Китапханасы... Заманалар алмашынып, алдынғы технологиялар барлыҡҡа килһә лә, үҙенең асылына тоғро ҡалып, әҙәбиәт менән халыҡ араһындағы бәйләнеш булдырыусы ул. Тәү ҡарауға килгән кешегә китап һайлап алып биреү ябай ғына тойолһа ла, күҙгә күренмәгән бихисап нескәлектәре бар был һөнәрҙең. Өфө ҡалаһының Үҫмерҙәр китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Гөлназ ҮТӘГӘНОВА менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.
– Гөлназ, берәү ҙә тота килеп кенә был һөнәрҙе һайламай. Һеҙ ҙә, моғайын, бәләкәйҙән китап донъяһында әҙәбиәттең серле көсөн тойоп үҫкәнһегеҙҙер?
– Башта Башҡортостандан ситтә йәшәргә тура килгәс, телем русса асылды. Беренсегә барғанда ата-әсәйемдең тыуған төйәге Ғафури районының Сәйетбаба ауылына ҡайттыҡ. Ғүмере буйы ошо ауылда фельдшер-акушер булып эшләгән өләсәйем Зифа Мөхәммәт ҡыҙы башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшергә өйрәтте, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләй торғайны. Ул ваҡытта Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры, олатайым Венер Исмәғил улы балалар өсөн ҡыҙыҡлы, тиҙ генә хәтерҙә ҡала торған ҡыҫҡа ғына шиғырҙарҙы ятлатты. Икенсе класҡа Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына уҡырға килгәс, бында Зилә исемле апай китапханала эшләй ине. Шул тиклем алсаҡ, иғтибарлы, һәр уҡыусы менән үҙ күреп һөйләшкән кеше ине ул. Шуғалырмы, китапхана иң яратҡан урыныма әйләнде. Бәлки, китапханасы һөнәрен һайлауымда тап ошо апайҙың роле ҙур булғандыр, сөнки мин уға оҡшарға тырыша торғайным.
– Бигерәк тә ниндәй әҫәрҙәрҙе яратып уҡый инең?
– Үҫмер саҡта ҡурҡыныс (ужастик) жанрындағы әҫәрҙәр күңелгә яҡын ине. Үҫә килә социаль-психологик китаптарға иғтибарым артты. Шуға ла бөгөн йәш быуын “Гарри Поттер”ҙы йығылып ятып уҡый икән, тимәк, был – йәш үҙенсәлегенән сығып барлыҡҡа килгән ҡыҙыҡһыныу, тип ҡабул итергә кәрәк. Ә бәләкәйҙән китап тотоп үҫкән кешене әҙәбиәт донъяһы һәр саҡ үҙенә тартып, ылыҡтырып торасаҡ.
– Тимәк, китапханасы һөнәренә тәрбиә бәләкәйҙән һалынған?
– Эйе. Шуға ла мәктәптән һуң ҡайҙа барырға икән тип икеләнеп торманым. 2007 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамланым. Ә 2010 йылда Башҡортостан Милли китапханаһының “Балалар уҡыу үҙәге”ндә эш башланым. Балалар менән эшләү шул тиклем оҡшай ине.
Балалар китапханасыһы – китап һаҡсыһы, уны биреп һәм ҡабул итеүсе генә түгел, ул педагог, психолог, режиссер һәм артист һөнәрҙәрен берләштергән ғәжәйеп һөнәр тип әйтер инем. Беҙ балаларға әҙәбиәт аша донъяның ҡыҙыҡлы, серле яҡтарын асырға булышлыҡ итәбеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө көндә: “Ошо китап һәйбәт, уҡы”, – тип кенә эш тамамланмай. Уларҙы әҙәбиәткә йәлеп итеү өсөн уйындар, ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм заманса интерактив форматтар ҡулланабыҙ. Балаларҙы ихлас яратам һәм уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы йәштән үк тәрбиәләргә кәрәк.
– Кем ул бөгөнгө китапханасы? Бынан ярты быуат элекке был һөнәр эйәһе менән әлегеһе араһында ниндәй айырма бар?
– Ғәҙәттә, китапханасы тиһәң, түбәһенә сәсен өйөп ҡуйған, туҙанлы китаптар араһына сумған һөнәр эйәһен күҙ алдына килтерәләр (көлә). Был стереотиптарҙы онотоғоҙ! Заманса китапханасы ул – динамик, күп яҡлы профессионал, китапхананың “йөҙө”! Бөгөнгө көндә ул – уҡыу урыны ғына түгел, ә белемде үҫтереүсе, аралашыуҙы һәм төрлө яҡлап үҫеште үҙ эсенә алған үҙәк. Был һөнәр эйәһе иһә ошо ҡыҙыҡлы донъяға юл күрһәтеүсе.
Ул бөгөн үҙенә төрлө йүнәлеште ала. Үҙен профессионал рәүештә таныта – китапҡа бәйле мөмкинлектәр тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләй белә. Ижади яҡтан үҫешкән – мәғлүмәтле, мауыҡтырғыс саралар, проекттар, акциялар ойоштороп, китапхананың ишеге һәр кем өсөн асыҡ икәнен күрһәтә. Кәрәкле мәғлүмәтте табып, уҡыусыға ярҙам итә, уҡыусылар менән эффектив коммуникация ҡора белә – иғтибар менән тыңлай, кәңәш бирә һәм уңайлы мөхит булдыра. Уҡыусының ихтыяжын аңлай – эмпатия ярҙамында уны ҡыҙыҡһындырған әҫәрҙәр һайлап бирә алған кеше. Күп күләмле мәғлүмәт менән эшләй – электрон ресурстар, мәғлүмәт базалары менән эш итә. Уҡыусыһын йылмайып ҡаршы алған, уның һорауҙарына китаптар менән ярҙам иткән, әҙәбиәт менән уҡыусы араһына ныҡлы күпер һалған кеше ул заманса китапханасы! Ул – мәғлүмәт донъяһына навигатор ҙа, ҡыҙыҡлы саралар ойоштороусы ла, уҡыусының дуҫы һәм кәңәшсеһе лә, креатив һәм энергиялы профессионал да. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман менән бергә атлаусы, камиллыҡҡа ынтылыусы, һәр осорҙа ла кәрәкле һөнәр эйәләренең береһе.
– Үҫмерҙәр менән китаптар араһында бөгөн бәйләнеш нисек? Йәштәр ниндәй жанрҙағы әҫәрҙәр уҡырға ярата?
– Күптәр, замана йәштәре китап уҡымай, гаджеттар һәм интернеттағы күңел асыусы, туҙға яҙмаған нәмәләр төшөрөлгән контентты өҫтөн күрә, тип уйлап хаталана. Әлбиттә, һис шикһеҙ, һанлы технологиялар беҙҙең көнкүрешебеҙҙең айырылмаҫ өлөшө булып ҡалды һәм бөгөнгө йәштәр өсөн мәғлүмәт алыуҙа актив рәүештә ҡулланыла. Ләкин был йәш быуын бөтөнләй уҡыуҙан туҡтаған тигәнде аңлатмай. Әлбиттә, бынан егерме-утыҙ йыл элекке уҡыусылар кеүек ҡулдарына ниндәй китап эләгә, шуны йотлоғоп уҡымайҙар. Бөгөнгө йәш быуын иң тәү сиратта китаптың тышҡы күренешенә: ҙурлығына, рәсемдәренә, шрифтына иғтибар итә. Фантастика һәм мажаралы сәйәхәттәрҙе һүрәтләгән динамик сюжетлы жанрҙар йәштәр араһында бик популяр. Бынан тыш, беҙҙең Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге егет һәм ҡыҙҙарҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу өсөн төрлө квестар, квиздар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үткәрә. Уҡыусыларҙа китапҡа мөхәббәт уятыу маҡсатында әҙәби осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр һәм конкурстар даими ойошторола. Мәҫәлән, июндә “Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге” Өфө ҡурсаҡ театрында “Китап – тормош ағымы” проекты сиктәрендә “Заманса әҙәбиәт” китап күргәҙмәһен тәҡдим итте. Айырыуса фантастика жанрына ҡараған әҫәрҙәр иғтибар үҙәгендә булды. Ҡунаҡтар китаптар менән таныштылар, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән китапханабыҙ тураһында һораштылар.
– Ҡулығыҙҙа тылсымлы таяҡ булһа китапхана эшендә нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
– Әгәр ҙә минең тылсымлы таяғым булһамы?.. Моғайын, Үҫмерҙәр үҙәген заманса итеп үҙгәртергә тырышыу мөһим. Технология эраһына ярашлы йыһаздар менән тулыландырып, өй йылыһын бөркөп торған йылы, яҡты, уңайлы уҡыу залын булдырыр инем. Уҡыусы, уратып алған көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, бар донъяһын онотоп, тотошлайы менән китап даръяһына сумырҙай урын итергә тырышыр инек был үҙәкте. Әгәр инде уҡып арып китһә, башҡорт балы менән үлән сәйе эсеп, ҡапҡылап алып интернет киңлектәрендә сәйәхәт итеп алырға мөмкин булыр ине. Бәлки, киләсәктә минең хыялым тормошҡа ашыр тип ышанғы килә, сөнки Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа, мәҫәлән, мин хыялланған китапханалар бар. Шул ваҡытта беҙ киләсәк быуынды ҡабаттан нығыраҡ китап уҡыуға йәлеп итә алыр инек.
– Ә үҙегеҙҙең ғаиләлә китап менән дуҫлыҡ ниндәй?
– Китап эштә генә түгел, ғаиләмдә лә ҙур урын биләй. Өс ҡыҙ үҫтергән әсәй булараҡ, балаларымдың грамоталы, айыҡ фекерле булып үҫеүҙәрен теләнем. Бында әҙәбиәт ҙур урын биләгәнен аңлап, уларҙа китапҡа һөйөү уятырға тырыштым. Әле өсөнсөнө тамамлаған кинйә ҡыҙым Самира менән һәр кис ваҡытыбыҙҙы китап уҡыуға бүләбеҙ. Яңыраҡ икәүләшеп Дж. Р.Р. Толкиндың “Хоббит, йәки Барып ҡайтыу” повесын ҙур кинәнес менән уҡыныҡ. Унан алда М. Кәрим, З. Биишева, Ә. Бикчәнтәев, И. Пивоварова, А. Раскин, Н. Носов, В. Драгунский әсәрҙәре менән танышҡайныҡ. Йәйге каникулыбыҙҙа иһә башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы уҡырға ниәтләнек. Быға тиклем дә, ҡыҙым был мәшһүр халыҡ ижады менән бер ни тиклем таныш ине. Әммә әлеге ваҡытта “Ай йола” төркөмөнөң “Һомай” йырының һәм республикала үткәрелгән “Әйҙә уйнарға” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестиваленең йоғонтоһо үҫмер ҡыҙым өсөн ныҡ ҙур булды. Был сарала Милли китапхананың балалар әҙәбиәте ҡаласығында ҡыҙым тиңдәштәре менән “Урал батыр” эпосының төп персонаждарының береһе Аҡбуҙаттың һынын эшләп өйрәнде һәм был әҫәрҙе тулыһынса уҡып сығырға теләге барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта уға яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың көрәше, был әҫәрҙең Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе икәнлеген аңлатырға тырышам. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 8 июнь “Урал батыр” эпосы көнө итеп иғлан итеүе лә ҡыуаныслы. Киләсәктә йәш быуын араһында беҙҙең халыҡтың визит карточкаһы булып торған был фольклор әҫәргә ҡыҙыҡһыныу ныҡлап артыр, тип ышанам.
Рәзинә УРМАНШИНА.