

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли һыҙаттарын күрһәтеүсе сулпылар төрлөсә ҡулланыла, ҡушъяулыҡтың ситтәренә ҡуйыла. Түшелдеректәрҙең ниндәй генә стилләштерелгән варианттарын тәҡдим итмәйҙәр, тәңкәләрҙең кейемгә төшөрөлгәндәре лә популярлаша.
Әҙәм балаһы урау-урау юлдар аша яҙмышының үҙ һуҡмағын һала. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ҡыҙы Илзидә Ғүмәрова ла — тормош ҡуйған һынауҙар алдында юғалып ҡалмаған көслө заттарыбыҙҙың береһе. Өс ҡыҙ араһында иң бәләкәсе иркәләнеп кенә үҫә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Ишембайҙағы һөнәрселек училищеһында тегенсегә уҡый. Бала сағынан әсәһенең теген машинаһында эшләргә өйрәнһә лә, тәжрибәһе булмаған ҡыҙҙы һөнәре буйынса бер ергә лә алмайҙар. Чебурек бешереүсе лә була, гөлләмә эшләп тә һата. Оҙаҡ ҡына ваҡыт сауҙа өлкәһендә йөрөй. Динә ҡыҙын үҫтереп, декрет ялынан сыҡҡас, килемлерәк, күңеленә ятҡан шөғөл ҡарай башлай. Тауар белгесенең эш хаҡы күпкә юғары икәнлеген белгәс, ошо йүнәлеш буйынса китергә уйлай. Тик машина йөрөтә белеү мотлаҡ кәрәк икән. Уй етмәгән ергә буй еткереп, буй етмәгән урынға уй еткереп, тиҙ арала уҡып, водитель танытмаһын ала. Хәҙер ун өс йыл ул Стәрлетамаҡтан Салауат ҡалаһына, Ишембай, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Федоровка, Стәрлебаш райондарындағы ауыл магазиндарына тауар ташый. Халыҡ менән эшләүҙән йәм таба.
Бынан ике йыл элек интернетта Миләүшә Ҡыҙрасованың кейемгә милли биҙәктәр төшөрөргә өйрәтеүен күреп ул да тәүәкәлләй. Оҫталыҡ дәрестәре ала, онлайн уҡый. Үҙе кеүек был шөғөлгә өйрәнеүсе ҡыҙҙар менән таныша. Бер-береһенә уртаҡ яңы һөнәрҙәре буйынса кәңәштәрен бирәләр. Бала сағынан һүрәт төшөрөргә, төрлө һындар эшләргә яратҡан Илзидәлә яңы һулыш асылғандай була. Футболка, кулдәктәрен иң башта класташтары һатып ала.
Илзидә бынан ун һигеҙ йыл элек һайлаған яртыһынан да уңған. Оҙаҡ йылдар Себергә вахта ысулы менән эшкә йөрөгән Юлай Рәмил улы һөйөклө ҡатыны өсөн терәк-таяныс, һәр башланғысын хуплап тора. Хатта ҡатыны ҡайһы саҡта танауын төшөргән саҡта ла иренең уға ышаныуы, дәртләндереп тороуы ҡанат ҡуя. Илзидәнең яңы шөғөлө өсөн трафареттар эшләшә, өйҙә саҡта бергә төрлө сараларға йөрөйҙәр. Буш ваҡыттарында ауылға ҡайтып ярҙам итергә күнеккән Ғүмәровтар.
Илһам, ғәҙәттә, кистәрен тынлыҡта ҡунаҡҡа килә. Илзидәнең дә шулай. Ҡайһы саҡта эштән арып ҡайтһа кәйефе булмай торһа ла, башында яңы идеялар тыуһа, тәүлектең ниндәй мәле тип ҡарап тормай, ҡылҡәләмдәренә, буяуҙарына тотона. Биҙәктәрҙе өҫтө-өҫтөнә буяп торорға кәрәк булғас, бер биҙәкле кейемгә һүрәт төшөрөр өсөн туғыҙ-ун сәғәт ваҡыт үтә. Шуға ла бер нисә кейемгә бер юлы эшләргә күнеккән. Араларында Юрматы ырыуының эмблемаһы менән ир-егеттәр өсөн футболкалар ҙа бар. Шулай ҙа һатып алыусыларының күпселек өлөшө гүзәл заттар. Төрлө төҫтәге футболка, күлдәктәргә үҙенсәлекле биҙәк төшөрөлгән кейемдәрҙе көндәлек тормошта ла, байрамдарҙа ла теләп кейәләр. Милли биҙәкле шоперҙарын да “һә” тигәнсе алып бөтәләр.
– Кеше менән аралашырға яратам, уртаҡ тел табам. Һатып алыусының күҙ төҫөнә, кәйефенә, йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап, ярашлы тауар тәҡдим итәм, – ти Илзидә. –“Бындай төҫтәге кейем кейгәнем юҡ ине. Килешәлер тип уйламай ҙа инем, – тип рәхмәт әйтеп алып китәләр. Күңелем булып, бер башҡа үҫкәндәй итеп тоям ундай мәлдәрҙә үҙемде. Әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Илһамланып тағы ла эшкә тотонорға дәрт-көс бирә.
Алма ағасынан алыҫ китмәй, тиҙәр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ҡыҙҙары Динәне лә хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатлы итеп үҫтерә. Былтыр үткән йәйге каникулында ул кафела эшләгән. Математика, информатика фәндәре менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ киләсәктә айтишник булмаҡсы.
Илзидәнең әсәһе утыҙ ике йәшендә генә өс ҡыҙы менән тол ҡала. Ғүмере буйы бухгалтер булып эшләгән, тормоштоң төрлө һынауҙары аша сыныҡҡан әсәһе балаларын туған йәнле, бер-береһенә иғтибарлы, эш һөйөүсән итеп үҫтерә. Апаһы Сөмбөл Стәрлебаш районы Первомайск ҡасабаһында башланғыс класс уҡытыусыһы, ә Айгөл Салауат ҡалаһында башҡорт теленән белем бирә. Илзидә лә ҡыҙында ошо матур сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша, ике-өс туғандары менән тығыҙ аралашып, бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.
Әҙәм балаһына ер йөҙөндә йәшәү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне биргәндән һуң, Аллаһы Тәғәләнең янында бер йомғаҡ балсыҡ артып ҡалғағ ти. Әҙәм балаһы бәхет һорай. Хоҙай өнһөҙ генә теге балсыҡты һуҙған, ти.
Ысынлап та, һәр беребеҙҙең бәхете үҙ ҡулында. Ҡасандыр сәхнә йондоҙо булырға хыялланған, әлеге ваҡытта үҙе ҡорған донъяһында балҡып, тирә-яҡтағыларға күңел йылыһын өләшеп йәшәгән Илзидәгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
– Скульптор булһам, бәлки, ҙур ҡаҙаныштарға ирешә алыр инем, – тип уйлаған Илзидә, былай ҙа бәхетте үҙенсә әүәләп ала алған. Эшенә шатланып бара, өйөнә үҙен һағынып, яратып көтөп торған яҡындары янына ашығып ҡайта. Ә яратҡан шөғөлө менән ултырырға ваҡыты ла, форсаты ла булыуы күңелендәге биҙәкте уңалтмаҫҡа ярҙам итә.
Рәзинә УРМАНШИНА.