+22 °С
Дождь


Баймаҡ районында йәшәүсе 41 йәшлек Руслан Яҡшыбаев алимент түләүҙән ҡасып йөрөй. Уны хәҙер приставтар эҙләй. Уның бурысы 500 мең һумдан ашып киткән, тиҙәр. Русланға Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы сикләгәндәр. Ир йәшенеп ҡасып йөрөй һәм башҡарма эҙләүгә иғлан ителгән, тип хәбәр иттеләр суд приставтары хеҙмәтенән. Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙең барыһына ла дежур бүлеккә телефон аша хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8 (904) 906-34-21, 8 (347) 273-56-40.