Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Август 2025, 09:49

Зәңгәр күккә баға күҙҙәрем...

Күп кәрәкмәй миңә фанилыҡтан,Нәфсе тигәндәрем тыйылған.Ҙур ҙа түгел, кескәй өйөмәБарлыҡ туғандарым йыйылған.

Зәңгәр күккә баға күҙҙәрем...Зәңгәр күккә баға күҙҙәрем...
Зәңгәр күккә баға күҙҙәрем...

Римма Мырҙина – (1984) Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһы ҡыҙы. БДУ-ның Сибай институтының филология бүлеген тамамлай. Тормош иптәше Камил менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр.

Мин бәхетле

Был тормоштоң шундай ҡунағы мин –
Бәхет кенәм күккә уйылған.
Хоҙай биргән ерҙә барынан
Риза булып, шуға туйылған.
Күп кәрәкмәй миңә фанилыҡтан,
Нәфсе тигәндәрем тыйылған.
Ҙур ҙа түгел, кескәй өйөмә
Барлыҡ туғандарым йыйылған.
Мин бәхетле, хатта күҙҙәремдә
Шул бәхеттән нурҙар ҡойолған.
Әле генә хыялымда булған
Әсә бәхетен дә тойолған.
Ауыр саҡта асыуҙарым булһа,
Улар инде күптән юйылған.
Йән дуҫтарға тамсы шигем юҡ –
Ул шиктәргә биктәр ҡуйылған.

Йондоҙло күпер

Һеҙгә тиеп күнелемдән
Һыуҙар алдым сүмесләп,
Барып етә һалайым тип,
Бөттөм хатта түккесләп.
Ерҙән түгел, күктән осам –
Сүместә һыу түгелде,
Бар Йыһанға нурҙар бөркөп
Йондоҙ булып һибелде.
Йондоҙҙарҙың күплегенән
Яңғыҙ ай ҙа көнләшер.
Теләк теләгәндә йондоҙ
Күктән атылып төшөр.
Һалҡындарҙа туңмаҫ күңел,
Һис булмаҫ ул һалҡын боҙ.
Ем-ем итеп балҡыр күктә
Булып бер яҡты йондоҙ.

Күктәр

Күктәремә күптән менгәнем юҡ,
Етенсе ҡат әллә юҡһына.
Аяҡтарым ерҙә торһалар ҙа,
Күңел үҙе күккә талпына.
Осоп китер инем торған ерҙән –
Юҡ шул талпынырға ҡанатым.
Ғүмер яҙым һөйөү бүләк иткәс,
Шул күктәргә менеп йән аттым.
Яңғыҙлыҡтан ҡурсыу эҙләгәндәй,
Зәңгәр күккә баға күҙҙәрем.
Хыялымда күктәрҙә йөҙһәм дә,
Ерҙә ҡала минең эҙҙәрем.
Бөтмәҫ мәшәҡәте тормоштоң
Яндырып та ала, бешерә,
Фанилыҡтың артыҡ мәшәҡәте
Күктән бәреп ергә төшөрә.

Тормош карабы

Фанилыҡтың карабында
Еләбеҙ йөҙләп, меңләп.
Тәҡдир-ел алға ҡыуалай,
Тормош диңгеҙен иңләп.
Караптағы кешелек тә
Үҙенсә төрлө-төрлө.
Берәүҙәре саф күңелле,
Ә бәғзелә ул керле.
Вайымһыҙҙар ҙа бар бында,
Һәр нәмәнән ҡәнәғәт.
Берәүҙәр мөғжизә көтә,
Һанайҙар минут, сәғәт.
Ижадҡа сумған ҡайһылар,
Уларға шундай рәхәт.
Берәүҙәр аҡса хисаплай,
Байлыҡта, тиеп, бәхет.
Батырҙарҙың күҙендә – ут,
Ҡайһылар тос фекерле.
Берәүҙә яҡшы уйҙар ҙа,
Икенселә – мәкерле.
Ғашиҡтар ҙа был карапта
Мөхәббәттән иҫерә.
Бәғзеләрҙе бөтмәҫ бурыс
Бар донъянан биҙҙерә.
Изге булһаң, был карапта
Рухың булыр сәләмәт.
Тоғролоҡтан тайпылмаһаң –
Тормош үҙе бер йәннәт.
Ғүмеремдең ете йәйғор төҫө

Ғүмеркәйҙәр сағыу булмаҫ ине,
Төҫһөҙ булһа оҡшап тамсыға,
Шуға ла бит Хоҙай был тормошто
Йәйғор төҫтәренә мансыған.
Ғүмеремдең еңеү, намыҫ төҫө,
Ҡыҙыл төҫө бер ҙә уңмаһын.
Ҡыҙыл уттай янһын йөрәгем,
Ҡышҡы һалҡындарға туңмаһын.
Йәйғорҙоң бар тағы йәшел төҫө,
Йәшлегемме шундай төҫ алған?
Ғүмеремдең матур йәйҙәре лә
Гөл-сәскәгә генә сорналған.
Йәшәйештә һары төҫтө алған
Һағыштарҙан азат түгелмен.
Ғүмер көҙөм йонсоу килгәндә
Һағышланып йәшем түгермен.
Таҙалыҡ та бәхет төҫө аҡтыр,
Юлдаш булыр ғүмер ҡышымда.
Ул төҫтәргә тоғро була ҡалһам,
Бәхеткәйем торор ҡаршымда.
Йәйғоромдоң зәңгәр төҫө иһә
Ирек ҡошо осора күңелдән.
Был тормошта кеше булып ҡалыу
Түгел икән бигүк еңелдән.
Төндәремә шаршау ҡуйғандай,
Йәйғорҙоң бар ҡара-күк төҫө.
Күк төҫтәр ҙә матур үҙенсә,
Сыҡмаһа тик бары күк еҫе.
Әлдә әле сағыу йәйғорға
Хоҙай ҡара төҫтәр бирмәгән.
Әйтерһең дә, кеше ғүмерендә
Ҡара төҫкә урын теймәгән.
Ниңә генә тәтәй йәйғорҙо
Алып булмай икән ҡулыма?
... Ете төҫлө йәйғор күпер һалған
Бөгөнгөнән барыр юлыма.

Автор:
Читайте нас