Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
25 Апреля 2025, 04:55

Ҡояш кеүек нур сәсеп...

– Ата-әсәйем, тормош аҡылын йыйған кешеләр булараҡ, матур тәрбиә бирҙе. Эштең ояты юҡ, тигәндәре ҡаныма һеңгән ине.

Ҡояш  кеүек  нур сәсеп...Ҡояш  кеүек  нур сәсеп...
Ҡояш кеүек нур сәсеп...

Кескәй Гөлйемеш мәктәптән сыҡты ла ҡанатланып өйөнә табан ашҡынды. Хәҙер ул ҡайта ла, тамағына ашап алғас, тиҙ генә өй-тирәһендәге үҙенә тәғәйен эштәрҙе башҡарасаҡ, әсәһенә ярҙам итәсәк, дәрестәрен ҡараштырасаҡ. Ә аҙаҡ уны урамда бәләкәй балаларға төрлө уйындар ойоштороу көтә: ярыштар, йәшенмәк , тауға барып ҡоштарҙы тауышынан айырыу... Уҡытыусы булып уйнарға ла ярата. Был уның өсөн тәүҙә уйын ғына булһа, үҫә төшкәс, класташтарына дәрес әҙерләүҙә ярҙам итергә, һәр береһенең өйгә эшен тикшерергә тура килә.

...Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең почетлы фән һәм дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡованың яратҡан һөнәре генә түгел, йәшәү рәүеше булған уҡытыусылыҡҡа тәүге аҙымдары шулай башлана. Өлкән кластарға етеүгә Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторған “Йәш педагог мәктәбе” курстарында ситтән тороп шөғөлләнә: өҫтәлмә материалдарҙы өйрәнә, мәсьәләләр сисә. Бөгөн ул – 40 йылдан ашыу стажға эйә тәжрибәле педагог (шуның яртыһынан күберәге – етәксе вазифаһында), Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры.
– Белорет районының Абҙаҡ ауылында, тыуып үҫтем. Атайым Хәйрулла Вәлиев – һуғыш ветераны, 16 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ул 1945 йылдың август айында совет-япон һуғышында ҡатнашып яралана, Харбин ҡалаһында госпиталгә эләгә, миҙалдар менән бүләкләнә. Пуля ярсығы йөрөткән ҡулы менән ғүмере буйы тимерсе булып эшләне. Әсәйем дә һуғыш михнәттәрен байтаҡ кисергән – бер ҡат йоҡа кейем менән урман ҡырҡып, завод өсөн күмер әҙерләп, шуларҙы вагондарға тейәп ҡалаға оҙатҡандар. “Ул ауыр эшкә, өшөп-туңыуҙарға ауырымай түгел ауырырһың”, – ти ине һыҙланған сағында. Бирешмәне, ныҡ булды ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 61 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте (ул ваҡытта миңә 27 йәш ине).
Ата-әсәйемә, ауыр йылдар тура килгәнлектән, уҡыу мөмкинлеге булмаған. Шуға ла улар миңә һәр ваҡыт яҡшы уҡырға, белем алырға кәрәклеген әйтеп торҙо. Ә бына һөнәрҙе күңел ҡушыуы буйынса һайланым. Мәктәп программаһындағы барлыҡ фәндәрҙе лә яраттым, әсәйем үҙенә уҡырға алып ҡайтҡан әҙәби китаптарҙы ла, ваҡыт табып, унан алда уҡып сыға инем. Шулай ҙа бар булмышым химия фәненә тартылды. Ошо юлдан китеүемә уҡытыусым, мәктәп директоры Тайфур Хәким улы Мусиндың роле ҙур булды. Ул ошо ҡатмарлы фәнде еңел генә итеп аңларға, үҙләштерергә ярҙам итте. Шулай уҡ биология фәнен дә яраттым. Мәктәпте тамамлар алдынан табип булыу тураһында ла һүҙ сыҡты. Тик мин хыял иткән уҡытыусылыҡты һайланым, – ти Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы.
Мәғрифәтселеккә һөйөү уның ҡанында барҙыр. Әсәһе – Ғәмбәр инәй яҡлап нәҫел ебен барлап ҡараһаң, Фатима исемле ҡарт өләсәһе – данлыҡлы Зәйнулла ишандың балдыҙы. Мәҙрәсәгә килгән Сәләхетдин исемле егет менән танышып, ғаилә ҡоралар. Аҙаҡ инде улар тирә-яҡ ауылдар буйлап балалар уҡытып йөрөй. Олатаһы – әүлиә Сәйфулла мулла ла Зәйнулла ишанда белем ала, доғалары менән әҙәмде һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә була ул. Атаһы – Хәйрулла олатайҙың да бер туған Мәрзиә апаһы Сермән педагогия техникумын тамамлап, 40 йылдан ашыу Абҙаҡ, Ташбулат ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән. Ҡунаҡҡа килгән һайын, уҡытыусы булып уйнаған Гөлйемешкә ҡарап, матур киләсәк юраған. Ә инде үҫмерлек ҡорона инә башлағас, уға үҙенең тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бәйән итә-итә, уратып ҡына балалар күңеленә асҡыс табырға өйрәтә. Шуға ла ҡыҙ, хыялдарына тоғро ҡалып, уҡытыусылыҡты һайлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға инә.
Әүҙем студент тормошо, уҡыу, йәмәғәт эшмәкәрлеге – уңған ҡыҙ бар ергә өлгөрә, алдынғылыҡты бирмәй. Ғәҙәттә, студенттар практика үтер өсөн тыуған яҡтарын йә ҡала ерен һайлай. Ә Гөлйемеш үҙен һынап ҡарар өсөн ҡайҙа ебәрһәләр – шунда барырға ризалыҡ бирә. Шишмә, Күгәрсен райондарындағы тәүге эш, дәрестәр тәжрибәһен ул һағынып иҫкә ала. Сит тараф, ят коллектив һәм балалар, ҡолас йәйеп түгел, һыуыҡ һыу менән дә ҡаршы алырлыҡ таныштары булмаған ер... Тап шул саҡта һәр кем менән уртаҡ тел табырға, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға, балаларға күңелле булһын өсөн, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тәүге сирҡанысты ала.
Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгескә ошо уҡ уҡыу йортонда эшкә ҡалырға, фән юлынан китергә тәҡдим итәләр. Әгәр ризалашҡан булһа, бөгөн химия фәнендә Гөлйемеш Садиҡова исемле ғалимәнең яңы асыштары, тәжрибәләре ғилми хеҙмәт булараҡ танылыу яулар ине. Әммә ҡыҙ ғаилә тормошон һайлай. Улай ғына ла түгел, туйҙан һуң әрме хеҙмәтенә саҡырылған ире менән – хас та декабрист ҡатындары кеүек – Себер тарафтарына юллана.
Гөлйемеш менән Фирғәт Садиҡовтарҙың мөхәббәт тарихы, күп студенттарға хас булғанса, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда башлана. Өфө дәүләт авиация-техник институтында белем алыусы Әбйәлил егете киске уйынға килгән сибәр ҡыҙҙы оҡшатып, һүҙ ҡуша. Тик быны етди ҡабул итмәгән һылыуҡай артыҡ әһәмиәт бирмәй. Бер ни тиклем ваҡыттан юлдары ҡабат киҫешкәс кенә, яҙмыш билдәһелер, тигән уй менән улар бер-береһенә нығыраҡ иғтибар итә башлай. Был дуҫлыҡ матур хистәр менән бергә үрелеп, бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Диплом алған йәштәр туй үткәрә, күп тә үтмәй ғаилә Иркутск өлкәһендәге Белая хәрби ҡаласығына юллана.
Эш башларға хыялланған Гөлйемеш Садиҡоваға бәләкәй генә ҡалалағы мәктәптә буш урын табылмай.
– Ата-әсәйем, тормош аҡылын йыйған кешеләр булараҡ, матур тәрбиә бирҙе. Эштең ояты юҡ, тигәндәре ҡаныма һеңгән ине. Эйе, юғары белем алырға, уҡытыусы булып эшләргә хыялландым. Әммә был башҡа эштән баш тартыуға, мин-минлеккә сәбәп түгел ине. Шуға ла мәктәп етәкселегенә барып, ниндәй вазифа йөкмәтһәгеҙ ҙә ризамын, тип үтендем. Лаборант ставкаһы буш булып сыҡты, – тип хеҙмәт юлының башланғысын бәйән итә Гөлйемеш ханым. – Шатланып ризалаштым да ең һыҙғанып эшкә тотондом. Бөтә приборҙарҙы, документтарҙы тәртипкә килтерҙем. Уҡытыусы ауырып китһә, дәрес үткәрергә лә ҡуштылар. Бер аҙҙан йәшәйешебеҙҙе йәмләп, ҡыҙыбыҙ Римма тыуҙы. Кеше үҙ ғүмеренең һәр этабынан ниндәйҙер тәжрибә, һабаҡ ала. Иркутск өлкәһе беҙҙең ғаилә тормошоноң матур башланғысы булып хәтерҙә ҡалды. Ирем ике йыл хеҙмәт иткәс, Башҡортостанға ҡайттыҡ.
Аяғында ныҡлы баҫып торған, карьера эшләгән, бар яҡтан уңыш ҡаҙанған бөгөнгө Садиҡовтарға был бейеклектәрҙе яулау еңелдән булмай. Өфөлә уларҙы бер кем дә көтмәй. Ҙур ҡалала төпләнеү өсөн торлаҡ мәсьәләһе ауырға тура киләсәген белгәс, йәштәр Белорет ҡалаһына күсергә хәл итә. Дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә башлана уңышҡа юл. Ауырлыҡтар ҙа етерлек була: бәләкәй бала мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау, араһында тол ҡалған атаһына йыш ҡына ҡайтып ярҙам итеү, тәрбиәләү... Шулай ҙа хыялын тормошҡа ашырып, уҡытыусы булып эш башларға ҡарар итә һәм Белорет металлургия техникумына урынлаша. Бер аҙҙан ғаилә тормошона тағы ла шатлыҡлы мәшәҡәт өҫтәлә – улдары Азамат тыуа.
1989 йылда Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙын Белорет лицей-интернатына химия-биология фәндәре уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Һигеҙ йылдан – директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, тағы ла өс йылдан директор итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙ эшенә намыҫлы ҡараған хеҙмәткәр ун йылдан ашыу эшләү дәүерендә уҡыу йортон алдынғылар рәтенә сығара. Урындағы педагогия колледжы, Мәскәү иҡтисад-хоҡуҡ институты менән килешеү нигеҙендә 10 – 11-се класс балалары өсөн профилле кластар асыла. 2004 йылда лицей-интернат “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” конкурсында еңеү яулай. Директорҙың уңышын күреп, уны республиканың төрлө уҡыу йорттарына эшкә саҡыралар, вазифалар тәҡдим итәләр. Республиканың Мәғариф министрлығының саҡырыуын ҡабул итеп, ул бер йыл бүлек етәксеһе урынбаҫары булып эшләп ала. Был турала ул бер аҙ тартынып, ауырһынып иҫкә ала:
– Һәр эшкә яуаплы ҡарай торған холҡом бар. Был вазифаны ла намыҫ менән атҡарҙым. Әммә күңелемә кабинет эше ятманы. Бала-саға тауышынан гөрләп торған мәктәп, ун минутлыҡ тәнәфес ваҡытында ла әллә күпме эштәрҙе хәл итеп өлгөргән коллективымды һағындым. Бер йыл шулай күңелемә тынғы тапмай йөрөнөм-йөрөнөм дә, министрға инеп, элекке эшемә кире ҡайтарыуҙы һораным. Күңелемдең бөтөн түгеллеген һиҙгәндер, риза булды. Ғаиләм баш ҡалаға күсеп өлгөрмәгәйне әле, шатлана-шатлана, башҡа Өфө тип ауыҙымды ла асмам, тип ҡайтып киттем. Ғөмүмән, етәкселек эшенә ынтылышым юҡ ине. Урынбаҫар вазифаһын тәҡдим иткәндә үк баш тартып маташтым, күндерҙеләр. Шулай ҙа минең булмышыма ҡайнап торған, мәшәҡәтле, әүҙем, тиҙ ритмлы тормош яҡын. Уҡытыусылыҡты яратам, әммә дәрес менән генә йәшәү аҙ булыр ине, тип уйлайым. Лидерлыҡ һәләте миндә бала саҡтан булды. Әсәйем миндәге был холоҡто тыйманы. Малайҙар араһында үҫкәс, һәр ваҡыт улар менән ярыштым, сәмле, ғәрсел булдым. “Һин ҡыҙ кеше, тыйнағыраҡ бул, алдан сапма”, – тип өйрәтһәләр, бәлки, холҡом баҫалҡыраҡ булыр ине. Үкенмәйем, әсәйемә лә рәхмәт уҡыйым, сөнки һәр эшкә сәмләнеп тотоноуым бөгөнгө уңыштарға килтергәндер ҙә. Ун йыл – Белорет лицейын, хәҙер инде 14-се йыл ошо уҡыу йортон етәкләйем.
Эйе, бәндә берҙе уйлай, Аллаһы Тәғәлә үҙе яҙған юлға сығара, ти. Башҡаса Өфөгә эшкә килмәйем, тип ҡайтып киткән Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙына ҡарарын үҙгәртергә тура килә. Был юлы Фирғәт Фәтих улын ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары итеп эшкә алалар. Белорет трактор заводында инженер булып хеҙмәт юлын башлаған ир-уҙаман төрлө йылдарҙа заводтың бюро етәксеһе, ҡала хакимиәте башлығы ярҙамсыһы, Контроль-иҫәп палатаһының Белорет бүлексәһе етәксеһе вазифаларын атҡара, ситтән тороп Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлай. Алға китеп, шуны ла әйтергә кәрәк, Фирғәт Фәтих улын ике йыл министрлыҡта эшләгәндән һуң, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, һәм ул хаҡлы ялға тиклем шунда эшләй.
Шулай итеп, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙына тормош иптәше артынан тағы ла Өфөгә күсергә тура килә. Уға республиканың һынлы сәнғәт буйынса иң талантлы балалары белем алған гимназия-интернат менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Бөгөн уның ҡул аҫтында ҙур коллектив һәм 300-ҙән ашыу һәләтле бала йыйылған. Директор балаларҙың белем алыуын ғына түгел, тамаҡтары туҡ, йоҡолары тыныс, күңелдәре бөтөн, һаулыҡтары ныҡлы булыуын да хәстәрләй. Бинаны, биләмәне тәртиптә тотоу, коллективты туплау, закондарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү, ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыу, матди-техник базаны нығытыу, уҡытыу эшендә төрлө инновацион алымдар ҡулланыу, конкурстар һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуҙы ойоштороу – директор мәшәҡәттәре һанап бөткөһөҙ. Ә бит бөтә республика буйлап йыйылған уҡыусылар араһында төрлөләре бар.
Был йылдарҙа гимназия-интернат та ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшә, төрлө проекттарҙа ҡатнашып танылыу яулай. Бөтә ил буйынса уҙғарылған “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе”, “Һәләтле уҡыусы” конкурстарында, “Мәғариф новаторҙары” инновацион проекттар фестивалендә лауреат исемен яулау – республика уҡыу йорто өсөн оло ҡаҙаныш. “Тамыр” телеканалы менән берлектә “Һорау + яуап = Пор­трет” тапшырыуын булдырыу иһә уҡыусыларҙың талантын ғына түгел, уларҙың интеллектуаль белемен, аралашыу мәҙәниәтен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә. Тағы ла гимназия коллективы һәм уҡыусылары Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында төшөргән биш сериялы “Башҡортостан ынйылары” анимация фильмы бөтә республика мәктәптәренә таратылған.
Етәксе эше лә, уҡытыусылыҡ та фиҙакәрлек талап итә. Тәүлектең сәғәттәрен һанамай, шәхси тормошто онотоп эшләргә тура килә уларға. Римма менән Азаматтың ата-әсәһенә шаярыу ҡатыш үпкәләрен дә белдергән осраҡтары булған: “Һин уҡыусыларың өсөн беҙгә ҡарағанда нығыраҡ борсолаһың, шикелле...” Матур, татыу ғаиләгә, балаларының уңыштарына ҡарап, шуны аңланым – Гөлйемеш ханымдың үҙ балалары өсөн, ысынлап та, күңеле тыныс булған, шуға ла эше, уҡыусылары өсөн яныу-көйөүҙәре, борсолоуҙары күберәктер ҙә. Ҡандан күскән зыялылыҡ та, өйҙә бирелгән тәрбиә лә үҙ емешен биргән – Садиҡовтар үҙҙәренә лайыҡлы алмаш булырлыҡ, нәҫел дауам итерлек балалар үҫтергән.
Ата-әсәһенең эше мәшәҡәтле булыуын бик иртә аңлаған Римма менән Азамат бәләкәйҙән үҙаллы, егәрле булып буй еткергәндәр. Белем һәм тырышлыҡ менән уңыш яулау миҫалы ла күҙ алдарында булғас, башланғыс кластарҙа уҡ үҙҙәренең киләсәген күҙаллап ҡуялар һәм ҡуйған маҡсаттарына ирешер өсөн алға баралар. Римма Фирғәт ҡыҙы иҡтисад йүнәлешендә белем алып, республиканың Хеҙмәт министрлығында эш башлай. Әлеге ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡарма комитеты етәксеһенең кәңәшсеһе. Ире Руслан (ул юрист һөнәрен һайлаған) менән ике бала үҫтерәләр. Азамат иһә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург фирмала­рының береһендә коммерция директоры вазифаһын башҡара. Ҡатыны Динара ла шул уҡ гимназияны тамамлаған, һөнәре буйынса – табип. Гөлйемеш апайға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Зарина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Үҙе лә, тормошо ла, эше лә, уй-хыялдары ла матур Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙының. Ауыҙынан бер генә зарланыу һүҙе сыҡмаған, һөнәрен тик оло һөйөү менән башҡарған һәм һөйләгән ханыма ҡарайым да, күңелдә һоҡланыу, ихтирам тойғолары уяна. Ә бит тормош арбаһы тәгәрәгән юл матур мәлдәрҙән генә тормай, унда һынауҙары ла, һикәлтәләре лә етерлек. Хушлашыр алдынан уңышлы эшләү серен һорамай булдыра алманым.
– Әсәйем: “Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ. Кәңәшләшер кешем булмаһа, башымдағы яулығымды алдыма йәйеп, уның менән һөйләшәм. Бер – олоно, бер кесене тыңла”, – ти торғайны. Уның аҡылын тотам. Эштә генә түгел, өйҙә лә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан кәңәш ҡорам, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалам. Икенсенән, бөгөн башҡарырға тейеш эште иртәгәгә ҡалдырмайым. Килеп тыуған проблеманы, һорауҙы хәл итмәй тороп, тыныслана алмайым, – тип үҙ фекере менән бүлеште тәжрибәле уҡытыусы. – Ошо ике холҡом етәкселек эшендә ярҙам итә. Ә уҡытыусы булараҡ, мин бер ваҡытта ла үҙемде өҫтөн ҡуйманым. Ниндәй генә хәлдә лә балаға ышаныс менән ҡарарға кәрәк. Ул бөгөн, бәлки, бөтәһен дә аңлап етмәйҙер, ваҡыт үтеү менән ул тормошта үҙ урынын, тәғәйенләнешен табыр, уңыш ҡаҙаныр. Шул саҡта уның күҙенә һоҡланыу менән генә ҡарарға ҡала.
Эшләү дәүерендә төрлө балалар менән аралашырға тура килде. Тәртипһеҙлектәренә күп осраҡта өйҙәге йә дуҫтары менән булған күңелһеҙ хәлдәр, насар кешеләрҙең йоғонтоһо сәбәпсе була ине. Шуға ла тәртип боҙған һәр кем менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, сәбәбен төҙәтергә тырыштым. Ҡайһы саҡта уҡыу програм­маһын үҙләштерә алмаған балалар менән дә һөйләшергә тура килә. “Һеҙгә бындағы программа ауыр, әммә икенсе йүнәлештә мотлаҡ уңыш яулаясаҡһың. Тимәк, үҙеңде төрлө яҡлап һынарға кәрәк. Килеп сыҡманы, тип күңелеңде төшөрмә”, – тип баланың да, ата-әсәнең дә өмөтөн һүндермәй, үҙ кәңәшемде биреп ҡалам. Уҡытыусы тәү сиратта үҙенең эше, һүҙе, холҡо менән балаларға өлгө күрһәтергә тейеш.
Көн һайын иртәнсәк зауыҡ менән эшлекле стилдә кейенгән, йыйнаҡ һәм мөләйем ханым оло ишектәрҙе асып, белем усағына инә. Йылмайыулы йөҙө тыныс, әммә күңеленән ашыға-ашыға башҡараһы эштәрен барлай, ә күңелендә борсолоу: “Төн нисек үтте икән? Бөтә балалар ҙа иҫән-һау, имен булһын...” Класс етәкселәре, интернат тәрбиәселәре менән һөйләшеп, хәлдәрҙе белешкәс кенә күңеле тынысланып, мәшәҡәттәргә сума.
Бәләкәй балаларҙы йыйып, уҡытыусы булып уйнаған Гөлйемеш был һөнәрҙең ауырлығын аңлап та етмәгәндер. Әммә бөгөнгө уҡытыусы, гимназия директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы ошо юлды һайлауына һис кенә лә үкенмәй. Ҡояш кеүек яҡты булмышынан һәр уҡыусыһына, һәр хеҙмәт­тәшенә нур өләшеп йәшәүенән бәхетле ул...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас