Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Апрель 2025, 08:47

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (4)

– Минме? – Үҙен һанға һуҡмауға ғәрләнгән атайым ярһыны. – Мин аңһыҙмы? Үҙ башым юҡмы ни минең? Йә, йә, әйт! – тип ул Хәмзә ағай ҡаршыһында үрһәләнде.

Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (4)Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (4)
Яныбай Хамматов Автобиографик повесть Хәсрәтле бала саҡ (4)

IV

 

Сабыйҙы ерләгәс, оҙаҡ ваҡыт хыялый һымаҡ йөрөнө әсәйем. Беҙҙе һөймәне, иркәләмәне лә. Һағышлы күҙҙәре менән бер нөктәгә текләнеп, көнө буйы хәрәкәтһеҙ ултырҙы. Уның хәле көндән-көнгә мөшкөлләнеүе, элгәренән дә нығыраҡ төҫкә-башҡа һурығыуы, бер кем менән дә һөйләшмәүе һәм тамағына ашамауы атайымды ла борсолдорҙо. Ләкин ул ҡайғырыуын белгертмәҫкә тырышты. Урындыҡҡа түшәүле ашъяулыҡ тирәһендә өйөлөшөп сәй эскәндә лә әсәйем яғына боролоп та ҡараманы.

Ағара башлаған ерән һаҡал-мыйығын елпендерә-елпендерә, иренен ослайтып, ҡойолмай ҡалған ике генә иң алғы тештәре менән ауыҙындағы икмәк киҫәген әүәләне-әүәләне лә, атайым минең яҡҡа асыулы ҡараш ташланы.

– Ниңә ҡуҡрайҙың, өмөт иткес әруах? Үҙегеҙҙекен алмап-йолмап һоғонаһығыҙ ҙа, кеше ауыҙынан күҙҙәрегеҙҙе алмайһығыҙ! Нисек кенә аҫрама, һеҙҙән изгелек күрермен тимә! Бер Рәхимә генә күпме теңкәмде ҡоротто...

Ғәйепле һымаҡ, мин башымды аҫҡа эйҙем.

Атай-әсәйҙең үҙ-ара дошманлашыуы, бер-береһе менән һөйләшмәүҙәре Мөхәммәт менән Әминәгә лә кире йоғонто яһаны. Улар, етемһерәп, шып-шым ғына ултырҙы.

– Бындай күренештән атайым үҙе лә ялҡты. Тешһеҙ уртын сапылдатып, тамшана-тамшана ауыҙындағы икмәк киҫәген көс-хәлгә йотто ла:

– Ниңә һөмһөрөгөҙҙө ҡойҙоғоҙ? – тип һораны. Берәү ҙә яуап ҡайтармағас, үҙ алдына һуҡранырға тотондо: – Тормошмо ни был? Һеҙҙең тексәйеүегеҙ зитыма тейҙе, теңкәмде ҡоротто. Ашағаным ризыҡ түгел, тамағымды һыҡый, алҡымыма тығыла. Һеҙҙе аҫрауҙан ни хикмәт? Балалар үҫтереүе еңел түгел. Һеҙ ҡәһәр һуҡҡырҙар булмаһағыҙ, былай интегелмәҫ тә ине...

– Ҡарғама, зинһар, ҡарғама балаларҙы, – тине әсәйем, ҡурҡынып. – Һәр йән эйәһе үҙ ризығы менән тыуа донъяға. Анһыҙ ҙа береһе үлде бит инде! Ошолай тормош көтһәк, ҡалған балалар ҙа ҡырыласаҡ. Япа-яңғыҙ ҡалып, тынысланырһың. Берәү ҙә зитыңа теймәҫ...

Атайым асыуынан бүртенде. Ике-өс бөртөк йөн үҫкән төҫһөҙ ҡашы көнгә уңалған йәшкелт күҙҙәренә һалынып төштө. Сәсе ҡойолған ялтлас түбәһе менән оҙонсай маңлайы бөрсөк-бөрсөк тир тамсыларына сыбарланды.

Шау-шыу ҡубырын һиҙеп, беҙ ҡалтырандыҡ. Сәхибә апай кәзә бәрәстәре торған сыуал артына йәшеренде. Беҙ, балалар, ҡоттарыбыҙ алынып, ҡараңғы мөйөшкә һырыҡтыҡ. Самауыр артында ултырып ҡалған әсәйем генә хәрәкәтһеҙ ҡалды.

Ошондай көсөргәнешле минутта урамда тауыш сыҡты. Ул көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Кемдер өй тәҙрәһен ҡаҡты.

– Мәсеттең манараһын ҡолаталар!.. Ярҙамға килегеҙ, ярҙамға килегеҙ, ярҙамға-а!..

– Кемдәр ҡолата? – Урындыҡта аяҡ салып сәй эскән атайым, сынаяғын ашъяулыҡ ситенә ҡуйып, урам яҡ тәҙрәгә ҡараны.

Тәҙрәне туҡылдатыусы, яуап ҡайтармайынса, һөрән һалып ҡысҡыра-ҡысҡыра, артабан йүгерҙе.

Сәй эсеү ҡайғыһы китте. Ашыҡ-бошоҡ кейенгәс, атайым йүгерә-атлай тышҡа сыҡты. Мин тәҙрәнән ҡараным. Ҡыҙыр урамы буйлап йүгерешкән ирҙәрҙе күргәс, урамға сыҡтым һәм ғауғалашҡан малай-шалайҙар артынан эйәрҙем.

Мәсет эргәһендә кешеләр күбәйгән һайын, тауыш артты. Үҙ-ара ыҙғышҡан ирҙәр, бәхәсте хәл итә алмағас, һуғыша башланы. Мин, малайҙарҙан ҡалмайынса, уртаға уҙҙым. Тас та тос һуғышҡан кешеләргә бүтәндәр ҙә барып ҡушылғас, көсөргәнешлек артты. Ундағы сыуалышта кем кемде дөмбәҫләүен, нимә өсөн бер-береһен имгәтеүҙәрен аңлау мөмкин түгел ине.

Һуғышыусылар бер нисә төркөмгә бүленде. Оҙон буйлы бер ағай, үҙе яҡлы кешеләрҙе ҡотортоп, өҙлөкһөҙ ҡысҡырҙы:

– Аллаһыҙҙарҙың томшоғон онтағыҙ, ҡыйратығыҙ! Улар беҙҙең мәсетте мыҫҡыл иткән! Уны шайтан клубына әйләндерергә тырышып, миһрабын онтағандар, эстәге нәмәләрен емергәндәр, манараһын да быса башлағандар! Бәдбәхеттәрҙе аҡылға ултыртығыҙ! Уларҙы нығыраҡ дөмбәҫтерегеҙ, нығыраҡ!..

Һонтор ағайға ҡушылып, бүтәндәр ҙә ҡоторондо:

– Аяҡ-ҡулдарын һындыра һуғығыҙ яуыздарҙың!

– Ауыҙ асып тормағыҙ!

– Иманһыҙ коммундарға үле-ем!..

Тик бер генә кеше, башбаштаҡлыҡты туҡтатырға тырышып, ҡулын болғай-болғай:

– Ағай-эне, йәмәғәт!.. Тыңлағыҙ әле мине, йәмәғәт, – тип ҡысҡырып-ҡысҡырып, берәүһен дә тыңлата алмағас, болашыусыларҙың исемен әйтеп бойорҙо: – Сәүит власы ҡушҡанды эшләгеҙ! Мәсьәләне тыныс хәл ҡылырға ярҙамлашығыҙ!..

Ул кешегә бүтәндәр ҙә ҡушылып ҡысҡырышты:

– Боланы туҡтатайыҡ, иптәштәр!

– Ошолай ҡыланырға оят беҙгә!..

Уларҙы бер кем дә тыңламаны. Мәсет ҡаршыһындағы һуғыш һаман дауам итте. Һуғышыусылар араһында буталған атайымды күргәс, йөрәгем алынды. Уның кем яҡлы икәнен аңлауы ҡыйын ине. Ул ике яҡ төркөмгә бер ыңғай һуғыша. Үҙе лә туҡмалды.

Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә, халыҡ төркөмөн йырып, тәпәшәк буйлы, йыуантаҡ ағай уртаға уҙҙы һәм, иң ҡалҡыу урынға күтәрелгәс, барлыҡ көсөн туплап ҡысҡырҙы:

– Мин ауыл сәүите председателе! Ҡул һуғышын туҡтатырға ҡушам! Кемдәр тыңламай, уларҙы сәүит власының дошманы тип һанайым!..

Ауылдаштарға ҡапыл аң ингәндәй булды. Улар, һәммәһе бер юлы һуғышыуҙан туҡталып, тышылдаша-тышылдаша председатель торған яҡҡа боролоп ҡараны:

– Хәмзә ҡусты ла баһа! – тине кемдер.

– Эйе, Нәғимов Хәмзә Иҙелбашынан ҡайтҡан, – тип дөрөҫләне икенсеһе.

– Былай булғас, бөтәбеҙгә лә эләгәсәк!..

Ҡалҡыу урындан төшмәйенсә, ауыл советы рәйесе Нәғимов будёновкаһы тәңгәленә ҡулын күтәрҙе.

– Иптәштәр, сәүит власы исеменән тыныслыҡ һаҡларға ҡушам! Сәүит власына буйһонорға теләмәүселәрҙе ҡулға аласаҡмын!

– Ниңә ҡурҡытаһың? Беҙ сәүит өсөн көрәштек, ҡан түктек, һин...

– Беләбеҙ! – Бәхәсләшә башлаған кешене ашығыс бүлдереп, Нәғимов әйтер һүҙен әйтеп ҡалырға тырышты: – Сәүит власы өсөн көрәшеүселәр, ҡан түгеүселәр былай ҡыланмай! Яңы ҡоролошто мәсхәрә итер, уны хурларға маташыусылар ғына башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуя! Мине һеҙ яҡшы беләһегеҙ, иптәштәр! Шуға күрә иҫкәртәм: ауыл кулактары хөсөтөнә бирелеүселәрҙе аяуһыҙ язалаясаҡмын! Ә хәҙер көллөгөҙ ҙә таралышығыҙ!

– Мәсет ҡалдырыламы? – тип һораны Яхин.

– Ул мәсьәләне бергәләп хәл итербеҙ, – тине Нәғимов.

Ярһыуы баҫылған кешеләр таралыша башланы. Маңлайы менән ҡулдары һыҙырылған атайым, мине күрмәмешкә һалышып, эргәмдән үтеп китте. Бер аҙ барғас, кире килде. Ауыл советы рәйесе менән ниҙер һөйләшкән кешеләр төркөмөнә барып етмәйенсә, мәсет мөйөшө тәңгәлендә туҡталды. 

Мәсетте һаҡлаусы дин әһелдәре менән мәсетте клубҡа әйләндерергә тырышыусылар уртаҡ фекергә килә алмағас, ниҙер иҫенә төшөрөп, Нәғимов тирә-яғына ҡаранды.

– Ниңәлер Мазһар мулла күренмәне бөгөн.

– Ул Әүжән зауытына киткән, – тине кемдер.

– Кешеләрҙе бола ҡубарырға өндәгән дә үҙе юрамал шылған икән. Хәйләкәр, үәт хәйләкәр! Бер-бер яманлыҡ килеп сыҡһа, минең ҡыҫылышым булманы тип әйтәсәк!

– Мазһар мулланың ҡыҫылышы, ысынлап та, юҡ! – Яхин Шәһәғәли, үҙе яҡлы кешеләр төркөмөнән айырылып, алға сыҡты. – Ҡара эт бәләһен аҡ эткә ауҙарып булашмағыҙ! Былайтып ҡыланһағыҙ, һеҙгә лә закун табыласаҡ! – Ул, ажарланып, ҡаршыһында торған комсомол ячейкаһы секретарына бармаҡ янаны: – Бына кем бола ҡубарыусы! Комсомулдарың менән бергә мәсетте емерергә кем рөхсәт итте һиңә?!

– Халыҡ, – тине тегеһе. – Мәсет халыҡтан йыйылған аҡсаға һалынған. Шуға күрә, бөтөн халыҡ унда уйнап күңел асһын өсөн, мәсет клубҡа әйләндерелергә тейеш!

Яхин мыҫҡыллы көлдө:

– Күңел асалар, имеш! Әҙәм затын аҙҙыртып, ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып һикерәндәрҙек бүтән урын юҡмы һеҙгә?

– Беҙгә ҡыҫылышығыҙ булмаһын! – тине комсомол төркөмөнөң етәксеһе.

– Бар! Аҡылһыҙ ҡыланышығыҙға халыҡ риза түгеллеген онотмағыҙ, бәдбәхеттәр!

– Халыҡ исеменән һөйләнергә хаҡығыҙ юҡ!

– Булһа-булмаһа ла, мәсетте боҙҙортмаясаҡмын! Сәүит выласы ла быға юл ҡуймаясаҡ, – һаман ҡаршылашты Яхин.

– Ауылда сәүит власын ойошторорға ризалыҡты һин биргәйнеңме, Шәһәғәли? – тип һораны Хәмзә Нәғимов, бәхәскә ҡушылып. – Йәнең-тәнең менән ул заманда ла ҡаршылашыуыңды оноттоңмо? Әле лә һинең теләк тормошҡа ашмаясаҡ, – тине лә комсомол ячейкаһы етәксеһенә эйәк ҡаҡты: – Былай булғас, ҡустым, ауыл сәүите рөхсәте буйынса, башлаған эшегеҙҙе бөтөрөп ҡуйығыҙ!

Шуны ғына көткән ауыл йәштәре, дәррәү шаулашып, мәсет ҡыйығына күтәрелде. Яйын табып урынлаштылар ҙа осонда ураҡ ай торған манараның иң аҫҡы өлөшөн быса ла башланылар.

Күп быуаттар буйынса мосолман халҡының иң изге, иң ҡәҙерле һаналған мәсет өсөн атайымдың да йөрәге әрнене. Ул бер урында тапанып торҙо-торҙо ла ауыл советы рәйесенең ҡаршыһына барып баҫты.

– Хәмзә ҡустым, мәсетте боҙҙортма! Ленин бабабыҙ кешеләр менән кәңәшләшергә ҡушҡан. Ленин бабабыҙ күрһәткән юл – киң, туп-тура. Һин шул юл буйлап бараһың-бараһың да, яңылышып, ҡуян йөрөгән һуҡмаҡҡа боролоп китәһең!

– Ағай, исмаһам, һин ҡатырма башымды! Үҙ һүҙеңде һөйләмәйһең бит, бүтән кешеләр ҡотҡоһон тотаһың! – тине Нәғимов, асыуланып.

– Минме? – Үҙен һанға һуҡмауға ғәрләнгән атайым ярһыны. – Мин аңһыҙмы? Үҙ башым юҡмы ни минең? Йә, йә, әйт! – тип ул Хәмзә ағай ҡаршыһында үрһәләнде. – Бер нәмә белмәйенсә, рәнйетәһең мине, ҡустым! Ошолай алам-һалам йөрөһәм дә, батшаны тәхетенән ҡолатыуҙа ҡатнашҡан Митрий белешем дә гел кәңәшләште, ҡапма-ҡаршы ултырып, минең менән һөйләште. Теләһә кем ҡотҡоһон тотһам, ул мине һанға һуғыр инеме?..

Теге атайымды барыбер тыңларға теләмәне.

– Ағай, хәҙер ваҡытым юҡ. Аҙаҡтан, бер аҙ бушағас, кил. Шул саҡта иркенләп ултырып һөйләшербеҙ, – тип, будёновкаһын маңлайына сумыра кейҙе лә шәп-шәп атлап ауыл советына ыңғайланы.

Ул китеү менән кешеләр тағы мәсет эргәһенә йыйыла башланы. Ләкин шау-шыу ҡубарманылар, өндәшмәйенсә, манараны бысыусыларҙы ғына күҙәттеләр.

– Мәсет манараһын бысыусыларҙы хәҙер Алла һуға бит, – тине кемдер, ҡурҡышынан ҡалтыранып.

– Әйҙә, дөмөктөрһөн!

– Үҙ динен һанға һуҡмаусыларға шул кәрәк, – тип үсәнеләр бүтән кешеләр ҙә.

Шаҡ ҡатып торған ауыл халҡының йөҙө борсоулы. Уларҙың берәүҙәре белгән доғаларын уҡыны, икенселәре, донъя дөмөгәсәгенә ихлас ышанып, ҡалтырана-ҡалтырана тәүбәнән ҡайтты, өсөнсөләре мәсет манараһын бысыусыларҙы ҡарғаны һәм уларға ләғнәт һүҙҙәрен яуҙырҙы.

Ололарҙың ҡыланышы балаларға ла йоғонто яһамай ҡалманы. Улар һымаҡ, мин дә ҡурҡышымдан ҡалтырандым, йөрәгем ҡыҫылды. Бик ныҡ өшөһәм дә, ҡайтып китергә көс тапмайынса, мәсет манараһын бысыуҙарҙы көсөргәнешлек менән күҙәттем, һәр минут, һәр секунд тетрәткес ҡурҡыныс менән уҙҙы. Бөтөнләй көтмәгәндә генә болотло күк ҡабағы ҡапыл шартлап ярылыр ҙа, ямғыр яуғандағы шикелле, көслө йәшен уты мәсет манараһын бысыусыларҙы туңҡайта атыр, ер йәһәннәмдең төбөнә тәкмәсерҙәй һымаҡ.

Уҡыған ҡарт-ҡоролар, күк йөҙөнән килеп етәсәк ярҙам оҙаҡлауына эстәре бошоп, мәсет ҡыйығында аҙапланыусы йәштәрҙе өгөтләргә тотондо:

– Уландар, юҡ менән булышмағыҙ!

– Үҙегеҙҙе ен һуғасаҡ!

– Мәсетте мыҫҡыллағанығыҙ өсөн мәңге мандымаясаҡһығыҙ!

– Мәсет башынан, зинһар, төшөгөҙ!

– Эйе, иҫән сағығыҙҙа төшөп ҡотолоғоҙ!..

Ә башҡалар, йәшерәк быуын кешеләре, ҡарттар менән ризалашмайынса, мәсет манараһын бысыусы егеттәрҙе дәртләндерергә тырышты:

– Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙе юрамал ҡурҡыта улар!

– Ен-шайтан бар, имеш, тигән хәбәр алдаҡ!

– Мулла менән динселәрҙең көнө бөттө! Һәммәһенә хәҙер үҙебеҙ хужа!

– Эшегеҙҙән бүленмәгеҙ, иптәштәр!

Яртыһынан күберәк өлөшө бысылғас, мәсет манараһы бер яҡҡа ҡыйшайҙы. Ул ашыҡмай ғына ергә ауған ыңғайҙа, мылтыҡ тауышы яңғыраны. Мәсет ҡыйығындағы йәштәрҙең береһе, эсен тотоп, сүкәйә ултырҙы. Икенсеһе аҫҡа шыуып төштө лә:

– Енәйәтсене тоторға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, мылтыҡтан атҡан яҡҡа табан йүгерҙе. Ҡалған йәштәр уның артынан эйәрҙе.

Күп тә уҙманы, ҡулын артҡа шаҡарып бәйләгән Кафиуллин Йәһүҙәне тотоп алып килеүҙәре күренде. Улар, туҡталып тормайынса, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша ауыл советына табан китте. Беҙ, ауыҙ асып шаҡ ҡатып тороусы малай-шалай, Кафиуллинды тотҡан егеттәр артынан эйәрҙек.

Ауыл советынан йүгерә-атлай тышҡа сыҡҡан Нәғимов, эштең ниҙә икәнлеген һорашып белгәс, Кафиуллинды баҙға бикләп ҡуйырға ҡушып, уны һаҡлау өсөн комсомолецтар араһынан махсус һаҡсылар тәғәйенләне.

Иртәгеһен иртәнсаҡ, Шәһәғәли Яхин, Шайзадин Шаһыбал, Мазһар мулла Ғөбәйҙуллин, Заһисолтан Шахниязов мөәзин кеүектәр, ҡулға алынып, ауыл советы бинаһы баҙында бикле ултырған Йәһүҙә Кафиуллин менән бергә Белорет төрмәһенә оҙатылдылар.

Көрәш киҫкенләште. Ауыл комсомолецтары, коммунист Хәмзә Нәғимов етәкселегендә, яңы ҡоролошҡа аяҡ салыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланы. Атайымдың да тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙе. Ул, көнө буйы әллә ҡайҙа йөрөп ҡайтҡас, ялтлас башын ҡуш услап тота ла:

– Хәмзә ҡусты, ысынлап та, ауылдағы ярлы-ябаға өсөн ихлас тырыша икән. Бына, исмаһам, ысын бәлшәүник! Арыҫлан йөрәкле батыр бәлшәүник! Уның Ленин бабай юлынан барыуын яңыраҡ ҡына аңланым. Хәмзә бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Байҙарҙың барыһын да шыҡырҙатып бөгә. Мына ҡайҙа ул ысын ир-егет!.. Тик һаҡланмай. Үҙенә үсләшкән кешеләрҙең яман ҡырсыныуын аңламай шул! Нисәмә рәт әйтеп ҡараным, әйткәнемде ҡолағына ла элмәй, – тип ул үҙ алдына йыш һөйләнеп ултыра торғайны.

Мин, бәләкәй булғас, атайым әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә ул саҡта төшөнмәнем.

Автор:
Читайте нас