

— Конкурста лауреат булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ, Тимур Рәйес улы! Иң тәүҙә ҡайҙа белем алыуығыҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле. Ғөмүмән, ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
— Педагог һөнәренә тартылыу бәләкәйҙән килә. Бала саҡтан ниҙер аңлатырға, күрһәтергә, мәсьәләләр сисергә яраттым. Бынан тыш, уҡытыусыларым минең өсөн өлгө ине, уларға оҡшарға ынтылдым, киләсәктә шул һөнәрҙе үҙләштергем килде. Әммә сығарылыш класына етә бара икеләнгән, ниндәйҙер ауырлыҡтар күреп, был хыялдан баш тартҡан осор ҙа булды. Шуға ҡарамаҫтан, туғыҙынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ педагогия колледжына индем. Ундай ҡарарға килеүемә әсәйем булышлыҡ итте. Сөнки ул ҡасандыр үҙе лә уҡытыусыға уҡырға ингән, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында хыялы тормошҡа ашмай. Бәлки, был теләген миндә лә күргәндер. Уның фатихаһы, өгөтө, яҙмыш ҡушыуы менән ошо һөнәрҙе һайланым.
Стәрлетамаҡ педагогия колледжына сикһеҙ рәхмәтлемен. Унда ныҡ үҙгәрҙем. Көслө-көслө уҡытыусылар, яҡшы етәкселек күңелемә орлоҡ һалды. Был уҡыу йортонда хәҙер минең уҡыусыларым белем ала.
2016 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамланым. Унда математика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. Шунда уҡ артабан ғәмәли математика, информатика йүнәлеше буйынса магистратурала белем алдым. Был университетты ла тик яҡшы яҡтан иҫкә алам. Ситтән тороп уҡыуыма ҡарамаҫтан, ҙур тәжрибә тупланым, белемемде бермә-бер арттырҙым. Бына мәктәптә ун ике йыл эшләйем. Информатика, математика фәндәренән тыш, өҫтәмә белем биреү буйынса дәрестәр алып барам.
— Тиҫтәнән ашыу йыл — байтаҡ ҡына тәжрибә. Әйтегеҙ әле, эшегеҙҙә иң оҡшағаны нимә?
— Уҡытыусы һөнәре күп яҡлы. Кешеләр белем биреү йортоноң эске процестарын белеп етмәй. Улар бит тик һөҙөмтәне күрә: бала аҡыллы икән, тимәк, мәктәп яҡшы, тип уйлайҙар. Әммә бының артында ҙур хеҙмәт ята. Уҡытыусы булыу ул мәктәпкә килдең дә, теманы һөйләп, баһа ҡуйҙың да эшең тамам тигәнде аңлатмай. Белем биреү системаһы бөтөнләй икенсе төрлө, йылдан-йыл педагогтарҙың эшмәкәрлеге үҙгәрә, ҡатмарлаша, киңәйә бара. Шул яғы менән һөнәрем оҡшай. Мәктәптә эшләү һиңә бихисап ролдәргә инергә, төрлө ҡиәфәткә кереп ҡарарға мөмкинлек бирә. Уҡыусы өсөн һин — ата-әсә лә, остаз да, өлгө лә, йә, киреһенсә, этеп-төртөп тигәндәй алға әйҙәүсе лә, психолог та, ойоштороусы ла... Эшләйем тип янып торған кешегә һөнәребеҙ асылырға ярҙам итә, үҫешергә офоҡтарҙы киңәйтә.
— Белем биреү системаһы, һөнәрегеҙ йылдан-йыл үҙгәреш кисерә, тиһегеҙ, ә балалар үҙгәрәме? Замана уҡыусыһы ниндәй ул?
— Һис шикһеҙ, улар ҙа үҙгәрә. Минең быуынға, мәҫәлән, уҡытыусы үтә хөрмәтле кеше, авторитет булды. Беҙ уға ҡаршы һүҙ әйтеү түгел, күҙ ҡыры менән ҡарарға ла баҙнат итмәнек. Ә хәҙер, үкенескә ҡаршы, уҡыусы менән уҡытыусы араһында конфликт ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Был тәрбиәнән дә киләлер, тип уйлайым. Ғаиләлә һөнәренә, йәшенә ҡарамай һәр кемгә ихтирам менән ҡарарға кәрәк тип өйрәткәндә, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Сөнки күп кенә проблема хөрмәт юҡлығынан барлыҡҡа килә.
Замана уҡыусылары етеҙҙәр, шәптәр. Мәктәптә эшләгәс, балалар менән бер кәмәлә йөҙәһең, улар ыңғайына үҙең дә “яңыраһың”. Уҡыусылар менән бергә үҫешергә, алға барырға кәрәк. Сөнки бөгөн уҫал ҡараш, көр тауыш менән ҡурҡытып, уларҙың ихтирамын яулау мөмкин түгел. Авторитет булам тиһәң, бала тәү сиратта һине хөрмәт итергә тейеш.
— Тәрбиә тигәс тә, һорап үтәйем — бәғзеләр, тәрбиә мәктәптән тора, тигән фекер белдерә. Уҡыусының шәхесе формалашыуҙа педагогтың роле, һеҙҙеңсә, ниндәй?
— Уҡытыусы тәү сиратта ярҙамсы, остаз булырға тейеш. Смартфон-телефондар, блогерлыҡ, социаль селтәрҙәр, интернеттағы трендтар уҡыусыларға үҙ-үҙҙәрен табырға ҡамасаулай, уларҙың йүнәлешен боҙа. Уҡытыусыны бала өсөн дөрөҫ юлды табырға булышлыҡ иткән шәм яҡтыһылай итеп күрәм. Балалар менән тәжрибәң менән уртаҡлашырға, кәңәш бирергә, уларҙы аңларға тейешһең. Ситтән ҡараһаң, рәхәт кенә һымаҡ: өйгә эш эшләмәгән икән, “ике” ҡуй ҙа “ялҡау” тип мөһөр һуҡ. Юҡ, улай ғына түгел. Ентекләберәк ҡараһаң, уҡыусы ялҡаулығы өсөн түгел, ә өйөндә проблемалар арҡаһында уҡыуҙа ауырлыҡтар кисереүе асыҡлана. Ә балала бит бындай хәлдәрҙән сығыу тәжрибәһе юҡ. Уның әле тормошҡа ныҡлы ҡарашы ла формалашмаған, һәр бер хата, бәлә — уның өсөн ҙур трагедия. Тәрбиә — ғаилә эше, тип кенә ҡул һелтәргә ярамай.
Тағы ла уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышанысты арттырырға кәрәк. Үҙендә таяныс, терәк тойған кешегә бер нимә лә ҡурҡыныс түгел. Һәр бер еңелеүҙе, һынауҙы ул киләсәктә тәжрибә һымаҡ ҡабул итәсәк, маҡсаттарына еңелерәк ирешәсәк.
— Уҡыусыларҙың төп бурысы уҡыу, тиҙәр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бала өсөн нимә мөһимерәк — гел “биш”ле алыумы, әллә әүҙем булыумы? Уларҙың ниндәй уңышы айырыуса шатландыра?
— Уҡыусылар төрлө була. Тыныс ҡыналары бар. Улар мәктәп тормошонда ла, уҡыуҙа ла үҙҙәрен күрһәтергә ашыҡмай, ундайҙарҙың күңелендә ниҙәр ҡайнағанын аңлауы ла ауыр. Киреһенсә, сағыу, сәхнә, иғтибар яратҡандар бар. Уҡыу яғынан уңышҡа өлгәшкән, олимпиадаларҙа даими ҡатнашҡандар була. Спорт алдынғылары ла юҡ түгел. Төрлө-төрлө уҡыусыларҙы бер ҡалыпҡа һалып, бөтәһенән дә бер тигеҙ уңыш көтөү дөрөҫ түгел. Шуға ла уларҙың һәр еңеүенә шатмын.
Шулай ҙа ижади конкурстарҙағы уңыштарға айырыуса ҡыуанам. Уҡыусы ниндәйҙер фәнде аңлап етмәүе ихтимал. Информатиканы ғына алайыҡ. Был дәресте күптәр компьютерҙы белһәң, етте тип уйлай. Әммә унда техниканан тыш мәғлүмәт менән эшләү ҙә бар. Шуға ла уҡыусыларым, мәҫәлән, компьютер графикаһы, видео эшләү кеүегерәк ижади конкурстарҙа ҡатнашһа, ҡыуанам. Бәйгелә һинең алда бөтөнләй икенсе шәхес асыла. Ижад бит — күңел торошоноң сағылышы. Ҡайһы саҡ хатта баланың күңеле ни тиклем матур, сағыу булыуына хайран да ҡалаһың.
Ғөмүмән, һәр педагог өсөн иң ҡыуаныслыһы — уҡыусыһының донъяла үҙ урынын табыуын күреү. Был уңыш ҡасандыр һин һалған орлоҡ булыуы күңелде йылыта.
— Йәштәр мәктәптән эш хаҡы түбән тип тә, ҡағыҙ эше күп тип тә ҡаса. Һеҙ бындай проблемалар тураһында ниндәй фекерҙә?
— Элек башымда “ни өсөн мин мәктәптә эшләйем?” тигәнерәк икеле-микеле һорауҙар йыш ҡына тыуа ине. Хәҙер маҡсатыма, эшемдең асылына төшөндөм. Үҙем менән дә, һөнәрем менән дә ҡәнәғәтмен. Үкенескә күрә, йәштәр эшкә килгәс тә көрәп аҡса алырмын, тип уйлай. Тик тәүге этаптарҙа һәйбәт эш хаҡына лайыҡлы хеҙмәткәр икәнеңде күрһәтергә кәрәк. Бөтә ерҙә лә шулай.
Өләсәйем: “Сабыр бул”, — тип йыш ҡабатлай ине. Ауырлыҡты ҡабул итә белеү мөһим. Һәр проблемала яҡтылыҡ нуры күрергә була. Ошо нур аша мәсьәләне хәл итеү юлын табаһың. Йәштәргә шуны әйтергә теләйем: теләһә ниндәй вазифала башта ҡыйынлыҡтар менән тап булыуың, эш хаҡы ла оҡшап етмәүе бар. Тағы ла һинең маҡсатың ниҙә икәнен төшөнөргә кәрәк. Ни өсөн эшләйһең: аҡса эшләр өсөнмө, әллә күңел өсөнмө? Һәр кем мохтажлығынан сығып хәл итә, бында кемделер ғәйепләргә йә оялтырға ярамай.
— Һеҙҙең кеүек үк, икеләнеүҙәр менән тап булған яңы хеҙмәт юлын башлаған коллегаларығыҙға, бәлки, кәңәштәрегеҙ барҙыр?
— Барыһы ла үҙенән-үҙе көйләнер тип көтөп ултырырға ярамай. Өлкән коллегаларҙан кәңәштәр һорарға ҡурҡмаһындар. Конкурстарҙа үҙҙәре лә, уҡыусылары ла ҡатнашһын. Былар кешене үҫтерә, көсөңә ышаныс арттыра. Ҡабатлап әйтәм, тәүге айҙарҙа бөтәһенә лә ауыр. Ҡайһы саҡ бер нимә лә килеп сыҡмаған һымаҡ тойола. Шундай мәлдә һөнәреңде ташларға ашығырға ярамай. Үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк: интернетта лекциялар тыңлайһың, кәңәштәр һорайһың, интенсивтар үтәһең... Барьерҙы үтә алһаң, артабан эшләйһең. Таныштарым араһында ҡырҡ йәштә лә уҡытыусы булып киткәндәр бар. Педагоглыҡ һинеке икән — теләһә ниндәй ауырлыҡты йырып сығырға көс табыласаҡ.
— “IT-куб” үҙәге етәксеһе икәнегеҙҙе лә беләм. Был үҙәктең маҡсаты ниндәй? Өҫтәмә белем менән ниндәй уҡыусылар ҡыҙыҡһына?
— 2022 йылда беҙҙең мәктәп нигеҙендә «IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге асылды. Тәүҙә бер ай тирәһе педагог булып эшләһәм, аҙаҡ етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Кубтың алты яғы булған кеүек алты йүнәлештә эшләйбеҙ. Технологиялар үҫешә бара, унда алған белем көнүҙәк. Хәҙер компьютерҙы белеү генә етмәй, уны грамоталы итеп ҡулланыу мөһим. Мәғлүмәт мәҙәниәте “айти” өлкәһендә эшләгәндәр өсөн генә түгел, ә бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Һәр кем был өлкәлә дөрөҫ “йәшәргә”, үҫешергә тейеш, сөнки бөгөнгө көндә заманса технологиялар, системалар ҡулланылмаған һөнәрҙәр юҡ тиерлек. Шуға ла беҙҙең үҙәк кәрәкле. Ҡайһы бер уҡыусылар маҡсатлы рәүештә, киләсәген “айти” менән бәйләрен белеп килһә, икенселәре үҙен һынап ҡарарға теләй. Был бик һәйбәт күренеш, сөнки бөтәһе лә һәләттәрен яҡшы белә тип әйтергә ярамай. Уҡытыусыларым менән үҙәктә буласаҡ инженерҙарҙы, IT-белгестәрҙе тәрбиәләргә ынтылабыҙ.
— Уҡытыусының эше өйгә ҡайта, тиҙәр. Шулай ҙа көнө буйына дәфтәрҙәр тикшереп, дәрестәргә әҙерләнеп ултырмайһығыҙ бит? Буш ваҡытты нисек уҙғараһығыҙ?
— Аш-һыу әҙерләү менән ҡыҙыҡһынам. Был минең ҡанымда бар, атайым да бешеренергә әүәҫ ине. Ағайым да мауыға, миңә лә күскән. Яңы рецептар эҙләргә, тәмләргә, идеяларымды тормошҡа ашырырға яратам. Ауыр эш аҙнаһынан һуң бешеренһәм, тынысланып, ял итеп ҡалам, ижади яҡтан үҫешкәнемде тоям. Кондитерлыҡҡа өҫтөнлөк бирәм. Торттар менән ғаиләмде һыйлау оҡшай. Яҙмышым педагогияға алып килмәһә, ашнаҡсы булыр инем, моғайын. Үҙ ресторанымды асып, үҙем бешергән тәм-том менән кешеләргә ҡыуаныс өләшергә тигән теләк әле лә бар.
— Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ әле, зинһар.
— Үҙем әле өйләнмәгәнмен. Минең төп терәгем — ғаиләм. Атайым, үкенескә күрә, ике йыл элек вафат булды. Атайым балаларын уйлап ҡына йәшәне. Беҙгә берәй нимә кәрәкһә, һәр ваҡыт әмәлен, ысулын таба ине. Беҙҙе тыныслыҡта, һөйөүҙә, хәстәрлектә тәрбиәләне. Әсәйем әле иҫән-һау. Ул тормошомдоң һәр этабында янымда торҙо. Ағайым, апайым бар. Ғаиләлә кинйә булыуыма шатмын. Апай-ағайымдың ҡурсалауын, ниндәй генә хәл тыумаһын, янымда булыуҙарын, таяныс икәндәрен беләм. Улар минең өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәндәрен аңлатырға хатта һүҙҙәр етмәй кеүек!
— Әле ниндәй уй-маҡсаттар менән янаһығыҙ? Сер булмаһа, киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашығыҙ әле.
— Ауыр һорау. Бөгөнгө көн менән йәшәргә тырышам, хәҙерге мәлдән алып булған тиклемде алырға ынтылам. Шул уҡ ваҡытта киләсәккә лә ҡарайым, үткәндәргә лә ҡараш ташлайым, сөнки хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Әйтәләр бит: үткәндәр — онотолған, киләсәк — асылмаған, хәҙерге — бүләк ителгән. Ғүмер үтә ҡыҙыҡлы, ҡайһы саҡ һинең тырышлығың ҡайҙа алып барырын да белмәйһең. Күптән түгел конкурста ҡатнашҡайным, урын алырға тигән маҡсатым юҡ ине. Башты ял иттерермен, башҡаларҙы ҡарармын тип барғайным. Әммә мәле еткәс, сәм тыуҙы. Шулай, ҡайһы саҡ бер маҡсат икенсеһен тыуҙыра.
Үҙемә ышанысты арттырыу өҫтөндә лә етди эшләйем. Теләктәремдең береһе — күңелемдә кеше фекеренә иғтибар итмәҫлек, үҙ тойғоларым, үҙ башым менән йәшәрлек ышаныс үҫтереү. Барыһына ла үҙ-үҙенә ышанырға, үҙҙәрен нисек бар шулай яратыуҙарын теләйем, сөнки һәр кем — үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ шәхес. Ә кеше шуның менән дә ҡыҙыҡлы!
Заһиҙә МУСИНА.