Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 11:20

“Беҙ бында тормошҡа өйрәнәбеҙ”

Тырыша торғас, уҡыу алдынғыһы, киләсәккә киң ҡарашлы шәхес, сәхнәләрҙе яулаған йондоҙ, яҡшы спортсы булып китәләр.

“Беҙ бында тормошҡа өйрәнәбеҙ”“Беҙ бында тормошҡа өйрәнәбеҙ”
“Беҙ бында тормошҡа өйрәнәбеҙ”

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы факультеты студенттары тормошо күңелле: фәһемле осрашыуҙар, яңы таныштар, уҡыу менән бәйле йоҡоһоҙ төндәр, ыҙаланып зачет-имтихандар тапшырыу... Студент көҙө (“Алло, таланттар эҙләйбеҙ”), Студент яҙы кеүек матурлыҡ, батырлыҡ, оҫталыҡ ярыштары, ”Йәшлек. Прогресс. Фән” фәнни фестивале, “Йәш журналист”, “Ғилем” кеүек республика, “Хәҙерге филологияның көнүҙәк проблемалары” халыҡ-ара (Ҡаҙағстан менән бергә) конкурстарында студенттарыбыҙ ихлас ҡатнаша. Тап уларҙың елкәһенә сценарий яҙыу, бейеү-йыр һайлап, репетициялар үткәреү, костюмдар артынан йөрөү һәм башҡаһы төшә. Тырыша торғас, уҡыу алдынғыһы, киләсәккә киң ҡарашлы шәхес, сәхнәләрҙе яулаған йондоҙ, яҡшы спортсы булып китәләр. Ҡыҫҡаһы, оло тормош юлына улар ошолай юл ала. Донъяға ҡараштары төрлө, ҡыҙыҡ, фәһемле уларҙың. Үҙҙәренең фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

Киләсәктә уҡытыусы булһағыҙ, белем биреү өлкәһендә нимә үҙгәртер инегеҙ?

Марсель Нурасов, факультеттың 2022-2025 йылдарҙағы координаторы, сығарылыш студенты:
– Иң беренсе сиратта уҡытыу алымдарын үҙгәртер, белем биреүҙе ҡыҙыҡлыраҡ һәм практик яҡтан файҙалыраҡ итергә тырышыр инем. Теорияны өйрәнеү менән бер рәттән, төрлө проекттар эшләргә, экскурсияларға йөрөргә, тормошта осраған проблемаларҙы хәл итергә өйрәтеү мөһим. Шулай уҡ һәр баланың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, шәхси белем биреү программаһын төҙөргә кәрәк. Технологияларҙы әүҙем ҡулланып, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә, мәғлүмәтте табыу һәм эшкәртеү алымдарын өйрәтергә кәрәк, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү, уларға лайыҡлы эш хаҡы түләү – иң мөһим шарттарҙың береһе.
Розалина Сөләймәнова, уҡыу алдынғыһы, маҡсатлы йүнәлтмә менән туған мәктәбенә эшләргә ҡайтасаҡ сығарылыш студенты:
– Минеңсә, ата-әсәләр менән мәктәп араһында бәйләнеште нығытырға кәрәк, улар балаларын уҡытыуҙа әүҙем ҡатнаша алһын өсөн. Уҡыу планына командала эшләү, эмпатия һәм хис-тойғолар менән идара итеү кеүек социаль, эмоциональ күнекмәләрҙе үҫтереүҙе индерергә кәрәк тигән ҡараштамын.
Булат Байғусҡаров, студактив ағзаһы, «5 копеек/ 5тин» КВН командаһы ағзаһы:
– Дәрестәрҙе үткәреүгә ҡарашты үҙгәртер инем, сөнки уҡыусылар парта артында ултырыуҙан арый, дәрестәрҙе әүҙемерәк формала үткәрергә мөмкинлек биреүсе алымдар уйлап табыр, ҡулланыр инем.
Диана Әхмәтова, III курс студенты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығының стипендиаты:
– Минең хыялдарымда яҡшы уҡытыусы – ул үҙенең эшен, балаларҙы яратҡан, эшенә яуаплы кеше. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында ышаныс, бер- береһен аңлау булырға тейеш. Уҡытыусы үҙ эшен “билдә” өсөн генә эшләмәй, уҡыусыға ысын белем биреп, дәрестә ваҡытты һуҙып, бушҡа үткәрмәһә, минеңсә, был бик шәп күренеш. Сөнки беҙҙең ҡулыбыҙҙа ошо уҡыусыларҙың киләсәге. Әлбиттә, уҡытыусыларға төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк. Бөтә эште уларға өйөп башҡартыу дөрөҫ түгел!
Фидәлиә Әхмәтйәнова, «Алтын йөрәк» ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе:
– Миңә хәҙер мәғарифта яңы технологиялар һәм программалар индереү буйынса күп реформалар үткәрелеүе оҡшай. Был тенденцияның уҡытыусыларға уҡытыу өсөн яңы ысулдар һәм алымдар уйлап табырға ярҙам иткәнсә үҫешеүен теләр инем. XXI быуат – ул технологиялар һәм алға китеш быуаты, шуға күрә уларҙы белем биреү процесына күберәк индерергә кәрәк.
Миләүшә Рәхмәтуллина:
– Әгәр мин мәктәптә нимәнелер үҙгәртә алһам, һәр уҡыусыға индивидуаль ҡарашҡа иғтибар итер, уҡыуҙы мауыҡтырғыс һәм файҙалыраҡ итеү өсөн театр сәнғәте менән күберәк проекттар һәм практик дәрестәр индерер инем.

Һеҙ буласаҡ атай һәм әсәйҙәр. Ғаилә тормошоғоҙҙа ниндәй урын алып тора?

Марсель: Минең өсөн ғаилә – ул иң яҡын кешеләр, мине һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итергә әҙер торған урын. Ғаилә – ул минең таянысым, көсөм шатлығым. Унда мине, ниндәй генә булһам да, яраталар һәм ҡабул итәләр. Ғаилә ул – тарихымдың, мәҙәниәтемдең бер өлөшө, быуындар араһындағы бәйләнеш. Улар менән бергә үткәргән ваҡыт – иң ҡәҙерлеһе.
Розалина: Ғаилә – ул ярҙам, мөхәббәт, хәстәрлек сығанағы, ҡиммәттәр, традициялар һәм мәҙәни нормалар формалашҡан урын.
Булат: Ғаилә ул – тормош нигеҙе, бәхет, мөхәббәт һәм ярҙам сығанағы, шулай уҡ беҙ кеше булырға өйрәнгән урын.
Диана: Ғаилә ул – ҙур бәхет. Туғандарыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Кешегә был донъяла бер үҙенә йәшәүе бик ҡыйын һәм уны тиҙ һындырырға мөмкин. Шуға күрә яҡындарың менән асыуланышып, талашып йөрөү бик насар. Һәр бер кешенең үҙ холҡо, тормошҡа үҙ ҡарашы һәм шуны аңлап йәшәү мөһим. Үҙеңде өҫкә ҡуймай, туғандарың, яҡындарың менән татыу йәшәргә кәрәк, сөнки ғүмер бөтәбеҙгә бер бирелгән!
Фидәлиә: Ғаилә – минең өсөн бик яҡын кешеләр, улар һәр ваҡыт эргәлә. Билдәле бер мәлдә ғаилә булып, бәлки, ҡан-ҡәрҙәшлеге булмаған, әммә рух буйынса яҡын кешеләр була ала. Йәш саҡ бер генә була, тап йәшлектә дуҫлашабыҙ, тәүге мөхәббәт хистәре уяна.
Миләүшә: Ғаилә – ул терәк, ярҙам һәм мөхәббәт һәм аңлау хакимлыҡ иткән урын. Улар – шатлыҡ, ауырлыҡтар менән уртаҡлашырға мөмкин булған һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған кешеләр.

Ә бына дуҫлыҡ менән мөхәббәт бер-береһенән нисек айырыла?

Марсель: Дуҫлыҡ – ул уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарға, ярҙамға һәм бер-береңде ихтирам итеүгә нигеҙләнгән яҡынлыҡ. Мөхәббәт, быларҙан тыш, романтик хистәр, тартылыу һәм бер-береңә ҡарата бик яҡын ҡыҙыҡһыныу менән дә айырылып тора. Егет менән ҡыҙҙы магнит кеүек тарта ул мөхәббәт.
Розалина: Мөхәббәт ғаилә ҡороу һәм бергә йәшәү кеүек уртаҡ маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала. Дуҫлыҡ иһә бергә ваҡыт үткәреүгә, ҡыҫҡа ваҡытлы маҡсаттарҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Булат: Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт... Уларҙың айырмаларын ваҡыт үтеү менән генә билдәләргә мөмкин, минеңсә.
Диана: Минең өсөн был төшөнсәләр әллә ни ҙур әһәмиәт бирмәй.
Фидәлиә: Был ике тойғо ла бик яҡты. Минең өсөн дуҫлыҡ – ул уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар һәм аралашыу, бөтөнләй төрлө кешеләрҙе берләштергән айырым бәйләнеш. Ә мөхәббәт – ул кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙә булған бөтә тойғоларҙың йыйылмаһы. Яратҡан кешең өсөн һин үҙгәрергә һәм камиллашырға әҙерһең! Минеңсә, был уларҙың айырмаһы.
Миләүшә: Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тәрән хистәр, һөйөү кимәле менән айырылып тора. Мөхәббәт йыш ҡына романтик тойғоларҙы һәм көслө эмоциональ бәйләнеште үҙ эсенә ала, ә дуҫлыҡ ышаныс, ярҙам, үҙ-ара аңлашыу һәм уртаҡ мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән, әммә романтик компонентһыҙ.

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына уҡырға килмәһәгеҙ, ниндәй һөнәргә уҡыр инегеҙ?

Марсель: Ашнаҡсы, сөнки бала саҡтан тәмле бешерәм, мин ғаиләлә баш бала, кешеләрҙе һыйларға яратам. Яҙмыш мине ошо факультетҡа килтерҙе, рәхмәтлемен уға!
Розалина: Факультетҡа инә алмаһам, моғайын, мин психологка уҡырға барыр инем, кешенең ҡылыҡтарын һәм хис-тойғоларын өйрәнеү башҡаларҙы аңлау өсөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс тип һанайым.
Булат: Актерлыҡ оҫталығына уҡырға инер инем, сәхнә – мине, мин сәхнәне яратам.
Диана: Тормошомдо был факультетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Башҡорт һәм инглиз телдәрен яратып өйрәнәм! Бында мин үҙ хыялдарымды шулай уҡ тормошҡа ашыра алам, теләйһең икән, йырсы йәки бейеүсе булырға, мөмкин. Бөтә көнүҙәк һөнәрҙәрҙә үҙеңде һынап ҡарарға мөмкинлек бар, сөнки бында һин фотограф булып та йөрөй алаһың, яҙыусы ла, саралар алып барыусы, актер, шағир... Сөнки беҙҙең факультет бик тырыш, заманса идеялар менән йәшәй!
Фидәлиә: Балалар менән эшләргә бик яратам, һәм, минеңсә, әгәр мин уҡытыусы булып эшләмәһәм, ошо факультетҡа уҡырға инмәһәм... барыбер ошо өлкә тирәһендә эшләр инем: йәштәр сәйәсәтендә, аниматор, режиссер һ.б.
Миләүшә: Медицина буйынса китер инем. Фармацевт һөнәре лә күңелемә яҡын. Тик мин татар, инглиз телдәре уҡытыусыһы буласаҡмын!

”Йәш журналистар клубы” ағзалары әңгәмәләште.

Киләсәктең һүҙен эҙләйбеҙ

Уҡыу йортонда эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад түңәрәге быйыл үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Ҡалабыҙҙа педучилищела нигеҙләнгән әҙәби ҡор башланғыстарын дауам итеп, Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар институтында әҙәбиәт уҡытҡан яҙыусы Хәким Ғиләжев 1950 йылда “Ашҡаҙар” түңәрәген ойоштора. Был ойошма башҡорт әҙәбиәтенә, журналистикаһына, йәмәғәтсе­ле­генә быуын-быуын күркәм шәхестәрҙе биргән. Түңәрәк ҡоронда әле тәүге әҫәрҙәре менән сығыш яһаған йәштәр әҙәбиәт үҫешен билдәләр ҡәләм оҫталары булып үҫкән: Ноғман Мусин, Флүр Ғәлимов, Рауил Шаммас, Тамара Ғәниева, күренекле яҙыусылар Кәбир Аҡбашев, Раил Байбулатов, Хәйҙәр Тапаҡов, Хәмит Ирғәлин, шағирҙар Әсхәл Әхмәт-Хужа, Әнисә Таһирова, Рәмзилә Хисаметдинова, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Вилә Баймырҙина, Мәрйәм Күсмәева, Ғилман Ишкинин, Сулпан Миңлебаева, Римма Ғәлимова, Фариха Вәлиуллина, Зөһрә Үтәғолова, Фирүзә Абдуллина, Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Азамат Юлдашбаев...
“Ашҡаҙар” үҙенең даими эшмәкәрлеген бөгөн дә дауам итә, йәштәрҙең ижади үҫешенә йүнәлеш биреүсе, уларҙы ҡәләм тоторға илһамландырыр рухташлыҡ, ижадташлыҡ мөхите булып ҡала. Йәштәр төрлө жанрҙарҙа эҙләнә, әҙәби конкурстарҙа, ижади семинарҙарҙа теләп ҡатнаша. Күптән түгел ҡалабыҙҙа үткән Валентин Волочаев иҫтәлегенә бағышланған шиғырҙар конкурсында Илмир Ҡотлогилдин менән Элиза Насирова лауреат булдылар.
Йәш яҙыусыларҙың республика семинарын ойоштороу ҙа – башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының матур традицияларынан. Ижадҡа ынтылған йәштәр унда билдәле әҙәбиәт белгестәре, күренекле яҙыусыларҙан кәңәштәр ала, рухташ йәштәштәре менән аралаша.

Таңғы һөйөү

Аса алманым һиңә хистәремде…
Төштәремдә тик һин.
Уйҙарымда тик һин.
Ә янымда һин … юҡ.
Яңы ғына һөйөү яҙы ине,
Ҡар сәскәһе булып уяндым.
Ғәмһеҙлегең, әсе елдәр төҫлө,
Күңелем менән ниңә уйнаның?

Һауалағы яңғыҙ аймын хәҙер.
Һинең һалҡынлыҡтан юғары.
Яндарыңа елдәй йүгермәҫмен,
Күктән күҙәтермен ни бары.

Керпегеңә яңылыш тамсы тамһа,
Һағыш йәшем һине көйҙөрөр.
Үткәндәрҙең кисе,
Ирендәрҙең тәме
Иҫтәреңә төшөр, йәнем, бер.

Иҫтәреңә төшөр, өҙөлөп-өҙөлөп
Һағынырһың әле (кем белә?),
Аҡ сәскәле яҙың булып үҙем
Төштәреңә керһәм
Бер мәлдә.

Атай-әсәйемә

Мин бәхетле был донъяла
Ата-әсәйем булғанға.
Тормош күгендә шуға ла
Ҡурҡмайса оса алғанға.

Ике яҡтан – ике ҡанат,
Ике таяу, ике терәк.
Аяулымын, яҡлаулымын,
Осоштар ҙа еңелерәк.

Һеҙҙең ҡорған ояғыҙҙа
Наҙ, йылылыҡ татып үҫтем.
Яҡты шуға гиҙер донъям,
Ышаныслы йәшәү көсөм.

Ҡанаттарым нығыныуға
Һеҙҙең фатиханы алып,
Мин офоҡҡа табан осам,
Ҡала урам, ҡала ауыл…

Һағынып ҡайтып торормон мин,
Көтә һәр саҡ тыуған оям.
Ҡапҡа алдында атай тора,
Әсәйҙең аш еҫен тоям.

Тыуған төйәк. Атай-әсәй.
Мин сабый ҡош – бала ғына.
Йылдар уҙа.
Осабыҙ беҙ
Ә офоҡтар ҡала ғына.

Диана Мырҙағәлина, I курс студенты.

Тормош

Барыһына, бәлки, оҡшап булмаҫ,
Булмаҫ күреп бөтә донъяны.
Тик һин йылмай, дуҫым, һәр саҡ йылмай,
Бутаһа ла яҙмыш юлдарҙы.

Булыр көндәр бар ғүмергә торош,
Ҡайтҡы килер шунда әйләнеп.
Булыр ауыр көндәр, таштар кеүек,
Барыһын да беҙгә күрәһе.

Тик һин, дуҫҡай, башың эймә бер ҙә,
Бир ҡулыңды, мин бит эргәлә.
Барыһына, бәлки, булмаҫ оҡшап,
Тик тормошҡа оҡша, был кәрәк!

***
Ҡанаттары һынған ҡоштай,
Мин төнәнем бөгөн тышта.
Оса алмай хатта төштә,
Ҡайта алмай йылы өйгә.
Ярай әле ҡыш түгел – йәй,
Тик шуныһы ғына бик йәл:
Һынған ҡанат һөйәктәре
Тиште, ахыры, йөрәгемде.
Ярай әле һыйындырҙы
Төн үҙенә. Йондоҙҙарҙың
Ергә туптай атылғанын
Күреп ҡалдым.
Ҡарашымды алдым күктән,
Йоҡлар ваҡыт ине күптән,
Ебәрмәне уйҙар ауы:
Яраланған йөрәк дауы.
Ҡанатһыҙ ҙа ҡоштоң зары.
Кемдер килде шул саҡ ситтән,
Ҡыҙ ине ул, сибәр-сибәр,
Ул эйелеп ҡулға алды
Яраланған шул ҡошсоҡто.
Ипле генә, наҙлап ҡына,
Ҡулдарында уны тотто.
Күҙ алдымда мөғжизәләй,
Ҡош һауыҡты.
Ҡош һауыҡты!
Өнөммө был, әллә төшмө?!
Серенә яңы төшөнәм.
Ергә ҡолап барған саҡта,
Ҡыҙ ҡулымдан тотҡан икән:
“Һинең йөрәк бәхет көтһә,
Күрерһең бер, килер ваҡыт.
Көслө бул, ышан үҙеңә,
Һинең йондоҙ күктә балҡыр”.

***
Бары булғаны, иҫемдә ҡалғаны,
Көҙгө алдында баҫып торғаным.
Болоттар артында ҡалды ҡояшым,
Тәҙрәне асығыҙ! Ҡыҫыла тыным.

Бала сағыма нисек ҡайтайым?
Унда бар әсәй… бар бит атайым…
Ниңә был тормош шулай ҡыҙғаныс?
Әйтсе, Аллам, ҡайҙа ҡыуаныс?

…Бөтәбеҙ бергә матур яланда…
Әсәй балдағы минең ҡулымда.
Атай үрә(а)лмай оҙон толомом,
Бөтмәҫ һорауға яуап ҡайтара…

Хәҙер тик ҡалды мин һәм бесәйем,
Һыуыҡ көҙҙәрем, ҡайҙа һуң йәйем?
Күп илай торғас, күҙҙәр ҡыҙара,
«Бөтәһе лә яҡшы!» – береһе һораһа.

 

Оҙон толомдар… күптән ҡыҫҡарҙы…
Йөрәк иланы… йөрәк һыҙланы…
Ниңә был тормош – шулай ҡыҙғаныс?
Әйтсе, Аллам, ҡайҙа ҡыуаныс?

Аврора

Бөтә йыһан яна,
Һин бейейһең,
Аврора, күк көмбәҙендә.
Мин йоҡламай
Һоҡланамын
Һинең бейеүеңә.
Йөрәк йышыраҡ тибә,
Тура килде беҙгә
Күрешергә беренсегә.
Ай, ҡалдырып беҙҙе
Икебеҙҙе генә,
Офоҡтарға сумды.
Тирә- яҡта тынлыҡ,
Ишетелмәй бер ни,
Күк йөҙөндә тик һин,
Ерҙә торамын мин.
Бөтә йыһан яна.
Һин бейейһең,
Аврора, күк көмбәҙендә.
Күҙҙәрҙән, йөрәктән
Күҙ йәштәре тама.
Күрешербеҙме икән,
Аврора.

Илмир Ҡотлогилдин, IV курс студенты.


Мөхәббәт ҡартаймай

Хикәйә

Барыһы ҡыш хөкөмөндә. Баш осонда аҡ күбәләктәр уйнай. Шым ғына, яйлап-яйлап, ҡарҙар бөтә ерҙе – тауҙарҙы, яландарҙы аҡлыҡҡа күмә. Ауыл уртаһында, кескәй генә иҫке өй ишеге алдында, бер-береһен ебәрмәҫкә теләгәндәй, тотоношоп өлкәнәйгән ике кеше ултыра. Мөғжизә күргәндәй һоҡланып күҙәтә улар аҡ ҡарҙар өйөрөлөүен. Бер-береһенең ҡосағында йылынырға теләп, һыйынышып ҡына ултыралар. Ҡарсыҡ шым ғына ниндәйҙер көй көйләй. Уны ҡартының һаҡ ҡына (әйтерһең, кемделер уятып ҡуйыр) әйткән һүҙҙәре бүлдерҙе.
– Иҫләйһеңме, тап ошондай ҡышҡы һалҡында, өйөрөлөп ҡарҙар яуғанда, мин һине беренсе тапҡыр осраттым. – Юҡ, ул һораманы, ул һөйләй ине, белә бит инде, хәтерләй барыһын йәнкәйе. – Ул саҡта ихлас йылмайыуың, күҙҙәреңдәге осҡондар мине йылытҡайны.
Тартынып, йырын көйләп бөтмәй, ҡарсыҡ тынып ҡалды. Яҡынының күкрәгенә нығыраҡ һыйынып, хәтирәләргә тәрәнерәк сумды, һөйөү наҙҙарында ирене.
Йылы яҙҙы ла иҫләй. Бына ул, ҡоштарҙың моңона ҡушылып, күтәрмәлә йырлап тора. Үҙе йәш һәм сибәр. Иренең дә йәш һәм көслө сағы. Шул саҡта ла ул ҡатынына мөхәббәт һүҙҙәрен һөйләй ине.
– Эй тауышың йәнемә татлы бал кеүек, – тигәйне ул, күҙҙәренә һөйөп ҡарап.
Ябай ғына һүҙҙәр кеүек, ә нисек бәхетле итәләр! Ул да ярата, ныҡ итеп, шашып ярата кейәүен. Шул саҡ, һөйгәненең күҙҙәренә төбәлеп, әйтеп тә ҡуйғайны.
– Беләһеңме, бер нәмә лә мәңгелек түгел, бәлки, бер саҡ балдай тауышым бөтөр. Шул саҡ һөйөүебеҙ һүнмәҫ, тип вәғәҙә бирә алаһыңмы?
– Ант итәм, – тип шарҡылдап көлөп ебәргәйне яҡыны. Көлөүе менән өркөттө ҡатынының һағышын, сикәһендәге йәшен ирендәре менән киптерҙе.
Уларҙың һөйөүе шул тиклем көслө ине, йылдар уны бер нисек тә һүндерә алманы. Йәшлек тә үтте, ә хистәр көсәйә, тәрәнәйә генә барҙы.
Мәңгелек кеүек ине мөхәббәт. Тик бер көндө йортҡа бәхетһеҙлек килде. Ҡарт сиргә һабышты. Яҡынына күрһәтмәҫкә тырышып, ҡан төкөрә ине. Ярлылыҡ үҙенекен итте. Дарыу алырға уларҙың хәле етмәне.
Көн артынан көн үтте. Ҡарсыҡ, арыуын онотоп, йөн иләне лә иләне. Иләнгән йөндө һатып хәләленә дарыу алырға тейеш ине. Ул саҡта ваҡыт та, ауырыу ҙа һөйгәнен унан тартып ала алмаҫ. Тәбиғәт ҡанундары үҙенекен итте, бәхетһеҙлеккә күрә, алтын көҙ һөйгәндәрҙе саҡ айырманы.
Ҡарсыҡ, күҙ йәштәрен көскә тыйып, ҡартына һыу эсерәм тип уҡталғайны, тегеһе телгә килде:
– Бармаҡтарың ебәк кеүек йомшаҡ бит әле. – Бабай, хәлһеҙ генә, әбейенең йыйырсыҡланған, ҡатҡыл ҡулдарынан үпте. Мөхәббәтенә өҙөлөп баҡты ҡарсыҡ.
“Ә һинең ҡулдар боҙҙай һалҡын...” – әйтелмәгән һүҙҙәре күңелендә ҡалды. Ҡартын ныҡ итеп ҡосаҡлап, шым ғына шул саҡ:
– Беләһеңме, бер нәмә лә мәңгелек түгел, ҡулдарымдың ебәктәй йомшаҡлығы ла бөтөр бер саҡта. Һөйөүебеҙ һүнмәҫ, тип вәғәҙә бирә алаһыңмы? – тип һораны.
– Ант итәм, – таныш һүҙҙәр ишетелде, тик теге саҡтағы көлөүҙе әле тамаҡ төбөндөге ғырылдау алмаштырғайны. Әбейенең ҡулдарын ысҡындырманы барыбер ҙә.
Ҡарсыҡ көнөн, төнөн йөн иләүен дауам итте. Һөйгәненә дарыуҙы һатып алып өлгөрөргә тейеш ине ул. Үҙе Хоҙайға һәм Тәбиғәткә ялбарҙы, ҡартыма ҡышҡа тиклем булһа ла йәшәргә ғүмер бир, тип һораны. Беренсе һалҡындарға тиклем өлгөрөргә тейеш ине.
Бармаҡтарынан ҡан һарҡмағайы – булһын. Күҙҙәре күрмәҫ булһын – риза. Мин һиңә ҡанаттар тегергә лә ризамын, тик ғүмерең өҙөлмәһен, тип теләне.
Ҡыш та етте. Ҡарсыҡ яңғыҙы ҡалды. Ишек алдында ултырғанында, өйөрөлөп ергә төшкән ҡарҙарға ҡарап:
– Беләһеңме, бер нәмә лә мәңгелек түгел, уйҙарымдан ҡәҙерле һының юғалыр, бәлки. Шул саҡта ла һөйөүебеҙ һүнмәҫ, тип вәғәҙә бирә алаһыңмы? – тине. Әйтерһең дә, һөйгәне уны мәңгелеккә ташлап китмәгән. Һаман да парлашып, бәхетле йәшәп яталар...
– Әлбиттә, ант итәм, – тигән көтөлмәгән яуапты ишетте кинәт. – Сөнки мин һине һәр ваҡыт, һәр ваҡыт яратасаҡмын.
Йәш тулған күҙҙәре менән, ул йәш кенә кейәүенә һөйөп ҡараны. Күҙҙәрендәге наҙ, ирендәрендәге йылмайыу тап йәшлектәгесә ине. Мөхәббәте ҡосағына атылды ул, ә үҙе йәшәргәндән-йәшәрә барҙы.
…Өйөрөлөп яуған ҡарҙар ҡосағында, бер-береһенә һыйынышып, ике йәш кеше – ғашиҡтар тора. Тормош дауам итә.

Элиза Насирова, I курс студенты.

Автор:
Читайте нас