Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2025, 18:53

Һулаҡайҙың ауыр тормошо

Уң ҡуллы кешеләр уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен уйлап та бирмәй. Ә бит һул ҡул менән хатта ишекте асыу уңайһыҙ!

Һулаҡайҙың      ауыр   тормошо
Һулаҡайҙың ауыр тормошо

Донъяның бар ғәҙелһеҙлеген үҙ елкәһендә татығандар — ул һулаҡайҙар. Уң ҡуллы кешеләр уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен уйлап та бирмәй. Ә бит һул ҡул менән хатта ишекте асыу уңайһыҙ! Үткән быуатта ғына уларҙы ауырыуға иҫәпләп, көсләп уң менән яҙырға өйрәткәндәр.
Һулаҡайҙарға йәмғиәттә ҡараш 90-сы йылдарҙа ғына үҙгәрә. Ҡараш үҙгәрә, тик тормоштары еңеләйә, тип әйтеп булмай.
“Уңдар донъяһында” был үҙенсәлекле кешеләр нисек йәшәй икән?

Һул — шайтандың ҡулы

“Һул” һүҙе күп кенә мәҙәниәттәрҙә насарлыҡ менән бәйле. Мәҫәлән, Рәсәйҙә “һулға йөрөү” — “хыянат итеү”, “һул аяҡ менән тороу” — “кәйефһеҙ булыу”, “уңышһыҙ көн” мәғәнәһендә ҡулланыла. Исламда ла ризыҡты тик уң ҡул менән ашарға рөхсәт ителә, сөнки һул менән иблис ашай тип һанала. Францияла “һул” — намыҫһыҙҙы, Италияла алдаҡсыны аңлата, ә инглизсәнән “шомло” йә “ҡурҡыныс” тип тәржемә ителә. Үткән быуатта Японияла хатта “һулаҡайлыҡ” айырылыу өсөн сәбәп була алған. Күп кенә Африка илдәрендә хәҙер ҙә һулаҡайҙарҙы аш-һыуға яҡынлат­майҙар, сөнки ундайҙар, йәнәһе, аҙыҡты ағыулай. Кеше һул ҡулы менән ҡулланмаһын өсөн яндырыуҙары, һындырыу­ҙары йә башҡа төрлөсә йәрәхәтләтеүҙәре ихтимал. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән СССР-ҙа, һулаҡайҙарҙы көсләп уң ҡулға күсереү практикаһы ҡулланылған.
Һулаҡайлыҡты үткән быуаттың 70-се йылдарында ғына ныҡлап өйрәнә башла­ғандар. Был үҙенсәлек тарихтың ҡайһы арауығында барлыҡҡа килгәнен дә, нисек таралғанын да, ни өсөн тик һирәк осрағанын да белгестәр аныҡ әйтә алмай. Һулаҡайлыҡ өсөн яуап биргән генды эҙләү, өйрәнеү, тикшереү әле лә дауам итә.
Тарих башҡа төрлөрәк юл менән барып, әйтәйек, уң менән һул ҡуллылар һаны бер үк булһа, һулаҡайҙарға йәмғиәттә бөтөнләй икенсе ҡараш булыр ине, моғайын. Әммә кешеләрҙең тик ун проценты ғына һул ҡулы менән яҙа. Шуға ла, ХХI быуатта йәшәһәк тә, һулаҡайҙар өсөн тормош бер ҙә еңелләшмәгән.

Һулаҡай булыуҙың кире яҡтары

“Уңдар донъяһында” һулаҡай булыуҙың кире яҡтары күп: көн дә ҡулланған әйберҙәр улар өсөн бөтөнләй уңайһыҙ. Әйтәйек, телефондың “разблокировка”, тауышты күбәйтеү төймәләре уң ҡулдың баш бармағы өсөн эшләнелгән. Компьютерҙың мышкаһы, клавиатураһы, заманса төҙөлөш ҡорамал­дары, хатта консерва асҡысы ла, еңел генә эште лә һынауға әүерелдерә. Һулаҡайҙарға яҙғанда ла ҡулдың һырты ручка ҡараһына буялмаһын өсөн, бик тырышырға кәрәк. Етмәһә, яҙғандарын күрмәйҙәр. Өҫтәл ар­тында һул яҡтан бер кем дә ултыра алмаҫлыҡ урын һайлау ҙа мөһим. Парашют менән ырғығанда һулаҡай­ҙарға өҫтәлмә дәрестәр бирелә, сөнки экстремаль хәлдә кеше парашютты аса торған балдаҡты үҙе аңғар­маҫтан алып барыусы ҡулы менән эҙләй. Үкенескә күрә, уң яҡта урынлашҡан балдаҡты тапмай, ғүмерҙәр өҙөлгән осраҡтар ҙа булған. Һулаҡайҙар шулай уҡ юл-транспорт фажиғәһенә күберәк осрай, сөнки юл ҡағиҙәләре, автомобилдәр уң ҡуллы водителдәр өсөн уйланылған. Ә бына бик ябай миҫал: сынаяҡтарҙың һүрәттәре уң ҡуллы кеше тота тип төшөрөлгән.
Ҡайһы бер статистика мәғлүмәтәре буйынса һулаҡайҙарҙың ғүмере уң ҡуллы кешенекенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Белгестәр был хәл нимә менән бәйле булыуын аныҡ ҡына әйтә алмай. Күптәр һулаҡайҙарҙың ғүмер буйы стресс кисереүе менән бәйләй. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, ябай ҡайсынан алып автомобиль дизайнына тиклем барлыҡ уңайлыҡтар уң ҡуллылар өсөн эшләнелгән. Һулаҡайҙарға бәләкәстән алып был тормошҡа яраҡлашырға кәрәк.
Һул ҡуллы яҡындарығыҙ булһа, йоҡоһона иғтибар итегеҙ. Улар бик тынысһыҙ йоҡлай. Һаташыуҙар, һөйләшеүҙәр, әйләнә-әйләнә серем итеү һулаҡайҙарға бик хас. Тағы ла уларға насар хистәр менән көрәшеүе күпкә ауырыраҡ. Улар йыш депрессияға бирелә. Статистика күрһәтеүенсә, һулаҡайҙар психик ауырыуҙарға нығыраҡ дусар. Эскелеккә лә уң ҡуллыларға ҡарғанда тиҙерәк бирешәләр, тиҙәр ҡайһы бер белгестәр.

Һулаҡай булыуҙың ыңғай яҡтары

Бөтәбеҙ ҙә ишеткәнебеҙ бар: һулаҡайҙарҙың мейеһенең уң яҡ ярымшары үҫешкән, ә уң ҡуллыларҙың — һул яғы. Шуға ла һулаҡайҙар ижади, шәп интуициялы, бай фантазиялы, фекерләргә яратҡан кешеләр тип иҫәпләнә. Улар донъяны төҫтәр, еҫтәр, образдар аша ҡабул итә, ә телмәрҙә нығыраҡ интонацияларға иғтибар бирә. Күңелдәренең йомшаҡлығына, еңел рәнйеүҙәренә, эмоциялары ташып торғанына аптырарға кәрәкмәй. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уң ҡуллылар — математиктар, бухгалтерҙар, менеджерҙар, ә һулаҡайҙар — рәссамдар, шағирҙар, музыканттар, режиссерҙар, блогерҙар... Был сифаттар, әлбиттә, ныҡ дөйөмләштерелгән. Һулаҡайҙарҙың тап шулай булыуын йә булмауын, мейенең ошо ҡанундар буйынса эшләүен иҫбатлаған да, инҡар иткән дә төплө тикшеренеүҙәр әлегә юҡ. Бынан тыш, кешенең характерына тәрбиә, йәшәү урыны, белем алыу кеүек башҡа күп төрлө факторҙар йоғонто яһай.
Шулай уҡ һулаҡайҙар яңы хәлдәргә тиҙ яраҡлашыу һәләтенә эйә. Уң ҡуллылар өсөн булдырылған уңайлыҡтар менән ҡулланыу уларҙы сыныҡтыра. Мәҫәлән, яңы техниканың серҙәренә һулаҡайҙар тиҙерәк төшөнә. Ят урында ла йәһәтерәк юл табалар.
Тағы бер ҡыҙыҡлы факт: һулаҡайҙар уң ҡулы менән яҙырға шәберәк өйрәнә, ә бына уң ҡуллы кешегә һул менән яҙыу күпкә ауырыраҡ биреләсәк. Был һулаҡайҙарҙың мейеһенең ярымшарҙары араһында бәйләнеш йышыраҡ булыуы менән аңлатыла. Тимәк, улар күп эште бер юлы башҡара ала, инсульттан һуң тиҙерәк һауыға, йәһәтерәк транспорт йөрөтөргә өйрәнә, видеоуйындарҙы уңышлыраҡ үтә. Хәтерҙәре лә шәп.
Һулаҡайҙар спортта яҡшы. Сөнки һул ҡулы алып барыусы булған спортсы көтөлмәгән яҡтан һуға йә голды һул аяғы менән индерә ала. Улар бокста, футболда, бейсболда, фехтованиела, тенниста айырыуса көслө була.
Етмәһә, 13 август — Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө. Уларҙың үҙ көнө бар. Уң ҡуллылар бындай байрам менән маҡтана алмай. Был дата үҙенсәлекле кешеләрҙең көндәлек проблемаларына иғтибар итергә саҡыра: ҡыҙыҡ өсөн һәр кемгә һул ҡулы менән теш йыуырға, икмәк телергә, сәсен тарарға һәм башҡа ябай эштәрҙе эшләп ҡарарға тәҡдим ителә. Уңайлымы?..
Һүҙ аҙағында беҙҙең халыҡта булған “эшенә күрә хөрмәте” тигән әйтем иҫкә төштө. Шәхестең һулаҡаймы, түгелме икәне артыҡ ҙур роль уйнамай. Кешенең эштәре уң булыуы күпкә мөһимерәк!

Тест
Бала уң ҡуллымы йә һул ҡуллымы икәнен 4—5 йәштәре тулғас белергә була.
Бына ябай ғына тестар:
1. Бармаҡтарҙы ҡауыштырығыҙ. Уң ҡуллылар­ҙың — уң башбармағы, һулаҡайҙарҙың һул башбармағы өҫтә ҡаласаҡ.
2. Ҡулдарҙы ҡауыштырығыҙ. Уң ҡуллыларҙың уң ҡулы алда ятасаҡ, һул ҡуллыларҙың — һул ҡулы.
3. Сәпәкәй итегеҙ. Өҫтә алып барыусы ҡул буласаҡ.
4. Түңәрәк төшөрөгөҙ. Уң ҡуллылар — сәғәткә ҡаршы, һул ҡуллылар сәғәт буйынса төшөрә.
5. Ҡулды пистолет итеп, бер күҙегеҙҙе йомоп, тоҫҡағыҙ. Асыҡ күҙ алып барыусы ҡулды билдәләй.
6. Аяҡты аяҡҡа һалығыҙ. Уң ҡуллыларҙың уң аяғы өҫтә ятасаҡ, һул ҡуллыларҙың — һул аяғы.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас