Үткән ял көндәрендә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровты юғалттыҡ. Аорта аневризмаһы өҙлөгөүе һөҙөмтәһендә артист 78-се йәшендә вафат булды.
Хушлашыу шишәмбе, 29 апрелдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк: 10:00 сәғәттә хушлашыу тантанаһы башлана, ә 11:00 сәғәттә – матәм митингы. Ерләү уның тыуған ерендә – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында үтәсәк.
Ғафаров Фидан Сафа улы ихлас сәнғәтте һәм бөйөк талантты ҡәҙерләгәндәрҙең йөрәгендә мәңге ҡаласаҡ. Уның яҡты образы һәм сағыу ижади тормошо киләсәк быуындар өсөн өлгө һәм илһам булһын.
Фото: https://vk.com/bashdram?w=wall-8776450_60637