

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалында - 106 социаль координатор. Ветерандар менән эшләүҙән тыш, улар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Туймазы районының соцкоординаторы Лилиә Ғәйнетдинова Бөтә Рәсәй “Ватанға хеҙмәт итәм” мәғрифәтселек акцияһына ярашлы барған “Көслө кешеләр” проектында ҡатнашыусы балаларҙы МХО ветерандары менән осрашыу ойошторорға ярҙам итте. “Көслө кешеләр” проекты Туймазы районының махсус хәрби операцияһында ҡатнашып ҡайтҡан яугирҙәрҙе социалләштереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә, шулай уҡ уларҙың 4 - 18 йәшлек балаларының ялын ойоштороуға йүнәлтелгән. Проект буйынса Туймазы районының МХО-ла ҡатнашыусыларының балалары өсөн Алексеевка ауылындағы “Йәшлек” лагерында алты көнлөк ял ойошторолдо. Балалар өсөн спорт саралары, күнекмәләр һәм яугирҙәр менән осрашыуҙар үткәрелде. Хәрби хеҙмәткәрҙәр балаларға хәрби экипировка, беренсе медицина ярҙамы һәм яу яланында ауырлыҡтарҙы нисек үтеп сығырға мөмкин икәнлеге тураһында һөйләне. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, бындай саралар Ватан тарихын хөрмәт иткән һәм уның ышаныслы таянысы булырға әҙер булған, һәр яҡлап үҫешкән, Ватанға тоғро йәштәрҙе тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, тип билдәләне. - Беҙҙең ветерандар Бөтә Рәсәй “Ватанға хеҙмәт итәм” мәғрифәтселек акцияһында әүҙем ҡатнаша. Уларға үҫеп килгән быуын менән тәжрибә уртаҡлашыуҙары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ үткәргән батырлыҡ дәрестәре балаларҙы ғына түгел, барыбыҙҙы ла сыҙамлыҡҡа һәм изгелеккә илһамландырһын! - тине Гөлнур Ҡолһарина. Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: vk.com/public220653548 “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, дүшәмбе - шәмбе. Алдан консультацияны 8 (347) 268-01-02 һандарына шылтыратып алырға мөмкин.