Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2025, 09:11

Ирҙәр ҙә илай

Ир-ат психолог кабинетына йөрөй һалып бармай. Улай ғына ла түгел, күптәрен табипҡа алып барыуы ҡыйын.

Ирҙәр ҙә илайИрҙәр ҙә илай
Ирҙәр ҙә илай

Күпселек ир-ат хис-тойғоларын белдереп бармай, улар өсөн был көсһөҙлөк кеүек һанала. Был бәләкәйҙән һалынған тәрбиәнән дә тора. Йыш ҡына малайҙар иларға тейеш түгел тип өйрәтәбеҙ.
Ир-ат заты ла — кеше. Ул робот түгел, тимерҙән яһалмаған. Тойғолары бар, кисерештәргә бирелә, ҡайғыра ла, ҡурҡа ла... Ләкин ҡатын-ҡыҙ һымаҡ эсендәген һөйләп, мыжып, илап йөрөү ғәҙәте юҡ.

Ир-ат психолог кабинетына йөрөй һалып бармай. Улай ғына ла түгел, күптәрен табипҡа алып барыуы ҡыйын. Ҡатыны, әсәһе күндереп кенә үҙҙәренә был йәһәттән иғтибар итеүҙәре ихтимал. Шуға күрә ирҙең ниндәйҙер борсоп торған мәсьәләһе бар икән, эргәһендәге ҡатын-ҡыҙ һиҙеп, тойоп йүнәлеш бирмәһә, үҙе йөрөүе икеле. Ул үҙенсә һәм еңел генә “хәл итә”. Ҡайһы берҙәре компьютер уйындарына инеп китә, эскелеккә бирелә, күңелле тормош эҙләп, һөйәркә хаҡында уйлай башлай. Әлбиттә, тулыһынса үҙенә яуаплылыҡ алған, үҙен ҡарай белгән ирҙәр ҙә була. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың әллә ни борсоп торған, яҡындарын хафаға һалырҙай проблемалары ла юҡ. Һүҙебеҙ — үҙҙәрен артҡы планға ҡуйған, үҙен тик аҡса эшләүсе машина йәки тойғолары булмаған робот һанаған, үҙ ҡәҙерен белеп етмәгән ирҙәр хаҡында.
Һау ере булмаған, гел һыҙланған, услап дарыуҙар ашаған йәш ир мөрәжәғәт итте. Алдан апайына сеанс үткәргәйнем, дауаханала бер ай ятҡан ине, аҙна тигәндә сығарып ебәрҙеләр, тиҙ килеште. Күпмелер ваҡыттан ҡустыһын күндерҙе. Ни өсөн ундай хәлдә ҡалғанын аңлатып, бала саҡ йәрәхәттәре менән эшләргә кәрәклеген әйттем.
Атаһы әсәһен ғүмер буйы туҡмаған, ҡыҙ менән малайға ла эләккән. Әсе телдәрҙең, эскесе балаһы, тип кәмһетеүҙәре, шул арҡала малайҙар менән һуғышыуҙар, яҡлашыр кешең булмауы... “Унан беҙ нимә генә күрмәнек, хәҙер атай тип әйткем дә, ишеткем дә килмәй, ҡайҙа йөрөһә лә барыбер”, — тине ир әсенеп. Атай кеше күптән сығып киткән, ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Хәҙер егеттең ғаиләһе бар, үҙе бынамын тигән атай. Бер ҡасан да үҙ атайым кеүек булмаясаҡмын тип һүҙ биргән, ике балаһын матур итеп ҡарай, яҡшы урында эшләй. Ситтән ҡарағанда ябай кеше күҙлеге аша барыһы ла ал да гөл. Ләкин... Йөрәк бит барыһын да йыйған. Был йәһәттән етди диагнозы бар. Бала саҡтан таяныс тоймауы умыртҡа бағанаһына ла зыян килтергән. Үҙен гел билдәһеҙлектә, хәүеф аҫтында тойоуы эҙһеҙ үтмәгән. Маҡсаттарына ынтыла, арыу урында уҡып сыға, әммә гел көсөргәнештә булыуы, теләктәренә ҡурҡыу аша ынтылыуы, кем икәнлегемде иҫбат итәм, күрерһегеҙ әле, барыбер еңеп сығам, рәнйеткән өсөн үкенергә тура килер әле, тип йәшәүе һаулығына зыян яһай. Шулай уҡ бала саҡтан асылыр, зарын һөйләр кешеһе булмаған, үҙен кәрәкле тип хис итмәгән. Әсәһе үҙе яҡлауға мохтаж, апайы ла, унан таяныс көткән ҡыҙ бала, бер йәшкә генә оло. Ун йәштән алып уға үҙен генә түгел, әсәһе менән апайын да яҡларға тура килә.
Хәҙер был ирҙең күңеле тулы үпкә. Атаһын ғәфү итергә һис кенә лә әҙер түгел, бындай аңлауға барып етмәгән әле. Кисерергә кәрәк, ләкин әлегә үҙенә был хаҡта әйтеүе лә мәғәнәһеҙлек. Ул атаһына ҡарата асыу, рәнйеү менән тулған, исемен дә ишеткеһе килмәй.
Кеше әлегә үткән ауырлыҡтар юҡҡа ғына булмағанын, уларҙың ниндәйҙер тормош дәрестәре биргәнен төшөнмәйенсә, ғәфү итә алмай. Ни тиклем генә алама атай, әсәй менән үҫергә тура килмәһен, һинең өсөн шулай кәрәккән. Күпме генә ҡыйын тойолһа ла, һинең йәнең ошондай юлды һайлаған. Нимә өсөнмө? Үҫер, үҫешер өсөн, күп нәмәгә төшөнөр өсөн. Бәлки, ғәфү итергә өйрәнер өсөн. Бәлки, башҡа хәлен аңлай, хәленә инә белер өсөн. Ҡайһы бер ауырлыҡтар ҡыйыулыҡҡа йәки көслө булырға өйрәнергә бирелә. Күп кенә ҡатмарлы хәлдәр кешеләргә өҫтән, ғәйепләп түгел, ә яратып ҡарарға кәрәклеген иҫкәртә. Шулай уҡ үҙеңде лә ярата башларға, ҡәҙереңде белергә, яҡлай белергә кәрәклеген төшөндөрә.
Көслө зат башҡа ҡамырҙан яһалған шул. Был ир артабан үҙе өҫтөндә эшләргә риза булманы. Дауаханаларҙа ятыу, услап дарыуҙар ашау күпкә аңлайышлы бит. Күңел торошо өҫтөндә эшләү — ир заты өсөн ятыраҡ хәл. Быны ул илап, мыжып, зарланып, көсһөҙлөк күрһәтеп ултырыу һанай. Ул бар ғазабын эсендә йотоп йәшәй, илле йәштәрҙә көтмәгәндә инсульт кисерә һәм башҡалар...
Ирҙәр ҙә “илаһын”, тик күрһәтеп, бар донъяға яр һалып тигән һүҙ түгел был. Улар ҙа тойғоларын сығарыуға хаҡлы. Быны күҙ йәшен түкмәй ҙә, араҡы эсмәй ҙә атҡарырға мөмкин.
Бер ир ауыр ҡайғыларҙан һуң күп итеп балыҡ үрсетә башланы. Аҡса өсөн тугел. Был хаҡта ишеткәс тә аңланым — илай бит был. Бар ғазабын ошолай баҫа. Кемдер ижадҡа бирелә, үҙе аңламаһа ла, шиғырҙары менән ул иң беренсе үҙен дауалай. Ағас биҙәктәр, тимер ҡапҡалар, алмағас баҡсалары, көн-төн эшләнгән һүрәттәр, хатта ҙур архитектура объекттары... Был иҫ киткес!
Ир-егет үҙ ғазабын ижад аша имләй ала. Аҡса эшләү — бер эш, күңел өсөн дә ниндәйҙер шөғөлө булһын. Ысынлап та, нимә оҡшай, ниҙән ҡыуаныс табыр ине, ни хаҡына көн дә йоҡонан тиҙерәк торғоһо килә, күҙҙәре янып китә — шул шөғөлөн табырға кәрәк. Аҡса килтерәме был, юҡмы — уйламайбыҙ әле. Ныҡлап шөғөлләнеп китһә, яратҡан, янып, дәртләнеп башҡарған эш аҡсаһын да килтермәй ҡалмай, ғәҙәттә.
Был осраҡта уның ауырыуҙары яйлап артҡа сигенер, виртуаль уйындар, һыра яйлап уйынан сығыр һәм бөтөнләйгә хушлашыр ҙа. Ир затына үҙен файҙалы, кәрәк кеше итеп тойоу бик мөһим.
Яҡын кешегеҙҙең һаулығы менән проблемаһы күп икән — эске кисерештәре гармонияла түгел, уға күңел торошо өҫтөндә лә эшләргә, был йәһәттән ярҙам итергә кәрәк. Шулай уҡ насар ғәҙәттәре уның ыңғай хис-тойғолар кисереп йәшәмәгәнен күрһәтә. Күпләп тәмәке тартыуы ғына ла тиктомалдан түгел. Ә инде игроман, алкоголик икән, айлап дауаханаларҙа ятһа, хроник сирҙәре күп — хәлдәр тәрәнгә төшөп киткән. Был кимәлгә етмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген бер аҙ асыҡланыҡ, шикелле.

Гөлсинә ЙОСОПОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас