Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2025, 06:44

“Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам”

Хөрмәтле, дуҫтар! Үҙенсәлекле конкурс тәҡдим итәбеҙ! Үҙенсәлеге шунда – “Минең өсөн шунда кереп тауыш бир әле”, “Лайыҡ ҡуй әле” тип берәүгә лә инәлергә, йөҙ һыуығыҙҙы түгеп әрһеҙләшергә кәрәкмәй! Ғаилә ҡиммәттәрен, быуындар бәйләнешен һаҡлау маҡсатында, республика йәштәр журналы “Шоңҡар”ҙың сайтында “Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам” тигән конкурс иғлан итә.

“Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам”“Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам”
“Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам”

Хөрмәтле, дуҫтар! Үҙенсәлекле конкурс тәҡдим итәбеҙ! Үҙенсәлеге шунда – “Минең өсөн шунда кереп тауыш бир әле”, “Лайыҡ ҡуй әле” тип берәүгә лә инәлергә, йөҙ һыуығыҙҙы түгеп әрһеҙләшергә кәрәкмәй! Ғаилә ҡиммәттәрен, быуындар бәйләнешен һаҡлау маҡсатында, республика йәштәр журналы “Шоңҡар”ҙың сайтында “Олатайым менән өләсәйем тураһында яҙам” тигән конкурс иғлан итә.
Конкурс шарттары ябай:
- “Шоңҡар”журналының “Бәйләнештәге” төркөмөнә яҙылырға;
- ошо яҙманың аҫтына олатай һәм өләсәйегеҙ, уларҙың һеҙҙе үҫтереүҙәге роле, тәрбиәһе хаҡында мәғлүмәт яҙырға һәм бергә төшкән фотоларҙы һалырға.
Еңеүселәр 30 сентәбрҙә – Ололар көнө алдынан билдәләнәсәк. Бүләктәр, бигерәк тә, шәп! Гөлназ Юлыҡованың бер иштән икешәр милли стилдәге галстук һәм түшелдеректәр беренсе урын алыусыға буласаҡ! Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн дә матур, иҫтәлекле, милли нағышлы бүләктәр еңеүселәрен көтә! Ашығығыҙ! Олатай һәм өләсәйегеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтегеҙ, күңелегеҙҙе ғүмерегеҙ буйы йылытып барған иҫтәлектәр менән б

Автор:
Читайте нас