Бөрйән районының һәр ауылында тиерлек мине урманға оҙатып йөрөүсе иптәштәрем бар. Уларҙың күбеһе – тирә-яҡты яҡшы белгән һунарсылар. Әммә минең менән сыҡҡанда мылтыҡ алмаҫҡа тырыштылар. Алһалар ҙа, үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн генә. Һәр хәлдә, минең алда осраған ҡош-йәнлеккә мылтыҡтарын төбәп барманылар. Фотоға төшөрөү беҙҙең дөйөм эш ине. Әҙер һүрәттәрҙе күргәс, иптәштәрем үҙ фекерҙәрен әйтә, кәңәштәрен белдерә. Ниндәй ҙә булһа һоҡланғыс күренешкә, йәнлек-ҡошҡа тап булһалар, миңә хәбәр итәләр. Дуҫтарымдың да тирә-яҡ мөхит менән һоҡлана белеүенә ихлас шатмын.
Бер көндө Ҡолғана ауылынан Мансур исемле иптәшем: “Бер урында ике тапҡыр балалы айыуға тап булдым, теләгең булһа, килеп ет”, – тип шылтыратты. Айыуҙы фотоға төшөрөү хаҡында хыялланғанымды белә ул. Бар эште ситкә ҡуйып, Ҡолғанаға киттек. Мансур айыуҙы Һарағы ауылына киткән юлда алыҫ түгел бер бәләкәй генә йылға буйында тап иткән. Йылға буйы тапалып бөткәйне. Ҡабан эҙҙәре лә күренеп ҡала. Күрәһең, йылғанан һыу эсергә килгәндер. Фотоаппаратты рәткә килтереп алдым. Алыҫтан алыусы объектив ҡуйҙым, диафрагма, выдержканы тикшерҙем, яңы пленка урынлаштырҙым.
Йылға буйлап һаҡ ҡына киттек, әммә күпме барһаҡ та айыуҙы осратманыҡ. Уның ҡарауы, йылға буйында бер соҡорҙа туҙбаш йыландарҙың мыжғышып ятыуына тап булдыҡ. Күрәһең, уларҙың туйы булғандыр. Ағыулы булмаһалар ҙа, үҙҙәрен алыҫтан урап үтеүҙе хәйерле күрҙек. Айыу эҙләп, тирә-яҡты байҡаған күҙҙәр, йыланға баҫып ҡуймайым, тигәндәй, ирекһеҙҙән үлән араһын ҡапшай башланы. Шулай итеп, ярты көнөбөҙ айыу эҙләп үтте. Айыуға тап булыу ышанысы ла һүрелде. Ҡапыл Мансурҙың: “Ҡарале алдыңа”, – тигән һүҙе һиҫкәндерҙе. Башмаҡ ҙурлыҡ айыу беҙҙең яҡҡа табан саба ине. Йүгереп түгел, тәгәрәп килгәндәй тойолдо ул миңә. Йөрәкһенеп, фотоаппаратты айыуға тоҫҡаным.
– Нимә эшләйһең һин! Фотоаппаратыңды йәшер! – Иптәшем минең ҡулға һуғып ебәрҙе. – Күрмәйһеңме, ҡалай ажғырып килә. Шылт иткән тауыш ишетеп ҡалһа, беҙгә ташланырға сәбәп кенә буласаҡ. Ҡасырға ла маташма. Был сығырынан сыҡҡан айыуҙы ҡыҙҙырасаҡ ҡына.
Мине ҡапыл ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Беҙгә ажғырып етеп килгән айыуға ҡарап ҡот осто. Тормош юлым күҙ алдынан үткән һымаҡ тойолдо, башта йөҙ уй сыуалды. Ҡасырға ла иҫәп бар ине, ләкин иптәшемдең һүҙенән сыға алманым. Бер урында түҙеп тороуҙан башҡа сара юҡ ине. Айыу, һаҫыҡ еҫ борҡотоп, беҙҙең эргәгә үк килеп туҡтаны. Мансурға ҡарайым. Уның да йөҙө ҡағыҙ кеүек ағарғайны. Таштай ҡатып тороуыбыҙҙы күргән айыу беҙҙән ҡурҡты шикелле. Кинәт боролоп, артҡа табан һыпыртты. Шуны ғына көтөп торғандай, эргәлә генә үҫеп ултырған муйыл ағасынан шаптырлап ике айыу балаһы килеп төштө һәм әсәһенең артынан сапты. Тимәк, айыу балаларын ҡурсаларға теләгән.
– Ут менән уйнағанбыҙ икән, – тип иптәшем саҡ телгә килде. – Беләһеңме, ажғырып килгән айыуҙан ҡасып китеүеңдән ҡурҡҡайным. Маладис, урыныңдан ҡуҙғалманың. Һиңә ҡарап, мин дә түҙҙем.
– Их, ниндәй кадрҙы ысҡындырҙым бит! – тип мин дә үкенеп ҡуйҙым. – Бәлки, бындай күренешкә башҡаса бер ваҡытта ла тап була алмам.
– Кадрҙар булыр әле. Урманда айыу етерлек. Иң мөһиме – беҙ иҫән ҡалдыҡ.
Шүлгәнташ айыуы
Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн арҡыры-буйға, “матур кадрҙар” тотам тип, йөҙҙәрсә саҡрым йәйәү үткәнмендер. Йыбанмай, ҡояш менән бергә тороп, мәмерйәне уратып алған тауҙарға менһәң, иҫ киткес матур күренештәргә тап булаһың. Ағиҙел йылғаһы борғоланып-борғоланып, тау-таштарҙы киҫә-киҫә, көмөш һыуҙарын ялтыратып, аҫҡа, алыҫҡа тәгәрәй. Ҡояштың нурҙары йылға, тауҙар, урмандар менән уйнап, ҡабатланмаҫ күренештәр тыуҙыра. Бындай ғәжәйеп күренештәр айырыуса томанлы таңдарҙа була.
Мәмерйә тирәһендә шулай уҡ төрлө ҡош-ҡорт та етерлек. Тирмәнтау тауынан (Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан тау) иртә менән үтһәң, ысыҡлы үләндә бурһыҡ юлдары ярылып ята. Пырылдап осҡан һуйыр, ҡор, селгә тап булаһың. Бер мәл мәмерйә тирәһендә әлгәнйәк күбәйеп китте. Был хайуан бик тиктормаҫ, йылғыр, шыма. Уны күреп, объективҡа алһаң да, уңышлы фото сығарам тип өмөт итмә. Барыбер тиктормаҫ йәнлек, тегеләй-былай ҡыбырлап, “резкосты” юғалтасаҡ. Шулай ҙа бер мәл был йәнлекте фотоһүрәткә төшөргәндә уңдым. Мәмерйә ҡаршыһында торғанда әлгәнйәктең ағас ҡыуышына ингәнен күреп ҡалдым. Фотоаппаратты шунда тоҫҡайым. Бына-бына ул теге ҡыуыштан сыға тип көтөп торам. Хайуан юҡ та юҡ, әллә һиҙҙеме икән? Ун минут үтте, ун биш минут булды. Серәкәйҙәр битте, ҡулды талай. “Уңышлы кадр” тоторға тип, барыһына ла түҙәм. Түҙгәнгә – түш, тиҙәр бит. Бына, ниһайәт, йәнлектең башы, шунан бар кәүҙәһе күренде. Фотоаппараттың төймәһенә баҫам. Әҙерәк ҡурҡҡан, аптыранған әлгәнйәк минең “трофей”ҙа.
Бер йәйге көндөң таңында Кәзәташ ҡаяһы тирәһендәге болонда (мәмерйәгә ингән ерҙәге болон) фото төшөрөү менән мәшғүлмен. Ергә тубыҡланып алғанмын да, сәскәнән-сәскәгә шыуышып йөрөп, бөжәк, күбәләктәрҙе макроһүрәткә төшөрәм. Мауығып, бар донъямды онотҡанмын. Ҡапыл артымда, эргәмдә генә, кемдеңдер йыш-йыш ҡына ауыр тын алыуы һиҫкәндереп ебәрҙе. Айыу, болан, бүре... Баштан ошо уйҙар үтте. Тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тубыҡланып торған ерҙән ҡалҡынып ҡараһам, аяҡ осонда ғына, тызрайтып ҡарап, ҡуян ултырмаһынмы! Еңел һулап, сәскәгә, бөжәктәргә тоҫҡалған объективты уға күсерәм.
Шүлгәнташ мәмерйәһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы ел-ямғырҙан, һыуыҡтан һаҡлаған. Шулай уҡ ул хайуан-ҡоштарға торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Ҡышын, йәйен мәмерйә ауыҙы эргәһендә һыуһар, шәшке, төлкө эҙҙәрен күрәһең. Мин ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең яҙмаһында бер айыуҙың нисәнселер йылда мәмерйәлә ҡышлауын уҡығайным. Хәҙер бындай күренеште осратмаҫһың. Айыуҙар кеше менән тулған мәмерйәне әллә нисә саҡрымдан урап үтә. Шулай ҙа былтыр яҙҙан көҙгә тиклем бик ҡыҙыҡ күренештәрҙе күҙәттем. Май айы баштарында мәмерйә ҡаршыһындағы тау итәгендә фотоға төшөрөү менән мәшғүлмен. Шунда ярайһы ғына тапалған йәнлек һуҡмағына иғтибар иттем. Яңы ҡарҙан әрселгән дымлы ерҙә эҙҙәрҙең хужаһы кем икәнлегенә тиҙ төшөндөм. Был әллә ни ҙурҙан булмаған айыуҙың эҙҙәре ине. Хайуандың эҙенән юлланып, уның ятҡан урынын барып таптым. Таптым да хайран ҡалдым. Айыу мүк түшәлгән ятыу эшләп алған да аҫта мәмерйәгә ингән-сыҡҡан туристарҙы, күрәһең, күҙәтеү менән мәшғүл булған. Ятыулыҡ шундай уңайлы урында урынлашҡан – мәмерйә ус төбөндәге кеүек кенә күренә. Айыуҙың бында йыш килеүен тапалған эҙҙәре, тирә-яҡта тиҙәге күп булыуы, мүктә ҡойолоп ҡалған йөндәренең түшәлеп ятыуы ла һөйләй ине. Айыуҙы фотоға төшөрөү ниәтендә йәйгеһен бер нисә рәт бында килеп киттем. Ләкин йәнлек мине һиҙеп, ваҡытында юҡҡа сыҡты. Көҙөн дә эҙҙәре иҫкермәне. Ләкин, күпме тырышһам да, уның менән осрашырға насип булманы.
Октябрь баштарында тағы был таныш урындарҙы йөрөп сыҡтым. Айыуҙың яңы эҙҙәре күренә, ә үҙе юҡ. Йәнлек менән осрашыуҙан ваз кисеп, ҡайтырға юлландым. Тауҙан төшөп, Ағиҙел буйлап киттем. Көҙҙөң шундай матур бер көнө. Тирә-яҡ һап-һары, алтын төҫкә мансылған, ҡайҙалыр ҡарға ҡарҡылдай, тумыртҡа туҡылдай. Бер-береһен уҙҙырышып, ҡоштар һайрай. Ҡурсаулыҡтың өйҙәре лә күренде. Әрәмәлеккә инеп, муйыллыҡ араһынан атланым. Ҡапыл алдымда, бер нисә метр ерҙә генә түмәр артынан әллә ни ҙурҙан булмаған айыу тороп баҫмаһынмы!
Көтөлмәгән осрашыуҙан албырғап төштөм, ирекһеҙҙән, ҡотом осоп, артҡа сигендем. Ҡасырға ла уйлағайным, шунда күпме ваҡыт ошо осрашыуҙы эҙләүемде иҫкә төшөрөп, ҡалтыранған ҡулдарым менән фотоаппаратты эҙләйем. Унда кәрәкле объектив тормағанын күреп, уны алмаштырырға маташам. Бер күҙем – айыуҙа, икенсеһе – объективта. Айыу, йәнәһе лә, мине көтөп тора инде. Ул ҡапыл пәйҙә булған кеүек, ҡапыл юҡҡа ла сыҡты. Айыу менән нисәмә ай өмөт иткән осрашыу ошолай бер нисә секунд ҡына булды.
Квадроциклда – айыуға
Заман техникаһы – квадроцикл һатып алғас, урман-ҡырға йөрөүем күпкә еңеләйҙе. Дүрт тиҫтә ат көсөнә эйә булған был техника, ысынлап та, мине атлы, ҡанатлы итте. Урманда – йәнлек, тауҙа кәзә һуҡмағынан үтә алған квадроцикл ысынбарлыҡта алмаштырғыһыҙ юлдашыма әүерелде. Батҡаҡ юлдар, йығылып, арҡыры ятҡан ағастар, аттың ҡорһағына тиклем еткән йылға, күләүектәр уға кәртә түгел ине. Елдәй елгән техниканан осоп төшөп кенә ҡалма.
Әйткәндәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә килгәндә, был техникала ауыҙ асып йөрөһәң, рустар әйтмешләй, “очень опасно”. “Был текә тауға менһәм, был йылғаны кисһәм, миңә нимә була әле”, – тип алдан ҡаты итеп фекерләп өлгөрөргә кәрәк. Тәүҙәрәк шул еренә еткереп уйламау арҡаһында бер нисә рәт туңҡайып та өлгөрҙөм. Әлдә каска кейгәйнем, шул минең ғәзиз башымды һаҡлап ҡалды инде.
Тормош бар нәмәгә лә өйрәтә бит ул. Оло йәшкә етеп, ғүмерҙә техника менән ҡыҙыҡһынмаған мине квадроциклда күреп, халыҡ, аптырап, бот сапты. Техника – заман талабы. Хәҙерге заманда унһыҙ бер нимә лә эшләп булмай. Бына квадроциклға ултыраһың да Мәсем, Баҙал тауына менәһең, Ирәндек һырты буйлап елдерәһең, Талҡаҫ күле эргәһендә иртәнге ҡояштың сығыуын фотоға төшөрөргә көтөп ултыраһың. Әҙәм аяғы баҫмаған Кәшәле тигән урында урман гиҙәһең. Ғәжәп! Айырыуса был техника “Берйән, Бөрйән, Бурзян” китабын әҙерләгәндә ярҙа митте.
Дөрөҫөрәге, эште күпкә еңеләйтте, тиҙләтте. Берәй ауылды йә ауыл эргәһендәге матур ерҙе фотоға төшөрөргә кәрәк икән, уңайлы ер эҙләп көн үткәрмәйһең. Кәрәкле урынға “һә” тигәнсә елдәй елеп барып та етәһең. Әлбиттә, техниканы маҡтап һөйләгәндә әҙ генә булһа ла уңайһыҙ яҡтарын да һөйләп китмәү мөмкин түгел. Квадроциклдың көслө тауышынан һинең ҡайҙа йөрөүеңде бар ғаләм белеп тора. Ярай, кешеләрҙең техниканың аҡырып килеүенә күҙҙәрен тызрайтып ҡарауына өйрәнәһең, ләкин бына-бына һиңә осрар тигән йәнлек-ҡоштарҙың ҡасып-боҫоп бөтөүе күңелде ҡыра. Был техникала төпкөл ауылдарға барып инһәң, юлда тап булған ҡаҙҙарға ҡурҡыуҙан хатта ҡанат үҫә. Бар нәмәгә битараф һыйырҙар ҙа ситкә шыла, аттар өркөп ситкә ҡаса.
Урманда үҙең генә йәйәү йөрөһәң, нисектер һин тәбиғәт эсендә, ҡосағында һымаҡһың. Ундағы бар күренеш күңелең аша үтә, һәр нәмәнең һулышын тояһың. Ҡоштарҙың һайрауы, сиңерткә сырылдауы – барыһы ла иғтибарыңда. Һәр бер ҡыштырлау йөрәкте уйната. Бына-бына ҡуянға йә төлкөгә, йә айыуға тап булаһың инде. Былар күңелде берсә елкендерә, берсә ҡыуандыра, берсә ҡурҡыта. Ә квадроциклда тәбиғәттә йөрөһәң, әлеге тойғоларҙың күбеһен кисермәйһең. Һин уларҙың донъяһында йөрөһәң дә, икенсе донъяла һымаҡһың. Уларҙан өҫтөнһөң, бар нәмәгә ҡыуанаһың, һоҡланаһың. Ләкин уларҙың телен ишетмәйһең.
Үҙем йәшәгән Иҫке Собханғол ауылына текәлеп тигәндәй ултырған Баҙал тауына иртүк сыҡтым. Көҙҙөң бер көнө ине. Һалҡыныраҡ. Ныҡ итеп кейенеп алһам да, бара бирә өшөүемде тойҙом. Квадроциклдың тиҙлеген ел һуҡмаһын өсөн кәметтем. Халыҡ бесәнгә, утынға йөрөгән ташландыҡ юлдан тауға үрмәләйем. Эреле-ваҡлы ҡая таштары һерәйеп торған ерҙе урап, ҡойо-күләүектәрҙе кисеп, тау башына ярайһы тиҙ килеп мендем. Аҫта – иҫ киткес матур күренеш. Аҡ томанға төрөлгән ауыл, уның эргәһенән борғоланып-борғоланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһы, алтын төҫкә буялған урман-ҡырҙар. Был күренештәр былай ҙа елкенгән күңелде тағы ла хисләндерә. Йырлағы килә. Моңһоҙҙоң да бер көйө була тигәндәй, ғүмер буйына мөгөрләгән бер йырҙы иҫкә төшөрәм. Бар ғаләмгә, был иҫ киткес матур күренештәрҙе күрмәй, мәхрүм булып йоҡлап ятаһығыҙ, килегеҙ, һоҡланығыҙ, тип ҡысҡырғы килә. Ишетмәҫтәр шул. Ишетһәләр ҙә, кеҫә телефонынан айырылмаҫтар, унан йәнһеҙ донъяны байҡау менән мәшғүл булырҙар. Ярай, нишләйһең инде, һәр кемдең үҙ фиғеле. Тәбиғәтте күр, тип уларҙы көсләп булмай ҙа инде. Минең фотоһүрәттән булһа ла матурлыҡты ҡарап һоҡланырһығыҙ тип, фотоаппаратты эшкә ҡушам. Күңелем булғансы фотоға төшөргәс, юлымды артабан дауам итәм. Имән, йүкә үҫкән урман юлы ҡойоло-кәлйәле. Шуға бар иғтибарым юлда, шулай ҙа тирә-яҡҡа күҙ ташларға ла онотмайым. Бына Ҡоҙғонташы, әллә ни ҙурҙан булмаған ҡаялар теҙмәһе. Артабанғы юлым, бер яланды үткәс, баш күтәреп ҡараһаң, кәпәс осоп төшөрлөк ҡаяларға алып килә. Ҡая аҫтында урғылып шишмә ағып ята. Шишмә сыҡҡан ер кәртәләнгән. Был, моғайын, Хәҙрәт ҡотоғо тигәнелер. Эйе, Баҙал тауы буйлап һуҙылған ҡаялар етерлек. Һәр береһенең борондан килгән атамаһы бар. Ялпаҡташ, Ҡымыҙ эскән түбә, Бейекташ һәм башҡалар.
Ярай, күп йөрөгәс, Ҡоҙғонташты беләм. Шишмәһенә ҡарап, Хәҙрәт ҡотоғон төҫмөрләнем. Ләкин бүтән ҡаяларҙың исемен белмәйем. Бүтән ерле халыҡ та ошондай уҡ хәлдәлер, тип уйлайым. Әле ошо ерҙәрҙең атамаларын оло быуын кешеләренән һорап, яҙып ҡалыу – беҙҙең бурыс. Әтеү, бүтән халыҡтар ҡушҡан исемдәр менән үҙ еребеҙҙе Розовый, Синий, Чертовый палец, Мәсем урынына Максим тип атап йөрөтәсәкбеҙ.
Юлда тағы бер ҡаяташ осрай. Ҡаяташ тип кенә яҙам, сөнки уның исемен белмәйем. Ҡая эргәһендә кеше күмерлек үҫкән үләнде йырып үткән һуҡмаҡтар иғтибарҙы йәлеп итте. Юлдан сығып, квадроциклды шул һуҡмаҡҡа борам. Ташҡа йә түмәргә яңылыш менеп китмәйем тип, техниканың тиҙлеген күпкә кәметәм. Ләкин, яй ғына барһам да, квадроциклда алға барып булмай ине. Эре-эре таштар күренде, юлымды артабан йәйәү дауам итергә булдым. Квадроциклдың ҡолаҡ тондорғос тауышын һүндергәс, бар донъяға һиллек килде. Шул уҡ ваҡытта күңелде шомлоҡ баҫты. Мин был һуҡмаҡты кем һалғанын күптән төшөнгәйнем инде. Шулай ҙа үҙемдә көс табып, айыу һуҡмағы буйлап киттем. Бейек үлән араһынан эргәлә үҫкән ағастар, ҡаршылағы ҡаяның осло таштары ғына күренә ине. Әгәр ҡаршыға айыу килеп сыҡһа, фотоға төшөрәм. Шунан. Баҫтырһа, ҡасам. Ошолай яҡлауһыҙ икәнемде тойоп, ағас киҫәге һындырып алған булдым. Һуҡмаҡ мине ҡаянан шыуған эре-эре ташлы урынға алып килде. Ни ғәләмәт, таш араһында мышар ҡыуаҡлыҡтары һуҙылғайны. Миләштең ҡып-ҡыҙыл емештәре ҡояш менән уйнай. Был күренешкә күҙҙәрем ҡамашты. Миләш емештәрен үрелеп ауыҙға ҡапҡы килде. Эргә-тирәләге тапалған урындарҙы, эйелгән-һындырылған миләштәрҙе күреп тертләп киттем. Был ер бит айыуҙарҙың “ашхана”һы ла баһа. Емештәрҙе ашағандар ҙа, алыҫҡа уҡ бармай, ошонда уҡ хәжәт иткәндәр. Айыу тиҙәгенең күплеген күреп, шаҡ ҡаттым. Әгәр айыу килеп сыҡһа, тип тирә-яҡҡа ҡаранырға тотонам. Йөрәк дөпөлдәй, мышар ашап алған айыу ашҡаҙанындағы емештең әсеүе арҡаһында иҫерә. Ә иҫергән хайуан бик ҡурҡыныс. Уға ла, кеше һымаҡ, “диңгеҙ тубыҡтан”. Йоҙроҡ төйнәлә, теш ыржая, кемде туҡмарға? Ошонда айыу үҙенең урман батшаһы икәнен иҫенә төшөрә. Ерен тапап, тыныслығын боҙған кешене йолҡҡолап ташлауы уға бер ни ҙә түгел. Шуларҙы иҫләп, квадроциклға нисек барып етеүемде, айыу һуҡмағынан оло юлға нисек килеп төшөүемде лә иҫләмәйем.
“Үәт, исмаһам, кадр,
айыу урынына – һыйыр!”
Бөрйән, Мәләүез райондарында тәбиғәткә бай ғәжәп урындар бар: Сумған – 1, Сумған – 2 мәмерйәләре, Үтәлгән (Пятилистник) ҡаялары, Нөгөш йылғаһы, тиҫтәләрсә шишмә, ҡош-ҡортҡа бай шыршы, имән, йүкә урмандары. Был тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Алтын солоҡ” паркы төҙөлгән.
Мин йыл һайын ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ойошторған мотомарафонға ҡушылырға ғәҙәтләнеп киттем. Беҙ элекке йыл Сумған мәмерйәһенә барһаҡ, былтыр юлыбыҙ Үтәлгән ҡаяларын тикшереү менән үтте. Юлыбыҙ иртән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан башланып, таулы ҡуйы урмандар үтеп, Мәләүез районында урынлашҡан ташландыҡ Кәшәле тигән ауылға килеп индек. Уның иҫке өйҙәре, кесерткән-алабута баҫҡан нигеҙҙәре беҙҙе күңелһеҙ генә ҡаршыланы. Ауыл әле лә тере икәнен белдереп, ҡурсаулыҡтың ҡарағай ағасынан эшләнгән яңы өйө алтын төҫөнә мансылып, ялтырап ултыра. Ошо өйҙә йәшәүсе ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Мөхәммәт Ҡаһарманов беҙҙе шат йылмайып ҡаршы алды. Ерҙә ныҡ торған, минән бер нисә йәшкә генә оло был ағай Ғәлиәкбәр ауылынан икән.
– Бында волонтер һымаҡ ҡына эш башлағайным, тора-бара “хозяйство”ның барыһы ла минең елкәгә күсте, – ти. – Аттарын да, ҡорттарын да ҡарарға, тәбиғәттә үҙгәргән күренештәрҙе лә ҡағыҙға теркәп барырға кәрәк.
– Был төпкөлдә яңғыҙ йәшәү күңелһеҙ түгелме? – тип һорап ҡуям.
– Ҡышын, әлбиттә, көндәр оҙағыраҡ үтә. Яҙ еттеме, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, туристар килеп тула. Туристар айырыуса йәйгеһен күп була. Уларға барыһы ла кәрәк. Шырпы, тоҙо ла тигәндәй. Кәмәһе тишелһә, резина елем дә, квадроциклы боҙолһа, цилиндр, поршень дә һорап киләләр.
Иртәгеһенә ағайға эҫе мунсаһы, йылы түшәге, тәмле балыҡ һурпаһы өсөн рәхмәт әйтеп, юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ. Юлыбыҙ Нөгөш йылғаһы буйлап китә. Техникала кисеү артынан кисеү кисәбеҙ, минең көндәлектә, Кәшәленән алып Үтәлгәнгә хәтлем 14 саҡрым юл үтелде, тип яҙылған, һигеҙ кисеү теркәлгән. Ошо араны үткәнебеҙ бер йәйге оҙон көнөбөҙҙө алған. Ысынлап та, юл ауыр булды шул. Кисеү кискәндә һыуға сумып, техникабыҙ һүнеп ултырҙы. Эре ташҡа бәрелеп, ауа яҙған мәл дә булды. Һаҙлы юлға батып, бер-беребеҙҙе һөйрәп сығарған мәлдәр ҙә етерлек ине. Үтәлгәнгә еткәндә көнө буйы бимазалаған ҡояштың нурҙары һүрәнәйгәйне. Нөгөш буйында урынлашҡан күккә олғашҡан ҡаялар артына сумырға ла күп ҡалмағайны.
Йоҡларға туҡтаған еребеҙ бик йәтеш кенә булып сыҡты. Ҡомло Нөгөш буйы, эргәлә генә йылғаға шишмә килеп ҡоя, ҡаршыла – бейек ҡая, артыбыҙҙа – муйыл әрәмәлектәре, артабан – шыршы ҡатыш ҡайын, йүкә урмандары.
Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Кемдер палатка ҡора, кемдер ут яға. Беҙ Александр исемле егет менән шишмә эргәһенә килеп, картуф әрсергә сүкәйәбеҙ.
– Флүр ағай, смотри-ка, там какой-то рыбак стоит, – тигәнгә аптырап, ул ҡулы менән тоҫҡаған яҡҡа ҡарайым. Ысынлап та, беҙҙән алыҫ түгел ерҙә, йылға ярында, кешегә оҡшаған бер ҡарасҡы күренә шул. Ә әҙәм булһа, тауыш-тыны ишетелер ине. Был йәһәннәмдә, балыҡ тотам тип, яңғыҙ кешенең йөрөп ятыуы башҡа һыймай.
– Айда, к нам присоединяйся, – тип Сашка теге “кеше”гә өндәшә. “Кешебеҙ” ҡапыл хәрәкәткә килде. Ике аяҡта торған еренән дүрт аяғына баҫып, ваҡ таштарҙы шығырлатып, шырлыҡ араһына инеп юғалды. Кеше тигәнебеҙ айыу булған да баһа. Беҙ тороп баҫабыҙ. Ғәҙәтемсә, түшемде ҡапшайым, йәнәһе, унда фотоаппарат аҫылынып тормаймы икән.
Ашап алғас, йоҡларға әҙерләндек. Минең палатка йылғаға текәлеп, иң ситкә эләкте. Көҙ айы яңыраҡ башланыуға ҡарамаҫтан, көн һыуыҡ ине. “Спальник”та оҙаҡ ҡына йылына алмай яттым. Ҡапыл йоҡлап киткәнмен. Эргәмдә генә йылғала һыуҙың көслө шапылдауына тертләп, уянып киттем. Был нимә булды әле, тип тауышты тыңлап ятам. Ирекһеҙҙән ҡулым баш осона һалып ҡуйған балтаны һәрмәй. Йылғала тауыш тағы ҡабатланды. Елле генә балыҡтың, төнгө һунарға сығып, ҡорбанын баҫтырып, шапылдап йөрөүен аңлағас, күңелем әҙерәк тыныслана. Шулай ҙа ҡурҡыу тойғоһо кәмемәй. Ул йоҡоно осора. Йоҡлай алмай, тирә-яҡтан килгән тауыштарҙы тыңлап ятам. Ҡайҙалыр ухылдап өкө ҡысҡыра. Уға әскернә тауыш менән билдәһеҙ төнгө ҡош ҡушыла. Беҙ йоҡлаһаҡ та урманда тереклек йоҡламай шул. Тормош үҙ яйы менән дауам итә. Ҡапыл ғәҙәти тауыштарға ҡауҡылдаған тауыш ҡушылғас, һиҫкәнеп уянып китәм. Был айыу ҡауҡылдай. Түҙмәй, балтамды тотоп тышҡа сығам. Йәйҙең төнө ҡыҫҡа бит инде. Тышта ярайһы ғына яҡтырғайны. Мин иҫ киткес матур күренешкә тап булам. Йылғанан томан күтәрелә. Ул тирә-яҡты үҙенсә матурлай, төрлө гүзәл күренеш тыуҙыра. Йоҡомдо осороп, ошо матур иртәлә торғоҙғаны өсөн айыуға рәхмәт әйтеп, фотоаппаратымды эшкә ҡушам.
Минең “трофей”ҙа, пейзаждарҙан башҡа, апаруҡ ҡына йәнлек-ҡоштоң да һүрәттәре бар. Уларҙы нисек төшөрә алдың, тип һораусылар күп. Әлбиттә, күп кадр аңғармаҫтан килеп сыға, шуға урман-ҡырҙа йөрөгәндә фотоаппаратым һәр ваҡыт эшкә әҙер. Кәрәкле объектив тормау эште боҙа, күңелде ҡыра. Ҡыҙыҡлы кадр төшөрәм тип, һунарсы артынан йөрөгәнем дә булды. Унда ҡыҙыҡлы урынына ҡыҙғаныс кадр барлыҡҡа килде. Һунарсы мылтығы минең фотоаппаратҡа ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты. Емтектә айыуҙы аңдып ятҡанда хайуан алдыма килеп сығаһы урынға артымдан килеп сығып, ҡотто алған мәлдәр ҙә осраны. Серәкәй, күгәүендән таланып, көнө буйы йәнлек ҡоштарҙы аңдыған мәлдәрҙең күбеһе файҙаһыҙ булды.
Былтыр көҙ Мәҡсүт ауылында йәшәгән дуҫым Мөхәрләм Нәҙершин фотоға төшөрөргә яңы алым өйрәтте. “Әйҙә, еҫләнгән балыҡты бауға бәйләп, айыу йөрөгән ерҙәрҙә һөйрәп йөрөтәйек тә, фотоға төшөрөргә берәй уңайлы ергә ағасҡа элеп ҡуяйыҡ”, – тип тәҡдим итте. Был идея күңелемә хуш килде. Хайуан балыҡ ярата, Мәҡсүт тирәһендә айыу етерлек, был “эксперимент”тың уңышлы килеп сығыуына өмөт ҙур ине.
Һунарсылар династияһынан булған Мөхәрләмгә айыу һуҡмағын табыу бик ауырҙан булманы. Еҫле балыҡты, бар донъяны һаҫытып, тегеләй-былай һөйрәп йөрөгәс, ялан ситендәге тарбаҡ-торбаҡ ботаҡлы бер йыуан имәнгә бәйләп ҡуйҙыҡ. Үҙебеҙ унан алыҫ түгел урынлашҡан ҡыуаҡлыҡҡа сумдыҡ. Айыуҙы бер сәғәт көтәбеҙ, ике сәғәт үтте, биш сәғәт – һаман түҙеп ултырабыҙ. Айыу юҡ та юҡ. Ҡыбырламай ултырыуҙан тән ойой, дөрөҫөрәге, ялҡыта ла башланы. Көн кискә ауышты. Булмаҫ был тип, урындан торғайныҡ ҡына, тауыш ишетелде. Ҡолаҡҡа ғына ишетелдеме икән тип, иптәшемә ҡарайым. Уның битараф йөҙө етдиләнгәнен күреп, тауыш, ысынлап та, бушҡа булмаған икән, тип уйлап өлгөрәм. Тауыш тағы ҡабатланды, нимәнеңдер ауыр атлап килеүе ҡолаҡҡа инеп, аңға етте. Йөрәк дарһылдап тибә, ҡалтыраған ҡулдар фотоаппаратты һәрмәй. Мөхәрләмгә ҡарайым, ҡысҡырырға теләгәндәй, ауыҙы асылған. Эх, был ҡәһәрең ҡысҡырып, айыуҙы ҡурҡыта, тип хафаланып ҡуям. Ғүмер буйы урман тапаған, йөҙҙәрсә айыу күргән кешелә, әлбиттә, үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты автоматик рәүештә барлыҡҡа килә. Шуға ла ирекһеҙҙән бармағымды иренемә ҡуйып, уға “т-с” тим. Бында ҡурҡып ҡасыуҙан алда фотоға төшөрөү мөһимерәк бит. Тауыш яҡынайғандан-яҡыная. Йөрәк күкрәкте йыртып килеп сыға инде. Күҙҙәрем ҡапыл нишләптер ҡараңғыланып китте. Фотоаппарат тишегенән ҡараһам, бар тирә-яҡ томан эсендә һымаҡ. Шул арала көнө буйы көткән “клиент”тыңда ҡарасҡыһы күренде. Күҙҙәрем йүнләп күрмәгәс, фотоаппаратты “ручник”тан алып “автомат” төймәһенә баҫам. Б-а, ни ғәләмәт, айыу урынына һыйыр баҫып тора түгелме һуң? Күҙемде ышҡыңҡырап ҡарайым. Һыйыр шул. Юлдашым һыны ҡатып көлөүҙән йығылып уҡ киткән. Үәт, исмаһам, кадр, айыу урынына – һыйыр.
“Бөрйән айыусыһы” йәки
бер картинаның тарихы
Башҡортостан рәссамы Александр Кузнецовтың «Бөрйән айыусыһы» тип исемләнгән картинаһы бар донъяға мәғлүм. Юҡҡа ғына ул, бүтән бөйөк рәссамдарҙың картиналары менән бер рәттән, Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡланмай.
Картинаға күҙ һалһаң, унда иң тәүҙә ябайлыҡ күҙгә ташлана. Рәссам картинаны яҙғанда төрлө алымдар ҙа, ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә ҡулланмаған. Бәлки, шул ябайлыҡ картинаны бөйөк итәлер ҙә инде. Мөһабәт кәүҙәле, ғорур, ҡурҡыу белмәҫ йөҙлө, үткер ҡарашлы һунарсы һүрәтләнгән. Уның прототибы беҙҙең яҡ кешеһе (Бөрйән районы, Ҡыҫыҡ ауылы) икәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Уның менән таныштырып үтәйем әле – Низаметдин Ғиниәт улы Мырҙағолов була ул.
Ҡыҫыҡ тигән ауыл хәҙер юҡ инде. Ауыл Исламбайҙан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. 16 өй булып, шунса ғаилә көңгөр-ҡаңғыр донъя көткән, мал аҫраған, бала-саға үҫтергән. Ҡыҫыҡ ауылында үҙенә күрә дүрт класлыҡ мәктәп тә булған. Ғүмер үтә торған, ауыл ҙураяһы, халыҡ күбәйәһе урынға, киреһенсә, кешеләр Исламбайға күсеп, Ҡыҫыҡ ташландыҡ иҫәбенә ингән. Ауылдан иң һуңғыларҙан булып Низаметдин Мырҙағоловтың ғаиләһе киткән. Әлеге көндә уның ғына өйө бура көйөнсә һаҡланған.
Мин был мәғлүмәттәрҙең барыһын да Низаметдиндең кесе улы Хәйретдин ағайҙан һорашып-белешеп ултырам. Ул ары ошоларҙы тасуир итә:
– Атайым 1892 йылда донъяға килгән. Бала сағы ауырлыҡта үткән. Йәшләй генә кәләш алған. Өс ҡатыны булған. Ете балаһы тыуып, уларҙы тәрбиәләп үҫтергәндәр, башлы-күҙле иткәндәр. Атайым ҡатындарына бик итәғәтле булды. Буштан орошоп бармаҫ, тура һүҙле, бик ғәҙел ине. Бер нисә тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әүжән ауылы урыҫтары беҙҙең яҡтағы киң ерҙәргә, сабынлыҡтарға дәғүә иткән. Атайым ошонда үҙ еренә һаҡсы урынына торҙо. Уларҙы әрләп-орошоп, әгәр һүҙҙәрен аңламаһа, туҡмап та ҡайтарған мәлдәре булды. Эйе, ул бик ғәйрәтле кеше ине. Атайым ғүмер буйына лесник булып эшләне. Ғүмерен урман, кейек-ҡошто һаҡлауға арнаны. Браконьерҙар унан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа торғайны. Эйе, ул ваҡытта урмандар ҡуйы, йәнлек-ҡоштоң иҫәбе-хисабы юҡ. Айыу-бүре лә күп. Айыу көпә-көндөҙ ауыл урамында йөрөй торғайны (бәлки, айыуҙар Бөрйән урамында йөрөй тигән һүҙ шул мәлдән ҡалғандыр). Беҙҙең дә бер мәл күҙ терәп торған һыйырыбыҙҙы айыу йығып ҡуйҙы. Район әҙерләүҙәр контораһы айыу атырға план бирә торғайны. Әгәр һунарсы айыу алһа, премияһы ла булды – һарыҡ бирҙеләр. Айыуҙың тиреһе ул мәлдә бик арзан – дүрт һум ине. Ите лә бер һумдан артманы. Атайыма военкомат, айыу атырға тип, винтовка биреп ҡуйҙы.
1960 йылдарҙа шикелле, беҙҙең яҡтарҙа бер кешене айыу ашаны. Ҡырҙан был кеше ашаусы айыуҙы ауларға һунарсылар килтереп тултырҙылар. Улар ныҡ ҡоралланғайны. Һәр береһендә ете яһаулы карабин. Атайым уларҙы бик оҫта һунарсылар ти торғайны. Осоп барған һуйырҙы ла атып алырҙар. Айыу ауларға атайымдар йөрөмәне. Йыртҡыс көндөҙ, ғәҙәттә, йылға буйында әрәмәлектә, һаҙлыҡта, суҡраҡта ята. “Шундай ерҙәргә тәүҙә мине ебәрәләр, – тип һөйләй торғайны атай. – Мин айыу менән күҙгә-күҙ осрашып, эш бөткәс, улар ах та ух йүгереп килеп етә. Әлбиттә, айыу һаны уларға яҙылды, премия ла эләкте”. Хәйер, атайым бер ҙә, шунса айыу алдым, тип шапырынып йөрөмәне. Унан: ”Нисә айыу алдың?” – тип һораһалар, Алла ғына белә, тип әйтер ине. Шулай ҙа алған айыуҙарын күңелендә һанап йөрөгән икән. Рәссам Александр Кузнецов беҙгә килгәс, уға асылып, нисә айыу алғанын әйтте. Хәтеремдән сыҡмаһа, 120 тирәһе һымаҡ.
Александр Кузнецов беҙгә бер нисә рәт килде. Тәүгеһе 1953 йылда булды шикелле. Атайым уны урмандар гиҙҙереп, тауҙарға алып йөрөнө. Кузнецовҡа ауыл тормошо бик оҡшаны. Малдың көтөүҙән ҡайтыуы, көтөүгә китеүе уның иғтибарынан сыҡманы. Әсәйемдең һыйыр һауыуы ла, икмәк бешереүе лә рәссамдың күҙ уңынан ысҡынманы. Атайымды Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырғайны, тик нишләптер баш ҡалаға барырға форсат теймәне. Бер ағайыма Кузнецовта ҡунаҡта булырға тура килде. Ҡайтҡас, ғаиләһенең бик ҡунаҡсыл икәнен иҫе китеп һөйләне. Нимә генә ашатманылар, нимә генә эсермәнеләр, хатта беҙҙең йоланы тотоп, өҫтәлдә түгел, иҙәнгә ултыртып ашаттылар, тип һөйләй торғайны.
– Александр Кузнецовтың рәссам икәнен белә инегеҙме? – тип Хәйретдин ағайға төп һорауҙы бирәм.
– Белмәй ни, Кузнецовты бында алып килгәндә үк район түрәләре атайыма, тәбиғәтте һүрәткә төшөрөргә килгән, ҡайҙа теләй, шунда алып бар, тип әйтеп киткәйне. Беҙ, ауыл егеттәре (мин ул ваҡытта армиянан ҡайтҡайным), атайым ҡамасауламағыҙ тип орошһа ла, Кузнецовтың бер күҙен ҡыҫа биреберәк, бар донъяһын онотоп һүрәт төшөргәнен ҡарарға ярата торғайныҡ. Ул атайымды ла, әсәйемде лә, ҡусты-ағайҙарымды ла һүрәткә төшөрҙө.
Эйе, Александр Кузнецов та Низаметдин Мырҙағоловты тәү күргәндә уның бөйөк картина геройының прототибы булырын күҙ алдына ла килтермәгәндер. Низаметдин ҡарт та, рәссамдың һүрәтенә эләгеп, йөҙө мәңгелеккә картинала ҡалыуы тураһында уйламағандыр. Бәлки, рәссам эш араһында, этюдтарҙан арынып, Низаметдин ҡарттың йөҙөн һүрәткә эләктергәндер. Бәлки, башҡорт кешеһенең мөһабәт йөҙө күҙенә салынғандыр. Бәлки, бәлки... Беҙгә улар мәғлүм түгел.
Ҡалай ғына булһа ла, был ике кешенең осрашыуы бушҡа булмаған. Бөрйән районының Ҡыҫыҡ ауылы кешеһе Низаметдин Мырҙағолов һынында А. Кузнецов ҡулынан “Бөрйән айыусыһы” тип исемләнгән бөйөк картина тыуған.