

Медицина көсәйгән һайын, төрлө диагноз, ауырыусыларҙың да һаны арта. Медицина фәндәре кандидаты, “PREMIUM” клиникаһының баш табибы, невролог, эпилептолог, рефлексотерапевт Инга ҒАБДРАХМАНОВА менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Инга Данир ҡыҙы, бар ауырыуҙар ҙа нервынан килә, тигәндәре дөрөҫмө?
– Йөҙ процентҡа уҡ тура килеп бөтмәҫ, әммә күп сирҙәр, ысынлап та, нервынан, беҙҙең күңел торошонан, уйҙарыбыҙҙан килә. Бөгөн уны айырым термин менән психосоматика тип тә атайҙар. Мәҫәлән, тымау, һалыу кеүек сирҙәрҙе беҙ һыуыҡ тейгәндән, ниндәйҙер вирустан тип уйлайбыҙ. Күп осраҡта яҡындарының күңел йылыһы етмәгән кешеләр ҡыштарын ғына түгел, хатта йәй айҙарында ла был ауырыуҙарға бирешә. Ә яҡындары менән һүҙгә килешкән йә уларҙы һағынып йонсоусылар ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә күберәк дусар була. Бөгөнгө көндә балалар йыш ҡына атопический дерматит менән йонсой. Элек ҡысынып төндәрен йоҡлай алмаған бәләкәстәр бик һирәк осрай ине бит. Быларҙың барыһына ла нервы системаларының ҡаҡшауы сәбәпсе.
– Бынан утыҙ-егерме йыл элек менән сағыштырғанда, бөгөн, киреһенсә, балалар янында күберәк булабыҙ, уларҙың физик һәм рухи хәлен яҡшыртыуға ныҡ иғтибар бүләбеҙ. Бындай сирҙәр ҡайҙан, нилектән барлыҡҡа килә һуң ул?
– Төҫлө телевирзорҙар барлыҡҡа килеү менән эпилепсия менән ауырыусы балаларҙың һаны ҡапыл арта. Сөнки йыш алмашынып торған, бигерәк тә йәнһүрәттәрҙә сабыйҙың иғтибарын ситкә йүнәлтмәҫ өсөн, һүрәттәр иң тәү сиратта күҙгә зыянлы булһа, яйлап ҡына баш мейеһенең күҙәнәктәрен зарарлай. Бөгөн инде телефон, планшет тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Утыҙ секундҡа һыйышлы яҙмалар аша мейегә кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәт тулып ҡына ҡалмай, экранда минутына ике тапҡыр алмашынған яңы тема уларҙың әлегә нығынып та етмәгән психикаһын ҡаҡшата. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, мәҫәлән, оло кеше бер нисә сәғәт дауамында туҡтамай ғына еләк-емеш йыйһа, ҡаты йоҡоға талғансы күҙ алдында ошо эше тик тора. Хәҙер көн һайын телефонға текәлеп ултырған баланың хәлен күҙ алдына килтерегеҙ. Мейеһендә ҡайнашҡан ваҡиғалар уға тәмле итеп әүен баҙарына китергә ирек бирмәйәсәк. Күҙе йомоҡ булһа ла, быны йоҡлау тип атап булмай. Ә тейешенсә ял, йоҡо етмәй икән, кешенең тәненә төрлө нәмәләр сығыусан. Күптәре ҡысытып-йонсотоп барлыҡҡа килә лә инде. Йәнә бер йәштән һуң атламай, өс йәштә лә бер нисә һүҙҙе лә ҡушып әйтә белмәй, тип ата-әсәләр балаларын неврологка йөрөтә, төрлө дарыуҙар, витаминдар эсерә башлай. Әлеге лә баяғы телефонға ғына текәлеп ултырғас, баланың әйләнә-тирәләге реаль ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Шуға атлау, хәрәкәт итеүҙең дә кәрәге ҡалмай. Уға һорауҙар биреүсе, диалог ҡороусы булмағас, теле лә асыла алмай.
– Үҫмерҙәр, йәштәр араһында иң йыш осраған сирҙәр ниндәй бөгөн?
– Ун өс – ун дүрт йәшлек балалар араһында башының ҡап ярты яҡ өлөшө ауыртыуға зарланып килеүселәр йышайҙы. Улар наушник менән музыка ла тыңлай алмай, күҙенә төшкән саҡ ҡына яҡтылыҡҡа ла һыҙланыу ныҡлап көсәйә. Был ваҡытта ауырыуҙы баҫа торған дарыу ярҙам итмәй. Ауыртыныу үтеп торғанда ҡоҫҡо килә, теге йәки был ризыҡҡа күңел болғана, хәлһеҙлек йонсота. Элек бындай күренеш егерме йәштәр тирәһендә барлыҡҡа килә ине. Бөгөн иһә мигрень йәшәрҙе.
– Ғәҙәттә, был диагноз оло йәштәгеләргә генә ҡуйыла торғайны. Улар араһында ла һирәк осрай ине. Ни өсөн ҡапыл артып китте икән?
– Күп ауырыуҙарҙың башы – бала яралғы саҡта уҡ башлана. Йөклө ҡатындарға гәлсәр һауытҡа ҡараған кеүек ҡарай башланыҡ. Балаға уҙыуын белеү менән улар иҙән йыуыуҙан ғына түгел, хатта эйелеп аяҡ кейемен кейеүҙән дә баш тарта. Ашарға бешереү, башҡа физик эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тик ятҡас, үҙҙәре лә кәүҙә ауырлығынан йонсой башлай. Әсәй кеше хәрәкәт итмәгәс, эстәге балаға ҡыйын. Йәнә тыуған саҡта күп бала имгәнә. Дөрөҫ тартып алмайҙар, йә буласаҡ әсәй табиптар ҡуйған бар талапты ла үтәмәй. Бәпес сағында беленмәһә лә, үҫә килә, ошо йәрәхәттәр үҙен һиҙҙертә башлай.
– Һеҙ – эпилептолог. Бөгөн был ауырыу тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?
– Уның тураһында күп һөйләргә мөмкин. Статистика буйынса, донъяла йөҙ кешенең дүрт – унауһына бөгөнгө көндә ошо диагноз ҡуйылған. Килеп сығыуына бәйле унға яҡын сәбәп бар. Генетик ауырыуҙар; балаға әсә ҡарынында һауа етмәһә (гипоксия), тыуған ваҡытта йәрәхәтләнһә; тыумыштан мейе зарарланһа; баш йәрәхәтләнһә; инсульт булһа; баш мейеһендә шеш барлыҡҡа килһә, хатта менингит, энцефалит, нейроцистицеркоз кеүек вирустар эләккән хәлдә лә яйлап был сир барлыҡҡа килергә мөмкин. Уның бер нисә төрө бар. Беҙҙә, ғәҙәттә, бер яҡлы ғына ҡарайҙар һәм барыһына ла бер үк дауалау курсын ҡулланалар. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел.
Идиопатик эпилепсия – нәҫелдән, атай йәки әсәй яғынан күскәне. Күптәрҙең бала сағында башлана, ваҡытында дөрөҫ дауаланһалар, дөрөҫ йәшәү рәүешен алып барһалар, үҙен һирәк һиҙҙерә.
Симптоматик эпилепсия наркомандар һәм эскеселәрҙә, баш мейеһендә киста, шеш, неврологик инфекция аша барлыҡҡа килә. Шулай уҡ һирәк осраҡта эпилепсияның был төрө нәҫелдән дә килә. Әгәр ҙә, ата-әсәйҙең ике яғында ла ауырыусылар бар икән, баланың аҡыл кимәленә лә йоғонто яһай.
Криптоген эпилепсияның килеп сығыу сәбәптәрен ныҡлап тикшергән осраҡта ла табып булмай тиерлек. Сир үҙен йыш һиҙҙертә һәм күпмелер ваҡыттан һуң психиканы ҡаҡшата, кешенең физик хәленә лә кире йоғонто яһай.
Эпилептик приступ төрлөсә була. Кемдер бер-бер артлы иҫен юғалтып ауа. Кемдер бер тапҡыр ғына, биш минут самаһы, иҫһеҙ ятҡандан һуң, аяғына ҡабаттан баҫа. Шулай уҡ барыһын да приступ ваҡытында көҙән йыйырмаҫҡа ла мөмкин. Бер тапҡыр ғына эпилепсияға оҡшап йығылған пациентҡа табип был диагнозды ҡуя алмай. Өҫтәлмә тикшереү, бигерәк тә тәүҙә баш мейеһенә компьютер томографияһын үтеү мотлаҡ.
– Ҡайһы бер ваҡытта эпилепсия менән ауырымаған кешене лә көҙән йыйырған осраҡтар була. Ул нимәнән килеп сыға һуң?
– Организмда минераль матдәләр бөтһә, кешенең, ғәҙәттә, аяғы тартыша башлай. Хәрәкәт етмәүе лә, бил зарарланыуы ла быға тәьҫир итеүе мөмкин. Был осраҡта ашаған аҙыҡҡа иғтибар бүлергә, хәрәкәттә – бәрәкәт тигәнде онотмаҫҡа, кәүҙәне дөрөҫ, тура итеп тотоп йөрөргә, ултырырға кәрәк. Ҡапыл көҙән йыйыра башлай икән, ауыртҡан урынды ныҡ итеп ышҡырға, йылы ваннала ятырға кәңәш ителә.
– Электрон тәмәке, “мода”лы эсемлектәр тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?
– Электрон тәмәке – тәмләткестәр һалынған еҫле үлән һәм башҡалар ғына тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Үпкәне генә түгел, баш мейеһен дә зарарлай, үпкә-тын, ашҡаҙан-эсәк юлдарында яман шеш барлыҡҡа килтерә. Буласаҡ әсәй тартҡан осраҡта, балаһы аутизм кеүек замана сирҙәре менән тыуыу ихтималлығы ныҡ юғары. Йәштәр, үҫмерҙәр яратып эскән энергетиктар ҙа иң тәү сиратта нервы системаһын зарарлай, тахикардия менән йонсой башлайҙар һәм башҡа ауырыуҙар яйлап сиратҡа теҙелә.
– Неврологияла миҙгелле ауырыуҙар бармы?
– Бар хроник сирҙәр ҙә яҙлы-көҙлө үҙен һиҙҙертеп ала. Шуға ла, аяҡтан йыҡҡанын көтөп тормайынса, табипҡа барырға, дауаланырға кәрәк. Озон терапиялары алыу, физик күнегеү, дөрөҫ туҡланыу ҙа сирҙе алдынан алырға ярҙам итә. Яҡшы кәйеф, матур уйҙар, яратҡан эш-шөғөл табыу ҙа иртәгәһе көнгә яҡшы кәйефтә, бер ниндәй ауыртыныуһыҙ торорға ярҙам итер. Көн режимы булдырыу мотлаҡ. Башҡа йән эйәләренә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ҡояш байыу менән күптәре йоҡоға тала, таң атыуға йөрөй башлай. Беҙҙең организм да шулай. Төшкә тиклем йоҡлап, төн уртаһына тиклем көндәлек эшегеҙҙең осона сыға алмай йөрөһәгеҙ, йөрәк үҙен һиҙҙертә башлар, башҡа ауырыуҙар ҙа сиратҡа баҫыр. Кеше тәү сиратта үҙенә үҙе генә ярҙам итә ала. Шуны онотмайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ.
Рәзинә УРМАНШИНА әңгәмәләште.