Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
21 Июля 2025, 06:05

ТАШТҮККӘН – СЕРЛЕ ҠУЛСА (1) Роман Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ

– Туҡта, осормай тор! Был бит мине үлтерергә әҙерләнгән нәмә. Шулай булғас, ул – минеке.

ТАШТҮККӘН – СЕРЛЕ ҠУЛСА (1) Роман   Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВТАШТҮККӘН – СЕРЛЕ ҠУЛСА (1) Роман   Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ
ТАШТҮККӘН – СЕРЛЕ ҠУЛСА (1) Роман Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ

1

Уның күҙ алдында томан ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Алға барырғамы, әллә кире ҡайтырғамы? Нимә эшләргә белмәйенсә аптырап ҡая башында торғандан һуң, ул бер ҙур ғына таш өҫтөнә ултырҙы. Таш – һалҡын. Ул рәхимһеҙ рәүештә тән йылыһын, йән йылыһын үҙенә һура. Таштың һалҡынлығы ла уны айнытып, уйлаған уйынан, башына килгән ниәтенән кире ҡайтара алманы. Кеше әжәл алдынан бар ғүмер юлын кино ҡараған кеүек күҙ алдынан үткәреүе хаҡында ишеткәне бар ине. Теге ваҡытта ла нисә тапҡыр үлем кисерҙе, нисә тапҡыр әжәлдең рәхимһеҙ рәүештә күҙенә ҡарап шыҡһыҙ тештәрен шығырҙатҡанын тойҙо ул. Тик ул саҡта үткән тормошо күҙ алдына килмәне лә, шикелле.
Ә бына әлеге минутта алдында шундай йәбешкәк ҡуйы томан ҡуйырғандан-ҡуйыра ғына. Томан уны бөтөнләй уратып алды. Аяҡ-ҡулдарҙы һелкетерлек тә түгел. Хатта томан ҡуйылығынан тын алыуы ҡыйынлашты. Артҡа боролоп ҡатыны янына ҡайтырғамы? Ҡатыны юҡ бит инде. Дуҫ тип йөрөгән хеҙмәттәштәре лә артта ҡалды. Дуҫ түгел, ә хыянатсы булып сыҡтылар. Юҡ, кире ҡайтмаҫ ул, сөнки уның тормошо ниндәйҙер аңлашылмаған бер ҡулсаға эләкте. Афғандағы хәл – Чечняла, Чечнялағы хәлдәр бында тағы ла аяныслыраҡ булып ҡабатлана түгелме? Ә бына бөгөнгөһө? Бөгөнгөһө бигерәк тә ҡот осҡос килеп сыҡты. Кире элекке тормошона боролоп ҡайтһа, тағы бөгөнгөнән дә аламараҡ һәм ғибрәтлерәк ғүмеренең яңы ҡулсаһы ҡабатланасаҡ. Ринат бының шулай буласағына бөгөн ныҡлап ышанды. Элек тә тормошондағы хәлдәрҙең бер-бер артлы шикле ҡабатланыуына аптырай ине. Бөгөн барыһына ла нөктә ҡуйырға кәрәк! Ул бик ауырлыҡ менән таш өҫтөнән торҙо ла үҙен уратып алған ҡуйы томанды ҡулы менән йыртып аҡтарырға тотондо. Әйтерһең дә, ниндәйҙер ғәжәйеп бер шаршау-сымылдыҡты аҡтарып асҡан кеүек, алдындағы томанды өҙгөләп айыра башланы. Томан шул тиклем ҡуйы, ниндәйҙер ҡата башлаған кеҫәлде хәтерләтә. Аяҡтары шул тиклем ауырайҙы, уларға икешәр ботло гер таҡҡан кеүек. Ул, бар көсөн йыйып, томанды айыра-айыра алға, томан эсенә – үҙенең мәңгелегенә табан яй ғына атлап китте.
Ни ғәжәп, томанда – әсәһенең һыны. Өнмө был, әллә төшмө?! Ул, үҙе лә һиҙмәйенсә ҡулдарын һуҙып, уға табан аҙымын шәбәйтте. Ә атлауы шул тиклем ауыр. Аяҡтар һаҙлыҡ ләменә батҡанмы ни. Әсәһенең һыны асылғандан-асыла барып, бар гүзәллеге менән уның алдына килеп баҫты. Ана, әсәһе артында атаһы ла баҫып тора икән.
– Әсәй, әсәкәйем, атай, мин ҡайттым! Ни эшләп мине көтмәнегеҙ. Мин бит иҫән-һау ҡайтып еттем. Һеҙҙе күрергә, һеҙҙе һағынып ҡайттым. Әсәй, мин иҫән!
Юҡ, әсәһе уны ишетмәй ҙә ине, шикелле. Шулай ҙа уға боролоп ҡараны ла:
– Юҡҡа ашыҡтың, улым. Ҡылған эштәрең үлсәүгә һалынғас, ҡаралары артығыраҡ тарта. Бына ошо аҙаҡҡы ашығып яһаған аҙымың барыһын да боҙа. Һиңә фани донъяға кире ҡайтып, яңынан тыуып йәшәй башларға тура киләсәк. Беҙ һинең ике арала аҙашып йөрөүеңде теләмәйбеҙ. Бында килеүең – һинең ҙур яңылышлығың. Бар, кире борол!
Әсәһе шулай тине лә инде бөтөнләй томаны таралып асылған матур сәскәле ялан өҫтөнән атлап китте. Ринат та атламаҡсы ине лә, туҡтап ҡалды. Ул аяҡ баҫа торған ерҙә, хатта томаны ла таралып бөтмәгән яман тәрән ҡурҡыныс упҡын ята. Артына боролоп ҡараны: унда теге ҡуйы томан бөтөнләй ҡара һөрөмлө болотҡа әйләнеп, ҡулдарын йәйеп үҙенә саҡыра, һалҡын ҡосағына алмаҡсы була. Ә болот бик тә яман бер ҡарасҡы нәмә икән дә ул. Ринат, шул иблистең ауына эләкһә, үҙенең бер нимә лә эшләй алмаясағын аңланы. Уға бит әсәһе әйткәнде үтәргә кәрәк. Тик нисек? Әсәһенә һыйынырға һәм ярҙамына өмөт итеп, ни булһа шул булыр тип, ҡурҡыныс аҙымын яһаны ул һәм әсәһе менән үҙенең араһында хасил булған упҡынға ҡоланы.
Күпме осҡанын да хәтерләмәй. Ҡайҙа төшөп йығылырын да белмәй. Киләсәктә әсәһе буласаҡ кешенең ҡарынындағы яралғыла йөрәк булып әле генә тибә башлағанын да аңламай ине. Эйе, эйе, ул әле буласаҡ әсәһе кем булырын да белмәй, тик шул яңынан тыуасаҡ балала йөрәк булып тибеүен генә белә. Бына шулай йәшәү менән үлем араһындағы һәм үлемдән йәшәүгә күсеү тигән ғәжәйеп тә серле, әлегә әҙәм балаһының башы етмәҫлек сихри ҡулсаның икенсе баҫҡысына, икенсе эҙенә күсте. Бер Аллаһҡа ғына мәғлүм булған мәңгелек тәҡдир ағасында япраҡ булып асыласаҡ бөрөлә уның яңы тормошо, алда күрәсәк яҙмышы яҙылғайны. Эйе, уға яңынан тыуып, фани донъяла үткән тормошондағы хаталарҙы ҡабатламай йәшәйһе лә йәшәйһе бар...
Һеҙҙең ысын тауҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Шул-шул. Күргәнегеҙ юҡ. Ә был, беҙҙең яҡта тау тип йөрөткән тауҙар – беҙҙең өсөн генә тау. Ә ысын тауҙар – бик бейек һәм ҡурҡыныс. Ҡурҡыныс тигәндән, тәүҙә генә шулай. Өйрәнеп китһәң, ҡурҡыныс түгел, хатта дуҫыңа әйләнеп, һине төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап ҡала улар. Беҙҙәге тауҙар ҙа үҙенә күрә матур. Ана, тау баштарында ҡылғандар ниндәй матур итеп елберҙәшеп ултыра. Әйтерһең дә, ул ҡылғандар – тауҙарҙың сал сәс-һаҡалы. Елдә тулҡын-тулҡын булып, бер-береһен тоторға тырышып йүгерешәләр ҙә кинәт кенә туҡтап ҡалалар, шунан тағы яңынан йүгерешергә тотоналар. Түбә-баштарын ағастар ҡаплап алған тауҙар ҙа бар. Ундайҙар гел беҙҙең яҡта, урман яғында. Ә инде ялан яғында тауҙар ниндәйҙер шәп-шәрә, пеләш башлы бабайҙарға оҡшап тора. Беҙҙең яҡтағы тауҙар матур һәм барыһы ла урман менән ҡапланған. Ана шул битләүҙәрҙә – беҙҙең ауыл халҡының бесәнлектәре. Һәм беҙҙәге тауҙарҙың һәр береһенең исем-атамаһы бар. Ана тегеһе – Сағылтау тип атала. Ҡаршыла – Алыптау. Тегеһе инде – Йүкәлетау. Ғөмүмән, беҙҙә исемһеҙ тауҙар юҡ. Ә тегендә – мин булған урында – ысын бейек тауҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Ундағы тау-ҡаяларға исемдәр ҙә табып бөтөрлөк түгел. Улар бик күп. Әйтәм бит, улар ҡурҡыныс. Тәүҙә мин уларҙы офоҡ ситендәге ап-аҡ болоттарға оҡшаттым. Эйе, ысынлап әйтәм. Аҡ мамыҡ кеүек болоттарға оҡшағандар. Юҡ, беҙҙәге теге мендәр мамығы кеүек түгел, ә баҫыуҙа үҫкән мамыҡ өйөмө төҫлө. Һеҙҙең хатта мамыҡтың нисек үҫкәнен дә күргәнегеҙ юҡ бит. О-о!.. Был үҙе бер мөғжизә! Мамыҡ өлгөргән баҫыуға килеп керһәң, әйтерһең дә, тирә-яҡҡа ап-аҡ ҡар яуған. Үҙемә минең мамыҡ та йыйырға тура килде. Ярай был турала башҡа ваҡытта һөйләрмен.
Мин үҙем бейек тауҙарҙы армияға барғас, Афғанда ғына күрҙем. Әйтәм бит, йыраҡтан тауҙар ниндәйҙер мамыҡ өйөмөнә, ҡабарып торған болоттарға оҡшап тора. Әйтерһең дә, ап-аҡ болоттар бергә йыйылған да, ҡайҙалыр барып, ҡар булып яуырға әҙерләнә. Тауҙарҙы яратһаң ғына улар һине үҙҙәренә һыйындыра. Яҡлайҙар – дошмандарҙан һаҡлайҙар. Яратмаһаң, бөттө – һиңә үлем, йә булмаһа, ҙур бәлә-ҡаза булырын көт тә тор. Һин уларҙы яратмайһың, ә улар үҙҙәрен көсләп яраттыра. Теләйһеңме-теләмәйһеңме, барыбер яратырға, ихтирам итергә тура киләсәк. Был – ҡанун! Белгегеҙ килһә, тауҙар ҙа тере. Тик урындарынан ғына ҡуҙғалып йөрөй алмайҙар. Моғайын, йөрөйҙәрҙер ҙә әле. Тик беҙ уны күрә алмайбыҙ. Улар бик әкрен, миллион йылдарға һуҙылған аҙымдар менән йөрөй һәм шулай уҡ яй уйлайҙар. Улар ҙа кешеләр кеүек. Уларҙың да ата-әсәләре, балалары һәм туғандары барҙыр тип уйлайым.
Эйе, тәү күргәндә тауҙар ҡот осҡос булып күренә. Ҡаялар аждаһа тештәре кеүек ыржайып ҡарап тора. Ә һин шул тештәр араһында йөрөйһөң. Ҡая таштар ситендә йөрөгәндә бигерәк тә ҡурҡыныс. Унан инде өйрәндерә. Өҫтән башыңа таш тәгәрәп төшөү ҡурҡынысы тураһында уйламай башлайһың. Ә Афған иле – тау-таштар иле. Үҙенсә матур ил. Бик матур ил. Тик мин унда йәшәмәҫ инем. Беҙҙең Башҡортостан мең тапҡыр матурыраҡ, мөләйем һәм яғымлыраҡ. Мин әйтер инем, йомшаҡ күңелле беҙҙең ил. Миһырбанлы ил. Юҡҡа ғына Урал тауын донъяның кендеге тип әйтмәйҙәр. Бында беҙ белмәгән ниндәйҙер сер ята.
Тәүҙә мин тере дошманды ла күрмәнем. Һуғыш булған алғы һыҙыҡта мәйеттәрҙе күргәс кенә, уларҙың “дух”тар икәнлеген әйттеләр. Шунда күрҙем үлгән “дух”тарҙы. Улар араһында төрлөһө бар. Һаҡал-сәстәренә сал төшкән бабайҙары ла, һаҡалһыҙ йәштәре лә. Беҙ икенсе позицияға күсенеп китеп бара инек. Был урында ҡаты һуғыштар булды, тинеләр. Икенсе көндө беҙҙең ротаға тағы яңы һалдаттарҙы килтерҙеләр. Былар – икенсе йыл хеҙмәт иткән һалдаттар. Уларҙың һөйләүе буйынса, мәйеттәрҙе күрше ҡышлаҡтан килеп, йыйып алып киткәндәр икән. Үҙҙәренең зыяраттарына ерләгәндәр, тинеләр. Мин үҙем үлгән кешенән элек-электән шикләнә инем. Ә бында унлаған “дух” тәгәрәшеп ята. Беҙ яңы килгән йәш салагаларға был шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Етмәһә, сержант:
– Һеҙ уларҙы үлтермәһәгеҙ, улар һеҙҙе үлтерәсәк, – тип тағы әллә нимәләр һөйләп, ҡурҡытып, күңелгә шом һалды.
Духтарҙы ла үлтерергә тура килдеме тип һорайһығыҙмы? Әлбиттә. Һуғыш бит ул. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Афғандар – бик аҫтыртын һәм уҫал халыҡ. Көндөҙ дуҫ булып, “шурави, шурави” тип ҡосаҡлай, ә төндә “шүрәле, шүрәле” тигән кеүек. Бармаҡтарыңды таш ярығына ҡыҫтырыуын-ҡыҫтырмаҫтар, әммә ҡабырғаңа бысаҡ тығып китергә мөмкиндәр.
Яңы позицияға барып урынлашҡас, бер аҙна үттеме-юҡмы, духтар беҙҙе был урындан бәреп сығарырға уйланы. Ошо йылға буйындағы юлдан уларға Пакистан яғынан ҡорал килтерәләр икән. Юл тип әйтеп тә булмай инде, ишәк үтерлек бер һуҡмаҡ. Бик ҡаты һуғыш булды. Тегеләр яғынан да ҡырылдылар. Беҙҙең яҡтан да күп кенә иптәштәр һәләк булды. Бына шунда беренсе тапҡыр духтарға аттым. Тәүҙә тере кешегә атып булмай. Нисектер ҡул бармай. Шуға ла зиһенгә иң башта шуны ныҡлап һеңдереп ҡалырға кәрәк, һин үлтермәһәң, ул һине үлтерә. Ошо тәғлимәтте мейеңә һеңдереп, ошо әсе хәҡиҡәтте аңлаһаң, дошманға ҡаршы атыу әллә ни ҡыйын булмай. Әммә барыбер тере кешене беренсе тапҡыр үлтереү еңел түгел. Етмәһә, ҙур асылған күҙҙәре менән ҡарап, һиңә ҡаршы килгәндә. Әллә нисек күңелгә ауыр тәьҫир итә. Әйтерһең дә, алдыңда ниндәйҙер күҙгә күренмәгән бер кәртә, стена тора. Шул кәртәне емерә алһаң – йәшәйһең, ә еңә алмаһаң – бөттө. Һиңә – цинк ҡалайҙан яһалған табут. Һәм әсәйеңә “ҡара ләлә” самолеты менән ҡайтарып ебәрәсәктәр. Быныһы – яҡшы осраҡта. Ә иң аламаһы – һинең үле кәүҙәң бер кемгә лә кәрәкмәй. Шунда ятып ҡалаһың. Йә берәй упҡынға, йә соҡорға осорасаҡтар – ҡоҙғондарға аҙыҡҡа. Унан инде һинән хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ ғына киләсәк. Шул күҙгә күренмәҫ кәртә-ҡаршылыҡты емереп, “дух”ты беренсе булып атып йыҡһаң – йәшәйһең. Бына шундай ҡанун. Йә һин – уны, йә ул – һине! Унан инде өйрәнеп китәһең. Бигерәк тә бергә хеҙмәт иткән иптәштәреңде үлтерһәләр, йә булмаһа, үҙеңде яралаһалар, үс алыу хисе бар булмышыңды биләп ала. Унда инде ҡарап та, уйлап та тормайһың. Автомат магазинында патрондарың бөткәнсе, “калаш”тың көбәге ут булып ҡыҙғансы атаһың. Тик шуны уйла: бар патроныңды атып бөтөрһәң, үҙеңә лә үлем янай. Таш артынан ҡалҡып сыҡҡан “дух”ҡа атырға патроның һәр саҡ ҡоролған булырға тейеш. Автомат тигәс тә, патронды һаҡлап, берәмләп кенә атырға тура килә. Шуға ла һин атҡан йәҙрә дошманға тейергә тейеш булғанда ғына тәтегә баҫырға кәрәк.
Әрмегә барғансы йоҙроҡ төйнәп, йүнләп һуғышҡаным да булманы. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауылда кем менән һуғышаһың? Түбән остар менән бер-ике рәт бәргеләштек тә ул. Башҡаса һуғышҡан булманы. Унда ла әле теге Вәхит тигән һуғыш суҡмары арҡаһында. Мин үҙем кешегә һуғырға йәлләй инем. Бигерәк тә ауыҙ-танау тирәһенә. Үҙемде туҡмап ҡайтарғылайҙар, ә минең уларға һуғырға ҡулым бармай. Рәхмәт теге “ҡыйыш баш придәтел” Заһит бабайға. Кешенең ҡайһы еренә һуғып һушын алырға ул әҙерәк өйрәтте. Юҡҡа уны “һатлыҡ йән, фашист, придәтел” тип йөрөттөләр. Күңеле менән ауылда иң яҡшы кешеләрҙең береһе бит ул. Ә Заһит бабай һуғышырға өйрәтмәһә, мин тегенән ҡайта алмаҫ инем. Афғандан тип әйтеүем. Заһит бабайға мең-мең рәхмәт! Ә инде берәйегеҙҙең ауыҙынан Заһит ҡартты “фашист, һатлыҡ йән, йә булмаһа, ярты баш” тип әйткәнегеҙҙе ишетһәм, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ – башығыҙҙы ярам. Ҡарағыҙ уны, үҙегеҙҙән ҡан ялатырмын! Мине беләһегеҙ!..
Һөйләүсе шулай ауыл малайҙарына янап, ҡурҡытып алды ла, һүҙ бөттө тигәнде аңлатып, урынынан тороп китте.
Ринат ҡайһы бер саҡта асылып китеп шулай үҙенең Афған һуғышында күргәндәре тураһында үҫмерҙәргә, бала-сағаға һөйләй. Тауҙарҙағы һуғыш алымдарын үҫмер егеттәргә өйрәтә. Имеш, өйрәнегеҙ салагалар, алдағы тормошоғоҙҙа кәрәк булыуы бар. Һеҙ бит – егеттәр, буласаҡ һуғышсылар, илде һаҡлаусылар.
Уның ауылға ҡайтып төшөүе лә көтмәгәндә булды. 1991 йыл ине, ахырыһы. Һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғалды тигән кешенең нисәмә йылдар үткәс кинәт кенә ауылға ҡайтып төшөүе бар ауылды тетрәндерҙе. Уны бит инде күптән Афған ерендә үлде тип иҫәпләнеләр. Хеҙмәткә китеп бер йыл да үтмәне, аталарына военкоматтан, улығыҙ хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙ тапшырҙылар. Ошо ҡайғыны күтәрә алмай әсәһе донъя ҡуйҙы. Йыл ярымдан улын һәм ҡатынын юғалтыу хәсрәтенән атаһы ла мәрхүм булды. Берҙән-бер улдары ине бит. Ауылда, “минаға эләгеп шартлаған икән, кәүҙәһен дә йыйып ала алмағандар, шуға күрә хәбәрһеҙ юғалған тип кенә яҙғандар” тип һөйләнеләр...
Яҙ көнө ине, хеҙмәткә оҙатҡанда атаһы:
– Улым, зинһар, яҡшы итеп хеҙмәт ит. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килерлек булмаһын. Шуныһын да онотма, һин улым – беҙҙең берҙән-беребеҙ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтырға тырыш. Минең өсөн, әсәйең өсөн иҫән-һау ҡайт!
– Һис хафаланмағыҙ, быға тиклем барыһы ла һәйбәт булды бит. Армияла ла һәйбәт булыр. Илама инде, әсәй. Һинең күҙ йәштәреңде күрһәм, минең дә илағым килә. Иптәштәр алдында йәш күрһәтеп тороу оят. Йә, йә, әсәй, тыныслан! Армияға бер мине генә алмайҙар бит. Ана теге остан тағы өс егет бергә китәбеҙ. Күрше ауылдан да егеттәр бар, – тип әсәһенең арҡаһынан яратып, тынысландырырға тырышты. Тик былай тынысландырыу уның күңелен тағы ла нығыраҡ йомшартты.
Хеҙмәткә китеүселәр ултырған егеүле ат өй эргәһенә килеп туҡтағас, атаһының да күҙ төптәре дымланып китте, улын ирҙәрсә ҡосаҡлап, ҡолағына:
– Йә, улым, һәйбәт хеҙмәт ит! Әсәйең хаҡына, минең хаҡҡа иҫән ҡайтырға тырыш.
Атаһы ҡосаҡлап яратҡандан башҡалар алдында ҡыйынһынып китте Ринат. Беҙҙең халыҡта оҙатышҡанда үбешеү, илашыу, ах-ух килеп хистәрҙе тышҡа сығарыу ғәҙәте юҡ. Әсәйҙәр инде күңелдәре менән йомшаҡ булыуҙары арҡаһында йәштәрен тыя алмай күҙҙәрен ҡулъяулыҡ, алъяпҡыс сите менән һөртә. Күрше-күләндәр ҙә байтаҡ ҡына йыйылған. Етмәһә, теге ос Мәжит гармунын һуҙып ебәрҙе. Йөрәктәрҙе һыҡрандырғыс ниндәйҙер бер моңло көй ине. Үҙе лә әҙерәк һалып алған. Ҡатыны ҡаршы килеүгә ҡарамаҫтан, буласаҡ “әрмесе”ләр ултырған арбаға менеп ултырҙы, улар менән район үҙәгенә юлланды. Шулай итеп, хеҙмәткә китеүсе Таштүккән егеттәре йырлаша-йырлаша район үҙәгенә бара торған юлдан урман эсенә инеп китте.
Таштүккән – урман тауҙар араһынан ағып сыҡҡан кескәй генә йылға буйына урынлашҡан ауыл. Егеттәрҙе оҙатырға киткән Мәжиттең гармун тауышы иртәнге һауала оҙаҡ яңғырап ишетелде. Бына ул да тынып, ауыл өҫтөн ниндәйҙер моңһоулыҡ биләп алды. Ринатты оҙатып өйгә ингәс, әсәһе күҙ йәштәренә ирек биреп, бик оҙаҡ иланы. Ире лә тынысландырып ҡараны, тик файҙаһы булманы. Ҡатынының:
– Улымдың ҡайтҡанын күрә алмам инде, күрә алмам, – тип һулҡылдауына асыуланып:
– Йүнһеҙ һүҙ һөйләп, аламаға юрайһың. Туҡта шыңшыуыңдан! Юғиһә, үҙем сәпәкләп ташлайым, – тип ҡараһа ла, әсә кеше тыйыла алманы.
Ир, ҡатынына ирек биреп, үҙ алдына мығырҙанып, тышҡа уҡ сығып китте. Ул да йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әле генә хеҙмәткә оҙатҡан улы тураһында уйланы. Ринаттың нисек үҫкәнен, ниндәй шуҡлыҡтар ҡылып уйнаған саҡтарын иҫенә төшөрөп, нигеҙ буйына барып ултырҙы. Бер аҙ уйланғас, былай ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде тип, баҡсаға сығып яңы ғына баш төртә башлаған бәрәңге үҫентеләрен ҡараштырып, сыҡҡан сүптәрҙе уташтырған булды. Был эшен ташлап, кисә төҙәтә башлаған аҙбар бураһының бағанаһын юнырға тотондо. Йөрәге һулҡылдауын баҫа алмай, балтаһын бер ситтә торған бүкәнгә сабып, бер аҙ тирә-яғына ҡарап торҙо. Бер эшкә лә ҡулы ятмай, күңеле тартмай. Шунан ниндәйҙер бер ҡарарға килеп, шәп-шәп атлап өйгә инде. Ҡатыны өҫтәлгә иртәнге сәй әҙерләгән, үҙе тәҙрәгә ҡарап, моңайып ултыра. Ир керешләй үк:
– Әйҙә, әҙерлән. Район үҙәгенә барып, шунан да оҙатып ебәрәйек, – тип, кире ишек алдына сығып китте.
Аҙбар эсендә торған ҡолонло бейәһен сығарып, юл йөрөй торған арбаға екте. Ултырырға йомшаҡ булыр, барғас атты ашатып алырға ла кәрәк тип, арбаға күп итеп бесән һалды. Ат та, йыраҡ юлға сығасаҡтарын һиҙеп, кешнәштереп ҡолонона йыраҡ китмәҫкә ҡушты, ахыры. Ҡолон да әсәһенең ҡорһаҡ аҫтын ирене менән төрткөләп, имергә тотондо. Ир кеше өйгә кергәндә, ҡатыны юлға әҙерләнеп бөткәйне. Шәкәр тоғонан бәләкәйләтеп тегелгән ҡапсыҡҡа бер түңәрәк икмәк, бер нисә баш ҡорот һәм ике ҡаҙылыҡ һалды. Ҡаҙылыҡты кисә үк бешереп ҡуйғайны. Ашығып-ҡабаланып улдарына биреп ебәрергә онотҡан. Ҡатын шатлана-шатлана шуларҙы ҡапсыҡҡа тултырҙы.
Ат та юл йөрөүҙе һағынған, күңелле генә юрта. Хужаһы бер нисә ай екмәй торҙо шул. Ҡолонлағас та әле бер айҙан артыҡ екмәне. Балаһының аяҡтары нығынһын, тип уйланы. Ҡолондоң да беренсе тапҡыр яҡты донъя менән ныҡлап танышыуы ине. Шуға ла әсәһе тирәләй сабыулап бара. Ҡойроғон күтәреп, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа сыға. Йыраҡҡараҡ китһә, әсәһе ҡолонон кешнәп үҙ эргәһенә саҡыра. Һәр йән эйәһенә бала ҡәҙерле шул.
Май аҙағы ғына булғанға урман юлы кибеп бөтмәгән. Тау баштарынан ағып төшкән һыуҙар ҡайһы бер урында юлды бөтөнләй ебетеп, ашап-боҙоп бөтөргән. Ярай әле теге йылды юлдарҙы төҙәтеп, әҙерәк ҡырсын һалдылар. Атай кеше егеттәрҙе алып киткән аттарҙың эҙҙәрен ҡарай-ҡарай барҙы. Улар, юлға бик иртә ҡуҙғалған булһалар ҙа, яй барырға тейештәр, тип уйланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, атын йәһәтерәк ҡыуаланы. Арба еңел, ике генә кеше ултырғанға ат та улай ҡыуғанды көтмәне, үҙе юртты.
Район үҙәгендәге военкомат урамына барып кергәндә йыраҡтан уҡ ҡара яу кеүек халыҡ төркөмө күҙҙәренә салынды. Юлсыларҙың йөрәктәре елкенеп, ир атын тағы ла шәберәк ҡыуаланы. Военкоматҡа етәрәк ат менән алға үтерлек түгел, урам оҙатыусылар менән шығырым тулы. Әле тегендә, әле бында егеүле аттар тора. Шуға ла ир, яҡындағы бер ҡапҡа яғына боролоп, атын бер ситтәге ихатаға бәйләп ҡуйҙы. Ашай торһон тип, бейә алдына бесән һалды, арҡалығын төшөрҙө. Ҡолон да асыҡҡан, шунда уҡ әсәһенең ҡорһаҡ аҫтына моронон төрттө.
Военкомат алдында торған ике автобус тирәһендә халыҡ ҡайнаша. Сыйырсыҡтар ҙа, был йыйылған халыҡтан шикләнеп, оялары тирәләй ҡурҡышып сырҡылдашып оса. Ә инде арыу-талыуҙы белмәҫ сәпсектәргә донъя түңәрәк – өй ҡыйыҡтарына теҙелешеп ултырғандар ҙа аҫтағы халыҡты күҙәтәләр. Унан нимәнәндер шөрләп, пырхылдашып халыҡ өҫтөнән осоп үтәләр ҙә күрше йорт түбәһенә яңынан теҙелешәләр.
Тиҙерәк-тиҙерәк, ир менән ҡатын арбалағы ризыҡтар һалынған ҡапсыҡты икәүләп тотоп, халыҡ мәж килешеп ҡайнашҡан ҡапҡа алдына табан юл алды. Ах, малай, автобустар ҡуҙғала түгелме һуң? Шулай шул. Бына автобустарҙың алда торғаны халыҡ төркөмөн йырып бара. Шофер, машина алдына ҡаршы сыҡҡан, бер аҙ һалып алған ир-егеттәрҙең тәгәрмәс аҫтына килеп эләгеүҙәренән ҡурҡып, “пипибен” ҡысҡырта-ҡысҡырта урамдан ары китте. Автобус эргәһендә бер нисә милиция хеҙмәткәре ҡыҙмаса булғандарҙы ситкә этәрә. Шунда ҡайҙандыр ҡаршыларына гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған Мәжит килеп сыҡты. Ул ауылдаштарын йыраҡтан уҡ күреп:
– Беҙҙекеләр алдағы автобуста, ҡуҙғалып киттеләр инде, – тип ҡысҡырҙы.
Их!.. Өлгөрмәнеләр!.. Тағы бер биш минутҡа иртәрәк килеп етә алманылар. Ни тиклем ашыҡһалар ҙа, булманы. Ниндәй үкенесле, ниндәй үкенесле! Ҡатындың аяҡ быуындары йомшарып китте. Ул саҡ атлап, халыҡты йыра-йыра урам ситенә сығып, ихатаға һөйәлде. Ире нимәгәлер өмөтләнеп, икенсе автобусҡа табан ашҡынып бара башланы.
Эргәлә торған ике милиция хеҙмәткәре халыҡты ҡыуып, был икенсе автобусҡа ла юл аса. Атай кеше шулай ҙа икенсе автобус тәҙрәһе янына яҡынлаша алды. Һәм ҡулындағы күстәнәстәрҙе автобус тәҙрәһенән ниндәйҙер бер таҡыр башлы егеткә һуҙып:
– Вәлитов Ринатҡа тапшыр, улым! Вәлитов Ринатҡа! Ул алдағы машинала! – тип ҡысҡырҙы.
Күрәһең, уның атаһы булды, эргәлә генә торған ир:
– Ал, улым, ал! Барғас тапшырырһың. Безҙең райондан барғандар бер тирәлә булаһығыҙ бит. Фамилияһын онотма! – тине.
– Эйе, эйе, Вәлитов Ринат тигән егет. Таштүккәндән беҙ, Таштүккән ауылынан.
Автобус бер-ике бышҡырып алды ла, ауырһынып, саҡ урынынан ҡуҙғалды. Халыҡ уның һайын “геү” килеп ҡысҡырышты. Ҡысҡырып илашҡан мәрйәләр ҙә, лышыҡ-лышыҡ килеп йәштәрен һөртөүсе апай-еңгәләр ҙә бергә ҡайнашты. Халыҡ шулай улдарын, яҡын туғандарын армияға оҙатырға килгән. Мәжит үҙенең мәңге айырылмаҫ гармунын тартып ебәрҙе. Теге баштараҡ тағы бер гармун уға ҡушылды. Кемдер йөрәктәрҙе әрнетеп “Герман көйө”н һуҙа башлағайны, тегене тиҙ тыйҙылар. Берәү уға:
– Алйот, туҡтат был йырыңды! Юғиһә, башыңды ярам! Беҙҙең егеттәр һуғышҡа китмәйҙәр. Армияға ғына баралар. Ике йыл нимә инде, баралар ҙа хеҙмәт итеп ҡайталар.
– Һин үҙең ахмаҡ, абзый кеше! Афған һуғышын онотма! – тип, бер аҙ ҡыҙмаса булған ир, был абзый менән һүҙ көрәштереп тормайынса, үҙ юлы менән китеп барҙы.
Әхмәт үрелеп-үрелеп халыҡ төркөмө аша ҡатынын эҙләне. Ихатаға һөйәлгән ҡатынын күреп, еңел һулап ҡуйҙы. Инде тарала башлаған халыҡ араһынан һаман гармун уйнаған ауылдашы янына китте.
Мәжит инде ныҡлы иҫерергә лә өлгөргән. Ул ауылдашын күреп, гармундан көйҙәр һуҙа-һуҙа улар эргәһенә килеп баҫты. Уйнауынан туҡтап:
– Егеттәрҙе бик яҡшы итеп оҙаттым. Береһе лә бынау ебегәндәр кеүек йәш түгеп, еңдәрен һыуламанылар, – тип һөйләнде.
Автобустар китте. Күктәге ҡояш та күңелһеҙләнеп ҡалған кеүек булды. Нисектер бар донъяны моңһоулыҡ биләп алды. Йыйылған халыҡ ҡайһыһы-ҡайҙа таралып бөттө. Ат егеп килгәндәр ҙә аттарына ултырып, ҡайтыр яҡтарына ҡуҙғалды. Мәжит тә ауылдаштарына эйәрмәксе ине, булманы. Уны, ниндәйҙер танышы осрап, үҙҙәренә алып китте.
Ир атын атлатып ҡына район үҙәгенән ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды. Ауыл ситендәге бер магазинға туҡтап, бер ярты алып сыҡты. Ҡатыны нисектер ғәйепле кеше һымаҡ:
– Эсергә уйланыңмы әллә? – тип әйтеүенә:
– Юҡ. Алла бирһә, улым ҡайтҡас байрам итербеҙ. Шуға тип алдым, – тине.
Шуның менән бөттө. Ҡатын да ләм-мим һүҙ өндәшмәне. Ир ҙә башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Ат та ял итеп, ашап алырға өлгөргән – ҡайтыр яҡҡа йылдам ғына юрта. Яҙ – яҙ инде, тирә-яҡта бар донъя ҡояш нурына ҡойоноп шатлана. Ҡоштар бер-береһен уҙҙырырға тырышып һайраша. Әхмәт менән ҡатыны ғына үҙҙәренең ауыр уйҙарына уралып, ат йүгерткән ыңғайға арбала тирбәлә. Икеһе лә аңлайҙар ине: бөгөндән башлап ниндәйҙер билдәһеҙ тормошҡа аяҡ баҫтылар. Берҙән-бер улдары хеҙмәткә китте. Исмаһам, күңелдәрен йыуатырлыҡ башҡа балалары ла булманы бит. Тағы берәй балалары булһа йөрәккә ул тиклем ауыр тойолмаҫ ине. Юҡ шул, Хоҙай насип итмәне.

* * *
Автобустан төшөүгә егеттәргә “Теҙелергә!” тигән команда булды. Шунда кемдер:
– Валитов Ринат. Вали-то-о-в! – тип ҡысҡырҙы.
Ринат “мин” тип өндәшергә лә өлгөрмәне, һуңынан килгән автобустағы бер егет уның ҡулына әсәләре ебәргән күстәнәстәрҙе килтереп тә тотторҙо. Бына шулай башланды Ринаттың Тыуған илгә булған бурысын үтәүгә тәүге аҙымы.
Йыйылыу пунктында эште тиҙ тоттолар. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек “ҡайҙа оҙатасаҡтарын көтөп” аҙна буйы ятҡырманылар. Шул уҡ кисте аэропорттан Ташкент ҡалаһына оҙаттылар. Үзбәкстандағы ниндәйҙер бер хәрби частә буласаҡ һуғышсыларҙы айға яҡын өйрәтеп “Хәрби ант” та ҡабул иттерҙеләр. Быныһы “карантин” тигән нәмә икән. Унан һуң Термиз ҡалаһында ике айға яҡын тау шарттарында нисек дошман менән алышыу серҙәрен төшөндөрҙөләр.
Унда инде, уйларға ла ваҡыт ҡалдырмайынса, төрлө һуғыш алымдарына өйрәттеләр. Таң менән “подъем” командаһын ишетеүгә, ятҡан урыныңдан ҡорт саҡҡандай тороп йүгерәһең дә кис, “отбой” командаһына һушың алынып, урыныңа килеп ауаһың. Барыһын да тиҙ, бик тиҙ башҡарырға кәрәк. Әллә йоҡлап ял итергә өлгөрҙөң, әллә юҡ. Уныһы менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай. Икенсе, өсөнсө һәм башҡа көндәрҙә лә шул уҡ хәл. Тамам ысын һалдат рәүешен алып, эт ҡайышына әйләнгәс, һуғыштың эсендә ҡайнап сыныҡҡан частәргә тараттылар. Унда инде бөтөнләй икенсе тәртип, башҡаса закондар.
Тәүге көндән үк Ринаттың взвод командиры менән нисектер эштәре бешмәне. Взвод командиры “старик” ине, йәғни тағы ярты йылдан өйөнә ҡайтып китә торған һалдат. Командир үҙен әллә кемгә һанап, йәш, яңы килгән һалдаттарҙы ҡол урынына күрә башланы. Кәрәкһә-кәрәкмәһә лә әле теге эште ҡуша, әле быныһын. Һис юғында үҙҙәренең позицияларын нығыттыра. Һыуға мохтажлыҡ булмаһа ла, яҡындағы тау йылғаһынан һалҡын һыу килтерергә ҡуша. Күрәһең, командирҙың йәш һалдаттарҙы юҡҡа интектереүен күреп, икенсе бер ҡарт һалдат уның менән әйткеләшеп тә алды. Юҡ, уның үҙ туҡһаны туҡһан. Имеш, йәштәрҙе сыныҡтыра, тормошҡа өйрәтә. Аптырағас, теге ҡарт һалдат йәштәр янына килеп:
– Ярай, бик бирешеп бармағыҙ. Тағы ике ай түҙһәгеҙ, ул ҡайтып китә. Уның урынына ана теге “черпак” Ваня сержант ҡалырға мөмкин. Ул былай арыу ғына егет. Унан инде һеҙҙең урынға икенсе “молодой”ҙарҙы килтерәсәктәр. Тәк што, юҡҡа башығыҙҙы эйеп, ҡайғырып йөрөмәгеҙ. Һеҙҙең урамда ла байрам булыр көндәр алда әле. Бына шуға күрә үҙегеҙ иҫән-имен ҡалып, “старик” булғас, йәш салагаларҙы ҡыйырһытмаҫһығыҙ.
Йәштәр был ҡарт һалдатты өндәшмәй генә тыңланы. Нисектер күңелдәре күтәрелеп китте. Уларҙы аңлаусылар һәм йәлләүселәр ҙә бар икән. Тик был һалдат әйткән “байрам” көндәре урынына ҡара ҡайғылы көндәр килде.
Үҙәктән ҡышлаҡҡа духтарҙың ҙур ғына төркөмө килеп урынлашасағын хәбәр иттеләр. Ҡышлаҡҡа БТР һәм танктар менән барыу тураһында уйларға ла түгел, юл юҡ. Тик егеүле ишәк саҡ-саҡ үтерлек тар ғына һуҡмаҡ инде. Һуҡмаҡ тиһәң, киңерәк юл тиһәң, хәтере ҡалыр – шундай бер нәмә инде. Ике яғы ла бейек тауҙар менән уратып алынған тарлауыҡта урынлашҡан ошо ҡышлаҡты “дух”тарҙан таҙартырға тигән приказ булды. Күҙ бәйләнгәс юлға ҡуҙғалдылар. Башта командир тештәрен ҡыҫып, һәр береһенә:
– Ҡарағыҙ уны, тәмәке тартҡанығыҙҙы, үҙ-ара һөйләшкәнегеҙҙе һәм итектәрегеҙ менән шап-шоп атлағанығыҙҙы ишетһәм, үҙем муйынығыҙҙы борам. Аңлашыламы?
Һалдаттар һүҙһеҙ генә баш ҡаға. Был тағы:
– Ишетмәйем! Әллә мин әйткәндәр аңлашылмаймы? – тип ыҫылдай.
Һалдаттар ҙа уның ыңғайына:
– Аңлашыла, – тип бышылдауға күсте.
Ике взвод менән ошо хәрби операцияға етәкселек итеүсе йәш кенә лейтенант өндәшмәй. Уны был часҡа яңы ғына ебәргәндәр. “Старик”тар әйтеүенсә, әле дары ла еҫкәргә өлгөрмәгән йәш офицер. Шуға ла лейтенант һуғышсан рейд-операцияларҙа сынығыу алып, эт ҡайышына әйләнеп шымарған сержанттарға һәм ҡарт һуғышсыларға таяна. Бар эште уларға ышанып тапшырҙы.
“Шурави” тип уларҙы урындағы халыҡ – афғанлылар атай. Төнө буйы атланылар, инде яҡтыра ла башланы. Ул Афған илендә таң беҙҙәге кеүек оҙаҡлап тормай. Әҙ генә офоҡ алһыуландымы, көн тыуа ла ҡуя. Кистәрен дә шулай уҡ, “һә” тигәнсә ҡараңғы төшөп, төн була. Тау араһында төн бигерәк тиҙ һәм тығыҙ. Ҡараңғылыҡ шул тиклем ҡуйы, теге кем әйтмешләй, күҙгә һылаша. Ярай әле күктә яраланыуҙан яртыға ғына ҡалғандай ай, күҙ йәше аралаш һулҡылдап, һаран ғына ерҙе яҡтырта.
Ҡышлаҡҡа иртәгә генә килергә тейешле тип көткән духтар эргәләге тау битендәге таштар араһынан егеттәргә көтмәгәндә ут асты. Шуравиҙар йүнләп аңларға ла өлгөрә алмай ҡалды. Мәхшәр ҡупты. Ҡайҙа кем ҡысҡырғанын да, ҡайҙан духтар атҡанын да белерлек түгел. Ике яҡлап уларҙы утҡа тоталар. Ниһайәт, беҙҙең минометсылар ҙа ҡоралдарын көйләп, тау битләүендәге таштар артында ятҡан дошманға ҡаршы ут асты. Ул да булмай, ауыл яғынан да һалдаттар өҫтөнә миналар яуа башланы. Күрәһең, минометтарын алдан уҡ көйләгәндәр. Миналар нәҡ улар ятҡан урынды аҡтарып, ер һөрә башланы. Хәл ҡырҡа киҫкенләште. Сержант рация аша үҙәккә хәлде аңлатып, ярҙам һорап ҡысҡыра. Унан йүнле яуап бирмәнеләр. Рация лейтенантты бәйләнешкә саҡырырға ҡушты, шикелле. Сержант офицерҙың яраланыуын хәбәр итте һәм аты-юлы менән һүгенергә тотондо. Бына ошондай киҫкен ваҡытта урыҫ һүгенеүенең ниндәй оло әһәмиәткә һәм сихри көскә эйә икәнен аңлай башлайһың.
“Шурави”ҙарҙың хәле бик тә мөшкөл ине. Тағы бер-ике сәғәт ошолай таштар араһында ятһалар, “дух”тар уларҙы берәмләп сүпләп бөтөрәсәк. Егеттәр тирә-яҡҡа һибелеп, кем ҡайҙа йәшеренә алды, шунда боҫто. Һалдаттар үҙҙәре йәшеренгән урынды нисек булһа ла ҡулдарынан килгәнсә нығытырға тотондо. Өҫтөңә ут яуғанда әллә нимә эшләй алмайһың инде. Тирә-яҡта аунап ятҡан таштарҙы үҙеңдең эргәңә өйә алһаң, бик хуп. Окоп ҡаҙыу тураһында уйларға ла түгел. Өлгөрә лә алмайһың. Ере лә таш та мәте. Бер нисә һалдат, яраларына түҙә алмайынса, ауыртыуҙан ҡысҡырып иларға уҡ тотондо. Берәү үлеп ята.
Дошман нисек көтмәгәндә ут асҡан булһа, шулай кинәт кенә тынып ҡалды. Сержанттың ғына рация аша ярҙам һорап ҡысҡырғаны ишетелә. Ул да мина шартлауы һәм атыу тауыштары тынғанын самалап, тауышын әкренәйтә төштө. Ваҡыт ағышы үҙенең элекке хәленә ҡайтты. Кинәт кенә барлыҡҡа килгән тынлыҡты боҙоп, тау итәгендәге таштар артынан урыҫ һүҙҙәрен вата-емерә, ҡоралдарҙы ташлап, бирелергә тәҡдим итәләр. Имеш, тормошоғоҙҙо һаҡлап ҡалабыҙ, һеҙ бит йәш. Үҙегеҙҙе, әсәйҙәрегеҙҙе уйлағыҙ, тиҙәр. Бирелмәһәләр, бөтөнләй ҡырып бөтөрөргә вәғәҙә итәләр. Шунда сержант эргәһендә ятҡан өндәшмәҫ лейтенант:
– Һин кем? Ҡурҡмаһаң, күрен. Кем икәнеңде ҡарап ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙы.
Тау битендә ҡаянан тәгәрәп төшкән ғәләмәт оло таш артынан бер һаҡалтай сығып баҫты ла үҙенең бирелергә ҡушҡан тәҡдимен ҡабатларға өлгөрмәне, һалдаттар яғынан бер нисә атыу тауышы яңғыраны. Һаҡаллы “дух”ҡа әллә тейҙе, әллә теймәне, ул таш артына яңынан боҫто. Шуны ғына көткән кеүек тегеләр яғынан шуравиҙар ятҡан позицияны яңынан утҡа тота башланылар. Һалдаттар уларға яуап уты асманы. Ут асып та ни эшләй алаһың. “Дух”тар бик уңайлы урынды һайлаған. Шунан инде патрондарҙы ла һағыраҡ тотонорға кәрәк. Бында күпме ятасаҡты белеп булмай. Әллә бер нисә сәғәт, әллә тәүлек. Тегеләр яғында снайперҙары ла бар, шикелле. Яңылыш таш артынан күренгән совет һалдаттарын берәмләп сүпләргә тотондо. Ҡайһы ерҙә урынлашҡанын да белерлек түгел. Тауҙарҙа бар тауыш мең ҡабат яңғырап ишетелә. Шуға ҡарамаҫтан, һалдаттар ятҡан урындарын үҙҙәре менән йөрөткән бәләкәй сапер көрәге менән әҙерәк йәшеренерлек итеп тәрәнәйтә алды. Кемдәрҙер тирә-яҡтағы таштарҙы алдына өйҙө, кемдәрҙер йәшеренеп ятҡан таш арттарындағы ерҙе ҡаҙҙы. Ер тиһәң, был һүҙеңдән шайтан көлөр. Ер юҡ. Әйтәм бит, бында таш та, мәте. Мәтеһе лә ҡырсын ташлы. Йүнләп ҡаҙырлыҡ та түгел, теш араһына эләккән ҡом кеүек, шығырҙап тора. Ҡаҙый башлаһаң көрәгең ҡырсынға тейеп, сытырҙауҙан тештәр сағыла.

* * *
“Дух”тарҙың кинәт ут асыуынан Ринат ҡаушап ҡалманы. Ул айҙың зәғиф яҡтылығында һәм ҡараңғылыҡ шыйығая башлау менән тирә-йүнде ҡарап өйрәнә-өйрәнә сафта атлауын белде. Алдан атлаған һалдат һуҡыр шәм кеүек яҡтылыҡ таратҡан зәғиф кенә фонарь менән һуҡмаҡты ғына яҡтыртып алғылай. Унда ла усы менән ҡаплап ҡына. Шулай итмәйенсә лә булмай – ут яҡтыһы төндә әллә ҡайҙарға күренә. Фонарь тик аяҡ аҫтына ғына төбәлгән. Уны ла бик кәрәк саҡта ғына яҡтырталар – һуҡмаҡты самалар өсөн генә. Бындай хәүефле мәлдә кешенең күҙе бүре күҙе кеүек төндә лә күрергә һәләтле. Эйе, әҙерәк офоҡ шәйләнә башлау менән, юҡ, бында офоҡ тигән нәмә юҡ тиергә була. Йыраҡтағы тау баштары күҙгә шәйләнә башлау менән Ринаттың башында шундай фекер сағылып үтте: Әгәр ҙә духтар көтмәгәндә һөжүм итһә, ул ҡайһы таш артына ҡасыр ине икән? Ошо уй менән ул эргәлә ятҡан ҙур-ҙур таштарҙы барлай-барлай атланы. Ата башлаһалар, ошо таш артына һикерһәм булырмы икән? Засаданан ата башлаһалар, йәшеренергә был таш ҡулайыраҡ түгелме? Ә бынауы үҫеп ултырған әрем йә был дөйә сәнскеһе, ә был соҡор нисегерәк булыр икән? Духтар ҡайһы ҡая, ҡайһы таш артында йәшеренеп тороп ут асырға мөмкин тип уйлап, тирә-яҡты ентекләп күҙәтергә лә онотманы. Ә беҙҙе алғараҡ ебәреп, арттан һөжүм итеүҙәре лә бар бит тип, ара-тирә артына ла әйләнеп ҡараны. Бына тамам яҡтырҙы. Шул ваҡыт әле генә үҙҙәре үтеп киткән боролоштан өҫтә, битләүҙәге таш артында ул нимәнеңдер һелкенеп ҡуйыуын шәйләне. Әллә инде күҙенә күрендеме? Юҡ, шикелле? Ринат үҙенең шиген эргәһенән атлаған “старик”ка әйтергә тип ауыҙын да асырға өлгөрмәне, тирә-яҡты автомат тырылдауы, миналарҙың һыҙғырып шартлауы солғап алды. Ринат алдан уҡ күҙәтеп, самалап ҡуйған соҡорға һикерҙе. Соҡор арыу уҡ тәрән генә, етмәһә, уның эргәһе бейек кенә үҫкән әрем менән ҡапланған. Тәүҙә үҙенең был соҡорға килеп эләгә алыуына шатланыуҙан бигерәк, сафта янында атлаған “старик”тың да үҙенең эргәһендә ятыуына аптыраны.
– Һелкенмә! – тип ыҫылданы “старик”.
Командир һәм сержанттарҙың:
– Ут позицияһын биләп урынлашырға!
– Ятығыҙ!
– Дошман атакаһын кире ҡайтарырға әҙерләнергә!
– Тирә-яҡҡа таралып, йәшеренергә!
Һүгенеү һәм төрлө күрһәтмә-бойороҡтар яңғыраны. Күрәһең, яраланыусылар ҙа бар ине.
– Ярҙам итегеҙ!.. Ярҙам!..
– Вася!.. Вася!.. – тип ҡысҡырыуҙар ишетелде.
Вася ротала санитар булып иҫәпләнә. Ул ниндәйҙер медицина училищеһын бөтөрөп, армияға үҙ теләге менән килгән Саратов егете.
Беҙҙекеләр яғынан атыуҙар һирәк ишетелә. Күрәһең, һәр кем үҙенә йәшеренергә урын әҙерләү менән мәшғүл. Ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа атаһың? Тәүҙә “дух”тарҙың ҡайҙа йәшеренгәнен асыҡларға кәрәк. Бер нисә минуттан һалдаттар ҙа үҙҙәренең уттарын көсәйтә төштө.
Ринаттың эргәһендә ятҡан һалдат:
– Яйлап ҡына ҡара әле, “дух”тар ҡайһы тирәләрәк икән? – тип өндәште. Үҙе арҡаһында күтәреп килгән йөктән арынып, соҡорҙо бәләкәй сапер көрәге менән тәрәнәйтә башланы.
Ринат мүкәйләп соҡор эргәһенә менә башлағайны, теге:
– Ҡайҙа мүкәйләйһең? Инәңде шулай иткере татар балаһы! – тип екерҙе.
– Мин татар түгел, башҡорт!..
– Барыбер түгелме ни? Мать твою... – һүгенеп ҡуйҙы теге.
Ринат соҡор эргәһенә шыуышып ҡына күтәрелеп, башын саҡ ҡына сығарып, тирә-яҡҡа ҡарап алды. Тау битләүенән беҙҙекеләр яғына табан бер нисә урындан трассирлы пуля менән аталар. Күрәһең, духтар шулай итеп үҙҙәренең минометсыларына шуравиҙарҙың ҡайҙа ятҡанлыҡтарын теүәлерәк күрһәтәләр ине.
“Старик” менән Ринат әҙерәк тын алғас, самаланылар: “дух”тар тау итәгендәге таштар артынан ата. Ҡаршы яҡтағы “дух”тарҙы күрерлек түгел. Эргәләге ҙур таш ҡамасаулай. Уның шулай ятыуы соҡорҙағылар өсөн ҡулай ғына. Дошман да уларҙы күрә алмай. Ҡарт һалдат бер аҙ тирә-йүнде өйрәнгәс:
– Ана, таш артындағы пулеметты күрәһеңме?
– Эйе.
– Мин ботона самалайым. Миңә аяғы ғына күренә. Йәҙрә тейһә, ул йә әйләнеп ята, йә булмаһа, артҡа ҡайырыласаҡ. Шул ваҡытта һин кәүҙәһенә атырға тырыш. Минең автомат төҙ ебәрә. “Калашка”ңдың прицелын өс йөҙгә ҡуй. Былай төҙ атаһыңмы? Прицелың көйләнгәнме?
– Эйе.
– Алдыңда ятҡан таш өҫтөнә автоматыңды ҡуй. Һелкенерлек булмаһын. Дошмандың эргәһендә ятҡан ташҡа тейер-теймәҫлек итеп төҙә! Дух шул яҡҡа ауасаҡ. Шуны самалап атырһың. Төҙәнеңме?
– Эйе.
Был Пенза яғынан булған Руслан исемле “старик” нисектер ауыҙ эсенән, “Бисмилахрахман” тип мығырҙанып алды ла атып ебәрҙе. Пуля шул секундта таш артында ятҡан “дух”тың аяғына эләкте, ахыры. Теге кинәт борғоланып алды ла мүкәйләп ситкәрәк китә башланы. “Старик” һүгенеп, тағы нимәлер ҡысҡырырға өлгөрмәне, Ринат шул миҙгелдә тәтегә баҫты һәм “дух” кинәт кенә бөтөнләй турайып ултырҙы. Ринат тағы тәтегә баҫты. Икенсе бер мәлдә инде теге пулеметы эргәһенә ауып төштө. Руслан шарҡылдап көлөп ебәрҙе һәм яман һүгенеп:
– Шул кәрәк һиңә. Инәңде шулай иткән нәмә! Беҙ ҙә ата беләбеҙ! –тип ҡуйҙы, уҫал көлөүенән туҡтамайынса. – Хәҙер башҡаларын да сүпләй башлайбыҙ! Исемең кем әле? Онотоп торам.
– Ринат булам.
– Молодец татарчонок! Молодец!
– Мин – башҡорт!
– Э...э, сынок, беҙ бында барыбыҙ ҙа бер! Башҡорт ни ҙә, татар ни. Урыҫы менән сыуашы ла бер. Беҙ барыбыҙ ҙа – интернационал совет һалдаттары!
“Старик” шулай һөйләнә-һөйләнә тау битендәге таштар араһынан үҙенә яңы ҡорбан эҙләй башланы.
– Тәк, ана, теге яҡта ятҡан таш артын күрәһеңме? Унда тегеләй-былай сабышалар. Моғайын, минометтары шундалыр. Юғиһә, бик ҡыҙып киттеләр. Иң тәүҙә һин атаһың. “Дух” таш артына кереп юғалғас, өскә тиклем һана ла ат. Тағы атырға автоматыңды ныҡлап төҙәп ҡуй. Мин атҡандан һуң “егерме бер” тип әйт тә шул уҡ урынға тағы ат. Башҡаса тейҙереп булмай. Берәмләп атырға кәрәк. Ҡоралыңды яңынан шул урынға ныҡлап төҙәп өлгөр. Мин генә атһам, икенсе атыуға төҙәп өлгөрә алмайым. Тейҙереүе ҡыйын буласаҡ. Икәүләп алмаш-тилмәш атабыҙ. Фрештейн! Башланыҡ!
Ҡарт һалдат өйрәткәнсә, “дух” күҙгә күренеп ҡалған ергә Ринат атып ебәрҙе. Унан – “старик”, унан – ул. Шулай алмашлап ата торғас, ниһайәт, таш артынан сыҡҡан “дух” ауып төштө. Уға ярҙамға һуҙылған иптәше лә тәгәрәне.
– Бына шулай, сволата!
Руслан тағы шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ә тирә-яҡта һаман мәхшәр дауам итә ине. Тик хәҙер “дух”тарҙың был яҡ тау буйындағы пулеметтары менән минометтары өндәшмәне. Әммә ҡышлаҡ яғындағы һәм арттағы пулемет менән минометтары ҡотороноп һалдаттар позицияһын үтекләй.
Күктә беҙҙекеләргә ярҙамға ебәрелгән ике вертушка күренде. Улар инде хәлде самалап алғандар. Килешләй үк “дух”тарҙың тетмәһен тетергә тотондолар. “Шурави”ҙар дәртләнеп китеп атакаға күтәрелде. Һауанан ярҙам булғас, бәрелеш оҙаҡҡа һуҙылманы. “Дух”тар үлгәндәрҙең мәйеттәрен дә алмайынса, ҡайһыһы-ҡайҙа, тараҡандар кеүек, ҡасып бөттө. Береһе генә ҡулдарын күтәрергә мәжбүр булды. Ул да аяғы яраланған афғанлы ине. “Шурави”ҙар бик ҡыҙғайны һәм күп уйлап тормайынса, уны расходҡа ебәрҙеләр.
Беҙҙекеләр яғынан да унға яҡын юғалтыу бар ине. Яралылар ҙа байтаҡ ҡына. Ринаттың взвод командиры ла яраланған булып сыҡты.
Тәүге дары еҫен бына шулай еҫкәне Ринат. Ә теге уның менән бер соҡорҙа ятҡан “старик”, лейтенант янына килеп, пулеметсы һәм ике минометсыны Ринаттың юҡ итеүе тураһында доклад яһаны. Теге ышанмаҫҡа самалағайны ла Руслан уны үҙҙәре ятҡан соҡор төбөнә алып төшөп,“дух”тарҙы нисек атып юҡ иткәндәрен аңлатты. Унан тағы теге дошман ятҡан таш артын барып ҡаранылар. “Дух”тарҙың яралары “старик” әйткәнсә булып сыҡты. Ышандылар. Ринатҡа рота командиры саф алдында айырым рәхмәт әйтеп, миҙалға тәҡдим итәсәген белдерҙе.
Ринатҡа был “старик” нисектер бөтөнләй яҡын булып китте. Әйтерһең дә, улар ғүмер буйы бергә йәшәп, бер ауылда үҫкән. Ул мәлен тура килтереп:
– Теге “дух”тарҙы юҡ итеүҙә һинең өлөш күберәк булды. Мин тик һинең әйткәндәрҙе генә үтәнем. Миҙал һиңә булырға тейеш. Миңә, үҙең әйтмешләй, баҡыр котелок кеүек хеҙмәт итергә лә, хеҙмәт итергә. Миҙалға өлгөрөр инем. Ә һиңә бөгөн-иртәгә тигәндәй дембелгә. Өйөңә миҙал тағып ҡайтһағыҙ, алама булмаҫ ине.
“Старик” уны ишетмәгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫып, һауала ҡыҙып-ҡыҙып һайраған турғайҙы күрергә тырышып, өҫкә ҡарауын дауам итте. Унан тирә-яҡтағы тау баштарына ҡарашын күсереп, барларға тотондо. Шунан, сәғәтен яңы ғына күргән кеүек, борғолай-борғолай:
– Вот парадокс, был ваҡытты һис аңламаҫһың. Йә ыштан резинкаһы кеүек һуҙыла ла һуҙыла. Һис үткәреп булмай. Йә эргәңдән осоп үткән пуля кеүек үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Иртән генә ниндәй оҙаҡ һуҙыла ине, ә инде кис тә етеп бара, – тип ҡуйҙы.
Ысынлап та, яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы вертушкаға тейәп тылға оҙатҡансы, ҡоралдарҙы тәртипкә килтереп, яңы уңайлы позицияға урынлашҡансы ваҡыт киске яҡҡа ла ауышты. Бына ашап алырға тигән команда булды. Һалдаттар, үҙҙәре менән алып килгән ҡоро паектарындағы консерваларын йылытып, төшкө һәм киске ашты бергә ашай башланы. Ринат менән “старик” та ашарға икеһе бергә ултырҙы. “Старик” алдындағы тушенканан ҡайырып-ҡайырып ит киҫәктәрен ауыҙына оҙата-оҙата:
– Гражданкаға миҙал тағып ҡайтһаң, шәп булыр ине, тиһең инде, ә? – тип, инде Ринат күптән онотҡан темаға кире ҡайтты.
Егет тәүҙә был нимә һөйләй инде тип аңламайыраҡ торҙо. “Старик” һүҙен дауам итеп:
– Йәшһең шул әле. Аңлап бөтмәйһең. Беренсенән, минең орден менән миҙалым бар инде. Икенсенән, ваҡыты еткәс, үҙең дә шулай йәш һалдаттарға ярҙам итерһең. Бында, брат, бер-береңә шулай ярҙамлашмаһаң – хана! Иҫән ҡалыуың икеле. Һуғыш бит, һуғыш. Ә теге сержант командирыңа үпкәләп йөрөмә. Хәҙер ул һинең өсөн юҡ. Яраһы ул тиклем ауыр булмаһа ла, уның өсөн һуғыш тамам. Бөгөн үк тылға госпиталгә оҙатасаҡтар. Ә миҙалға килгәндә, күкрәгеңә тағылғас ҡына миҙал алғаныңа ышанырға мөмкин. Вәғәҙә иткәнде беҙҙә өс йыл көтәләр. Ә беҙ бит ике генә йыл хеҙмәт итәбеҙ. Бына шулай, брат, бөтә вәғәҙә иткән нимәләрҙе лә күңелеңә яҡын алып барма. Вәғәҙә – ул һауалағы торна, ә торнаға ышанма. Әле һинең ҡулыңда сәпсек түгел, ә һынған ҡанатлы себен дә юҡ.
Шулай бик төплө генә, яҡындан таныша-таныша, ашап алдылар. Ринат үҙен иртән үк аптыратҡан һорауға яуап табыр өсөн бик иғтибар итмәгән кеүек:
– Бер һорау бирһәм буламы? – тип ҡуйҙы.
“Старик” та юморға әүәҫ кеше икән, көлөмһөрәп алды ла:
– Тамаҡ туйҙы. Хет ун һорау бир. Яуабы әлегә бушҡа була. Тик әллә ниндәй ҡатмарлы һорау булмаһын. Ҡатмарлы һәм этажлы һорауҙарҙы яратмайым. Йә ниндәй һорау?
– Иртән теге “дух”ҡа атыр алдынан әллә беҙҙеңсә “бисмилла” иттең инде?
“Старик” башын һелкеп көлөп ебәрҙе. Ринатҡа мут йылмайып ҡарап алды ла:
– Ну, һин баш... баш...
– Башкирин!
– Эйе, башкирин, һин татарҙан да хәйләкәрерәк булырға оҡшағанһың. Барыһын да күрәһең, барыһын да ишетәһең һәм барыһын да самалайһың. Эйе, мин һеҙҙең кеүек “бисмилла” иттем. Минең әсәй яҡлап ҡартәсәйҙәр – татарҙар. Улар өйрәтте. Бында, һуғышта, сынок, “бисмилла” ла итерһең, һүгенә-һүгенә суҡынырһың да. Йәшәге килә бит. Ну, һин, молодец! Тик шуны әйт әле, минең эргәгә теге соҡорға нисек килеп төштөң?
Был һорауҙан Ринат, ҡысытмаһа ла, таҡыр башын тырнап алды. Дөрөҫөн әйтергәме, әллә белмәйем тигән яуап ҡына бирергәме, тип уйлап алды ла, дөрөҫөн һөйләп бирҙе:
– Мин атайым менән әсәйемдең берҙән-бер улы. Башҡа балалары юҡ. Икеһенең дә сәләмәтлектәре самалы. Улар уҡытыусы булып эшләй. Әгәр ҙә минең менән бер-бер хәл булһа, улар ҙа ҡайғыларына түҙә алмайынса икеһе лә һәләк буласаҡ. Шуға күрә миңә икеләтә һаҡ булырға һәм был мәхшәрҙән иҫән-имен йөрөп ҡайтырға кәрәк. Дошман һөжүм иткәндә лә, атакаға күтәрелгәндә лә гел уйлайым – нисегерәк итһәм миңә “дух”тар атып тейҙерә алмаҫ. Иртән һинең арттан атлағанда ла ҡарап барҙым. Һөжүм итһәләр, ҡайһы таш артына йәшеренеп, уларҙың үҙҙәрен нисек юҡ итеү тураһында уйланым. Тегеләй итһәм нисек була ла, был яҡҡа һикерһәм нисек була? Ҡайһы осраҡта дошман пуляһы ҡыуып тота алмаҫ? Теге соҡорҙо алдан уҡ самалап ҡуйғайным. Шунда һикерҙем. Тәк што, миндә өс кешенең ғүмере. Атай менән әсәйҙең ғүмере минең өҫтә.
– Да, брат. Был яҡлап һин дөрөҫ уйлайһың. Беҙгә иҫән ҡалырға кәрәк. Минең дә хәл шулайыраҡ. Тик минең өс апайым бар. Но, һин иҫән ҡаласаҡһың. Бына ул әйтте, тиерһең. Афарин! Парень, бында һәр аҙымыңды үлсәп, ҡырҡ ҡат уйлап атларға кәрәк. Алдан уйлап йөрөүең дөрөҫ һәм яҡшы һыҙат. Иҫән-имен өйөңә ҡайтып, ишек тотҡаңа тотоноуға мине иҫеңә төшөрәсәкһең әле. Мин әйтте тиерһең бына. Минең исемемде беләһең дә инде, нейтральный исем – Руслан. Әсәй шулай теләгән.
– Ә мин – Ринат. Икебеҙ ҙә Р хәрефендә.
Көлөшөп алдылар.
Йәш һалдат-салагаларҙың дары еҫкәүе һәм тәүге һуғышсан сынығыуы бына шулай башланды. Был һалдат хеҙмәтенең нәҡ йөҙ егерменсе көнөндә булды. Теүәл әйтеүе шунан, һәр һалдаттың түш кеҫәһендә бәләкәй генә календары бар. Бына шунда һәр хеҙмәт итеүсе үҙенең хеҙмәттә үткән көнөн билдәләп бара. Кемдер календарына энә менән тишек тишә йә түңәрәккә ала. Ҡайһы берәүҙәр, Ринат кеүек, үткән көндө арҡыс-торҡос һыҙып ҡуя. Ринат был көндө, кемдәндер ҡыҙыл төҫтәге ручка табып, түңәрәк эсенә алды. Ҡыҙыл түңәрәк дошман менән бәрелешкән көндө күрһәтергә тейеш ине. Йәш салагалар бөгөнгө көндө ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәреп, яраланған һәм һәләк булыусыларҙы уйлап, унан да бигерәк, бик тә көсөргәнешле психик кисерештәрҙән, оҙаҡ йоҡоға китә алмай борғоланып яттылар. Тик ныҡ талсығыу һәм эт кеүек арыу үҙенекен итте. Улар һаташыулы-баҫлығыулы йоҡоға сумды.
Ҡышлаҡ ҙур булғанлыҡтан бөгөн үк тикшереп сығыу мөмкин түгел ине. Шуға ла ауыл эргәһендәге бер ҡалҡыулыҡҡа урынлашып, төндө үткәрергә булдылар. Лейтенант, “старик”тар менән кәңәшләшеп алғас, шул ҡалҡыулыҡта нығынырға бойороҡ бирҙе. Дошман көтмәгәндә килеп сығып һөжүм итерҙәй яҡҡа дозорҙар һәм ҡарауыл ҡуйылды. Рация аша, иртәнгә тағы өҫтәмә көстәр ебәрербеҙ, тип бындағыларҙың кәйефен күтәрҙеләр. Юғиһә, яңы килгән йәш һалдаттарҙың беренсе мәйеттәрҙе күреүҙән бөтөнләй ҡобаралары осоп, үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әсәләренән айырылған бәрәс хәлендә инеләр. Ярай әле ҡарт һалдаттар бар. (“Ҡарт” тип ҡайтырға алты ай ҡалған һалдаттарҙы атайҙар). Уларға бындай ғына бәрелештәр һәм ҡорбандар – ғәҙәти күренеш. Шуға ла улар бөгөнгө бәрелеште бар тип тә белмәне. Үҙ-ара шау-гөр килеп сәй ҡайнатырға тотондолар.
Лейтенанттың ҡулбашын пуля һыҙырып үткән. Яраһы ҡурҡыныс түгел. Вертушка менән килгән врач уны тылға алып китмәне. Шуға ла уның кәйефе юҡ ине. Күренеп тора: был алыш уның беренсе алышы булып, бик ныҡ ҡурҡҡайны. Ярай “старик”тар тәжрибәле, уның хәлен аңлап, тынысландырған булдылар.
Позицияны булдыра алғансы нығыттылар. Тирә-яҡтан таштар йыйып, бруствер һымаҡ нәмә лә әтмәләп алдылар. Дүрт яҡты ла утҡа тоторлоҡ итеп өс пулеметты урынлаштырҙылар. Береһен, улай-былай килеп сыға ҡалһалар тип, ҡышлаҡ яғына ҡаратып ҡуйҙылар. Бөгөнгө мәхшәрҙән халыҡ ныҡ арып талсыҡҡайны. Шуға ла төнгө һаҡҡа барған һалдаттарға ял итергә ҡушылды. Ҡайҙа инде ул ял итеү тигән нәмә. Йәш һалдаттарға шулай. Ятаһың ойоп. Ни уяу, ни йоҡоло тигәндәй. Әйтерһең дә, иҫерек кеше. Башыңда әллә ниндәй һаташыулы ҡурҡыныс уйҙар өйөрөлөп, йоҡларға ирек бирмәй. Ә стариктарға ҡушмаһаң да баштарын ташҡа терәп булһа ла йоҡларға әҙерҙәр. Улар, эт ҡайышына әйләнеп, бындай ғына хәлдәргә өйрәнеп бөткән.
Төн былай тыныс үтте. Совет һалдаттарын бимазалаусы булманы. Күрәһең, кисәге алышта “дух”тарҙың да тетмәһе тетелгән. Әгәр һауанан вертушкалар менән ярҙам булмаһа, был алыш беҙҙекеләр өсөн бик фажиғәле тамамланыр ине. Хоҙай һаҡланы.
Ҡышлаҡты тикшереп сығырға тигән бойороҡ булды. Тик уның нимәһен тикшерәһең инде. “Старик”тар фаразлауы буйынса бар “дух”тар ҙа тараҡандар шикелле тау-таш араһына инеп боҫҡан. Улар бер нисә көн үҙҙәренең өңдәрендә ултырасаҡ. Ә ауылдағы “дух”тарҙың ысынлап та “дух” икәнен нисек иҫбат итә алаһың? Был мөмкин түгел. Шуға ла ҡоралдарын шалтыратып, ҡышлаҡ урамынан әле тегеләй, әле былай үткән булдылар. Урамда осраған һәр кеше тиҙерәк ҡапҡа артына, йә булмаһа, берәй тыҡрыҡҡа боролоп, ҡайҙалыр инеп ҡасырға тырыша. “Шурави”ҙар күҙенән юғалырға өлгөрә алмайынса ҡаршы осраған бала-саға һәм ирҙәрҙең күҙендә йә ҡурҡыу, йә нәфрәт сатҡылары ғына ялтырай. Башын-күҙен ҡаплап, күбәләк коконы-ҡурсағына оҡшап ҡараға төрөнгән ҡатын-ҡыҙҙы бөтөнләй күрермен тимә. Командир эштең файҙаһыҙ икәнен төшөнөп, тиҙҙән быны туҡтатты. Ҡышлаҡ тирәһен ентекләберәк тикшереп сығырға бойорҙо. Позицияла ҡалғандарға, урынлашҡан урынды нығытып, окоптарҙы тәрәнәйтергә ҡушылды. Тирә-яҡты тикшергән булдылар. Тик йыраҡтағы һөҙәк тау буйында көтөү көтөп йөрөгән ике йәш үҫмерҙе генә күрҙеләр. Улар яғына бара башлағас, үҫмерҙәрҙең ҙурырағы йылғаға табан йүгерә башланы. Һалдаттарҙың береһе, командир тарафынан бойороҡ булмаһа ла, малайҙы атып йыҡты. Яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, был 12-13 йәштәрҙәге малай ине. Һалдаттар килә башлағас, башын ҡулдары менән ҡаплап, ҡурҡышынан ҡысҡырып иларға уҡ тотондо. Пуля малайҙың ботон үтә тишеп сыҡҡан һәм яранан ҡан аға. “Старик”тарҙың береһе, яралы килеш этләнеп ятмаһын был тип, калашкаһын малайҙың маңлайына килтереп терәне. Малай Ринаттар ауылындағы теге ос Хәйбулла ағаһының улына бик тә оҡшағайны. Шуға ла Ринат малайҙы ҡыҙғанып:
– Һин нимә, “дед” башың менән ошо баланы атып үлтерер инеңме әллә? – тип“старик”ты этәп ебәрҙе.
Йәш һалдаттан быны көтмәгән “старик”, малайҙы онотоп, уның иҙеүенә килеп йәбеште. Тартҡылашып алдылар. “Старик” уҫал ине һәм Ринаттың битенә башы менән төкөнө. Ул саҡ артҡа янтайып өлгөрҙө, шулай ҙа танауы ҡананы. Тауышҡа лейтенант килеп етте.
– Нимә булды?
– Бына, малайҙы баҫтырғанда абынып йығылдым. Танау бәрелде.
Лейтенант һалдаттарҙың барыһын да үҙенең һынаулы ҡарашы менән быраулап сыҡты. Бер кем дә ләм-мим өндәшмәне, сөнки ошаҡлашыу тигән нәмә бында юҡ. Командирҙың ҡушыуы буйынса, малайҙың йәрәхәтен бәйләп, күтәреп алып ҡайтып, ҡышлаҡ урамында осраған берәүгә тапшырҙылар.
Малай юҡҡа ғына йылғаға ҡарай йүгермәгәндер, “дух”тарҙы иҫкәртергә уйлағандыр тип, йылға буйын да тикшереп сыҡтылар. Тик унда шикле бер ни ҙә таба алманылар.
Кискә табан ҡышлаҡтан һалдаттар урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа ҡарай ишәк егелгән ике генә тәгәрмәсле арба килгәне күренде. Һалдаттар, ул-был булып ҡуйһа тип, арбаға ҡаратып бер пулеметты төҙәп, бер минометты әҙерләп ҡуйҙы. Тик ишәкте бер ҡарт ҡына бабай етәкләгән, ул позицияға килеп етер-етмәҫтән туҡтап ҡалды ла ҡысҡырырға тотондо. Ҡарт ниҙер ҡысҡырып, һалдаттарҙы саҡыра ине. Ике һалдат уның эргәһенә барҙы. Командирҙың ҡушыуы буйынса, ҡартты әйҙәләп егеүле ишәге менән позицияға уҡ алып килделәр. Ҡарт ямаулы буй-буй һырыған сапандан ине. Башына был яҡтарҙа кейеп йөрөй торған, түбәтәй тиһәң хәтере ҡалыр, шундай бер нәмә кейгән. Афғанса, хали тигән нәмә, шикелле. Ул, арбаһына төртөп күрһәтә-күрһәтә, нимәлер һөйләргә тотондо. Арбала яралы көтөүсе малай ята ине. Ринат был ҡартты аңланы ла, аңламаны ла, күп кенә һүҙҙәре беҙҙеңсә. Бабай үзбәк милләтенән булып сыҡты. Һалдаттар араһында тәржемәсе булмағанға, бабай һөйләгәнде аңламанылар. Ә Ринат, бабайҙың бар һүҙен дә аңламағас, өндәшмәне. Унан да бигерәк таяҡтың йыуан башы алдан йөрөгән күп белеүсегә төшкәнен дә самалай. Шуны уйлап, өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулайыраҡ күрҙе. Сөнки ул әле “салага” ғына. Ә “салага”ларға юҡ-бар шикле һәм ауыр-хәүефле эштәрҙе тағырға ғына торалар. Шуға ла өндәшмәй ҡалыуың хәйерле генә түгел, ә алтындың алтыны. Бабай эргәһенә йыйылған һалдаттарҙың кемеһелер ашап туйғандан һуң яңылыш амин тотҡан өсөн “мулла” ҡушаматы алған бер татар егетен саҡырып ҡарарға кәрәк тине. Моғайын, ул аңлар. “Мулла” позицияның аръяғындағы таштар араһында һаҡта тора икән. Уны алып килделәр. “Мулла” бабайҙың арбала ятҡан яралы малайға ҡарап һөйләүен тыңлап торҙо-торҙо ла командирға ҡарап:
– Ҡарттың һөйләүенән шуны аңларға була: малай етем икән. Ата-әсәһе үлгән. Башҡа ҡышлаҡтан килеп, бында көтөү көтә, ти. Үҙебеҙгә дауаларға ҡуша, – тине.
Санитар Васяны саҡырып килтерҙеләр. Ул яңынан яралы малайҙы ҡарап тикшерҙе. Ике укол яһаны. Әле командирға, әле “муллаға” ҡарап:
– Мин нимә эшләй алам инде? Ҡулдан килгәнен эшләнем. Яраһы улай бик ҡурҡыныс түгел. Һөйәккә теймәгән. Пуля ашанан-аша үткән. Сыҡҡан яғында итен бер аҙ умырып алған. Тегергә кәрәк тә бит, миндә ундай әйберҙәр юҡ. Шунан мин хирург та түгелмен. Ике сәғәт һайын антибиотик укол ҡаҙап торорға кәрәк. Юғиһә, гангрена башланырға мөмкин.
Лейтенант уйға ҡалды. Ҡарт һалдаттарҙың әле береһенә, әле икенселәренә ҡарап, уларҙың нимә әйтерен көтә башланы. “Старик”тар өндәшмәне. Шунан ул палаткаға кереп китте. Уның рация аша база менән һөйләшкәне ишетелде. Күрәһең, унда, урындағы халыҡ менән низағҡа инмәҫкә, килеп сыҡҡан сетерекле хәлде нисек булһа ла тыныс юл менән көйләргә ҡуштылар. Палатканан ул үҙ алдына һүгенә-һүгенә килеп сыҡты. Кисә һәләк булған мәрхүмдәрҙән ҡалған ҡоро паектың икеһен малайҙы алып килгән ҡартҡа бирергә ҡушты һәм “муллаға” ҡарап:
– Бында алып ҡала алмайбыҙ. Иртәгә иртән яралыны тағы алып килһен. Шулай тип аңлат.
Федя, ә ысынбарлыҡта иһә Фәрит исемле булған тик күп ваҡыт “мулла” атамаһы менән генә йөрөгән тылмас, үҙенең был исеменә бер ҙә иҫе китмәй ине. “Мулла” тек “мулла”. Федяһына ла һис ҡыйынһынманы. Ул инде тырыша-тырыша үзбәк ҡартына татарсалап иртәгә тағы ла уколдар ҡаҙап, йәрәхәтте дарыулап, яңынан бәйләргә кәрәклеген аңлата башланы. Федя, йәғни Фәрит, ҡалала үҫкәнгә күрә, татарсаһы таҡы-тоҡо ғына булып, бабайға бик аңлата ла алманы, шикелле. Был хәлде ситтән генә күҙәтеп торған Ринат уға сеп-сей башҡортса:
– Иртәгә йома көн бит. Йома көндө иртән килергә ҡуш. Моғайын, аңлар. Йома көн тип әйт, – тип үҙе лә һиҙмәҫтән әйтеп һалды.
Башҡа эштәре булмайынса был хәлде күҙәтеп торған унлап һалдат йәһәт кенә боролоп Ринат яғына ҡаранылар. “Старик”тарҙан кемдер:
– Вот еще один басурман, – тип мығырҙанып алды.
Уның яғына ҡараусы ла булманы. Ҡарт та, йома һүҙен ишетеп, Ринат яғына ҡарап йылмайып ебәрҙе. Фәрит, Ринаттың кәңәшен тотоп, афған ҡартына иртәгә йома көндө иртән малайҙы тағы алып килергә кәрәклеген аңлата алды. Ҡарт әллә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе күрһәтеп, әллә бүтән нимә әйтергә теләп, үҙ алдына мығырҙана-мығырҙана, ҡулдарын бутап алды ла ишәген ауыл яғына бороп, ҡайтырға ҡуҙғалды. Лейтенант йыйылған һалдаттарға ризаһыҙлыҡ белдереп:
– Нимә ауыҙығыҙҙы астығыҙ, эшегеҙ бөткәнме ни?! Марш позицияны нығытырға! Ҡоралдарығыҙҙы таҙартығыҙ! Сержант Федоров, ҡайҙа, нимә эшләргә кәрәклеген күрһәт! Ана, теге окоптарҙы тәрәнәйтергә кәрәк. Көньяҡ менән көнсығыш яҡтағы окоптарҙы бергә тоташтырығыҙ. Бына был яҡҡа таштарҙы йыйып өйөгөҙ! – тип күрһәтмәләр бирҙе һәм, үҙенең палаткаһына китеп барышлай, сержанттың Ринатҡа теге окопты тәрәнәйтергә кәрәклеге тураһында һөйләгәнен күреп. – Ә уны минең янға саҡыр! – тип әмер бирҙе.
– Ана, командир һине саҡыра. Марш шунда!
Ринат кителенең өҫкө төймәһен ҡаптырғанлығын барлап, ҡайышын рәтләп алды ла командир палаткаһына килеп инде һәм үрә ҡатып честь биреп:
– Иптәш лейтенант, рядовой Валитов һеҙҙең бойороҡ буйынса... – тип әйтеп тә өлгөрмәне, командир:
– Вольно!
– Откуда призывался?
– Башҡортостан, шул-шул райондан.
– Үзбәк телен ҡайҙан беләһең?
– Мин үзбәксә белмәйем. Тик беҙҙең телдәр оҡшаш икән. Шуға аҙыраҡ аңланым.
– Яҡшы. Тегеләй-былай кәрәк була ҡалһа тәржемәсе Исламов Фәриткә ярҙамлашырһың. Аңлашылдымы?
– Яҡшы, иптәш лейтенант! Аңлашылды!
Командир палаткаһынан сыҡҡанда Ринаттың башына шундай уй килеп китте: ҡара һин уны, мәктәптә уҡығанда бар уҡытыусылар ҙа, урыҫ телен камил өйрәнегеҙ, тормошта гел кәрәк буласаҡ. Башҡа милләттәр менән аралашыу теле ул. Урыҫ теле – иң мөһим тел, ти торғайнылар. Ә бына үҙ телен белеүе лә бик ярап ҡуйҙы. Башҡорт теле лә башҡа милләттәр менән аралашыу өсөн иң мөһим тел икән. Ысынлап та, әсә телен – башҡорт телен камил белеүе уға алдағы тормошонда ныҡ ярҙам итте. Ярҙам итте генә түгел, күп бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, нисәмә тапҡыр үлемдән алып ҡалды. Ә әлегә Ринат был турала белмәй һәм күҙ алдына ла килтермәй ине. Әлеге минутта тик үҙенең башҡортлоғо арҡаһында ғына үзбәк телен дә яҡшы аңлауын белде. Ә татарса һөйләп торорға ла түгел инде. Татар теле уға икенсе туған теле кеүек. Татарҙар менән үҙенең туғандарылай бик тә яҡшы аңлап һөйләшә. Ни тиһәң дә, үҙ туғаны инде.
Төндә ҡаты ғына шау-шыу булып алды. Һаҡта торған ҡарауылсы ниндәйҙер оло йәштәге һәләмә генә кейенгән афғанлыны атып үлтергән.
Һаҡсы “Туҡта! Кем килә?” тип тә, “Туҡта атам!” тип тә ҡысҡырған, һауаға ла атҡан. Афғанлы туҡтамаған. Етмәһә, позиция эргәһенән генә үтә торған юлдан ҡышлаҡҡа табан йүгергән. “Бик тә шикле шәүлә күренде. Шуға ла аттым. Мин уны ҡурҡытырға ғына теләгәйнем”, – тип һөйләне ул.
Әммә афғанлының яраһы үлемесле ине. Пуля күкрәгенә тейгәйне. Мәйетте тентеп тикшергәндән һуң шул асыҡланды: билендәге матурлап һырлап эшләнгән ҡынға һалынған ябай ғына афған бысағы һәм арҡаһындағы биштәрендә усаҡта бешерелгән көлсә-икмәктән башҡа нәмәһе юҡ. Икенсе йыл хеҙмәт иткәндәрҙән Ринат һәм уның кеүек йәш һалдаттар шуны белде: бында йәшәгән һәр әҙәм ун-ун ике йәшенән үк билендә бысаҡ йөрөтә икән.
Иртәнсәк яралы малайҙы уколға алып килгән ҡарт был үлгән бәндәнең уларҙың ҡышлағынан түгел, ә ниндәйҙер йыраҡтағы ҡышлаҡтан икәнен саҡ-саҡ аңлата алды. Мәйетте үҙе менән алып китергә тәҡдим яһалғас, ҡырҡа баш тартты. Көн ҡыҙыу булғанлыҡтан, уны юлдан ситтәге бер ҡалҡыулыҡ битенә әштер-өштөр күмеп, баш осона таш та ултыртып ҡуйҙылар. Икенсе көндө иртән үк ниндәйҙер өс ҡарт килеп, ҡәбер эргәһендә бик оҙаҡ ҡына ултырып, ҡайтып киттеләр. Күрәһең, ҡәбер эйәһенә доғалар уҡып, мосолманса һуңғы йола үтәп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәттеләр.
Командир афғанлыны атҡан һалдатҡа уяу һаҡта торғаны өсөн командование исеменән рәхмәт белдерҙе. Тағы ла тырышыбыраҡ хеҙмәт итһә, моғайын, ун көнлөк ялға ла ҡайтарырбыҙ әле, тип вәғәҙә итте. Ҡайһы бер һалдаттарҙың был һүҙҙәрҙән күҙҙәрендә көнләшеү сатҡылары ялтыраны. Ринат та үҙ алдына:
– Бәхетле, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.
Ҡайһы арала эргәһенә килеп баҫҡандыр, үҙе менән теге көндө соҡорҙа ятҡан “старик”:
– Кеше үлтереү бәхет түгел, – тип төрттөрөп алды.
– Ниндәй кеше булһын, “дух” бит ул. Һин уны үлтермәһәң, ул һине үлтерәсәк. Дошман ул.
– Юҡ, һин, молодой, дөрөҫ уйламайһың. Нисек кенә булмаһын, кеше ул. Ә бына беҙ уларға – дошман. Уның иленә баҫып ингән дошманбыҙ.
– Афған хөкүмәте үҙе беҙҙе саҡырып килтерҙе. Беҙ интернациональ бурысты үтәйбеҙ. Афған халҡына ярҙамға килдек, – тип Ринат карантин үткәндә командирҙар һөйләгән нотоҡтарҙы ҡабатларға тотондо. Ә үҙе эстән генә “Бәй, был, үҙе икенсе йыл хеҙмәт итһә лә, сәйәси яҡтан бөтөнләй наҙан урыҫ икән. Күрәһең, урман эсендәге һаҙлыҡтан яҡты донъяға яңы сыҡҡан кешелер. Үҙен ниндәй белдекле кеше кеүек күрһәтергә тырыша”, тип уйлап ҡуйҙы.
Ә Руслан уға аҫтан ғына көлөмһөрәп ҡарап алды ла:
– Ярай, был турала туҡтатып торайыҡ. Әлегә барыбер аңламайһың. Ваҡыты еткәс, аңларһың әле. Бында хөкүмәт башында феодалдар ултыра, ә улар бөтә халыҡ түгел. Әйҙә, киттек. Политинформация дәресе әлегә ябыҡ тип иғлан итәм. Ана, беҙҙе көрәк-ломдар көтә, – тип Ринатты үҙҙәренә тәғәйенләнгән секторҙан окопты тәрәнәйтергә алып китте.
Хәрбиҙәр афған халҡы – ябай декхандар алдында – ышаныс һәм ихтирам яулар өсөн уларға төрлө ваҡ-төйәк эштәрҙә ярҙамлашырға тейеш ине. Шуға ла тәүге йылды һалдаттарға, нисек кенә булмаһын, ҡорал ҡулланырға ҡәтғи тыйылды. Әммә халыҡ тарафынан “шурави”ҙарға ҡарата ҡаршылыҡ көсәйеп, ҡорбандар күбәйә башлағас, ҡорал ҡулланып яуап бирергә рөхсәт ителде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ябай халыҡҡа ярҙамлашырға тигән күрһәтмә үҙ көсөндә ҡалды.
Яралы малайҙы көн дә уколға алып килә торған ҡарт афғанлы кисә лә, бөгөн дә килмәне. Шуға ла командир өс һалдатты эйәртеп, санитар Васяны ҡышлаҡҡа ебәрҙе. Яралы малайҙы дауалаған булып, ҡышлаҡты тикшереп, разведка үткәреп сығырға ине иҫәбе.
– Ул-был шикле кешеләр, ҡораллы һаҡалтайҙар күренмәйме? Урамдан, йорттар араһынан үткәндә ишек алдарын иғтибар менән тыңлағыҙ, ирҙәр шаулашмаймы, ҡорал-маҙар шалтырамаймы? Ҡыҫҡаһы, күргән-ишеткәндәрегеҙҙе хәтерегеҙгә һеңдерегеҙ. Ҡайтҡас, барыһы тураһында ла миңә еткерергә! – тип ҡәтғи күрһәтмә бирҙе.
Күпселеге үзбәктәр йәшәгән ҡышлаҡ булғанлыҡтан, тылмас урынына Ринатҡа барырға бойоролдо. Ҡарт һалдаттарҙан бындағы халыҡтың аҫтыртынлығы һәм яуызлығы тураһында күп ишетергә тура килгәнлектән, ҡышлаҡҡа барырға ашҡынып тороусылар юҡ ине. Шуға ла был дүртәү юлға төшөнкө кәйеф менән ҡуҙғалды.
Төш ваҡытына иртәрәк ине. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән афғанлылар ҡышлаҡҡа табан китеп барыусы “шурави”ҙарҙы күргәс, тиҙерәк берәй ҡалҡыулыҡ артына ышыҡланырға, һис тә булмаһа, баҫыуҙа үҫкән арпа-бойҙай араһына сүгәләргә ашыҡты. Бер нисәһе күрмәмешкә һалышты, әммә барыһы ла шикле ҡыҙыҡһыныу менән аҫтан ғына уларҙы күҙәтте. Юл ситендәге баҫыуҙа эшләп йөрөгән ике афғанлы, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, бындағы ғәҙәт буйынса бер аҙ ғына эйелеп, иҫәнләшеп алдылар. Һалдаттарға командир итеп билдәләнгән сержант та уларға оҡшатып иҫәнләште һәм үҙенең ҡул аҫтындағыларға ла шулай итергә ҡушҡас, барыһы ла ул ҡушҡанса эшләне. Был хәлдән туҙанлы юлдан ҡышлаҡҡа барыусы һалдаттарҙың кәйефтәре бер аҙ күтәрелә төштө.
Ҡышлаҡ урамында сыр-сыу килеп уйнаған бала-саға, төйлөгән күргән тауыҡ себештәре шикелле, ҡайһыһы-ҡайҙа ҡасып юҡ булды. Тауҙан ағып килгән арыҡ буйында үҫкән тут ағасы күләгәһендә эҫе ҡояштан ҡасып, үҙ уйҙарына бирелеп ултырған ҡарт ҡына бер нимәгә лә аптырамай, һике өҫтөндә ултырыуын белде. Әйтерһең дә, уға был хәлдәр күптән таныш. Ул донъяның бер нимәһенә лә ғәжәпләнмәй ине. Егеттәр карантин учебкаһында алған белемдәре һәм сержант өйрәткәнсә үзбәксәләп, ҡулдарын күкрәккә ҡуйып, билдәрен бөгә биреп, баш эйеп иҫәнләште. Шунда ғына афған ҡарты уларға иғтибар итеп, нимәлер уҡынып, “әппәр” итеп ҡуйҙы. Ринат та бабай кеүек битен һыпырып алды. Уға башҡаларҙың ғәжәпләнеп ҡарауына ул ауылдағы бабайҙарҙың бер-береһе менән иҫәнләшкәс әппәр итеүҙәрен иҫенә төшөрөп:
– Шулай кәрәк. Был ҡарттарҙы хөрмәтләүгә керә, – тине.
Төркөмгә командир вазифаһына билдәләнгән сержант та теләр-теләмәҫ битен һыпырып ҡуйғас, уға башҡалар ҙа эйәрҙе. Уларҙың яҙмышы был ҡышлаҡта ҡыл өҫтөндә торғанлығын һәм ошо кешеләргә бәйле икәнен сержант аңлай ине. Тик ул шуны белмәне: афғандар үҙҙәре йәшәгән ҡышлаҡта һәм өйҙәренә кергән сит кешегә һис теймәй. Ул, кем булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлаҡтың ҡунағы. Ә ҡунаҡ – изге, хатта ҡораллы булһа ла. Тик ҡоралын ғына эшкә екмәһен. Ҡорал ҡулланған булһа инде, ул саҡта башҡа мәсьәлә.
Бабайҙан теге йәрәхәт алған малай ҡайҙа торғанлығын һорашырға тотондолар. Бабай әллә үҙе “шурави”ҙарҙы аңламаны, әллә башҡа сәбәп менән “белмәйем” тигән кеүек башын ғына һелкене. Ринат нисек кенә аңлатып ҡараһа ла, бабай бер нимә лә белмәй ине, шикелле. Яҡындағы ҡапҡанан 10-12 йәштәр тирәһендәге малайҙың башы күренде. Ҡарт уға өндәшкәс, малай ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡарт янына килде. Бабай уға нимәлер әйтте. Малай үҙенең артынан барырға ҡушып, шуравиҙарға ҡулы менән ишараланы ла уларға шикләнеберәк ҡарай-ҡарай, алдан атланы. Малай бер тыҡрыҡтан кереп китте. Шунан ҙур ғына ҡапҡалы бер йорт алдына туҡтап, башы менән ымлап йортҡа күрһәтте лә, эшем бөттө тигән кеүегерәк, ашыға-ашыға кире китте. Бер аҙ барғас туҡтап, йыраҡтан ғына шуравиҙарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланы. Был йорт бүтәндәргә ҡарағанда үҙенең түбәһе менән айырылып тора. Ҡыйығы ҡалай менән ябылған. Йорттоң биҙәкле ҡапҡаһы ла асыҡ булып сыҡты. Һалдаттар унда үтмәне. Командир ҡапҡаның келәһен шаҡылдатып алды. Оҙаҡ та үтмәй унан ризаһыҙлығы йөҙөнә яҙылған, “тағы бында кемдәр йөрөй инде” тигән ҡиәфәттә бер ҡатын килеп сыҡты. Сит кешеләрҙе күреү менән, ҡурҡышынан ниндәйҙер бер ауаз сығарҙы ла тиҙерәк битен ҡаплап, йорт эсенә инеп юғалды. Шул уҡ минутта тиерлек йорттан бер матур ғына һаҡаллы ир ҡапҡа алдында пәйҙә булды. Ринат нисек кенә теге яралы малай тураһында һорашһа ла, ир уларҙы аңламаны. Шунан Ринат теге ишәк менән килгән бабайҙың исемен иҫенә төшөрөп, Ширали, Ширали, тине лә сатанлап теге малайҙың аяғы яралы икәнен аңлатырға тырышты. Васяның санитар сумкаһынан бинт һәм дарыуҙар алып күрһәткәс кенә, теге әҙәм төшөндө, ахыры. Һалдаттарҙы өйгә саҡырҙы. Тик ҡурҡыу тигән нәмә егеттәрҙә көслө ине. Улар йортҡа үтмәне. Теге бәндә кире инеп китте. Асыҡ ҡапҡанан уның йорттағыларға ниндәйҙер күрһәтмәләр биреүе, тағы кемдәрҙеңдер шәп-шәп атлап ары-бире үтеп китеүе күренде. Шунан ҡара сутыр 6-7 йәштәрҙәге ике афған малайы килеп сыҡты ла ҡыҙыҡһынып һалдаттарҙы күҙәтә башланы. Эстән уларға ниндәйҙер ҡатын ҡысҡырҙы. Малайҙарҙың йылмайып торған йөҙөнә шунда уҡ ҡурҡыу йүгерҙе. Улар нисек пәйҙә булған –шулай уҡ бик тиҙ ҡапҡа артына инеп ҡасты. Оҙаҡ та тормай теге ир, ниндәйҙер төйөнсөк тотоп, яңынан һалдаттар эргәһенә килеп сыҡты һәм үҙенең артынан әйҙәне.
Яралы малайҙы ҡараусы ҡарт ҡышлаҡтың теге башындараҡ тора икән. Бер аҙҙан уның өйөнөң эргәһенә килеп еттеләр. Егеттәрҙе оҙатыусы ир, ҡапҡаны шаҡып алды ла, яуап та көтөп тормайынса, уны этәне. Ҡапҡа ауыр ыңғырашып шығырҙай-шығырҙай эскә асылды. Егеттәр тағы урамда көтөргә уйлағайны, ир санитар Васяны етәкләп тигәндәй эскә үтергә өндәне. Санитарҙың үҙен генә йорт эсенә индереп ебәрергә шикләнделәр. Барыһы бергә һаҡ ҡына йорт алдына үтте. Йорт бик ярлы ине. Ишекһеҙ бәләкәй генә ике ҡаралты, улар алдында тандыр тигән мейестәре күренә. Өй мөйөшөнә терәлеп тигәндәй оҙон ғына саған үҫеп ултыра. Ҡаралты алдында унлап тауыҡ менән ике әтәс һәм инде себештәре күгәрсен ҙурлыҡ булып үҫеп килгән тауыҡ “ҡорт-ҡорт” килеп тибенеп йөрөй.
Бер ҡарсыҡ килеп сыҡты. Һалдаттарҙы күреп, ул бөтөнләй ҡурҡыуға төштө. Ишек төбөндәге урындыҡҡа ултырып, ниндәйҙер доға уҡып, битен һыпыра башланы. Шуравиҙарҙы оҙатып килгән ир ҡарсыҡҡа нимәлер һөйләргә тотондо. Улар шәп-шәп һөйләшкәнгә, төркөмгә тылмас итеп ебәрелгән һәм афғанлыларҙың һәр һүҙен тәржемә итергә тейеш булған Ринат уларҙың “шыр-быр” килеп һөйләшеүенән бер нимә лә аңламаны. Оҙатыусы ир ҡарсыҡҡа ҡулындағы төйөнсөктө тотторҙо ла Васяның еңенән тотоп, үҙе артынан өй эсенә әйҙүкләне. Башҡалар ҙа уның артынан эйәрергә уйлағайны, сержант туҡтатты. Ринаттың арҡаһынан этәрә биреп кенә санитар артынан керергә ҡушты. Эскә үттеләр. Ысынлап та, йорт эсе бик ярлы ине. Тыштағы эҫе тынсыу һауанан һуң өй эсендә баҙға төшкән кеүегерәк булды. Балсыҡтан өйөп һалынған яҫы түбәле өй эсендә һалҡынса һәм еләҫ икән.
Малай иҫке балаҫ-юрғандар өҫтөндә иҙәндә ултыра. Яҡтынан һуң ярым ҡараңғы өй эсендә ауырыуҙың йәрәхәтен ҡарарлыҡ түгел ине. Шуға ла Вася:
– Басурмандарыңа әйт, ауырыуҙы тышҡа, яҡтыға алып сыҡһындар, –тине.
– Улар минеке түгел, – тип Ринат та үҙ сиратында төрттөрөп ҡуйҙы.
– Һин, салага, әйткәнде үтә! Тәржемә ит!
Вася бер йыл хеҙмәт иткән “черпак”. Шуға ла йәш һалдаттар алдында үҙен ҡарт һалдаттар кеүек һауалы тота. Ринат башҡаса һүҙ көрәштереп торманы, сөнки ваҡыты әле түгел, был “черпак” аҙаҡтан барыбер үс алып берәй аламалыҡ эшләйәсәк. Ринат бар һәләтенсә башҡортса һәм үҙе белгән үзбәк һүҙҙәрен ҡушып, яралыны тышҡа, яҡтыға алып сығырға кәрәклеген аңлата башланы. Аңланылар. Санитар яралыны ҡарап, йәрәхәтенә дарыуҙар һөртөп, арт яғына ике укол ҡаҙаны. Малай бик түҙемле ине. Вася үҙ эшен башҡарғанда тик иренен тешләп, йөҙөн генә һытып, күҙенән бер-ике бөртөк йәш кенә күрһәтте.
Өй эсенән ҡортҡа сығып, һалдаттар менән килгән афғанлыға нимәлер аңлатырға тотондо. Әле Васяға ҡарап, әле аласыҡтың береһенә күрһәтеп һөйләне. Афғанлы санитарҙы аласыҡ эсенә саҡырҙы. Быныһын инде Ринат тәржемә итмәһә лә аңларға була ине. Аласыҡҡа үттеләр. Һике һымаҡ нәмә өҫтөндә әбейҙең ҡарты, малайҙы уколға йөрөткән бабай ята ине. Аяғы шешкән икән. Хатта балтыры эренләгән. Санитар шеш урынын йод менән эшкәртеп, шеште ярҙы. Бабай кеше ул тиклем үк түҙемле булмайынса, шеште ярғанда ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Вася йәрәхәтте дарыуҙар менән эшкәртеп, бер нисә укол да ҡаҙаны. Йәрәхәтте бинт менән бәйләп ҡуйҙы.
Эште бөтөрөп, бабай янынан сығыуға ҡарсыҡ уларҙы сәй табынына саҡыра башланы. Ринат быны тиҙ аңланы һәм командирға үҙе аңлағанса тәржемә лә итте. Уларҙы был йортҡа алып килгән афғанлы ла уларға сәй эсеп китергә тәҡдим яһаны. Тик сержант ҡәтғи рәүештә сәйҙән баш тартты. Егеттәрҙең сәйләп алырға бик теләктәре булһа ла, командир ризалашманы.
Теге бай йорттан килгән үҙҙәрен оҙатыусы афғанлыға рәхмәт әйтә-әйтә, ҡайтырға тип урамға сыҡтылар. Ә урамдың ике башында ла ыбыр-сыбыр бала-саға йыйылған. Барыһы ла һалдаттарҙы күҙәтә. Һалдаттар килеп сығыуға ҡайһыһы-ҡайҙа пырхылдап, ҡапҡа арттарына ҡасып та бөттө. Егеттәр килгән урам-тыҡрыҡтар аша, командир ҡушҡанса тирә-яҡты ентекләп күҙәтә-күҙәтә, ҡайтыр юлға сыҡты. Ҡышлаҡта ул-был шикле кешеләр, ҡораллы һаҡалтайҙар күренмәне. Ғөмүмән, ҡышлаҡта тыныс ине.
Төш ваҡыты етте. Ҡояш рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Һауала бер генә болот әҫәре лә күренмәй. Үлән араһында туҡтауһыҙ сиңерткәләр сырҡылдауынан башҡа бер йән эйәһен күрмәҫһең. Тик бейектә-бейектә бер нисә төйлөгән балаһы ғына үҙҙәренең әсәләрен саҡырып сырҡылдашып оса. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән кешеләр ҙә күренмәй. Улар ҙа эҫенән ҡасып, өйҙәренә таралышҡан.
– Эх, һыу инергә ине, – тип ҡуйҙы “черпак” Вася.
– Туйғансы шишмә һыуы эсһәң дә шәп булып ҡалыр ине, – тине сержант.
– Һе, үҙең теге ҡарсыҡ сәй эсергә саҡырғас та рөхсәт итмәнең. Хәҙер шишмә һыуы эскең килгән, – тип ҡуйҙы Вася.
Сержант атлаған еренән туҡтап, төркөмгә ҡарап алды ла битенән аҡҡан тирен баш кейеме менән һөртә-һөртә:
– Һин, санитар киҫәге, белергә тейешһең. Бында һиңә тәмле сәй, мул ризыҡ тәҡдим итеп, ағыулап ҡуйыуҙары ла бар. Афғанлылар ҡулынан бер ниндәй ризыҡ та, эсемлек тә алырға ярамай. Ағыуланыу осраҡтары етерлек.
– Үҙҙәренә ярҙам иткән кешене ағыулаймы ни?! Малайын дауалайбыҙ, бабайын дарыуланыҡ. Берәй сынаяҡ сәй эскәндән әллә нимә булмаҫ ине, – тип санитар һаман үҙенекен һөйләне.
Сержант юҡҡа тел сарлағанды бик өнәмәй ине. Шуға ла ҡәтғи генә:
– Стройҙа быҡылдап бармаҫҡа! – тип ҡуйҙы. Шунан бер аҙ өндәшмәй генә атлағас, күрәһең, һүҙһеҙ барыу уны ла ялыҡтырҙы:
– Иң яҡшыһы һин Валяң менән нисек төн ҡунғаныңды һөйлә. Хет атлауы күңеллерәк булыр, – тип ефрейторға өндәште.
Ә инде тегеһенә шул ғына кәрәк. Инде нисәнсе тапҡыр һөйләгән булһа ла, яңынан тәфсирләргә тотондо. Ул һөйләгән һайын ниндәйҙер яңыртыуҙар ҡушып, тәм өҫтәргә ярата. Әле лә шулай булды. Ә Ринат ефрейторҙың был тарихын яттан белә. Шуға уның хәбәренә иғтибар ҙа итмәйенсә, ауылда ҡалған Ғәлимәһен уйланы. Эйе, Ғәлимә уның ҡыҙы түгел-түгеллеккә. Вәсил уның менән йөрөй. Тик Ғәлимә генә гел Ринатҡа тартыла. Ә Ринат Ғәлимә менән дуҫтарса ғына мөнәсәбәттә ҡалырға тырыша, сөнки ул Вәсил менән дуҫ. Шуға ла дуҫы күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙы тартып алырға күңеле бармай. Ә Ғәлимә Ринатҡа бик оҡшай.
Ринаттың тәмле уйҙарын сержанттың:
– Уң яҡтағы тау битенә иғтибар итегеҙ! – тигән бойороғо бүлдерҙе.
Барыһы ла шул яҡҡа күҙ ташланы. Тик тау битендә әллә ниндәй шикле нәмәләр күренмәне. Ниндәйҙер бер һыбайлы ғына атын яй ғына атлатып, йыраҡтағы тау битенән ҡайҙалыр китеп бара ине. Бына ул да ҡаршылағы бик бейек булмаған тау артына кереп юғалды. Башҡаса шикле нәмәләр күренмәне. Шулай эҫенән әлһерәп лагерға ҡайтып еттеләр. Бар күргән-белгәндәрен лейтенантҡа еткерҙеләр. Тирә-яҡ тыныс ине. Тәүге көндәге “дух”тар һөжүмен иҫкә алмағанда, әйтерһең дә, һуғыш бөтөнләй юҡ. Шул уҡ сиңерткәләр тауышы, шул уҡ юғарыла төйлөгән балаларының пипелдәп ҡысҡырыуы ла, тау буйында йөрөгән һарыҡ-кәзә көтөүе. Иртә-кистәрен теге ҡышлаҡ өҫтөнән күтәрелгән шыйыҡ ҡына төтөн бағаналары ла шул уҡ. Ҡайһы саҡта ел ауыл яғынан булғанда, намаҙ ваҡыты еткәнен иҫкәртеп, тоноҡ ҡына аҙан тауышы ишетелеп ҡуя. Бер нәмә лә һуғыш барғанын хәтерләтмәй. Тик хәрбиҙәр урынлашҡан лагерҙа ғына ниндәйҙер көсөргәнеш. Теге көндәге бәрелеште көн һайын тиерлек иҫкә төшөрөп, гәпләшеп-бәхәсләшеүҙәр ҙә бер аҙ тына төштө. Лагерҙағы хәрби тормош көн һайын шул уҡ бер яйы менән үтә торҙо. Ринат ҡына тылмас роленә баш-аяғы менән сумды. Лейтенант биргән “Урыҫ-пуштун һәм пуштун-урыҫ” һүҙлеген ҡыҙыҡһынып өйрәнә башланы. Дөрөҫөрәге, афғанлылар пуштун телендә һәм үзбәктәр күпләп йәшәгән ерҙә үзбәксә телендә һөйләшә. Үзбәк теле башҡорт теленә яҡын. Шуға ла аңлауы еңелерәк. Ә бына пуштун теле башҡаса – ауыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп һүҙҙәр беҙҙекенә оҡшаш.
Ринаттар дүртәүләшеп көн дә ҡышлаҡҡа теге малай менән ҡартҡа уколдар ҡаҙап, йәрәхәттәрен бәйләргә йөрөнө.
Санитарҙың командирға:
– Малай менән ҡарттың хәле көндән-көн яҡшыра бара. Шуға ла улар янына көн һайын бармаһаҡ та була, – тип әйтеүенә, командир:
– Малай менән бабай беҙгә шайтаныма ла кәрәкмәй. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ә бына разведка – кәрәк нәмә. Ул һуғышта – иң мөһиме. Һеҙ ҡышлаҡҡа уларҙың яраларын бәйләргә генә йөрөмәйһегеҙ – разведкаға йөрөйһөгөҙ. Быны барығыҙ ҙа ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ!
Һүҙ шуның менән бөттө. Бына Ринаттар төркөмө инде нисәнсе көн тағы разведкаға, йәғни малай менән ҡарттың яраларын эшкәртергә ҡышлаҡҡа китте.
Ә был ваҡытта төп базаға штабтан яңы күрһәтмә килде. “Кандагар ҡалаһы тирәһендә “дух”тарҙың бик ҙур көсө туплана башлаған, шуға әҙер торорға кәрәк. Моғайын, улар беҙҙең көстәргә ҡаршы ниндәйҙер операция әҙерләйҙер. Беҙҙең позицияны нығытыу өсөн һәм шул йүнәлештәге көстәрҙе Кабул ҡалаһына бара торған юл эргәһенә һәм шул тарлауыҡҡа күсерергә” тигән йәшерен бойороҡ килеп төштө. Бойороҡта “Ашығыс эшләргә” тигән ҡәтғи күрһәтмә лә бар.
Бойороҡ үтәлергә тейеш. Радист йәшерен шифрограмманы командирҙың ҡулына тоттороу менән, ул кисектергеһеҙ үтәлә башланы. Лагерь, әйтерһең дә, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан шикелле, мәж килеп юлға йыйына башланы. Ул арала һауала вертушка һәм йыраҡтағы юлдан ике БТР килгәне күренде. БТР-ҙар лагерға яҡынлай алманы – юл юҡ ине. Ә вертушка лагерь эргәһенә үк килеп ҡунаҡланы. Унан бер капитан килеп төштө һәм ҡаршы килгән лейтенантҡа пакет тоттороп:
– Ашығыс, асып бойороҡ менән таныш! – тине.
Лейтенанттың пакетты асып уҡығанын көтөп торҙо ла уға һүҙ өндәшергә лә ирек бирмәй:
– Рация һәм радисты бар ҡағыҙ-документтар менән вертолетҡа ултыртырға! Үҙең һалдаттар менән БТР-ға марш! БТР-ҙар ҡайҙа барырға кәрәклеген белә. Маршрут карталары уларҙа бар. Барығыҙ, үтәгеҙ!
Радисты бар йыһаздары менән алып, вертолет һауаға күтәрелде. Лейтенанттың фаразлауынса, осҡос күрше позицияларға юл алды.
Ярты сәғәт тирәһе ваҡыт та үтмәгәндер, бар лагерҙы ҡапҡа тултырылған шырпы бөртөктәре шикелле БТР-ҙарға шыплап тейәнеләр. Урын бик ҡыҫыҡ ине. Шуға ла саҡ һыйып, ҡуҙғалып киттеләр. Шунда “дух”тар менән тәүге көндө үк бәрелешкәндә Ринат менән бер соҡорҙа ятҡан “старик” ҡышлаҡҡа ярҙам күрһәтергә киткәндәрҙе иҫенә төшөрҙө. Лейтенант БТР командирына кисекмәҫтән туҡтап, ҡышлаҡта ҡалған һалдаттарҙы барып алырға кәрәклеген әйтте. Тик БТР командиры сәғәтенә ҡарап:
– Беҙ былай ҙа графиктан һуңға ҡалдыҡ. Ниндәйҙер ике-өс һалдат өсөн бик мөһим булған хәрби операцияны туҡтатып булмай. Нимә генә булыуына ҡарамаҫтан, беҙгә билдәләнгән квадратҡа шул-шул сәғәткә барып етергә ҡушылды. Был – приказ! Ашығыс үтәлергә тейеш!
– Егеттәр йәл. Юҡҡа ғына харап булыуҙары бар. Ярай ҙа, баштары эшләп, беҙҙең эҙҙән килһәләр.
– Ҡайтырҙар, юҡ өсөн хафаланма. Төп базаға бынан бер утыҙ саҡрымлап булыр. Йүгерә-атлай ҡайтҡанда биш-алты сәғәтлек юл. Ҡулдарында шул автоматтары ғыналыр бит?
– Шулайлыҡҡа шулай ҙа ул. Тик беҙ позициянан киткәнде белһәләр, ҡышлаҡтағы дошман яҡлылар уларҙы тотоп алырға мөмкин.
– Аламалыҡты алдан уҡ уйлап, ҡарға кеүек ҡарҡылдап саҡырырға ярамай. Тегеләй-былай була ҡалһа, һалдаттарыңа әйтеп ҡуй, хәрби задание-разведканан ваҡытында ҡайтманылар, тип әйтергә онотмаһындар. Ҡышлаҡ артындағы тауҙа атыш тауыштары ишетелде, моғайын, “дух”тарға тап булғандарҙыр, тиһендәр. Иҫән булһалар, ҡайтырҙар. Һин миңә был турала һөйләмәнең. Мин ишетмәнем. Йәшһең шул әле. Аңлап бөтөрмәйһең. Бойороҡ, нисек кенә булмаһын, бойороҡ ул. Үтәлергә тейеш!..
Ә был ваҡытта өс “шурави” бабайҙың өйөндә әҙерләнгән ябай ғына сәй табынында тәмләп-тәмләп, тирләп-бешеп афған сәйе эсеп ултыра ине. Тәүҙә сәйҙән баш тартырға уйлағайнылар ҙа “черпак” Вася:
– Юҡ өсөн ҡурҡып торор саҡ түгел әле. Лагерға ҡайтып еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Тамаҡ кипте. Пулянан үлергә насип булһа, сәй эскәндән генә харап булмабыҙ әле, – тигәс, сержант та ризалашты.
Табын артында Вася тағы телен сарлап:
– Күпме ярҙам иттек. Ҡоро паекты үҙебеҙ ашамайынса уларға ташыныҡ. Беҙгә ҡаршы аламалыҡ эшләһәләр, басурмандарҙың аллаһы уларҙың баштарынан һыйпамаҫ. Шулаймы басурман ҡалдығы?
Был – “черпак” урыҫтың Ринатҡа сираттағы төрттөрөүе, уны кәмһетергә тырышыуы. Ринат өндәшмәне. Афған сәйе бик тәмле ине. Ә сержант черпакка асыуланып:
– Һин нимә? Телең менән буҡ бутайһың. Аппетитты боҙма. Юғиһә, мин маңлайыңа биреп, мөгөҙөңдө кәкрәйтергә лә булдыра алам.
Һүҙ шуның менән туҡталды. Афған сәйе генә түгел, ә әбей бешергән көлсә лә бик тәмле булды.
Өс “шурави” ҡайтырға ҡуҙғалды. Һәр ваҡыттағыса урамда бала-сағалар уларҙы ҡыҙыҡһынып йыраҡтан ғына күҙәтте. Егеттәр һиҙә ине. Һәр йорттан ҡапҡа ярыҡтарынан булһа ла ҡарап оҙаталар. Шулай ҡышлаҡ та артта ҡалды. Егеттәр сәй табынын иҫтәренә төшөрә-төшөрә лагерь яғына һуҙылған туҙанлы юлдан иренеп кенә атлауҙарын белде. Ҡайҙа ашығырға? Һәр кем үҙ уйҙарына сумды. Барыһы ла көндәгесә, ҡышлаҡта һәм баҫыуҙа тыныс ҡына эшләп йөрөгән бер нисә үзбәктән башҡа улай-былай шикле әҙәмдәр күренмәй. Тирә-яҡ тып-тыныс. Шул уҡ бытбылдыҡтар үлән араһында һайрашып, бер-береһенә хәбәр бирешә. Шул уҡ йомрандар, был өс һалдатты күреп, һыҙғырышып ҡуя. Ринат ҡына, ғәҙәтенсә, һәр соҡор, һәр таш артын, тау биттәрен күҙәтеп атлауын белде. Көтмәгәндә күҙе үҙҙәре урынлашҡан бейеклек түбәһенә төштө. Позицияла палаткалар ҙа, радиостанцияның антенна мачтаһы ла күренмәй. Тертләп китте. Хатта йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ул шып туҡтап ҡалды. Үҙенән артта атлаған сержант уға килеп бәрелде. Командир ауыҙын асып ниҙер әйтергә әҙерләнгәйне, Ринаттың лагерь яғына ымлап күрһәткәнен самалап, ҡарашын шунда йүнәлтте. Лагерь урыны буш. Сержанттың хатта йөҙө ағарып китте. Ул бик яман итеп бер һүгенеп алды ла лагерь булырға тейешле ҡалҡыулыҡҡа табан тороп йүгерҙе. Ринат та артыҡ һорауҙар бирмәйенсә уға эйәрҙе. Уларҙан алда ауыҙ эсенән ниҙер көйләп барған “черпак”ты ла уҙып киттеләр. Ул инде:
– Һеҙ нимә? Ни булды? – тип кенә өндәште лә улар артынан йүгерергә тотондо.
Эштең ниҙә икәнен самалап алды, ахыры, ул инде ҡысҡырып һүгенә-һүгенә лейтенантты, ташлап киткән иптәштәрен һүгергә тотондо.
Лагерь буп-буш ине. Кухня торған урында буш консервалар өйөмө һәм башҡа пакет, ҡатырға киҫәктәре генә ята. Буш лагерь биләмәһен ентекләп ҡарап сыҡтылар. Сержант тештәрен ҡыҫып:
– Вот сволата! Исмаһам, бер-ике ҡоро паек ҡалдырһалар ни булыр ине. Тағы бер аҙналыҡ запас бар ине бит, – тип ҡуйҙы.
Черпак бөтөнләй илап ебәрҙе. Ул инде бер туҡтауһыҙ:
– Иптәш сержант, командир! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? Беҙгә нимә була? Беҙгә хана. Бер һүҙ менән әйткәндә, капут. Аңлайһыңмы? Капут!
Фельдшер – ҡала егете. Ул ошо йәш кенә ғүмерен гел күмәк кешеләр араһында үткәргәнгә, былай ситтә, бигерәк тә таныш булмаған тауҙар араһында өсәү генә ҡалыуҙы донъя емерелеүгә, катастрофаға тиңләне. Уға эйәреп Ринат та борсола башланы. Ауылда бесән әҙерләгәндә сабынлыҡта өсәр-дүртәр көн яңғыҙ ғына урманда үткәргән саҡтары ла күп булды уның. Атаһы ашарға алырға ауылға ҡайтып киткәндә ундай ғына яңғыҙ ҡалыуҙар йыш була ине. Етмәһә, яҡында ғына айыу биләмәһе. Айыу үҙенең бында хужа икәнен кешеләргә иҫкәртеп, өйөп ҡуйылған күбәләрен йә сабылған бесән бакуйҙарын туҙҙырып китергә лә күп һорамай. Ҡайһы бер төнө буйы ухылдап, бышҡырып, йәш ағас-ҡыуаҡтарҙы һындырып йөрөй. Ул саҡта усаҡты төнө буйы туҡтауһыҙ яғып, утҡа сей үләндәр һалып, төтөн ебәрергә кәрәк. Айыу төтөн еҫен яратмай, тиҙерәк ситкә китергә тырыша. Шуға ла Ринат был хәлгә әллә ни борсолманы. Тик бынауының лышҡылдауы ғына күңеленә ныҡлап тейә башланы. Ирекһеҙҙән теге көндәге “дух”тар менән бәрелешкән саҡты иҫенә төшөрҙө. Эйе, бөгөн дә шундай засадаға юлыҡһалар, эштәре бик шәптән булмаҫ. Был ҡурҡыныс уйҙарҙы башынан тиҙерәк ҡыуып сығарырға тырышты ул. Әлеге шул бесән сапҡандағы саҡтарҙы, ундағы айыуҙың кешеләрҙе ҡурҡытырға теләп ҡылған уҫаллыҡтары тураһында уйларға тырышһа ла, барып сыҡманы. Алдағы билдәһеҙлек һәм үҙҙәренең әлеге хәле күңелен борсоп, йөрәген кимерҙе.
Санитарҙың паникаға бирелеп:
– Нишләргә, хәҙер нишләргә? – тип иламһырауына, Ринат тамағын ҡырғылап:
– Уйларға кәрәк, – тип ҡуйҙы.
Сержант уның был һүҙен эләктереп, “черпак”ка уҫал екерҙе:
– Не ной! Шыңшыма! Вот, хәҙер башығыҙҙы эшләтегеҙ! Уйларға кәрәк! Молодой дөрөҫ әйтә. Уйларға кәрәк!
Ул эргәләге ҡаҙылып бөтмәгән пулемет позицияһы төбөнә төшөп сүгәләне.
– Паникаһыҙ ғына! Кемдә ниндәй фекер бар? Соҡорға төшөп ултырығыҙ! Флаг кеүек елберҙәп тормағыҙ! Бер-ике сәғәттән бында духтар киләсәк. Ярай әле ул тиклем ваҡыт үтһә, рәхмәт әйтерһең. Ярты сәғәт тә үтмәҫкә мөмкин. Улар беҙҙең был позицияның нисек ҡоролғанын һәм беҙҙең нимә ашап, нимә эскәнде энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығасаҡ. Улар булмаһа, ҡышлаҡ халҡы киләсәк, сөнки беҙ тирә-яҡҡа миналар урынлаштырып өлгөрмәнек. Дөрөҫөрәге, миналарҙы килтереп еткермәнеләр. Кемдә ниндәй уй-план тыуҙы? Йә, салабон, һин нимә уйлайһың? – тип ул иң тәүҙә Ринатҡа мөрәжәғәт итте.
– Мин нимә әйтә алам инде? Йәһәтерәк төп базаға шылырға кәрәк. Бынан тиҙерәк табан ялтыратыу яғын ҡарайыҡ.
– “Черпак”, һиндә ниндәй өмөт-ышаныс быҫҡый?
– Миндә бер ниндәй ҙә фекер-өмөт юҡ. Хәҙер һин командир. Һин уйла!
Сержант серт иттереп теш араһынан ситкә төкөрөп ҡуйҙы.
– Ҡайһы берҙә бигерәк миңрәү инде һин. Нисек фельдшерға уҡығанһыңдыр?! Уныһы миңә билдәһеҙ. Ә һин, молодой, дөрөҫ фекерләйһең. Һыпыртырға кәрәк. Ни тиклем бынан тиҙерәк табан ялтыратабыҙ, үҙебеҙгә шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Бер ун минут хәл алайыҡ та юлға ҡуҙғалабыҙ.
Соҡор төбөндә һаман лышыҡ-лышыҡ килеп ултырған “черпак”ка ҡарап:
– Лышҡылдауыңдан туҡтамаһаң, ошонда бәйләп ҡалдырабыҙ. Бигерәк ҡурҡаҡ, паникер булып сыҡтың. Етәр! – тип екерҙе.
Теге тынып ҡалды. Күрәһең, ҡайһы саҡта ҡурҡаҡты тағы ла нығыраҡ ҡурҡытыу таман ғына була. Сержант үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә фекер йөрөтә башланы. “Бергәләп атларғамы, әллә бер-беребеҙҙе күрә-күрә, интервал менән барырғамы? Улай итһәң дә берәм-берәм сүпләргә мөмкиндәр. Төндә атлаһаҡ, аҙашасаҡбыҙ, карта юҡ. Иң яҡшыһы – көндөҙ һәм бергә барыу. Ни булһа ла, бергә күңеллерәк. Ярай, әҙерәк тын алдыҡ. Ҡуҙғалырға ваҡыт. Йәгеҙ, Аллаға тапшырҙыҡ. Һин, молодой, үҙеңдең мосолманса доғаларыңды уҡы. Беҙ үҙебеҙҙең доғаларҙы уҡыйбыҙ. Ярар, Аллаһ беҙҙең менән! Яҙмышыбыҙҙы Уның ҡулына тапшырабыҙ”. Мәңге Алланы иҫенә лә төшөрмәгән сержанттың бер туҡтауһыҙ Алланы телгә алыуы Ринатты бер аҙ аптыратты-аптыратыуын. Күмәк булғанда ғына бик ҡурҡытмай икән, ошолай өсәү генә ҡалғас, әллә нимәләр уйландыра. Бигерәк тә үҙеңдекеләр үҙеңде һатлыҡ йән кеүек ташлап киткәс. Хет ауыл яғына ҡарап, бер-ике тапкыр минометтан атырға кәрәк булған. Шартлау тауышын улар, һис шикһеҙ, ишетер ине лә тиҙерәк ҡайтыр яҡҡа һыпыртыр ине. Етмәһә, сәйләп ултырған булдылар. Тамаҡ тамуҡҡа керетә тигәндәре шул була инде.
Сержант, егеттәрҙе аптыратып, һис тартынмайынса өс тапҡыр суҡынып алды. Юлға ҡуҙғалдылар. Ашарға юҡ, хатта эсергә һыу ҙа бик аҙ. Фляжкаларҙағы берәр литр һыу күпмегә етә инде? Ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлаһа, ике сәғәткә лә етмәй. Һәр ҡайһыһында дүртәр магазин патрон. Барлығы – ун ике магазин. Бик ныҡ һаҡлап атҡанда ла ун-ун биш минутлыҡ нәмә. Икешәр лимонкалары бар инде. Сержант егеттәргә ҡәтғи генә:
– Һин уң яҡты һәм арт яҡты күҙәтеп бар. Ә һин һул яҡтан күҙеңде алма, арт яҡҡа ла күҙ һалғыларға онотма. Ал яҡ һәм тау баштары – минеке.
Шулай килештеләр. Йүгерә-атлай ҡалҡыулыҡтан аҫҡа, юлға табан төшөп киттеләр. Юлға еткәс тә сержант йүгереүенән туҡтаманы. Әммә йүгереүен әкренәйтте. Хәҙер һалмаҡ ҡына йүгерә башланылар. Берәй сәғәт шулай йүгереүҙән тамам һуштары алынды. Командир ролен үтәгән сержант аңлай ине. Былай йүгереп әллә ни ырата алмайҙар. Бынауындай эҫелә тағы берәй сәғәт йүгерһәләр, һуңынан атлап барырлыҡ та хәлдәре ҡалмаясаҡ. Шуға ла бер уйһыуырак урында шып туҡтаны ла:
– Ун биш минутлап ял итеп алабыҙ, – тине һәм ухылдап ергә үк һуҙылып ятты. Башҡалар ҙа, бер һүҙ әйтмәй, уның эргәһенә тәгәрәне. Сержант тау баштарын күҙенән үткәрә-үткәрә:
– Ысынлап та, беҙгә бынан тиҙерәк шылырға кәрәк. Шуға йүгерҙек. Беҙҙекеләр йәйәү булһа, ҡыуып етергә ышаныс баҙлар ине. Күрәһегеҙ бит, ике БТР-ға тейәлеп ҡасҡандар. Ну, инәләрен шулай иткере нәмәләр! – ул йәмһеҙ итеп һүгенеп алды.
Йүгергәндә генә һиҙелмәгән икән, талғын ғына ел иҫкеләп ала. Нәҡ бына шул ел уларҙың ҡолағына йыраҡта күк күкрәгән һымаҡ тауыштар алып килде. Командир, ҡорт саҡҡандай, ҡапыл тороп ултырҙы ла ярым бышылдауға күсеп:
– Ша!.. Тымығыҙ!.. Тынығыҙҙы ла арт яғығыҙҙан алып ултырығыҙ!
Тауышты егеттәр ҙә ишетеп, тороп ултырҙы. Тындарын да сығармай тыңларға тотондолар. Тик уң яҡтағы тауҙар яғынан ниндәйҙер ҡоштоң ғына һайрауы ишетелә, яҡында ғына үлән араһында сиңерткәләр сәрелдәшә. Бер аҙҙан тағы тоноҡ ҡына шартлау тауышы ишетелгән кеүек булды.
– Ишеттегеҙме?
Командир шатлыҡ ялтыраған күҙҙәрен иптәштәренең әле береһенә, әле икенсеһенә күсерҙе. Егеттәр ҡолаҡтарын һағайтып, тыңлауҙарын дауам итә-итә, һүҙһеҙ генә баштарын ҡаҡты. Йыраҡтағы күкрәү тауышы тағы ҡабатланды. Быныһы инде, тоноҡ булһа ла, асығыраҡ ишетелде. Сержанттың күҙгә күренеп кәйефе күтәрелеп китте. Ул тантаналы тауыш менән:
– Беҙҙекеләр “дух”тарҙы миномет менән үтекләй. Моғайын, вертушкалар ҙа килгәндер әле. Әйҙәгеҙ, егеттәр, үҙебеҙҙекеләргә табан ел булып осайыҡ. Тауыштан самалағанда, бынан ун биш-егерме саҡрымдарҙа булырға тейештәр. Тау араһында тауыштың, үҙегеҙ беләһегеҙ, нисек таралғанын аңларлыҡ түгел.
Был өсәү тағы тороп йүгерҙе. Тәүҙә хәрәкәт етеҙ генә булһа ла, берәй сәғәттән тамам һалмаҡланды. Унан бөтөнләй атлауға күстеләр. Был тиклем йүгереүҙән тындары ҡыҫылды. Өҫтәрендәге китель манма һыу булды. Ә күктә ҡояш рәхимһеҙ ҡыҙҙыра ғына.
Вася иһә бөтөнләй мәлйерәп, ебеп төштө. Ул инде бер кемгә лә ҡарамай:
– Бөттө!.. Мин бүтән бара алмайым. Хет атып йығығыҙ, – тип ергә ауҙы һәм йыш-йыш тын ала-ала: – Һеҙгә рәхәт, ә бит минең арҡала автоматтан башҡа дарыуҙар тулы санитар сумкаһы ла бар.
Сержант барған ыңғайға, артына ла боролоп ҡарамай, туҡтап ҡалды. Ул да калашын ергә ташлап, сүгәләне һәм тау баштарына күҙен йүгертеп, Ринатҡа:
– Нимә, салабон, һин дә ебеп төштөңмө?
Ринат та ергә һуҙылып:
– Әлегә түҙерлек, – тип ҡуйҙы.
Уның да һушы алынғайны, тик ҡалала үҫкән Вася кеүек бөтөнләй бөтөрөнмәне. Ни тиһәң дә, ауыл малайы. Бындай ғына хәлдәргә тарығаны бар.
Бер ун-ун биш минутлап ятып алғас, командир тағы:
– Әйҙә, тороғоҙ! Ҡуҙғалырға кәрәк. Былай ятып Алланан мәрхәмәт көтөп булмай. Атлайыҡ.
Санитар бөтөнләй иламһырап:
– Ниңә тыуҙым мин? Ниңә ошо ҡәһәр һуҡҡан армияға килдем? Хеҙмәттән тороп ҡалырға ла мөмкинлегем бар ине бит, – тип инде хәҙер илай уҡ башланы. – Хет ошонда атып китегеҙ, мин башҡаса бара алмайым. Аяҡты көҙән йыйыра... – Ул аяғындағы итеген һалып, балтырын ыуырға тотондо. – Был аяҡ туғыҙынсы класта уҡығанда һынғайны. Шуның зарары инде...
Сержант тамам асыуы ҡабарып:
– Һинең медицинаң нимә ти һуң бындай ваҡытта? Китаптарыңда нимәләр яҙалар? Шул ғына етмәгәйне. Сумкаңда юҡмы ни шунда берәй уколың? Ҡаҙап ебәр!
– Бар ҙа ул, тик мин ҡурҡам. Үҙемә-үҙем укол ҡаҙағаным юҡ.
– Ҡайҙа, ниндәй укол? Күрһәт әле!
Вася сумкаһын аҡтарып, ниндәйҙер уколдар араһынан береһен командирға күрһәтте. Командир:
– Ҡайһы урында көҙән йыйыра?
– Бына бит. Үлтерә инде.
Сержант аптырап ҡарап торған Ринатҡа күҙ ҡыҫып алды ла:
– Тот! – тине.
Үҙе ҡырағай йәнлек етеҙлеге менән аяғын ыуып ултырған санитарҙың өҫтөнә менеп тә атланды.
– Нығыраҡ тот! – тип ҡабатланы ул.
Ринат эштең ҡайҙа табан боролғанын самалап, санитарҙың аяғына йәбеште. Вася уны-быны аңлап алғансы сержант тегенең көҙән йыйырған балтырына уколын килтереп тә батырҙы. Был хәрби шарттарҙа ауыртыуҙы баҫа торған әҙер укол ине. Санитар тыпырсынырға ла өлгөрмәне, тик аҡырып алды ла бер туҡтауһыҙ һүгенергә тотондо. Шунан иламһырап:
– Укол ҡаҙай торған урынға тәүҙә йод һөртәләр. Юғиһә, заражение китергә мөмкин, – тине.
– Һуң, һөрт! Нимә ултыраһың. Барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда бит, – тине командир, тегенең өҫтөнән төшөп.
Бер аҙҙан Васяның бер яҡҡа кәкерәйеп ҡатҡан аяғы турайҙы. Күрәһең, көҙән йыйырыуы баҫылды. Командир быны самалап, Ринатҡа ымланы:
– Күтәр слабактың сумкаһын. Мин автоматын алам.
Тағы ҡуҙғалдылар. Әллә бер аҙ ял итеп алыу, әллә укол тәьҫир итте, санитар ҙа улар артынан йәһәтерәк атлай башланы. Унан билендәге ҡайышында эленеп торған өс магазин патрон ғына ҡалды. Флягаһындағы һыуҙы ул күптән эсеп бөтөргәйне инде.
Бер аҙ барғас, барыһын да һиҫкәндереп, ҡаршылағы тау артынан ап-асыҡ итеп бер-бер артлы ике атыу тауышы яңғыраны. Был шомло атыу тауышы ине, сөнки беҙҙең “калашка”ларҙың тауышы улай яңғырамай. Ниндәйҙер ят тауыш. Алда барған сержант уң ҡулын өҫкә күтәреп, туҡтап ҡалды. Был “туҡтағыҙ” тигән ишараһы ине. Тынып ҡалдылар. Командир уҫал ыҫылдап:
– Йәшеренегеҙ! – тине, үҙе юлдан ситтә ятҡан оло ғына бер таш артына боҫто. Һалдаттар тиҙ генә таш артына сумды. Шулай оҙаҡ ҡына ятып, тирә-яҡты күҙәттеләр. Ул-был шикле нәмәләр күренмәне, тауыштар ҙа ҡолаҡтарына салынманы. Тәбиғәт кенә барыһына ла битараф. Бер туҡтауһыҙ сиңерткәләр үҙҙәренең эс бошорғос көйҙәрен һыҙғыра. Һауала һирәк-һаяҡ төйлөгән ҡысҡыра һәм егеттәргә таныш булмаған ҡоштар һайраша.
Сержант тамағын ҡырғылап алды ла:
– Беребеҙгә разведкаға барып килергә кәрәк, – тип, санитар Васяға ҡарап алды. Ул инде баяғы хәлдән айнып бөтмәгәйне.
– Минең аяҡ бит, аяҡ... Унан мине үлтерһәләр, һеҙҙең яраларҙы кем бәйләй? – тине.
Командир, әсе лимон ҡапҡан шикелле йөҙөн һытып, бер Василийға, бер Ринатҡа ҡараны:
– Рәхим итеп шыңшымай ғына тор әле. Һинән башҡа ла сирҡаныс. Уҡшыта башланың, васькин кот. Санитар хреново!
Бер аҙ өндәшмәй торғас, ҡаршылағы ҙур булмаған һөҙәк тауға ҡарап:
– Ярай, йәш “шурави”. Ни булһа, шул булыр. Кемгәлер барырға кәрәк. Бәхетеңде һынап ҡарайыҡ. Ҡул артың нисек икән? Иптәш рядовой, был ефрейторҙан һөт тә, йөн дә юҡ, – тип башы менән ефрейтор чинлы санитарға ымланы һәм Ринатҡа ҡыҫҡаса ғына күрһәтмәләр бирә башланы. – Таштан-ташҡа ҡаса-боҫа ғына бар. Шул уҡ ваҡытта тирә-яғыңды, тау баштарын ҡарарға онотма. Менеп етер алдынан шыуышып ҡына бар. Тау башында баҫып торған кеше әллә ҡайҙан күренә. Ҡара, ҡалҡыулыҡ артында нимәләр бар, нимәләр ишетелә, тыңла. Был юл шул яҡҡа борола. Теге ваҡыт беҙ засадаға эләккән урын да күренеп торорға тейеш унан. Засада ҡорорға бик уңайлы урын. Әйҙә, братан, ҡуҙғал. Улай-былай шикле нәмәләр күҙеңә салынмаһа, баш кейемеңде болғарһың. Санитар сумкаһын ҡалдыр. Етте, үҙе күтәрһен. Ефрейторҙың ике лимонкаһын да ал. Донъя хәлен белеп булмай. Патрондарыңды һаҡлап ат. Беҙ ярҙамға килеп етергә тырышырбыҙ. Әлбиттә, киләсәкбеҙ. Айболит, лимонкаларыңды бир әле салабонға.
Санитар ҙур ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, ҡайышындағы лимонкаларҙы ысҡындырып, Ринатҡа һуҙа-һуҙа:
– Ниңә разведкаға үҙең генә бармайһың? – тип мығырҙаны.
– Цыц, черпак-сүмес! Юғиһә, тотҡаңды һындырырмын. Унлап саҡрым үтмәнек ебеп төштөң. Оҙаҡламай бөтөнләй таралып китмәһәң ярай әле. Миңә үҙемде лә, һеҙҙе лә имен-һау базаға алып ҡайтып еткерергә кәрәк. Әйҙә, туған, ҡуҙғал.
Ринат артыҡ һүҙ әйтеп тормай, йүгерә-атлай, таштар артына боҫа-боҫа ҡуҙғалып китте. Ярай әле тау битендә унда-бында төрлө ҙурлыҡтағы таштар тәгәрәшеп ята. Тау башына иҫән-һау менеп етте. Командир өйрәткәнсә, аҙаҡҡы тиҫтә метрҙарҙы шыуышып ҡына менде. Тик тау өҫтөнән алдараҡ тағы бер тау һырты барлығы асыҡланды. Ул тау башынан асылған күренеште ентекләп өйрәнде. Шикле нәмә күренмәгәс, алдағы тауға табан йүгерҙе. Ярай әле ара әллә ни йыраҡ түгел, дүрт йөҙләп метр ғына.
Кинәт танауына резина янған еҫ килеп бәрелде. Әллә ни уйлап тормайынса эргәләге ҙур ғына таш артына барып ятты. Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен самаларға тырышты. Юҡ, белерлек түгел. Ҡарт һалдаттарҙан күргәнсә, бармағын төкөрөкләп өҫкә күтәрҙе. Ел алғы яҡтан уға ҡарай иҫкәнен самаланы, төкөрөклө бармаҡтың шул яғы һыуынғанын нервылар баш мейеһенә еткерҙе. Уға ла бик ышанмайынса, эргәләге бәпембәнең башын өҙөп, өҫкә туҙҙырҙы. Бәпембәнең мамығы яй ғына артҡа табан осоп китте. Талғын ғына һауа ағымы уға ҡарай иҫкәнен асыҡланы. Шыуыша-шыуыша алға китте. Резина янған еҫ хәҙер бигерәк тә ныҡлап һиҙелә башланы. Тау түбәһенән ҡарауы булды бар тәненән ҡурҡыу хисе ток булып йүгереп үтте. Ысынлап та, аҫтан юл үтә, иң ҡурҡынысы – юлда ике БТР янып бөтөп бара. Ара йыраҡ ҡына булһа ла, БТР тирәһендә үлеп ятҡан һалдаттарҙы ла ап-асыҡ шәйләне. Былар беҙҙекеләр ине.
Оҙаҡ күҙәтте ул юлды, тик башҡа шикле нәмә күрмәне. Һауала ғына үләкһә ҡоҙғондарының тауыш биреп, бер-береһен саҡырғандары ғына ишетелде. Ах, ҡәһәр төшкөрө нәмәләр, ҡайҙан һиҙеп алалар, тип уйлап ҡуйҙы. Ҡабат, беренсе тау түбәһенә, артҡа йүгерҙе. Үҙен иптәштәре күреренә ышанғас ҡына бер таш артына ышыҡланып, афганка-эшләпәһен һалып, шартлы ишараланы. Улай ғына ла түгел, гимнастеркаһын һалып болғаны. Күрҙеләр. Командир менән санитар шулай уҡ ҡаса-боҫа, йүгерә-атлай тигәндәй, тауға күтәрелә башланы. Улар килеп етер-етмәҫтән Ринат тағы теге түбәгә йүгерҙе. Сержант та уның артынан эйәрҙе. Ринат бер ҙур ғына таш артына боҫто. Ҡулын болғап, тегеләрҙе үҙенең эргәһенә саҡырҙы. Тындары бөтөп килеп еткән иптәштәренә хәлде аңлатып биргәс, йәшеренеп кенә тау түбәһенән аҫты күҙәтә башланылар. Юлдағы ике БТР-ҙың тәгәрмәстәре янып бөтөп бара. Тик бер БТР ғына янғанға оҡшамаған. Тирә-яҡты һәм юлды оҙаҡ күҙәттеләр. Бер шикле нәмә һиҙелмәй. Әммә мәйет еҫен һиҙгән ҡоҙғондар ғына бөтөнләй әрһеҙләнеп, юл өҫтөнә үк төшөп ултырған.
Сержант:
– Тере кеше булһа, ҡоҙғондар былай оятһыҙланмаҫ ине. Шулай булғас, дошман юҡтыр. Беҙҙекеләрҙең дә иҫән ҡалыуҙары шикле. Ҡуҙғалдыҡ! Әммә барыбер һаҡ булырға кәрәк.
“Шурави”ҙарҙың тауҙан ҡаса-ҡаса төшөп килеүҙәрен күргән ҡоҙғондар ситкәрәк осоп китте. Егеттәр янған БТР-ҙар эргәһенә килеп етте, тирә-яҡта беҙҙең һалдаттар ята. Бигерәк тә БТР тирәһендә күптәр. Күрәһең, түңәрәк оборона ойошторорға уйлағандар. Бына лейтенанттың мәйете лә ята. Эргәһендә тағы ике йәш һалдат. Был һалдаттар – Ринаттар менән хеҙмәткә килгән Һамар егеттәре. Ринат илап ебәрмәҫ өсөн тештәрен ҡыҫты. Ә инде ефрейтор Вася бөтөнләй ергә ҡапланып иларға кереште.
Сержант бөтә мәйеттәрҙе лә ҡарап йөрөгән арала Ринат теге остағы янмаған БТР янына барҙы. Тирә-яғын, аҫтын да бик ентекләп ҡарап сыҡты. Юҡ, шикле нәмә күренмәй. Ирекһеҙҙән ҡулы менән тимергә туҡылдатып алды. БТР эсенән тоноҡ ҡына:
– Кем унда? Үҙебеҙҙекеләр булһағыҙ, ҡотҡарығыҙ! Ишектә – растяжка. Шартлай күрмәгеҙ.
БТР эсенән килгән тауышҡа Ринат бер миҙгелгә аптырап торҙо ла яй ғына командирға һыҙғырҙы. Тегеһе боролоп ҡарауға, бармағын ирененә терәп, ҡулын болғап уны эргәһенә саҡырҙы. Һыҙғырыу тауышын ишетеп, эстән тағы өндәштеләр.
– Кем бар унда? Мине минаға ултыртып ҡуйҙылар. Һаҡ булығыҙ шартларға мөмкин.
Шунда Ринат түҙмәне:
– Үҙебеҙҙекеләр. Беҙ хәҙер һине ҡотҡарырға тырышып ҡарайбыҙ. Урыныңда тик кенә ултыр.
Сержант та килеп етте. Бер аҙ ғына кәңәшләшеп алдылар. Ҡабаттан ентекләп БТР-ҙың ишектәрен ҡарап сыҡтылар. Ысынлап та, арттағы ишектең аҫтынан нескә генә тимерсыбыҡ БТР аҫтына табан һуҙылғайны. Күрәһең, мина ҡуйған “дух” бик тәжрибәле булмаған. Егеттәр был минаны тиҙ зарарһыҙландырҙы. Улар БТР эсендә кемде күрһәләр ҙә аптырамаҫтар ине, унда “старик” – Руслан ултыра ине.
Ул, ишек асылған көйө:
– Егеттәр, мин лимонка өҫтөндә ултырам. Күрәһегеҙме, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, бәйләп ҡуйҙылар. Һелкенеп тә булмай.
Ринат Русланға мөрәжәғәт итте:
– Һелкенмә! Үлһәк, икәү үләбеҙ. Хәҙер тырышып ҡарайым.
Ринат һаҡ ҡына ҡулы менән Русландың бот араһынан аҫҡа кереп китте. Әһә, самалап алды, лимонка нәҡ уртала урынлашҡан. Бармаҡтары менән һаҡ ҡына ҡапшап, уның нисек ятҡанын белде. Чека тотҡаһы аҫҡы яҡта икән. Лимонканы һелкетмәҫкә тырышып, услап алды. Тотҡаны ҡыҫып, яй ғына дуҫының аҫтынан шыуҙырып сығарҙы. Ярай әле духтар тағы берәй этлек уйлап ҡуймаған. Шулай ҙа бәйләнгән ҡулдарын ысҡындырғансы тағы бер ҡарап сыҡтылар. Улай-былай шикле нәмә тапмағас, Русландың ҡулы бәйләнгән бауҙы киҫеп алдылар. Шатлығынан уның күҙ йәштәре бәреп сыҡты.
– Бына бит әй, егеттәр, ғүмер бөтмәгәс, һеҙ ҙә иҫән, мине лә ҡотҡарҙығыҙ. Рәхмәт инде, рәхмәт һеҙгә! Ә бит һеҙҙең ҡышлаҡта ҡалғанығыҙҙы лейтенантҡа әйттек. Ул БТР менән приказ алып килгән капитан менән дә һөйләшеп ҡараны. Уныһы һеҙҙе көтөп торорға ҡырҡа ҡаршы төштө. Ҡышлаҡҡа барып киләйек, тип тә һораныҡ. Юҡ, имеш, йәшерен приказ. Кисекмәҫтән юлға ҡуҙғалырға. И баста! Бына инде һөҙөмтәһе. Ярай былай булыуы – һеҙҙең иҫән ҡалыуға, минең иҫән ҡалыуыма бер сәбәп. Моғайын, күктәге юғары канцеляриянан шундай күрһәтмә булғандыр инде...
Үлемдән ҡалған һалдат шулай бер туҡтауһыҙ һөйләнде лә һөйләнде. Ғәҙәттә, Руслан улай күп һөйләй торғандарҙан булмаһа ла, ҡотолоу шатлығы уның күңеленән таша ине. Ринат үҙенең ҡулындағы лимонкаға күрһәтеп:
– Ни эшләтәбеҙ? – тине.
Сержант ҡул һелтәне:
– Осор йыраҡҡараҡ.
Быны ишетеп ҡалған Руслан һөйләнеүенән туҡтап:
– Туҡта, осормай тор! Был бит мине үлтерергә әҙерләнгән нәмә. Шулай булғас, ул – минеке.
Руслан бер осо ишеккә, икенсе осо минаға эләктереп ҡуйылған нәҙек тимерсыбыҡты һындырып алды ла лимонканың һаҡлыҡ келәһе итеп тығып ҡуйҙы.
– Был талисман кеүек була инде. Минең берҙән-бер ҡоралым. “Дух”тар бит бар ҡоралды йыйып алып китте. Ә минең бер нәмә лә юҡ. Исмаһам, миндә лимонка булыр.
Ысынлап та, сыра яндырып эҙләһәң дә тирә-яҡта ҡорал табырлыҡ түгел, хатта ҡоро паектарға тиклем “дух”тар алып киткән.
Сержант һөйләнеүенән һаман туҡтамаған Русланға ҡарап:
– Йә әйт, һин нисек уйлайһың, был мәйеттәрҙе ни эшләтәбеҙ? Былай ҡалдырырға ярамай бит, әҙерәк йыйыштырмаһаҡ, килешеп бөтмәҫ. Базаға ҡайтып хәбәр итер инек тә... Беҙҙең позиция кеүек, улар ҙа күсеп киткән булһа, ни эшләйбеҙ?
Руслан, сержантты яңы ғына күргәндәй, һөйләнеүенән туҡтап, уға ҡарап бер аҙ тынып торғас:
– Нимә тиһең?
– Мәйеттәрҙе ни эшләтәбеҙ, тим?
– Бер урынға йыйырға кәрәк. Унан күҙ күрер.
Үлгәндәрҙе теге янмаған БТР эргәһенә килтереп, теҙеп һалдылар. Ринат ғүмерендә беренсе тапҡыр мәйеттәр күтәреп йөрөнө. Үлгән кешенән бала саҡтан уҡ ҡурҡа ине. Ярай әле Руслан:
– Йөҙҙәренә ҡарама. Әллә нәмәләр уйларға тырышма. Үлгән-үлгән инде, ни эшләйһең. Әммә беҙ иҫән. Беҙ иҫән бит, браток. Һин ҡотҡарҙың мине. Юғиһә, был нәмәһеҙ ҙә ҡала инем. – Һалдат йән еренә һуғып алды, – үлгән дә булыр инем. Ә теге донъяла ундай кеше кемгә кәрәк? Тамуҡҡа ла индермәҫтәр, ожмахҡа ла алмаҫтар. Ике арала аҙашып йөрөрһөң шунда. Ул нәмәһеҙ хур ҡыҙҙары ла яҡын килтермәҫ...
Руслан шулай юҡ-бар, килделе-киттеле, тоҙло-тоҙһоҙ һүҙҙәр һөйләп, үҙен ҡотҡарған был йәш һалдатты күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, кәйефен күтәрергә тырышты. Егеттәр, афған ҡояшының рәхимһеҙ ҡыҙҙырыуынан ҡасып, төҙөк БТР күләгәһенә теҙелешеп ултырҙы. Сержант тамаҡ ҡырғылап алды ла, мәйеттәр яғына башы менән ымлап, Русланға мөрәжәғәт итте:
– Бында ниндәй мәхшәр ҡупты? Нимә булды?
– Нимә булһын инде. Беҙ килгәндә ошо БТР юл уртаһында ултыра. Ни тегеләй, ни былай урап үтерлек түгел. Туҡтаныҡ. Мин ишек эргәһендә ултыра инем. Шуға ла беҙҙең эргәлә ултырған капитан нимә булғанын белеп килергә ҡушты миңә. Үҙе лә минең арттан килеп төштө. Ул тәмәкеһен ҡабыҙҙы, икәүләп БТР эргәһенә килеп тә етмәнек, беҙҙең эргәлә генә мина шартланы. Шунан бер нәмә лә хәтерләмәйем. Һушыма килгәндә барыһы ла бөткәйне. Тере икәнемде белгәс, теге яһилдар мине һөйрәп, ошо БТР эсенә индереп, ҡулдарҙы күтәртеп бәйләнеләр ҙә чекаһы алынған лимонка өҫтөнә ултыртып ҡуйҙылар. Ошо ваҡыт эсендә әллә нимәләр уйлап бөттөм. Әллә, мин әйтәм, кинәт кенә тороп, шартларғамы? “Дух”тар яңынан килһә шулай итә инем дә. Шулай ҙа егеттәр үлге килмәй. Әлдә һеҙ килдегеҙ. Һыуһап үлер инем.
Сержант бер ни ҙә өндәшмәне, бер аҙ тауҙар яғына ҡарап торҙо ла:
– Эх, бик шәп итеп мунса инергә ине. Эҫе мунса күрмәгәнгә лә ике аҙнанан артып китте, – тип ҡуйҙы.
– Эйе, бик тә таман булыр ине. Етмәһә, арҡа ышҡырға берәй йәш тана ла булһа, бөтөнләй ожмах булыр ине. Лазареттағы йомарт Вера ла ярар ине.
Шулай ике стариктың бер нәмә лә булмаған кеүек мунса, ҡатын-ҡыҙ тураһында тыныс ҡына һөйләшә алыуҙарына Ринат ғәжәпләнеп ҡарап торҙо. Эргәлә генә ҡырҡҡа яҡын мәйет ятҡанда шулай һөйләшеп буламы икән ни? Исмаһам, әҙерәк оялырҙар ине, һәләк булған хеҙмәттәштәргә хөрмәт йөҙөнән өндәшмәй ултырырҙар ине, тип эстән генә уларҙы әрләне. Ну был ҡафырҙарҙы, бер нәмәнән сирҡанмайҙар. Ә тегеләр һүҙҙәрен икенсе яҡҡа бороп, битараф ҡына яңынан артабан нимә эшләргә икәнлеге тураһында кәңәшләшә башланы. Береһе, мәйеттәрҙе иҫән БТР-ға тейәп, базаға ҡайтырға тиһә, икенсеһе мәйеттәрҙе ҡалдырып, үҙебеҙ генә ҡайтайыҡ, тип ныҡышты. Ринат уларҙы тыңлап торҙо ла үҙе лә һиҙмәҫтән:
– БТР миналанған. Алдағы юлға ла миналар ҡуйылған, – тип ҡуйҙы. Барыһы ла уға боролоп ҡараны. Сержант:
– Мина ҡуйылған булһа, Русланды ҡотҡарғанда уҡ күптән күккә осҡан булыр инегеҙ, – тип, Руслан яғына башы менән ишаралап ҡуйҙы. – Тик кем БТР йөрөтә белә?
Фельдшер Вася урынынан уҡ һикереп торҙо:
– Мин бер аҙ беләм, – тип БТР-ҙың асыҡ ишегенән эскә кереп тә китте.
Бына БТР бер-ике сөскөрөп-бышҡырып алды ла тигеҙ генә эшләй башланы. Егеттәр БТР тәгәрмәсенән ситкәрәк китеп баҫты. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ нурҙары балҡый. Броне­транспортерға ултырып базаға ҡайтып төшһәләр, ниндәй шәп булыр ине! БТР тәүҙә бер аҙ сығынсы ат кеүек алға-артҡа тартылып торҙо. Унан ҡара төтөн борхоп, кинәт кенә артҡа сигенде. Тағы шып туҡтап, үкереп алды ла алға ырғылды. Биш-алты метр ҙа алға китә алманы, аҫтынан сыҡҡан ут өҫтөндә бер нисә метр өҫкә күтәрелде. Башҡаһын Ринат абайламай ҙа ҡалды, шартлау тулҡыны уны ситкә атып бәрҙе. Ул һушын юғалтты.
Ринат һушына килгәндә дыңғыр-дыңғыр килгән арбала бәйле килеш ята ине. Арба таштарға бәрелеп, һикерә-дыңғырҙай яй ғына тау юлы менән өҫкә үрмәләй йә бөтөнләй даңғырҙап түбәнгә тәгәрәй. Башы бер туҡтауһыҙ арба төбөнә бәрелгәнлектән, егет тағы ҡараңғылыҡҡа сумды.
...Күрәһең, өҫтөнә һыу һиптеләр. Күҙен асҡанда ул ниндәйҙер йорт ихатаһында дымлы тупраҡта аунап ята ине. Ә ҡаршыла ғына ҡулына биҙрә күтәргән йәмһеҙ, ҙур ауыҙын йырып бер һаҡалтай баҫып тора. Хатта көрәктәй ҙур һаҡалы ла уның ауыҙының ҙурлығын йәшерә алмай. Ринат тирә-яғына ҡаранып алды. Ҙур ғына афған йорто. Йорт тирәләй ҡулдан һуғылып, яндырылмаған кирбестән өйөп эшләнгән ҡаралты-ҡуралар. Ғөмүмән, бында бар ҡаралты-ҡуралар һәм өйҙәр шундай кирбестән төҙөлгән. Ситтәге аласыҡ алдында ҡаҙып эшләнгән мейес. Уның эргәһендә таҡталарҙан нисек етте шулай әтмәләп ҡуйылған өҫтәл һымаҡ нәмә. Арыраҡ бер япма аҫтында тауыҡ аҙбары шикелле. Уның алдында тиҫтәләгән тауыҡ ем сүпләй. Әтәс кенә ситән өҫтөнә баҫып, үҙенең тауыҡтарын барлай, әленән-әле муйынын ҡыйшайтып, төйлөгән тауышы килгән яҡты ҡараштырып һауаны күҙәтә һәм, бында мин хужа тигән кеүек ҡанаттарын ҡағып, һирәк-һаяҡ ҡысҡырып ҡуя. Өй нигеҙе буйында ике ҡарт, әсирҙәргә ҡарап, һөйләшеп ултыра. Ҡарттарҙың береһе һаҡалтайға нимәлер әйтте. Тегеһе Ринаттың күҙен асып һелкенгәнен шәйләп ҡалды ла уны яғаһынан тартып ултыртты. Егеттең ҡулы бәйле һәм ул эргәһендә ятҡан икенсе һалдаттың ҡулына ҡуша бәйләнгән икән. Теге Ринатҡа ҡарап, урыҫсаны вата-емерә исемен һораны. Ринат вайымһыҙ ғына үҙенең исемен атаны. Ҡарттар уны ишетмәне. Шуға ла һаҡалтай уларға әсирҙең яуабын ҡысҡырып әйтте. Шунан улар ерҙә ятҡандарҙың диндәрен һораша башланы. Ринат үҙенең мосолман икәнен әйтте. Нигеҙ буйында ултырыусылар тел шартлата-шартлата, бына һиңә мә тигән кеүек баштарын ҡағып, үҙ-ара тағы ла йәнләнеп гәпләшергә тотондо. Ринат уларҙың бер һүҙен дә аңлай алманы. Ҡарттар пуштун телендә бәхәсләшә ине. Уның үлтереп башы ауыртырға тотондо. Етмәһә, башы әйләнеп, күңеле уйнап, уҡшыта башланы. Әйтерһең дә, уны ер тигән ҙур табаҡҡа ултыртып, әле тегеләй, әле былай тирбәтеп, әйләндерергә тотондолар. Ер-табаҡ ҡайһы берҙә бөтөнләй ауып ҡапланыр сиккә етеп ҡыйшая. Ринат ошо табаҡтан йығылып төшмәҫ өсөн нимәгә булһа ла тотонорға итә. Эргәлә ятҡан иптәшенән башҡа бер нәмәгә лә тотонорлоҡ түгел. Тик теге һалдат та уның менән бергә әйләнә. Ринат тағы һушын юйып ергә ауҙы. Ринат өсөн әсирлек бына шулай башланды...

* * *
Ул дөбөр-шатыр килеп ишек асылған тауышҡа уянып китте. Үҙенең ҡайҙа һәм ни эшләп ятҡанын аңлай алмай торҙо. Һелкенергә итеп ҡараны. Юҡ, булмай икән, бар тәне таш булып ҡатҡан. Боролоп ятырға уйланы. Ҡуҙғалырлыҡ та түгел. Ике ҡул ике яҡҡа ҡайырылып сылбыр менән стенаға тарттырылып ҡуйылған. Етмәһә, ятҡан урыны бик ҡараңғы ине. Аяҡтарын борғоларға тырышты. Сылбыр зыңлауынан аяҡтары ла бәйле икәнен аңланы. Күп тә үтмәй, бүлмә ишеге асылып, яҡтырып китте, саф һауа ағымы һиҙелде. Ишектән оҙон ғына сапан кейгән ниндәйҙер кеше килеп инде. Ул бер һүҙ ҙә өндәшмәй бер аҙ ҡарап торҙо ла эйелеп, стеналағы ҡулсаға йоҙаҡланған сылбырҙы ысҡындырҙы һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Фстафай, кафыр! – тине.
Ринат үҙенең ниндәй хәлдә икәнен, бында нисек килеп эләккәнен иҫләргә, башын көскә эшләтеп, уйҙарын тәртипкә килтерергә тырышты. Тик бер нимә лә хәтерләй алманы. Уйҙары бер урында ғына сәбәләнеп буталды.Ут өҫтөндә БТР-ҙың һауаға һикергәнен генә хәтерләй. Унан нимәгәлер һалып, дыңғырҙап барғандарын бер аҙ иҫенә төшөрә алды. Бөтә тәне туҡмап ташлағандан да былайыраҡ ауырта. Уның үлтереп һыу эскеһе килә. Йөрәге, әйтерһең дә, баш эсенә күскән һәм ул һыу, һыу, һыу тип кенә тибә.
Кереүсе уның аяғындағы сылбырҙы ысҡындырҙы, аяғына баҫырға ярҙам итте. Ҡулын бығаулаған сылбырҙың оҙон башын тотоп, уны сығырға өндәне. Әйтерһең дә, аҙбарҙан быҙау алып сыға. Тышҡа килеп сыҡҡас, Ринат яҡты ҡояш нурынан сағылған күҙҙәрен йомдо. Шул килеш тегенең артынан эйәрҙе. Күҙҙәрен асҡанда ул инде ултырғыста ултырған ике бәндә ҡаршыһында ине. Береһе бик таҙа итеп ҡырынған, ҡулдары ла ап-аҡ. Күрәһең, ауыл кешеһе түгел. Ә икенсеһе ҡалын ҡаштары аҫтынан ҡарсыға күҙҙәре менән уны быраулаған бер һаҡалтай. Нәфис ҡуллы, кеҫәһенән ниндәйҙер затлы сигара сығарып, ҡабыҙғысы менән тоҡандырҙы ла тәмләп-тәмләп һурырға кереште. Ауыҙынан төтөн бөркә-бөркә алдындағы тотҡондо баштан-аяҡ өйрәнергә тотондо. Унан Ринатты алдарына килтереп баҫтырған һаҡалтайға тотҡондо бороп күрһәтергә ҡушты. Тегеһе һалдатты тупаҫ ҡына итеп артына борҙо һәм яңынан йөҙө менән тегеләргә ҡаратты. Ултырғыста ултырғандар үҙ-ара нимәлер гәпләшеп алды һәм теге ҡаласа кейенгән, әҙерәк урыҫса һупалағаны йылмайып уға сигараһын һуҙҙы:
– Мә, тартып ебәр. Тартҡың киләлер бит?
Ринат, тәмәке тартмауын белдереп, башын ғына сайҡаны.
Тегенең аптырауы йөҙөнә сыҡты, ниндәйҙер “хе” тигән ауаз сығарып, эйәген һелкетеп алды ла тағы ла иғтибарлыраҡ итеп Ринатты энә күҙенән үткәрҙе:
– Ҡайһы частән?
Ринат әйтергәме-әйтмәҫкәме тип икеләнеп торғанда, артындағы һаҡалтай ҡулындағы осло хәнйәре менән ауырттырып ҡалаҡ һөйәгенә килтереп төрттө лә урыҫсалап:
– Йәшәгең килһә, һөйләшерһең. Йәшәгең киләлер бит? Юғиһә, беҙ ҡафырҙарға бик ялынырға яратмайбыҙ.
Ринат эштең былай уҡ ышанысһыҙ булыуын көтмәгәйне. Ишетеп белә: “дух”тар әсирҙәр менән бик наҙланып тормай. Бигерәк тә яралылар менән. Уларҙы бәрелеш урынында уҡ атып китәләр. Шулай ҙа мосолмандарға ҡайһы берҙә миһырбанлы булғандарын да белә. Ул кинәт кенә мейеһен ярып үткән уйҙан айнып киткәндәй булды: әсир төшөү ошолай буламы икән? Ҡапыл ауыл ситендә йәшәгән “фашист – ҡыйыш баш” Заһит ҡартты иҫенә төшөрҙө. Үҙе лә һиҙмәҫтән саф башҡортса:
– Мин ҡайҙа? – тип һораны.
Ҡаршыла ултырғандар тағы бер-береһенә ҡарашып, нимәлер һөйләште. Урыҫса арыу ғына һөйләшкән шыма битле теге бәндә:
– Һартмы әллә? Ҡайһы өлкәлә тыуҙың?
– Мин һарт түгел. Мин Башҡортостандан, – тип яуапланы.
– Урыҫса белмәйһеңме ни? Урыҫса һөйлә, – тигәс кенә Ринат үҙенең башҡортса һөйләгәнен аңлап ҡалды һәм яуабын урыҫса ҡабатларға мәжбүр булды.
– Урыҫса самалы беләм. Ауыл малайы мин. Башҡортостандан.
– Башҡортостан тигәнде белмәйбеҙ, ул ҡайһы тирәлә? Ниндәй ҡалаларығыҙ бар?
– Уралдан мин. Уфа ҡалаһынан.
Был икәү тағы үҙ-ара һөйләшергә тотондо. Яңынан уның ҡайһы частән икәнен, нисәнсе йыл хеҙмәт иткәнен һораштылар. Командирҙарын, тағы әллә кемдәрҙе һоранылар. Нәфис ҡуллы портфеленән әллә ниндәй билдәләр ҡуйылған һәм төрлө һыҙыҡтар менән биҙәлгән СССР картаһын сығарып, Уралдың ҡайһы тирәлә икәнен күрһәтергә ҡушты. Карталағы яҙыуҙар латин хәрефтәре менән яҙылған булһа ла, Ринат шәйләне. Был картала Башкирия сиктәре күрһәтелмәһә лә, Уфа ҡалаһы бик асыҡ күренеп тора. Ул, ҡалтыранғанын баҫырға тырышып, дерелдәп торған бармағы менән Уфаға төртөп күрһәтте. Бер аҙҙан һорау алыуҙы тамамланылар. Ҡарлыҡҡан тауышлы дух уны кире аҙбарға индереп, бығауынан стенаға беркетеп ҡуйҙы.
Ринаттың зиһенен бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙар быраулай ине. Ошо булалыр инде пленға эләгеү тигән нәмә. Барыһы ла көтмәгәндә булды бит. Теге янған БТР-ҙарҙы һәм тирә-яҡта аунап ятҡан иптәштәренең мәйеттәрен күреп бер тетрәнгәйне. Унан ошо мәйеттәр араһында үҙенең дә булыуы мөмкин ине бит. Бына ошоно уйлап шатланды. Тик иҫән ҡалыу шатлығынан иҫереп оҙаҡ йөрөргә тура килмәне – әсирлеккә эләктеләр. Башҡалар ҡайҙа? Улар иҫәнме икән? Әллә ул бер үҙе генә духтар ҡулындамы?
Иҫенә яңынан Заһит ҡарт килеп төштө...

* * *
“Ярты баш” ғүмер баҡый ауылдың ситендә йәшәне, сөнки Себерҙәге лагерҙарҙан ҡотолоп ҡайтҡас, ауыл советы рәйесе уны ауылға индермәне. Дөрөҫөрәге, буш урындар, буш өйҙәр булһа ла, ауыл эсендә йәшәргә рөхсәт итмәне. Силсәүит рәйесе асыҡтан-асыҡ:
– Ауылда придәтелдәргә урын юҡ. Бик йәшәгең килһә, ана, ауылдан биш йөҙ метрлап ситтә урынлашырға мөмкин. Беҙҙең арала фашист ялсылары йәшәргә тейеш түгел, – тип ҡырт киҫте.
Шулай итеп, Заһит ауылдан ситтә, силсәүит күрһәткән урында, ергә землянка ҡаҙып йәшәй башланы. Ҡайһы бер ауылдаштары уны ҡыҙғанып, иҫке-моҫҡо табаҡ-һауыттарын бирҙе. Ә бергә уйнап үҫкән Вәли бәләкәйерәк кенә бер ҡаҙан менән әҙерәк он һәм бер-ике бешерерлек ҡаҡлаған ит ҡалдырып китте. Күптән бында йәшәмәгәс, уны ауылда йүнләп белеүсе лә юҡ. Яҡын ғына туған-тыумаса ла ҡалмаған. Йәштәштәренән ошо Вәли генә иҫән дә бер нисә ҡатын-ҡыҙ ғына уны ныҡлап белә ине. Күптәре егерме беренсе йылғы аслыҡта үлгән. Ирҙәр инде, билдәле, һуғышта ятып ҡалған. Заһитты үҙенең тыуған ауылы ҡабул итмәне, ҡыр типте. Уның нимес әсирлегендә булғанлығын, шуның өсөн ун йылдан артыҡ төрмәлә ултырғанын белгәс, ҡушамат та таҡтылар. Хатта берҙе генә түгел, әллә нисәне. Был остағылар “Ҡыйыш баш” тип йөрөтһә, теге остар “Ярты баш” Заһит тип атаны. Һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан Әхмәй бигерәк йүнһеҙ ҡыланды, ул инде ауылдашын “придәтел”, “әсир”, “ярты баш фашист”, “һатлыҡ йән” тип тә атап бөттө. Һуғыштан иҫән ҡайтыусыларҙың күбеһе Заһит тип кенә йә ярты баш Заһит тип йөрөттө. Ә Әхмәй үҙе һуғыш яланында бик оҙаҡ булманы, бәрелештәрҙә лә ҡатнашманы. Уны һәм үҙе кеүек башҡаларҙы ла, бик мөһим задание үтәргә бараһығыҙ, тип ай буйы әҙерләнеләр. Унан ҡырым татарҙарын тыуған илдәренән һөрөргә ебәрҙеләр. Был полкты өр-яңы америка машиналары “студобеккер”ҙарға тейәп, Ҡырымға алып килделәр. Һуғышты шунда тамамланы. Ҡырымда бик актив булған өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” тигән миҙалы ла бар. Ниндәйҙер бик мөһим ҡырым татарын тотҡан өсөн ҡырҡ дүрттең йәйендә ун көнлөк ялға ауылдарына ла ҡайтып килде. Ялда саҡта маҡтанып та йөрөнө әле. Ҡасып йөрөгән, дошманға һатылған ҡырым татарының башын киҫеп, штабҡа килтереп күрһәтһәң, ун көнлөк ял бирәләр. Мин икене алып килгәйнем дә, командир береһен сержантҡа яҙҙырырға ҡушты. Ни эшләйем инде? Береһен уға бирергә тура килде, тип шапырынды.
Заһит үҙенең нисәнсе йылда тыуғанын да бик белмәй ине. 1914 йылғы Герман һуғышы башланғас батша армияһында унтер офицер булып хеҙмәт иткән ағаһы, һуғышҡа оҙатыуҙарын белгәс, бер нисә көнгә ял алып, ата-әсәләре менән хушлашырға тип ауылға ҡайтып төштө. Тик уға ата-әсәһен күрергә яҙманы, сөнки улар бер-бер артлы ауырып, мәрхүм булғандар. Өйҙә яңғыҙ ғына көн күреп ятҡан ҡустыһын күреп, унтерҙың йөрәге әрнене. Уны ҡосаҡлап бер аҙ йәш тә һығып алды. Ике һеңлеһе сит ауылда кейәүҙә ине. Хеҙмәттәге кеүек эште тиҙ башҡарырға өйрәнгән ағаһы икенсе көндө үк кейәү-һеңлеләрен саҡыртып, мулланан мәрхүмдәр рухына доғалар уҡытып, бәләкәй генә аш мәжлесе үткәрҙе.
Китер көндө ҡустыһы Заһиттың моңһоуланып ҡалған күҙҙәренә ҡарап, илап ебәреүҙән саҡ түҙҙе. Малайҙың яңы ғына ун ике йәше тулып, ун өс яғына сыҡҡан сағы. Әле мыйыҡ та һыҙылмаған. Бала ғына инде. Шуға ул ҡустыһына ҡарап:
– Әйҙә, киттек! Урман эсендәге ауылда һин дә астан үлергә мөмкинһең. Етмәһә, һыйырҙы ла айыу йыҡҡан. Бар мөлкәтте күрше ауылдағы Зәйнәп һеңлегә тапшырабыҙ. Айһылыу менән үҙҙәре нисек булһа ла килешеп бүлешерҙәр әле.
Был тәҡдимгә Заһит шатланып риза булды. Ул ишетеп белә ине, башҡа ерҙәрҙә тормош ҡыҙыҡлы һәм етеш икәнен, сөнки кейемде, тәм-том ризыҡтарҙы, хатта он һәм ауға йөрөргә кәрәк булған йыһаздарҙы гел ситтән алып ҡайталар. Ауыл кешеләренең күбеһе ситкә китеп аҡса таба. Тик улай эшләргә йәш әле ул. Бик йәш.
Шулай итеп, 1915 йылдың көҙөндә уны ағаһы үҙе хеҙмәт иткән часкә алып китте. Юлда ҡат-ҡат туҡыны: һораһалар, ун ете йәш тулды, тип әйт. Ҡустыһы тиҙ арала урыҫсаға өйрәнһен өсөн поезда барғанда уның менән, аңлаймы-аңламаймы, урыҫса ғына һөйләште. Хәрби часкә килеп еткәндә малай ҡайһы бер һөйләмдәрҙе хәтерендә ҡалдырып, күп кенә һүҙҙәрҙе ятларға өлгөргәйне.
Командир, был йор телле һәм баһадир кәүҙәле башҡорт унтерын яҡшы белә. Уның ярҙамы тейҙе. Шуға ла ағаһы Заһитты үҙе эргәһенә хеҙмәткә тиҙ урынлаштыра алды. Егет аттар ҡарарға бик әүәҫ булғанға, полк командирының аттарын ҡараусыға ярҙамсы итеп урынлаштырҙылар. Теге, кем әйтмешләй, ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан тигәндәй, малай өсөн, ысынлап та, байрамса тормош башланды. Тау-таш һәм тайга уртаһында урынлашҡан ауылда аслы-туҡлы, барлы-юҡлы тигәндәй көн күреп ятҡан малай, күҙгә күренеп матурайып, таҙарып китте. Ағаһы көн дә кереп хәлен белде. Турникта һәм башҡа йыһаздарҙа һалдаттар өсөн эшләнергә тейешле күнекмәләрҙе күрһәтте, командаларҙы үтәргә өйрәтте. Нисек итеп атларға, аҙымды ҡайһы аяҡтан башларға һәм һалдаттарҙың башҡа ябай ғына күнекмәләрен ҡабатлатты. Ярты йыл тигәндә малай бер йыл хеҙмәт иткән һалдаттар кеүек серҙәргә төшөнгәйне инде.
Тиҙҙән уларҙың часен дә Герман фронтына оҙаттылар. Был яңы ғына матурайып үҫеп килгән башҡорт малайы ысын һуғыштың нимә икәнен шунда белде. Уларҙың часен тиҙ үк фронттың утлы өйөрмәһенә алып кермәнеләр. Нимә өсөндөр йылдан артыҡ ситтәрәк резервта тоттолар. Бына шунда ағаһы уны урыҫса уҡырға өйрәтте. Унан инде һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙып, фронтта һәм илдә хәлдәр ауырайғас, уларға ла сират етте. Юҡ, ул мылтыҡ күтәреп атакаға барманы. Ул ялан кухняһынан ат менән аҙыҡ ташыны. Эйе, ул ваҡытта төрлөһө булды. Бик көсөргәнешле саҡта окоптағыларға мылтыҡ тоторға ла тура килде. Тик кешегә атып буламы ни? Дошман булһа ла кеше бит. Уныһына ла өйрәнәһең икән. Заһит та өйрәнде. Бер ваҡыт эргәһендә генә снаряд шартлап, арҡаһы ҡаты ғына яраланды. Тиреһенең устан ҙурыраҡ өлөшө аҡтарылып төшкән һәм ботонан арыу ғына итте умырып ташлаған. Ярай госпиталь йыраҡ түгел. Ағаһы ялан госпиталенә алып барҙы. Айырылышыр алдынан ҡат-ҡат туҡыны:
– Яраң ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел. Оҙаҡламай һауыҡтырып, аяғыңа баҫтырырҙар. Кире һуғышҡа барырға ашҡынма. Үҙең күрҙең дә инде хәлдәрҙе. Хәҙер күҙең асылды, уҡырға-яҙырға ла өйрәндең. Ҡала тирәһендә берәй эшкә урынлаш. Мөмкин булһа уҡып, берәй һөнәр алырға тырыш. Ауылға ҡайтырға һуғыш бөткәс тә өлгөрөрһөң әле. Мин килгеләп торормон. Донъя хәлен белеп булмай, төрлө саҡ булырға мөмкин, бирешмә!
Шулай айырылыштылар. Ағаһы мөмкин булған һайын килеп, хәлен белешергә вәғәҙә итһә лә, барып сыҡманы. Егет ағаһы менән аҙаҡҡы тапҡыр күрешеүе тураһында белмәй ине әле. Икенсе көндө яралыларҙы эшелонға тейәп, һуғыштан йыраҡҡараҡ, тылға оҙаттылар. Заһит Петербургка бына шулай килеп эләкте. Бер аҙ төҙәлеп аяҡҡа баҫҡас, хәрби заводҡа эшкә урынлашты. Унда һуғышҡа кәрәк төрлө йыһаздар етештереп, уларҙы хәрби караптарға урынлаштырыу менән шөғөлләнәләр ине. Егет бик отҡор булды, һәр яңылыҡты тиҙ үҙләштерҙе. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа башҡарып сыға ине. Шуға ла бригадир һәм мастерҙар был башҡорт егетен яратып, үҙ итеп наш Захарчик тип йөрөтә башланы. Бигерәк тә уның ошолай малай ғына көйөнә доброволец булып фронтҡа киткәненә, унда ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашып, яраланғанын белгәс, ихтирам бермә-бер артты. Наряд япҡанда ла аҡсаны арыу ғына яҙҙылар. Тик был тормош оҙаҡҡа барманы. Төрлө буталыш-сыуалыштар көсәйеп китте. Тора-бара Батшаны ла алып ташланылар. Китте төрлө стачка-забастовкалар. Заводта ла тәртип бөттө. Унан власҡа большевиктар менде. Граждандар һуғышы башланып, ҡалаға аслыҡ һәм емереклек килде. Ҙур илдең башҡа өлкәләренән дә төрлө хәүефле хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Заводта ла эштәр хөртәйҙе. Бер ваҡыт уны мастер үҙ янына саҡырып алды ла:
– Бына ошо төргәкте Кронштадта хеҙмәт иткән матростарға илтеп тапшыр. Бер юлы ҡәлғәләге беҙ етештергән йыһаз-ҡоролмаларҙы ла тикшереп ҡайтырһығыҙ. Иҫке, ватылғандарын төҙәтеп, яңыға алыштырырһығыҙ, – тип, әллә күпме эш йөкмәтеп, уны ике оло йәштәге эшсегә эйәртте.
Был 1920 йылдың һалҡын декабре ине. Кронштадт ҡәлғәһендә эш күп. Алып килгән төргәкте ҡаршы алған матросҡа тапшырып, улар эшкә тотондо. Эш муйындан, шуға ла көн һайын завод барагына ҡайтып тормаҫҡа булдылар. Уларға етәкселек иткән хәрби:
– Матростар менән бер казармала йәшәрһегеҙ, ашханала бергә ашарһығыҙ. Улар үҙ эштәре менән, һеҙ үҙ эшегеҙ менән булырһығыҙ. Тик матростар ситтән килгәндәргә шикләнеп ҡарай. Шуға ла кейем-һалым складынан үҙегеҙгә яраҡлы матрос кейемдәре алып кейерһегеҙ. Бына һеҙгә рөхсәт, – тип, бер ҡағыҙ тотторҙо.
Матрос кейемдәре кейеп алғас, уларҙы башҡа матростарҙан айырырлыҡ түгел ине. Шулай итеп, Заһит-Захар үҙенең тағы ике иптәше менән Кронштадт ҡәлғәһендә хеҙмәт итә башланы. Хәҙер инде матрос булып. Бында ла тәртип бөткәйне. Тик ашау-эсеү яғы заводтағы менән сағыштырырлыҡ түгел, күпкә яҡшыраҡ. Ни тиһәң дә, Балтика матростары революция терәге һәм большевиктарҙың төп таянысы бит.
1921 йылдың февраль айы ине. Илдәге тәртипһеҙлеккә һәм аслыҡҡа ҡаршы ризаһыҙлыҡ матростар араһында ла көсәйеп китте. Кронштадта хеҙмәт итеүсе матростар баш күтәреп, яңы ғына ойошторолған Совет хөкүмәтенә ультиматум белдерҙе. Унан китте мәхшәр, ҡупты дауыл тигәндәй, Петроградтағы үҙҙәрен ҡыҙыл ғәскәр тип атаған съезд депутаттары, азатлыҡ бирелә тип алдатылған латыштар һәм тағы әллә кемдәрҙән торған төркөм Кронштадт ҡәлғәһен штурмланы. Көс матростар яғында булһа ла тарҡаулыҡ, унан да бигерәк, йүнле командирҙарҙың юҡлығы арҡаһында, баш күтәреүселәр еңелеүгә дусар булды. Тәжрибәле һәм ҡарт офицерҙарҙы матростар тыңламаны, уларҙы һанға ла һуҡманы. Тыңламау ғына түгел, батша хеҙмәтселәре тип, күптәре атылды йә флоттан ҡыуылды. Ысынында Балтика флоты ябай матростар ҡулында, ә улар уҡымаған наҙан эшсе һәм крәҫтиәндәр ине.
Ҡыҙыл ғәскәрҙәр бар көстәрен туплап, штурмға ташланды. Еңелеүҙе һиҙгән фетнә ойоштороусы етәкселәрҙең күбеһе, боҙ өҫтөнән йәйәүләп, Финляндияға ҡасып китте. Етәкселәр булмағас, баш күтәреүселәр араһында паника башланды. Крепость бирелергә мәжбүр булды. Унан инде, ысынлап та, мәхшәр ҡупты. Баш күтәреүселәрҙең барыһын да карап трюмдарына, казармаларға һәм күмер складтарына ябып ҡуйҙылар.
Йәш Совет власы үҙенән ил дилбегәһен тартып алырға ынтылыш яһаған бар көстәргә бик аяуһыҙ булды. Кронштадт матростарын, үҙҙәренән мәкеләр уйҙырып, тере килеш меңәрләп шунда батырҙы. Ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалғандарын төрмәләргә ябып, яңы ғына ойошторолған лагерҙарға оҙаттылар.
Заһит был дәһшәт-мәхшәрҙән нисек тере ҡалғандыр? Нисәмә йылдар үтһә лә, үҙе лә аңлай алманы. Күрәһең, хөкөмдарҙар уны малайлыҡтан да сығып бөтмәгән юнга тип белде. Атылыуҙан ҡотолоп,1919 йылда Советтар тарафынан ойошторолған Холмогор лагерына барып эләкте...

Даумы бар.

Татарсанан Луиза КИРӘЕВА тәржемә итте.

Автор:
Читайте нас