Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Июль 2025, 16:37

«Беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә»

Һаҡалы һәм ҡашының төҫө арҡаһында ул «Сал» тигән позывной ала. Заманында 36-сы һөнәрселек училищеһында «Иретеп йәбештереүсе»гә уҡый, үҙ эшенең оҫтаһы булып китә, юғары алтынсы разряд ала. Өйләнгән, ҡыҙы үҫә.

«Беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә»«Беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә»
«Беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә»

«2023 йылдың 8 июлендә контракт төҙөнөм. Донбасты юҡ итеүҙәрен ҡарап арыным, - ти әңгәмәләшсем. - Аҡса өсөн барманым, сөнки уға ҡытлыҡ юҡ, эш хаҡым яҡшы ине. Мине ҡатыным да, ҡәйнәм дә уйымдан кире ҡайтырға өгөтләне. Һәләк итеп ҡуйыуҙары бар бит, тип хафаланды.
Екатеринбургта әҙерлек үткәндән һуң Луганск Халыҡ Республикаһына элемтә хеҙмәтенә эләктем. Был 2023 йылдың сентябре ине. Көн бик эҫе. Башта беҙҙе палаткалар ҡаласығына, һуңынан ташландыҡ лагерь биләмәһенә урынлаштырҙылар, йыл ярым хәҙер шундабыҙ. Беҙҙең бригада күп урындарға таралған. Төрлө машиналарҙа яугирҙарға посылкалар һәм гуманитар йөк, шулай уҡ йәшерен почта ташыйбыҙ. Был мәғлүмәттәрҙе радио, телефон аша тапшырырға ярамай, тик штаб вәкилдәренең үҙҙәренең ҡулына тотторорға. Бронежилетта, автомат, боекомплект менән ике йөҙ километрға тиклемге радиустағы объекттарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Махсус пропуск менән генә йөрөйбөҙ. Күп кенә машиналарға һөжүм итәләр, водителдәр яралана, әммә бойороҡто үтәйҙәр. Һауаға ҡаршы оборонаның көстәре арҡаһында беҙгә ракеталар килеп етмәй тиерлек.
Участкабыҙҙағы контрактсыларҙың йәше - егерме йәш һәм унан өлкәнерәктәр. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә башҡа маҡсат йөрөтә бында, ҡалғандары нимә өсөн көрәшеүен аңлай: Донбасты яуызлыҡтан азат итергә. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, фронтта һәләк булған. Әйткәндәй, беҙ Луганскиҙа бик насар торошта булған һуғышта ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде реставрацияланыҡ, почетлы ҡарауылда торҙоҡ.
Дошман оборонаның беренсе һыҙығына мобилизацияланғандарҙы көсләп ебәрә, улары шунда уҡ ҡаса йәки әсирлеккә бирелә. Икенсе һыҙыҡта - сит илдән ялланып килеүселәр.
Беҙ алғы һыҙыҡта түгел дә кеүек, әммә махсус операцияла һәр кемдең роле мөһим, беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Часҡа кире ҡайтҡас, хәрби күнекмәләрҙе тергеҙеү өсөн ике аҙнаға полигонға ебәрәләр. Беҙ урынлашҡан ерҙә коллектив берҙәм, күптәр бында өс йыл самаһы һәм һәр кем еңеүгә ышана».
Зәбир ИСЛАМОВ.

"Салауат" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас