Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Июль 2025, 07:56

Беҙҙең яугирҙар - ысын геройҙар!

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты.  

Беҙҙең яугирҙар - ысын геройҙар!Беҙҙең яугирҙар - ысын геройҙар!
Беҙҙең яугирҙар - ысын геройҙар!

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты.

- Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осраштыҡ. Был ҡыйыу ир-егеттәр, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙ мәнфәғәттәрен һәм граждандарҙың именлеген яҡлай. “Агроном”, “Бурый”, “Псих” һәм “Якут” позывнойлы яугирҙар менән ихлас һәм асыҡ һөйләшеү булды. Беҙ хәрби хәрәкәттәр зонаһындағы хәлде, алғы һыҙыҡта осраған ауырлыҡтарҙы һәм, әлбиттә, уларҙың ихтыяждары тураһында фекер алыштыҡ. Осрашыу егеттәрҙең ни тиклем көслө һәм ҡыйыу булыуын тағы бер дәлилләне. Уларҙың Ватанға тоғролоғо ихлас һоҡланыу һәм ихтирам уята. Һәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға уларҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ,- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас