Алһыуҙың тыуған көнөнә атаһы үҙе ҙурлыҡ ҡурсаҡ бүләк итте. Эй ҡыуанғайны шул саҡта сабый! Шатлығы эсенә һыймай ине. Ҡайҙа барһа ла, ни эшләһә лә ҡулынан төшөрмәне: уйнағанда ла, йоҡлағанда ла, хатта ашағанда ла эргәһенә ултыртып ҡуйҙы. Ҡыуаныстарын да, бәләкәй генә көйөктәрен дә уға һөйләне. Ә ҡурсаҡ, ысынлап та, иҫ китмәле матур ине: етен төҫлө бөҙрә сәстәре, күм-күк күҙҙәре, үтә күренмәле капрондан тегелгән өрөлөп торған күлдәге, нәҙекәй биле, ялтыр туфлиҙары һушыңды алырлыҡ. Ә шулай ҙа Алһыу кеҫә телефоны тип хыялланғайны. Атаһының аҡсаһы етмәй булып сыҡты. ”Әле бәләкәйерәкһең, уҡырға төшкәс тә үҙем алып бирермен”, – тип әүрәтте әсәһе лә. Бала күңеле ҡайтымһаҡ, ҡурсаҡҡа ла бик тиҙ риза булды. Яратып, хатта әхирәтенең исемен ҡушты хатта. Бына бөгөн дә “Айһылыуын” күкрәгенә ҡыҫып, әсәһе менән етәкләшеп, балалар баҡсаһына китеп бара ине. Алыҫтан уҡ етеп килгән атаһын күреп ҡалды:
– Атай, атай, минең ҡурсағым иң матуры, ивет?! Мин уны әхирәтемә күрһәтәм, – тип ҡаршыһына йүгерҙе.
– Ә-ә, Алһыу ҡыҙым, ни-нимә тиһең? Ҡурсаҡмы? Әлегә аҡсам юҡ шул. Мына үҙемә лә бик кәрәк ине. Башым ныҡ ауыртып тора, – тине баланы яңылыш аңлаған Ғәбит, бахмурҙан телен саҡ әйләндереп, күҙҙәрен аҡайтып ҡыҙына баҡты. Уның шөкәтһеҙ йөҙөнән ҡурҡҡан Алһыу илап ебәрҙе һәм, ышыҡ эҙләгәндәй, әсәһенең артына йәшенде.
– Уй, Аллам! Ошондай ҡиәфәттә баланың ҡаршыһына сыҡмаһаң булмаймы? – Сәбилә мышҡылдаған Алһыуҙы тиҙерәк алып китергә ашыҡты. Ләкин Ғәбит уның беләгенән эләктереп өлгөрҙө:
– Сәбилә, Сәбиләкәйем, яртылыҡ ҡына бир инде, үлтермә инде, зинһар, бүтән кемдән һорайым һуң? Һин үҙ кешем дәһә, – тип ялбарҙы.
– Аһа, аһа, бөгөн килеп иҫеңә төштөкмө? Былай ваҡыт өс балаңдың ни хәлдә икәнен һорап та ҡуймағанды. Яртылыҡ кәрәк булғас, үҙ кеше булып киттекме? Кем менән эскәнһең, шул төҙәтһен башыңды. – Ҡатын елтерәтә баҫып баҡсаға инеп китте.
Ғәбит, булманы инде тип, ҡулын өмөтһөҙ һелтәп, киоскы яғына боролдо. Башы бына-бына ярылырҙай булып сатнап ауырта. Аяҡтарының атлар хәле ҡалманы. Быуындары йомшарып, өҫтөрәлеп барып инде. Инде лә тупһа төбөндә гөрҫ итеп йығылды ла китте. Йөҙө көл төҫөнә инеп, күҙҙәре аҡайғайны хатта. Ҡото алынған һатыусы, спирт һауытын тотоп, янына йүгерҙе:
– Эй, Хоҙайым! Мә, эсә һал, үләң бит. Бында йән биреп ҡуйма тағы. Хәҙер полицияһы килеп тулыр. Штрафы былай алайымдаймы, ябып ҡуйырға ла күп һорамаҫтар, – тип шарылдап һөйләнә-һөйләнә (Ғәбиттән бигерәк үҙен ҡайғыртып), һауытты асып бирә һалды. Ир кеше бер аҙҙан кәл-гөл килеп аяғына баҫҡас та:
– Башҡаса бында килмә! Инде спирт һатмайбыҙ, закон ҡатыланды. Булғанын да һин ташып эсеп бөттөң, – тип асыулы киҫәтеп сығарҙы һатыусы.
Ул көндө Ғәбит үҙе лә өҫтәп эсергә ынтылып торманы. Саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалғаны айнытып ебәрҙе, шикелле. Көс-хәл менән өйөнә ҡайтып йығылды. Шулай таң атҡансы ятты.
Иртәгеһенә иртәнсәк тә сикәләре һаман да һытылып сығып барғандай ауырта ине әле. Бер туҡтауһыҙ уҡшыта. Ауыҙҙан килгән һаҫыҡ еҫ күңелен болғандыра. Аяҡ-ҡулдары биҙгәк тотҡандай ҡалтырай. Өйҙөң боҙ һалҡынлығы ла ҡушылып тағы ла нығыраҡ өшөттөрә. Эт бәләһе менән мейескә ут яғып, сәй ҡайнатты. Мәтрүшкә ҡушылған бер көрөшкә сәйҙе, ирендәрен бешерә-бешерә, һөрпөлдәтеп эсергә кереште. Эсенә йылы төшкәс, өй ҙә йылынғандай тойолдо. Ҡалтыраныуы ла бер аҙ баҫыла төштө. Әммә йүнәлергә йыраҡ ине әле, ул тағы урынына барып ауҙы. Стена яғына боролоп ҡына ятҡайны, ҡыҙының фотоһына күҙе төшөп ырғып торҙо:
– Ах, был эскән баш! Бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан бит. Кисә ҡатынынан аҡса таптырып ҡаңғыртты ла баһа. Ҡыҙы ҡурҡып иланы. Үткәндә генә башҡаса эсмәйем, тип һүҙ биргәйне, ҡәһәрең. ”Араҡы эсһәң, яратмайым!” – тине Алһыуы ла. Инде хәҙер нимә эшләргә, ни ҡылырға? Малайҙарҙың күҙенә нисек күренергә? Үкенеү тойғоһо ирҙең йөрәген тырнаны. Үҙенә урын таба алмай ишекле-түрле йөрөргә кереште. Көйәләнеп башы тағы нығыраҡ зыңҡып китте. Ахырҙа, юҡ, былай булмай, балаларҙан ғәфү үтенергә кәрәк. Алдаҡсы тигән исемде күтәрҙем инде, кисерһәләр ҙә, кисермәһәләр ҙә, барырға кәрәк. Мин ғәйепле.
Ғәбит йыйына башланы. Һаҡал-мыйыҡты ҡырырға кәрәктер ул тип көҙгөгә күҙ һалды. Һәм үҙ ҡиәфәтенән үҙе ҡурҡып, саҡ йығылып китмәне. Унан күҙ ҡабаҡтары шешенеп, эрендәре йәбешеп бөткән, сәстәре өлтәйгән, өҫтө бысраҡ әҙәм ҡарай ине. Тиҙерәк ҡарашын ситкә ала һалды. ”Ниндәй хәлгә төштөң һин, Ғәбит? Көндән-көн аҫҡа тәгәрәйһең түгелме? Һуң булмаҫ борон үҙеңде ҡулға ал!“ – тип әсенеп ҡысҡырҙы эске тауышы.
Бындай хәлдә, әлбиттә, ғаиләһенә күренеп булмай ине. Тупһанан да үткәрмәйәсәктәр. Бөгөнгә кисектереп торорға тура килер, тип мунса тоҡандырып ебәрҙе. Ә эсендә төпһөҙ бушлыҡ. Әйтерһең дә, бына тарҡалып төшөргә торған, ҡорғаҡһып ултырған буш мискә. Бөтөн ағзаларын да хәмер йыуып алып киткәндәй. Унда бары “йәшел йылан” менән ҡотортҡос шайтан ғына тороп ҡалған. Ул инде бер кемгә лә кәрәкмәй – йәмғиәттең сығарып ташланған сүп-сары. Ғаиләһенән дә тороп ҡалыуы йәнен өтә. Бигерәк тә Алһыуының йәш тулы күҙҙәрен иҫенә төшөрһә, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. “Мин һине яратмайым” тиеүе йөрәген телгеләй. Эй, Аллам! Күстәнәс тотоп барыр рәте лә юҡ бит, исмаһам. Тапҡан-таянғанын эсеп торғас, ниндәй күстәнәс булһын?! Йыуынып алып, таҙа күлдәк тә кейеп ебәргәс, әҙәм төҫө керҙе үҙенә. Инде ғаиләмә күренергә лә була тип, Сәбиләләргә йүнәлде. Бәхетенә күрә, аҡса ла табылды. Юлында утын ярҙырырға кеше эҙләгән Фәрзәнә ҡарсыҡ тап булды. Уға вәғәҙә биреп, мең һумын алып китте. Бөтөнләй күңеле күтәрелеп, аҙымдарын йышайтты.
Йәкшәмбе көн булғас, барыһы ла өйҙә ине. Ҡыйыулыҡ менән ишекте асһа ла, тупһа төбөндә туҡтап ҡалды. Бына-бына кире бороп сығарырҙар һымаҡ тойолдо. Өйҙәгеләр йылт итеп кенә күҙ һирптеләр ҙә һәр ҡайһыһы үҙ эшен дауам итте. Әйтерһең, ул ишектән инмәгән, ул юҡ, ул бушлыҡ, ул күләгә... Ҡурсағы менән булышҡан Алһыуы, арҡаһын ҡуйып, боролоп уҡ ултырҙы. Малайҙары ла ҡараштарын йәшерергә тырышты, ләм-мим өндәшмәне. Ҡатыны аш-һыу бүлмәһенән дә сыҡманы. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Бары сәғәт кенә тек тә тек ғүмер минуттарын һананы. Ғәбит бер кемгә лә кәрәкмәгән мәхлүк хәлендә ишек төбөндә тапанып тора бирҙе. Әммә нисек тә был хәлдән сығыр кәрәк ине. Ул иң алда ҡыҙына өндәшергә булды:
– Алһыу ҡыҙым, кисәге мин һине ныҡ ҡурҡыттым, шикелле. Бөтә шул араҡы арҡаһында. Бына бөгөндән башлап инде бер тамсы ла эсмәйем, ауыҙыма ла алмайым. Кисә күҙемә үлем күренде. Биллаһи-валлаһи ташлайым, ант итәм. Ышанмаһағыҙ, бына бөгөн эшләп алған аҡсамды бөтә һеҙгә килтерҙем. – Ул өҫтәлгә биш йөҙлөктәрҙе сығарып һалды.
Сабый күңеле саф, эскерһеҙ. Атаһының шулай өҙгөләнеп тороуына, ысынлап вәғәҙәләр биреүенә тиҙ ышанды:
– Ысынмы, атай? Һин бер ҡасан да эсмәйеңме? Алдашмайыңмы? Кисә алданың да...
– Юҡ, юҡ! Башҡа эсмәйем, ҡыҙым, бары һеҙҙең өсөн йәшәрмен. Бергә-бергә еңел бит ул. – Ғәбит Алһыуҙы күтәреп алып тубығына ултыртты, йомшаҡ сәстәренән һыйпаны. Алһыу ҙа тәтелдәп хәбәрҙәрен һөйләргә кереште. Малайҙары ла эргәһенән китешмәне. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Тағы ышандылар, тағы ҡыҫыр өмөт уянды. Тик Сәбилә генә иреп китмәне. Был хәлдең ваҡытлыса ғына икәнен аңлай ине. Шулай ҙа ҡыҙманы, сабыйҙарын йәлләне.
Ғәбит ғаиләһе янында кискә тиклем булып, ишек алдында ла ҡайһы бер эштәрҙе башҡарып ҡайтырға сыҡты.
Ҡайтырға... Ни өсөн ҡайтырға? Шыҡһыҙ өйөнә бер яңғыҙымы? Ләкин “атай, ҡал” тип береһе лә өндәшмәне. Тимәк, әлегә барыбер ышанмайҙар. Их, тормош! Ҡасан юғалтты һуң ул был ышанысты?!
Сәбилә менән Ғәбит студент йылдарында таныштылар. Икеһе лә бер үк юғары уҡыу йортонда уҡый инеләр. Егеткә ҡыҙҙың тыныс холҡо, сабырлығы, мөләйем йөҙө оҡшаны. Етмәһә, үҙе кеүек ябай ғына. Ғәбиттең дә ата-әсәһе бай йәшәмәй, Сәбиләнеке лә уртаса. Күп уйлап тормай, дүртенсе курста өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Тәүге балалары, улдары, тыуҙы. Уға Ғамир тип исем ҡуштылар. Иҫән-аман уҡып бөтөрөп, Сәбиләнең ауылына эшкә килеп урынлаштылар.
Ул ваҡытта, шөкөр, аҡсалары ла етешә, фатир ҙа бирҙеләр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫранылар, баҡса үҫтерҙеләр. Ғаилә ишәйҙе, тормош гөрләп алға барҙы. Автокредитҡа еңел машина алып ебәрҙеләр. Сит яҡтарҙы күреп килеү тураһында ла хыяллана башлағайнылар. Әммә һин теләгәнсә генә барһа икән был донъя...
Ғәбиттең бер туған ҡустыһы Искәндәр армиянан ҡайтып төштө. Барыһы өсөн дә шатлыҡ ине. Хәлсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттеләр. Эшкә урынлаштырҙылар. Егеткә бигерәк тә ағаһының жигулийы оҡшаны. Техникаға ҡайһы ир-егет ҡыҙыҡмай һуң?! Хатта ана ҡыҙҙар ҙа йөрөтә. Шулай уйланы Искәндәр ҙә һәм тәүәккәлләргә булды. Банктан кредит алыу өсөн кемдер яуаплы булып, килешеү ҡағыҙына ҡул ҡуйырға тейеш ине. “Ағай, ярҙам ит, ышаныслы кешем булып банкка бар инде. Тегеләйгә бирмәйҙәр”, – тип үтенде. Ҡустыһының аҡылға ултырып, кешеләрсә йәшәп китеүенә өмөтләнгән Ғәбит, әлбиттә, тейешле документҡа ҡултамғаһын һалды, әйтерһең дә, шул минутта ғаиләһенең тарҡалыуына ризалығын бирҙе. Ана шунан алып уның тормошо кирегә китте. “Ҡара көндәр“ башланды...
Ул саҡта ялтырап торған өр-яңы машина ҡапҡа төбөнә килеп туҡтауға, “һә” тигәнсе Искәндәрҙең дуҫтары йыйылды. Тегеләй ҙә, былай ҙа тикшереп, маҡтап-хуплап, машинаға тейәлделәр. Һәм геү килеп ауыл буйлап сығып та киттеләр, йәнәһе, тәүге һынау үткәрәләр.
Ә иртәгеһенә иртә менән Ғәбиттең ишек төбөндә полиция хеҙмәткәре тора ине. Баҡһаң, Искәндәр төндә эскән килеш кемдеңдер баҡсаһын төрттөрөп, машинаһын түңкәреп ташлап ҡасҡайны. Күпме эҙләһәләр ҙә, таба алманылар. Һыуға батҡан кеүек юҡ булды. Бөтә сумманы тартырға ғаиләнең көсө етмәне. Шул арҡала өйҙә көн дә тауыш сыҡты. Был хәлдән сығыу юлын күрмәгән өй хужаһы араҡыға йәбеште. Иҫереп ҡайтып керҙе лә өйҙәгеләрҙең йөрәген ярырҙай итеп аҡырып ебәрҙе: “Миңә бер һүҙ ҙә әйтмәгеҙ, эш аҡсаламы ни? Түләрбеҙ әле. Искәндәр ҙә табылыр”, – тип, лап-лоп баҫып, урынына барып ауҙы. Кескәй Алһыу мыш-мыш илай башланы. Малайҙары ла аптырап шымып ҡалды. Сәбилә ирен был хәлдә беренсе тапҡыр күрә ине. Йөрәге семетеп ҡуйҙы: “Аллам һаҡлаһын, эскегә һабышып китмәһен, юғиһә.”
– Әсәй, атайға нимә булған ул? – тип балалар Сәбиләне һырып алды.
– Әлләсе, үҙем дә белмәйем. Айнығас һорармын. Әйҙә, йоҡлайыҡ, һуң инде. – Әсә кеше үҙен тыныс тоторға тырышты. Атаһының ҡысҡырыуынан ҡурҡҡан Алһыу ғына йоҡоға китә алмай яфаланды. Ҡурсағын ҡыҫып ҡосаҡлап, түшәмгә ҡарап тик ятты.
– Нишләп йоҡламайһың, ҡыҙым? – Әсәһе Алһыуҙың башынан һыйпаны, юрғанын рәтләп япты.
– Әсәй, әсәй, әкиәт һөйлә әле, мин тиҙ генә йоҡлап китермен.
– Әкиәт? Ҡайһыһын һөйләйем һуң? Бөтәһен дә беләһең бит инде.
– Ә һин ҡурсаҡ тураһында һөйлә. Ундайҙы һөйләгәнең юҡ та.
– Бына һиңә, – Сәбилә аптырап ҡалды. Ҡурсаҡ тураһында бер ниндәй ҙә әкиәт белмәй бит әле ул. Ахыры уйлап сығарырға булды. – Йә, ярай, тыңла...
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡурсаҡ. Ул шундай матур икән, ти. Уның йорто магазин икән. Ҡурсаҡтар күп булып теҙелешеп ултыралар, ти. Бер ваҡыт был ҡурсаҡты бер сибәр генә апай ҡыҙына һатып алған, ти. Ә ул тылсымлы булып сыҡҡан, ти. Ҡыҙыҡай ҡурсаҡтан нимә һораһа, ул шунда уҡ үтәй ҙә ҡуя икән...
Шул ваҡыт Алһыу үҙенең ҡурсағына ҡарап алды. “Ә минеке? – Ул әсәһенең һөйләгәнен дә ишетмәй хыялға бирелеп китте. – Их, минең ҡурсағым да тылсымлы булһа ине-е ... Ә мин нимә һорармын? Туңдырма? Ух, көн һайын рәхәтләнәң генә! Юҡ, юҡ, Гөлсинәнеке кеүек кеҫә телефоны. Юҡ, юҡ! Ә иң яҡшыһы – атаһының эсмәүен һораясаҡ”. Хыялдар күбәйгәндән-күбәйҙе. Алһыу уларҙың осона ла сыға алмай йоҡоға талды.
Иртән-иртүк балалар атай менән әсәйҙең ыҙғыш-талашына уянып киттеләр.
– Үҙең ғәйепле, нимәгә ҡул ҡуйҙың? Минең менән кәңәшләшергә булмай инеме? Хәҙер бына нисек йәшәйбеҙ? Кредитты нисек түләйбеҙ? – Сәбилә өйгә һыймай ярһыны.
– Ә һин бер туғаныңа ярҙам итмәҫ инеңме? Ул бит минең ҡустым.
– Баш-баштаҡ егет икәнен белдең бит. Күрәләтә кабалаға барып кергәнһең. Мин уның кредитын түләмәйәсәкмен, белеп ҡуй! – Ҡатын шулай был бәхәсте өҙә һуҡты.
Шау-шыуға түҙә алмаған ир кисенә тағы иҫереп ҡайтты. Тағы тауыш ҡупты. Һәм бындай хәлдәр йыш ҡабатлана башланы. Сәбилә эштән ҡайтыуға мал ҡаралмаған, ут яғылмаған, ашарға ла наҡыҫ көндәр йышайҙы, аҡса етешмәне. Бер көн килеп Сәбиләнең дә түҙеме бөттө – күпме донъя йөгөн яңғыҙ тартырға? Сираттағыса лаяҡыл иҫереп йоҡлап ятҡан ирен дивандан һөйрәп төшөрҙө:
– Тор, алкаш, тағы ятаһың, бар, эш менән бул йә сығып кит! Һинән барыбер бер файҙа ла юҡ, эсмәһәң эшеңдән дә ҡыумаҫтар ине, – тип йән асыуына ҡысҡырҙы.
Ҡапылда ни булғанын аңлай алмаған ир, ырғып торҙо ла ҡатынды алып осорҙо. Сәбилә стенаға башы менән бәрелеп, ҡан атылып сыҡты. Ҡото алынған балалар илап әсәләренә килеп йәбеште. Өлкәне урамға сығып йүгерҙе:
– Ҡотҡарығыҙ, атайым әсәйемде үлтерә! Тиҙерәк, тиҙерәк! – тип һөрәнләне.
Күршеләр йүгереп инде. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Ғәбит, Сәбиләне сәстәренән матҡып тотоп, ишеккә һөйрәй ине:
– Мин түгел, һин үҙең сығырһың был өйҙән, албаҫты. Уйыңда аҡса ғына. Ҡанға батҡан ҡатын, ауыртыуға түҙә алмай асырғанып ҡысҡыра, сәбәләнеп ысҡынырға тырыша ине. Инеүселәр саҡ айырып алдылар. Сәбиләгә фельдшер беренсе ярҙам күрһәткәндә, ирен полиция алып та китте.
Был хәлдән һуң Сәбилә балалары менән әсәһе йортона ҡайтты. Бына хәҙер Ғәбит яңғыҙы берәҙәк хәлендә йәшәй – эше лә юҡ, ашы ла, барып морон төртөр кешеһе лә...
Үткәндәрҙе уйлай-уйлай ул урамдан атлай. Нишләне ул? Ауыр хәлдән сығыу юлын хәмерҙә күрҙеме? Хәмер хәл итә алдымы? Кредит та ҡатынында аҫылынып тора, балалар ҙа уның ҡарамағында, өҫтәүенә, үҙе барып аҡса таптыра...
Ҡараңғы, бысраҡ, шыҡһыҙ өйөнә ҡайтып инде. Шәмгә ут яҡтыртҡан булды. Тирә-яғына күҙ ташлағас, мал һарайы ла бынан таҙараҡтыр, тигән уй йүгереп үтте. Ни ҡылырға белмәй, иҙән уртаһында тора бирҙе. Шул саҡ: “Ғәбит, үҙеңде ҡулға ал! Һин бит насар кеше түгел, барыһын да үҙең генә еңеп сыға алаһың, бары үҙеңдән ҡала!” – тигән ауаз яңғыраны. Тауыш әллә ҡайҙан алыҫтан килә ине. Был бер ниндәй ҙә мөғжизә түгел, ә үҙенең намыҫ тауышы шулай ҡолағында сыңлап китте. Ошо тауыш, әйтерһең дә, уны ҡәҙимге тормошона ҡайтарҙы. Ныҡлы бер ҡарарға килеп, эшкә тотоноп китте. Эстән генә: ”Юҡҡа сығыуҙары бер ни түгел, кеше булыуҙары бик ауыр”, – тип мөңгөрләне.
Анда-бында аунап ятҡан буш шешә, спирт һауыттарын йыйып алды. Айҙар буйы йыуылмаған һауыт-һабаны, иҙәнде йыуып сығарҙы. Өйөн йылытып, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Электр уты булмауы бер аҙ эсен бошорһа ла, күңеле күтәрелде. Төндә ул беренсе тапҡыр тыныс йоҡланы. Элекке кеүек мәхшәр төштәр күреп тә һаташманы. Тик таң менән ишек дөбөрҙәгәнгә килеп торҙо. Кем булырға мөмкин? Ҡапҡаһын терәп кергәйне шикелле, тип келәне ысҡындырҙы. Ә унда, ауыҙын йырып, күршеһе Измаил тора ине:
– Әйҙә, күрше, башың ауырталыр. Ул шешәһен күрһәтеп эскә ынтылды. Ләкин Ғәбит тупһаға арҡыры баҫты.
– Нимә һин таң тишегенән кеше бимазалап йөрөйһөң? Кәрәкмәй, эсмәйем, бар ҡайт. Ташлайым, етте, – тине ҡаты итеп.
Башта Измаил, ни булған был күршегә тигәндәй, аптырап ҡараны. Әммә тиҙ арала башын эшләтеп өлгөрҙө:
– Һи-и, йүнһеҙ, һин дә, мин дә бер алкаш инде. Ташлайым да ҡатыныма ҡайтам, тип уйлайһыңмы. Бар-бар, тик көҙгөгә ҡарарға онотма! Маңлайыңа оло мөгөҙ үҫеп сыҡҡан. Көтөп ултыра, ти, һине Сәбиләң! Ха-ха! – тип баҫҡыстан төшөп китте Был хәбәргә Ғәбит шаңҡып ҡалды. Ҡапыл иҫенә килеп Измаилдың артынан йүгерҙе: “Туҡта, туҡта, тием. Ниндәй мөгөҙ? Нимә һөйләйһең һин? Әллә Сәбилә...” Атылып урамға сыҡты. Ләкин ул бер ҡайҙа ла юҡ ине. Ғәбит кире инде.
“Измаил юҡты һөйләмәҫ, тимәк, нимәлер белә. Сәбилә, ысынлап та, йәш әле, яңынан кейәүгә сығыуы ла ихтимал. Эт кеше икән дә күршеһе. Күпме бергә хәмер эстеләр, эс серҙәрен бүлештеләр – ләм-мим өндәшмәне. Үҙ ғаиләһен юғалтҡас та, мин дә шул хәлгә төшһөн тип йөрөгән икән”, – тип ҡара янып өҙгөләнде.
Яҡтырыуға ул тағы магазинға йүгерҙе, ғәрлегенән тағы араҡыға йәбеште. Урамдағы бөтә ирҙәр ҙә унан “мөгөҙ” тип көлә төҫлө тойолдо. Көнө-төнө хәмер ташыны, йүнләп тамағына ла ашаманы. Тағы дуҫтар күбәйҙе. Ғәбитте йәлләнеләр, йыуаттылар, Сәбиләнең тетмәкәйен теттеләр. Анау тиклем эсеүгә ул ҡоро һөлдәгә тороп ҡалды, ябыҡты. Быны күреп йөрөгән Измаил (ул хәҙер күршеһенә керергә баҙнат итмәй ине) ҡурҡыуға төштө: “Юҡты һөйләп, кешене ҡәбергә тығам инде. Гонаһы ни тора! Ғәйбәт һөйләгән кеше тамуҡта яна, тиҙәр. Юҡ былай булмай, былай ярамай”, – тип ул дөрөҫөн әйтергә булды. Ғәбиттең ишек алдында сағын тура килтереп, ҡойма аша ғына ҡысҡырҙы:
– Эй, күрше, мин һиңә юрамал әйттем бит, минең менән эсмәгәнгә үпкәләнем. Сәбиләнән дә тоғро ҡатын юҡ ул, берәүен дә яҡын ебәрмәй. Вәт бел шуны. – Бер аҙ тынлыҡтан һуң, яуапҡа ҡоймаға тап итеп утын ағасы килеп бәрелде. Яман һүгенеү ишетелеп ҡалды. Башҡа бәреп ебәрмәһен тегеләй, тип Измаил ҡасыу яғын ҡараны.
Бахмурҙан башы ҡаңғырып йөрөгән Ғәбиткә етә ҡалды. Ауыҙы йырылды. Сәбиләнең шәп ҡатын икәненә ғорурланып, шатлығынан ғаиләһенә ашыҡты. Ямғырҙан һуң йыйылған күләүектәргә лә иғтибар итмәй, шап-шоп баҫып, үҙ алдына йылмайып тура ярҙы. Былай ҙа бысраҡ өҫтөнә батҡаҡлы һыуҙар сәсрәп тағы ла әшәкегә әйләнде. Инде барып еттем генә тигәндә, ҡапҡа төбөндә Сәбилә менән Алһыуға тап булды.
– И-и, йөрәккәйҙәрем минең... – Сираттағы күләүекте шаптырҙата кисеп, ҡыҙына ынтылды. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан иҫерек атаһынан тертләгән Алһыуҙың ҡулындағы ҡурсағы батҡаҡлы һыуға осто һәм ҡап-ҡара булды. Сабый ҡысҡырып илап ебәрҙе лә ҡурсағын эйелеп алып йән асыуына:
– Мә, ҡурсағың үҙеңә булһын. Ул да һинең кеүек хәшәрәт! – тип атаһына бәрҙе. Нәфрәт тулы зәп-зәңгәр күҙҙәре Ғәбиттең ҡарашын өтөп алды. Үҙе мышҡылдай–мышҡылдай урамға йүгерҙе. – Һин – алкаш, тағы алданың!
Сәбилә ҡабаланып Алһыуҙың артынан атланы. Батҡаҡлы ҡурсаҡты күкрәгенә ҡыҫып атай кеше күләүек уртаһында ҡатып ҡалды. Унан аҡҡан бысраҡ һыу өҫтө буйлап һарҡыны. Ғәбит быға ла иғтибар итмәне. Йәненән артыҡ күреп яратҡан ҡыҙының әрнеүле һүҙҙәренән шаңҡып тора бирҙе. Ҡойоп ямғыр яуа башлағас ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ул урамдан атлағанда: “Был Ғәбит тамам алйыған, түбәһе киткән, тип ҡараусылар ҙа, ҡыҙының ҡурсағын һатып эсергә булған, ахыры”, – тип уйлаусылар ҙа юҡ түгел ине. Тәүгеһе, бәлки, дөрөҫлөккә тап киләлер ҙә. Ҡайһы бер көндәрҙә, ысынлап та, аңы томалана торғайны. Һалҡын ямғырҙанмы, әллә тетрәндергес кисерештәрҙәнме, өйөнә ҡайтып еткәндә тамам айнып бара ине инде. Ишектән инеү менән ҡурсаҡты ҡосаҡлап диванға ауҙы. Шулай бер нисә көн бер ҡайҙа ла сыҡманы, кешеләргә лә күренмәне. Ниҙер булды Ғәбиткә. Аңы асылып киттеме, әллә бер өҙлөкһөҙ эсеүе ялҡыттымы, берәҙәк хәлендә йәшәүе үҙәгенә үттеме – хәмерҙән баш тартты. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡыт әсәһе лә гел төшөнә керә. Ҡап-ҡара кейемдә килеп сыға ла Ғәбиткә бармағын янай. Минең өсөн көйәләнә, тип юрай Ғәбит: ”Эйе, мин ғәйепле, әсәй, ауырлыҡҡа түҙмәй, еңел юлды һайланым. Әммә үҙем емергәнде үҙем төҙәтәсәкмен. Һин әйткәнсә, минең балаларым тура юлдан барасаҡ”.
Артабанғы көндәрендә ул эсмәне, ҡыҙының ҡурсағын да йыуындырып, таҙартып, аш-һыу бүлмәһенең өҫтәленә генә ултыртып ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ошо йәнһеҙ ҡурсаҡ, Алһыуы булып, уны бер рам эсенә бикләне. Эсәһе килеп йән талашҡанда түрҙәге Алһыу-ҡурсаҡ “хәшәрәт булма, атай, араҡы эсмә“ тип киҫәтә ине. Ҡасандыр бер ғаиләһенә ҡайтыу өмөтөн дә яҡтыртып торҙо...
Бала, бала... Уға булған мөхәббәт барлыҡ кәртәләрҙе емереп үтә. Шул бәләкәй кеше алдында ҙур яуаплылыҡ тояһың, ел-ямғыр тейҙермәй һаҡлап үҫтерәһең, тәрбиә бирергә тырышаһың. Әсәһе иҫән саҡта һәр саҡ Ғәбиткә: “Улым, балаң тыуһа, һин – уны, ул һине тәрбиәләй инде. Балаң оло тормошта бәхетле йәшәһен тиһәң, үҙеңә үрнәк булып, тура юлдан барырға кәрәк”, – тип әйтә ине. Ҡайһылай ҙа алдан күргән...
Теләк булһа, кеше мотлаҡ маҡсатына ирешә. Ғәбит тә көндән-көн үҙен-үҙе еңә барҙы. Иң тәүҙә араҡы,спирт ташыған дуҫтарынан баш тартты. Унан хәмер һатылмаған магазинға йөрөргә тырышты. Юғиһә, араҡы шешәләрен күрһә, эсәһе килә башлай ине. Эшкә урынлашты, өйөнә электр уты үткәртте. Тормошо яйлап рәткә һалынды...
Һәм Алһыуҙың тыуған көнөнә ғаиләһен үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тегеләр ҡапҡанан инеүгә йылмайып ҡаршы атланы:
– Тыуған көнөң менән ҡотлайым, ҡыҙым! Бына һиңә кеҫә телефоны алдым, – тине йылмайып.
Алһыу ҡыуанысынан атаһын ҡосаҡлап алды, күҙенә йәш эркелде. Бергәләп өйгә инделәр. Ә өҫтәлдә теге ҡурсағы ултыра ине. Алһыу йылт итеп әсәһенә ҡараны һәм шыбырлап ҡына: “Әсәй, минең ҡурсағым да тылсымлы булған эйе бит!” – тине.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/doll-wearing-yellow-ribbon_26538202.htm#fromView