

Унда мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Сара барышында яугир хеҙмәт барышы, үҙ хәрби бурыстары тураһында һөйләне. Әңгәмә барышында ул хәҙерге заман һалдаты өсөн физик әҙерлек кенә түгел, төпле белем, теге яки был хәл килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алыу, яңы белем үҙләштерергә һәм рухи үҫешкә әҙер булу сифаттары ла мөһим тип билдәләне. Яугир шулай уҡ махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе хәрбиҙәр өсөн туғандарының, яҡташтарының, ғөмүмән, йәмәғәтселектең хуплауы, рухи ярҙамы айырыуса мөһим булуы тураһында һөйләп, уҡыусыларға яу ҡырына яҙып ебәргән йылы йөкмәткеле хаттары һәм открыткалары өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яуҙаштары уларҙы көтөп алып, ҙур тулҡынланыу менән уҡыуы һәм ҡәҙерләп һаҡлауҙары тураһында әйтте. Һөйләшеү барышында ҡыҙҙар һәм егеттәр яугиргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы еткерҙе, уларға яуаптар алды. Осрашыу ахырында унда ҡатнашҡан йәштәр яҡташ яугиргә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы хеҙмәт һәм имен-һау булып туған яҡтарға еңеү менән ҡайтыуын теләнеләр.
Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына “Ватан һаҡсыһы булыу – Туған илгә хеҙмәт итеү” тигән күргәҙмә әҙерләнгән ине. Унда хәрби темаға яҙылған китаптар урын алған.
“Ватан бойондороҡһоҙлоғо һағында тороусы яҡташ яугирҙәр менән ошондай осрашыуҙар – хәрби хеҙмәт утраһында һөйләшеү өсөн мөмкинлек кенә түгел, йәш быуын вәкилдәрендә үҙ илебеҙ менән ғорурланыу, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы батырҙарға хөрмәт тәрбиәләү сараһы ла ул”, – ти был осрашыуҙы ойоштороусы Юмаш ауылы моделле китапханаһы китапханасыһы Светлана Климовна Лозяк.
Рәзилә Арыҫланова, "Сарманай" гәзите сайтынан.