Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2025, 16:54

“Йәш быуынға үрнәк булып ҡалғым килә”

Шулай йырлап, бейеп йөрөй торғас, бер мәл теге таҡта өйөмөнән яҙа баҫып, кесерткән араһына осоп төштөм. Ошонан һуң был концерттарыма нөктә ҡуйылды.

“Йәш быуынға   үрнәк булып   ҡалғым килә”
“Йәш быуынға үрнәк булып ҡалғым килә”

Беҙ уны әллә ҡасандан бирле беләбеҙ. Йырҙарын тыңлап бер нисә быуын үҫеп килә. Үҙе һаман да йәш, матур. Күптәр уны бәрхәт тауышлы моңло йырсы итеп белә. Туҡһанынсы йылдар аҙағында башҡорт фильмдарында үҙен кино актрисаһы ла итеп танытты. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының актрисаһы Гөлсөм БИКБУЛАТОВА менән сираттағы самауырҙы йыҡтыҡ һәм яратҡан йырсыбыҙ тураһында күп нәмәләр белдек.

“Шоңҡар”ҙар: Самауыр тиһәләр күҙ алдығыҙға нимәләр килә?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Бәхетле бала сағым. Иртән уяныуыбыҙға самауыр өҫтәлдә йырлап ултыра. Уның янында атайым менән әсәйем көңгөр-ҡаңғыр донъя хәлдәре менән бүлешә, ун ике балаһының яңылыҡтары тураһында һөйләшә. Самауыр – бәләкәй генә бер дәүләтте хәтерләткән ғаиләне үҙенә йыйыу урыны ла. Үҙ хәбәрҙәребеҙ менән бүлешкәндә, әсәйем бер кем тураһында ла ғәйбәт һөйләтеп, ошаҡлатып ултыртманы. “Ул шулай, былай, тегеләй”, – тип ауыҙыбыҙҙы ғына асһаҡ: “Ул нисек булһа ла, һинең апайың, ағайың, еңгәң, еҙнәң”, – тип ыңғайына яптырып та ҡуя ине. Шуға ла ун ике бала араһында һәр ваҡыт татыулыҡ, берҙәмлек булды. Әлбиттә, атай-әсәй иҫән саҡта барыбыҙ ҙа ҡайта. Ә бына улар баҡыйлыҡҡа күсһә, бер туғандар атай-әсәй милкен бүлешә, бер-береһен хатта күрә алмаҫ хәлгә етә. Әсәйемдең күркәм тәрбиәһенең йоғонтоһо иһә беҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара һәм әле лә бер-беребеҙҙе һағынып, ашҡынып атай йортона йыйылабыҙ, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡотло, мәңгелек булыуына һәр беребеҙ ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Үҫкән нигеҙем тау башында урынлашҡан. Әлеге һымаҡ ул мәлдә крандан һыу аҡмай ине. Атайым Вәлиулла Ғатаулла улы иртә таңдан яҡындағы шишмәгә барып һыу ала. Ялан сәскәләренән минең өсөн гөлләмә йыя, бер сүмес һыуҙы айырым алып ҡайтып, уятып миңә эсерә ине. Аҙаҡтан ғына ҡояш сыҡҡанда алынған һыу таҙа ғына түгел, шифалы ла икәнен аңлап ҡалдым. Бәләкәс ҡыҙына һөйөүен, наҙын ғәзиз кешем ошо рәүешле биргәндер инде. Ғөмүмән, атайым иркәләтеп кенә үҫтерҙе. Урмансы булып эшләне, аттар тотто, йыш ҡына яланға барып бесән саба ине һәм үҙе менән эйәртеп йөрөттө. Юлда кинәнеп башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай, мин тирә-яҡ тәбиғәтте күҙәтәм, уның тауышына иләҫләнеп барам. Сарсап китһә, шишмәнән һыу килтереп эсерә инем. Үҫә төшкәс, минең өсөн махсус бәләкәс кенә тырма ла эшләп бирҙеләр. Әлбиттә, бесән мәлдәрендә ғаиләбеҙ менән барған саҡта, унда ла табын түренең хужаһы самауыр булды. Ялан сәйенең тәме лә, йәме лә икенсе бит ул.
“Шоңҡар”ҙар: Ә сәхнәгә беренсе тапҡыр ҡасан сыҡтығыҙ?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Өс-дүрт йәштәр самаһындалыр. Урамда тигеҙ генә итеп өйөлөп ҡуйылған таҡталар өҫтөндә тәүге “сольный” концерттарым уҙа торған ине. Әҙерлек эше лә, йәшемә күрә, яҡшы ғына барғандыр. Ул ваҡытта оҙон сәс юҡ, әммә юғалып ҡалмайһың, капрон ойоҡтарҙы сәскә ҡушып үрәһең, әсәйҙең иң матур, затлы күлдәктәрен әҙерләйһең. “Ижадыңды” тыңларға күрше-тирәнән бала-сағалар йыйыла. Бушыраҡ ваҡыттарында өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Шулай йырлап, бейеп йөрөй торғас, бер мәл теге таҡта өйөмөнән яҙа баҫып, кесерткән араһына осоп төштөм. Ошонан һуң был концерттарыма нөктә ҡуйылды.
Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә Сибайға гимназия-интернатҡа уҡырға барғас сыҡтым. Юлай Моратов – үҙенең йырҙарын, тәрбиәсем Ғәлимә Әхмәтова халыҡ йырҙарын өйрәтте. Башта ошо белем усағының, һуңғараҡ ҡала сәхнәһендә йырланым. Конкурстарҙа ҡатнаша башланым.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең ғаиләлә барыһы ла йырлаймы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Ағайҙарымдың барыһы ла гармунда уйнай белә. Апайҙарым йырлай ҙа, бейейҙәр ҙә. Әммә уларҙың береһе лә сәнғәт юлын һайламаны.
“Шоңҡар”ҙар: Бала ғына килеш интернатта йәшәп белем ала башлағас, ата-әсәйегеҙҙе һағынып йонсоманығыҙмы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Минән өлкән ағай-апайҙарым да интернатта уҡыны, һәм беҙ көн дә күрешеп тора инек. Шуға ла һағыныу тойғолары ул хәтлем көслө булмағандыр, тип уйлайым. Уға ваҡыт та ҡалмағандыр. Барыу менән үҙемде төрлө яҡтан үҫтерә, эҙләй башланым. Әлбиттә, уҡытыусыларым, йырға һәләтемде белеп ҡалып, иң беренсе сәхнә кешеһе итеп күрҙеләр. Төрлө сараларҙың биҙәгенә әйләндем. Йәнә волейбол, баскетбол менән шөғөлләндем. Саңғыла йөрөнөм. Гимназияла фотом һәр ваҡыт алдынғы уҡыусылар менән бергә торҙо. Был уҡыу йортон тамамламаҫ борон уҡ Сибай педагогия колледжына уҡырға керҙем, Сибай сәнғәт училищеһында ла шөғөлләндем. Бәхетемә күрә, унда Джон Әхмәт улы Мусин тигән күп йырсыларҙы уҡытып сығарған вокал уҡытыусыһына барып эләктем. Шул уҡ ваҡытта Сибай филармонияһында эшләп тә йөрөнөм.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙгә генә атап тәүге махсус йырҙы ҡасан, кем яҙҙы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Юлай Моратов Әмир Моратов һүҙҙәренә “Тыуған еремдең теле” йырын минең өсөн махсус яҙҙы. Уның менән “Тамыр” телеканалы ойошторған “Сулпылар” конкурсында ҡатнаштым, һәм ул тиҙ популяр булып китте. Артабан “Аҡ сәскәләр”, “Дискотека” кеүек йырҙарымды ла тамашасылар йылы ҡабул итте.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙе телевизорҙан күреп иң тәүҙә атай-әсәйегеҙ шатланғандыр инде...
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Сәхнәгә тартылыуымды, киреһенсә, йәшерергә тура килде. Сөнки алдан уҡ әсәйем: “Моңло бала бәхетһеҙ була”, – тип, элекке ырымдарға ышанып, был һәләтемдән баш тартырға өндәй ине. Йәнә үҙ ваҡытында артист халҡы тураһында төрлө имеш-мимештәр ҙә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Әлбиттә, репертуарым байып, халҡымды йыр-моңом менән һөйөндөрә башлағас, яҡындарым да, минең менән ғорурланып, уңыштарыма шатлана башланы.
“Шоңҡар”ҙар: Бәләкәйҙән үк халыҡ күңелен яулаған, етмәһә, билдәле йырсы Фәрит Бикбулатовтың һеңлеһе лә булғас, Өфө һеҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алғандыр инде?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Бер ваҡытта ла бер кемдең дә күләгәһе булманым. Бәлки, ысынлап та, билдәле кешенең һеңлеһенә һәр ваҡыт юлдар асыҡ булғандыр, тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Мин телевизорҙан күренеп, кеше исемемде белә башлағас ҡына, Фәрит ағайым: “Туҡта, был Бикбулатова кем һуң ул? Йөҙө лә беҙҙең нәҫелгә тартҡан, тауышы ла таныш”, – тип тамашасым менән бергә саҡ ҡыҙыҡһына башлағандыр, тип уйлайым. Сөнки ун ике бала араһында ҡайһыһы йырлай, ҡайһыһы спорт менән шөғөлләнә, йәки башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары бар, тип айырым иғтибар ҙа бирмәгәндер.
Бынан тыш, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов та минең яҡын ғына туғаным. Данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов нәҫеленән икәнлегемде лә беләм. Әммә бер ваҡытта ла, мин шуның туғаны, тип кеше башы аша һикермәнем. Хатта беренсе йыл сәнғәт институтына керә алмайынса илап ҡайтып китергә тура килде. Сәнғәт училищеһына ла алманылар. Ул ваҡытта опера өсөн йырсылар әҙерләйҙәр ине, ә минең тауышым уларҙың талабына тап килмәне. Үҙемдең һәләтем, көсөм, ныҡышмаллығым, кинйә балаларға хас бер ни тиклем еңмешлегем, үҙ һүҙлелегем арҡаһында хыялымды тормошҡа ашырҙым. Әле лә еңел юлдар эҙләмәйем. Үҙ көсөмә таянам һәм һәр ерҙә үҙем булып ҡалырға тырышам. Асылыма хыянат итмәйем.
“Шоңҡар”ҙар: Әгәр ҙә сәхнә кешеһе була алмаһағыҙ, ниндәй һөнәрҙе һайлар инегеҙ?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Хыялымдан бер ваҡытта ла баш тартмаҫ инем, тип уйлайым. Ә инде бөтөнләй сәхнәнән ситтә йөрөргә тура килһә, журналистика буйынса китер инем, моғайын. Яҡын ғына ағайым Сәлмән Ярмуллиндың ауылдар буйлап геройҙар менән танышып, халыҡтың тарихын өйрәнеп йөрөгәнен күреп үҫтем. Уға һоҡланып, ҡыҙыҡһынып ҡарай инем. Әлеге ваҡытта ла: “Әгәр ҙә журналист булһам шуны эшләр, тегене эшләр инем”, – тип уйлаған саҡтарым бар. Бөгөнгө көндә был һөнәр эйәләренә социаль селтәр, заман технологияларының үҫеүе ныҡ ярҙам итәлер.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙгә популярлыҡ яуларға ярҙам иткән “Аҡ болоттар” йырының килеп сығыу тарихы тураһында һөйләп китегеҙ әле.
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Ысынлап та, был йырҙың барлыҡҡа килеү тарихы ҡыҙыҡ ҡына булды. Фәрит ағай Бикбулатовтың юбилейына яңы йыр кәрәк ине. Композитор Юлай Үҙәнбаевтан һораным. Ул: “Текст килтерһәң, яңы йыр яҙып бирәм”, – тине. Әммә күңелемә ятҡан ғына шиғырҙы таба алмай ҡаңғырҙым. Бер мәл ауылда урамда ел иҫкән ыңғайға бәләкәс кенә гәзит киҫәге алдыма килеп ятты. “Йәшлек” гәзитенең бер мөйөшө ине ул, “Аҡ болоттар” йырының тексы яҙылған. Шунда уҡ көйө лә яҙылды, халыҡ та күтәреп алды. Йырлай-йырлай уның мәғәнәһенә төшөнәһең, тигәндәй, бәлки, башта һүҙҙәре матур булғанға ғына яратып, үҙемдеке итеп йырлағанмындыр. Ә бына ваҡыт, ғүмер үтеү менән шул йырҙағыса: “Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр. Их, шуларҙы тотоп алаһы”, – тип тормошта ла әйтке килә. Ошондай юлдары булған өсөн дә ул йыр үлемһеҙҙер, тип уйлайым. Үлемһеҙ тим, сөнки әлеге ваҡытта өс-дүрт йәшлек сабыйҙарҙың уның ҡушымтаһын көйләп йөрөгәндәрен видеоға төшөрөп ебәрәләр. Тимәк, ул һәр кешенең ғүмеренә ҡағылышлы һәм быуындар бәйләнешен һаҡлап килеүсе лә.
“Шоңҡар”ҙар: Ул йырҙың авторы кем ине?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Авторы юҡ ине. Һуңынан йыр сәхнәгә сыҡҡас ҡына Салауат районынан: “Мин яҙған инем”, – тип хәбәр иттеләр. Ғөмүмән, һәйбәт, мәғәнәле йырҙарҙың тексы көтөлмәгәндә, хатта бер ни тиклем осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә, тип әйтер инем.
“Шоңҡар”ҙар: Тағы ла ниндәйҙер йырҙарығыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы үҙенсәлекле булғаны бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Бер ваҡыт “Тинькофф Холл”да туҡһанынсы йылдарҙың дискотекаһы уҙҙы. Шунда яурындары ҡанат формаһында итеп ҡабартылған, тубыҡҡа тиклем итәкле күлдәк менән сығыш яһаным. Ҡайһы бер тамашасыға ошо ҡиәфәттә сығыуым оҡшап етмәгән. Социаль селтәрҙә ошо хаҡта байтаҡ ҡына ваҡыт һүҙ барҙы. “Концерт-дискотекала ундай кейемдә сығыш яһау яҙыҡ түгел”, – тип башта аңлатып ҡараным да, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмаясағын аңлап, туҡтаным. Әммә ошо ваҡытта “Юрамағыҙ яҙмышымды” йырының йәнә тексы ҡулыма килеп эләкте һәм Салауат районында йәшәп ижад иткән “Юлдаш” рок-төркөмөнөң етәксеһе Илфат Ямалиев көй яҙып бирҙе. Әйткәндәй, был төркөм менән хеҙмәттәшлек беҙҙең дауам итә. Быйыл Өфөлә үткән концертымдың да сағыу бер биҙәге булдылар. Күпселек Силәбелә сығыш яһағас, уларҙы беҙҙең яҡтағы халыҡ бик белеп тә етмәй. Рус телендә йырлаясаҡ йырҙарыма улар ҙур өлөш индерҙеләр.
“Шоңҡар”ҙар: Киләсәктә рус телле аудиторияны ла яулап алыу уйы бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Быйыл ике тапҡыр Махсус хәрби операция биләмәһенә барҙым. Йөрәк ҡушыуы буйынса, егеттәребеҙгә рухи аҙыҡ өләшеү, урындағы халыҡтан йыйылған ылау тапшырыу маҡсатында күптән унда барырға хыяллана инем. Беренсе тапҡыр 23 февралдә юл төштө. Аҙаҡ Бөйөк Еңеү көнө алдынан барҙыҡ. Башта моңһоу ғына күренгән ир-егеттәребеҙ бер нисә йыр башҡарғас, күҙҙәре янып, дәртләнеп китәләр. “Һеҙ тыуған яғыбыҙҙың бер өлөшөн йыр-моңдарығыҙ аша килтереп, күңелебеҙҙе күтәрәһегеҙ”, – тиҙәр. “Тағы ла, килегеҙ”, – тип оҙатып ҡалалар. Бөгөн йәмғиәт икегә бүленгән төҫлө миңә. Кемдәрҙең яҡындары яуҙа йөрөй, улар ут йота. Икенселәре, илдә бер нимә лә булмаған кеүек, һаман да элеккесә күңел асып, рәхәтләнеп йәшәүен дауам итә. Минеңсә, улай булырға тейеш түгел. Тыуған ил – барыбыҙҙың да берәү генә һәм был төшөнсәгә ҙур мәғәнә һалынғанлығын аңлап, һәр кем ошо мәлдә үҙ өлөшөн керетергә тейеш. Ундағы Ватан һаҡсыларының төрлө милләт кешеләре икәнен иҫәпкә алып, барған саҡта рус телендә лә йырлармын, тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар: Үҙегеҙ йырға көй, текст яҙаһығыҙмы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Һәр кемдең был тормошта үҙ тәғәйен урыны булырға тейештер. Йырсы йырларға, шағир шиғыр ижад итергә, композитор көй яҙырға тейеш. Үҙем йырлайым да, көйөн дә, шиғырын да яҙам, аранжировкаһын да эшләйем, тигәндәрҙең сәхнәлә урыны оҙаҡҡа бармай. Әлбиттә, ҡайһы саҡта төштәрҙә ниндәйҙер көй ҡолаҡҡа салынып ҡала, күңелдә шиғыр юлдары ла тыуған төҫлө. Әммә уларҙы өнөмдә тамамлап ҡуйырға нишләптер ҡулым етмәй ҡала.
“Шоңҡар”ҙар: Гөлсөм, ошо йыр һинеке, һин генә йырларға тейешһең, тигәндәре бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Бер ваҡыт Риф Арыҫлан Миләүшә Ғәлиеваның һүҙҙәренә яҙылған “Апайыма аҡ сәскәләр” йырын тәҡдим итте. Башта ни өсөндөр ҡаршылашып, баш тартып маташтым. Әммә ул күндерә алды һәм тиҙҙән был уртаҡ ижад емешебеҙҙе лә халыҡ яратып ҡабул итте, тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Күрәһең, тәжрибәле кеше, интуицияһына таянып, был йыр ысынлап та минеке икәнлеген алдан күрә белгән.
“Шоңҡар”ҙар: Бер килке һеҙ Көнсығыш ҡыҙҙары образында сәхнәгә сығып, уларҙың моңдарына тартым көйҙәргә яҙылған йырҙарҙы башҡара инегеҙ. Әле лә уларға ҡыҙыҡһыныу бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Беҙ бит һинд киноларын ҡарап үҫтек. Телевизорҙан ике генә канал күрһәтә, унда нимә барғанын программанан ҡарап, күҙәтеп бараһың. Шуға ла мәҙәниәт йортона һинд киноларын килтерһәләр, халыҡ ағылып йөрөнө. Шуны ҡарап, илап ҡайтып ҡына китмәйһең, ә ундағы йыр-бейеүҙәре бер нисә көн ҡолаҡта сыңлай, күҙ алдынан китмәй. Тәбиғәттән бирелгән музыкаль һәләт булғас, мин көйөн дә, һүҙҙәрен дә тиҙ генә отоп ала һәм яҡындағы яланда йырлап, бейеп, улар булып ҡыланып йөрөй торған инем. Ошо хыялый бала образы күңел түрендә ғүмер буйы йөрөй, репертуарымдың бер өлөшөн биләй. Төрөк телендә башҡарған йырҙарымды ла халыҡ йылы ҡабул итә.
“Шоңҡар”ҙар: Элегерәк һеҙгә сәскә урынына шампунь бүләк тә иткәндәр, тиҙәр. Быға йәнегеҙ көймәй инеме?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Мине халыҡ башта “Аҡ болоттар” йә “Оҙон сәс” тип йөрөттө. “Оҙон сәсеңде күрер өсөн генә концертҡа барабыҙ”, – тигәндәрен дә ишеткәнем бар ине. Сәхнәнән төшөп тамашасы араһында йөрөп йырлағанда, сәсемде тотоп, ныҡ итеп тартып ҡараусылар ҙа табыла ине. Үҙенекеме-түгелме тип тикшереп ҡарағандарҙыр инде. Шуға ла шампунь бүләк итеүҙәрен дә үҙемә ҡарата иғтибар билдәһе тип ҡабул иттем. “Оҙон сәсте үҫтергәндә ниндәй рецептар ҡулланаһығыҙ?” – тип ҡыҙҙар хат яҙа торған инеләр. Үҙҙәре лә, миңә оҡшарға тырышып, сәстәрен үҫтерҙеләр. Матур күренеш тә инде. Оҙон, тәрбиәләнеп ҡаралып торған сәс һәр гүзәл затты биҙәй. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсенә фәрештәләр ултыра, тип әйткәндәрен дә ишеткәнем бар.
“Шоңҡар”ҙар: Гөлсөмдө беҙ моңло тауышлы йырсы тип кенә түгел, ә тормошта ла, сәхнәлә лә зауыҡлы кейенә белгән көйәҙ ханым итеп тә беләбеҙ. Үҙегеҙҙең стилисығыҙ бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Тормошта көн, күңел торошона, сәхнәлә йырҙарымдың йөкмәткеһенә ҡарап кейенергә тырышам. Әлбиттә, стилистар ҙа ярҙамға килә. Әммә күпселек үҙем кейенәм, биҙәүестәр яратам.
“Шоңҡар”ҙар: Бөгөн күптәр күршеләрҙе яулауҙы төп маҡсаты итеп ҡуя. Һеҙҙең дә бындай уй юҡмы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Салауат ағай Фәтхетдинов ике меңенсе йылдар башында саҡырҙы. Ижадташ дуҫтарым араһында ир-егеттәр ҡаршы төштөләр һәм мин уларҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалып тороп ҡалдым. Әммә: “Күберәк аудиторияны яулап алыу өсөн татарса ла йырларға кәрәк”, – тигән кәңәштәрҙе тыңлап бер мәл бер нисә йырымды был ҡәрҙәш телдә яҙҙырҙым. Тик осраҡлыҡмы, әллә шулай тейеш булғанмы, ҡайтып килгән ваҡытта бер ағай: “Йырсылар араһынан бер һин генә тиерлек башҡортса ғына йырлап йөрөйһөң. Шуның өсөн ҙур рәхмәт, туғаным”, – тип әйтеп китеүе был уйымдан һүрелдерҙе. Әммә моң ул милләткә, телгә бүленмәй. Тамашасыларым араһында татар, ҡаҙаҡтар ҙа бар. Иң яҡын телдәр булғас, бер-беребеҙ менән туған телдәребеҙҙә аралашып-аңлашып ҡына ҡалмайбыҙ, ә мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ла хөрмәт менән ҡарайбыҙ.
“Шоңҡар”ҙар: Тимәк, һеҙ осраҡлыҡтарға, ырымдарға ышанаһығыҙ?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Был донъяла бер нимә лә тиккә түгел, тип әйтер инем. Халҡыбыҙҙа тыйыуҙар, ырымдарға ышаныуҙар юҡтан барлыҡҡа килмәгән дә инде. Беҙҙе шуның менән үҫтерҙеләр. Уларҙың нигеҙендә лә ниндәйҙер фәлсәфә ята. Беҙҙе, мәҫәлән, әсәйем, йома көндө сәғәт өскә тиклем иҙән, кер йыуырға, яңы эш башларға ярамай, тип тыйып үҫтерҙе. Бер хикмәт тә был турала һөйләгәне иҫтә ҡалған. Бер кеше ҡәйнәһенең тыйыуҙарына ҡарамайынса йома ваҡытында кер йыуған, ти. Етмәһә, тап шул мәлдә насар ғына кейенгән юлсы нимәлер һорап килеп инә. Ҡәйнәһенең әйткәндәренә асыуы ҡабарып йөрөгән килен был кешене әрләп, ҡулы менән болғанып ҡыуып сығара. Шул мәл уның ҡулдары кәзә тояғына әйләнә. “Беренсенән, өлкәндәрҙең әйткәндәренә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалығыҙ. Икенсенән, туғанмы, ауылдашмы, бер ҙә күреп белмәгән сит кешеме, ниндәй дәрәжәлә булыуына ҡарамаҫтан, йылмайып ҡаршы алығыҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсә ҡунаҡ итегеҙ. Уның ҡиәфәтендә Хызыр Ильяс килеүе мөмкин. Ғөмүмән, ҡунаҡ менән өйгә фәрештәләр керә, йорттоң бәрәкәте, нуры арта”, – тип әсәйем ошо ваҡиғаны беҙгә йыш һөйләй ине. Йәнә атайым юлға сыҡһа ла йыуыу-йыйыштырыу эшенән туҡталып торорға ҡушты. Ике күперҙе сығып, юлы әҙерәк ырағас ҡына үҙе лә саҡ эшкә тотондо.
Ым-ишара менән беҙҙең йәнәшәлә параллель донъя барлығына ла ышанам. Артыш, әрем менән өйҙө төтәҫләп, уны ҡара көстәрҙән таҙартырға мөмкин икәнлеген дә бәләкәйҙән белеп үҫтем. Атайым хатта бал ҡорттарының умарталарын да әремле һыу менән йыуа ине. Был инде дезинфекция сараһы ла.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙ – театр актрисаһы ла. Иң оҡшаған ролегеҙ ниндәй?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышын сағылдырған, берәй риүәйәткә нигеҙләнеп яҙылған сәхнә әҫәрендә төп ролде уйнағым килә ине. Таңсулпан Ғарипованың “Ғилмияза”һында был хыялым тормошҡа ашты. Әлбиттә, театр – ул шундай урын, унда һин теләгәнеңде генә эшләй алмайһың. Бының өсөн һине төрлө ролдәрҙә күргән, һәләтеңде үҫтерерҙәй режиссер кәрәк. Был йәһәттән мин әлегә киләсәктә үҙемдең тыуасаҡ сағыу, башҡорт театры тарихында ҡаласаҡ ролдәремде көтәм, өмөтөмдө өҙмәйем. Ҙур роль бирәләрме, массовкала йөрөйөммө, берәй хайуан, ҡош-ҡортто уйнайыммы – барыһын да яратам, бар күңелемде һалып эшләргә тырышам.
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙе беҙ кинофильмдар актрисаһы ла итеп беләбеҙ.
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Эйе. Зәңгәр экрандар аша ла тамашасымды яулап алыу бәхете тейҙе. Туҡһанынсы йылдар аҙағында БСТ каналы һәр Яңы йыл алдынан халыҡтың күңеленә хуш килгән хиттарға нигеҙләнеп төшөрөлгән фильмдар тәҡдим итә ине. Иң беренсе тапҡыр “Таныш түгел таныштар”ҙа уйнаным. Һуңынан йыл һайын тиерлек саҡыра башланылар.
“Шоңҡар”ҙар: Бөгөн күп “йондоҙ”ҙарҙың көнө нисек үтеп барғанын, этенең йәки бесәйенең температураһы күтәрелгәненә тиклем күреп, белеп барабыҙ. Ә һеҙҙең тормош тамашасы өсөн һәр ваҡыт сер булып ҡала...
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Кем нимә менән билдәлелек яулай ала, шуны эшләргә тырыша инде. Ғәҙәттә, бер нисә ретро йыр менән сығып, халыҡ күңеленә урын таба алмағандар шулай ҡылана. Уларҙың был “балҡышы” ваҡытлыса күренештер, тип уйлайым. Елдән килгән елгә китә ул. Сәхнә кешеһе – үҙенең артынан эйәртеүсе, күп урында өлгө лә. Мин дә тыйнаҡлығым, бер яҡтан ижадым менән тамашасыға асыҡ, икенсе яҡтан сер йомғағы, үҫеп килгән йәш быуынға үрнәк булып ҡалғым килә. “Әйҙә, шуның менән һүҙгә килешкән, әйҙә, бының менән һуғышҡан тип рилстар төшөрәйек”, тип тәҡдим итеүселәр баштараҡ табылды. Әммә баш тарта торғас, бының менән ундай пиар эшләп булмай, тип төңөлдөләр.
“Шоңҡар”ҙар: Бөгөн күптәр концерттарында йырҙары араһында төрлө туҙға яҙмаған көләмәстәр һөйләп тамашасыһының күңелен күтәреп ебәрергә, уларҙы “йоҡоларынан” уятырға тырыша. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Кем нимә менән халыҡты ауыҙына ҡаратырға тырыша, барыһын да ҡулланып ҡарай инде. Концертҡа кеше ял итергә генә түгел, рухи аҙыҡ алырға ла бара. Күп осраҡта йәштәр ата-әсәһе менән бергә кистәрен уҙғарыр өсөн килә. Оятһыҙ көләмәстәр тыңлаған мәлдә улар бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға оялып, тартынып ултырған осраҡтар ҙа булырға мөмкин. Шуға ла ауыҙынан сыҡҡанды ҡолағы ишетеп, әҙәплерәк, тәртиплерәк булайыҡ, тип әйтер инем.
“Шоңҡар”ҙар: Ирегеҙ менән нисек таныштығыҙ? Ниндәй сифаттары менән ул һеҙҙе арбаны?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Бер ваҡыт Фәрит ағайҙың Сибайҙа ҡуйыласаҡ концертына мине Азатҡа ултыртып ебәрҙеләр. Өфөгә яңы машина алырға килгән икән. Шулай таныштыҡ. Күрше ауылда тыуып үҫкән, хатта Сибайҙа бер белем усағында уҡып та быға тиклем бер-беребеҙҙе күрмәгән булғанбыҙ. Концертҡа килде, мин уға “Көтәм” тип аталған аудиокассетамды бүләк иттем. Икенсе көндө тыуған ауылыма ла алып барып ҡуйҙы һәм шулай эҫенешеп киттек. Башҡорт ир-егеттәренә хас бар ыңғай сифаттарҙы ул үҙенә туплаған. Ябай, аҡыллы, мөләйем, киң күңелле... Минең терәгем, таянысым, кәңәшсем, иң яҡын кешем, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Уның ярҙамын, күңел йылыһын ул беҙҙән ситтә ваҡытта ла тоям һәм икенсе парым итеп ошондай кеше менән ҡауыштырғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм.
“Шоңҡар”ҙар: Балаларығыҙ менән дә таныштырып китһәгеҙ ине. Уларҙың да сәхнәгә ынтылыштары бармы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Искәндәр улым Мәскәү ҡалаһында информатика буйынса юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөй. Ҡыҙым Айсель әлегә мәктәптә белем ала. Икеһенең дә сәнғәткә бәйле һәләттәре бар. Әммә улар ҙур сәхнәне яулап алырға тырышмайҙар. Улым туғыҙынсы класҡа тиклем бейене. “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында беренсе урын алды. Гитарала уйнай.
“Шоңҡар”ҙар: Йыр һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Ҡатын, әсәй кеше булараҡ, әлбиттә, ғаилә минең өсөн беренсе урында. Әммә йырһыҙ ҙа тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Моңом аша был тормошта үҙ урынымды таптым, халҡыма хеҙмәт итәм, туған телемде һаҡлауға, үҫтереүгә үҙемдең өлөшөмдө индерәм. Бынан тыш, һинең йырҙарың аша күңелемде имләнем, тип әйтеүселәр ҙә бар. Бер ваҡыт башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә көс һалған бөгөнгө көндә күренекле генә бер яҙыусы ағайға “Көтәм” тип аталған тәүге аудиотаҫмам ҡулына нисектер барып эләккән. Тормошонда ауыр мәлдәргә тура килгән саҡ булған. Тыуған яғындағы ниндәйҙер тауға менеп күңеленә тыныслыҡ табырға теләгән ул. Тик нишләптер аяҡтары уға буйһонмаған. Шул мәл машинаһында ятҡан кассетамды алып тыңлай. “Ергә ятып, үкһеп-үкһеп иланым да, бер ни тиклем бушанып ҡалғас, тауға йүгереп тигәндәй менеп киттем. Унан ихлас теләктәремде теләп төшкәс, күңелемә еңел булып ҡалды. Һеҙ йырҙарығыҙ менән минең яралы күңелемде имләнегеҙ”, – тип һуңынан үҙе әйтеп китте.
Шишмә сафлығы менән үҙенә арбаған кеүек, йырсы өсөн күңел таҙалығы мөһим. Тамашасы һине үтәнән-үтә күреп тора. Уға хөрмәтең, һөйөүең юҡ икән, ул да шуның менән яуап бирә. Бар ерҙә лә ихласлыҡ кәрәк. Йәнә үҙең булып ҡалыуың да мөһим. Рәми Ғариповтың бер шиғырында: “Нисек барһың, тик шулай бул”, – тигән юлдар бар бит. Мин дә шулай. Һәр осорҙа ла, һәр ерҙә лә мине күптән яратҡан тамашасымдың алдында исемемә тап төшөрмәҫкә тырышам.
“Шоңҡар”ҙар: Быйыл Өфөлә бер нисә көн дауамында концерттарығыҙ үтте. Киләсәктә район-ҡалалар буйлап та гастролдәр туры менән сығыу уйы юҡмы?
Гөлсөм БИКБУЛАТОВА: Ҡасан беҙҙең яҡҡа киләһең, тип йыш һорайҙар. Әммә беҙҙең халыҡтың йырсыларына ҡапыл ғына күтәрелеп сығып китеүе еңелдән түгел. Беҙҙең менән эшләрлек продюсерҙарҙың юҡлығы бәкәлгә һуға. Концерттар үткәрер өсөн ҙур көс, тырышлыҡ, команда кәрәк. Йырсы үҙе сәхнәлә йырлап та, билеттар һатып та йөрөй алмай. Ошондай ойоштороусы табылһа, бәлки, киләсәктә республикабыҙҙың башҡа урындарында ла тамашасы менән осрашырға әҙер булыр инем.
“Шоңҡар”ҙар: Осрашыуға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да алҡышлы ғүмер теләйбеҙ.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас