Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Май 2025, 09:13

Ейәнсәремде яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайым

Тик әгәр ул да ҡыҙым кеүек баланы миңә ҡалдырһа, уны аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡмын бит... 

Ейәнсәремде яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайымЕйәнсәремде яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайым
Ейәнсәремде яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайым

“Ҡыҙым 16 йәшендә йөрөгән егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: “Яраһы сәскәһе ошолор, тыуыр йәнде ҡыймайыҡ”, – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙ аллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләктәре булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек.

Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхирәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыуҙар, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороуҙар йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөнөләр, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнсәремде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай йәштәр айырылышып та ҡуйҙы.

Ҡыҙым техникум бөтөп, эшкә урынлашты. Ҡыҙына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнсәремә 16 йәш, ул тулыһынса минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, ҡыҙҙары бар. 

Ейәнсәремде ҡаҡмай-һуҡмай матур итеп үҫтерергә тырыштым, кеше араһында кәм-хур булмаһын тинем. Үҙемсә, матур тәрбиә биргән кеүек инем. Тик... күптән түгел уның айырлы булыуы асыҡланды. Колледжда бергә уҡыған егет менән дуҫлашып йөрөй. Был хәл мине аяҡтан йыҡты, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Ҡыҙым бала тапҡанда йәш инем, ейәнсәремде аяҡҡа баҫтырыу ҡыйын булманы. Әле мин - пенсионер. Әгәр ейәнсәрем дә ҡыҙым кеүек баланы миңә ҡалдырһа, уны аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡмын бит... 

Ейәнсәремде яманлап бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, икәү-ара татыу йәшәйбеҙ, "нәнәй" тип кенә тора. "Абортҡа бар, йәшлегеңде әрәм итмә" тиер инем, был күрәләтә гонаһҡа этәреү була... Аптырауҙан аръяғына сыҡҡанмын инде. Кәңәш бирегеҙсе. 

Гөлниса апайығыҙ. Өфө ҡалаһы". 

Автор:
Читайте нас