

Һуңғы йылдарҙа юл-транспорт фажиғәләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡайҙалыр йәнтәслим ашығыусы машиналар маңлайға-маңлай төкөшөүҙән, кеше бәрҙереүҙән, тиҙлек яратыусы дыуамал йә иҫерек водителдәр ҡылығынан зыян күреүселәр, ҡорбандар арта бара. Был ғына етмәгәйне, электр самокаттары, скейтборттары, моноцикл, монотәгәрмәс, сегвей, гироскутерҙар барлыҡҡа килде. Хәҙер улар ҙа ҡала урамдарын – төп транспорт юлын, тротуарҙарҙы баҫып алды.
Айырыуса электросамокаттар маҙаға тейә, сөнки уларҙы прокатҡа биреүсе хеҙмәт – кикшеринг әүҙем эшләй. Уның менән ҡулланыусылар көндән-көн арта бара, бигерәк тә йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында популяр. Тротуар, автомобиль юлдары буйлап елгән электросамокаттар хәҙер һәр йәйәүленең, шоферҙың ҡурҡыу объектына әүерелде. Күргәнегеҙ барҙыр: аңды-тоңдо уйламаған самокат “водителдәре” тиҙлекте уйламай елдерә, төп транспорт юлына төшөп китә, көтмәгәндә боролоштарҙан килеп сығып, авария сәбәпсеһе була, ҙур тиҙлек менән машиналарға бәрелә. Үлемесле хәүеф тыуҙырыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер самокатсылар машина юлдарында уҙышыуҙы уйын күреп алды. Йәнәһе, кем тиҙерәк елдерә? Иҫерек килеш йөрөүселәр ҙә осрап тора.
Өфө ҡалаһында кикшеринг хеҙмәтендә дүрт меңгә яҡын электросамокат иҫәпләнә. Юл-транспорт фажиғәләренең иң таралған төрө – электросамокаттың автомобилгә бәрелеүе. Аварияларҙың өстән бер өлөшө юл киҫелештәрендә булған. Сәбәбе – самокаттарҙың юлға ҡапыл килеп сығыуы һәм тиҙлек режимының тотолмауы. Тағы ла аварияларҙың күбеһе йәйәүлеләр өсөн махсус ҡуйылған “зебра”ла теркәлгән. Шуны ла әйтеп үтеү кәрәк: һуңғы ике йылда шәхси мобиль ҡоролмалар ҡулланыусыларға ҡарата 70 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған.
Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәбе – яуапһыҙлыҡ, ҡағиҙәләрҙе белмәү. Самокат менән ҡулланаһығыҙ икән, закондарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, уларҙы үтәү мотлаҡ икәнен онотмағыҙ. Иң аяныслыһы – ололарҙың балаларының хәүефһеҙлеге тураһында уйламауы, уларға аңлатыу эше алып бармауы.
Самокат менән йөрөү ҡағиҙәләре:
Самокаттың электр двигателе ҡеүәте – 250 Ваттан, үҙенең тиҙлеге сәғәтенә 25 километрҙан артмаҫҡа тейеш. Кире осраҡта бындай транспорт төрө мопед тип иҫәпләнәсәк һәм, ҡағиҙәләргә ярашлы, уны «М» категорияһына эйә булғандар ғына йөрөтә ала.
7 йәшкә тиклемге балалар ололар оҙатыуында, мотлаҡ тротуарҙа, махсус һыҙат булған велосипед юлында ғына йөрөргә тейеш.
7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балаларға машиналар йөрөгән юлдарға сығыу тыйыла.
14 йәштән оло үҫмерҙәргә һәм ололарға йәйәүлеләр йөрөгән юлдан электросамокаттың ауырлығы 35 килограмдан артмағанда ғына йөрөргә ярай. Тротуар, йәйәүлеләр өсөн һыҙат булмағанда улар, әгәр ҙә был урында рөхсәт ителгән тиҙлек сәғәтенә 60 километрҙан артмағанда, машиналар йөрөгән юлға сыға ала. Машиналарҙы, икенсе самокаттарҙы уҙып китеү тыйыла. Шулай уҡ автомобиль юлына сыҡҡан мобиль ҡоролмалар тауыш сигналы һәм тормоз системаһы менән йыһазландырылыуы, билдәле төҫтәге рефлекторҙары булырға тейеш: алда – аҡ, ян-яҡтан – ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл, артта – ҡыҙыл. Шулай уҡ фонарь йәки фара булыуы мотлаҡ, уларҙы ҡараңғы ваҡытта тоҡандырырға кәрәк.
Ҙур трассаларҙа, автомагистралдәрҙә электр самокаттарында йөрөү ҡәтғи тыйыла.
Иҫерек килеш идара итеү ярамай: штраф – 1,5 мең һум.
Хәрәкәт ваҡытында телефондан һөйләшеү, гаджеттар менән ҡулланыу ҙа тыйыла.
Йәйәүлеләр менән бер һыҙатта, тротуарҙа йөрөгән бөтә осраҡтарҙа ла өҫтөнлөк һәр ваҡыт йәйәүлеләргә бирелә. Йәғни улар һеҙгә юл бирергә, туҡтап үткәреп ебәрергә тейеш түгел. Йәйәүлегә юл бирмәгән осраҡта 2000 һумға тиклем штраф янай.
Бер самокатта ике кеше бергә йөрөү ярамай. Бәләкәй балаларҙы йөрөтөү өсөн махсус урын булырға тейеш.
Юл аша сыҡҡанда мотлаҡ самокаттан төшөп, уны этеп йәки күтәреп сығырға кәрәк.
Идара итеүгә ҡамасаулаған, оҙонлоғо һәм киңлеге буйынса ярты метрҙан ашыу сығып торған йөктәрҙе ташыу тыйыла;
Самокат менән йәки уның үҙен буксирға алыу тыйыла.
Рөхсәт ителгән тиҙлек – сәғәтенә 25 км. Арттырған осраҡта тәүге штраф күләме – 800 һум, артабан уның күләме арта.
Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре, төҙөк булмаған самокат менән йөрөүҙән тыйылырға, шулай уҡ яуым-төшөм булғанда, боҙлауыҡтарҙа “рул”гә тотонмаҫҡа кәңәш итә. Башҡа – шлем, тубыҡтарға, терһәктәргә махсус экипировка эләктерһәгеҙ, тәү сиратта үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ.
Самокат менән юл-транспорт ваҡиғаһына осраһағыҙ:
Бәрелешкән осраҡта автомобиль водителе туҡтарға, авария тураһында иҫкәртеүсе сигналды тоҡандырырға, махсус билдә ҡуйырға – йәғни башҡа авариялағы кеүек ғәмәлдәрҙе башҡарырға тейеш. Әгәр зыян күреүселәр булһа, уларға ярҙам күрһәтергә, “Тиҙ ярҙам” саҡырырға кәрәк.
Йәрәхәтләнеүселәр булмаһа, автомобилгә зыян килмәгән осраҡта аварияның бөтә шарттарын теркәргә (фотоға, видеоға төшөрөргә), дәғүәләр юҡлығы тураһында яҙма расписка (унда юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙың паспорт мәғлүмәттәре, автомобиль номеры һәм самокаттың идентификация мәғлүмәттәре яҙыла, авария һүрәтләнә, өҫтәмә дәғүәләр булмауы айырым билдәләнә; шулай уҡ ике шаһитты табып, был квитанцияға ҡул ҡуйыуҙы һорарға кәрәк буласаҡ).
Самокаттар ОСАГО буйынса страховкаланмай, әммә аварияла килтерелгән зыян өсөн хужа яуап тотасаҡ. Был осраҡта РФ Граждандар кодексының 1064-се статьяһы ҡулланыла. Әгәр хужаһы килтерелгән зыянды ҡаплауҙан баш тарта икән, водитель судҡа мөрәжәғәт итә ала.
– Самокат артында бәлиғ булмаған бала булһа, яуаплылыҡ уның ата-әсәһенә (йәки опекундарына) ята.
– Әгәр самокат прокатҡа алынған икән, күрһәтелгән зыянды кикшеринг компанияһы ҡаплай. Иғтибар итегеҙ: төрлө хеҙмәттәрҙең страховкалау шарттары төрлөсә, зыян күргән яҡҡа түләүҙәрҙең күләме лә төрлө булыуы бар. Водитель түләүҙәрҙең нисек башҡарыласағын аныҡ ҡына билдәләй алмай.
– Самокат ихатала, тротуарҙа торған (хәрәкәт итмәгән) машинаға бәрелгән осраҡта ла ул авария тип иҫәпләнә һәм махсус теркәү талап ителә.
– Авария урынын ташлап киткәне өсөн самокатта йөрөүсе яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Әммә уны табыуы (бигерәк тә прокатҡа алынған булһа) ауырлыҡ тыуҙырмай.
Самокат бәрелеүҙән йәйәүлеләр зыян күрһә:
– Был осраҡта авария тип иҫәпләнә һәм, ғәйепле булһа, бигерәк тә йәйәүленең һаулығына зыян килтерелһә, самокат йөрөтөүсегә яуап бирергә тура киләсәк. Ул ваҡиға урынын ташлап китһә лә, барыбер ЮХХДИ-ға шылтыратып, авария һәм йәрәхәтләнеү фактын теркәргә, һорауҙарға яуап бирергә, шулай уҡ камераларҙан мәғлүмәттәр һорарға кәрәк. Шаһиттар күрһәтмәһе булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Әгәр ҙә йәрәхәтләнһәгеҙ, мотлаҡ “Тиҙ ярҙам” саҡырығыҙ йәки үҙегеҙ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йәрәхәтләнеү сәбәбе күрһәтелгән справка алығыҙ – был судта компенсация һорау өсөн талап ителәсәк.
– Зыян күргән яҡ бөтә медицина сығымдары, әхлаҡи зыян өсөн, әгәр мөлкәткә зыян килтерелгән булһа, яңыһын һатып алыу өсөн аҡсалата компенсация талап итә ала. Бәрелешкәндә телефон, ноутбук һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрегеҙгә зыян килһә, мотлаҡ юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәренә уларҙы протоколға индереүҙе һорағыҙ.
Псхихологтар электросамокаттарҙы “20-се йылдар ҡурҡынысы” тип атай. Тик был бер аҙ дөрөҫлөккә тап килмәй. Самокаттар – кәрәкле урынға тиҙ арала алып барып еткереүсе транспорт төрө. Ә бына тиҙлекте, ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған, үҙен дә, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуйған йөрөтөүселәре, ысынлап та, заман афәте булып ҡала.
Һәләкәткә ашығыусылар
Бер генә көндөң статистикаһына күҙ һалайыҡ: 2025 йылдың 3 июне.
Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында бәлиғ булмаған ике бала электросамокат менән “Лада Гранта” автомобиленә бәрелә.
Тольятти ҡалаһында 17 йәшлек егет ҡырҡа боролошта ҙур тиҙлек менән килеп автомобилгә төкөй.
Воронеж ҡалаһында юл аша сыҡҡанда 14 йәшлек ҡыҙ бер ҡарсыҡты бәрҙерә.
Силәбе өлкәһендә тротуар буйлап барған ҡыҙ, идараны юғалтып, велосипедта барған 73 йәшлек әбейҙе йыға.
Октябрьский ҡалаһында 13 йәшлек малай парковкала ултырған машинаға бәрелә. Бынан тыш, Мәскәү ҡалаһында – өс, Сочиҙа ике осраҡ теркәлгән.
Бындай статистика мәғлүмәттәрен ҡарғандан һуң, башҡа бер генә уй килә: шәхси мобиль ҡоролмалар менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен тағы ла бер ҡат энә күҙәүенән үткәрергә, талаптарҙы ҡәтғиләштерергә кәрәк. Белем биреү учреждениеларында балалар менән генә түгел, ата-әсәйҙәр менән дә аңлатыу эштәре алып барыу ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ. Күп кенә ҡалаларҙың халҡы йәйәүлеләр өсөн тәғәйен юлда, ял итеү майҙандарында самокатта йөрөүҙе тыйырға, тиҙлекте сәғәтенә 15 километрға ҡалдырырға, ҡағиҙәләр боҙған осраҡта, түләнәсәк штрафтарҙың күләмен арттырырға тәҡдим итә. Шәхси мобиль ҡоролмаларға идентификация номеры биргәндә, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китеүселәрҙе тиҙерәк табырға мөмкин булыр ине. Ә был үҙ сиратында ҡулланыусыларға бер аҙ яуаплылыҡ өҫтәйәсәк.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo