайным. “Сәбә!” - тип тегенең һырт буйына шартлата һуҡҡайным, теге ҡасты. Быҙауҙың үңәсе үтәнән үтә тишелгән. Эт, тигәнем бүре булған. Факиһа инәй тишектәренә май тығып урап ҡуйҙы. Шәбәйҙе быҙау. Фермалағы апайҙар мине ҡупайталар: “Ҡурҡма һин уларҙан, килһәләр, һуҡ та ҡуй!” Әйтеүе генә рәхәт!
Бер заман яланда көтөү көтөп йөрөһәм, быҙауҙарға ҡарай икәү сабып килә. Алдан килгән ҙурына бер һуҡҡайным, ҡулбашына эләкте. Ата бүре булған. Арыу ғына эләккәндер инде, кирегә боролдо ла ҡасты. Инәһе яйлап ҡына боролғанда уныһының да янбашына һуҡтым, ҡыйшандап сапты тегенең артынан, мәлғүн. Ҡабат килмәнеләр.
1945 йылдың 12 ноябрендә малдарҙы икенсе кешегә тапшырып, ҡайтып киттем. 3 көн генә ял итеп ҡалдым, идараға саҡыртып, малайҙарҙы бесән ташырға ҡуштылар. Ауылда ла башмаҡтар менән һарыҡтар бар бит. Өйрәткән үгеҙҙәребеҙ бар, сана, эш нормаһы бирҙеләр. Тағы ла утын ташыр кәрәк. Эш хаҡына типтер инде, кәбәк бирҙеләр. Бына ғәжәп! Бойҙайҙы уртаға ярып эсен алғандар ҙа, ҡабығын беҙгә биргәндәр. Шулай булһа ла, әсәй йылы һыу менән ҡамыр баҫҡан кеүек баҫа башлағайны, ап-аҡ булып күперҙе лә китте. Быҙауҙарҙы имен итеп көткән өсөн премияға бер баш һарыҡ бирҙеләр. Ҡышты бесән ташып, яҙҙы баҫыу эштәрендә үткәреп, тағы ла фермаға һарыҡ-кәзә көтөргә киттем. Бер кәзәмде күҙ алдында ике бүре ашаны. Ҡаршы тороп алдылар ҙа, тештәрен шаҡылдатып ҡурҡыныс ырылдайҙар. Ҡурҡтым. Аласыҡ эргәлә генә. Ҡысҡырып булмай, ауыҙҙы асһам “а-аҡаҡ-аҡа” тигән генә тауыш сыға.
Шулай итеп, йыл һайын көҙ үткәс, малды икенсе кешегә тапшырам да, ҡыш буйы малдарға бесән ташый башлайым.
Яҙ еткәс, баҫыу эштәрен үткәрәһең дә, тағы ла мал көтә сығып китәһең.
1948 йылдың йәйендә фермаға һыйыр көтөргә ебәрҙеләр. Фәхерниса тигән ҡатын менән көтәбеҙ. Август айы еткәйне, теге ҡатын ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Иптәшкә Мөхәммәт тигән малай килде. Премияға тип миңә тағы бер бәрән һарыҡ менән бер бәрән кәзә бирҙеләр. Шулар яҙға ҡарай икеһе лә игеҙ бәрәсләнеләр. Боронғолар әйткән бит: “Тормошоң алға китер булһа, малың игеҙ бәрәсләр, тормошоң артҡа китер булһа, ҡатының игеҙ бала табыр”.
1948 йылда мине “Ударник колхозсы” тип иғлан иттеләр. 78 килограмм итләтә түләү булырға тейеш ине. Мал юғалтманы, тип бер быуаҙ тана бүләк иттеләр. Шулай итеп, беҙ һыйырлы булдыҡ. Киләһе йылда Зәйнитдин тигән малай менән (хәҙер мәрхүм инде) һауын һыйырҙары, таналар көтәбеҙ. Араларында йәш үгеҙҙәр ҙә бар. Ветеринарҙар килеп үгеҙҙәрҙе көйҙөртөп ҡайтып китте. Иртәгәһенә икәүһе үлде лә ҡуйҙы. Миңә ул йылда өҫтәмә (премия) бирмәнеләр. 1951 йылда “Карл Маркс”, “Маяҡ”, “Партизан” колхоздарын берләштереп, “Сталин” тигән колхоз ойошторҙолар. Көтөүселәргә ат, итек, плащ, хатта гармун да бирҙеләр. Быға тиклем сабата кейеп көтөү көткәс, итек шундай шәп!
1951 йылда Махийән ағайым менән пар үгеҙ егеп, урыҫ ауылы Үҙәнгә иген ала киттек. 250 килограмм арыш һәм ҡарабойҙай тейәнек. Алып ҡайтҡас, арышын бесәнселәргә бүлеп бирҙеләр, ә ҡарабойҙайҙы район үҙәгенә алып киттеләр. Бесәнде бөтөрөп, Ҡыпсаҡ яғына ағас йыға киттек. Йығылған ағасты ташып, йылға ярына өйәбеҙ. Был эштәр ҙә йыл һайын ҡабатланды.
1952 йылда Фәтхетдин ағайҙың (мәрхүм) звеноһында бесән эшләнек.
1953 йылда үҙемде звено етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Звенола ете кеше. Күбәләребеҙ күбәйеп киткәйне.
Райком башлығы Абдулхәкимов һыбай Исламбайға китеп бара. “Ҡустым, ямғыр яуасаҡ, күбәләреңде өйөп ҡуй!” - тип әйтеп китте. Мин кәбән һалырға тотондом. Өсөнсө көнгә ямғыр яуа башланы. Теге ағай ҡайтып бара. “Һай, ҡустым, бик һәйбәт эшләгәнһең бит!” - тип маҡтап китте.
Декабрь айында йыйылыш булды. Беҙ урамда һөйләшеп торабыҙ. Теге ағай ҙа килде. Арабыҙҙан берәү: “Һыы! Эшләмәйҙәр. Беҙҙең һымаҡ эшләр кәрәк!” - тип тамаҡ яра. Теге ағай идараға инеп, тегенең эш көндәрен ҡараған. Йыл буйына бөтәһе 145 хеҙмәт көнө эшләгән. Ағай сыҡты ла: “Һин, ярыҡ барабан, 145 хеҙмәт көнө эшләгәнһең, ә Хәмит ҡусты 331 хеҙмәт көнө эшләгән, ике көндә 227 центнер бесән һалған. Шулай булғас, ударник итергә тәҡдим итәм», - тип тауышҡа ҡуйҙы. Барыһы ла риза булдылар. 1954 йылда бер көндә 123 центнер кәбән һалдым. Башҡа йылдарҙа улай һалып булманы. 1959-1963 йылдарҙа келәт мөдире булып эшләнем.
1964 йылда бесәндә звено етәксеһе булып йөрөнөм дә көҙ, октябрь айында, Учалыға тракторист һөнәренә уҡырға киттем. Урыҫса белмәгәс, таҡта алдында бағана кеүек ҡатып торам. Насар уҡыйһың бит, тип мине директор саҡыртып алды. Йөҙөн болот ҡаплаған. Миңә таяғын бирҙе лә: “Анауыларҙы күрһәт әле”, - ти. Мин бөтәһен дә дөрөҫ күрһәтеп, трактор һүрәтенән алғы һәм артҡы тәгәрмәстәрен үҙемсә һөйләп бирҙем. Директор сыҙамай килеп торҙо ла: “Яҡшы беләһең бит!” - тип маҡтаны. Мин урыҫса белмәйем, тигәс, ул һәйбәт белә үҙенсә һөйләһен!-тип башҡаларға әйтеп ҡуйҙы.
Һәйбәт уҡыған өсөн бер егет менән миңә ҡырынғыс бүләк иттеләр. Әле булһа ла шуның менән ҡырынам. Тракторист булып та, комбайнер булып та эшләнем. 10 йыллап ҡыш мал ҡараным.
Колхоздың эше бөтәме, 1980 йылдарҙа аяҡтан ауырый башланым. Ләлә Сәфәрғәлина мине ныҡ дауаланы. Ләлә һеңлемә Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, бәхетле ғүмер биреп, балаларының изгелеген, ҡыуанысын күреп йәшәргә насип итһен инде!
Фермала малдарға өйрәһен дә бешерҙем, идара ҡаҙанлығында ла эшләнем. Сабата кейеүҙең касафаты инде, аяҡтан яҙып ҡоланым. Малайҙар идараға етәкләп индерҙеләр. Үҙҙәре көләләр. Колхоз рәйесе Рафиҡ кейәү Динисламов: “Ҡалай йонсоғанһың. Пенсия йәшең еткән, ҡабат эшләмә!” - тине. Барыбер эшләргә тура килде. Балалар ҡырҙа. Өйҙәгеләргә бәлә һалмайым, тип (аяҡтың быуыны насар тота бит), һыуға 10 литрлыҡ фләгә менән төндә генә барам.
Аллаға шөкөр, шифаханаларға йөрөп һаулығымды нығытып торам. Пенсиям етә. Әлеге көндә яңғыҙым йәшәйем. Әбейемдең мәрхүмә булыуына утыҙ йылдан ашыу үтеп китте. Яңынан ҡатын алманым. Бөгөнгө көндә биш балам бар. Баш балам Зәйнәп, Ғәҙелгәрәйҙә фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Оло улым Вәхит ауылда йәшәй. Ауылдың имам-хатибы. Икенсе улым Ғәзинур Ишембай ҡалаһында хирург. Өсөнсө улым Сабит Өфөлә эске эштәрҙә эшләп, өлкән прапорщик дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. Дүртенсе улым Айрат Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Балаларым килеп хәлемде белеп, ярҙам итеп торалар.
Әлеге мәлдә минең ун дүрт ейән-ейәнсәрем һәм ун дүрт бүлә-бүләсәрем бар. Ҡырҡҡа ла етәр ине - алты ейәнем буйҙаҡ йөрөй.
Эй, ғүмер тигәнең үтә лә китә инде. Ерҙең өҫтөндәген дә, аҫтындағын да - нимә бар, бөтәһен дә ашаныҡ. Аслыҡ мәжбүр итте.
Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса донъяла тыныслыҡ булһын, кеше күңелдәренә миһырбанлыҡ, барыбыҙға ла иҫәнлек–һаулыҡ бирһен!
Бөгөнгө көндә ул ваҡыттағы малайҙарҙан бер үҙе ҡалған Хәмит Суфиян улы Ҡыуандыҡовҡа иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын.
Р. ҠАҺАРМАНОВ, 2020 йыл.
"Таң" гәзите сайтынан.