Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 12:31

Танышын балкондан этеп төшөргән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса...

Танышын балкондан этеп төшөргән
Танышын балкондан этеп төшөргән

Танышын балкондан этеп төшөргән 39 йәшлек ир «үлтереү» статьяһы буйынса суд алдына баҫа. Башҡортостан республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың декабрь уртаһында ир менән уның ҡунаҡтарының береһе араһында фатирҙа табын ваҡытында конфликт булған. Һүҙ бөткәс, торлаҡ хужаһы ҡунаҡты балконға сығара һәм икенсе ҡаттың перилаһы аша дүрт метрҙан ашыу бейеклектән башын түбәнгә әйләндерә. Шаһиттар зыян күреүсене йорттоң подъезына алып килә, унда ул йәрәхәттәрҙән аңына килмәйенсә вафат була. Әле енәйәт эше ҡарау өсөн Өфөнөң Калинин район судына ебәрелгән.

Автор:
Читайте нас: