

Хәким АЛСЫНБАЕВ
Хәким Алсынбаев (1975) Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағас, 23 йыл тыуған яғында мәктәптә уҡыта.
Һуңғы ваҡытта Себер тарафтарында монтажсы һөнәре буйынса эшләй. Ҡатыны Физәлиә менән дүрт ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй.
Шиғырҙары район һәм республика баҫмаларында даими баҫылып тора. “Күңел дәфтәре” исемле шиғри йыйынтыҡ авторы.
***
Бында төндәр төндәр ише түгел,
Һис кенә лә төшмәй ҡараңғы.
Фекер төйнәп, зиһенемде йыйып,
Үткәндәргә килмәй ҡаранғы.
Эт аяғы баҫмаҫ был яҡтарға
Үҙ теләге менән килмәй кешеләр.
Үҙ хәстәре, хәсрәттәре менән,
Улар ҙа бит минең ишеләр.
Үҙем генә беләм, юлдар ябыҡ
Үткәндәргә кире ҡайтырға.
Йән көйҙөрөп, ҡараңғы ла төшмәй,
Өмөт таҫҡап, таңдарға атырға...
***
Тимер әрәмәлек араһында
Ултырған да аҡһыл бер ҡошсоҡ.
Эй, һайраған була иҫе китеп,
Сутылдаған була был сәпсек.
Кескәй генә бер ҡош турғай ҙурлыҡ –
Ҡырыҫ яҡтың иркә балаһы.
Һандуғас та түгел, ә шулай ҙа
Баҫылғандай йөрәк яраһы.
Бөтөп ҡалған кеүек һағыныуҙарым
Тыуған яҡты, ғәзиздәремде.
Ҡошсоҡҡайҙың таңғы моңо булып,
Күңелемде ярып йыр инде...
***
Аҫтан ғына борттар осоп үтә,
Ташый улар ҡайтыр халыҡты.
Берәй ҡасан мин дә ҡуҙғалырмын,
Был елдәрҙән бигерәк ялыҡтым.
Берәм-берәм дуҫтар ҡайтып китә,
Күңелдәрҙе баҫа моңһоулыҡ.
Эс бошҡандан, көй көйләгән булам,
Болгаркамды алам ынтылып.
Болгарканың дәртле йырын тыңлап,
Көйләй бирәм һаман көйөмдө.
Көйләмәҫ тә инем, ай, көйөмдө,
Өҙөлөп һағындым шул өйөмдө.
***
Яңы донъя, яңы эш урыны,
Барыһы ла бында яңыса.
Яңы дуҫтар, түрә, хеҙмәттәштәр,
Зәһәр итеп яңы ел иҫә.
Яңы донъя! Яңы ғына тыуған
Бала рәүешендә һин бында.
Әҙәбиәт, мәктәп, уҡыусылар –
Барыһы ла ҡалды тегендә.
“Оло ер”ҙә кисә булған көндә,
Ә бөгөнөм минең –
Ҡырыҫ диңгеҙ буйы, ҡар-буран.
Ярым төҙөк завод биналары,
Тимер өйөмдәре биш урам.
***
Үҙең өсөн йәшәү бөгөн анһат,
Халҡың өсөн яныу, һай, ауыр.
Был замандан илең миктәгәндә,
Йөрәгеңә ҡара ҡан һауыр.
Хаҡ Тәғәлә намыҫ биргән булһа,
Һайлан әле: еңел йә ауыр.
Был ерҙәрҙә һин үткенсеме һуң?
Был яҡтарҙа һинме ят бауыр?
Йөрәгеңдә уттар дөрләгәндә,
Булып ҡара йыуаш һәм түҙем.
Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар,
Ныҡлы баҫып, әйт һин ир һүҙен!
***
Әруахтар, зинһар, рәнйемәгеҙ
Булған өсөн кәрем самалы.
Мин өйрәнгән: ҡышын арба булһа,
Әллә ниңә йәйем саналы?
Борон замандарҙан бөгөнгәсә
Кешеләрсә йәшәй белмәйем.
Иртәгәләр башҡасараҡ булыр,
Тик бөгөнгә түҙсе, түҙ, йәнем.
Хаҡым да юҡ, сәсәп тәгәрәргә,
Мин тартаһы йөктө, кем тартыр?
Хоҙайымдан өмөт өҫтәлгәндәй:
Һыҙылып ҡына көҙгө таң атты.
***
Сылтыр ғына сылтыр сын-сынаяҡ,
Йыуып һөртһәң, бөтмәй буяуы.
Барсыллығы менән юҡсыллығын
Һис күрһәтмәҫ ирҙәр уяуы.
(Был йырҙы ауылдашым Әбйәлилов Сәғәҙей
Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә йырлаған.)
Күкрәк көсө менән малдар таба,
Йәш еткергәс, таһыл ир бала.
Ризыҡтары төшкәс, барып сыға
Әҙәм аяҡ баҫмаҫ ергә лә.
Тауыш-тынһыҙ ғына тарта йөгөн,
Шулай ҡуша уға выжданы.
Ауһа – ауа, бәлә һалмайынса,
Илгә ҡайта намыҫ – ир даны.
Төҙ имәндәй егет ауған саҡта,
Ҡолағанда ирҙәр аҫылы,
Башҡа сабый йәшәү сәмен тоя.
Шунда бит ул тормош асылы.
***
Беҙ үҙебеҙ шөкөрбайҙар,
Шөкөр итә беләбеҙ.
Күңелдәрҙә әрнеү, һағыш...
Шаярабыҙ, көләбеҙ.
Ауыл менән таралабыҙ,
Һәм ил менән бөләбеҙ.
Килер бәхет бер саҡ тиеп,
Өмөтләнә беләбеҙ.
Нисек кенә ҡыйын булғанда ла,
Беҙ бит башҡорт, беләбеҙ.
Намыҫланып, һыр бирмәйсә
Йәшәү – беҙҙең йолабыҙ!
Метро
Мәскәү урамында ҙур бер соҡор,
Һәм уянып килә Баш ҡала.
Йөҙәрләгән ирҙәр дөмбөр-шатыр...
Һәм һин дә бар ошо бутҡала.
Кемдер тишә, бора, бетон ҡоя.
Крановойҙың тетә тетмәһен.
Ә берәүһе асырғанып һура сигаретын,
Өсөнсө ай... ғаилә... нишләһен?
Бер ҡасан да бында эш туҡтамай,
Хатта булһын йәшен, дауылдар.
Бында аҡса йылға булып аға,
Миктәгәндә меңәр ауылдар.
Бында үзбәк, сыуаш һәм дә башҡорт
Эшләй бирә көн-төн тип тормай.
Хеҙмәт менән уны алдырмаһаң,
Күҙ йәшенә Мәскәү ышанмай...
***
Их, сығаһы ине йүгереп кенә
Таң атҡанда шишмә буйына.
Рәхәтләнеп бер тыңлайһы ине
Шишмә йырын алмай туйына.
Ысыҡтарҙы кисеп, онотолоп,
Бер үтәһе ине туғайҙы.
Һөйөүенән иҫереп сутылдаған
Моңон ишетеп тә турғайҙың...
Тышта буран,
Мин, хыялый бәндә,
Һағындым да сағыу яҙымды.
Ерле юҡтан йөрәк яныуынан,
Яҙындым да был төн, яҙындым.
Йөрәкһенем көтөп яҙымды.