+21 °С
Болотло


Бөгөн, 18 апрелдә, Башҡортостанда республика халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән байрам йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы мэрияһы ҙур программа әҙерләне. Теләгән һәр кем сараларҙа ҡатнаша ала.