+24 °С
Ямғыр


26 апрель көнө, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты ике форматта яҙып була: офлайн һәм онлайн. Онлайн яҙыусылар өсөн теркәлеү кәрәкмәһә, офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусылар bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә тейеш.
Майҙансыҡтарҙың һаны бихисап, үҙегеҙ һайлағанын сайтта нисек табырға? Аңлатабыҙ.
1. bashdictant.ru сайтын асырға;
2. Офлайн формат бүлеген табырға;
3. "Ҡатнашыусыларҙы теркәү" төймәһенә баҫырға;
4. Инструкция буйынса кәрәкле мәғлүмәтте ҡулланып теркәлгән майҙансыҡтар араһынан кәрәклеһен һайлап алырға.
Диктантта осрашҡанға тиклем!