

Донъяла маладис ирҙәр бар, Һоҡланам шуларға. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар. Яңылышлыҡтары арҡаһында юлдан яҙған ҡатындарын балалары хаҡына кисергән ирҙәр тураһында һүҙем. Ҡайһы берәүҙәр бындай ирҙәрҙе ебегән, тип әйтерҙәр. Һис тә улай түгел.
Минең ике туған ҡустым да шулай. Ҡарап һоҡланырлыҡ ир. Эше лә дәрәжәле, кеше араһында. Ғаилә йәнле, эшләгәнен тиненә тиклем йортҡа алып ҡайтыусы. Үҙ туғаным булғанға ғына маҡтап әйтеүем түгел, дөрөҫө шул. Ҡатыны эшендә үҙенән йәшерәк егет менән сыуалып, тормоштары боҙолдо. Алты-ете йыл элек булды был хәл. Өлкән малайы атаһында ҡалды. Кесеһе йәш ярымлыҡ ҡына ине әле, уныһын килен үҙе менән яңы иргә алып китте. Ял көндәрендә кесеһен дә атаһына алып килеп ҡалдыра ине. Йәш кейәү менән кеше фатирында аҡса түләп йәшәнеләр. Әллә ҡайҙағы Камчаткалағы түгел бит, күҙ алдындағы тормош. Район ере—ҙур ауыл, һәр кемдең тормошо күҙ алдында. Күрмәйем, тиһәң дә, күҙгә ташлана. Балаларҙы балалар баҡсаһына алып барғанда ла күренә.
Иренән китеп, ике йыл йәшәне. Көндәрҙән-бер көндө киленкәйебеҙ иренә ҡайтып төштө. Үҙ балаһы булмағас, йәш егеткә нимәгә инде ул ике балалы ҡатын. Ярай әле, уныһынан бала алып ҡайтмаған. Ә теге егет үҙе кеүек йәш ҡыҙға өйләнде. “Улдарымды сит ирҙән ҡаратып, әрәм итәһем юҡ”,--тип, ире ҡатынын ғәфү итте. Ул ҡабул итмәһә, ҡатыны тағы башҡаға сығып китер ине, шуны уйлағандыр. Гөрләшеп йәшәп яталар хәҙер. Икеһе килешкәс, әсә-атаһы ла ҡаршы килмәне. Ире ҡатынына һүҙ ҙә әйттермәй. Халыҡ һөйләне инде, Ире кеше һүҙенә ҡараманы. Кеше бер һөйләй ҙә туҡтай. Үҙем дә күрешкән һайын туғаныма, маладис, тием. Эргәһендә балалары йүгереп йөрөй. Хыянатты киисермәйем, тип, нисек шуларҙы атайҙан мәхрүм итәһең.
Тағын бер ҡатын, үҙенең иренән китеп, малайынан бер нисә йәшкә генә ҙурыраҡ егеткә кейәүгә сыҡты. Интернетта танышып, үҙебеҙҙән алыҫ районға сығып китте. Ҡырҡҡа еткән ҡатын егерме дүрт йәшлек егеткә сыҡты. Теге егеткә ирем юҡ, тип алдаған. Үҙенең ире лә улай уҡ мәмәй ауыҙ, бешмәгән ир түгел. Техникаһын йөрөтә, аҙбар тултырып мал аҫрай. Кеше араһында һүҙе үтә торған булдыҡлы ир ҡарап тороуға. Бахыр ҡатын ҡыҙыҡ эҙләгәндер инде. Теге егет менән аралаша башлағас: “Яратыуҙың ни икәнен аңланым”,--тигән. Нимә һуң ул яратыу. Яратыуҙың ни икәнен белмәй йәшәнек микән ни? Ҡырҡҡа еткәс, яратыу балаларҙа күренәлер инде ул. Эскесе ир менән йәшәгән ҡатын булһа, аңларға булыр ине. Ап-айыҡ, тормош көтә торған ирҙе ташлап китте! Берәү икмәк эҙләй, берәү хикмәт эҙләй тигәндәре ошолор инде. Тамада был ҡатындың никахынан фотоларҙы интернетҡа һалған. Реклама өсөн ҡуйғандар. Тәүге ире лә интернеттан күргән, ҡатынының кейәүгә сығып киткәнен шунан ғына белгән. Ә өйҙән ҡатыны, сиделка булып урынлаштым, тип сығып киткән икән.
Барып алманы, ҡатын үҙе ҡайтты. Йәш ирҙең ата-әсәһе лә был сәйер никах тураһында интернеттан ғына белгән. Кейәүҙәге ҡатынға өйләнгенен йәш ир үҙе лә шунда ғына белгән. Никах өҫтөнә никах уҡытылған шулай итеп. Яңылышҡан инде ул ҡатын, ғәйбәт түгел, ғибрәт булһын. Уның тураһында һөйләп, иренең маладис булыуын ғына әйткем килде. Ҡатынды ла ғәйепләмәйем, тормошта дүрт аяҡлы ат та абына, тиҙәр бит. Иренә рәхмәт, оло йөрәкле кеше икән, кире ҡайтҡан ҡатынын индерҙе. Яратыу, тип башы әйләнгән ҡатын-ҡыҙҙар бар шул.
Ҡайһыбыҙҙыҡы үбеп-ҡосаҡлап, яратып ҡына тора? Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Минең ирҙең өҫтәл һуғып ҡысҡырған саҡтары булды. Эшләргә яратманы инде ирем. Һыйыр аҫрау файҙаһыҙ, тип, бер йыл һыйырҙы бөтөрҙө. Ирҙең һүҙен һүҙ итеп, һыйырҙы күрше ауылға һатып ебәрҙек. Ике бала ла ҡалала уҡып йөрөйҙәр ине ул саҡта. Балалар ҙа юҡ, һыйыр ҙа юҡ. Күңелдә—бушлыҡ. Уйлап йөрөнөм дә, әрләһә--әрләр, ҡысҡырһа ҡысҡырыр, тип, һыйыр алырға булдым. Әсәйҙән аҡса алдым да, һыйыр һатып алдым. “Бер һәнәк бесән дә сапмайым”,--тине ирем. Үҙем сабам, тинем. Ысынлап та, һыйыр янына сығып ҡарағаны ла юҡ. Һөтөн эсмәһә лә, эремсеген бик яратып ашай. Ашаһын, иҫән-һау ғына булһын. Хәләл пенсиябыҙҙың мәнфәғәтен күреп, балаларға, ейәндәргә терәк булып йәшәйек әле. Эшләргә яратмай тип, иремә асыу һаҡламайым. Шул ир менән йәшәйем, бына тигән улдар үҫтерҙек, Аллаға шөкөр. Эшкә яраҡлы сағында ла әллә ни иҫе китеп барманы уның, миңә етә, ти торғайны. Тормошта нишләптер гел ҡатын-ҡыҙға ғына етмәй һымаҡ бит ул. Әйтерһең, һиңә генә кәрәк мул, етеш тормош. Әлбиттә, муллыҡта йәшәү һәр кемгә лә рәхәт шул.
Балалары хаҡына ҡатынының хыянатын кисергән туғаныма ҡарайым да, һөйөнөп ҡуям. Упҡын ситенә килеп терәлгән тормош иренең сабырлығы, кисерә белеүе арҡаһында төпкә тәгәрәмәй ҡалды.
А.