Фантастик фильмдарҙа кеше кеүек уйлаған роботтарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Ҡайһы берҙә улар хатта кешеләрҙән дә аҡыллыраҡ булып күренә. Ғалимдар бындай технологияны тормошҡа ашырырға күптән хыялланған.
Һуңғы йылдарҙа беҙ киләсәктә күп һөнәрҙәрҙе алмаштырырҙай компьютерҙар тураһында йышыраҡ ишетәбеҙ һәм беҙгә яһалма интеллект (ЯИ) яңыраҡ барлыҡҡа килгән кеүек тойола. Әммә ул тәүге эшләнмәләрҙән ярты быуаттан ашыу оҙон юл үткән, һәм әле лә ул үҫешеп кенә килә.Тәүге тапҡыр яһалма интеллект тураһында ғалимдар үткән быуаттың 40-сы йылдарында уҡ һүҙ күтәрә. Был йылдарҙа Уоррен Маккалоу менән Уолтер Питтстың мәҡәләһе баҫылып сыға. Унда авторҙар яһалма интеллекттың математик моделен тасуирлай. 1958 йылда Америка ғалимы Фрэнк Розенблатт Маккалоу менән Питтстың идеяһын тормошҡа ашыра. Ул “Марк-1” тип исемләнгән иҫәпләү системаһын эшләй, ул уҡый белгән беренсе компьютер булып һанала. Яһалма интеллекттың иң ҡыҙыу үҫеше 2000 йылдар тирәһендә башлана. Көслөрәк компьютерҙар, интернет, төрлө технологиялар – былар барыһы ла ҙур күләмдәге мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн яңы ҡарарҙар талап итә. Был ҡарарҙар ҙа тормошҡа ашырыла. Бәғзеләр, бер тапҡыр ҙа яһалма интеллект менән булышҡаныбыҙ юҡ, тип бара. Тик улар яңылыша, сөнки бөгөнгө көндә уның менән һәммәбеҙ ҙә ҡуллана. Хәҙер һәр кемдең тиерлек электрон почтаһы бар. Беҙ интернет киңлектәрендә ултырып, төрлө төркөмдәргә яҙылабыҙ, почта адресын ҡуябыҙ һәм көнөнә йөҙләгән хат алабыҙ. Нәҡ яһалма интеллект был хаттарҙы тәртипкә килтерә, ә инде кәрәк булмағандарын “Спам” папкаһына индерә. Шулай уҡ “Яндекс” сайтынан берәй ҡыҙыҡһындырған әйбер һорап яҙа башлағас, эҙләү системаһы беҙгә мөмкин булған варианттарҙы тәҡдим итә – был да яһалма интеллект. Күп кенә интернет-магазиндар Яһалма интеллектты ҡулланып, һатып алыусыларға оҡшаш тауарҙар тәҡдим итә. Компьютерҙың интеллект мөмкинлектәрен ҡабатлау өсөн кеше мейеһе моделе ҡулланыла. Шуға күрә яһалма интеллекттың төп принциптарын аңлар өсөн баш мейеһенең нисек эшләүен, дөйөм һыҙаттарҙа булһа ла, аңларға кәрәк. Бөгөн яһалма интеллект технологияларын ҡулланған өлкәләр күп. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: Медицина. Һаулыҡ һаҡлау системаһында табиптар ЯИ ярҙамында ауырыуҙарҙы таба, уларҙың хәүефе юғары булған пациенттар төркөмдәрен асыҡлай, иҫкәртеү сараларын ойоштора. Яңы технологиялар табиптарға дауалауҙы һайларға, уларҙы тикшерергә мөмкинлек бирә. Төрлө ҡушымталар һәм чат-боттар клиникаларҙа хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшырта: пациенттарға табипҡа яҙылырға, анализ һөҙөмтәләрен алырға, кәрәкле кабинет йәки корпус табырға ярҙам итә.Ауыл хужалығы. Яһалма интеллектты ауыл хужалығының күп тармаҡтарында ла әүҙем ҡулланалар, бигерәк тә төрлө үҫемлектәрҙә, малсылыҡта, балыҡсылыҡта үҫеш ала. Яһалма интеллект ярҙамында тулыһынса йәки өлөшләтә фермалар һәм теплицалар менән эшләйҙәр, үҫемлек ауырыуҙарын иртә стадияла уҡ асыҡлайҙар. Шулай уҡ машиналар өйрәнеү алгоритмдары, ҙур күләмдәге мәғлүмәттәрҙе анализлап, закондарын асыҡлай һәм фараздар бирә. Был мәғлүмәткә нигеҙләнеп, фермерҙар уңыш күләмен һәм нисә ваҡытта йыйып аласағын аныҡ ҡына күҙаллай, шулай уҡ уның үҙҡиммәтен шунда уҡ иҫәпләй ала.Бизнес. ЯИ һәр компанияла ниндәй ҙә булһа клиенттарға хаттар ебәреү, документтар һәм иҫәп-хисаптарҙы тултырыу, коммерция тәҡдимдәрен таратыу. Роботтар хеҙмәткәрҙәргә ҡасан осрашыуы, ниндәй клиентҡа һәм ҡасан мөһим документ ебәрергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Улар етәкселәргә буйһоноусыларҙың үтәлмәгән бурыстары һәм дедлайндары тураһында хәбәр итә. Машиналар өйрәнеү алгоритмдарын бизнес-аналитикала һәм маркетингта маҡсатлы аудиторияны һәм уның өҫтөнлөктәрен тулыраҡ аңлау өсөн әүҙем ҡулланалар.Мәғариф. Яһалма интеллект уҡытыусыларға көндәлек эште кәметергә һәм уҡыусыларға уҡыу материалын үҙләштереүҙә ярҙам итергә һәләтле. Мәҫәлән, робот тест үткәрә һәм шунда уҡ уның һөҙөмтәләрен бирә ала. Йәки тел грамоталылығын һәм тексты аңлауҙы тикшереү өсөн күнегеүҙәр бирә. Ҡайһы бер уҡыу йорттарында ЯИ ярҙамында алдан күҙаллау аналитикаһы тормошҡа ашырыла. Ул уҡытыусыларға уҡыусыларҙың теге йәки был күнегеүгә, өй йәки контроль эшенә күпме ваҡыт сарыф итеүен баһаларға ярҙам итә.Транспорт. Транспорт һәм логистика бөгөн бик мөһим өлкә, унда ла яһалма интеллект ҡулланыла. Көн һайын миллионлаған йөк бөтә донъя буйлап ташыла. ЯИ базаһындағы системалар, юл хәрәкәте торошо, һауа шарттары һәләтенә эйә. Йөк автомобилдәренең маршруттарын планлаштырыу өсөн ЯИ ҡулланыу төп миҫалдарҙың береһе булып тора. Ул мәғлүмәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә анализлай һәм иң һәйбәт юлдар тәҡдим итә.
Яһалма интеллект хатта сәнғәт әҫәрҙәре лә ижад итә ала. 2016 йылда ЯИ донъяның бөйөк рәссамдарының береһе Рембрандт Харменс ван Рейндың рәсем сәнғәте техникаһын теүәл күсереп, бөтөнләй яңы картина ижад иткән. Машина оҫтаның стилен һәм төҫтәрен генә түгел, ә уның һыҙаттарының пластикаһын да ҡабатлаған. Ҡайһы бер өлкәләрҙә, мәҫәлән, етештереү һәм көндәлек эштәрҙә, яһалма интеллект кешеләрҙе алмаштыра. Роботтар кеше урынына хәүефле эштәр башҡара. Әммә ижад, эмпатия һәм тәнҡитле фекер талап ителгән башҡа өлкәләрҙә кешеләр элеккесә алмаштырғыһыҙ булып ҡала. Яһалма интеллекттың эмоциялары һәм интуицияһы юҡ, был эшмәкәрлектең күп өлкәләрендә мөһим аспекттар булып тора.Кешеләр менән аралашыуҙа төп аспект — эмпатия. Яһалма интеллект эмоцияларҙы аңлау һәм уртаҡлашыу һәләтенә эйә түгел, был уны кешеләрҙе психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм эмоциональ ярҙам талап иткән башҡа һөнәрҙәр ролендә алмаштыра алмай. Яһалма интеллект бурыстарҙы тиҙ һәм теүәл үтәй алһа ла, ул ижади интуицияға һәм ҡалыптарҙан тыш фекерләү һәләтенә эйә түгел. Тап ошо сифаттар кешеләргә яңы ҡарарҙар табырға һәм инновациялар индерергә мөмкинлек бирә.Яһалма интеллект үҫешен дауам итә. Ғалимдар уны хәүефһеҙерәк, аңлайышлыраҡ һәм йәмғиәт өсөн файҙалыраҡ итеү өҫтөндә эшләй. Бәлки, киләсәктә ЯИ климат үҙгәреүе йәки ауырыуҙар кеүек глобаль проблемаларҙы хәл итеүҙә беҙҙең ярҙамсы булыр. Яһалма интеллект — ул донъябыҙҙы үҙгәрткән технология. Иң мөһиме — уны аҡыл менән ҡулланыу һәм кешеләргә алмашҡа түгел, ә ярҙам итеү өсөн булдырылғанлығын иҫтә тотоу.