

Уның йырҙарын тыңлағандан һуң улар һине әллә ҡайҙарға алып китә кеүек. Тылсымлы, моңло тауышы күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә, тынысландыра. Бөгөн уның тыңлаусылары арта, бигерәк тә йәштәр араһында. Йырсы булып ҡына танылмаған ул, күптәр уны бейеүсе, ҡурайсы тип тә белә. Эйе, йырсы, бейеүсе, Республиканың ҡурайсылар ансамбле артисы Айҙар ИСХАҠОВтың өлгөрмәгән ере, ҡулынан килмәгән эше юҡ.
Һәр яҡтан да өлгөр ул
Учалы районында тыуып үҫкән егет балалар баҡсаһынан уҡ йырлай башлай. Беренсе йыр дәрестәрен уға тәрбиәсеһе бирә. Бала сағынан уҡ Айҙар һәләтле, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. 2009 йылда “Сулпылар” телевизион конкурсында 1 урын яулауы — быға асыҡ миҫал. Әммә тырыш егет бының менән генә туҡтап ҡалмай. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында ул ҡурай һәм бейеү түңәрәктәрендә теләп шөғөлләнә. “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле менән сығыш яһай, ә 11-се класта беренсе йырҙарын ижад итә.
Бөгөн Айҙарҙың үҙенең музыкаль төркөмө бар. Атамаһы ла уның ябай ғына — “Айҙар Исхаҡов һәм уның оркестры”. Йәш йырсы коллективы менән төрлө сараларҙа әүҙем сығыш яһай. Бигерәк тә Ағиҙел яры буйында уҙған “Самауырлы ритайым”да егеттең моңло йырҙарын ишетергә мөмкин. Айҙарҙың музыкаль стиле бик үҙенсәлекле. Унда джаз менән блюз элементтары ҡушылған. Йырҙарының һүҙҙәре лә бик тәрән, мәғәнәле, уйға һалырлыҡ. Әйткәндәй, ул үҙенең тәүге йырҙарын рус телендә яҙа. Тик һуңынан башҡорт телен һаҡлауға үҙ өлөшөн индереү ниәте менән туған теленә күсә. Мөхәббәт, тыуған яҡ темаларына арналған йырҙары менән ул тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулай.
— Йырҙарымды яратып тыңлаған тамашасыма бик рәхмәтлемен, ул гелән миңә этәргес көс бирә, стимул өҫтәй, — ти ул.
Эйе, йырсының фанаттары ла бар, хатта авторграф алып, фотоға төшөүселәр ҙә күренеп ҡала. Айҙарҙың ижадында айырыуса “Көн һайын”, “Ун бер”, “Капитан” тигән йырҙар киң танылыу яулаған. Ысынлап та, был йырҙар күңел түрҙәренә үтеп инерлек.
— Үҙемдең стилде табыу еңел булманы, — ти йәш йондоҙ. — Бер нимә лә еңел бирелмәй, талант булһа ла, тырышлыҡ кәрәк. Ҡайһы саҡта килеп сыҡмай, яңылышаһың, тик төшөнкөлөккә бирелергә ярамай.
Быйыл Айҙар Өфө сәнғәт институтының ҡурай бүлеген уңышлы тамамланы. Дүрт йыл эсендә егет һәләттәрен үҫтереп, үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарай. Әле ул былтыр асылған ҡурайсылар ансамблендә эшләп йөрөй. Егеттәр гастролдәр менән йыш ҡына республиканың төрлө төбәктәренә сыға. Оҙон буйлы, төҙ кәүҙәле Айҙар Исхаҡов сәхнәлә ҡурайҙа ғына уйнамай, йырлап, бейеп тә тамашасыларҙың һөйөүен яулай.
Әйткәндәй, Айҙар үҙе бейеүселәр ғаиләһенән. Егет бәләкәйҙән ата-әсәһенең сәхнәне дер һелкетеп сығыш яһауын күреп, киләсәктә лә улар кеүек оҫта бейеүсе булырға теләгән. Халыҡ уның йырҙарын ғына көтөп алмай, дәртле бейеүҙәрен дә яратып ҡарай. Ысынлап та, егеттең бөркөттәй талпынып бейегәнен ҡараһаң, тән зымбырлап китә. Бирелһә-бирелә икән кешегә талант!
Буш ваҡытында ла тик ултырмай
Ҡайһы бер йәштәр көндөҙ смартфон, телевизор экранына ҡаҙалып ултырһа, төнөн клуб тирәһендә өйөрөлә. Тик Айҙарҙы һис кенә лә уларҙың рәтенә ҡуйып булмай. Буш ваҡытында йәш ҡурайсы һүрәт яһай, әҙәби, фәлсәфәүи китаптар уҡый, фотоға, видеоға төшөрөү менән мауыға. Спорт менән дә бала сағынан ҡыҙыҡһына икән. Гимназияла уҡыған сағында ул баскетбол, волейбол секцияларына йөрөгән. “Бер ҡасан да спортҡа битараф булманым. Әлбиттә, үҫә килгәс, шөғөлләнеүҙәр кәмене, шулай ҙа форсат төшкән саҡта спорт майҙансыҡтарына сығам”, — ти Айҙар. Рухты ғына түгел, тәнде лә нығытыу мотлаҡ тип һанай ул.
Баш ҡаланың “Кшиштоф” кафеһына йыш ҡына барып сыға егет. Ҡасандыр ул бында бариста булып эшләгән, хатта ҡунаҡтар өсөн сығыш яһап, күңелдәрен күтәргән ваҡыттары ла булғылаған. Өфөнөң урамдарында, яр буйында кешеләрҙе күҙәтеп, уларҙың хис-тойғоларын тоҫмаллап йөрөргә лә ярата Айҙар. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул Рәсәй буйлап ҡына түгел, ә Польша, Азербайжан, Дағстан, Ҡалмыҡстан яҡтарында сәйәхәт итергә лә өлгөргән. Шул да, моғайын, йыр яҙыусының күңеленә ижади илһамлыҡ, дәрт өҫтәйҙер. “Йыр яҙыу, концерт ҡуйыу күп ваҡыт һәм ҙур тырышлыҡ талап итә, әлбиттә. Тик шулай ҙа кеше үҙенә ял да бирергә, башҡалар менән йышыраҡ аралашырға тейеш”, — тип һанай Айҙар.
“Күңелемдә ҡайнаған хистәрҙе кешеләргә еткерергә тырышам “
Учалы егетенең йырҙаран тыңлаусылар артыуы ҡыуандыра. Айҙар йырға көйөн генә түгел, һүҙҙәрен дә үҙе яҙа. Ә уның һүҙҙәрендә тәрән донъяуи фәлсәфә ята. Тыуған яҡ темаһы булһынмы ул, мөхәббәт лирикаһымы — һәр йырында ниндәйҙер уй-фекер бар.
“Киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйып йәшәйһең?” тигән һорауыма, йәш йондоҙ: “Үҙемде йырсы, йыр яҙыусы булараҡ үҫтерәсәкмен. Шулай уҡ төрлө жанрҙарҙа эксперимент яһаясаҡмын. Һәр йырымда донъяға әйтер һүҙем бар, әлбиттә, һәммәһенә ярап бөтөп булмай, тик мин күңелемдә ҡайнаған хистәрҙе кешеләргә еткерергә тырышам”, — тип йылмайҙы Айҙар.
Талантлы, йәш йырсы менән әңгәмә ҡорғандан һуң мин уны бөтөнләй икенсе яҡтан күрҙем. Ул йырҙары менән генә түгел, ә тыйнаҡлығы, ихласлығы, тәрбиәлелеге менән дә айырылып тора. Айҙар бер урында тапанып торғандарҙан түгел. Киләсәктә лә егеттең ошо әүҙемлек менән йәшәүен, ижад итеүен теләйбеҙ! Моң шишмәң бер ваҡытта ла һүрелмәһен, Айҙар!
Фәһим Әхмәров.