Ер йөҙөндә бер ни ҙә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ғүмере буйы туған халҡына хеҙмәт итеп, уларҙың шат, тыныс тормошта йәшәүе өсөн көрәшкән һәр кемде беҙ тәрән ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә бурыслы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр кем белһен өсөн, күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәр ғаилә ағзаһы ҡатнаша. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә бөтә ир-аттар ҙа һуғышҡа китә. Еңеү көндәрен бик әҙҙәре генә күрә ала. Күпме ваҡыт үтһә лә, беҙ уларҙы онотмайбыҙ. Геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлыҡтары тураһында башҡаларға ла һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ.
Беҙҙең быуын балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Был ауыр һынауҙы үтеп сығырға ябай кешеләрҙең баш етмәҫлек батырлыҡтары ярҙам итә. Бик күп кешеләрҙең үлемһеҙлеге аша яулана был Еңеү. Илебеҙҙәге бер генә ғаиләне лә һуғыш михнәттәре урап үтмәгән.
Һәр бер бала үҙенең яҡын кешеһе тураһында белеү мөһим. Бигерәк та ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булғанда. Беҙ барыбыҙ ҙа уларға ҡарап һоҡланырға ғына түгел, ә шул заман кешеләренә оҡшарға тырышырға тейешбеҙ.
Минең ҡарт олатайым старшина Лотфый Рахманғол улы Вәлиев Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында 1913 йылдың декабрь айында тыуған. Һуғыш башланғас, бөтә ил ир-егеттәре кеүек, 1941 йылда илде дошмандарҙан яҡларға киткән. 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Воронеж, Донбасс һәм Урта Дон, Харьков операцияларында, Курск һуғышында немец ғәскәрҙәрен ҡамауҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр йәрәхәтләнә. Тәүҙә еңелсә яраланып, ай ярым госпиталдә дауалана, ә икенсеһе инде бик ауыр яра була, шуға күрә аҙаҡ уға тылда ғына хеҙмәт итергә тура килә.
Фронтта һуғыш бөткәнсе булған. 1945 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡалған ғүмерен олатайым бәхетле йәшәй, ҡарт өләсәйем Фатима менән һигеҙ бала үҫтергәндәр. Һәр яҙ һайын, Бөйөк Еңеү көндө, байрамдың уртаһында булған. Һуғыш ветеранын — олатайымды һәр ваҡыт төрлө осрашыуҙарға, тантаналарға саҡырғандар, төрлө бүләктәр тапшырып, хөрмәт күрһәткәндәр. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә 76 йәшкә ҡәҙәр ғүмер итеп донъя ҡуйған.
Олатайым ҡыйыу, тынғыһыҙ, эшһөйәр, изгелекле кеше булған. Шундай батыр олатайым менән ғорурланам.
Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тиһәк, тарихты оноторға ярамай!
Сөмбөл ЮЛБАРЫҪОВА.