Илдар Ғәбитов… Республикабыҙҙың гәзит-журналдарын алдырып уҡыған, даими радио тыңлаған һәм телевидение ҡараған һәр кем уны яҡшы белә. Был осраҡта “ине” тигән һүҙҙе яҙыу дөрөҫ булмаҫ кеүек, сөнки популяр шәхестең ғинуар башында кинәт баҡыйлыҡҡа күсеүенә күңел һаман ышанмай. Уны беҙ бөгөн дә юҡһынабыҙ. Мәрхүм яҙыусыларҙың китаптары, әҫәрҙәре мәңге йәшәгән кеүек, ”Капитал” Карла Маркса: Практикум” уҡыу әсбабы, бихисап ғилми, аналитик мәҡәлә һәм кроссворд-сканворд авторының да аҡыл-зиһен емеше башҡорт фәне һәм матбуғаты йылъяҙмаһында алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалды – улар бер ҡасан да ҡиммәтен юғалтмаясаҡ, һәр даим халыҡҡа хеҙмәт итәсәк.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән Илдар Миҙхәт улы фани донъяла ниндәй кеше булды, ниндәй һөнәр эйәһе ине, тип һораусыларға өҙөп кенә әйтеп тә булмай кеүек. Кемдер уны юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, иҡтисад фәне өлкәһендә эшләгән ғалим, кемдер радио-телевидение хеҙмәткәре, кемдер берәй баҫманың журналисылыр тип тә уйлағандыр. Ҡыҫҡаһы, И. Ғәбитов башҡорт халҡының ғәжәйеп киң ҡырлы талант эйәһе, күренекле ғалим-иҡтисадсы, энциклопедик белемле аҡыл эйәһе, танылған публицист, мәғрифәтсе – заманыбыҙҙың Аҡмуллаһы булды.
Илдар Ғәбитов еңел һөйәкле кеше ине: дәүеребеҙҙең “Өлгөрбай Тиктормаҫовы” көндөң бер өлөшөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттарға һабаҡ бирһә, шул уҡ көндә радиола йәки телевидениела сығыш яһап өлгөрөргә мөмкин, ул ғына ла түгел, Матбуғат йортона мотлаҡ һуғылып китер. Хәйер, бында ул һуҡмаҡты бер ҡасан да һыуытманы – һәр редакцияла күптән үҙ кеше булып бөткәйне. Ысын ғалимдарға ғына хас иҫ киткес егәрлелек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, төпсөрлөк, шул уҡ ваҡытта уның баҫалҡылыҡ, мәҙәниәтлелек, кеше менән аралашыу маһирлығы кеүек сифаттарына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
“Капитал”ды төп нөсхәһендә
уҡыған студент
Кесе йәштән китап уҡырға яратҡан Илдар, ҙурайғас, ҡасандыр ғилем артынан ил гиҙергә сығып китермен тип уйланымы икән? Юҡтыр. Хәйер, уның исеме лә бит есеменә тап килеп тора. Белем илен айҡап-байҡап сыҡмайынса, төплө һөнәргә эйә булыу мөмкин түгел икәнлеген ул үҫмер сағынан уҡ яҡшы аңлай.
1978 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға кергән бер төркөм булдыҡлы, уҡыуға шәп егет-ҡыҙҙарҙы республика Хөкүмәте милли кадрҙар әҙерләү маҡсатында йүнәлтмә буйынса Дондағы Ростов ҡалаһындағы университетҡа ебәрә. Бәхетлеләр төркөмөнә эләккән Әбйәлил егете иҡтисад факультеты студенты булып китә. Сессияларын гел яҡшы билдәләргә тапшырып килгән Илдар V курста, Карл Маркстың “Капитал” хеҙмәтенә таянып, политэкономия буйынса диплом эше яҙырға була. Бер ваҡыт уның башына хәтәр уй керә: диплом эшен донъя иҡтисады тәғлимәттәренең нигеҙ ташын тәшкил иткән “Капитал”ды төп нөсхәлә уҡып сығырға һәм яҡлаған ваҡытта доклад менән немец телендә сығыш яһарға! Был амбициоз уйын бойомға ашырыу өсөн башта фәнни етәксеһе менән кәңәшләшә. Ул зирәк башҡорт студентының ниәтен ҡуш ҡуллап хуплай. “Ты сможешь, Ильдар!” – тип дәртләндереп тә ебәрә.
Буранғол ауылы егетенең немец телен яҡшы белеүе юҡҡа түгел: туған мәктәбендә был телде төплө өйрәнә, өйҙә лә үҙаллы шөғөлләнә, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетында белем алған Роза апаһының да йоғонтоһо көслө була, артабан юғары уҡыу йортонда белемен ныҡлап камиллаштыра. Университетта 40-тан ашыу илдән бик күп студенттар белем ала, улар, урыҫ телен өйрәнһәләр ҙә, үҙ-ара башлыса инглиз, немец телдәрендә аралаша. Ул дәүерҙә СССР студенты мотлаҡ сит ил вәкиле менән бер бүлмәлә урынлашырға тейеш була. Илдарға Иордания егете Сәлим исемле егет менән йәшәргә тура килә. Кемдәрҙер Уганда, Йемен, кемдәрҙер Судан, Эфиопия һәм башҡа илдәрҙән килгән студенттар менән “интернациональ ғаилә”лә йәшәгән. Ошо мөхит тә төрлө телдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйткәндер. Үҙ-ара төрлө телдәрҙә даими аралашыу, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй: Ғәбитов та немец теле буйынса практик күнекмәһен ярайһы уҡ шымартыуға ирешә. Өҫтәүенә, немец теле уҡытыусыһы ниндәйҙер ашығыс эш менән кафедраға китһә, артабан дәрес үткәреүҙе Илдар Ғәбитовҡа ышанып ҡалдыра.
Икенсе аҙым – немец телендәге “Капитал”ды табыу. Тик ул Дондағы Ростовта ла, Өфөлә лә, Магнитогорскиҙа ла юҡ – Илдар уны ҡайҙа ғына эҙләмәй! Нисек табырға ул китапты? Әмәлгә ҡалғандай, Дәүләт ауылы мәктәбендә немец теленән уҡыта башлаған Роза апаһы бер мәл йәйге ял ваҡытында Германияға туристик сәйәхәткә барып ҡайтырға йыйыныуы тураһында әйтеп һала. Йәйге каникулын ауылда үткәргән Илдарҙың, был хәбәрҙе ишеткәс, түбәһе күккә тейгәндәй була: апаһынан К. Маркстың фундаменталь хеҙмәтен алып ҡайтыуын үтенә. Роза Миҙхәт ҡыҙы, Берлинға барып етеү менән, китап магазиндарының береһендә “Капитал”ды барып таба. Август аҙағында алыҫ сәфәрҙән Буранғолға ҡайтып төшкәс, затлы бүләкте ҡустыһының ҡулына тапшыра. “Туғаным шул тиклем шатланды! “Рәхмәт, апай!” тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы”, – тип был иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас уртаҡлашты Роза ханым.
Илдар, Өфөнән Дондағы Ростовҡа барып еткәнсе, самолетта немец телендәге “Капитал”ды йотлоғоп уҡып бара, артабан, ҡәҙерле йәдкәр кеүек һаҡлап, һуңғы битенәсә диҡҡәт менән уҡып сыға. Бына диплом яҡлар ваҡыт та етә. Студент Ғәбитов политэкономия мәсьәләләре тураһында русса яҙған диплом эше буйынса докладын немецсә һөйләп, курсташтарын ғына түгел, хатта дәүләт имтиханы комиссияһы ағзаларын – арҙаҡлы профессорҙарҙы ла хайран ҡалдыра!
“Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белде…”
9 ғинуарҙа Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән йыназала сығыш яһап, Дондағы Ростов ҡалаһында бергә уҡыған һабаҡташтары Илдар Ғәбитовтың ғилемле, сос, илгәҙәк, шаян, йор телле инсан, ысын дуҫ булыуын телгә алды.
– Илдар Миҙхәт улы менән бер төркөмдә уҡып, ғүмер буйы бер-беребеҙгә дуҫ-таяныс булып йәшәнек. Зыялы, юғары мәҙәниәтле шәхес булды ул. Танылған иҡтисадсыларҙың береһе менән иңгә-иң терәп эшләүем менән бәхетлемен, – тине үҙ сығышында Өфө юридик институты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, полковник Миҙхәт Әхмәт улы Рәхмәтуллин.
– Мин Илдарҙы 17 йәшенән беләм. 45 йылдан ашыу дуҫ йәшәнек, ошо дәүерҙә бер ай ҙа аралашмаған ваҡыт булмағандыр, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты И. Ғәбитовтың һабаҡташы, яҡташы, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлнур Бәҙретдин ҡыҙы Әхмәҙина. – Ул уҡыуға бик шәп булды, феноменаль хәтергә эйә ине. Шуға ла лекцияларҙы арлы-бирле генә яҙып барҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, бер курста ул дөйөм дәфтәрҙең яртыһын ғына тултыра торғайны. Студент дәүерендә Илдар бер көн дә китапһыҙ, гәзитһеҙ йәшәмәне, уларҙы магазиндан да, киоскыларҙан да туҡтауһыҙ һатып алыр ине. Имтихандар ваҡытында, К. Маркс, Ф. Энгельс кеүек бөйөк экономистарҙың фекерҙәрен цитата рәүешендә килтереп, профессор-доценттарҙың ҡатмарлы һорауҙарына һәр ваҡыт тулы яуап бирҙе, хатта ҡайһы берәүҙәре менән бәхәсләшеүҙән дә тартынып-ҡурҡып торманы. Илдарҙың бер ҡасан да тик ултырған сағы булманы: шым ғына торған ваҡытта ла уның башында берәй план, проект йә мәҙәк, “этлек” бөрөләнер ине. Кеше менән аралаша башлау менән, кемдең кем булыуына, уның менән етди мәсьәлә буйынса фекер алышып буламы-юҡмы икәнлегенә шунда уҡ “диагноз” ҡуйыу һәләте бар ине унда. Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә бергәләп сәй эскән арала ла төрлө темалар буйынса бәхәс, дискуссия, йәғни беҙгә “имтихан” ойошторорға яратты. Илдар Миҙхәт улынан беҙ, дуҫтары, ныҡ уңдыҡ, ул һәр мәжлестең йәме булып, төрлө мәҙәктәр һөйләп, барса халыҡтың күңелен күтәрҙе. Юмор уны ғүмере буйы оҙата килде. Илдар менән бер ҡасан да күңелhеҙ булманы: көләмәсме, урыҫсанан һүҙмә-һүҙ тәржемәме, һөйләшкәндә һөйләмдәрҙе киреһенсә әйтеүме – быларҙың барыһы ла әңгәмәне йәнләндереп ебәрер ине. Уның менән аралашҡан һәр кеше, моғайын, иҫләйҙер: Илдар үҙ телмәрендә аңлашылды, аңланым, аңлат, аңлап булмаҫтай, аңлашыу, аңлау, аңра кеүек һүҙҙәрҙе йыш әйтә торғайны. Уйлап ҡараhаң, юҡҡа түгелдер был. Илдарыбыҙ һәр кемдә илhам уятҡан, hәр ваҡыт үҙ ҡарашы булған, бер кемгә лә буйhонмаған ғорур зат, ирекле инсан булды. Дондағы Ростов университетында бик күп илдән килгән студенттар белем алды. Уларҙан өйрәнеп, Илдар бик тәмле итеп Көнсығыш һәм Европа илдәре халыҡтарының аштарын бешереп һыйлай торғайны. Һабаҡташымдың иртә китеүе – ғаиләһе өсөн генә түгел, тотош Өфө университеты, яҡташтары, башҡорт халҡы өсөн дә ҙур юғалтыу...”
Баймаҡ районы ҡыҙы Фәриҙә Йәмних ҡыҙы Ҡашҡарова, Илдар менән бер бүлмәлә йәшәгән иордан егете Сәлимгә кейәүгә сығып, дүрт тиҫтә йылдан ашыу инде Иорданияла йәшәй. Улар ҙа һабаҡташтарының вафатын ауыр кисергән. “Илдар ҙа, мин дә ауыл мәктәбендә башҡортса белем алғас, тәүге семестрҙа уҡыуы ҡыйын булды. Шулай ҙа икебеҙ ҙә тәүге имтихандарҙың барыһын да “4”кә тапшырҙыҡ. Ул математиканы яҡшы белде. Студент сағында уҡ эрудит, бик башлы ине, шуға ла күп уҡытыусылар уны ярата торғайны, – тип ватсаптан яҙҙы Фәриҙә Ҡашҡарова-Альмобейдина. – Һәр эшкә маһир булды Илдарыбыҙ.Уның беҙҙең менән бергәләп дөйөм ятаҡ бүлмәһендә башалтай (ойоҡбаш) бәйләп ултырыуы әле лә күҙ алдында тора. Аҙаҡ үҙенә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге шарф бәйләп алды. Нәмә эшләһә лә ҡулынан килә торғайны. Буласаҡ тормош иптәшем менән дә мине ул таныштырҙы. Сәлимдән ул иордандарҙың аш-һыу серҙәре хаҡында тәфсирләп аңлатыуын, хатта бешереп күрһәтеүен үтенеп маҙаһына тейеп бөттө. Илдар бер төрлөлөктө яратманы, күп нәмә менән даими ҡыҙыҡһынып йәшәне, һәр яңылыҡтың төбөнә төшөргә тырышыр ине. 2019 йылда Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтып әйләндек. Беҙҙе Илдар менән Дилара ла саҡырып алды, рәхәтләнеп студент саҡтарҙы иҫкә төшөрөп-көлөшөп ултырҙыҡ. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған дуҫлыҡтың ҡәҙерен белде һабаҡташыбыҙ. Кем уйлаған инде был мәжлес һуңғыһы булыр тип...
Башҡортостандан Дондағы Ростовҡа уҡырға барған кисәге студенттар, бөгөнгө фән докторҙары һәм кандидаттары, үҙҙәрен “ростовсылар” тип йөрөтә, улар даими аралашып тора. Илдар Миҙхәт улының мәрхүм булыуына 40 көн тулған көндә Өфөлә йыйылышып, курсташтарын иҫкә алғандар.
Иҡтисадсы-дәүләт эшмәкәре
Илдар Ғәбитов менән миңә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә 1997 йылда эшләй башлаған ваҡытта танышырға насип булды. Тиҙҙән уртаса буйлы, теремек, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы был егеттең, Дондағы Ростов университетын тамамлап ҡайтҡас, 1983 йылда Өфө авиация институтында өлкән уҡытыусы вазифаһында эш башлауын белдек. 1986 – 1989 йылдарҙа Мәскәү финанс институты аспирантураһында уҡып, иҡтисад фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Артабан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ете йыл студенттарға белем бирә.
Яңы тәғәйенләнгән иҡтисад бүлеге мөдире менән даими осрашып күрешеү генә түгел, тора-бара төрлө донъяуи мәсьәләләр тураһында фекер алышыу ҙа матур йолаға әйләнде. Ғәҙәттә, бындай ихлас әңгәмәләр Аҡ йорттоң өсөнсө ҡатындағы Илдар Миҙхәт улының кабинетында үтә торғайны. “Нияз Булатович, сәләм! Ваҡытың булһа, төш көнө кереп сыға алмаҫһыңмы икән? Кәңәшләшә торған мәсьәлә бар ине”, – тип эске телефондан шылтыратыр ине.
Төшкө аш мәлен кабинет хужаһы саф һауаға сығып йөрөп кереүгә түгел, ә гәзиттәр менән танышыуға арнауҙы хуп күрҙе. Айырыуса ул “Коммерсантъ”, “Аргументы и факты”, “Комсомольская правда», “Московский комсомолец” баҫмаларын үҙ итте. Илдар Миҙхәт улы көнүҙәк темаларға арналған мәҡәләләрҙе анализлап, үҙенсә фекер төйнәп, киләсәктә илдә һәм республикабыҙҙа социаль-иҡтисади үҫештең нисек буласағын тоҫмаллау маһирлығына эйә ине. Әлбиттә, уның Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын һәм Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, төплө белемгә эйә булыуы һәм ике юғары уҡыу йортонда эшләп алыуы дәүләт эшендә ҙур роль уйнағандыр.
М. Ғ. Рәхимовҡа төрлө кәңәшмәләрҙә сығыш яһау өсөн әҙерләнгән докладтарҙың республика иҡтисады һәм уның үҫеш йүнәлештәренә ҡағылышлы өлөшөн Илдар Миҙхәт улы яҙа торғайны. Йылдың-йылы Президентыбыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһен әҙерләүҙә лә ул төп йөктө тартҡан кешеләрҙең береһе булды. Быларҙан тыш, иҡтисад диңгеҙендә балыҡ кеүек йөҙгән бүлек мөдире Рәсәй Хөкүмәтенә, республиканың Министрҙар Кабинетына, министрлыҡтарға, ҡала һәм район хакимиәттәренә Башҡортостан етәкселеге исеменән хаттар яҙыу, указ проекттарын әҙерләү, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотоу кеүек көндәлек мәшәҡәттәр уртаһында ҡайнаны.
Ҡыҫҡаһы, Илдар Ғәбитов Башҡортостан Президентының киң даирәлә алып барған эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә ҙур эш башҡарҙы. Уның ниндәй белгес булыуы тураһында Президентыбыҙҙың элекке ярҙамсыһы булып эшләгән күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре Урал Насир улы Бакиров беҙгә ошондай фекерен еткерҙе: “Илдар Миҙхәт улынан беҙ ныҡ уңдыҡ. Бүлектең эшен ул оҫта ойошторҙо. Президент ҡала-райондарға сыҡҡанда, шул төбәктәрҙең социаль-иҡтисади торошо тураһында мәғлүмәттәрҙе йәһәт кенә әҙерләп бирә торғайны. Ғәбитов, йәш булһа ла, төплө иҡтисадсы ине, ундай талантлы кешеләр һирәк тыуа шул. Бик иртә донъя ҡуйыуы ғына йәл...”
Ғаилә – төп тәрбиә усағы
Илдар Миҙхәт улының энциклопедик белемле булыуы,иҫ киткес ғилемлеге ҡайҙан килә һуң? Бының сәбәбе ябай ғына кеүек: беренсенән, тәбиғәттән бирелгән һәләт, яҡты аң-зиһен, икенсенән, оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһы мөдире, артабан ауыл советы рәйесе булып эшләгән әсәһе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы һәм атаһы Миҙхәт Әхәт улының биш балаһын да уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт биреүе, өсөнсөнән, китап һәм гәзит-журнал ғалийәнәптәренә оло һөйөү.
Илдар Миҙхәт улының Әбйәлил районы Дәүләт ауылында йәшәгән бер туған апаһы, уҡытыусы-ветеран Роза ханым ата-әсәһе тураһында бына нимәләр һөйләне: “Беҙҙең ғаиләлә китап, гәзит-журнал культы хөкөм һөрҙө. Атайым ғүмер буйы алдынғы тракторсы, артабан тимерсе булып эшләһә лә, китаптан, гәзит-журналдарҙан бер ҡасан да айырылманы. Өҫтәүенә, зиһенде үҫтереү өсөндөр инде, бөтөн балаларын да шахмат-шашкала уйнарға өйрәтте. Әсәйем яуаплы вазифаларҙа эшләгәс, беҙҙе тәрбиәләү бурысы күп ваҡыт атай иңенә төштө. Ул, эштән арып ҡайтһа ла, мал-тыуарын да ҡарар, беҙҙе лә хәстәрләр ине. Балалар апаруҡ уйнарға өйрәнгәс, ғаиләбеҙҙә шахмат һәм шашка буйынса ярыштар уҙғарыу матур йолаға әүерелеп китте. Беҙҙең ғаилә ул дәүерҙә үҙе бер мәктәпте хәтерләтте! Илдар мәктәптә лә класташтары араһында ғына түгел, өлкән кластар араһында ла шәп шахматсы булып танылды. 7-се класта уҡығанда, район беренселегендә үҙ тиҫтерҙәре араһында еңеү яулап, Бөрйән районында уҙғарылған зона ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Унда уңышлы сығыш яһап, өлкәндәр разрядын алыуға иреште. Ә инде немец теленә килгәндә, уны бәләкәй кластарҙа уҡ икәүләп ныҡлап өйрәнә башланыҡ. Тик мәктәптә сит ил теле уҡытыусылары даими алмашынып торҙо, шуныһы бәкәлгә һуҡты. Беҙ ул заманда үҙәк телевидениенан күрһәтелгән “Уҡыу каналын” даими ҡарай торғайныҡ. Немец теле нескәлектәрен һәм һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен шул тапшырыуҙан да өйрәндек. Илдар ҡустымдың тәбиғи һәләте олатай-өләсәйҙәребеҙҙән, гендан киләлер, тип уйлайым. Мәҫәлән, Ғәбделәхәт олатайым да таҡмаҡтар сығарырға маһир, телгә оҫта, зирәк кеше булған”.
Китап, гәзит-журнал уҡыуҙан, бергәләшеп ребустар, кроссвордтар, логик мәсәьәләләр сисеүҙән тыш, шахмат-шашка уйыны ла бәләкәй Ғәбитовтарҙың аң-зиһенен үҫтерергә, хәтерҙәрен нығытырға ярҙам итә. Бына ни өсөн уларҙың барыһы ла мәктәптә яҡшы уҡый. Кесе йәштән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫкән Илдар, уҡыу йылы тамамланыу менән, артабанғы кластың дәреслектәрен район үҙәге Асҡарға барып алыр булған. Бер ҡосаҡ китаптар тейәп ҡайтҡас, йорт тирәһендәге эштәрҙең осона сыға ла аулаҡ урында мауыҡтырғыс китаптар донъяһына сәйәхәт ҡыла. Яңы уҡыу йылы башланғансы, ул дәреслектәрҙе айҡап-байҡап та сыға. Шуға ла мәктәптә уҡыу бик еңел бирелә – уның өсөн дәрестәр хәтерҙә ҡалғандарҙы нығытыу ғына була.
Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән шул. Кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙәге нигеҙ ташы – ул ғаилә. Алдынғы йәмғиәттең кимәлен һәм сифатын бары өлгөлә ғаиләләр билдәләй. Ошо фекерҙе Илдар Миҙхәт улы үҙенең мәҡәләләрендә, төрлө миҫалдар һәм дәлилдәр килтереп, ғүмере буйы иҫбатлап йәшәне.
Башватҡыстар оҫтаһы
Бәләкәйҙән “Башҡортостан пионеры” гәзитен, “Пионер” журналын район гәзитен уҡып барыу, уларҙа даими баҫылған ребустарҙы сисеү Илдарҙың яратҡан шөғөлөнә әүерелә. “Башэшләтмәк”тәргә дөрөҫ яуап табыу өсөн ул, әсәһе эшләгән китапханаға барып, һәр төрлө китаптар уҡый, энциклопедияларҙа ҡаҙына. Тиҙҙән үҙе лә, ябайыраҡ ҡына булһа ла, тәүге ребустар һәм кроссвордтар эшләп ҡарай. Бала саҡтан башланған был шөғөл Илдар Миҙхәт улының ғүмерлек хоббийына ғына түгел, йәшәү рәүешенә лә әйләнә.
Тәүҙәрәк ул урыҫ гәзиттәрендә сыҡҡан кроссвордтарҙы сисеү менән мауыға, тора-бара был шөғөл ялҡыта. Ни өсөн башҡортса башватҡыстар эшләп, уларҙы республика гәзиттәрендә һәм журналдарында күберәк баҫтырмаҫҡа? Был үҙ халҡыбыҙҙың, айырыуса үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең аң-зиһенен үҫтереүгә, Ватанға, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итер ине, тип уйлай ул. Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр бит. Үҙ һүҙен һүҙ итеү ҡанына һеңгән ныҡыш кешеләрҙең береһе ине бит ул. Тиҙҙән Илдар Ғәбитов республикабыҙҙың башҡорт баҫмаларында үҙенең аҡыл-зиһен емештәрен баҫтырып сығара ла башланы. Йылдар үткәс, Башҡортостан тарихындағы тәүге “Башҡорт кроссвордтары” тип аталған брошюра нәшер итеүгә иреште. Поезда йөрөгән юлаусыларға, ял көндәрен файҙалы шөғөл менән уҙғарырға яратҡан меңәрләгән кешегә бик шәп бүләк булды был китапсыҡ.
“Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәре, “Шоңҡар” журналы Илдар Миҙхәт улының иң яратҡан баҫмалары булды. “Аманат” журналын, “Йәншишмә” гәзитен һәм башҡа баҫмаларҙы ла мәхрүм итмәне ул зиһенде үҫтерергә булышлыҡ иткән башватҡыстарынан. Тос хеҙмәт емештәренә ҙур майҙан биргән өсөн ул миңә – заманындағы “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәренең баш мөхәрриренә – “кроссворд-сканворд халҡыбыҙ, айырыуса йәштәр, үҫмерҙәр өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булғанлығын яҡшы аңлаған өсөн» ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ә бит республика баҫмалары өсөн аҙна һайын яңынан-яңы башватҡыстар эшләү күпме ваҡыт, зиһен көсө, күпме белем, тырышлыҡ талап итә! Бер көн мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы эшенең серен асыҡларға теләп, уға: “Миҙхәтович, ул тиклем күп кроссворд-сканвордты нисек эшләп өлгөртәһең ул?” – тип һораным. “Мин бер башватҡыс эшләүгә ярты сәғәт самаһы ғына ваҡыт сарыф итәм. Беренсенән, хәҙер инде был өлкәлә апаруҡ тәжрибә тупланды, икенсенән, сканвордтар эшләүҙең алгоритмын төҙөп алдым,” – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты башҡорт башватҡыстары “батшаһы”. Һуңғы йылдарҙа ул судоку тип аталған уйын менән дә мауығыуын телгә алды. Һандар менән эш итеүгә ҡоролған был башватҡыс зиһенде, математик һәләтте “йоҡлатмау”ға булышлыҡ итә.
Башҡортостанда башватҡыстар эшләүселәр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы ла Илдар Миҙхәт улы булды. Уның инициативаһы менән кроссворд-сканворд менән шөғөлләнеүселәрҙең, бер ҡорға тупланып, үҙ-ара эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү матур йолаға әүерелде. Ҡыҫҡаһы, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың зирәк аҡыллыларын берләштергән Ғәбитов мәктәбе барлыҡҡа килде. Шуныһы һөйөнөслө: Илдар Миҙхәт улының тәрбиәләнеүселәре, уның юлын дауам итеүселәр сафы артҡандан-арта бара.
Эйе, И. М. Ғәбитовтың башватҡыстары олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә ысын мәғәнәһендә аҡыл-зиһен, белем мәктәбе булып һаналды. Ошо интеллектуалдар мәктәбенең мөғәллиме лә, етәксеһе лә үҙе булды. Бер-береһен ҡабатламаған, төрлө темаға арналған үҙенсәлекле кроссвордтар һәм сканвордтар кешеләрҙең зирәклеген үҫтереүҙә, белемен камиллаштырыуҙа ҙур роль уйнаны. Шуныһы ла бик мөһим: һәр башватҡысында Илдар Миҙхәт улы башҡорт теленең онотола төшкән гәүһәрҙәрен, хатта диалект һүҙҙәрен дә тергеҙеп, уларға икенсе һулыш бирҙе. Йәнә лә: башҡорт халҡының бөйөк шәхестәренең, юбилейҙарын билдәләгән халҡыбыҙ зыялыларының фотоларын башватҡыстарына ҡуйып, ул мәрхүмдәрҙең рухын ҡыуандырһа, тереләрҙең рәхмәтенә лайыҡ булып йәшәне.
Ахыр килеп, шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: Илдар Ғәбитовтың үткер мәҡәләләре генә түгел, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс башватҡыстары ла республика баҫмаларының тиражына ыңғай йоғонто яһаны. Бары тик уның сканвордтары өсөн генә гәзит-журнал алдырыусылар әҙ булманы: РФ һәм БР Журналистары союздары ағзаһы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов алты гәзит-журналдың йыл лауреаты булып танылған берҙән-бер кеше булғандыр, тиһәм, һис тә дөрөҫлөккә хилафлыҡ китермәм кеүек. Был, һис шикһеҙ, аҡыл эйәһенең алһыҙ-ялһыҙ фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡ баһа!
Тел белгесе лә ине!
Кемдәрҙер, ҡала урамдарынан китеп барғанда, хаталы алтаҡта йәки башҡа төрлө яҙыу күреп ҡалһа, битараф ҡына үтеп китә, бәғзеләр иһә, шул хатаны ла төҙәтә алмайҙар, тип власть вәкилдәрен йәки телсе-ғалимдарҙы эстән генә әрләп ала. Ә бына Илдар Ғәбитов өсөнсө төргә ҡараған кеше булды. Ул, Өфө урамдарында ниндәйҙер хаталы яҙыуҙы, башҡортсаға дөрөҫ тәржемә ителмәгән алтаҡтаны күреү менән, кеҫәһенән телефонын сығарып, уларҙы фотоға төшөрөп ала торғайны. “Мин булмаһам, был ҡырҡыу мәсьәләгә кем иғтибар итер һуң?” – телһөйәр һәм илһөйәр Илдар Миҙхәт улының йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы, моғайын, ошо ла булғандыр.
Урам буйҙарында күҙ көйөгө булып торған хаталы алтаҡталар, ғөмүмән, туған телдең торошо тураһында ул байтаҡ материал тупланы. Республика гәзиттәрендә баҫылған тәнҡит мәҡәләләренә Өфө ҡалаһы хакимиәте күҙ йомоп ҡарай алманы, күп ерҙә тәржемә хилафлыҡтары төҙәтелде. Илдар Ғәбитовтың, “Хатаһыҙ ҡала” конкурсында еңеүсе булып танылып, баш ҡала хакимиәте башлығының премияһына лайыҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Туған телдең сафлығы өсөн эҙмә-эҙлекле ныҡышмалы эш алып барған тынғыһыҙ энтузиаст тырышлығы, өлгөрлөгө, бер нимәгә лә битараф булмауы менән күптәр өсөн бына тигән өлгө күрһәтте.
Илдар Миҙхәт улы һуңғы йылдарҙа минең ватсапҡа Өфөләге хаталы алтаҡталарҙы ебәреүҙе ғәҙәт итеп алғайны. Мин иһә, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары булараҡ, уларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәтенә сара күреү өсөн ебәреп торҙом. Ҡыҫҡаһы, телһөйәр Ғәбитовтың башҡорт теленең бөгөнгө торошо өсөн янып-көйөп йәшәүе, был өлкәлә аныҡ эштәр башҡарыуы эҙһеҙ үтмәне: баш ҡалабыҙҙың урамдарында башҡортса дөрөҫ яҙылған алтаҡталар, баннерҙар күбәйгән икән, бында, һис шикһеҙ, уның да тос өлөшө бар!
“Шым әйткән алыҫҡа ишетелә...”
Илдар Ғәбитовтың яратҡан фекере уның ватсабында сағылыш тапҡан ине. Был цитата уның тормоштағы позицияһына, публицистик оҫталығына бер ишара булып хеҙмәт итте. Эйе, халыҡҡа тамаҡ ярып, теге йәки был мәсьәләне еткерергә маташыу кире һөҙөмтә бирергә мөмкин. Ул үҙ фекерен кешеләргә көсләп таҡманы, “шулайтырға кәрәк, былайтырға ине” тип аҡыл өйрәтмәне, йәғни аңлағанға – ишара. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙырға тейеш, тигән принцип менән йәшәне. Маһир телһөйәр кинәйәле һүҙ менән дә уй-фекерҙәрен әкренләп уҡыусыларҙың, радио тыңлаусылар һәм телевизор ҡараусыларҙың аңына һеңдерә килде. Ҡыҫҡаһы, эзоп теле Илдар Ғәбитов публицистикаһының стиль үҙенсәлеге булды.
Бер интервьюһында Илдар Ғәбитов публицистикаға килеүгә нимә этәреүе тураһында ошондайыраҡ фекер белдергәйне: “Дондағы Ростов университетында уҡыған ваҡытта беҙҙең өсөн үрнәк булған Карл Маркс, Владимир Лениндың, фәнни эштәрҙән тыш, публицистика менән дә шөғөлләнгәндәрен белеп, был турала ла уйлана торғайным. СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу башланғас, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында донъя күргән публицистик мәҡәләләрҙең халыҡ аңына йоғонто яһау көсөн, йәмғиәттәге ролен күреп, миңә лә ошондай мәҡәләләр яҙырға кәрәктер, тигән фекергә килдем. Сөнки республикабыҙҙа был эшкә тотонған иҡтисадсы булмай торҙо”.
Башҡорт публицистикаһы өсөн киң эрудициялы иҡтисад ғалимы И. М. Ғәбитов ҙур табыш булды, шуға ла төрлө редакцияларҙан, теге йәки был тема буйынса мәҡәлә яҙыуын үтенеп, уға мөрәжәғәт итеүселәр күп ине. Саф башҡорт телендә, отошло терминдар ҡулланып, ҡатмарлы иҡтисад, финанс мәсьәләләре тураһында ябай тел менән төплө материалдар әҙерләгән бүтән белгестәр республикабыҙҙа бик юҡ ине шул. Ошо бушлыҡты ул тулыландырҙы ла инде.
Илдар Ғәбитовтың публицистик оҫталығы тураһында күп яҙырға мөмкин. Әммә шуны ғына билдәләйек: уның һәр мәҡәләһе теге йәки был мәсьәләне тәрән анализлауҙан, сағыштырыуҙарҙан, дөйөмләштереүҙән тора ине. Һүҙ оҫтаһы башҡорт халҡының көнитмешен, ғаилә мөнәсәбәттәрен, социаль хәлен, холҡондағы ыңғай һәм кире яҡтарын тәфсирләп яҙҙы, эскелек, эшһеҙлек, битарафлыҡ һәм ялҡаулыҡтың сәбәптәрен бәйән итте. Уның гәзит-журналдарҙа баҫылған материалдарын уҡыусылар һәр саҡ көтөп алды, айырым етешһеҙлектәрҙе асыҡтан-асыҡ тәнҡитләүе лә һәр саҡ урынлы булды. Әлбиттә, тура әйткән – туғанына ярамаған, тигән һымаҡ, уға үпкә тотҡан кешеләр ҙә, ойошмалар ҙа булғандыр. Ә тәнҡит – алға китештең этәргесе.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт публицистикаһының танылған оҫталары Ризван Хажиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Сәлимйән Бәҙретдиновтарҙан айырмалы рәүештә, Илдар Ғәбитов журналист булып бер редакцияла ла эшләмәне, ғалим-уҡытыусының төп эш урыны университет булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул төрлө темалар буйынса, киң даирәлә тәрән фекер йөрөтөп, үҙен республикабыҙҙа иң әүҙем публицистарҙың береһе итеп танытты.
Радиола ла, телевидениела ул үҙ кеше
Иҡтисадты ғына түгел, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрҙе лә төплө белгән, үҙ фекерҙәрен аңлайышлы тел менән ябай ғына итеп, әммә тура ярып һөйләгән ғалимды Башҡортостан радиоһы ла, телевидениеһы ла һәр саҡ тапшырыуҙарға саҡырып торҙо. “Юлдаш” радиоһында халыҡты борсоған күп темалар буйынса эксперт булараҡ сығыш яһауын күптәр көтөп алыр ине. Уның һәр ҡырҡыу мәсьәләгә үҙ ҡарашы булды. Иҡтисади, сәйәси, социаль, мәҙәни-әхлаҡи мәсьәләләрҙе тәфсирләп аңлатып, ул меңәрләгән радио тыңлаусының һөйөүен яуланы.
Илдар Миҙхәт улы, барометр ише, халыҡтың тын алышын яҡшы һиҙемләне, шуға ла төрлө йәштәге телевизор ҡараусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн яңынын-яңы тапшырыуҙар ойошторорға кәрәк икәнлегенә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы етәкселеген инандыра белде. Телевидениелағы “Арыҫлан” ир-егеттәр клубы, “Алтын тирмә” тапшырыуҙарының инициаторы булараҡ, был интеллектуаль уйындарҙың концепцияларын, сценарийҙарын әҙерләүҙәге роле, хатта бер килке алып барыусыһы сифатында эшләп алыуы тураһында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел.
“Киске телеүҙәк”, “Интервью” тапшырыуҙарына ла танылған иҡтисадсы-ғалимды ихлас саҡыра торғайнылар, сөнки ул, ҡатмарлы социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе оҫта аңлатыуы, үҙенсәлекле уй-фекерҙәре менән күптәрҙең ихтирамын ҡаҙанып, телевидениеның абруйын күтәреүгә лә булышлыҡ итте.
Хәстәрлекле ир, бәхетле атай,
һөйөклө олатай
Ирмен тигән ир-уҙаман фани донъяла ул үҫтерергә, өй һалырға, ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Яҙылмаған был тормош тәғлимәтен Илдар Миҙхәт улы тулыһынса бойомға ашырған: “Юлдаш” радиоһының сығарылыш бүлеге етәксеһе булып эшләгән ҡатыны Дилара Самат ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк иттеләр. Бәхетле ғаиләнең күрке-нуры булып тыуған Таңсулпан исемле ҡыҙҙары кейәүгә сығып, ире менән Ләйлә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Бер түгел, ике һөлөктәй ул – Тимур менән Бәхтийәр исемле малайҙар үҫтерҙе Ғәбитовтар. Өлкән улдары өйләнеп, хәҙер инде кәләше менән үҙаллы донъя көтә. Кинйәләре11-се класты тамамланы.
Өфөлә фатирҙары булһа ла, Дилараның тыуған яғында – Нуриман районының Иҫке Күл ауылында сынъяһау йорт та һалып керҙеләр, ә ғаилә башлығы ултыртҡан ағастарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Әйткәндәй, Илдар ҡупшы өйҙәрен улдары менән бергәләп төҙөп керә. Уның балта оҫтаһы тигән данын туғандары ла, дуҫтары ла яҡшы белә.
Халыҡ педагогикаһы, ата-әсәһенең тәрбиә ысулдары ла тап шулай булған бит, йәғни балаларҙы бойороп түгел, ә үҙ өлгөңдә, үҙ эшең менән тәрбиәләү – иң отошло алым. Бәләкәйҙән ауылдың барлыҡ ҡара эшен еренә еткереп башҡарған, бесәнен дә сапҡан, утынын да әҙерләгән атай кеше бына шулай ҡалала “асфальт өҫтөндә” үҫкән улдары менән ыҡсым ғына йорт һала. Һоҡланғыс күренеш түгелме ни был?!
– Илдар өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай булды, ейәнсәребеҙҙе ныҡ яратты, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты һөйөклө ҡатыны Дилара ханым. – Ул бер ҡасан да балаларға, китап уҡы, дәресеңде әҙерлә, тегене-быны эшлә, тип бойороп ултырманы. Һүҙ менән түгел, эшем, ҡылығым менән генә тәрбиәләйем. Балалар минең эшләгәнде күреп, шунан өлгө алып үҫергә тейеш”, – ти торғайны. Ул әйткәнсә, тап шулай килеп сыҡты ла: улдарыбыҙ, аталарына оҡшап, бар эшкә лә оҫта. Илдар балаларға бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне. Уларға атайҙарының бер ҡарашы, “шым ғына һүҙе” лә етә ине. Ғөмүмән, ул күп һөйләргә яратманы. Өйҙә төн еткәнсе, баш баҫып, бер юлы бер нисә эш менән була торғайны: гәзиттәрҙе лә ҡараштырып сыға, энциклопедияларға ла күҙ һалып ала, сканвордын да эшләй, судоку ҙа сисә, мәҡәлә лә яҙа... Бик егәрле кеше булды!
Илдар Миҙхәт улына татыу ҙур ғаиләһе менән бәхет диңгеҙендә йөҙөп, рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әжәл олоһон да, кесеһен дә, бөйөгөн дә, ябайын да аяп тормай шул...
Бәйгеләрҙә елгән аттай ...
Был тиклем дә киң ҡолас менән ижади тормошта ҡайнап йәшәү өсөн күпме ваҡыт, күпме дәрт-дарман талап ителгәнен Илдар Миҙхәт улы үҙе генә белгәндер. Кемдәрҙер эшһеҙлектән ваҡыт үткәрә алмай яфаланып көн итә. Ә Илдар Ғәбитовҡа тәүлектең 24 сәғәте лә етмәгәндер. ”Саҡ ҡына эшһеҙ торһам, үҙемде нимәләлер ғәйепле итеп тоям”, – тип әйтеп һалғайны ул бер мәл. Был, ысынлап та, шулай, уның ҡул ҡаушырып ултырыуын, бер файҙаһыҙ көн үткәреүен күҙ алдына ла килтереү бөтөнләй мөмкин түгел ине.
Аҡмулла кеүек үҙ халҡына, туған теленә күберәк файҙа килтерергә, изгелектәр ҡылырға, кешеләрҙең аң-зиһенен үҫтерергә, белемен байытырға ашығып-янып йәшәне Илдар Миҙхәт улы. 8 ғинуарҙың кисендә ул миңә ватсаптан сираттағы мәҡәләһенең һылтанмаһын ебәрҙе. “Ошо мәҡәләне ослай алмай ултырам. Һинең кәңәшең кәрәк ине”, тип яҙғайны. “Аңлашылды. Ярай,” тип яуап яҙҙым да материалды уҡырға тотондом. Көн ҡаҙағына һуҡҡан публицистик мәҡәләһен бер тынала уҡып сығып, 5-6 пункттан торған тәҡдимдәремде яҙып ебәрҙем. “Илдар дуҫ, был мәҡәләң дә бик шәп булған. Афарин!” тигән яҙыуым уға һуңғы баһам булырын кем уйлаған инде...
Таң атыуға социаль селтәрҙәрҙә “Илдар Ғәбитов мәрхүм булған!..” тигән хәбәр тарала башланы. Был уҫал шаяртыуҙыр, тип уйланым башта, тик яман хәбәр таралғандан-тарала барҙы... Дуҫымдың, фекерҙәшемдең, рухташымдың көтөлмәгән үлеме ныҡ шаңҡытты. Миңә генәме ни, барлыҡ башҡорт йәмәғәтселегенә был аяныслы хәбәр ҡыш уртаһында йәшен атҡан кеүек тәьҫир иткәндер... Илдар Миҙхәт улының оҙаҡ йылдар төрлө йүнәлештә көнө-төнө алһыҙ-ялһыҙ, үҙен үҙе аямай эшләүе эҙһеҙ үтмәгән – кескәй генә йөрәк барыһын да бер юлы күтәрә алмай шул...
Ярты йыл самаһы элек тыуған ауылы Буранғолда йән тыныслығы тапты күп ҡырлы талант эйәһе. “Иҡтисад өлкәһендәге белемемде халыҡҡа еткереүҙе, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе аңлатып биреүҙе үҙемдең бурысым итеп һанайым” тип ниәт иткән И.М. Ғәбитов ошо изге миссияны туған халҡы хаҡына оҙаҡ йылдар йөрәге ҡушыуы буйынса намыҫ менән башҡарҙы. Ғүмере заяға үтмәне замандашыбыҙҙың. Бихисап ғилми хеҙмәте, йөҙәрләгән фәнни һәм публицистик мәҡәләһе, һанап бөткөһөҙ кроссворд-сканвордтары, радио-телевидение аша яңғыраған көнүҙәк сығыштары менән яҡты эҙ ҡалдырҙы Илдар Миҙхәт улы. Бөгөнгө йәштәр, студенттар өлгө алырлыҡ уның һымаҡ һоҡланғыс шәхестәр – аҡыл эйәләре, хәҙерге заман Аҡмуллалары – быуатҡа бер тыуа шул. Йыназала сығыш яһаған курсташтары һәм хеҙмәттәштәре уны “заманыбыҙҙың бөйөк ғалим-иҡтисадсыһы” тип юҡҡа ғына нарыҡламаны.
Яҡташтарының арҙаҡлы шәхесте нисек баһалауы шунда күренә: 22 февралдә Буранғол ауылының мәҙәниәт йортонда И. М. Ғәбитов иҫтәлегенә арналған шахмат буйынса район ярышы уҙғарылды. Райондаштары күренекле уҡытыусы, ғалим, публицистың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса яҡын йылдарҙа, моғайын, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итер әле – ул бындай хөрмәткә, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Тик шуныһы үкенесле: оҙаҡ йылдар студенттарға иҡтисад серҙәрен төшөндөргән, халҡыбыҙға киң мәғлүмәт саралары аша арымай-талмай төплө һабаҡ биргән, тиҫтәләгән кеше лә башҡара алмаған төрлө йүнәлештәге үтә ҡатмарлы эштәрҙе бер үҙе атҡарған шәхестең оло хеҙмәттәре юғары кимәлдә баһаланмай ҡалды. Республикабыҙҙың иң көслө публицистарының береһе Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге мәртәбәле премияға тәҡдим ителмәүен дә бер нисек тә аңлап булмай... Әрһеҙләшеп, инәлеп, кемдәргәлер ярамһаҡланып йәшәмәне шул ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө намыҫ әләме итеп йәшәгән тура һүҙле, тос фекерле халҡыбыҙҙың аҫыл улы. Шуныһы бошондора: һаман да бер тырмаға баҫыуҙы дауам итәбеҙ – кеше иҫән сағында уны ҡәҙерләп, ололоҡлап етмәйбеҙ, ә вафат булғас, әллә нимәләр эшләргә әҙербеҙ ҙә бит, тик күп осраҡта һуң була шул...
Бәйгелә сабып барған ярһыу саптарҙың йөрәге шартлап йән биреүен хәтерләтте заманыбыҙ мәғрифәтсеһе Илдар Миҙхәт улы Ғәбитовтың ваҡытһыҙ үлеме. Рухташым, фекерҙәшем, дуҫым тураһындағы хәтирәне Мостай Кәримдең шиғри юлдары менән ослайым:
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған шул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шунда бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ!
Ниязбай СӘЛИМОВ,
журналист, яҙыусы, ғалим,
филология фәндәре кандидаты.