Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Март 2025, 10:26

КӨНЛӘШМӘ!

Һалҡын тейҙереп ауырып киткәс, ҡатыны иренә лимон һатып алырға ҡуша:

КӨНЛӘШМӘ!КӨНЛӘШМӘ!
КӨНЛӘШМӘ!

Һалҡын тейҙереп ауырып киткәс, ҡатыны иренә лимон һатып алырға ҡуша:
— Тик ҡара уны, лимондар боҙолмаған булһын, — ти ул иптәшен магазинға оҙатҡанда.
Ир магазинда тырышып лимон һайларға керешә. Әммә улары йә күгәрә башлаған, йә кипкән, йә йомшаҡ. Ҡумталағы барлыҡ лимондарҙы берәм-һәрәм тотоп ҡарай, бер яҡшыһын тапмай. Шул мәл күҙ ҡыры менән эргәһендә торған ирҙе күрә. Ул да лимон һайлай. Эргәләге ҡумталағы лимондар матур, һап-һары, боҙолмаған.
“Ярай, һайлап алһын да, китһә, мин дә шунан алырмын”, — тип уйлай. Әммә теге ир китергә ашыҡмай. Береһен алып ҡарай ҙа һала, ҡарай ҙа һала... Ахырҙа, ир түҙмәй, мыштырҙы әрләргә тип туп-тура уға әйләнә һәм көҙгөлә үҙенең сағылышын күрә...

КӨНСӨЛЛӨК ЗЫЯНДЫ ТИК КЕШЕНЕҢ ҮҘЕНӘ ГЕНӘ КИЛТЕРӘ. КӨНЛӘШ­КӘНДӘРҘЕҢ ЙӨҘҘӘРЕ ЛӘ МОҢҺОУ БИТ: УЛАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ УҢЫШҺЫҘЛЫҒЫ ӨСӨН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә БАШҠАНЫҢ УҢЫШЫ ӨСӨН ДӘ ҠАЙҒЫРА. КӨНЛӘШМӘГЕҘ! ЮҒИҺӘ, БӘХЕТҺЕҘ­ЛЕГЕ­ГЕҘҘЕ ҮҘ ҠУЛДАРЫҒЫҘ МЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫР АРТТЫРЫРҺЫҒЫҘ!

Фото: https://ru.freepik.com/free-vector/happy-smiling-woman-admiring-beautiful

Автор:
Читайте нас