

Зәңгәр күктә ап-аҡ юл ҡалдырып осҡан самолетты күҙәткән бала сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Моғайын, бер генә тапҡыр булһа ла, уға ултырып, бейектән ер йөҙөнә күҙ һалырға, алыҫ-алыҫтағы илдәргә барырға хыялланғанһығыҙҙыр. Болоттарҙы ҡосоу, ҡояшҡа яҡыныраҡ булыу, ҡанатлы ҡоштар кеүек осоу, икһеҙ-сикһеҙ йыһандың киңлеген тойоу – былар барыһы ла бала саҡтың эскерһеҙ бер саф хыялы.
Рәсәйҙең атҡаҙанған пилоты, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре Рәүис Мәрҙән улы Ғүмәров үҙен белә-белгәндән ошо хаҡта хыялланған. Улай ғына ла түгел, улар менән идара итеп, кешеләрҙе теләгән ерҙәренә тиҙ генә алып барыуын, тыуған ауылы, районы тапҡырынан осҡан һайын бейектән ергә сәләм юллауын күҙ алдына килтерә.
– Малайҙар менән йүгерешеп уйнап йөрөгән ерҙән геүләгән тауыш ишетелһә, күккә төбәләбеҙ. Самолет әкрен генә осҡандай тойола, ә беҙ ул күҙҙән юғалғансы донъябыҙҙы онотоп, уны күҙәтәбеҙ. Шул саҡта уҡ, осоусы булам, тип йөрөй торғайным. Тыуып үҫкән Ташкисеү ауылында (Әлшәй районы) башланғыс класты тамамлағас, күрше Торонтайыш ауылына уҡырға барҙыҡ. Географиянан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби летчик Солтан Гәрәев уҡытты, – тип танышыуҙы бала саҡ хәтирәләрен барлауҙан башланы Рәүис ағай. – Һәр ваҡыт уға һоҡланып ҡараным. Уҡытыусы – иң хөрмәтле кеше, әммә Солтан ағай минең өсөн айырыуса өлгө булды. Ул һуғыш йылдарын, осҡан мәлдәрен артыҡ һөйләп барманы. Шулай ҙа беҙ аҙаҡ, Раевка мәктәбендә 10-сы класты тамамлап, Торонтайыш ауылына физкультура уҡытыусыһы булып ҡайтҡас, дуҫлашып киттек. Маҡсатымдан тайпылмай алға барыуымда уның роле ҙур булды, тип әйтә алам. Ғүмер буйы бер генә хыялым – осоусы булырға тигән теләгем булды.
Эйе, хыялдар, маҡсаттар һәр кемдә лә ҙур һәм яҡты була. Тик уларҙы тормошҡа ашырыу ғына еңелдән түгел. Урау-урау, ҡаршылыҡлы юлдарҙа ҡайһы берәүҙәр уларҙан төңөлә, күңелдәре һүрелә. Рәүис ағай иһә ҡасан да булһа теләгенә ирешә алырына ышанып, өмөтләнеп йәшәй. Осоусылар әҙерләүсе уҡыу йорттарына дүрт тапҡыр документтар биреп ҡарай, уңыш йылмаймай. Медицина тикшереүен үтә алмай – яҫы табанлылыҡ диагнозы менән кире боралар. Был аралыҡта ул уҡытыусы булып эшләргә, военкомат юлламаһы менән шоферға уҡырға, әрме хеҙмәтен үтергә, хатта мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән һөйгән йәре Миңзәлә апайға өйләнергә өлгөрә. Йәш ғаилә Үзбәкстанда йәшәгән туғандары янына күсеп барғас, ул хыялына яҡыныраҡ булыу маҡсатында, аэропортҡа шофер булып эшкә урынлаша. Бишенсе тапҡыр, һуңғы мөмкинлеген һынап ҡарағанда (сөнки Совет йылдарында 22 йәштән үткәндәрҙе осоусылар әҙерләгән уҡыу йорттарына ҡабул итмәйҙәр), ниһайәт, егеткә уңыш йылмая. Мәскәүҙәге медицина комиссияһы спорт яратыуын, әрме хеҙмәтен уңышлы үтеүен иҫәпкә алып, имтихандарға рөхсәт бирә. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Краснокутск граждандар авиацияһының осоусылар училищеһына уҡырға инә һәм уны алдынғылар рәтендә тамамлай.
Тәүге йылда курсанттар башлыса теория белеме ала, хәрби әҙерлек үтә. Бары тик май айында, 1-се курс имтихандарын тапшырғандан һуң ғына, уларға самолет кабинаһына ултырып, инструктор менән бергә осоп ҡарарға рөхсәт бирелә. Был мәлде ул бөгөнгөләй хәтерләй: оло шатлығын, бәхетенән бына-бына атылып сығырҙай булған күҙ йәштәрен, бер аҙ тулҡынланыуын йәшерер өсөн ике ҡуллап штурвалға тотона. Йөрәк тибешен бер аҙ тынысландырыу өсөн үҙ-үҙенә: “Ҡанатлы хыялдар йыһанға күтәрә...” – тип әйтеп ҡуя.
Граждандар авиацияһы һаналһа ла, осоусылар училищеһының һәр курсанты хәрби әҙерлек үтә. Рәүис ағай диплом менән бергә офицер званиеһы алып сыға. Яратҡан, хыял иткән һөнәре буйынса хеҙмәт юлы 1974 йылда Өфө аэропортында башлана (был ваҡытҡа инде Миңзәлә апай ҙа оло улдары Илдус менән Башҡортостанға ҡайтҡан була). Бөгөнгөләй хәтерендә: тәүге рейсы Йылайыр районына була. 12 пассажир ултырған бәләкәй генә Ан-2 самолетында, экипаж командиры Вячеслав Блинов менән бер яҡҡа – ике, кирегә ике сәғәтлек юл үтәләр. Ул саҡта республиканың һәр район үҙәгендә тиерлек аэропорт эшләй, уларға көн һайын рейстар йөрөй. Тәүге осорҙа йәш белгес Башҡортостан буйлап оса, аҙаҡ инде яйлап элекке СССР ҡалаларына юллана. Йыл ярым 2-се пилот булып эшләгәндән һуң Рәүис Ғүмәров экипаж командиры вазифаһына тәғәйенләнә.
Уның хеҙмәт юлы универсаль осоусы булыуы менән ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла. “Пассажирҙар йөрөтөү минең өсөн иң ябай һәм еңел эш булды. Барған маршрут, бейеклек, тиҙлек билдәле. Ә бына ауыл хужалығы эштәре, авария-ҡотҡарыу хеҙмәте менән булғанда ысын пилот оҫталығы, ҡыйыулыҡ, ваҡытында хәл иткес ҡарар ҡабул итә белеү кәрәк”, – ти Рәүис Мәрҙән улы.
Эйе, эйе. Осоусылар санитар, МЧС, ауыл хужалығы, аэротөшөрөү (аэроснимки) һәм башҡа авиацияла берҙәй эшләй. Һәр пилотҡа айлыҡ эш нормаһы бирелә. Пассажирҙар йөрөтһәң – 100 (25 процентҡа арттырып үтәргә мөмкин), ҡотҡарыу, ауыл хужалығы эштәрендә булһаң – 80 сәғәт осорға тейешһең.
– Бынан тыш, санитар һәм ҡотҡарыу авиацияһы пилоты булараҡ, тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора инек. Ҡайҙа, ҡасан осороңдо, ниндәй һауа торошо булырын белмәйһең – саҡырыу килеү менән юлға сығаһың. Янғын, авария кеүек ғәҙәттән тыш хәл булғанда беҙ ул ергә ҡотҡарыусыларҙы алып барабыҙ. Парашют менән ергә һикерәләр. Пилот уларға ергә төшөү өсөн мөмкин тиклем уңайлы һәм хәүефһеҙ, шул уҡ ваҡытта ваҡиға урынына яҡын урын табырға тейеш. Ә ауыр хәлдәге ауырыу янына табиптар алып барғанда йә, киреһенсә, ауырыуҙы Өфө дауаханаһына килтергәндә һәр минут ҡәҙерле – үҙемде табиптар менән бер рәттән кеше ғүмере өсөн яуаплы тоя инем, – ти Рәүис Мәрҙән улы, һөнәре тураһында бәйән итеп. – Аэропортҡа яңы йәки төҙөкләндереү үткән самолеттарҙы алып ҡайтыу өсөн дә командировкаға йөрөргә тура килде. Был осраҡта күпме яғыулыҡ сарыф ителә, ҡайҙа техник туҡталыш яһарға, ниндәй ҡалала ниндәй мөмкинлектәр бар һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе белергә тейешһең. Совет осоронда меңәр гектар ашлыҡ һәм мамыҡ баҫыуҙарын ашламаларға тура килде. Ырымбур, Төркмәнстан, Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм башҡа төбәктәргә йөрөнөм. Бер шулай йәй аҙағында баҫыу эшкәртергә барҙыҡ, ямғырҙар туҡтамай яуа. Колхоз агрономы ужым сәсә алмағанға борсола. Мин уға ашлама һиптергән ҡоролма менән орлоҡто баҫыуға һибеп ҡарарға тәҡдим иттем. Был эш уңышлы килеп сыҡты. Аҙаҡ тағы ла бер нисә тапҡыр был алымды ҡулландым әле.
Ғөмүмән, осоу – пилоттың күҙгә күренгән генә эше. Ә осошҡа тиклем һәм һуңынан күҙгә күренмәгән әллә күпме ойоштороу һәм техник мәшәҡәттәре бар. Уларҙың барыһын да башта тоторға, уйларға, хәл итергә кәрәк. Мин – тормошта хистәргә бирелеүсән, эмоциональ кеше. Әммә штурвал артына ултырыу менән икенсе тормош башланғандай була. Яуаплылыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ барлыҡҡа килә. Күңел тыныслана, үҙемде ышаныслы тота башлайым. Был – тәжрибә менән нығытылған оҫталыҡтыр.
Эйе, Рәүис ағайҙың оҫталығы, эшен яратыуы, тәжрибәһе меңәрләгән пассажирға уңайлы осош, күңел тыныслығы, хәүефһеҙлек бүләк иткән. Хеҙмәттәштәре лә уның менән ышаныслы тойоуын йәшермәй. Ә бит 43 йыл эшләү дәүерендә ниндәй генә ҡурҡыныс хәлдәр, хәүефле осраҡтар булмаған?! Күбеһен осоусы үҙе генә белә – ҡурҡыу-борсолоуҙарын тышҡа сығармай. Шулай ҙа ул бер осраҡты телгә алмай булмай.
1986 йылдың 1 марты. Нефть торбалары системаһын бейеклектән мониторлау өсөн Рәүис ағай Тольятти ҡалаһына өс көнлөк эш сәфәренә юллана. Эштәр тамамланып, ҡайтырға сыҡҡан экипаждың (Өфө аэропортына етергә 20 минут ҡына ҡалғанда) ҡапыл двигателе туҡтай. Сатнау тауышы һәм тынлыҡ... 2-се пилот – бер ай ҙа эшләп өлгөрмәгән йәш егет, уға өмөт юҡ. Командир яғыулыҡ биреүҙе туҡтата. Аҙаҡ асыҡланыуынса, был ғәмәл туғыҙ цилиндрлы ҡеүәтле двигателдең шартлауына юл ҡуймай. 150 метр бейеклектә осҡан самолетты Рәүис ағай Курасково ауылы янындағы ҡола яланға ултыртырға мөмкинлек таба. Тик ергә төшкән мәлдә алдарына тағы ла бер ҡаршылыҡ – ике метрлы тимер торба пәйҙә була. Пилот бар көсөнә штурвалды уңға бора, транспортты туҡтатырға тырыша. Самолет ергә төшөү менән, осоусылар тышҡа атыла. Рация аша саҡырылған аэропорт хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, улар 30 градус һыуыҡта, билдән ҡар йырып, яҡындағы Вавилово ауылына барып, иң тәүге йорттоң ишеген шаҡый. Хужалар изге күңелле булып сыға: Рәүис ағайҙар йылы йортта ҡайнар сәй эсеп, бер аҙ тыныслана, ял итә. Авария урынына килгән тикшереүсе төркөм аҙаҡ шаҡ ҡата: самолет тимер бағананан 15 метр алыҫлыҡта ғына туҡтап ҡалған. Әгәр... Яман хәлде күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Һәр хәлдә, оҫта пилот ике тапҡыр үлемдән ҡала, улай ғына ла түгел, самолет та артыҡ зыян күрмәй.
Рәүис ағай ғүмеренең 43 йылын авиацияға арнай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та 65 йәшенә тиклем һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Был арауыҡта ул үҙенә байтаҡ алмашсылар тәрбиәләй. Шулай ҙа иң оло ғорурлығы – ике улы. “Ояһында ни күрә – осҡанында шул булыр” тигән халыҡ мәҡәле Ғүмәровтар ғаиләһенә тап килеп тора. Йәйге ялдарында ауыл хужалығы эштәренә осҡан аталарына эйәреп һауа иңләгән Рәмис менән Илдус быуындары нығынмаҫ борон уҡ буласаҡ һөнәрҙәрен билдәләп ҡуя. Рәмис Боғорослан граждандар авиацияһы осоусылар училищеһын, аҙаҡ ситтән тороп Санкт-Петербург осоусылар академияһын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Өфө аэропортында эшләй. Атаһы менән бергә Кировоград ҡалаһында Ан-74 йөк самолетын йөрөтөү буйынса курс үтә. Хәҙер инде ул да хаҡлы ялда.
Илдусҡа иһә хыялын тормошҡа ашырыу өсөн атаһы кеүек ҡатмарлы юлдар үтергә тура килә. Тәүҙә ул Өфө вертолет училищеһына уҡырға инә. Әммә 3-сө курсты тамамлауға уҡыу йорто ябыла. Ҡалған ике йыл уҡыуын Сызрань ҡалаһындағы Юғары хәрби авиация училищеһында тамамларға тура килә. Хеҙмәт юлын Ҡытай сигендә, хәрби осош базаһында башлай. Көрсөк йылдарҙа база ла ябыла. Ахырҙа пилот хәрби карьераны туҡтатып, граждандар авиацияһына күсергә хәл итә. Был – бик ҡатмарлы процесс, әллә күпме документ эштәрен атҡарырға, яңынан имтихандар бирергә тура килә. Быларҙы уңышлы атҡарып, бөгөн Илдус Рәүис улы Ижевск авиакомпанияһында эшләп йөрөй, “Боинг -737” самолетында оса.
Рәүис ағай менән Миңзәлә апай хәҙер инде хаҡлы ялда, һәүетемсә генә донъя көтәләр. Йәй баҡса эштәре, тәбиғәт ҡосағында ял итәләр, ҡыш миҙгелендә йылы яҡтарға ял итергә баралар. Ә иң оло шатлыҡтары һәм мәшәҡәттәре – ейән-ейәнсәрҙәре. Улар барлығы бишәү. Әйткәндәй, 9-сы класта уҡып йөрөүсе Илһам олатаһы менән атаһының юлын дауам итергә уйлай. Ә кескәй Айҙар 2-се класта ғына уҡый, буласаҡ һөнәрен әлегә аныҡ белмәй.
Хыялы, уйҙары, һөнәре йыһанда булһа ла, Рәүис Ғүмәровтың тамырҙары тыуған еренә ныҡлы береккән. Советтар Союзының теләһә ниндәй ҡалаһында эшләү мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, ул Башҡортостанын өҫтөн ҡуйып, тыуған еренә ҡайта. Тыуған районы менән дә бәйләнеш тота ул. Ғүмәровтар ғаиләһенең матур йолаһы бар. Йыл һайын 9 Май – Бөйөк Еңеү байрамында тыуған ауылдарына ҡайтып, һуғышта ҡатнашҡан атаһы Мәрҙән, олатаһы Хәбибулла һәм башҡа ветерандар ҡәберенә зыярат ҡылалар, рухтарын шатландырып, аят-доға бағышлайҙар. Шулай уҡ ил өсөн көрәшеүселәргә арналған обелиск янында ойошторолған байрам сараларында ҡатнашалар.
Быйыл атҡаҙанған пилот үҙенең 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Тормошон осошһоҙ күҙ алдына килтермәгән Рәүис ағайҙың күңеле тыныслана алмай. Төштәрендә ул зәңгәр күкте иңләгән “тимер ҡошо” менән идара итә, болоттарҙы ҡоса, ер йөҙөнә бейектән һөйөү тулы ҡараш ташлай. Йорттар, ҡалалар, урман-тауҙар ус төбөндәгеләй генә күренеп, уға матурлыҡ бүләк итә. Ана, бер кескәй генә малай, ҡарашын күккә төбәп, уның кеүек йыһан гиҙергә хыяллана...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.