2000 йылдың 12 авгусы. Рәсәй хәрби флотының иң ҙур караптарының береһе — «Курск» атом һыу аҫты кәмәһенең Баренц диңгеҙендә ҙур һәләкәткә осрауы тураһындағы хәбәр һәр беребеҙҙең йөрәген әрнетте, йоҡоһоҙ ҡалдырҙы. Хоҙайға ялбарып, «Курск» һыу аҫты кәмәһендәге 118 аҫыл егетебеҙҙе, батыр баһадирҙарыбыҙҙы ҡотҡарыуҙарын теләнек. Ышандыҡ, көттөк...
Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡотҡара алманыҡ. Улар араһында беҙҙең Башҡортостандан биш егет бар ине.
Фажиғәгә 25 йыл да тулды. Әйҙәгеҙ, уландарыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр исемдәрен атап, иҫкә алайыҡ, ата-әсәләренең, туғандарының, дуҫтары-яҡындарының ҡайғыһын бер аҙға ғына булһа ла еңеләйтәйек. Бына улар:
Наил Хәсән улы Хафизов, өлкән мичман, Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан.
Фәнис Малик улы Ишморатов, мичман, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан.
Салауат Валерий улы Янсапов, караптың баш старшинаһы, Ишембай ҡалаһынан.
Роберт Александрович Гесслер, караптың баш старшинаһы, Благовар районы Восточный ҡасабаһынан.
Ришат Рәшит улы Зөбәйҙуллин, караптың баш старшинаһы, Учалы ҡалаһынан.
Һәләкәткә сирек быуат ваҡыт уҙһа ла, бөтә ил эсен ҡаты ҡайғыға һалған был көн бөгөнгө кеүек күҙ алдымда. Ул ваҡытта мин «Башҡортостан» гәзитендә баҫманың көньяҡ-көнсығыш төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй инем. Иҫемдә, Баренц диңгеҙендә батҡан «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы егете Фәнис Ишморатов та бар икәнен ишеткәс, йөрәгемә әллә нисек булып китте, иҫкә килер-килмәҫ машинама ултырҙым да Баймаҡҡа күрше генә ятҡан Мерәҫкә елдерҙем. Ул мәлдән 25 йыл ваҡыт үтте, күп нәмә үҙгәрҙе, Фәнистең атаһы ла баҡыйлыҡҡа күсте, улының яҙмышы ла билдәһеҙ, шулай ҙа шул мәлдәге кисерештәремде, уйланыуҙарымды, мичмандың яҡындары менән һөйләшеүҙәремде сағылдырған мәҡәләмде, Фәнисте иҫкә алыу маҡсатында, ҡабатлап бирәм.
Хушлашҡанда күҙҙәренә йәш алды...
Мерәҫкә елдерәм. Юлда барғанда уйлап барам: осһоҙ-ҡырыйһыҙ бөтә Рәсәйҙән йыйылған 118 кеше араһында бишәүһе (бишәүһе!) Башҡортостандан булһын сәле!
Фәнис Малик улы Ишморатов 1974 йылдың 15 июлендә Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуған. 1992 йылда хәрби хеҙмәткә алынған. Мурманск өлкәһендә, Төньяҡ флотта атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. 1994 йылда, хеҙмәт итеү срогы тулғас, артабанғы яҙмышын да флот менән бәйләргә ҡарар итә һәм, контракт төҙөп, Мурманск өлкәһендә урынлашҡан 20826-сы часта хәрби бурысын үтәүен дауам итә. Өйләнгән, өс йәшлек Данис исемле улы бар, тиҙәр. Кәләше Фәимә — Баймаҡ районы Буранбай ауылы ҡыҙы икән, республикаға билдәле Туйсиндар нәҫеленән. Ул осорҙа Фәнис ғаиләһе менән Мурманск өлкәһенең Видяево хәрби ҡаласығында йәшәй ине.
Фәнис ҙур, татыу ғаиләлә үҫкән. Уның өс ағаһы, бер апаһы, бер ҡустыһы бар. Аталары Малик Дәүләт улы ғүмере буйы «Таналыҡ» колхозында механизатор булып эшләгән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да колхозға хәленән килгәнсә ярҙам итеп йөрөй ине. Тәүге ҡатыны, балаларының әсәһе, 13 йыл элек мәрхүм булып ҡалған. Икенсе ҡатыны Гөлфәзилә менән матур тормош ҡорғандар. Уның да дүрт ҡыҙы бар. Фәнис 2000 йылдың май айында отпускыға ҡайтып тыуған яҡтарында ике айға яҡын ял итеп киткән.
...Мерәҫ ауылында Гөлфәзилә еңгәй менән Фәнистең ағаһы Рафаэлде тап иттем. Фәнистең фажиғәгә осрауын биш көн үткәс,17 августа ғына ишеткәндәр: хәрби комиссариаттан шылтыратып әйткәндәр. Гөлфәзилә еңгәй Баренц диңгеҙендәге был фажиғәне бөтөнләй ишетмәгән булған, Рафаэль 14 августа уҡ белгән, ләкин Фәнис ундалыр тип уйламаған.
— Ауылға ҡайтҡанда ҡайҙа хеҙмәт иткәнен һөйләмәнеме ни? — тип һорайым аптырап.
— Юҡ. Ул ундай нәмәне бер ваҡытта ла һөйләп йөрөмәне. Атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткәнен белә инек. Ниндәй кәмәлә икәнен беҙ ҙә һораманыҡ, үҙе лә әйтмәне. Отпускынан һуң икенсе кәмәгә күсәм тигәндәй булғайны. «Курск»та яңы ғына хеҙмәт итә башлағандыр ул, тип уйлайым. Фәнис — турбиналар буйынса белгес. Беҙҙеңсә әйткәндә, «дизелсе»була инде. Тик атом һыу аҫты кәмәһендә. Экипажымда һигеҙ кеше тигәне иҫемдә ҡалған... Хушлашҡанда күҙҙәренә йәш алды. Элек ундай хәлдең булғаны юҡ ине. Мәңгелеккә булмаһа ғына ярар ине...
Юғары дәрәжәле ил етәкселәренән һәм хәрбиҙәрҙән торған хөкүмәт комиссияһының һаман кәмә менән нәмә булғанын асыҡлай алмауына асыуланыңҡырап:
—Сит ил етәкселәре тәҡдим иткән ярҙамды ниңә ҡабул итмәҫкә?! 118 кеше ғүмере бер-ике хәрби сергә лә торошло түгелме икән ни? — ти Рафаэль, сараһыҙҙан ҡулын һелтәп. — Хәҙер һуңдыр инде... — Һәм ирекһеҙҙән күҙҙәренән тәгәрәп төшкән күҙ йәштәрен һөртөп ала...
18 августа Фәнистең атаһы Малик ағай кинйә улы Фәнил менән алыҫ һәм ауыр юлға сыҡты, тинеләр. «Фәнисте имен-һау күреп, шатланышып әйләнеп ҡайтырға яҙһын», — тип оҙатып ҡалған уларҙы ауылдаштары.
“Улымдың үлеменә ышанмайым...”
Ишморатовтар ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтағас, ҡапыл ҡаушап ҡалдым. Өйҙә иҫ киткес ҙур ҡайғы: нисек инергә, нимә тип әйтергә?
Ҡапҡа төбөндә осраған Гөлфәзилә еңгәйҙең күҙҙәре күп илауҙан шешенеп бөткән. Өйгә ингәс, тағы һығылып иларға тотондо:
— Нишләп, нишләп бер сара ла күрмәйҙәр икән?! Бала ғынам һыу төбөндә ята бит! Һыуға батырыр өсөн үҫтергәнбеҙме ни беҙ ул балаларҙы?!
Рафаэль үҙенә урын тапмай. Бер диванға барып ултыра, бер тышҡа сығып китә. Уның күҙенән дә йәш тәгәрәргә генә тора. Ир кеше бит — күрһәтмәҫкә тырыша. Сәғәт киске 6 тулырға бер нисә минут ҡалғас, йүгереп барып телевизорҙы тоҡандырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Яңылыҡтар» программаһы был юлы ла беҙҙе тынысландырырлыҡ хәбәр әйтә алманы.
Фәнисте Мерәҫтә белмәгән, яратмаған кеше юҡ. Кемдән генә һорашма, барыһы ла һүҙҙе иң тәүҙә уның иҫ киткес яғымлы йылмайыуына ғашиҡ булыуынан башлай. Ә ҡыҙҙар! Ауылда уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ бармы икән? Мерәҫтән тәүге уҡытыусыларының береһе Рәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Сырлыбаева уны былай тип иҫкә ала:
— Малик ағай 5-се класҡа уҡырға Фәнисте Баймаҡ интернат-мәктәбенә ебәрҙе. Беренсе сентябрь көнө иртән эшкә килһәм, нисектер, мәктәп унһыҙ толҡаһыҙ булып ҡалған кеүек. Күңелем тулып китте. Йомошом төшөп, Баймаҡҡа барғанда, түҙмәнем, интернатҡа Фәнистең хәлен белә индем. Ишекте ипләп кенә асып ҡараһам, Фәнис иң алғы партала, миңә ҡарап йылмайып ултыра. Ул бала саҡтан уҡ хәрби кеше булырға хыял итте. — Рәсимә Рәфҡәт ҡыҙы һәм ауыр итеп көрһөнә. — Фәнис йәл. Ниндәй генә гонаһы өсөн язалап ҡуйҙы икән уны Хоҙай Тәғәлә...”
Фәнистең ауылдаштары “Курск” фажиғәһен бер ғаилә ҡайғыһы итеп түгел, бөтә ауыл иңенә төшкән уртаҡ ҡайғы итеп ҡабул итте. Малик ағайҙы һәм уның ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа, хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыштылар. Ваҡыт үтә, ҡанһырап торған йөрәк яралары, ваҡыты-ваҡыты менән семетеп-семетеп алһа ла, яйлап уңала. Ауыр уйҙар ҙа яйлап тарала. Улар урынын хәҙер “Кем ул Фәнис Ишморатов? Нисек йәшәгән? Нимәләр эшләргә өлгөргән?” кеүегерәк һорауҙар биләй. Мине лә ошондай һорауҙар тағы ла юлға сығырға мәжбүр итте.
Бына нимә тип һөйләй Фәнис Ишморатов хаҡында уның класташтары, дуҫтары, уҡытыусылары һәм яҡын туғандары.
Марат Әбүшахмин, Фәнистең класташы:
— Фәнис минең иң яҡын дуҫым булды. Беҙ —мин, Фәнис, ҡатыным Альбина Мерәҫтә бер класта уҡыныҡ. Армияға бергә, бер көндө алындыҡ. Тик Өфөлә юлдар айырылды. Мин—Молдавияла, ул Төньяҡ флотта хеҙмәт итте. Беҙ уның туйында ҡатнаштыҡ, малайына исем ҡушҡанда ла булдыҡ. Фәнис бала саҡтан хәрби кеше булам тип хыялланды. Хәрбиҙәрсәрәк итеп бөхтә кейенергә яратты. Ҙурайғас та шул ғәҙәтен ташламаны. Егеттәр, һалдаттан ҡайтһа, хәрби кейемен бер-ике көн генә кейә лә сисеп ырғыта бит инде, ә ул улайтмай. Отпускыһы бөткәнсә хәрби кейемен һалмай. Салбарҙар матур итеп үтекләнгән, тап-таҙа, ҡайышта—диңгеҙ кортигы. Шунан уға нисек ғашиҡ булмайһың инде?! Быйылғы отпускыһы осоронда ул үҙен әҙерәк сәйерерәк тотто. Бөтә туғандарына, дуҫтарына йөрөп сыҡты. Беҙҙе һәм Бәхтигәрәйҙән класташыбыҙ Усманов Данилды ғаиләһе менән ҡунаҡҡа саҡырып алды.
Хушлашыуы ла үтә ауыр булды. Фәнис, ниңәлер, илап китте. «Марат дуҫ, әллә барып эштән сығайым да ҡайтайыммы икән?»—тип һораны. Беҙ, хеҙмәт итеп бөтөргә бер нисә йыл ғына ҡалған, улайтма, түҙ инде, тип йыуаттыҡ.
Вәсимә Ғәле ҡыҙы Ямантаева, интернаттағы класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
— Фәнис мәктәптә яҡшы уҡыны. Уның көләс йөҙөн оноторлоҡ түгел. Сәмсел, ғәрсел булды. Был — кеше өсөн һәйбәт сифаттар. Бик бөхтә, йыйнаҡ ине. Спорт менән шөғөлләнде, хәрби булырға хыялланды. Унда яуаплылыҡ тойғоһо көслө булды. Иптәштәрен яратты. Шуға ла уны хөрмәт иттеләр, мәктәптә лидерҙар рәтендә йөрөнө. 7-се класта уҡығанда өйгә инша яҙырға биргәйнем. «Мин хәрби булырға теләйем»,—тип яҙып килтерҙе. Уҡыуҙы тамамлағас, хәрби училищеға барам тип ынтылды. Һаулығы буйынса үтмәгәс, бик ҡайғырып, илап йөрөнө.
Һуңғы тапҡыр мин уны быйыл май айында Баймаҡта осраттым. «Ял итергә ҡайттым, тыуған яғыма ҡайтып әйләнһәм, хеҙмәт итеүе еңел була. Тиҙҙән океанға китәбеҙ», — тине.
Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы Юнысова, тәрбиәсеһе:
— Фәнис беҙгә 5-се класҡа килде. Ул бөтә һабаҡташтарынан бөхтәлеге, мөләйемлеге менән айырылып торҙо. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме, тәүге көндән миңә ныҡ ылыҡты. Бөтә серен, хыялын түкмәй-сәсмәй һөйләй торғайны.
Отпускыға ҡайтҡан һайын интернатҡа килеп йөрөнө. Быйыл кәләше Фәймә, улы Данис менән килде. Данисты бүлмәгә алып инде, партаһы артына ултыртып ҡуйҙы. «Улым, мин ошо парта артына ултырып уҡыным», — тине. Фәймә көлә: «Фәнис, ул аңламай ҙа инде».
Ололарға бик иғтибарлы булды. Байрам һайын открыткалар ебәреп торҙо. Быйыл бөтә уҡытыусыларына, хатта эшләмәй өйҙә ултырғандарына ла йөрөп сыҡты.
Малик Ишморатов, Фәнистең атаһы:
— Минең ғаиләм ҙур ғына. Маһира миңә биш малай, бер ҡыҙ табып бирҙе. Фәнис — дүртенсе бала. Ул кешегә үтә яғымлы булды. Кешенең эсенә инеп барҙы. Шуға ла уны яратмаған кеше булмағандыр. Бер минут тыныс ултыра белмәҫ ине. Ҡайтып инеү менән эшкә тотона. «Атай, әйҙә шуны эшләйек, әйҙә быны йүнәтәйек». Минең уның эшһеҙ ултырғанын күргәнем булманы. Эшкә салт булды.
4-се класта уҡып йөрөгәндә үк бесән сабырға өйрәнде. Хәҙер ҙә күҙ алдымда: минең йәш, көслө саҡ, киң итеп алып, оҙон үҫкән үләнде ҡайыра сабып барам. Фәнис, атай, мин дә һинең кеүек сабам, ти ҙә минең арттан эйәрә. “Улым, арығанһыңдыр, әҙерәк ултырып, ял итеп ал”, — тим. Бәләкәй генә булһа ла, ололарса фекер йөрөтә торғайны. “Һин сабып йөрөгәндә мин нисек ҡарап ултырайым”, — тип яуап бирә.
Уҡыһын, кеше булһын тип, 5-се класҡа Баймаҡ интернатына урынлаштырҙым. Гел дүрткә-бишкә генә уҡыны. Мәктәпте тамамлағас, хәрби училищеға барам тип документтар әҙерләй башланы. Ләкин медкомиссияны үтә алманы. Ныҡ ҡайғырҙы, күҙ йәше менән илап йөрөнө. Шул арҡала вузға ла барманы.
Һаулығы насарыраҡ ине шул уның. Бәләкәй генә сағында велосипедтан ҡоланы. Беҙ ул ваҡытта Бәхтигәрәй ауылы аръяғындағы йәйге лагерҙа йәшәй инек. Әсәһе һыйыр һауа, мин—моторист... Йүгереп килеп етһәм, малайым иҫһеҙ ята. Руль эсенә инеп киткән. Ярай ҙа шул ваҡыт колхоздың ветврачы килеп сыҡты. Машинаға ултырттыҡ та Баймаҡҡа алып киттек. Операция яһанылар. Врачтар, ярты сәғәткә һуңлаһаң, малайһыҙ ҡала инең, тинеләр. ...«Курск» атом һыу аҫты кәмәһенең батҡанын беҙ ишетмәнек. Уттай эш ваҡыты, телевизор ҡарарға, радио тыңларға ваҡыт юҡ. Өс көн буйы этебеҙ олоп теңкәне ҡоротто. Сығып әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ, сығып әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ... Кесе улым Фәнил менән Видяевоға барып ҡайттыҡ. Беҙ, тере кеше, нисек тә күнербеҙ, йәшәрбеҙ. Ә бына һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә, бер нәмә лә юҡ. Күңелде нисектер төңөлдөрөргә кәрәк ине. Сөнки бөгөн мин уның үлеменә ышана алмайым. Миңә ишек асылып китер ҙә ул йылмайып килеп инер кеүек тойолоп тик тора... Аптырағас мулланан, ҡалайтайым, аятын уҡытайыммы әллә, тип һорағайным, уҡыт, ти. Уҡытырмын инде.
Фәймә Ишморатова, Фәнистең кәләше:
—Беҙ Фәнис менән интернаттан уҡ таныш. Мин ике класҡа түбәнерәк уҡыным. Армияға киткәс, миңә хаттар яҙып торҙо. 1996 йылда мине кәләшлеккә әйттерҙеләр. Фатиры булмағас, мине Видяевоға алып китмәне, бер йыл айырым йәшәнек. 1997 йылда улыбыҙ Данис тыуҙы. Тәүҙә исем ҡуштыҡ, шунан туйыбыҙ булды.
Фәнис хәрби хеҙмәте осоронда ла, аҙаҡ та «Воронеж» атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итте. Үткән йыл яңы төҙөлгән «Курск» кәмәһенә күсерҙеләр. Шул кәмәне һынауҙа ҡатнашты. Өс ай буйы Урта диңгеҙҙә йөрөп ҡайттылар. Шулай ҙа ул «Курск»ты яратманы. «Воронеж»да кешеләр һәйбәт», — ти торғайны. Шуға быйыл отпускынан һуң кире «Воронеж»ға күсәм тип юллап йөрөнө. Ләкин, флотта турбинасылар етешмәй тип, Фәнисте ебәрмәнеләр. Карап командиры Лячин, күсер булһаң, увольнениеға ғариза яҙ, тип әрләп сығарған.
Шунан Баренц диңгеҙендә 12 көн йөрөп ҡайттылар. Ҡайтҡас, беҙҙе ҡосаҡлап, ныҡ итеп иланы. Ике көн генә өйҙә торҙо. «Өс көндән әйләнеп ҡайтабыҙ, ҡайтҡас еләккә йөрөрбөҙ»,—тип ҡабалан ғына сығып киткәйне, һуңғы оҙатып ҡалыуым шул булған икән.
Фәнис ныҡ ярҙамсыл булды. Кеше тип йәшәне. Бер ваҡытта ла үҙен уйламаны. Эште айырманы. Йүргәк тә, иҙән дә йыуҙы. Ҡайтып инһә, Данисты ҡулынан төшөрмәне. Мине өрмәгән ергә ултыртманы, әсәйемде бик ныҡ яратты. «Минең дә әсәйем тере булһа ине»,—тип уфтана торғайны.
Кешеләрҙе яратты, һөйкөмлө булды. Видяевола йәшәгән яҡташтарыбыҙ беҙҙән сыҡманы. Эшкә киткәндә матростарына ҡулъяулыҡ үтекләп, «Прима» алып, майикмәк бешертеп алып сығып китә торғайны. «Минең матростарым һоранып йөрөргә тейеш түгел»,—тиер ине.
Бына шул кеше юҡ бөгөн. Данис атаһын таптыра. «Пипипкә ултырайыҡ та атайға ҡайтайыҡ»,—ти. Аңламай әле. Иң һуңғы ҡайтҡанында кәйефһеҙ йөрөнө. Уларҙың отсектарынан углекислый газды йотоп кислород етештереүсе аппарат юғалған икән. Бик көйәләнде. Хәҙер шул иҫкә төшһә, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Таптылармы икән ул аппаратты, әллә унһыҙ ғына китте лә барҙылармы?
Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡам...
Бөтә донъяны тетрәткән «Курск» атом һыу аҫты кәмәһе фажиғәһендә улдары Фәнисте юғалтҡан Баймаҡ районында йәшәүсе Ишморатовтар ғаиләһе өсөн яңы быуаттың тәүге йылы ныҡлыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа һынау йылы булды.
— Һаулығым маҡтанырлыҡ түгел, — тине Фәнистең атаһы Малик ағай Ишморатов бер хәлен белә ингәндә. — Йөрәк бигерәк йыш ауырта башланы. Фәнис былай бик төшөмә инеп ыҙалатмай ҙа ул, телевизорҙан, радионан «Курск» тураһында көн дә һөйләүҙәре үҙәккә үтә. Йөрәк тимер түгел бит...
Яҡташтары мичман Фәнис Ишморатовтың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарған. Тыуған ауылы Мерәҫтә өй һалырға хыялланып, нигеҙгә тип таш килтереп ауҙарған урамына, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында яңы бер урамға Фәнис Ишморатовтың исеме бирелгән. Фәнис уҡыған Мерәҫ урта мәктәбендә һәм Баймаҡ мәктәп-интернатында уға арнап стендтар эшләнгән. Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла, материалдар туплап, Фәнис Ишморатовҡа арналған мөйөш булдырған.
— Рәхмәт инде, яңғыҙ ҡалдырманылар, — ти Малик ағай. — Ҡайғыбыҙҙы үҙ иңдәренә төшкән бәлә кеүек ҡабул иткән ауылдаштарым, яҡташтарым булмаһа, был фажиғәне күтәрә алыр инемме икән? Белмәйем.
Уңайы килгәндә, гәзит аша Баймаҡ ҡалаһы һәм районының элекке хакимиәт башлығы Илшат Ситдиҡов, урынбаҫары Кирәймәргән Кейекбирҙин, хәрби комиссар, полковник Николай Знобищев, «Баймаҡ машиналар эшләү заводы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Миңлеғәле Насиров һәм Башҡортостан Республикаһының элекке хәрби комиссары, генерал-майор Владимир Трофимовтарға ҙур рәхмәтемде еткерәһем килә. Улар мине, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәм дә, кире бороп сығарманы, хәлемә инә белде, йылы һүҙен дә, аҡыллы кәңәшен дә йәлләмәне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәге һыҙлап саҡ йөрөгән оло кешенең яралы күңеленә бысраҡ атҡан кешеләр ҙә табылған. Малик ағайға был турала бер ни ҙә яҙмаҫҡа һүҙ биргәйнем, шуға ла ҡаты бәғерле, намыҫһыҙ кешеләргә, һеҙгә Малик ағайға кисерергә тура килгән кеүек бала ҡайғыһы төшмәһен, тип кенә әйтә алам...
Фәнистең ҡатыны Фәймә менән улы Данисҡа Сибайҙа яңы төҙөлгән йорттан ике бүлмәле фатир биргәндәр. Данис балалар баҡсаһына йөрөй.
— Атаһын ныҡ һағына, — ти Фәймә. — Ҡайтып инеү менән: «Атайым ҡайҙа? Һаман ҡайтманымы ни? Ниңә ҡайтмай?»—тип йүгереп бөтә бүлмәләрҙе ҡарап сыға. Башҡортостанға ҡайтҡанда йүнләп һөйләшә лә белмәгән бала ҡапыл өлкәндәрсә фекер йөрөтә башланы. Ҡайһы берҙә үҙем дә тертләп китәм. Шулай ҙа һаман да дөрөҫөн әйтергә ҡурҡам... Бер пароход батҡан, атайың шуны ҡотҡарырға китте, тиһәм, улым: «Беҙҙең атай батмай, ибет?»—тип һораулы күҙҙәрен төбәй...
Яңыраҡ Өфөгә барғайныҡ. Ағиҙел күпере аша сығып барабыҙ. Пароход килә. Данис күреп ҡалды ла: «Туҡтат, туҡтат машинаны! Атайым йөҙөп китеп бара бит, фотоға төшөрөп алайыҡ!» — тип ҡысҡыра башламаһынмы!
Фәймәнең һөйләүенсә, уны һәм улы Данисты Фәнистең класташтары онотмай, һәр ваҡыт килеп хәлен белеп торалар икән. Мәктәпте тамамлауҙарының түңәрәк даталары айҡанлы йыйылышҡанда ла Фәнисте матур итеп иҫкә алғандар. Иҫән булһа, быйыл 15 июлдә уға 51 йәш тулып үткән булыр ине...
Фәнис Ишморатовтың ғаиләһенә Рәсәй, Башҡортостан хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәткән. Район ойошмалары ла хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан. Бигерәк тә элекке «Баймаҡ машиналар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә рәхмәтле Фәймә.
...Кешегә ҡайһы берҙә бер йылы һүҙ ҙә етә. Ошо хәҡиҡәтте хәтерҙән сығармаһаҡ ине...
Исемеңде ил онотмаҫ
2001 йылдың 29 октябрендә Баймаҡ районы халҡы «Курск» атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатов менән хушлашты.
XX быуаттың һуңғы авгусында Баренц диңгеҙендә булған фажиғә халҡыбыҙ йөрәгенә ҡанһыратҡыс яра булып ятты. 118 кеше менән диңгеҙ төбөнә батҡан «Курск» кәмәһендә яңы ғына егерме бише тулып үткән яҡташыбыҙ Фәнис тә бар ине.
«Курск» кәмәһенең һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлау һәм күтәреү йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылды. Баймаҡтар, Фәнистең яҡташтары, был ваҡиғаны ҡайғы ҡатыш түҙемһеҙлек менән күҙәтеп барҙы, сөнки һәр кемдең күңелендә Фәнистең кәүҙәһе табылырына өмөт-ышаныс йәшәне. Һиҙемләү урынһыҙ булмаған икән. Октябрҙең һағышлы, томанлы бер көнөндә Фәнис тыуған тупрағына ҡайтып ятты. Мерәҫтә зыярат урыны итеп күк Ирәндек битен һайлағандар. Фәнистең ҡәбере шуның иң бейек урынында. Төҙ ҡарағастар, һылыу ҡайындар баҫҡан ҡая Фәнискә башын эйгән. Аҫта, ус төбөндәге кеүек, Мерәҫ ялтырап ята. Туған мәктәбе, йүгереп уйнаған ата йорто, өй һалам тип һайлаған нигеҙ урыны күренеп ултыра. Фәнис башлаған урамға «Мичман Ишморатов» исеме бирелгән.
Олораҡ быуын кешеләре «Гагариндың йылмайыуы» тигән һүҙбәйләнеште яҡшы хәтерләйҙер әле. Фәнистең мөләйемлеген дә ауылдаштары, райондаштары мәңге онотмаҫ.
Тыныс йоҡла, Фәнис... Ауыр тупрағың еңел булһын.
Һүҙ аҙағында...
Был мәҡәлә бер нисә йыл элек яҙылғайны. Шуныһы ауыр: мичмандың улы Данис Ишморатов атаһының юлын дауам итеп, тормошон хәрби хеҙмәткә арнарға хыялланған һәм әрменән һуң контракт төҙөгән, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Уның хаҡында 2022 йылдың көҙөндә хәбәрһеҙ юғалды тинеләр, уға ла, атаһы кеүек, 25 кенә ине...
Фәрит ӘХМӘРОВ.