

Бизнеста уңышҡа ирешер өсөн башҡаларҙан саҡ ҡына күберәк тир түгергә кәрәк, тиҙәр. Күберәк уҡырға, эшләргә һәм хыялланырға. Быны Урал аръяғынан бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан Венер БАҒЫШАЕВ яҡшы белә. Бөгөн ул төҙөлөш химияһы менән һатыулыҡ иткән “АКФИКС-РУС” компанияһының генераль директоры. Йәш бизнесменға бындай дәрәжәгә етер өсөн үҙ елкәһендә ауырлыҡтарҙы ла, юғалтыуҙарҙы ла, аҙымлап үрләгән бейеклектән ҡолап төшөүҙе лә татырға тура килә...
— Венер Юнир улы, баштан башлайыҡ. Һеҙ сығышығыҙ менән ҡайҙан булаһығыҙ?
— Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында үҫтем. Ауылда етенсе класҡа тиклем уҡыным. Ун берҙе Сибай гимназия-интернатында тамамланым. Юғары белемде БДАУ-ҙа алдым. Ошо урында атай-әсәйемә рәхмәт әйтер инем. Нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ тип тырыштылар. Балаларын ситкә уҡырға ебәреүе лә еңел булмағандыр, шулай ҙа киләсәгебеҙҙе уйлап, белем бирҙеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, Сибайға уҡырға барырға артыҡ теләгем дә булманы. Хәҙер, һөҙөмтәләр күренгәс, атай-әсәйҙең ныҡышмаллығы юҡҡа булмағанын аңлайым.
— Тимәк, күңелегеҙҙә һеҙ ябай ауыл егете инде?
— Шулай тиергә лә була. Ауылда үткән бала саҡты әле лә йылмайып, һағынып иҫләйем. Туҡһанынсы йылдарҙа үҫкәс, аҡса юҡ, аҡса булһа ла, әйберҙәр юҡ. Йәй буйы бесән эшләйбеҙ ҙә, августа һатабыҙ. Шул аҡсаға мәктәпкә кейемдәр, кәрәк-яраҡтар алырға тип баҙарға барабыҙ. Ул көн үҙе бер байрам һымаҡ була торғайны. Ауылда үткән һабантуйҙар сағыу мәл булып хәтеремдә ҡалған. Өй тултырып ситтән ҡайтҡан туғандар йыйылһа, күңелле була торғайны. Хәҙер ҙә яҡындарымды саҡырып, ҡорбан ашы, аяттар үткәрергә тырышам. Балаларымдың да хәтерендә йылы, матур иҫтәлектәр ҡалһын ине.
— Компания етәксеһенә тиклем ниндәй юл үтергә тура килде?
— 2012 йылда өйләнгәс тә, кәләшем менән эш буйынса Мәскәүгә күстек. Хәтеремдә, үҙебеҙ менән уның да, минең дә берәр сумка булды. Башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ғүмерҙе башлап ебәрҙек. 2014 йылда төҙөлөш химияһы менән шөғөлләнгән сит ил компанияһына менеджер булып эшкә урынлаштым. Бер-ике йыл эшләгәс, миңә директор булырға тәҡдим иттеләр. Әммә 2016 йылда етәкселек Рәсәйҙәге компанияны ябырға тигән ҡарарға килде. Шул мәлдә: “Әйҙәгеҙ мин үҙемдең компанияны асам, эште үҙ аллы алып барам”, — тигән теләк белдерҙем. Улар ризалығын бирҙе. Шулай, «АКФИКС-РУС» барлыҡҡа килде. Тәүҙә үҙем генә эшләнем, шунан иптәшемде саҡырҙым. Яңы эш башлаған йылда хатта офисым да булманы. Бер өҫтәл дә, бер ултырғыс, тигәндәй. Яйлап-яйлап артып киттек. Хәҙер 50-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй, тотороҡло үҫешәбеҙ. Өс йыл рәттән тауар әйләнеше ике тапҡырға артып бара. 2022 йыл «АКФИКС-РУС» әйләнеше 950 миллион һум булды. Быйылға план — 1,5 миллиард һумға етергә.
— “АКФИКС-РУС” нимә менән шөғөлләнә?
— Бөгөнгө көндә компания һыу, йылы изоляциялау, монтаж күпереге, техник аэрозолдәр, буяуҙар, силикондар, акрил һәм полиуретан герметиктар, утта янмай торған материалдар, елемдәр һәм башҡа төҙөлөш химияһын һата. Шулай ҙа үҙебеҙҙе бер генә йүнәлеш менән сикләмәйбеҙ. Төҙөлөш компаниялары, мебель, тәҙрә, ишек етештереүселәр, федераль селтәрҙәр, төбәк магазиндары, реклама секторы, автомобиль тармағы менән дә эшләйбеҙ. Шулай уҡ маркетплейстарҙа ла һатыулыҡ итәбеҙ. Үткән йылда тәүге тапҡыр RODEX маркаһы аҫтында электроинструменттар һата башланыҡ.
— Ябай булмаған ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ, бизнестағы ауырлыҡтарҙы нисек еңәһегеҙ?
— Хәҙерге заманда кешенең яҙмышына, бизнесҡа тәьҫир иткән хәлдәр йыш була башланы. Мәҫәлән, элек ҙур ваҡиғалар ун йылға бер булып торһа, бөгөн үҙгәрештәр күпкә йышыраҡ ҡабатлана. Шуға ла хәл иткес фактор — ул тиҙлек. Кем дә кем тиҙ яраҡлаша, яңы тыуған хәлдәрҙә һығылмалылыҡ күрһәтә, шул баҙарҙа уңышҡа өлгәшә лә инде.
Беҙ үҫеп килгән ҙур булмаған компания. Тиҙлекте лә, һығылмалылыҡты ла һаҡлайбыҙ. Тиҙлек тигәндә, мин мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү, уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын күҙ уңында тотам.
Әлбиттә, продукциябыҙҙың сифаты ла ҙур роль уйнай. Беҙ экономсегмент менән ярышмайбыҙ. Беҙҙең төп конкуренттар — сифатлы продукция эшләгән европа етештереүселәре. Клиенттар менән эшләүҙе лә һәр ваҡыт камиллаштыра барабыҙ.
— Уңышлы бизнес сере бармы?
— Иң башта һин тулыһынса бизнес өсөн эшләйһең. 2018 йылға тиклем мин отпускыһыҙ, ялһыҙ эшләнем. Студенттар әйтәләр бит: тәүге өс курс “зачетка” өсөн эшләйһең, артабан “зачетка” һиңә эшләй. Бизнеста ла шулай. Уны балаңды үҫтергән һымаҡ үҫтерәһең, тәрбиәләйһең, аҡса һалаһың, һаҡлайһың. Шунан ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләр күренә. Әлбиттә, ҡатмарлы ваҡыттар ҙа булды. Аҡса менән дә ауырлыҡтарға осраныҡ, янғын да сығып китте. Бирешмәнек, артабан эшләйбеҙ. Тәүге сер шул — тырышаһың, эшләйһең, бирешмәйһең. Уңыштың икенсе сере – команда. Дөрөҫ төҙөлгән команда – бик мөһим. Хеҙмәткәрҙәреңә кәрәккән саҡта ярҙам итеү, ауырлыҡтарҙы бергәләп үтеү, бер-берең өсөн тауҙай тороу мотлаҡ.
— Компания Мәскәүҙә урынлашһа ла, унда, белеүемсә, башҡорттар күп эшләй. Был осраҡлы хәлме? Әллә маҡсатлы рәүештә яҡташтарығыҙҙы эшкә алаһығыҙмы?
— Яҡташтарҙы, үҙебеҙҙекеләрҙе күтәрергә, уларға ярҙам итергә тигән теләгем баштан уҡ бар ине. Команда йыйғанда башҡорттарҙы алырға тырыштым. Төҙөлөш химияһы өлкәһенән булмаған егеттәрҙе лә саҡырып уҡыттыҡ, өйрәттек. Хәҙер ҙә Башҡортостандан килгән егет-ҡыҙҙар күп эшләй. Әммә компания ҙурайғас, тик башҡорттар менән генә тултырып булмай. Башҡа төбәктәрҙә, билдәле, шул ҡала кешеләрен алабыҙ.
— Минең күҙәтеүем буйынса, бизнес менән шөғөлләнгән кеше аҡсаға бик еңел ҡарай. Һеҙ ҙә шулаймы?
— Бизнесмендар, ысынлап та, аҡсаға еңел ҡарай. Минең дә ҙур юғалтыуҙарым булды. Унһыҙ бизнес булмай. Һәр тин өсөн ҡайғыра башлаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Тәжрибә менән барыһы ла килә. Юғалтҡан урындарҙа инде ипләберәк була башлайһың. Аҡса бөгөн бар, иртәгә юҡ. Шуға ла матди байлыҡты файҙаға ебәрергә, хәйриә менән шөғөлләнергә тырышам.
— Хәйриә тураһында әйтеп киткәйнегеҙ, ниндәйерәк эштәр башҡараһығыҙ?
— Хәйриә — ул тормошомдоң асылы, һәр бизнестың нигеҙе. Сөнки өләшмәһәң, уңыш килмәй. Аҡыллы бизнесмен быны аңларға тейеш: бирмәйенсә бер нәмә лә алып булмай. Шуға ла хәйриәлә әүҙембеҙ. Айырыуса Башҡортостанда булғандарҙа. Мәҫәлән, Нефтекаманың балалар футболы командаһына ярҙам итәбеҙ. Ә Мәскәүҙә күп балалыларға, атайһыҙ ҡалғандарға аҙыҡ-түлек алып бирҙек. Башҡортостанда үткән ифтарҙарҙа, ҡорбан салыу кеүек эштәрҙә, төрлө проекттарҙа матди яҡтан ҡатнашабыҙ. Ғөмүмән, әгәр эш милләт, йәштәр, һаулыҡ, белем өсөн файҙалы икәнен күрһәм, ярҙам итергә тырышам.
— Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ. Тормош иптәшегеҙ Ләйсән менән нисек таныштығыҙ?
— Ләйсән менән университетта таныштыҡ. 2011 йылда никахыбыҙ булды, бер йылдан яҙылдыҡ. Хәҙер инде өс бала тәрбиәләйбеҙ: Мәликә, Ихсан, Нурлан. Ҡыҙыма – 10 йәш, улдарыма – 8 һәм 5 йәш.
— Балаларығыҙға ваҡыт етәме, ни тиһәң дә, етәксе булыу еңел эш түгел?
— Балаларҙың тәрбиәһе күберәк Ләйсәнгә төшә. Шуға ла уңышымды тормош иптәшемә бағышлайым. Сөнки ауыр ваҡыттарҙа, күп эшләргә тура килгәндә, барыһын аңлап ҡабул итте. Минең менән бергә уңышһыҙлыҡтарымды уртаҡлашты, күңеле аша үткәрҙе. Иртә сығып, һуң ҡайтҡан мәлдәремдә лә һүҙ әйтмәне. Балаларҙы ҡараны, йөрөттө, уҡытты. Хәҙер инде минең ваҡыт күберәк, башкөллө эштә түгелмен. Балаларға тейешенсә ваҡыт бүлергә тырышам. Ялдарҙы, кистәрҙе тулыһынса уларға бағышлайбыҙ.
— Балаларығыҙҙы ниндәй принцип менән тәрбиәләйһегеҙ?
— Балаларҙы тәрбиәләүгә ҡараштар йылдан-йыл үҙгәрә. Сөнки мин, шәхес, етәксе, бизнесмен булараҡ, тәжрибәм йыйыла, төрлө уҡыуҙар үтәм, төрлө кешеләр менән аралашам. Хәҙер мин уларҙы үҙ аллы булырға өйрәтәм. Әхлаҡи яҡтан да үҫтерәм. Барына рәхмәтле булығыҙ, тип торам. Бер нәмә лә бушлай бирелмәгәнен, һәр нәмәнең хаҡы булыуын аңлатам. Кешеләрҙе һәр саҡ хөрмәт итергә кәрәклегенә төшөндөрәм. Хатта ашағанда ла яйлап, тәмләп, ҡәҙерен белеп ашағыҙ, тием. Был һорауҙарға йыш ҡағылмаһам да, яйлап аңлатып барам. Балаларым аңлы кешеләр булып үҫһен ине.
— Һөйләүегеҙ буйынса күренеп тора, миләтте, телде, республиканы бик яратаһығыҙ. Балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме? Уларҙа Башҡортостанға ҡарата һөйөү хисе тәрбиәләйһегеҙме?
— Мәскәүҙә тыуып, Мәскәүҙә үҫкәс, балаларҙы башҡорт телендә һөйләштереү ауырыраҡ. Әсәй ҙә өйрәтмәйһегеҙ, тип әрләшә. Тормош иптәшем менән был беҙҙең хата. Яйлап һөйләшә башларҙар тип өмөт итәбеҙ. Ә былай динебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәтәбеҙ. Йәштәргә балалары менән бәләкәйҙән башҡортса һөйләшһендәр тип кәңәш итәм. Үҫһәләр, ҡыйынға тура киләсәк. Сөнки рус йә башҡа телен балалар барыбер баҡсала йә мәктәптә йәһәт кенә отоп аласаҡ.
— Йәштәргә тағы ла нимә теләр инегеҙ?
— Йәштәргә дүрт мөһим кәңәш бирер инем. Беренсенән, тырышырға кәрәк. Элекке кеүек университетты бөттөм дә етте тигән нәмә юҡ, туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләү мотлаҡ.
Икенсенән, йәшәргә теләк булырға тейеш. Иртәнсәк уянғас, һинең йәшәргә, эшләргә тигән энергия ташып торһон! Нимәгә уянғаныңды аңламаһаң, тағы ла әҙерәк ятып торғоң, йоҡлағың килһә, бының өҫтөндә эшләргә, ошо уйҙарҙан дауаланырға кәрәк. “Минең йәшәгем килә!” тигән һүҙҙәрҙе мантра кеүек ҡабул итһендәр ине. Ғүмер ул матур. Шул матурлыҡты табыр өсөн, юғалтмаҫ өсөн барыһын эшләргә кәрәк!
Хәҙер, интернет заманында, кеше ҙур күләмдә мәғлүмәт туплай. Тимәк, үҙеңә ниҙер алғас, мотлаҡ бирергә лә кәрәк. Мәҫәлән, бер нәмә уҡының икән — башҡаларға ла өйрәт. Әгәр ошо баланс булмаһа, тәртипһеҙлектәр башлана. Белемең менән бүлешһәң, эффект та нығыраҡ. Тимәк, һин аңлағанһың, уны аңлы рәүештә ҡуллана алаһың. Уҡының да, китапты яптың да, оноттоң икән, бер һөҙөмтә булмаясаҡ. Алыу-биреү балансы булһын: күберәк биргән һайын, күберәк алаһың. Был өсөнсө кәңәш.
Дүртенсеһе, һәм иң мөһиме, — маҡсат. Машина йә фатир алам тигәндәр генә түгел. Тормошта юғары маҡсат булырға тейеш. Ғүмерҙә үҙеңдән һуң ниндәйҙер файҙа килтергән нәмә ҡалдырырға кәрәк. Бөтә кешелеккәме, ғаиләңәме, Ер шарынамы, йәшәгән подъезыңамы – мөһим түгел. Кемгә нимә яҡын. Мөмкинлектәр хәҙер күп. Кемдер бер ауырлыҡһыҙ ҙур аҡса эшләй ала. Маҡсаты булмаһа, шунда уҡ бөтә нәмәһен юғалтыуы бар, аҡсаһы нисек ҡулына инеп ятҡан, шулай уҡ тиҙ, мәғәнәһеҙ итеп юҡ буласаҡ. Мөмкинлектәр килеп сыҡһа, маҡсатһыҙ кеше уларҙы ла ысҡындырып ебәрәсәк. Был ҡағиҙә киреһенсә лә эшләй: тормоштан нимә алырға белгәндәргә ишектәр үҙенән-үҙе асыла!
Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.