“Берәү – бөтәһе, бөтәһе берәү өсөн!”. Электән ишетә килгән был девизға артыҡ иғтибар биргәнем юҡ ине. Яугир Шәфҡәт ЯҘАҒОЛОВ менән танышҡас, ҡапыл тап ошо һүҙҙәр иҫкә килеп төштө лә, уның асылын аңлағандай булдым. Бөгөнгө һыналыш заманда, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан егеттәр өсөн был үтә лә мөһим саҡырыу булып ҡала. Берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тойғолары меңәрләгән махсус хәрби операция һалдаттарының, шул иҫәптән Шәфҡәттең дә ғүмерен һаҡлып ҡалырға ярҙам иткән.
– Һуғыш ваҡытында үҙ-үҙеңә генә ышанырға кәрәк, тигән фекер йәшәй. Бының менән килешеп етмәйем. Былтыр йәй яу яланында ҡаты яраландым. Бер взводта хеҙмәт иткән Сибайҙан “Кәрим” ҡушаматлы яугир, Юлдаш, Салауат исемле егеттәр, өс туған Илнар ағайым күреп ҡалғас та яныма килеп еттеләр. Бөтөнләй атлай алмай инем, ҡайҙа һөйрәп, ҡайҙа йөкмәп тигәндәй яу яланынан алып сыҡтылар – яҙмыш ҡосағына ҡалдырып китмәнеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, ағайым менән бәләкәйҙән һуғышып, уртаҡ фекергә килә алмай бәхәсләшеп, бер-беребеҙҙе күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткән инек. Үлем тырнағынан йолоп алған туғаныма рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым – ҡан тартыу көсө шундай киҫкен мәлдә үҙен һиҙҙертте лә инде. Тормош ҡиммәттәрен, йәшәү асылын бына шулай аңлай башлаым, – тип Шәфҡәт үлем менән күҙгә күҙ ҡарашҡан мәлдәрен иҫкә алды. – Яуҙаш егеттәр менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, хәл белешеп торабыҙ. Хәҙер һәр районда тигәндәй дуҫтарым бар. Мәҫәлән, Белоретҡа юлым төшһә, минекеләрҙең барып хәлен бел, сәй эсеп сыҡ, тип торалар. Ялға ҡайтһалар, ҡунаҡҡа саҡыралар.
Шәфҡәт үҙе Бөрйән районының Тимер ауылында күп балалы татыу, эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе – мәктәптә ашнаҡсы, бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән үгәй атаһы газ белгесе булып эшләй. Әйткәндәй, ғаиләләге балаларҙың барыһы ла матур һөнәр һайлаған – егеттең ике һеңлеһе лә – ашнаҡсы-кондитер, бер ҡустыһы иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Кинйә ҡыҙ ғына әлегә мәктәптә белем ала. Үҙе мобилизацияға тиклем Өфө ҡалаһының Октябрь районы торлаҡ-коммуналь хужалығында тракторсы булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас та ул Шайморатов батальоны составында ил һағына баҫырға теләй. Тик туғандарының борсолоуы, күҙ йәштәре уны был уйынан кире ҡайтара. Күрәһең, яугир булыу уның яҙмышына яҙылған була – мобилизация башланғас, Шәфҡәткә саҡырыу килә. Башҡортостан егеттәре тәүҙә Татарстанда хәрби уҡыуҙар үтә. Унда Шәфҡәт үҙенең әрме дуҫын – Хәйбулла районының Атингән ауылынан Хәйҙәр Исҡужинды осрата. Егеттәр бергә Екатеринбург, Һамар ҡалаларында Хәрби-һауа ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.
Тәүҙә Миллерово йүнәлешендә хеҙмәт итә ул. Бер йылдан ялға ҡайтҡанда уның контракт ваҡыты тула. Таныштары, ҡайһы бер туғандары тәҡдим иткәнсә, уның башҡаса яуға барыуҙан баш тартыу мөмкинлеге лә була. Етмәһә, яраланған. Әммә егет ҡабат дуҫтары, хеҙмәттәштәре янына юлға сыға. Был юлы ул Авдеевканан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы ҡасабаға тәғәйенләнә.
Яу тынып торған арала Шәфҡәткә егеттәр ашнаҡсы ролен тапшырырға тырыша. Әсәһенең таланты уға күскән, күрәһең. Яуҙаштары, тәмле бешерәһең, тип маҡтайҙар. Гуманитар йөк менән барған туҡмастың, бишбармаҡтың ярҙамын шунда тоя ла инде. Төп базала мунса, кер йыуыу машинаһы бар, егеттәргә өҫ-башын ҡарар мөмкинлек тыуа.
– Район халҡының, ауылдаштарҙың ярҙамы даими килеп тора. Туғандарым өс тапҡыр шәхсән үҙемә тәғәйен посылка ебәрҙе. Бөтә әйберҙе дөйөм тотондоҡ. Ул тарафтарҙа йәй үтә эҫе, шуға ла еүеш салфетка, алмаш эске кейем күп кәрәк. Алғы һыҙыҡта оҙайлы ваҡыт йыуынырға, кейем йыуырға мөмкинлек юҡ. Ашарға әҙерләй алмағанда быҡтырылған ит ярҙам итә. Әлбиттә, иң кәрәкле ризыҡ – һыу. Яу барған ерҙә таҙа эсәр һыуға ҙур ҡытлыҡ. Бының менән дошмандар ҙа файҙаланып ҡалырға тырыша. Яугирҙарға квадракоптер менән һыу, ризыҡ килтергәнде белеп, улар үҙ яғынан Рәсәй этикеткалары йәбештерелгән ағыулы һыу төшөрәләр. Шуға ла егеттәр нисек кенә һыуһап, асығып йөрөмәһен, ризыҡҡа ташланмай. Уның тап Рәсәй яғынан килгәнен иҫбатлаған хәбәр алғас ҡына ҡулланырға кәрәк, – тип яуҙағы хәлдәрҙе бәйән итә ҡаһарман егет.
2024 йылдың июнь айында Шәфҡәт ҡаты яралана. Ясиноватая ҡалаһы янындағы төп базанан уны Макеевкаға оҙаталар. Бындағы шарап заводы подвалында урынлашҡан госпиталдә уға тәүге ярҙам күрһәтелә. Артабан яралыларҙы вертолет менән Ростов госпиталенә ебәрәләр. Беренсе операция уңышлы үткәс, егетте Мәскәүгә, Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталгә ебәрергә хәл итәләр. Тик һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, самолет Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһына юллана. 200-ләп яралы һалдат урындағы хәрби госпиталдә дауалана. Яҡташыбыҙға унда ике айҙан ашыу булырға тура килә. Төньяҡ флоттың Төп хәрби-диңгеҙ базаһында әрме хеҙмәте үткән егеттәр ирекмән булараҡ йыш ҡына табиптарға, шәфҡәт туташтарына ярҙамға йөрөгән. Урынынан да ҡуҙғала алмаған Шәфҡәткә улар йыуынырға, ҡырынырға ярҙам итә. Бигерәк тә Архангельск өлкәһенән Сергей тигән 18 йәшлек егеткә рәхмәтле яугир.
Аллаға шөкөр, яҡташыбыҙ үҙ аяғына баҫып, тыуған Башҡортостанына ҡайта. Оҙайлы реабилитация ла һөҙөмтәһен бирә. Бөгөн ул яңынан сафта – махсус хәрби операция зонаһында ил һаҡлай.
– Беҙ бары тик еңеүгә өмөт итәбеҙ. Киләсәктә һаулығым мөмкинлек бирһә, хәрби юлымды дауам итергә йәки хоҡуҡ хеҙмәткәре булып эшләргә ниәтләйем. Реабилитация ваҡытында һаулыҡ нығытыу өсөн барлыҡ мөмкинлекте ҡулландым. Табиптар һәр һалдатҡа һәйбәт мөнәсәбәттә булды. Ата-әсәйемә йыл һайын утын әҙерләп бирәләр, балаларым мәктәптә, балалар баҡсаһында тәғәйен льготалар менән ҡуллана. “Ватанды һаҡлаусылар” ойошмаһының район филиалына өҫтәлмә түләүҙәр, дауаланыу курсы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Госпиталдә ятҡанда уҡ табиптар тейешле документтар тултырып ебәргән, компенсация тиҙ арала күсте, – ти яугир бөгөнгө хәл-торошон һорашҡас. – Шуны ла әйткем килә: мин аҡса эшләйем, тигән маҡсат ҡуйманым. Алғы һыҙыҡта йөрөгәндә гуманитар ярҙам йәки хөкүмәт тейеш тип көтөп ятманыҡ. Егеттәр менән аҡса йыйып, мөмкинлек булғанда аҙыҡ-түлек, медикамент, тепловизор, төҙөлөш материалдары, хатта бер нисә тапҡыр машинаны ла үҙебеҙ һатып алдыҡ. Ялға ҡайтҡанда ла аҡсамдың тос ҡына өлөшөн гуманитар ярҙамға тотондом. Бөрйән егеттәре өс мунса эшләне, уларға төҙөлөш материалдарына аҡса күсерҙем.
Шәфҡәт Яҙағолов менән танышыуға уның йырға ынтылышы сәбәпсе ине. Ул миңә, шағирә булараҡ, яугир әсәләренә арналған йыр өсөн текст һорап мөрәжәғәт итте. Бала саҡтан ауыл мәҙәниәт йортоноң әүҙем артисы булған икән яугир. Үҫкәс тә йәштәр менән концерт программаһы әҙерләп, район буйлап гастролдәргә йөрөйҙәр, КВН уйындарында ҡатнаша. Ялға ҡайтҡанында ла дуҫтары төрлө сараларҙа ҡатнашырға саҡыра. Реабилитация үткән саҡта үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, дуҫы менән бергә өр-яңы йыр яҙҙырған. Социаль селтәрҙә был йыр үҙ тыңлаусыларын тапҡан да инде. Ә хәҙер ул улдарын көткән, еңеүгә ышанған һалдат әсәләренә арнап, сираттағы йырҙы киң аудиторияға сығарырға ниәтләй.
– Йырға ынтылыш электән бар ине. Тик махсус белем булмағанғамы икән, йыр яҙҙырырға тигән уй-ниәттәр тормошҡа ашмай ҡалды. Яу барышында төрлө хәлдәр булып тора. Юғалтыуҙар һағышы ла, сираттағы бәрелештә яуланған еңеү ҙә, тыуған яҡтарҙан килгән сәләм дә күңелдә нисектер йыр булып сыҡҡандай. Шуға ла үҙемдең күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға батырсылыҡ иттем, – ти яугир.
Ышанам, киләсәктә еңеү йыры мотлаҡ йырланыр. Уны меңәрләгән һалдат бер булып, күңел шатлығына яуҙаштарын юғалтыу һағышын ҡушып, дәртле лә, ғазаплы ла аһәң менән башҡарыр. Улар араһында Бөрйән егете Шәфҡәт Яҙағоловты ла күрербеҙ...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.