

Рәзинә УРМАНШИНА-ЗӘЙНЕТДИНОВА исеме журнал уҡыусыларға ла, әҙәбиәт һөйөүселәргә лә яҡшы таныш. Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән йәш ағзалар араһында ул – иң әүҙем һәм емешле эшләгән ижадсы. Республика баҫмаларында әленән-әле яңы хикәйәләре, повестары донъя күреп тора, әҙәби конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Бынан тыш, төп эше – журналистиканы ла онотмай. Яҙмышын ете йыл элек “Шоңҡар” менән бәйләгән хеҙмәттәшебеҙ башҡа гәзит-журналдар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Тәбиғәт тарафынан бирелгән талантҡа Рәзинәләге ун кешегә етерлек эшһөйәрлек һәм ныҡышмаллыҡ ҡушылып, уны уңыштарға әйҙәп тора ла инде.
– Рәзинә, һин тыуып үҫкән Ғафури районы – яҙыусыларға, ғөмүмән, таланттарға бай төбәк. Әҙәбиәтселек, әҙәбиәткә һөйөү Ғафури феномены тип әйтә алаһыңмы?
– Биш йыл элек Ҡазанда үткән “Иҙел аҡсарлағы” йәш ҡәләм тирбәтеүселәр конкурсына барғанда: “Башҡортостандың ҡайһы төбәгенән килдең?” – тигән һорауға: “Барығыҙға ла билдәле Мәжит Ғафури менән Элвин Грейҙың тыуған яҡтары – ауылдарының уртаһында ултырған Юлыҡ тигән ауылда тыуып үҫтем”, – тип шаяртҡан инем. Өфөлә “Юлыҡтан”, тиһәм, “Йор һүҙле, кәрәк саҡта йоҙроҡ та төйә белгән халыҡ йәшәй унда. Һеҙгә әле лә ГАИ хеҙмәткәрҙәре килә алмаймы ул?” – тип шапыртып көлөүселәр осрай. Ситтән ҡарағанда уҫал, ҡыҙыу ҡанлы булып күренһәләр ҙә, ихлас, киң күңелле халыҡ йәшәй унда. Һүҙ эҙләп кеҫәгә кереп тә тормайҙар, эстән йоҙроҡ та төймәйҙәр. Ауылдаштарымдың күптәренә уҡыу эләкһә, бынамын тигән журналист, билдәле яҙыусы, шағир сығыр ине, тип йыш уйлайым. Был осраҡта, миндә Юлыҡ феномены күберәк, тиһәм, дөрөҫөрәк тә булыр.
– Өй, ата-әсә тәрбиәһе ҡәләмгә тотонорға этәргес бирҙеме? Ниндәй ғаиләлә үҫтең, башҡа туғандарыңда яҙыусылыҡ һәләте бармы?
– Әлбиттә, иң тәү сиратта өй тәрбиәһе кешенең киләсәктә кем булырына йоғонто яһай. Беренсе класҡа барған йылдарҙа иртән һәм кис туғыҙ менән ун араһында ут һүндерәләр ине. Уҡытыусыбыҙ иртән ошо мәлдә әкиәт уҡый. Мин шуны, кисен ут һүнгәс, өйҙәгеләргә һөйләйем. Улар тыңлай, эҙмә-эҙлелек юғалһа, һорауҙар бирә. Ошо мәлдә һөйләү, тасуирлау телмәрем үҫешкәндер, тип уйлайым. Йәнә ата-әсәйемдән быға тиклем китаптарҙа осратмаған мәҡәл һәм әйтемдәрҙе әлегәсә ишетеп аптырап китәм. Ҡайһы саҡта онотҡансы тип, яҙып ала һалам. Элек был – балалар, быныһы ололар китабы, тип бүлеп ултырыусылар булманы. Ҡулға нимә эләгә – шуны уҡыйһың һәм өйҙә ярҙам итеп тә өлгөрәһең. Мин етенсе класҡа барғанда, әсәйем вахта ысулы менән ситтә эшләне. Иртән уҡырға барғансы өс һыйыр һауып китәм. Класс етәксеһе шунда: “Нисек өлгөрәһең ул?” – тип һорағаны хәтерҙә. Иртә ҡул араһына керҙек һәм шуны эшлә, быны эшлә, тип әйтеүсе лә, арттан тикшереп йөрөүсе лә булманы. Иптәш ҡыҙҙарым: “Һиңә рәхәт. Һине ҡарап тороп эшләтмәйҙәр”, – тип әйтә торғайны. Үҙҙәренә уйнарға барһаң, әсәләре: “Рәзинә китапхананың бөтә китабын уҡып бөткән. Һине уҡытып булмай”, – тип тегеләрҙе шелтәһәләр, уңайһыҙ булып китә ине.
Ҡунаҡҡа эйәреп йөрөргә яратманым. Китап менән икәүҙән-икәү ҡалыу үҙе минең өсөн ҙур байрам ине. Шуға ла әсәйемдәр: “Беҙҙең алтын йоҙаҡ”, – тип йүкә сөй ҡағып, апайымдар: “Өй эйәһе”, – тип шаяртып, мине донъяла хужа итеп яңғыҙымды ҡалдырып китә торғайнылар. Ҡатҡыллыҡ, уҫаллыҡ миндә етерлек булғас, ышанғандар ҙа инде. Шулай ғүмерем буйы “Һиңә рәхәт”, тигәндәрен йыш ишетәм. “Рәхәтлеге” шунда – уҡыусы, студент саҡтарҙа каникулдарҙа ла, декретта саҡта ла тик ултырғаным юҡ (көлә – авт.). Тыуған ауылымда беренсе китабымдың презентацияһын үткәргәндә бер уҡытыусым: “Рәзинәнең ата-әсәһе көнө буйы эштә йөрөгән кешеләр булды. Улар үҙҙәрен-үҙҙәре тәрбиәләп, үҫтереп алды”, – тигәйне. Ысыны ла шулай. Атайым менән әсәйем колхозда эшләне, иртә менән китәләр ҙә кисен генә ҡайтып керәләр ине. Әммә беҙҙең өйгә һәр ваҡыт ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал килде һәм әле лә килә. Ғаиләлә мин генә филолог. Оло апайым Динә утыҙ йылға яҡын Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эшләй. Әҙәби әҫәрҙәргә нигеҙләнеп спектаклдәр сәхнәләштерә, сценарийҙар яҙа. Руслан ағайым төҙөүсе һөнәренә тоғро булып ҡалды. Тарихты яҡшы белеүе менән туғандарҙы, таныштарҙы таң ҡалдыра. Миңә геройҙар тапһа, ул һүрәтләгәнсә итеп яҙырға тырышам. Зилә апайым мәктәптә уҡыған сағында уҡ районда үҫмерҙәр араһындағы беренсе спорт мастеры булып танылды. Унынсы класта уҡығанда Рәсәй беренселегендә марафонға йүгереп, 2-се урын алды. Егерме йыллап медицина университетында уҡыта. Әҙәби әҫәр уҡымаған бер көнө лә юҡтыр. Ата-әсәйем дә, туғандарым да филология факультетына уҡырға барһа, уларҙан тел, әҙәбиәт белгестәре, журналист, яҙыусы сығыр ине, тип уйлайым.
– Нисек ҡәләмгә тотондоң? Тәүге яҙған әҫәреңдең яҙмышы нисек булды?
– Оло ҡыҙым менән декрет ялында ултырғанда интернетта ниндәйҙер әҙәби яҙмалар конкурсы уҙғарыла ине. Текст нисәлер һүҙҙән артмаҫҡа, ниндәйҙер тағы ла үҙенсәлекле талаптары бар ине. Шунда “Йыуғыс” тигән хикәйә ишараты әтмәләп ебәрҙем. Урын-мәҙәр алманым, әммә минең бәхетемә “Китап” нәшриәтендә эшләүсе апайҙар күреп ҡалғандар ҙа, яҙған әйберҙәрем менән килергә ҡуштылар. Алдан яҙылған юморескаларым һәм бер нисә көн эсендә ҡағыҙға теркәлгән беренсе китабыма исем биргән “Мамыҡ шәл йылыһы” хикәйәмде алып барҙым. Сабир ағай Шәриповҡа күрһәткәндәр. Хикәйәмдең исемен “Килен шәле”нә үҙгәртеп, “Ағиҙел” журналында баҫтырасаҡтарын әйтте. Заманаһы өсөн көнүҙәк әйбер булғас, аҙаҡ “Юлдаш” радиоһында ла уҡынылар. Уҡыусылар ҙа оҡшатҡандарын белдереп бәйләнештәге сәхифәмә яҙҙылар. Шулай итеп, хикәйәгә оҡшатып яҙылған беренсе әйберемдең яҙмышы бәхетле булды, тип әйтә алам.
– Әҫәр геройҙары яҙмышы менән йәшәп, улар тойғоларын кисереп, үҙ тормошоң икенсе планға күскәне юҡмы?
– Бәләкәйҙән “өй эйәһе” булғас, тынлыҡта, яңғыҙ ҡалып уйланырға яратам. Әммә әлегә бәләкәс балаларым менән тәүлек әйләнәһенә бергә булғас, был мөмкин түгел. Шуға ла яҙын-йәйен ауылда, балаларҙы ата-әсәйем, туғандар ҡарағанда, урамда яңғыҙым ғына нимәлер эшләгәндә яңы идеялар килә. Сюжеттар ҡорола. Үҙ-үҙемә бикләнеп, әйткәндәрен ишетмәй йөрөгәнем дә бар. Бындай ваҡытта Салауат: “Был тағы ла зависать итте”, – тип көлә. Ҡайһы саҡта үҙ донъяма батып, телефон шылтыраһа ла яуап биргем килмәй китә. Сөнки кемдеңдер бер хәбәре, мыжыуы ижадҡа көйләнгән фекереңдең көлөн күккә осороуы бар.
– Нисек ижад итәһең: әҫәр өлгөрөп еткәнсе күңелеңдә йәшәйме, әллә сюжет табылһа, яҙа башлайһыңмы?
– Геройҙар яҡынса күңелемдә тыуып, диалогтар барлыҡҡа килә башлаһа, онотоп ҡуймаҫ өсөн яҙырға тырышам. Бер төрлө уйлап, геройҙарымдың яҙмышын бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа ебәргәнем дә бар. Мәҫәлән, бынан дүрт-биш йыл самаһы элек Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов: “Давай, детектив повесть яҙ әле”, – тине. “Ҡашлы йөҙөк”төң төп геройын “үлтерәм” тип башланым. Әммә беренсе өлөш яҙылып бөтөп барғанда Тамара-Тимербикәне йәлләп, шул осорҙа күңелемә тынғылыҡ бирмәгән ваҡиғаларға бәйләп, мажаралы повесть итеп тамамлап ҡуйҙым.
– Әҫәрҙе тамамлағас, күңелдә ниндәй кисерештәр, тойғолар уяна?
– Бала табып, бушанғас, эстә бер нимә өҙөлөп төшкән һымаҡ әсе тойғо барлыҡҡа килә. Әҫәр тамамланғас та геройҙарҙы үҙеңдән ебәрге килмәй торған саҡтар булғылай. Һуңынан уҡыусы нисек ҡабул итер, тип уйлайһың.
– Әҙәбиәттә кумирҙарың бармы?
– Әлбиттә, бар. Башҡорт шиғриәтендә Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарын яттан беләм. Уйламаған ерҙә иҫкә төшә улар. Зәйнәб Биишеваның трилогияһын уҡып, уның кеүек яҙыусы булырға теләгән уҡыусылар элек күп булғандыр, тип уйлайым. Тарихи әҫәрҙәр уҡырға яратам. Ғәлим Хисамовтың тарихи романдары менән бер нисә тапҡыр таныштым. Интернет йоғонтоһо ла бар. Ринат Вәлиуллиндың әҫәрҙәренән алынған цитаталар менән танышҡас, эҙләп табып уҡыған инем. Фекерҙәре заманса, тапҡыр, әммә сюжет һыҙығы бер-береһенә йоғоп бөтмәй. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә һәр һөйләмде цитата итеп ҡулланырға була һәм геройҙар яҙмышын, автор фекерен асыр өсөн бер-береһен тулыландырып килә. Йырланып ҡына бара. Төрки халыҡтар әҙәбиәтенән Сыңғыҙ Айытматов ижады күңелгә ныҡ яҡын.
– Ижадта дуҫлыҡ булмай, тиҙәр...
– Нисек инде булмай?! Бына һиңә бер йыл буйы нәшриәткә икенсе китабыңды йыйып алып бар, тип ҡолаҡ итеңде ашайым... Ғөмүмән, дошманлашып, башҡаларҙың эшенән көнләшеп йәшәйем тиһәң, бүтән өлкәлә лә ағыуыңды сәсергә урын табылалыр. Уҡымлы, йөкмәткеһе ҡабатланмаған, геройҙарының яҙмышы ҡыҙыҡлы, фәһемле яңы әҫәр менән танышһам, уҡыусы булараҡ иң тәү сиратта шатланам.
– Заһиҙә Мусина менән берлектә тәржемә эшен башҡарып сыҡтығыҙ. Был өлкәләге тәүге тәжрибә булдымы? Эш нисек барҙы?
– Алдан уҡ Заһиҙәгә: “Икебеҙгә бер китап сығарырға ине”, – тип әйткән инем. Бер йыл элек шатланып Кемел Тоҡаевтың китабын тәржемәләргә тотондоҡ. Был өлкә минең өсөн тәүге ҙур эш булды. Рус телендәге вариантын башҡортсаға ауҙарҙыҡ. Әммә ҡайһы бер аңлашылып етмәгән урындарында ҡаҙаҡ телендә лә уҡыныҡ. Башҡа туғандаш халыҡтарҙың телмәре нигеҙендә беҙҙең һөйләштә төшөп ҡалған, хатта ниндәйҙер кимәлдә онотола башлаған һүҙҙәр ята. Әгәр ҙә башҡорт телен төплө беләһең икән, бер нисә ҡат уҡып сыҡһаң, нимә тураһында һүҙ барғанын аңларға мөмкин. Айгиз Баймөхәмәтовтың ҡаҙаҡ телен белеүе лә был осраҡта ярҙам итте. Ул аңлашылмаған урындарын аңлатып, төҙәтеп ебәрҙе. Мөхәррир, корректорҙар менән берлектә ҙур, башҡорт менән ҡаҙаҡтың бөгөнгө заманда араларын яҡынайтыуға бер аҙым булған эш башҡарып сыҡтыҡ, тип уйлайым. Быны мин республика Башлығы Радий Хәбиров китапты Ҡаҙағстан президентының ҡулына тапшырғанда нығыраҡ аңланым. Беҙгә ышанып был эште биргәндәре өсөн рәхмәт.
– Кемел Тоҡаевтың ижады нимәһе менән арбаны?
– Тап шул мәлдә “Ҡоҙғон” хикәйәһен яҙа башлаған инем. Детектив әҫәрҙәрҙе тәржемә итә башлағас, хикәйәмде уңышлы тамамларға булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Ҡаҙаҡ яҙыусыһы детектив әҫәрҙәр яҙыр алдынан архивтарҙа ултырып төрлө темаларға эҙләнгән, материалдар туплаған. Был уның әҫәрҙәрендә, әлбиттә, сағылыш тапмай ҡалмай. Эҙмә-эҙлелек, энәһенән ебенә тиклем тасуирлау уның ижадына хас сифаттар. Йәнә ваҡиғалар барған урын авторҙың тыуған яғы – уҡыусының күҙ алдына килерлек итеп йәнле һүрәтләй. Шунда ҡаҙаҡ далаларына, тәбиғәтенә ғашиҡ булған инем. Әйткәндәй, быйыл оло ҡыҙымды Астанаға алып барғанда шул урындарҙы үҙемә лә үтергә тура килде. Был донъяла беҙҙең менән булған хәлдәрҙең береһе лә бушҡа түгеллегенә йәнә бер ҡат инандым.
– Ирең менән танышҡанда һинең яҙыусы икәнеңде белә инеме?
– 18 йәшем тулған, беренсе курста ғына уҡып йөрөгән студент инем. Филолог, китап уҡырға яратҡан кеше булараҡ йығылып ятып уҡыған саҡтарҙа: “Етәр, үҙең китап яҙа башла”, – тип әйтә торған ине. Үҙемдән алда, ул миңә нығыраҡ ышанды, шикелле. Бер ваҡыт ҙур ҡыҙыл төҫтәге блокнот бүләк итеп: “Ошонда китап яҙа башла”, – тип тә әйтте. Үҙе иһә грамоталы, күп мәғлүмәтле кеше булһа ла, китап уҡырға яратмай. Икенсе китабымды баҫмаға бирер алдынан өйгә алып ҡайтып уҡығанда, ҡарап сығыуын һораным. Баш тартҡас: “Һин яҙһаң, төн йоҡламай уҡыр инем”, – тип үпкәләнем. Шунда: “Мин бит һиңә яҙыусы булғанға түгел, ә Рәзинә булғаның өсөн өйләндем”, – тип ҡотолдо. Шулай тиһә лә, төрлө яҡлап үҫеүемде теләй. Ҡулыма диплом алғас та, бер нисә йыл аспирантураға керергә өгөтләне.
– Әсәлек, ҡатынлыҡ бурысы яҙыусылыҡҡа ҡамасауламаймы? Илаған балаңды йыуатам, иремә ашарға бешерәм, тип йөрөгәндә башыңа килгән идеялар, сюжеттар ҡасмаймы?
– Әхиәр Хәкимдең “Яңғыҙ юламсы” повесының төп геройы Үмәр Хәйәмдең ижад итер, ғалимлыҡ эше менән булышыр өсөн ғаиләһе булмауы тураһында, донъя кимәлендәге был билдәле шәхестең аныҡ ҡарары икәне хаҡында белгәс, уның менән ниндәйҙер кимәлдә риазалашып та ҡуйған инем. Йоҡоһоҙ төндәр, бер йылдың яртыһында үҙең атай ҙа, әсәй ҙә булып ҡалғанда, әлбиттә, йонсотоп та, һаулыҡ та ҡаҡшап китә, яҙам тигән әйбер аҙаҡҡа ҡалдырып, һуңынан бөтөнләй онотолған, күпмелер ваҡыттан әһәмиәте булмаған осраҡтар ҙа бар. Әммә әсәй булыу, кемдер өсөн үҙеңдең был донъяла иң кәрәкле, иң яҡын кеше икәнлегеңде аңлауҙан да тағы ниндәй ҙурыраҡ бәхет бар?! Ҡыҙҙарымдың тыуыуы көс биреп кенә ҡалмай, тап шул мәлдә ижадҡа, яңы асыштарға ла көйләгән осор булыуы менән әһәмиәтле минең өсөн. “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Килен шәле”, “Ҡашлы йөҙөк” китаптарым тап улар менән декрет ялында ултырғанда яҙылды.
Кейәүгә сығыу ҙа, минең өсөн ижад офоҡтарын тарайтты, тип әйтә алмайым. Киреһенсә, ғаиләнең матди хәлен, көнкүреш проблемаларын Салауат үҙенең иңенә алмаһа, ҡайҙалыр өҫтәлмә эш тураһында уйлар һәм ижадҡа ваҡытым да, көсөм дә бик аҙ ҡалыр ине. Беребеҙ – лирик, икенсебеҙ физик булһаҡ та, ул идеялар биреүсе лә, үҙемә-үҙем ҡул һелтәгәндә миңә ышаныусы ла. Ҡатын-ҡыҙҙы мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы ла иткән – ир, тиҙәр бит. Ашарға бешереүгә килгәндә... Башҡортостандың ҡап уртаһында йәшәһәк тә, һуңғы ун йылда беҙҙең яҡҡа саҡ зәңгәр яғыулыҡ, һыу үтте. Мәке уйып һыу ташып, ут яғып үҫкән кешегә газда ашарға бешереү уйын һымаҡ ҡына (көлә – авт.). Бешерерлек аҙығың, уны ашарлыҡ кешең булыуы ла бәхет. Мин яҙам тип, өйҙәгеләрҙе ҡыуып сығарып, тынлыҡта ҡалып көн оҙонона ултырырға теләгем булһа ла, быны эшләгәнем юҡ. Барыһы ла бергә үҙ яйы менән бара. Теләк, тырышлыҡ, яңы идеялар, образдар ғына булһын.
– Һин – “Шоңҡар”ҙың иң әүҙем үткер телле хеҙмәткәре. Ә журнал һинең яҙмышыңда ниндәй роль уйнаны?
– Аллаһы Тәғәлә холҡо, булмышы яғынан бер-береһенә оҡшаш кешеләрҙе бер тирәгә йыя, тигәндәрен ишеткәнем бар. Береһенән-береһе һәләтле, кешелекле, ярҙамсыл, ихлас кешеләр ҙә “Шоңҡар”ға йыйылған. Бөгөн республика йәштәр журналында эшләмәһәм, бәлки, яҙыусы булараҡ һәләтем туҡтап ҡалыр ҙа, алған белемем буйынса мәғариф өлкәһендә эшләр инем, тип уйлайым. Тап бында беҙҙе алға әйҙәп, эшебеҙҙе алдан күреп, баһалап торған баш мөхәрриребеҙ Айгиз Ғиззәт улынан һәр беребеҙ уңдыҡ. Асия ҡыҙыбыҙҙы коллектив менән балалар табыу йортонан бергә ҡаршы алдылар. Күптәр был хаҡта ишеткәс, белгәс, “Шоңҡар”ҙарға һоҡланды. Эшенә шатланып барып, өйөнә һағынып, көтөп тороусыларын белеп ҡайтҡан кеше бәхетле, тиҙәр. Аллаға шөкөр, мин дә шуларҙың рәтендә.
– Журналист һәм яҙыусы. Икеһе лә ҡәләм оҫтаһы, әммә улар – икеһе ике донъя. Сиктәрҙе нисек билдәләйһең? Ике талантың бер-береһенә ҡамасауламаймы?
– Эшен күрһәтеп, яҙмышын башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ шәп замандаштарыбыҙ менән танышһам да, бөгөнгө уҡыусыны уйландырырлыҡ, үҙе артынан эйәртә йәки фәһем бирә алырлыҡ лайыҡлы герой күңелемдә яралһа ла, шатланам. Стилистикала ике жанр булһа ла, улар бер-береһенә ныҡ бәйләнгән. Мәҡәләләреңдә әйтә алмаған, әйтеп еткереп булмаған фекерҙе, һүҙҙе тап нәфис геройҙар аша тормошҡа ашыраһың. Журналист булараҡ яңы темалар эҙләгәндә, әҫәр өсөн яңы образдар ҙа барлыҡҡа килә. Сиктәргә килгәндә, ҡайһыһын тиҙерәк тапшырырға кәрәк, шуныһына тотонаһың инде (көлә – авт.). Бер юлы мәҡәлә лә, хикәйә лә яҙылған осраҡтар бар. Шул арала сайт өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, һуңғы хәбәрҙәр ҙә эҙләйһең. Шунлыҡтан, бөгөнгө көндә күләмле публицистик очерктар, ҡалын романдар ижад ителмәй ҡала. Икешәр аҙнаға ижад итер өсөн генә ял йорттарында йәшәгән элекке яҙыусыларға был йәһәттән көнләшеп ҡарайым да... Улай яҙылған хәлдә лә уҡыусыһы булырмы икән һуң, тип уйлайым. Сөнки бөгөнгө йәш быуындың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә күптәренең аң кимәле, үкенескә күрә, “клиповое мышление” кимәленән артмай, шикелле. Ғаилә менән гәзит-журнал, яңы сыҡҡан китап тотоп, уның эстәлеге менән танышыр урынға, мүкәйләп йөрөй башлаған балаға тиклем ҡулына телефон тоттороп ҡуябыҙ ҙа, төрлө чаттарҙа кеше тикшерәбеҙ, көнләшәбеҙ, үсләшәбеҙ, үсәшәбеҙ...
– Балаларыңда әҙәби талант бармы? Ғөмүмән, замана балаларын китап уҡытып буламы?
– Икеһе лә минең менән бергә китапханаға, төрлө әҙәби кисәләргә йөрөп үҫеп киләләр. Алтынай Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 3-сө класын “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Художестволы гимнастика менән шөғөлләнә. Быйыл “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булды. Башта ярҙамлаша инем, хәҙер үҙаллы яҙырға теләй. Башҡорт дәүләт драма театрында Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романына нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдә Гөлбаныуҙың бәләкәс сағын уйнай. Сәхнәгә сыҡҡас, үҙенә ышанысы артты, башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнде. “Балаларыма шундағы геройҙарҙың исемдәрен ҡушасаҡмын”, – тип тә әйткәне бар. Әммә беҙҙең замандағы һымаҡ итеп балаларҙы китап уҡытыуы ауыр. “Бәлки, ҡыҫҡартылған вариантын ғына уҡырғалыр, бәлки, был әҫәр буйынса төшөрөлгән кино, йәнһүрәтте генә ҡарарғалыр”, – тип рөхсәт тә һорап ҡарай.
Асияға әле сағыу һүрәтле китаптар ҡыҙыҡ. Киләсәктә ниндәй һөнәр һалайлаһалар ҙа, башҡорт әҙәбиәтендәге классик әҫәрҙәр менән танышыуҙарын, тарихын, мәҙәниәтен белгән, хөрмәт иткән рухлы балалар булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
– Йәш Рәзинәнең күңеле яҙыусылыҡ баһаһын, яуаплылығын нимәлә күрә?
– Үткән йыл Яҙыусылар союзына алынғас, был ысынлап та, минең тормошомда, ысынбарлыҡтамы икән, тип шатлыҡтан иҫереп, үҙемә-үҙем һорау биргән саҡтарым йыш булды. Һуңғараҡ ҙур яуаплылыҡ икәнен аңланым. Профессиональ яҙыусы – күберәк эҙләнергә, яҙырға, уҡыусыһынан бер аҙым алғараҡ барырға тейештер, тип уйлайым. Был йәһәттән тағы нимәһе миңә рәхәт, еңел: өйҙә мине яҙыусы итеп күргән, төрлө идеялар тәҡдим иткән ирем, эшемдә беҙгә ышанып ижад итергә әйҙәп торған баш мөхәрриребеҙ, ихлас хеҙмәттәштәрем, минең уңыштарыма шатланған ата-әсәйем, туғандарым, ҡыҙҙарым бар.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәзинә. “Шоңҡар” журналының һәм башҡорт әҙәбиәтенең биҙәге, йәме булып артабан да ижад итергә, эшләргә яҙһын һиңә!