

Туҡһанынсы йылдар аҙағында һәр ауыл ныҡ ҡына үҙгәрештәргә дусар ителде. Колхоздар тарҡалды, эш урындары кәмене. Хатта мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары ла ябылыуға килеп етте. Бына шундай ваҡытта һәр ир ғаиләһенә йәшәү килеме булдырыу өсөн төрлө юлдар эҙләне. Кемгәлер ҡалаға сығып китеү иң дөрөҫ юл һымаҡ күренгәндер ҙә, бәлки...
Әммә Ниғәмәттә тыуып үҫкән Дамир Мәхмүт улы атай нигеҙен ташлап китеүҙе күҙ алдына килтермәй. Силәбе яҡтарында вахта ысулы менән эшләй, ҡайтҡан арала ауылдың тормошо, эше менән ҡайнай. Уның тәҡдиме менән ауыл зыяраттарын кәртәләп алыу, ҡәберҙәрҙе тәртиптә тотоу эше яйға һалынды. Был эштәрҙә бар ауыл халҡы ҡатнашты, ситтә йәшәгәндәр ҙә дәррәү ҡушылып бағыусылыҡ йөҙөнән аҡсалата ярҙам итте.
Ауылға староста һайлау мәсьәләһе килеп тыуғас, халыҡ, әлбиттә, Дамир Мәхмүт улы өсөн тауыш бирҙе. Старостабыҙ биләмәлә ойошторолған ҡоролтайға, йәмәғәт ойошмаларына таянып эшләй. Ниғәмәттең тирә-яғын матурлау, ауыл эргәһендәге Айгөл күлен кәртәләп ағастар ултыртыу, ҡыйлыҡтарҙы тәртипкә килтереүҙе лә ошо ойошмалар менән бергәләп атҡарҙылар. Ауылға нигеҙ һалыныуына 145 йыл тулыуҙы уҙғарыуға ҙур көс һалды.
Был эштәрҙә, әлбиттә, ғаиләһенең дә рухи ярҙамы тос. Тормош иптәше Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы Әбйәлил районының Амангилде ауылы ҡыҙы. Рәмзиә килен булып төшкәс тә ауыл халҡы менән тиҙ уртаҡ тел таба алды. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ханым бер аҙҙан мөдир итеп үрләтелде.
2013 йылда уның педагогик хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән баһаланды. Ул етәкләгән ”Сулпан” балалар баҡсаһы коллективы районда һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Бөгөн ул – мәктәптә уҡытыусы – логопед. Райондың йәш логопедтарына остаз профком рәйесе вазифаһын да тиҫтә йылдан ашыу алып бара.
Ғайсиндар өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Ҡыҙҙары Ғәлиә – юғары белемле педагог, инде үҙе бер ҡыҙға әсәй. Улдары Динислам – Өфө мебель комбинатында дизайнер. Кесе улдары Шайморат эшсе һөнәрен һайлап, әлеге көндә Өфөлә ситтән тороп уҡып та, эшләп тә йөрөй.
Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы – оҫта баҡсасы, ауылдаштары помидор үҫентеләрен, сәскәләрҙе тик унан ғына алырға тырыша.
Ғайсиндарҙың урамы дүртенсе йыл рәттән “Иң матур урам” исемен йөрөтә. Шундай ғаиләләр менән ауыл күркәм дә инде.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы.