Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 11:18

Илама һин, ямғыр... Фантастик хикәйә Гөлнәзирә Ҡашҡарова

– Сәриә һөйләүҙән туҡтап илап ебәрҙе. “Минең ирем... Уны үлтерҙеләр... Ә балаларым?! Улар минһеҙ нишләр?”

Илама һин,  ямғыр... Фантастик хикәйә  Гөлнәзирә Ҡашҡарова
Илама һин, ямғыр... Фантастик хикәйә Гөлнәзирә Ҡашҡарова

Гөлнәзирә Ҡашҡарова – Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы ҡыҙы. "Йылайыр" ауыл хужалығы техникумын, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә китапханасы булып эшләй.

 

Илама һин, ямғыр...

Фантастик хикәйә 

 

Тып-тып тама урамдарҙа
Туҡтамай ямғыр күҙ йәше...

Тышта ғәрәсәт ҡупты. Ҡапыл ҡойоп ямғыр яуа башланы. Йәшен уттары төрлө яҡтан уратып алған ауылды. Әле бер, әле икенсе яғында ер өҫтөндәге энәне күрһәтерҙәй итеп ялтырап китә, күк күкрәүенә инде өй һелкенеп киткәндәй була. Йәмил тышҡа сығып тәбиғәттең шулай боларыуын бер килке ҡарап торҙо. Их, шағир булһам, тип уйланы. Юҡ, тәбиғәттең былай шашыныуын шиғыр юлдарына ғына һыйҙырып булмаҫ, композитор булып, симфония яҙыр кәрәк, тип уйлап та бөтмәне, ҡот осҡос итеп күк күкрәне. Был бер нәмәне атты, күрәһең, тине лә йәһәтләп өйөнә инде. Бындай мәхшәргә электр уты түҙмәне, ялпылдап торҙо ла һүнде. Өй ҡараңғылыҡҡа сумды. Йәмил шырпы һыҙып, шәм эҙләп алды. Яңғыҙ йәшәй ул ауыл осондағы ошо иҫке өйҙә. Ата-әсәһе күптән ысын донъяларҙа, туғандары юҡ, өйләнмәне лә.
Бына тағы көслө итеп күк күкрәне, һәм шул ыңғайҙан өй ишеге асылып китте лә ялан аяҡ, сәстәре ялбыраған ҡатын килеп инде. Өҫтөнән шабырлап һыу аға. Ишекте ябып, был өйҙә күптән йәшәгән кешеләй еңел генә келәһен эләктереп ҡуйҙы. Шунан аптырауҙан ни әйтергә белмәй торған Йәмилгә ҡарап ҡулдарын болғай-болғай ят телдә ниҙер һөйләргә кереште. Шул саҡ ялпылдап ут янып китте. Ҡатын, яҡтылыҡтан ҡурҡып, күҙен ҡаплап иҙәнгә сүгәләне. Бер килке шулай ултыра торғас, яйлап өй эсен күҙәтә башланы. Өй хужаһы аптыраштан бер һүҙ әйтмәй, шым ғына сәйер ҡатынды күҙәтте. Ҡатын яйлап ҡына урынынан тороп, өй буйлап йөрөй башланы. Әсәһенән ҡалған һандыҡты һыйпап ҡараны, мейескә барып һөйәлде. Шунан күҙе стеналағы фотоларға төштө. Уларға яҡынайып, бик оҙаҡ текләп торҙо. Йәмилдең әсәһе менән атаһының фотоларын һыйпаны ла улар алдында тубыҡланып илап ебәрҙе.
Хәҙер инде бөтөнләй ғәжәпкә ҡалған Йәмил яҡтыла ҡатындың йөҙөнә текләберәк ҡараны. Миңе бар... Ниндәй таныш ул, ҡайҙа күрҙе әле танау эргәһендәге ундай миңде? Ҡапыл иҫенә төштө. Уның һеңлеһендә лә шундай миң бар ине бит. Әллә был ҡатын уның бала саҡта юғалған һеңлеһеме? Кит, булмаҫтайҙы, тип ҡуйҙы үҙенә. Ул да ошондай ғәрәсәт ҡупҡан төндә юғалғайны бит. Һыйыр эҙләп кенә сыҡҡан ҡыҙ бала эҙһеҙ юҡ булды. Йылға буйында һыңар һырғаһы ғына килеп сыҡты. Әсәһе, баламдың төҫө тип, бетеү һымаҡ итеп түшендә йөрөттө. Хәҙер Йәмил уны семәрле ҡумтала ҡәҙерләп һаҡлай. Текләй торғас, ҡатындың әсәһенә шул тиклем оҡшауын абайланы. Был ҡатын әллә һеңлеһе Сәриәме? Әммә был хәлгә һис тә ышанырлыҡ түгел. Йәмил үҙенең уйын дөрөҫләргә теләнеме, үҙе лә аңламаны, семәрле ҡумтанан һыңар һырғаны алып ҡатынға тотторҙо.
– Минең һырғам, – тине ҡатын уйламағанда башҡортса. Шунан өйҙө тағы бер күҙҙән үткәргәс: – Әсәйем ҡайҙа? – тип һораны.
Йәмил һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине был мәлдә, ҡатынға текләп тороуын белде. Шунан телен саҡ ҡыбырлатып:
– Һеңлем! Сәриә! – тип өндәште.
– Мин – Сәриә, Сәриә! Мин өйҙә! – тип ҡыуанып ҡысҡырҙы ҡатын, ҡулдарын өҫкә күтәреп, өй уртаһына сығып өйөрөлә башланы.
Йәмил уның сәйер ҡыланышын һүҙ әйтмәй генә күҙәтте. Сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәне. Өнһөҙ генә илай ине ул.
– Сәриә һеңлем, мин Йәмил ағайың бит, танымайһыңмы мине? – тине ипләп кенә.
Иҙән уртаһында өйөрөлөп ниндәйҙер бейеү хәрәкәттәре яһап йөрөгән ҡатын шып туҡтаны ла:
– Йәмил ағай, – тип ҡысҡырып уның ҡосағына ташланды. Тышта ғына түгел, уларҙың йөрәгендә лә ғәрәсәт ҡупты. Бер иланылар, бер көлдөләр. Шулай күпме торғандарҙыр, Сәриә Йәмилдең ҡосағынан ысҡынып, йәшле күҙҙәрен ағаһына төбәне:
– Әсәйем, атайым ҡайҙа?
– Улар юҡ инде, Сәриә, иртәрәк киттеләр. Әсәйем һинең ҡайғыңды күтәрә алманы.
Сәриә тағы илай башланы. Йәмил уға бер килке ҡыҙғанып ҡарап торғас, һыуланған өҫ-башына иғтибар итте. Йүгереп барып һандыҡтан әсәһенең күлдәген алып бирҙе. Сәриә күлдәкте битенә терәне, әсәйемдең еҫе сыға, тине. Йәмил тағы күҙ йәштәренә ирек бирмәҫ өсөн аш-һыу бүлмәһенә сығыу яғын ҡараны, ашығып сәй ҡуя башланы. Сәриә, көслө тетрәнеүҙәнме, ашарлыҡ хәлдә түгел ине. Тубығын ҡосаҡлап өйҙө күҙәтеп ултырған еренән йоҡлап китте. Йәмил уны һаҡ ҡына карауатҡа алып барып һалды. Төнө буйы һеңлеһен һаҡлағандай янында ултырып сыҡты. Таңға ғына бер аҙ ял итәйем тип ятып торғайны, ойоп киткән. Уянып китһә, һеңлеһе урынында юҡ. Йәмилдең ҡото осто, тағы юғалдымы әллә? Йүгереп тышҡа сыҡты. Һеңлеһе өйҙөң бүрәнәһе ярығынан нимәнелер соҡоп алырға маташа. Яҡын килеп ҡараһа – балдаҡ. Ҡыҙыл ҡашлы. Сәриә ағаһына иғтибар итмәй:
– Ята, урынында ята, – тип шыбырлай. Уны йөрәгенә ҡыҫып бер аҙ торғас, кире урынына тығып ҡуйҙы. Был ниндәй балдаҡ, тип һорарға ҡыйманы Йәмил, теләһә һеңлеһе, моғайын, үҙе аңлатыр.
– Был балдаҡты миңә Усман биргәйне, – тине Сәриә, оялғандай итеп.
– Усман? Ниндәй Усман? Теге һәр ваҡыт ҡармағын тотоп Һаҡмар буйынан ҡайтмаған Усманмы? – тип көлөп ебәрҙе Йәмил. Шунан көлөүенән туҡтап, һеңлеһенең бойоҡ йөҙөнә ҡараны. Шулай бәләкәй генә саҡтан араларында һөйөү булдымы икән ни? Ул Усман хәҙер ҡайҙа икән, күптән ауылда күренгәне юҡ. Әле унан көлөп торған Йәмил үҙен дә бәхетле тип әйтә алмай бит. Бәләкәй саҡта түгел, йәш сағында, әле өлкәнәйеп барғанда ла бер кемгә лә балдаҡ бүләк иткәне булманы.
– Әйҙә, һеңлем, өйгә инәйек. Һин урыныңда булмағас, тағы юғалғанһыңдыр тип ҡурҡтым. Әллә һин элеккесә самауыр ҡуйып ебәрәһеңме, мин һыйырымды көтөүгә ҡыуып ҡайтайым. Самауыр соланда ултыра, – тине лә һарайға ыңғайланы.
Һарайға инеп һыйырын күргәйне, бынан нисә йылдар элек булған, һыйыр эҙләп ғәйеп булған һеңлеһе юғалған көн күҙ алдына килеп баҫып, бағанаға һөйәлеп һулҡылдап илап ебәрҙе. Нисә йыл күңелендә йөрөгән һағыш тышҡа бәреп сыҡты. Ҡыҙы юғалыу ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән әсәһе, бер төндә сәсе ағарған атаһы күҙ алдына килде. Ҡул һырты менән йәшен һөрткәндә, ундағы йөйгә төштө ҡарашы. Ул ямғыр аҫтында һеңлеһен эҙләп урман ситендә йүгереп йөрөгәндә ағас ботағы һалған яра ул. Көслө ямғыр алдынан ғына һыҙлай. Йәмил илауынан шып туҡтаны. Ә бит кисә ул яраһы һыҙламаны. Бына донъяның хикмәте? Уйланып, баҫҡан ерендә бер аҙ тапанып торҙо ла һыйырын көтөүгә алып китте. Ашыҡмай ғына ҡайтты ул. Һеңлеһенең көтмәгәндә килеп сығыуы төрлө уйҙарға һалды. Ҡайҙа булған ул егерме йыл буйы? Башта үҙен тотоуы, ҡыланышы, һөйләшеүе, хатта кейеме лә бик сәйер күренә ине. Кемдән ҡасҡан? Бик ҡурҡҡан ине бит килеп ингәндә. Эйе, етди һөйләшеү көтә уларҙы. Һорауҙарына тиҙерәк яуап тапҡыһы килеү аҙымдарын ҡыҙыулатырға мәжбүр итте. Ҡайтыуына иһә самауыр ҡайнаған, Сәриә сәй ултыртып йөрөй. Ҡара-ҡаршы ултырып сәй эскәс, Йәмил һораулы ҡарашын һеңлеһенә төбәне.
– Ҡайҙа юғалдың тип һорайһыңмы, ағай? Һөйләһәм ышанмаҫһың да, бәлки. Шулай ҙа һөйләйем инде, – тип ағаһына ҡараны. – Мин һыйыр эҙләп йөрөгәндә, ҡапыл ямғыр башланды. Күк күкрәп ямғыр килгәнен күрҙем бит инде, нишләп улай алыҫ киттем икән өйҙән. Һыйыр бер ҡайҙа ла күренмәй. Йәшендән ҡурҡып, ҡайтыу яғына йүгерҙем. Иҫләйһеңме, һарыҡ фермаһы эргәһендә трансформатор тора торғайны. Шуның эргәһенә еткәйнем генә, уға һуҙылған сымдарҙан ут сәсрәне. Мин ҡурҡып ҡолап киттем. Башҡа бер нәмә лә күрмәнем. Иҫемә килгәндә, алам-һалам ябынып бер һикелә ята инем. Эргәмдә ят кешеләр. Ир менән ҡатын, ике малай таныш булмаған телдә һөйләшәләр, миңә ҡарап ниҙер һөйләйҙәр. Минең уянғанды күргәс, ҡатын йылмайып һыу алып килде. Һыуҙары тәмһеҙ, эсеп ебәрҙем дә төкөрҙөм. Улар аптырап миңә ҡараны. Мин бер килке иҫәңгерәп ята торғас, әсәй, тип илап ебәрҙем. Ҡатын яныма килеп сәсемдән һыйпап йыуатырға маташты. Илап туйғас, тирә-яғыма күҙ һалдым. Таҡтанан улай ҡоршап, былай ҡоршап эшләнгән аласыҡ һымағыраҡ ерҙә ята инем мин. Ҡайҙа килеп эләккәнемде аңлай алмай, төштөр был тип, яңынан күҙҙәремде йомдом. Берауыҡ ята биргәс, ипләп кенә бер күҙемде ҡыҫып ҡараным, үҙгәреш юҡ. Шул уҡ сәйер кейемле кешеләр. Таҡта аласыҡ. Аласыҡ эсе бик ярлы, һикеләр теҙелгән, уларға киндер тоҡтарға оҡшаған түшәктәр түшәлгән. Балаҫ, ҡорама юрған түшәп ҡуйылған урындыҡ күренмәй бында. Уртала ашъяулыҡһыҙ өҫтәл. Шунда келт итеп әхирәтем Нәсимә һөйләгән хәбәр иҫкә төштө. Күрше ауылға сегәндәр килгән, улар ауылдар буйлап йөрөп әйбер һаталар, кеше әйберен урлап китергә лә тартынмайҙар. Былар мин йәшендән ҡурҡып ҡолаған саҡта табып алып урлағандар икән, ҡасыр кәрәк, тип уйланым да ҡапыл тороп асыҡ ишектән тышҡа атылдым. Сығыуым булды, ныҡ яҡтырып торған бер нәмәнән күҙем сағылып ҡолап киттем. Аласыҡтан ир йүгереп сығып мине күтәреп яңынан һикегә алып барып һалды. Шунан нимәлер тип һөйләнә башланы. Мин тағы иларға керештем. Илап ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Ҡағылғанға уянып китһәм, мине ашарға саҡыралар икән. Тышта ҡараңғы. Малайҙың береһе тимер сеүәтә менән алдыма бутҡаға оҡшаған нәмә алып килеп ултыртты. Мин һыуһағайным, ымлап эсергә һораным. Тимер көрөшкә менән баяғы тәмһеҙ һыуҙы бирҙеләр. Бутҡаны ашай алманым. Ниндәйҙер үләндән бешерелгән ине ул, еҫенән үк күңелем болғанды. Хужалар ашап бөткәс, ҡатын яныма килеп ултырҙы, үҙенә төртөп күрһәтеп, Кара, тине, шунан бармағын миңә төбәне. Һин кем тип һорауын аңланым да, Сәриә, тинем. Ул бер нисә тапҡыр һораны ла шунан, Сара, тине, миңә төртөп. Иргә төртөп, Кула, тине. Малайҙарҙың исемен аҙаҡ ҡына иҫләнем. Каби менән Саби. Кәбир менән Сабир тип йөрөттөм мин уларҙы аҙаҡ, – тип көлдө Сәриә. – Ҡараңғы булһа ла, ишектән башымды тығып ҡараным. Төрлө ерҙә усаҡ яғылған. Усаҡ яҡтыһында мин торған аласыҡҡа оҡшаған нәмәләр күп ине. Иртәнсәк уянһам, бер кем дә юҡ, эргәмдә борсаҡ бутҡаһы менән сәйгә оҡшаған шыйыҡса ултыра. Бутҡа ашарлыҡ ине бөгөн. Ашап алғас, тышҡа сығып тирә-яҡты күҙәтергә булдым. Көн болотлораҡ ине. Алыҫта тау башында ултырған быяла һарайҙы күреп иҫем китте. Кисә бына нимәнән күҙем сағылған икән. Быяла ҡояшҡа ялтырап күҙҙе сағылдырған. Үҙе бик матур, ҙур һәм бейек. Ҡояшҡа төрлө төҫкә инеп ялтырай. Тирә-яҡта таҡтанан эшләнгән өйҙәр. Ҙур ғына ауылға оҡшаған, тик бик ярлы, элекке заманды хәтерләтә. Элекке заман тиһәм, өҫтөмдән самолетҡа оҡшаған бер нәмә осоп үтте. Ҡайҙа килеп эләккәнемде бер нисек тә аңлай алманым. Ниндәйҙер беҙҙекенә оҡшамаған икенсе донъя. Тағы быяла һарайға ҡараным, ул яҡҡа бик күп кеше ағыла ине. Оҙаҡ ҡарап тороуҙан башым әйләнеп китте. Иҫемә килгәндә һикелә ята инем, кемдер эскә индереп һалған. Шулай бер айҙай дауам иткәндер, хужалар миңә ашарға ҡалдырып сығып китәләр ҙә кискә генә ҡайталар. Эшкә йөрөйҙәр, нимә эшләйҙәрҙер, уныһы билдәһеҙ. Мин күберәк яттым, илайым, әсәйҙе уйлайым. Унан оҙаҡ итеп баяғы быяла һарайға ҡарап ултырам. Миңә нишләптер ҡотолоу юлы шундалыр кеүек тойола. Нисек унда эләгергә икән, тип баш ватам. Оҙаҡ ҡарауҙанмы, йүнләп ашамағанғамы, башым әйләнә. Һаман булһа уларҙың аҙығына күнегә алмайым. Яйлап телдәренә төшөнә башланым. Бер көн Кәбир миңә ялтыр быяла алып ҡайтты ла, йәшер, тине. Икенсе ваҡыт Сабир ҙа алып ҡайтты. Тик уны әсәһе күреп ҡалып ныҡ ҡына әрләне. Эштән ул быяланы алып ҡайтырға ярамай икән. Әҙерәк йәшәгәс, шуны аңланым, бындағы бар халыҡ шахтала эшләй. Быяла таш сығаралар. Эш хаҡына аҡса түгел, аҙыҡ-түлек, кейем бирәләр. Теләгәнсә алырға мөмкин. Миңә хәл ингәс, эшкә алып киттеләр. Көн эҫе. Киндер кейем, аяҡта сандали. Эшләгән ергә килеп еттек. Ағай, мине бер мәл Сибай карьерына алып барғайның бит, шуның һымаҡ ер, тик улай ҙур, тәрән түгел. Ирҙәр кәйлә менән быялаға оҡшаған таштарҙы сығара. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға уны вагонеткаға тейәй. Улар тулғас, рельстарҙан шылып, быяланан эшләнгән башня яғына ҡуҙғала, шунан тау тишегенә инеп китә. Тәүтормош кешеләре тиһәң, поезд йөрөрлөк рельстар, самолеттар бар. Алға киткән тип әйтеп булмай, халыҡ бик хәйерсе йәшәй. “Ниндәй ил был, ҡайҙа килеп эләктем? Ҡайҙа минең тыуған йортом? Ҡайҙа рәхәтләнеп һыу ингән Һаҡмарым, ҡайҙа йәшел урмандарым?” – тип илайым. Бында бит тирә-яҡта ағаслыҡ та күренмәй, тауҙар ғына. Аҙаҡ телдәрен аңлай башлағас, һеҙ ҡолдармы, тип һораным. Юҡ, беҙ ирекле, тиҙәр. Ирекле кешеләр бындай шарттарҙа йәшәмәй. Беҙҙең торор еребеҙ, һулар һауабыҙ, эшебеҙ, ашар ризығыбыҙ бар, тиҙәр. Иң ҡурҡҡандары ниндәйҙер ғәйебең өсөн йәшәгән ереңдән ҡыуылыу. Унда кешенең бар нәмәһен алып ҡалып, ҡола яланға сығарып ебәрәләр, тере ҡалыуың бик икеле.
Яйлап шахта эшенә күнегә төштөм. Эштән ҡурҡмайым да инде, аҡһөйәк итеп үҫтермәне бит әсәйем. Тик һеҙҙе һағыныуым, тәмле эсәр һыу булмауы үҙәктәрҙе өҙә ине.
Эштән һуң кистәрен һәр ғаилә өйө алдына усаҡ яғып, ял итәләр. Шундай көндәрҙең береһендә эргәмә күрше малай килде. Ул ҡайһы яғы менәндер башҡортҡа оҡшаған ине. “Һин кем?” – тинем үҙем дә һиҙмәҫтән башҡортса. Ул йылмайып нимәлер өндәште. “Мин күрше”, – тигән икән.
– Һине беләм, яңы туғандарың башня яғынан табып алып ҡайтты. Ул көндө улар сират буйынса вагонеткаларҙы оҙатып барған ине. Юғалған ҡыҙыбыҙ, тинеләр һаҡсыларға, сөнки күптән түгел уларҙың һинең һымаҡ йәштә ҡыҙҙары юғалғайны.
– Мине һаҡсылар табып алһа нимә булыр ине? – тип һораным.
– Унда һине башняға алып китерҙәр ине.
– Бәлки, унда йәшәү һәйбәтерәктер? Кемдәр йәшәй унда?
– Унда бик бөйөк кешеләр ултыра. Улар төрлө һынауҙар үткәрә, ғалимдар.
– Беҙ сығарған ташты улар нимә эшләтә?
– Башняның беренсе ҡатында оҫталар эшләй. Улар беҙ сығарған таштарҙы тигеҙләйҙәр, матурлайҙар. Эшкәртелгән таштар менән төрлө һынау үткәрәләр, төҙөлөш эштәренә ҡулланалар. Был ябай быяла түгел. Таҙартылған таштар бик матур, күрмәйһеңме ни, улар ҡояшта төрлө төҫкә инеп ялтырай. Оҫталар ул таштарҙан бик матур әйберҙәр эшләй, тиҙәр. Тик ул эшкәртелгән ташты алырға ярамай, уның өсөн ҡаты яза бирәләр.
– Мин башняның эсенә инеп, ундағы матурлыҡты алыҫтан түгел, яҡындан ҡарағым килә.
– Ул турала уйларға ла ярамай. Унда ябай кешеләрҙе индермәйҙәр. – Мин берәй ваҡыт унда барыбер инәсәкмен.
Шулай үҙемә яңы дуҫ таптым. Күрше малай, исеме Абид. Минеңсә ул Ғәбиткә әйләнде. Ул минең серҙәшем, терәгем булды.
Бер-береһенә оҡшаған көндәр үтә торҙо. Башня ултырған бейек тауҙан, бәлки, беҙҙең ауыл күренәлер тип, бер нисә тапҡыр эргәһенә барҙым. Тик һәр ваҡыт һаҡсылар ҡыуып ебәрә ине. Бер тапҡыр улар мине быяла һарайға алып инде.
Унда бөтә нәмә быяланан, ишектәр ҙә быяла ине. Бер бүлмәлә мине оҙаҡ ҡына тотҡандан һуң ҡайҙалыр алып киттеләр. Юлда барғанда тотҡондарҙың вагонетка бушатыуын күрҙем. Уларҙы уратып һаҡсылар тора. Ҡатындар ҙа бар ине араларында. Мине ҙур, яҡты бүлмәгә аҡ сәсле бабай эргәһенә индерҙеләр. Күҙҙәренә иғтибар итеп өлгөрҙөм, зәңгәр күк һымаҡ ине. Бүлмәлә быяланан эшләнгән вазалар, шкатулкалар, тағы ниндәйҙер иҫ киткес матур әйберҙәрҙе күреп һушым китте. Минән һорау алырға тотондолар. Тик мин һарайҙы күреп әллә ныҡ тәьҫирләнеүҙән, әллә ҡурҡыуҙан бер һүҙ әйтә алмай уларға текләп тик торҙом. Шунан былар мине аңра тип уйланымы, сығарып ауылға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Ҡабат башня яғына барманым.
Ауыр саҡтарҙа Абидҡа – Ғәбитем янына йүгерҙем. Ул нисектер йыуатыр һүҙҙәр таба ине. Ҡай саҡ мин уға үҙебеҙҙең бындағы тормош тураһында һөйләйем. Абид, һин хыялый, тип көлә торғайны. Аралағы дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әйләнде. Беҙ өйләнештек. Балаларыбыҙ тыуҙы... – Ошо урында Сәриә түҙмәне илап ебәрҙе. Эре күҙ йәштәре бите буйлап тәгәрәп сәйенә тамды. – Эй үҙ өйөмдөң әсе күҙ йәштәре тамған сәйе лә тәмле, – тип йылмайҙы, сәйен уртлап.
Шунан ҡапыл:
– Ағай, һеҙ мине эҙләнегеҙме? – тип һораны.
“Эҙләмәгән ҡайҙа!” тип әйтергә теләгәйне лә Йәмил, тик ҡапыл күңеле тулып, тамағына төйөр ултырҙы. Бер һүҙ әйтә алмай башын ғына ҡаҡты. Ул фажиғәле көн сәғәте, минуты менән тигәндәй күҙ алдынан үтте. Уларҙың ни кисергәнен бындай хәлде башынан үткәргән кешеләр генә аңлай торғандыр. Әсәһе хыялый була яҙҙы инде. Һыуға төшкәндәй юҡ булды шул туғаны.
Шулай күңелдәре тулышып, бер һүҙ әйтә алмай бер-береһенә ҡарашып ултырғанда, тыштан:
– Йәмил, Йәмил! – тигән сәрелдәк тауыш ишетелде.
Сәриә тертләп китте.
– Кем ул? – тип һораны.
– Эй, күрше Әҙилә апай килгән. Ваҡытһыҙ йөрөй, – тип өҫтәне.
– Әҙилә? Иҫләмәйемсе мин уны.
– Яңыраҡ күсеп килделәр, улы менән йәшәй. Ул арала күрше апай өйгә килеп тә инде:
– Йәмил, кисә йәшен ваҡытында көслө елгә ҡапҡам ҡоланы, йүнәтеп бир әле, – тип ҡысҡырып һөйләй ҙә башланы ишектән үк. Шунан Сәриәне күреп ҡалып:
– Был кем? – тине тағы сәрелдәп.
Нишләп улай ҡысҡырып, сәрелдәп һөйләй икән, тип Сәриә уға аптырап ҡарап ултырҙы.
– Был минең һеңлем, Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтты, – тине Йәмил. Нишләп Үзбәкстан тине, үҙе лә аңламаны.
– Ҡасан бараң йүнәтергә? – тине апай.
– Хәҙер бара алмайым, һуңғараҡ – тигәйне, борҡоп үсегеп китте. Ҡулын болғап:
– Миңә тигәндә һеҙҙең гел шулай, бына мин үлһәм, – тип һөйләнә башлағайны, Йәмил, көймә бушҡа, апай, хәҙер барырмын, тигәс, ҡапыл тынысланып, – ярай-ярай, – тип сығып китте ҡатын.
Йәмил күршеләрҙән тиҙ үк әйләнеп ҡайтты ла, һеңлеһенә, әйҙә Һаҡмар буйына төшәйек, тине. Улар инде һайығайған, үҙҙәре бала саҡта һыу инергә яратҡан урынға килеп ултырҙы. Кинәнеп тыуған ер һауаһын һулап, тирә-яҡҡа моңһоу ҡарашын ташлап, Сәриә, эй минең балаларым, ирем дә күрһен ине ошо матурлыҡты, тип уйланы. Йәмил дә шул турала уйлап ултырған, күрәһең:
– Сәриә, ирең, балаларың тураһында һөйлә әле, – тине.
– Ирем башняла эшләне. Ҡулы оҫта булғас, шахтала табылған таштарҙы эшкәртеү цехына алдылар уны. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ағай, ҡыҙым шул тиклем әсәйемә оҡшаған, улым атаһына тартҡан. Бер көн Абидым өйгә ҡайтманы. Ул ҡайтмағас, эҙләп башняға килдем. Уға яҡынайыу менән мине тотоп алдылар. Нишләп эштән ҡасып йөрөйһөң, тип хужаларына алып килделәр. Бүлмәлә бер нисә кеше бар ине. Хужа тигәндәре шикләнеп кенә ҡарап:
– Нишләп был тирәлә йөрөйһөңмө? – тине.
– Иремде эҙләп килдем, – тием.
– Һин ниндәй ҡыйыуһың, – ти. – Бында берәү ҙә яҡын килергә ҡыймай.
– Ә мин килдем, ҡайҙа минең ирем? Ул ошонда һарай эсендә эшләй, – тинем.
Бабай эргәһендәгеләр менән һөйләшеп алды ла, ирең кем, тип һораны. Исемен әйткәс, уны табып килтерергә ҡушты. Абид мине күреп ҡурҡып китте.
– Сара, һин нишләп бында? – тип мине ҡосаҡлап алды.
– Һине эҙләп килдем. Нишләп ҡайтманың?
– Ул башҡа ҡайтмаясаҡ, – тине өлкәндәре.
– Нишләп?
– Мин яңылыш бик ҡиммәтле әйберҙе төшөрөп ебәреп ярҙым, шуға мине бикләп ҡуйҙылар.
– Үҙем дә һиҙмәҫтән, һеҙгә таш йәлме, ана бит тулып ята, – тип ҡысҡырҙым.
– Бында тауыш күтәрергә нисек баҙнат итәң, бикләгеҙ икеһен дә, – тип ҡысҡырҙы өлкәндәре.
Һаҡсылар ҡулды ҡайырып тотоп алды.
– Юҡ, теймәгеҙ, ни эшләйһегеҙ, минең балаларым ҡалды унда.
– Бикләмәгеҙ, ауыр эшкә ҡушығыҙ бындай әрһеҙ ҡатынды.
– Бала саҡта ла ҡыйыу инең, сит ерҙә лә шулай булып ҡалғанһың икән, Сәриә, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Йәмил ағаһы.
– Эй, ҡуй инде. Унда минең балаларым ҡалды, ебәрегеҙ мине, – тип ялбарыуым бушҡа булды. Улар кеше ҡайғыһын аңлай торған зат түгел. Һарай эсенә инә алмай аптырай инең, бына ҡара инде һарайҙы, тип үҙемде әрләйем. Мин ғәйепле барыһына, тип ирем өҙгөләнә. “Балаларҙы, моғайын, Кара алыр”, – тип йыуатҡан була үҙе мине. Ярай Абидымдан айырманылар. Шахтанан килгән вагонетка­ларҙы бушатҡан ергә эшкә ебәрҙеләр. Килеп эләккәс тә башҡа тотҡондарҙан, нисек ҡасырға була, тип һораным. Бынан бер нисек тә ҡасып булмай, тинеләр. Юҡ, мин сығасаҡмын. Һеҙҙең һымаҡ бөтәһенә баш эйеп түҙергә теләмәйем, тип уйланым. Ирем менән ҡасыу юлын эҙләй башланыҡ. Минең балалар өсөн өҙгөләнеүемде күреп, Абид хужалары менән осрашыуҙы һораны. Әммә уны борсоғаны өсөн иремде бер нисә көнгә айырым бүлмәгә бикләп ҡуйҙылар. Бер көн шулай вагонеткаларҙы бушатҡанда башҡа ҡыйыу уй килде. Уларҙы бушатҡас бит кире тышҡа сығаралар. Кеше күрмәгәндә унда төшөп ятырға... Тик нисек һиҙҙермәй һаҡсылар эргәһенән үтергә? Берәй нисек уларҙың иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә кәрәк. Бының өсөн беҙгә ҡасырға ярҙам иткән дуҫтар табырға ине. Иремдең яҡшы таныштары килеп сығып, беҙгә ярҙам итергә булдылар. Бер көн вагонеткаларҙы бушатып бөтөп, улар тау тишегенән сыға башлағанда, шау-шыу ҡупты. Тотҡондар һуғышып китте. Беҙ шул мәлдән файҙаланып, вагонеткаға һикерҙек. Сығып еткәс, унан һикереп төшөп ҡалырға кәрәк ине. Алыҫыраҡ киткәнбеҙ, вагонеткалар таш сығарған шахтаға етеп бара. Һикереп сығып, ситкә ҡасып өлгөрмәнек, шахталағы һаҡсылар күреп ҡалып, баҫтыра башланы. Хатта ут астылар, ирем үҙе менән мине ҡапланы: “Ҡас”, – тине ул. Һаҡсылар уға тотҡарланғансы, мин ары йүгерҙем. Баш осомда нимәлер ялт-йолт итте, ут сәсрәне, бер нимәгә иғтибар итмәй йүгерҙем дә йүгерҙем. Нисек үҙебеҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡанды ла һиҙмәнем! Бына мөғжизә! Аяҡтарым үҙенән-үҙе өйөбөҙгә алып килгән икән.
– Сәриә һөйләүҙән туҡтап илап ебәрҙе. “Минең ирем... Уны үлтерҙеләр... Ә балаларым?! Улар минһеҙ нишләр?”
Йәмил кеше ышанмаҫлыҡ, төшкә лә инеп сыҡмаҫлыҡ был хәлгә аптырап тик ултырҙы. Аҡҡан һыуға ҡарап ултырыу ҡалай рәхәт икән, тигән уй килде нишләптер башына. Бына бер ағас ағып килде, боролошта нимәгәлер эләгеп торҙо ла кире ағып китте. Күҙҙән дә юғалды. Их кешенең борсоу-ҡайғылары ла шулай еңел генә ағып китеп юғалһындар ине, тип ауыр көрһөндө. Шунан һаҡ ҡына:
– Һеңлем, һин һөйләгән донъя ҡайҙа һуң ул? – тип һораны.
– Белмәйем, ағай. Нисектер еңел генә бер донъянан икенсеһенә барам да сығам. Мин әллә тылсым эйәһеме икән? Нишләп атыу элегерәк килеп сыҡманым үҙебеҙҙең яҡҡа?
Йәмил әкрен генә тороп:
– Һеңлем, әйҙә һин юғалған ерҙе барып ҡарайыҡ, – тине.
Бала саҡтағылай һеңлеһен етәкләп, Сәриә юғалған ергә киттеләр. Бына һарыҡ фермаһы. Унда күптән һарыҡтар юҡ инде. Трансформатор урынында. Тик ул бер нимәгә лә тоташмаған, сымдары ғына һәлберәп төшөп тора. Йәмил трансформаторға ҡарап барып, аяҡ аҫтында ятҡан оҙон таяҡҡа эләгеп ҡолап китә яҙҙы. Шунан асыуланып һөйләнә-һөйләнә таяҡты ситкә алып ташланы. Таяҡ уйламағанда трансформатор сымдарына эләгеп, улар сырмалып китте. Шул мәл иҫ китерлек күренеш асылды. Уларға яҡын ғына ниндәйҙер кешеләр пәйҙә булды. Йәмил асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп торған арала, теге яҡтағы кешеләр юҡҡа сыҡты. Нимә булды әле был? Кешеләр ҡайҙан килеп сыҡты? Ә ҡайҙа юғалдылар? Йәмил ни әйтергә белмәй шаңҡып тик торҙо. Аптырап тирә-яғына ҡаранды. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Бөтәһе лә элеккесә. Туҡта! Сәриә һөйләгән икенсе донъя күрендеме әллә? Бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел. Улай тиһәң, ниндәй кешеләр күренеп ҡалды һуң эргәләрендә генә? Әллә ысынмы икән? Ә ул һеңлеһе аҡылдан яҙғандыр тип уйлағайны. Икенсе йәки параллель донъяға барып сыҡҡан буламы инде былай булғас? Ысынлап та, параллель донъя бар микән ни?.. Ике параллель бер аралыҡта китеп бара ла, ниндәйҙер урында яҡыная, ана шунда улар бер-береһенә төкөшкәндә бер параллелдән икенсеһенә юл асыла. Был турала фантазияны ҡайҙа уҡыны әле Йәмил, иҫләмәй. Хәҙер шул уҡыған фантазияһы ысын булып сыға түгелме?
Күргәндәренән бер аҙ иҫенә килеп, Сәриә лә:
– Ағай, мин шул икенсе донъяла йөрөнөммө икән ни? Ул нисек була инде. Үҙе яҡында ғына, үҙе күренмәй. Нимә был? – тип өҙгөләнде.
– Тыныслан, һеңлем, әйҙә ҡайтайыҡ, – тине Йәмил. – Миңә уйларға кәрәк. Һөйләшмәй яй ғына ҡайттылар. Йәмилдең башында төрлө уйҙар ҡайнаны. Егерме йыл тирәһе асылмай торған параллель донъя нисек хәҙер асыла башлаған. Күрәһең, теге ваҡыт һеңлеһе юғалғанда трансформаторҙы йәшен атҡан. Кисә лә йәшен бер нәмәне атты тип уйлағайным, ошо трансформаторға эләккән инде. Трансфор­маторҙа заряд барлыҡҡа килеп, сымдар йәшен утынан электрланған. Тимәк, ошо ерҙә ике параллель донъя бер-береһенә төкөшөп үтә. Бер яҡтан икенсе яҡҡа юл асыла. Уйланып килеп, нисек ҡайтып еткәндәрен дә һиҙмәнеләр.
Ҡайтыуҙарына иһә тупһала ҡунаҡ көтөп ултыра. Кем тиһегеҙме? Күптән инде хәбәр-хәтере булмаған Усман.
– Иҫәнме, Йәмил ағай, кәләш алдыңмы әллә? Һәйбәт булған, – тип Йәмилде ҡосаҡлап алды. – Ә мин һаман яңғыҙ, – тине моңһоу ғына. – Тыуған яҡтар һағындырҙы, – тип ҡарашын урманға күсерҙе. – Ҡайтып күрәйем тинем. Уҡыуҙы бөткәс сығып киткәйнем, шунан алып ҡайтҡан юҡ бит, әсәй бында йәшәмәгәс. Шулай ҙа өй һәйбәт торған. Иртән барып алып ҡайтам әле үҙен. Ҡасандан күрше ауылда апайҙарҙа йәшәй. Әҙерәк үҙ өйөндә йәшәһен, – тип һөйләнде һаман.
Йәмил дә, Сәриә лә өндәшмәне. Уларҙың шым тороуына шунда ғына иғтибар итте Усман, яңынан улар яғына әйләнде:
– Таныштыр инде еңгәй менән.
– Һеңлем Сәриә.
– Сәриә? – тип ҡабатлап һораны Усман. –Ниндәй һеңлең Сәриә? Ул бит юғалды, – тип Сәриәгә текләне. Бер килке текләп торғас:
– Сәриә?! – тине тағы ла. Быуындары тотмағандай яйлап ҡына тупһаға ултырҙы.
– Усман? – тине Сәриә. – Усман бит был, Йәмил ағай, Усман! Һаумы, Усман! Һин үҙгәрмәгән дә кеүекһең.
Өндәшмәне Усман, шаңҡығайны. Бәләкәй генә саҡта юғалған сибек ҡыҙыҡай һылыу ҡатынға әйләнеп алдында тора. Ул күргәненә, ишеткәндәренә ышана алмай Сәриәгә текләне. Ҡаршыһында торған ҡатында таныш һыҙаттарҙы эҙләне. Биленә төшөп торған толомдар, ҡуйы ҡара ҡаштар. Танау эргәһендәге миң. Башына һуҡҡандай булды шул саҡ. Был бит Сәриәнең миңе! Шул миң арҡаһында төрлө ҡыҙыҡтар булып бөтә торғайны. Уны нисек кенә үсекләмәне Усман: “Әсәйең һиңә тыуғас та юғалмаһын тип тамға һалған. Ҡурҡма, юғалһаң да һине тиҙ генә табасаҡтар. Иң беренсе оҙон танауың күренәсәк. Шунан уның эргәһендәге тамғаң”. Тәүҙә Сәриә үсегеп илай ине, аҙаҡ үҙе үсекләшә башланы: “Әсәйем, бындай миң артистарҙа ғына була, тине. Бына мин артистка булып китһәм, шул миңемде ҡарар өсөн генә килерһең әле. Эйе, мин бер ваҡытта ла юғалмаҫмын, төштәреңә лә инермен”. Юғалмаҫмын, тигәйне лә... Ә төштәренә инде, ысынлап та. Миңен һыйпап, йылмайып тора торғайны. Бындай мәлдә Усман аптырай ине, күптән инде юғалған был ҡыҙ нишләп минең төшкә инә? Сәриә тере булған, бына ни өсөн төштәренә ингән. Ҡайҙа булған ул, нишләп быға тиклем ҡайтмаған, әле ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бала саҡтағы сибек ҡыҙ ҡатын ҡорона ултырып тулыланған, матурайған, бер ҡараштан сихырлаған гүзәл затҡа әйләнгән.
– Усман, әйҙә, – тип өйгә саҡырҙы Йәмил. – Сәриә, самауыр ҡуйып ебәр, мәтрүшкә һалып сәй эсйек, һин йәшәгән ерҙә улар булмағандыр.
Йәмил өйгә инеп китте. Усман Сәриә янында ҡалды.
– Ҡайҙа юғалдың, Сәриә? Беҙ бит бында саҡ аҡылдан яҙманыҡ. Ә әсәйең? Уның нисек ҡайғырыуын Хоҙай үҙе генә беләлер.
– Эй, Усман, – тине Сәриә. – Минең ҡайҙа булыуымды һөйләү өсөн бер төн кәрәктер. Еңел генә аңлатып булмай шул.
– Мин ашыҡмайым, Сәриә. Яйлап һөйләрһең.
– Усман, – тип көлөп ебәрҙе шунда Сәриә. – Һин бүләк иткән балдаҡ һаман да бар.
– Ысынмы, һин уны һаҡланыңмы ни, Сәриә?
– Һинең миңә балдаҡ бүләк иткәнеңде белһәләр көлөрҙәр тип, мин уны йәшереп ҡуйҙым. Өйҙөң бүрәнә араһына ҡыҫтырғайным. Шул балдаҡ нишләптер ҡапыл иҫемә төштө, йүгереп сығып ҡараһам, тора урынында, – тип, балдаҡты алып күрһәтте лә кире урынына тығып ҡуйҙы.
Сәй янында ул-был һөйләшеү булманы. Унан һуң Сәриә, арыным, ял итеп алам, тигәс, ирҙәр тәмәке көйрәтергә тышҡа сыҡты. Йәмил яйлап һүҙ башланы:
– Ҡайҙа юғалғанын Сәриә һеңлем аныҡ ҡына үҙе лә белмәй. Бына һин, Усман, параллель донъя булыуына ышанаһыңмы?
– Ниндәй параллель донъя?
– Беҙҙең ерҙән башҡа ҡайҙалыр икенсе донъя барлығына.
– Кит, юҡты һөйләмә, тағы ниндәй донъя булһын?
– Ә мин барҙыр, тип уйлайым. Сәриә һеңлемдең ҡапыл юғалып, яңынан килеп сығыуын нисек аңлатырға?
– Бәлки, ул иҫен юғалтып, берәй ауылда йәшәп ятҡандыр, шунан иҫенә килгәс, ҡайтҡан.
– Уның үҙ тормошо тураһында миңә һөйләгәндәре күрше ауыл тормошона оҡшамаған шул.
Хушлашып, үҙ өйө яғына атлаған Усман артынан, “ҡайҙан килеп сыҡты әле был, нисә йыл ҡайтмаған кеше. Әйтерһең, Сәриәнең ҡайтыуын көтөп торған, тып итеп килеп төштө. Әллә бергә булғанмы былар? Ярай, иртәгә күҙ күрер”, тип уйланып ҡалды Йәмил.
Икенсе көн дауыллы ямғырҙан башланды. Шунда Йәмилдең башына ҡыҙыҡ уй килде. Ул Усманға йүгерҙе. Әле йоҡонан айнып етмәгән Усманды ашыҡтырып иҫке һарыҡ фермаһы яғына алып китте. Бер ни аңламаған Усман нимә булды тип һорап ҡараһа ла, барғас күрерһең, тип бер нимә лә әйтмәне. Бына улар трансформатор янында тора. Ҡапыл көслө ел иҫеп, трансформаторҙың һәлберәп торған сымдары сырмалып китте. Шул мәл яҡында ғына томан эсендәге кеүек кешеләр күренеп ҡалды. Унан асығыраҡ күренделәр. Улар кәйлә менән таш сығара, алыҫта быяла һарай күренә. Яйлап был күренеш юғалды. Йәмил, быны икенсегә күрһә лә, Усман ыңғайына иҫе китеп ҡарап торҙо. Һүҙ әйтерлек хәлгә килгәс, Усман күҙен тултырып Йәмилгә әйләнеп ҡараны:
– Йәмил, нимә булды ул был? Теге кешеләр ҡайҙан килеп сыҡты? Нишләп ҡапыл юғалдылар? Мин әллә төш күрәмме тиһәм...
Йәмил көлөп ебәрҙе үҙе лә һиҙмәҫтән.
– Бына, Усман, ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, был параллель донъя булды. Беҙҙең Сәриә бынан 20 йыл элек ошо донъяға барып эләккән һәм уйламағанда яңынан был яҡҡа килеп сыҡҡан. Мин бөгөн быға, ысынлап та, инандым.
– Юҡ, был мөмкин түгел, был әкиәт.
– Әкиәт булһа, әлеге кешеләр ҡайҙан килеп сыҡты, күҙемә күренде тип уйлайһыңмы? Башыңа эҫе ҡабырға көн эҫе түгел. Йоҡламайым, шикелле, тип үҙең әйттең, сөнки йоҡлап ятҡан ереңдән мин һине уятып алып сыҡтым.
– Йәмил, әгәр ысын булһа, ул ҡапҡа тип әйтәйем инде теге яҡҡа нисек асыла?
– Күрәһеңме, иҫке трансформатор тора. Фантастик китаптарҙа яҙылғанса, параллель донъялар ниндәйҙер урында яҡынайып, төкөшөргә мөмкин. Күрәһең, бына ошо ерҙә улар бер-береһенә тейеп үтә лә шул ваҡытта ҡапҡа асыла.
– Йәмил, был ҡалай ҡурҡыныс. Башҡа кешеләр теге яҡҡа барып сыҡһа, йә улар беҙгә килеп инһә? Һин бөтә сәбәп ошо трансформаторҙа тиһең инде? Ул шулай егерме йыл буйы асылмай торғанмы?
– Кем белә инде уны, күреп һөйләгән кешеләр осраманы быға тиклем. Кеше лә был яҡҡа һирәк йөрөй бит хәҙер. Ямғыр ваҡытында сымдар сырмалып китһә, асыла инде. Бәлки, башҡа ваҡытта ла асылалыр, тикшереп ҡарар кәрәк.
– Нимәгә ул. Әйҙә уны емерәйек. Кем белә, тағы кем берәйһе барып эләкмәҫ тимә.
– Юҡ, беҙ уны емерә алмайбыҙ.
– Нишләп?
– Унда Сәриәнең балалары ҡалған. Уларҙы был яҡҡа алып сығырға кәрәк. Бөгөн төнө буйы уйланып сыҡтым шул турала. Сәриә балалары өсөн бик өҙгөләнә. Мин уның ғазапланыуын күтәрә алмайым. Ул теге яҡҡа юлды белә бит. Балаларым, тип яңынан сығып китһә, уны мәңгегә юғалтасаҡмын.
– Һин үҙ аҡылыңдамы, ни һөйләйһең? Уларҙы нисек алып сыҡмаҡ булаһың?
– Һинең ярҙамың кәрәк буласаҡ инде, Усман. Был эште бер үҙем атҡарып сыға алмаясаҡмын.
– Дәә, һине ахмаҡ тиһәң, үпкәләрһең, әйтмәһәң, башҡа һүҙ таба алмайым.
– Эй, Усман, бала саҡта разведчик булып уйнаманыңмы әллә, дошман тылына үтеп инеп, төрлө батырлыҡтар ҡылғың килмәнеме?
– Ул бит бала саҡта, уйын ғына.
– Ә бына беҙ... Мин ысын әйтәм, Усман, бала саҡтағы ана шул хыялды тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Кире осраҡта Сәриә яңынан күрше донъяға китәсәк. Уйла, Усман! Мин һеңлемде яңынан юғалтырға йыйынмайым. Һин риза булмаһаң, үҙем был ҡурҡыныс эшкә тотонасаҡмын. Әйҙә, ҡайттыҡ.
Ауылға тиклем улар һөйләшмәне. Һәр кем үҙ уйҙарына сумған ине. Усманға Йәмилдең әйткәне башҡа һыймаҫлыҡ хәл булһа, Йәмил өсөн хәл ителгән мәсьәлә, тик нисек атҡарып сығыу юлын ғына табырға кәрәк.
Өйөнә ҡайтҡас, Усман бар тормошон күҙ алдынан үткәрҙе. Эйе, Сәриә менән бергә уйнап үҫтеләр. Унан Сәриә юғалды. Ул ваҡытта мөхәббәттең ни икәнен бар тәрәнлегендә аңламаған Усмандың күңелендә шул тиклем ҙур бушлыҡ барлыҡҡа килгәйне, йөрәге янғайны. Ваҡыт үтеп, егет ҡорона инде. Яйлап Сәриәне онотто. Мәктәпте тамамлағас, ҡалаға уҡырға китте, шунда эшкә ҡалды. Ювелирға уҡыны ул. Эше һәйбәт булды. Насар йәшәмәне, донъяһы теүәл. Тик ниндәйҙер күңел бушлығы уға бәхетле йәшәргә бирмәне. Мөхәббәттән дә уңманы үҙе. Берәй ҡыҙға тәҡдим яһауҙан нимәлер тотҡарлай килде. Күңел төбөндә һаҡланған бәләкәй ҡыҙ Сәриә ҡай саҡ төштәренә инеп, алыҫтан моңһоу ғына йылмайып тора торғайны. Бына шул Сәриә хәҙер өнөндә яҡында ғына, әммә төштәге кеүек алыҫта. Ни эшләргә, эшкә китергәме, Сәриәне тағы төштә күрергә? Әллә өнөндәге Сәриәнең ғазаптарын бөтөрөү өсөн Йәмил әйткән мажаралы сәфәргә тәүәккәлләргәме? Нишләп ул тап Сәриә табылған мәлдә ҡайтып төштө әле? Быға тиклем ауылға ҡайтыу уйы юҡ ине бит. Һуңғы көндәрҙә ауылы үҙенә тартып, отпуск алып сыҡты ла китте. Бында ниндәйҙер хикмәт бар, күрәһең. Атыу нимәгә уға ашҡынып үҙен берәү ҙә көтмәгән ауылға ҡайтып төшөргә. Шундай икеле уйҙарға бирелеп ултырғанда, Сәриәнең көлгән тауышын ишеткәндәй булып һикереп торҙо. Юҡ, икенсегә юғалтмаясаҡ ул Сәриәне, ул әҙер разведчик уйынын уйнарға. Шундай ҡарарға килеп, Усман Йәмилдәргә табан атланы.
– Йәмил, – тип ҡысҡырҙы өйгә инеп тормай.
Уның тауышына килеп сыҡҡан Йәмилгә һүҙ әйтергә бирмәй:
– Нишләп ҡарап торманың, аҡтар байраҡты урлаған бит, – тине.
Йәмил был алйыған инде әллә тип уға аптырап ҡараны.
– Һуң үҙең разедчик уйынын уйнайыҡ тинең бит, әйҙә дошман тылына, байраҡты барып алайыҡ.
Йәмил көлөп ебәрҙе. Бала саҡта аҡтар-ҡыҙылдар уйынын уйнай торғайнылар шул.
– Усман, аҡтарҙан байраҡты алыу, уларҙы алдауы ҡыйын булмаҫ, сөнки беҙ уларҙан айырылмайбыҙ. Был эш беҙгә ниместәрҙең тылына инеү менән бер буласаҡ. Улар өсөн беҙ ят кешеләр, телен дә белмәйбеҙ, – тине, шаярыуын дауам итеп.
– Мин риза, – тине Усман етдиләнеп, – беҙ Сәриәгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Тик, Йәмил, ул ҡапҡа йәшенле көндә генә асыламы, әллә башҡа көндәрҙә лә асып буламы, беҙгә башта шуны тикшереп ҡарарға кәрәк. Бөгөн ямғыр яуҙы, иртәгә барып ҡарарбыҙ, көн аяҙ булһа.
Иртәгәһенә төшкә табан улар, Сәриәгә балыҡҡа барабыҙ тип сығып, трансформатор янына килделәр. Ҡармаҡ таяҡтары менән тимер сымдарҙы төрлөсә һелкетеп ҡаранылар, бер нимә лә килеп сыҡманы. Йәмил йәне көйөп күләүектә ятҡан ҙур ғына таяҡты алып, нишләп асылмайһың, тип трансформаторға ташлап ебәрҙе. Сымдар бер-береһенә сырмалып, ут сәсрәп китте лә, тағы иҫ киткес күренеш асылды. Эшләп йөрөгән кешеләргә яҡын ғына бейек таш өҫтөндә ниндәйҙер йәш ҡатын әллә уҡып, әллә яҙышып ултыра ине. Ул да Йәмилдәрҙе күргәндәй булды, улар яғына текләп ҡараны, китабын онотоп. Сырмалған тимер сымдар бер-береһенән ысҡынғас, теге яҡтағы кешеләр юҡҡа сыҡты. Тимәк, ҡапҡа ямғыр ваҡытында, йәғни сымдарға һыу тейеп, улар сырмалһа асыла. Аяҙ көндә асыу өсөн уға һыу һиптерергә кәрәк, шуны асыҡлағас, ҡайтырға сыҡтылар.
– Әйҙә беҙгә, – тине Йәмил. – Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәр боронғолар, һөйләшәйек.
Уларҙың уйын белгәс, Сәриә албырғап ҡалды.
– Бик хәтәр, ҡурҡыныс эш уйлағанһығыҙ түгелме? Нисек атҡарып сығырға уйлайһығыҙ инде? Һаҡсыларға тотолһаҡ, харап булыуыбыҙ бар бөтәбеҙҙең дә.
– Бына шуның өсөн дә план ҡорорға, һаҡсыларға тотолмау яйын уйларға кәрәк инде беҙгә.
– Ярай, ул яҡҡа сыҡтыҡ та, ти, кире нисек сығырбыҙ, беҙгә был яҡҡа ҡапҡаны кем аса?
– Эйе шул, – тине Усман. – Йәмил, һиңә бында ҡалырға тура килер. Һөйләшелгән ваҡытта беҙгә юлды асырһың.
– Нисек ҡалам, һеҙ икәү генә унда?
– Эйе, Йәмил ағай, Усман дөрөҫ әйтә, һин ҡал, әҙерәк кеше иғтибарҙы ныҡ йәлеп итмәҫ.
Шулайтып Йәмилде ҡалдырып, икәүһе сығырға булдылар күрше донъяға.
Иртәгәһенә таң менән икенсе донъяға алып сығасаҡ урынға йүнәлделәр. Сымдарға һыу һиптереү өсөн ҡулайламаларҙы төнө буйы әҙерләнеләр. Һыу һиптергесте эшкә ҡушып, Йәмил өйҙән алып килгән оҙон көрәк һабы менән сымдарҙы сеймәлтеп ебәрҙе. Яйлап ҡына икенсе донъя күренеше асылды. Ныҡ иртә булғас, артыҡ хәрәкәт һиҙелмәй ине. Усман менән Сәриә сығып китеү менән, ҡапҡа ла юҡҡа сыҡты.
Теге яҡҡа барып сыҡҡас, Сәриә һаҡсыларға тотолмаҫ өсөн үҙе генә белгән юлдарҙан Усманды ауыл яғына алып китте. Сөнки бала саҡта ҡайтыу юлын эҙләп күп ҡыҙырҙы был ерҙәрҙе. Өйөнә тура алып барманы Сәриә, бындағы ят тормошто, хәйерселекте күреп иҫе киткән Усманды ашыҡтырҙы. Улар Сәриәне көтөп үҫтергән Караның өйөнә килде. Кара Сәриәне күреп, илап ебәрҙе. Сәриәнең улар телендә һөйләшеп ҡатынға һыйынғанын Усман шым ғына күҙәтеп торҙо, өйҙө байҡаны. Сәриә бындағы тормош тураһында уларға һөйләгәйне инде, шулай ҙа үҙ күҙең менән күреү икенсе төрлө шул... Ғәжәпләнерлек нәмәләр күп. Кара Сәриәнең тере булыуына ышанмай, илай-илай нимәлер һөйләне. Ул Сәриәне башняла тотҡонда тип уйлаған. Иренең тере булыуына, балаларҙың Карала икәненә өмөтләнгән Сәриәнең өмөттәре аҡланманы. Һаҡсылар утынан уны һаҡлап, үҙе һәләк булған шул һөйөклөһө.
– Ә балаларым? Балаларым ҡайҙа? Мин улар бындалыр тип килдем бит, – тине Сәриә.
– Беҙ уларҙы йәшереп өлгөрмәнек. Уларҙы һаҡсылар тотоп алыуын ғына күреп ҡалдыҡ. Нисек тиҙ тапҡандарҙыр?
Сәриә тере ҡайғыға ҡалды. Кара яңы иҫенә килгәндәй Усманға иғтибар итте. “Был кем?” – тип һораны. Унан һин ҡайҙа булдың тип һорауҙарын теҙеп ташланы. Уларҙың ят телдә һөйләшеүен аңламаған Усман тышҡа сығып тирә-яҡты байҡарға булды. Ҡояш нурҙарына төрлө төҫкә инеп ялтыраған быяла һарайҙы күреп ғәжәпкә ҡалды. Шунан иҫе китеп ҡолап китә яҙҙы.
– Сәриә, Сәриә! – тип ҡысҡырҙы үҙ-үҙен онотоп. Уның ҡысҡырыуына ҡото осоп килеп сыҡҡан Сәриәнән:
– Был ялтыр һарай ниндәй таштан төҙөлгән? – тип һораны.
– Хәҙер күрһәтәм, – тип, Сәриә эскә инеп китте лә ялтыр, эшкәртелгән ташты тотоп сыҡты.
Усман уны ҡулына алып, бер ташҡа, бер һарайға ҡараны. Уның ҡыланышын аптырап күҙәткән Сәриә.
– Нимә булды? – тине.
– Беләһеңме, Сәриә, был ниндәй таш?
– Ниндәй?
– Был алмас. Ә ҡояшҡа ялтырап ултырған матур һарай – гәүһәр һарай.
– Нимә? Хәҙер Сәриәгә ғәжәпләнергә сират етте. – Ниндәй гәүһәр булһын, ябай быяла.
– Ябай быяланан бындай башня төҙөп булмай. Алмас – бик үҙенсәлекле минерал.
– Кит юҡты! Кеше ышанмаҫлыҡ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр.
– Сәриә, мин бит ювелир. Оҙаҡ йылдар ҡиммәтле таштар менән эшләнем. Ысынды ялғандан бик һәйбәт айырам.
Хәҙер инде Сәриәгә ғәжәпләнер сират етте.
– Һе, гәүһәр тине ул. Ә бындағы халыҡ шундай ҡиммәтле таш сығарып ятҡанын да белмәй бахырҙар. Хазина өҫтөндә ултыралар, ҡот осҡос хәйерсе йәшәйҙәр. Күрәһең, алмас уларҙа ҡиммәтле таш һаналмай. Бәлки, улар ҡиммәтле ташҡа бөтөнләй табынмайҙыр. Беҙҙә генә бит кеше уның өсөн аҡылдан яҙа. Йә, Хоҙай, берәйһе беҙҙең яҡтан белеп ҡалмаһын, ҡот осҡос хәл буласаҡ.
Усман менән Сәриәнең ни тураһында шулай ҡыҙып һөйләшеүен аңламаған Кара ғәжәпләнеп ҡараны уларға.
– Ә унда башня эсендә кемдәр йәшәй, улар нимә менән шөғөлләнә һуң?
– Унда бик белемле, уҡымышлы кешеләр ултыра, тиҙәр. Көнө-төнө төрлө һынауҙар үткәрәләр.
– Минең дә унда инеп ҡарағым килә, Сәриә.
– Теләмәһәң дә инергә тура килә инде, балалар шунда бит.
– Ә балаларҙы улар ни эшләтә?
– Балалар унда робот һымаҡ, аҙаҡ үҙҙәре кеүек хисһеҙ кеше яһайҙарҙыр инде. Мин бит уларҙы күрҙем, көлмәй ҙә, шаярмай ҙа, бик етди ҡиәфәттә йөрөйҙәр. Минең балаларым да шундайға әйләнерме икән? Уларҙы ҡабат күрә алмаҫмын инде. Эргәләрендә йөрөгәнмен бит. Үҙебеҙ ҡасҡанда уларҙы ла алып сығыр инем. –Сәриә илап ебәрҙе.
– Туҡта, Сәриә, алдан ҡайғырмай тор, берәй юлын уйлап табырбыҙ. Беҙгә нисек тә һарайға инергә кәрәк. Ҡараңғы төшкәс, юлланырбыҙ.
– Юҡ, көндөҙ барабыҙ.
– Беҙҙе тотоп алһалар?
– Беҙ кейемде алмаштырырбыҙ. Каралар эшләгән шахтаға ҡуша барып, шул тирәнән башняға инеү юлын ҡарарбыҙ.
Сәриә үҙенең ҡайҙа булыуын Караға аңлатып ҡараны. Уныһы бик иғтибар менән тыңлаһа ла, аңламаны, шикелле. Усманға әленән-әле шикле ҡараш ташлап алды. Әллә башнянан килгән шымсы тип уйланы.
Кейемдәрен алмаштырып, Караға эйәреп шахтаға табан киттеләр. Унда еткәс, Сәриә икенсе әсәһе Кара менән хушлашты. Үҙенә һырынған, бәләкәйҙән яратып көтөп үҫтергән Сараһы менән бөтөнләйгә хушлашыуын һиҙҙе Кара. Бындағы тормошто бер ҡасан да ысын итеп ҡабул итмәгән, һәр саҡ икенсе матур тормош тураһында хыялланған, башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙы ҡасан да булһа унан айырылып китер, тип һәр ваҡыт көтөп йәшәне. Бына ул көн етте. Күңеле тулыуҙан Сәриәгә:
– Мине онотма! – тип кенә әйтә алды.
Караны шахтала ҡалдырып, башня яғына юлландылар. Әммә уйламағанда таш өҫтөндә яҙышып ултырған ҡатын янына килеп сыҡтылар. Ул ҡурҡып быларға ҡарап ҡатып ҡалды. Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Башнянан осоп сыҡҡан космолет уларҙың баш осонда өйөрөлөп йөрөнө лә ергә ҡолап төштө, тирә-яҡҡа осҡондар сәсрәне. Усман Сәриәне етәкләп хәүефһеҙ урынға йүгерҙе. Ҡатын да уларға эйәрҙе. Күп тә үтмәй көслө шартлау яңғыраны. Шартлау тулҡыны был өсәүҙе күтәреп ситкә алып ырғытты. Иҫтәренә килеп, күҙҙәрен асһалар, Йәмил тора ҡаршыларында.
– Ни булды, беҙ нишләп был яҡҡа килеп сыҡтыҡ?
– Бында ҡапыл трансформаторҙа ут сәсрәп китте лә һеҙ осоп килеп сыҡтығыҙ, – тине Йәмил, үҙе лә аптырап.
Ыңғырашҡан тауыш ишетеп өсөһө бер юлы әйләнеп ҡараны. Арыраҡ теге яҡта таш өҫтөндә ултырған ҡатын ята ине китабын ҡосаҡлап. Аптырашып бер-береһенә ҡарашып алғас, уның янына йүгерҙеләр. Ул тороп ултырҙы. Һары сәстәре яурынына төшөп торған күк күҙле һылыу ҡатын ҡурҡып тирә-яғына ҡаранды. Янында торған кешеләргә иғтибар ҙа итмәй йәшел үләнде һыйпаны. Аҡрын ғына урынынан торҙо. Берауыҡ урманға ҡарап торҙо. Ҡулын һелтәп үҙ телендә нимәлер һөйләне. Уны хатта Сәриә лә аңламаны. Шунан ғына эргәһендә уның ҡыланышын күҙәтеп торған был өсәүҙе күреп ҡурҡып китте. Ике ҡулы менән башын тотоп яйлап ҡына ергә сүгәләне. Йәмил тиҙерәк аңына килде.
– Был иҫен юғалтты түгелме? Быны ҡайҙан алдығыҙ, уны бында ҡалдырып булмай инде, алып ҡайтырға кәрәк, – тип ҡатынды күтәреп алды һәм ауылға табан атланылар. Шулай уйламағанда гәүһәр һарайҙан йәш ғалим ҡатын икенсе донъяға килеп сыҡты.
Өйгә алып ҡайтҡас, ул иҫенә килеп, күҙен асып ҡараны ла тыныс ҡына йоҡлап китте.
Иртә менән һыйырын һауырға сыҡҡан Йәмил әкәмәт күренешкә тап булды. Теге яҡ ҡунағы урамда рәхәтләнеп күбәләк баҫтыра, унан йүгереүенән туҡтап, ҡулын ҡояшҡа күтәреп өйөрөлә. Иртәнсәк кенә һайраған ҡоштар тауышын тыңлап туҡтап тора ла тағы күбәләк артынан йүгерә. Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо уны Йәмил. Үҙен күҙәткәнде һиҙеп, Йәмилгә әйләнеп ҡараны. Ниҙер әйтергә теләне лә туҡтап ҡалды. Шул мәл Сәриә килеп сыҡты. Ҡатын сәрелдәп килеп Сәриәне ҡосаҡлап алды ла ҡуша өйөрөлтә башланы. Өйөрөлөп арығас, ҡыҙып-ҡыҙып Сәриәгә ниҙер һөйләй башланы. Сәриә көлөп ебәрҙе. Ике ҡатын ят телдә ниҙер һөйләшергә кереште. Һыйырҙы күргәс, ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе лә Сәриәнең артына йәшенде. Унан урамда соҡоноп йөрөгән тауыҡтарҙың арттарынан йүгереп бер булды. Бала кеүек ҡыланды инде үҙе. Уны күҙәтеп торған Йәмил Сәриәнән, нимә һөйләй тип ҡыҙыҡһынды. Бындағы тормошҡа иҫе китә. Ул йәшәгән ерҙә бындай йәшел үлән, урман, йырсы ҡоштар юҡ бит. Был ожмахмы, мин ҡайҙа килеп эләктем икән, тип һорай. Бындай матурлыҡты ниндәй ғалимдар тыуҙырҙы икән, тип иҫе китә.
Йәмил һыйырын ҡыуырға китте. Сәриә ҡоҙоҡтан һыу алырға тотондо. Биҙрә менән килеп сыҡҡан яп-ялтыр таҙа һыуҙы күреп һушы китте ғалимәнең. Ҡулы менән эсергә ишаралап күрһәтте. Сәриә биҙрәнән һыу алып бирҙе. Ғалимә үҙ ғүмерендә һыуҙан да тәмле нәмә эсмәгәндәй ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо. Ҡапҡанан инеп килгән Йәмил уны шул хәлдә күреп:
– Әллә тағы иҫтән яҙҙымы? – тине. – Яҙырлыҡ та шул үҙҙәрендәге тормоштан һуң беҙҙәге ожмах кеүек ергә килеп эләк әле.
Шулай ғалим ҡатын һәр нәмәгә балаларса ҡыуанды, һоҡланды, юҡтан ғына ҡысҡырып көлдө. Үҙ өйөнән ситтә булыуына ҡайғырманы ла, шикелле. Көндөҙ Сәриә уны Һаҡмар буйына алып китте. Унда балалар рәхәтләнеп һыу инә ине. Сәриә аулағыраҡ урын табып һыуға төштө лә йөҙөп китте. Йөҙөргә онотмағанмын икән, тип ҡыуанды. Уны ярҙан күҙәткән ғалимә себештәре һыуға төшкән тауыҡ кеүек улай былай йүгеренде. Сәриә һыуҙан сыҡҡас, сәпәкәйләп ҡыуанды. Балаларҙың һыуҙа үҙҙәрен балыҡ һымаҡ тотоуын, рәхәтләнеп сумыуҙарын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Сәриә ситкәрәк барып ултырҙы ла һыу инеп рәхәтләнгән балаларға ҡарап үҙенең улы менән ҡыҙын уйланы. Сәриәнең күңелһеҙләнеүен күреп, уның да үҙе һымаҡ ҡыуанмауына аптыраған ғалимә уға ғәжәпләнеп ҡараны ла янына килеп ултырҙы.
– Һин нишләп күңелһеҙ? – тип һораны.
Сәриә һүҙ әйтә алмай иланы ла ебәрҙе. Уның илауынан ғалимә ҡурҡып китте. Һаман туҡтамаған Сәриәне ҡулынан тотоп һелкетте. Сәриә балаларға күрһәтеп:
– Минең дә балаларым бар ине, тик улар юғалды, – тине.
– Нисек юғалды, уларҙы урланылармы? Әйҙә эҙләйек.
– Юҡ, уларҙы бер нисек тә табып булмай.
Ғалимә ситкәрәк китте, тирә-яғына ҡарап торҙо ла ауылға табан йүгерҙе. Өйгә килеп инеп Йәмилгә нимәлер һөйләне. Ул, әлбиттә, аңламаны. Шунан ҡулы менән яҙған ишара яһаны. Йәмил уның ручка, ҡағыҙ һорауын аңлап ҡалды. Эҙләнеп саҡ бер иҫке дәфтәр табып алып, ручка менән ғалимәгә һуҙҙы. Ғалимә уларҙы эләктереп кире сығып йүгерҙе. Йылға буйына еткәс, таш өҫтөнә ултырып яҙыша башланы. Бер аҙ тынысланған Сәриә уның янына килеп:
– Нимә яҙаһың? – тип һораны.
– Шиғыр яҙам.
– Шиғыр? – тип аптыраны Сәриә. – Ғалимдар шиғыр яҙамы ни?
– Мин буш ваҡытымда гел яҙам. Әле был яҡҡа килеп эләгер алдынан да шиғыр яҙып ултыра инем, нимәлер шартланы. Ҡурҡып ҡолап киттем һәм бында уяндым. Һеҙҙә тыныс, рәхәтләнеп шиғыр яҙырға була.
Бына һиңә мә! Үҙҙәрен Алла һымаҡ күреп, башҡаларҙан өҫтөн торған ғалимдар ҙа шулай хискә бирелә икән.
Кисләтеп Усман инде. Йәмил янына килеп:
– Нисек тота үҙен ҡунаҡ? – тип һораны.
– Хыялыйға оҡшаған, юҡ нәмәгә иҫе китә.
– Китә инде, бында бит уның өсөн яңы донъя, – тине, нимәлер яҙып булашҡан ғалимәгә ҡарап.
– Ул иҫе китмәй ҙә, бына Сәриә ҡайғыра. Уға нисек ярҙам итергә инде, тип ауыр көрһөндө Йәмил. Усман бер аҙ уйланып торғас, ғалимәгә ымланы. Уның ни әйтергә теләгәнен аңламаған Йәмил:
– Нимә?
Усман тағы ғалимәгә ымлап:
– Беҙгә ул ярҙам итәсәк, – тине.
– Нисек?
– Был хыялый ҡатын Сәриәнең балалары булған ерҙә йәшәй бит. Уларҙы алып сығырға ул беҙгә ярҙам итәсәк. Тик нисек итеп күндерергә уны был эшкә?
Усман һаман яҙышҡан ғалимәгә яҡын килде. Ул дәфтәр битен тултырып ниндәйҙер һандар яҙып ташлаған. Ҡулы менән өйгә күрһәтте, Усмандың ҡарап торғанын белгәс. Сәриә Усмандың аптырап торғанын күрҙе лә уның янына яҡын килеп:
– Нимә яҙҙың? – тип һораны.
– Һеҙҙең өйҙөң майҙанын, күпме төҙөлөш материалы киткәнен һанап сығарҙым. Ҡайҙа һеҙҙә шахта, нишләп эшкә бармайһығыҙ, – тип аптыраулы ҡарашын төбәне был өсәүгә.
Уның был һорауына көлөмһөрәп Усман:
– Вәт, математик-шағир. Беҙ уның исемен дә һораманыҡ түгелме?
– Эйе шул, – тине Сәриә.
– Исемең кем?
– Юмна, – тине ғалимә йылмайып.
– Башняла ниндәй эш башҡараһың?
Ҡатын ҡыҙып нимәлер һөйләй башланы. Тик Сәриә күбеһен аңламаны. Усман, Сәриәне ситкә алып китеп, бая ғына Йәмилгә әйткәнен ҡабатланы.
– Һинең балаларыңды тик ул ғына сығарышасаҡ.
– Был булмаҫтай хәл.
– Нишләп булмаһын? Һөйләшеп ҡара.
– Нисек?
– Беҙ һиңә башняға кире ҡайтырға ярҙам итәбеҙ, тик һин дә беҙгә ярҙам итергә тейеш, тип әйт.
Сәриә Усман әйткәнде Юмнаға ҡабатланы. Әммә ул, минең кире ҡайтҡым килмәй, миңә бында оҡшай, тине. Сәриә аптырап ағаһы менән Усманға ҡараны.
– Нимә ти?
– Уның ҡайтҡыһы килмәй.
– Нисек?
– Миңә бында оҡшай, ти.
– Ҡыҙыҡ, – тине Йәмил. – Ярай иртәгә ҡарарбыҙ, аҙыраҡ иҫенә килһен. Моғайын, бер мәл өйөн һағына башлар.
Шул саҡ Юмнаның ҡысҡырып үҙҙәренә табан йүгереүен күреп, аптырап ҡалдылар. Урамдан көтөү үтә икән. Юмна шунан ҡурҡҡан. Уның бит ғүмерҙә лә ундай малды күргәне юҡ. Сәриә Юмнаны йәһәтләп өйгә алып инеп китте.
Иртәнсәк уянһалар, Юмна юҡ. Яҡын-тирәлә күренмәй. Сәриә Усманға йүгерҙе. Күмәкләп эҙләй башланылар. Эҙләй торғас, йылға буйында ике ҡулын сикәһенә ҡуйып моңайып ултырған сағында табып алдылар.
– Был башняһын һағына башлаған икән, – тине Усман ҡыуанып.
Сәриә уның янына барып:“Былай әйтмәйенсә сығып китергә ярамай, беҙ һине эҙләнек, борсолдоҡ, – тине. – Һинең ҡайтҡың киләме?”
Юмна уйламағанда илап ебәрҙе. Матур күк күҙҙәрҙән эре йәш тамсылары тәгәрәп сығыуы Йәмилгә ысыҡ тамсыларын хәтерләтте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡатынға һоҡланып ҡарауын тойҙо. Бындай хисте күптән кисергәне юҡ ине. Яратҡан ҡыҙы икенсе егеткә кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙҙар яғына ҡараманы бүтән. Әле ул ҡарт та түгел, уның йөрәге лә мөхәббәт утынан янып китеүе ихтимал икән дә баһа. Тик ундай мөмкинлеккә күптән ышанмай. Яңғыҙы йәшәргә күнеккән инде.
Сәриә борсолоп Юмнанан:
– Ниңә илайһың, – тип һораны.
– Улар мине тиҙҙән эҙләп табасаҡ. Беҙгә башнянан оҙаҡ сығып йөрөргә рөхсәт ителмәй. Минең тағы ла саҡ ҡына бында ҡалаһым килә.
– Ҡурҡма, улар һине бында бер ҡасан да таба алмаясаҡ. Теләһәң, бөтөнләйгә ҡала алаһың.
– Ысынмы, һеҙ мине ҡыумайһығыҙмы?
– Юҡ. Тик миңә балаларымды ҡотҡарырға ярҙам ит.
– Нисек?
– Улар башняла, йәшереп алып сығырға кәрәк. Унда беҙ һиңә лә ярҙам итәсәкбеҙ.
– Юҡ, булмай. Һаҡсылар аша үтеү мөмкин түгел. Уларҙы бит ныҡ һаҡлайҙар. Булмай.
– Булмай икән, беҙ һине һаҡсыларға тотоп бирәсәкбеҙ.
Был турала әйткәс, Юмнаның ҡото осто, төҫтәре боҙолоп китте.
– Юҡ, юҡ, минең төрмәлә ултырғым килмәй, – тип ҡысҡырҙы.
– Ә минең балаларым тотҡонда.
– Улар төрмәлә түгел, уларҙы өйрәтәләр. Балалар шахтала эшләгән ҡара халыҡ булмаясаҡ. Аҡ һөйәктәр. Улар бәхетле.
– Роботтармы?
Сәриәнең тауыш күтәреүенә аптырап ҡараны ҡатын. Уның ни өсөн асыуланыуын аңламаны.
– Мине бер нимә лә туҡтата алмаясаҡ.
– Хәҙер мин, – Сәриә Усман менән Йәмилгә төртөп күрһәтте, – уларға әйтәм дә, һине алып барып тапшырасаҡтар. Был матур ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһең ҡабат.
– Юҡ, юҡ, – тип ике ҡулы менән битен ҡапланы Юмна. – Нишләп мине ғазаплайһың?
– Ә мин ғазапланмайыммы?
– Ярай, мин уйлармын уларҙы нисек алып сығырға.
Уның был һүҙҙәренән остоҡ ҡына өмөт уянды Сәриәнең күңелендә. Икәү-ара һөйләшеүҙе Усман менән Йәмилгә еткерҙе. “Эйе, яңынан теге яҡҡа сығыу тураһында ныҡлап уйлашайыҡ”, – тине улар. Сәриә Юмнаны етәкләп алды. Уныһы балалар һымаҡ әле генә илап ултырыуын онотоп, Сәриәгә ниҙер һөйләй башланы.
Кисен йоҡлар алдынан тышҡа сығып ултырған Сәриә янына Юмна килде.
– Мин һиңә ярҙам итергә булдым, һин һәйбәтһең, – тине.
– Рәхмәт! – Сәриә Юмнаны ҡосаҡлап алды. Бындай йылылыҡты күреп өйрәнмәгән Юмна ғәжәпләнеп Сәриәгә ҡараны, шунан ипләп кенә уның ҡулын һыйпаны.
Иртәгәһенә Йәмилде тағы был яҡта ҡалдырып, өсәүләп хәтәр сәфәргә юлландылар. Йәмил өс сәғәт һайын юлды асырға тейеш булып, һаҡта тороп ҡалды. Юмна башняға тәүҙә үҙе генә барып килергә булды. Сөнки ул юҡта нимә булғаны билдәһеҙ бит әле. Үҙенең ҡайҙа юғалып тороуын уға нисектер аңлатырға кәрәк. Кеше күрмәҫлек ергә йәшенгән Сәриә менән Усманды ҡалдырып, Юмна башняға китте. Уны оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Бына бер саҡ бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә ингән, башняла йәшәүселәр кейемен кейгән Юмна күренде. Эргәһендә һаҡсы ла бар. Һаҡсыны күргәс, Усман Сәриәгә йәшенергә ҡушты. Юмна уларҙы ҡысҡырып саҡыра башланы. Ни булһа ла булыр тип, Усман менән Сәриә йәшенгән ерҙәренән сыҡтылар.
– Нишләп һаҡсы менән килдең? – тине Сәриә.
– Минең бер үҙемде сығарманылар.
– Ниңә оҙаҡланың?
– Бер нисек тә тиҙ сығып китә алманым, тикшереү үттем.
– Ҡайҙа булыуыңды нисек аңлаттың?
– Шартлау булғас, иҫтән яҙып ҡолағанмын. Ауыл кешеләре араһында ла һәйбәттәре бар икән, улар мине табып өйҙәренә алып ҡайтҡан. Өс көн иҫһеҙ ятҡанмын. Иҫемә килгәс, бына ҡайттым, тинем. Хужаларымдан мине ҡотҡарған өсөн һеҙгә бүләк биреүен һораным. Улар һеҙҙе башняла көтә. Унда барғас, башняны ҡарап сығырға рөхсәт һорарһығыҙ. Мин һеҙҙе үҙем алып йөрөрмөн. Шунда балалар йәшәгән ергә алып барырмын.
– Был ҡатынға ышанып буламы икән?.. – тине Усман.
– Әллә инде, ләкин беҙҙең башҡа сара юҡ.
– Әйҙәгеҙ, – тип ашыҡтырҙы уларҙы Юмна.
Бына ул матурлығы менән күҙҙең яуын алған мөһабәт һарай. Яҡындан бигерәк иҫ киткес Алмас һарай. Бындай хәлдең ысын булыуы мөмкин түгел тип, Усман уның стеналарын һыйпап, һуғып ҡараны. Уның был ҡыланышын күреп, һаҡсылар юлына арҡыры торҙо. Юмна уларға нимәлер әйткәс, кире сигенделәр. Эстә бәләкәй кабинаға индерҙеләр. “Ҡурҡмағыҙ, тикшеренеү үтәсәкһегеҙ”, – тине Юмна. Шунан һуң уларҙы яҡты, бик матур бүлмәгә индерҙе. Ундағы иҫ киткес гүзәл, төрлө ҙурлыҡтағы бриллиант әйберҙәрҙе, төрлө фигураларҙы күреп хайран ҡалды Усман. Бүлмәләге кешеләрҙе лә шәйләмәне хатта. Тауыш ишеткәс кенә ниңә бында килеүен иҫләне. Бүлмәлә бер нисә кеше булып, иң өлкәне һорау алырға кереште. Бөтә нәмәне ентекләп ҡараған Усмандан:
– Матурмы? – тип һораны.
Уныһы үҙенә өндәшеүҙәрен аңламаны ла, шикелле.
– Ул нишләп өндәшмәй?
– Ҡолағы насар ишетә, яңылыш яуап биреүҙән ҡурҡа, – тине Сәриә.
Шунан һорау алыусы Сәриәгә ҡарап:
– Беҙҙең ғалимды нисек ҡотҡарҙығыҙ? – тип һораны. Сәриә Юмна һөйләгәндәрҙе ҡабатланы.
– Һеҙ батыр, бик ҙур эш эшләгәнһегеҙ. Нишләп тапҡас та килеп әйтмәнегеҙ?
– Һаҡсылар яҡын ебәрмәне.
– Бүләккә нимә теләйһегеҙ?
– Эшкәртелгән таш, тип яуап бирҙе Сәриә. – Уға һәм миңә.
– Тағы нимә теләр инегеҙ?
– Һарайҙы ҡарап сығырға мөмкинме? Бигерәк матур.
Хужа ҡулын ишаралап һаҡсыны саҡырҙы. Юмна уны туҡтатты:
– Һарайҙы үҙем күрһәтәм.
Уға рөхсәт иттеләр. Тәүҙә уларҙы таштан төрлө әйберҙәр эшләүсе оҫталар янына алып барҙы Юмна. Усман ауыҙын асып ҡараны. Гәүһәр һарайҙа, ҡиммәтле таштар араһында йөрөү уның өсөн әкиәт, өндәге төш кеүек ине. Оҫталар янына барып, улар эшләгән әйберҙәрҙе тотоп ҡараны. Сәриәлә матурлыҡ ҡайғыһы булманы, тирә-яҡҡа ҡарап, балаларым килеп сыҡмаҫмы, тип өмөтләнде. Шунан түҙемлеген юғалтып:
– Балалар ҡайҙа? – тине.
– Әйҙә, бында, – тип, Юмна уларҙы икенсе ҡатҡа алып менде. Унда быяла ишекте асып эскә индерҙе. Был ниндәйҙер лаборатория ине. Эстә бер иштән кейенгән унлаған бала нимәлер эшләй. Тәжрибә үткәрәләр, тине Юмна. Сәриә уны ишетмәне лә, балаларын эҙләне. Бына бер бала инеүселәргә әйләнеп ҡараны. Күҙ нуры – ҡыҙы бит. Ҡыҙы ла әсәһен таныны, әсәй, тип уға ҡарай йүгерҙе. Юмна ҡыҙҙы туҡтатты, ярамай, тине. Ҡыҙ әсәһе яғына ҡулын һоноп илап ебәрҙе. Уның илауына башҡа балалар әйләнеп ҡараны. Илаған ҡыҙ янына бер малай йүгереп килеп уны ҡосаҡлап алды. Балаларым, тип уларға табан ынтылған Сәриәне Усман тотоп ҡалды. Ярамай, тине шым ғына. Юмна, баланы аҡ халатлы кешегә тапшырып, сығырға ишара яһаны.
– Эште боҙа яҙҙығыҙ. Хәҙер бүләгегеҙҙе алығыҙ ҙа бынан тиҙерәк сығығыҙ. Һеҙҙе оҙатып ҡуям, мине һөйләшкән урында көтөрһөгөҙ. Балаларҙы алып сығырға тырышырмын. Тиҙҙән ял сәғәте буласаҡ. Ул мәлдә бынан сығып китеүе еңелерәк.
Юмна уларҙы башта ингән бүлмәгә алып килде.
– Шунан оҡшанымы? – тип һораны хужа.
– Оҡшаны, – тип улар өсөн яуап бирҙе Юмна.
– Ә нишләп улай бойоҡ?
– Бындағы һауа уларға килешмәй, шуға үҙҙәрен насар тоялар, тиҙерәк оҙатырға рөхсәт ит.
Хужа уларға бәләкәй ҡумта тотторҙо:
– Һеҙ һораған бүләк ошонда, – тине.
Юмна уларҙы йәһәтләп алып сығып китте. Һаҡсылар янынан үткәреп ебәрҙе лә, көтөгөҙ, тип кире һарайға инеп китте.
Усман менән Сәриә билдәләнгән урынға барып ултырҙы. Ғазаплы көтөү минуттары башланды. Ә был мәлдә Йәмил бер тапҡыр юлды асып, һеңлеһе күренмәгәс, борсоуға ҡалып көтөүен дауам итте.
Ҡараңғы төшөүгә лә күп ҡалманы. Ниһайәт, һарай яғынан килгән кешеләр күренде. Балалары бит, килә ғәзиздәре! Сәриә уларға ҡаршы йүгерергә ынтылды. Усман саҡ тотоп ҡалды.
– Ярамай, ни эшләйһең, һаҡсыларға тотолғоң киләме?! Юмна уларҙы бында алып килеп еткерер. Ҡапҡа асылғансы ошонда йәшенеп ултырып торорбоҙ. Юмнаны шахта янында торған һаҡсылар туҡтатты. Тағы нимә булды? Юҡ, оҙаҡ тотманылар. Сәриәнең йөрәге күкрәген тишеп сығырҙай булып тибә. Йә, Хоҙай, йығылып китмәйем тип, йәнен ус төбөнә тотоп ҡына ултыра инде. Бына балалар улар тәңгәленә етте. Сәриә үҙе лә һиҙмәҫтән йәшенгән еренән сыҡты. Ҡыҙы уны күреп, әсәй, тип ҡысҡырып уға ташланды. Усман йүгереп сығып ҡыҙҙы күтәреп алды, Сәриә улын етәкләне лә йәшенгән урынға йүнәлде. Әммә һаҡсылар ҙа йоҡламай шул. Күреп ҡалып, улар яғына атланылар.
– Йүгерҙек, – тине Усман
– Ҡайҙа?
– Алға.
Ниҙер һиҙенгән һаҡсылар уларҙың артынан йүгерә башланы. Юмна һаҡсыларҙы туҡтатырға маташты. Әммә улар уны ишетмәне, ныҡлап баҫтырырға керештеләр. Тауыштары яҡында ғына ишетелә башланы. Хәҙер тотолалар... Туҡта. Ҡапҡа асыла түгелме? Ысынлап та. Улар бар көсөнә ҡапҡаға йүгерҙе. Һаҡсылар ата башланы. Усмандың ҡулын нимәлер көйҙөрөп алды. Ҡайҙа ул уға иғтибар итеү, нисек тә тиҙерәк олағырға бынан. Йәмил күренеп ҡалды. Сәриәләр үҙ еренә ҡайтып йығылды. Тәүҙә Усман тороп ултырҙы. Ҡулынан ҡан аға ине. Ҙур һуйыл тотоп торған Йәмилгә, унан тирә-яғына ҡаранып алды ла һаһылдап көлөргә тотондо.
– Нишләп көләһең, – тине Йәмил һуйылын ергә ташлап.
– Күрмәйһеңме ни, һуғыштан яраланып ҡайттым бит, – тине уныһы.
Уның көлгәнен балалар менән Сәриә лә аптырап күҙәтә ине. Сәриә ҡапыл айнып киткәндәй, ғәзиздәрем, тип илап балаларын ҡосаҡланы. Улар ҙа әсәһенә һырындылар. Һеңлеһен, уның балаларын иҫән-һау күреүенә инанған Йәмил дә барып уларҙы ҡосаҡлап алды. Ҡапыл көслө гөрһөлдәү ишетеп барыһы ла әйләнеп ҡараны. Ә унда трансформатор ҡолаған ине.
– Бына уның эше бөттө. Хәҙер ҡапҡа бөтөнләйгә ябылды, – тине Усман. – Ҡапҡа тигәндән, һин беҙҙең һаҡсыларҙан ҡасҡанды ҡайҙан белдең, нисек ҡапыл асып ебәрҙең? Асырға иртә ине бит әле.
– Мин асманым. Быйыл ямғыр йыш яуғанға ҡыуанып торам бына. Яңы ғына яуып үтте. Ул туҡтағас, дауыл башланды. Шунда сымдар сырмалған, күрәһең. Асылғанын үҙем дә күрмәнем. Был тирәгә яҡынайған малдарҙы ҡыуып килә ятһам, һеҙ йүгереп киләһегеҙ. Артығыҙҙан кешеләр йүгерә. Һеҙгә ярҙам итәйем тип оҙон һуйыл тотоп йүгереп килһәм, ҡыуыусылар юҡҡа сыҡты. Һеҙ генә тороп ҡалдығыҙ.
Бөтәһе лә бөттө. Сәриә ҡайтты. Шуны әйтергә теләгән Усман Йәмилдең ҡыланышына ҡарап һүҙһеҙ ҡалды. Ә ул ергә тубыҡланып йәшле күҙҙәрен күккә төбәп: “Рәхмәт, ямғырым, бынан һуң күпме яуһаң да әрләмәҫмен. Һин минең һеңлемде табып бирҙең”, – тип бышылдай ине. Уға берәү ҙә ҡамасауламаны.
Күрешеү шатлығынан, хәтәр хәлдәрҙән имен-аман ҡалыуҙарына ҡыуанып оҙаҡ ҡына ултырҙылар Йәмилдә. Усмандың яраһы ныҡ түгел ине. Пуля сыйып ҡына үткән. Теге яҡтан бер иҫтәлек ҡалыр, тип көлдө иҫе лә китмәй.
Иртәһенә бүләк ителгән алмасҡа ҡарап уйға ҡалды. Быны нимә эшләтергә? Эйе, ҡулында ҙур байлыҡ тотоп ултыра, тик уны еңел генә аҡсаға алмаштырып булмай шул. Уның шундай ҙур байлығы барын белеп ҡалһалар, ҙур бәләләр, бәлә генә түгел, ҡот осҡос хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Табып алдым тип тә әйтеп булмай, яҡын тирәлә алмас ятҡылығы юҡ бит. Туҡта, Йәмилгә барып киләйем, бәлки, берәй нәмә уйларбыҙ, тип сығып китте. Уларға килһә, өй гөрләп тора. Сәриәнең улы – эт, ҡыҙы бесәй менән уйнап мәж килә. Әсәйҙәре уларға кинәнеп ҡарап тора. Күҙҙәрендә һағыш бөтмәһә лә, йөҙө яҡтырып, тағы ла һылыуланып киткән. Оҙон ҡара толомон үреп төшөргән. Усман уға һоҡланып ҡарап торғанда, ҡулындағы балдағын күреп ҡалды. Гәүһәр ҡашлы йөҙөк.
– Сәриә, был балдаҡты һин ҡайҙан алдың?
Уның йөҙө моңһоуланып китте.
– Ташын ирем үҙенең эшенән йәшереп алып сыҡҡан ине. Шунан миңә балдаҡ эшләп бирҙе.
Шул саҡ Усмандың башына ҡылт итеп бер уй килеп төшмәһенме. Үҙендәге гәүһәрҙән балдаҡтар эшләгәндә? Шунан уны аҡсаға әйләндерергә була бит. Ысын ювелир ҡулына эләкһә, бына тигән йөҙөктәр килеп сығасаҡ. Усман үҙе лә бит насар ювелир түгел. Эш урынына барып, эштән һуң тотоноп ҡарағанда...
– Усман, Усман, ниңә өндәшмәйһең?
Усман Сәриәнең тауышын ишетеп, айнып киткәндәй булды.
– Нишләп минең балдағыма шул тиклем иҫең китеп ҡарайһың?
Сәриәгә хыялый кеше һымаҡ йылмайып ҡарап: – Мин ҡайтайым әле, – тип, уны аптыратып, ҡапҡаға табан атланы.
– Ниңә килгәйнең һуң, Йәмил ағайыма килдеңме? – тигән һорауына, былай ғына, тине лә, йәһәтләп сығып китте.
Шағирға илһам килһә, йәһәтләп шиғырын яҙырға ултыра. Усман да шәп асыш яһап, уны юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, йәһәтләп өйөнә йүнәлде. Илһам, күрәһең, бер шағирҙарға ғына килмәй. Әле генә башына килгәнде нисек итеп тормошҡа ашырыу тураһында ныҡлап уйларға кәрәк ине уға.
Икенсе көн Усман Йәмилдәргә килеп:
– Хушлашырға индем, иртәгә ҡалаға юлланам, – тине.
Йәмил аптырап ҡалды.
– Бәй, ниңә ҡапыл китергә булдың әле?
– Йәмил дуҫ, мин һаман шпион булып йөрөй алмайым, отпуск бөтә.
– Шулай икән дә. Был арала булып үткән ваҡиғалар менән бөтөнләй баш ҡатҡан, башҡа нәмә тураһында уйлаған да юҡ, – тине Йәмил.
– Оҙаҡҡамы инде?
– Юҡ, был юлы улай оҙаҡҡа юғалмам. Хәҙер бит миңә йәшәү көсө биргән маҡсатым бар.
Ҡалаға килгәс, Усман иң башта, хәҙер инде хаҡлы ялдағы булған, үҙен ювелирлыҡ серҙәренә өйрәткән мастеры Хәбиб ағайға барырға булды. Хәбиб ағай, күптән әбейе үлеп, балалары ситтә, бер үҙе генә йәшәй. Усманды ҡыуанып ҡаршлыланы.
– Күптән, күптән килгәнең юҡ, ҡустым, ҡартты бөтөнләй оноттоң, – тине.
– Онотҡан юҡ, Хәбиб ағай, ялда булдым, ауылға ҡайтып килдем. Әсәй ауылда булмағас, ҡайтҡаным юҡ ине бит. Ҡайтып тыуған яҡтарҙан үҙемә көс алып килдем. Тыуған ер барыбер йөрәк түрендә һаҡлана икән. Унда ҡайтҡас ҡына үҙеңдең нисек ныҡ һағынғаныңды беләһең. Бына мин дә уйламағанда ҡайтып, бик ҡыҙыҡ мажараларға юлыҡтым бит әле, Хәбиб ағай. Бына һиңә кәңәшләшергә килдем.
– Белеп торам инде, юҡҡа ғына килмәгәнһең кисләтеп. Әйҙә һуң һөйләшәйек, ҡана, сәй ҡуйып ебәрәйем дә.
– Әйҙә, сәй ҡайнағансы һиңә бер нәмә күрһәтәйем, – тип, Усман теге яҡтан алып сыҡҡан бүләген һондо.
– Нимә ул? – тип Хәбиб ағай Усмандың ҡулындағы әйберен алып күҙенә яҡын килтерҙе.
– Туҡта, туҡта, был нимә һуң, ҡайҙа минең күҙлегем – тип, өй буйлап йүгеренде. Күҙлеген табып, алмасты ут яҡтыһына килтереп ҡараны ла яйлап ҡына ултырғысҡа ултырҙы.
– Был нимә, Усман, быны ҡайҙан алдың? Унан икенсе бүлмәнән йүгереп тигәндәй ҡорамалдарын алып сығып, ташты ныҡлап тикшерергә кереште.
– Был бит таҙа гәүһәр!
– Бына шул турала һөйләргә килгәйнем дә инде. Һинән дә ышаныслы кеше юҡ.
Сәй янында Усман баштан-аяҡ ниндәй мажараларға юлығыуын һөйләне.
– Беләм, миңә ышаныуы ҡыйын, ағай.
– Усман, мин ул ерҙе барып күрергә тейеш.
– Хәбиб ағай, ул яҡҡа юл ябылды инде.
– Миңә юғалған ҡыҙҙы булһа ла күрергә кәрәк.
– Һин миңә ышанмайһың, берәй ерҙән урлаған тип уйлайһыңмы? Тик бындай нәмәне ҡайҙан урларға була?
– Башыма барып етмәй, ҡустым.
– Улай ышанмаһаң, ауылға барып әйләнербеҙ ялда.
Ҡапыл ғына бара алманылар әле ауылға. Хәбиб ағай ауырып китте, уның йүнәлгәнен көтөргә тура килде.
Ә был мәлдә ауылда тормош үҙ яйы менән барҙы. Сәриә яңынан ауыл тормошона күнекте, балаларына башҡорт телен өйрәтте. Уларға бындағы тормош әкиәттәй тойолдо. Яңы тыуған бала донъяны яйлап танығандай, улар ҙа сабый кеүек ине, бөтә нимәгә өйрәтергә кәрәк. Атайҙарын һағындылар, әйҙә уны ла барып алып ҡайтайыҡ, тип йөҙәттеләр әсәйҙәрен. Был мәлдә Сәриәгә уғата ҡыйын ине.
– Атайығыҙ ҡайтып булмай торған ергә китте, һеҙҙе күктән генә күҙәтеп тора. Ул һеҙҙең йөрәктә генә ҡалды хәҙер, – тип аңлатырға тырышты уларға Йәмил олаталары.
Балаларҙы яйлап хужалыҡ эштәренә өйрәтте. Тәүҙә һыйырҙан ҡурҡһалар, хәҙер көтөү ҡайта башлаһа, Йәмил олаталары менән бергә көтөү ҡаршыларға йүгерҙеләр. Көндөҙөн йылға буйында үткәрҙеләр, йөҙөргә өйрәнделәр. Шулай тормош һәүетемсә дауам итте.
Бер көн Йәмил һыйыры ҡайтмауға борсолоп торғанда, күрше малай килеп, һыйырың теге яҡта сымға эләгеп сыға алмай тора, тип әйтеп китте. Йәмил йәһәтләп: “Сәриә, мин һыйырҙы алып ҡайтырға киттем, ул трансформатор сымына эләккән, шуны алып китмәнеләр”, – бит тип көйөп сығып йүгерҙе. Ныҡ ҡазаланып ҡуймаһын инде малҡай, тип Сәриә борсолоп ҡалды. Ағаһы оҙаҡлағас, уға ярҙам кәрәктер бит, күршеләргә әйтәйем тип ҡапҡа тышына сыҡһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы унда һыйыр урынына Юмнаны етәкләп Йәмил ҡайтып килә.
– Бына еңгәй алып ҡайттым үҙеңә, – тине ағаһы йылмайып, урынынан ҡымшанмай, һүҙ әйтә алмай торған Сәриәгә.
– Ағай, ә һыйыр ҡайҙа, ул именме?
– Уға нимә булһын, йылға буйында ашап йөрөй, быҙауына ҡушылып. – Күрәм, түҙмәй тораһың, һөйләйем инде. Һыйыр бөткәндер инде тип, аһылдап йүгереп килһәм, ул һин дә мин йөрөп ята. Юҡ, былай булмай, был трансформаторҙың сымдарын йыйып алырға кәрәк тип, сымдарҙы урай башлағайным, нимәгәлер эләгеп ҡолап киттем, ҡулымдағы сым ысҡынып, осо трансформаторға барып тейгәйне, ҡапҡа асылды ла китте. Ә унда таш өҫтөндә Юмна ултыра. Юмна, тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул да мине күрҙе. Яҙып ултырған ҡағыҙын ташлап, минең яҡҡа йүгерҙе, миңә килеп етеүе булды, ҡапҡа юҡҡа сыҡты. Бына шулай. Иртәгә үк барып ул урынды таҙартып ҡуйырға кәрәк, бәләһенән баш-аяҡ.
Шулай уйламағанда Йәмил кәләшле булды. Әммә был хыялый математикты ла яңы тормошҡа, телгә өйрәтеп алырға кәрәк ине әле. Шулай ҡаңғырып ятҡан мәлдә ҡайтып төштө лә инде Усман.
Ҡапҡа янына машина килеп туҡтағас, кем булыр был тип, Йәмил ҡаршы сыҡты. Ә унан йылмайып Усман төшөп килә.
– Бына һеҙгә ҡунаҡ алып килдем.
– Әйҙүк өйгә, – тип инергә саҡырҙы хужа уларҙы.
Өйгә ингәс, унда әрһеҙ ҡамыр баҫып торған Юмнаны күреп, ишек төбөндә шып туҡтаны Усман.
Уны күреп, Сәриә:
– Усман, ҡайҙан килеп сыҡтың? – тине йылмайып.
Усман Сәриәгә ҡарап, Юмнаға ымлап күрһәтте:
– Мин – ҡаланан, ә был ҡайҙан килеп сыҡты?
– Таныш бул, минең еңгәйем Юлиә, – тине Сәриә йылмайып.
– Әйҙә үт, ниңә ишек төбөндә ҡатып ҡалдың, – тине Йәмил.
Юмна Усманды танып йылмайҙы, ҡамырлы ҡулын болғаны. Хәбиб ағай ҙа айырылып торған Юмнаға иғтибар итте.
– Йә, Йәмил, һөйләй һал, был хыялый ҡайҙан килеп сыҡты?
– Һыйыр урынына табып алып ҡайтты уны ағайым, – тип Сәриә көлөп ебәрҙе. Шунан шикләнеп ҡунаҡ яғына ҡараны. Һаман урынынан ҡуҙғалмаған Усман, уға ышанырға була, тине.
– Әйҙә, үтегеҙ, – тип Сәриә лә ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙы.
Юмна менән ят телдә һөйләшеп алғас, өҫтәл әҙерләргә тотондолар. Өҫтәл артында етди хәбәргә тотонманылар, Йәмил Юмнаны нисек табып алып ҡайтыуын һөйләне. Хәбиб ағай, Сәриәнең балаларына ҡарап, Юмнаны күҙәтеп, Усмандың һөйләгәндәренә бер аҙыраҡ ышанғандай булды.
Ашап алғандан һуң Усман ни өсөн ҡайтып төшөүенең сәбәптәрен һөйләне.
– Бына минең ҡулда ҙур хазина. Тик уны был көйө бер нимә лә эшләтә алмайым. Һатып та булмай. Кемгәлер күрһәтеү ҙә бик ҡурҡыныс. Мин Хәбиб ағай менән бергә эшләнем, уға тулыһынса ышанам. Шуға ҡалаға барғас та кәңәш һорап Хәбиб ағайға барҙым. Ташты ентекләп тикшерҙек. Таҙа алмас. Тик ул миңә ышанып етмәй, – тип Усман Хәбибкә ҡараны.
– Хәҙер ышанғандай булдым инде, – тине уныһы. – Шулай ҙа, егеттәр, иртәгә мине ул ергә алып барып күрһәтерһегеҙ ул.
– Беҙ Хәбиб ағай менән уйлаштыҡ та, ташты киҫәктәргә бүлеп, йөҙөк ҡашы итергә булдыҡ.
– Ярай, йөҙөк эшләнегеҙ, ти, уны артабан нисек аҡсаға әйләндерергә уйлайһығыҙ? – тип һораны Йәмил.
– Эйе, был турала ла ныҡлап уйларға, ышаныслы кешеләр табырға кәрәк буласаҡ. Ошо эште төрлө мажараларға юлыҡмай, имен генә башҡарып сыҡһаҡ, бәхетле тормош төҙөй башларға ла була, тип Сәриәгә ҡараны. Уныһы, Усмандың үҙенә төбәлгән ҡарашын күреп, уңайһыҙланып китте.
Аҙаҡ Усман үҙҙәрен оҙатырға сыҡҡан Сәриәгә:
– Бәлки, был турала һөйләшергә иртәрәктер, Сәриә. Әммә Хоҙай бушҡа ғына мине һинең юлыңа сығармағандыр. Беҙҙе яңынан осраштырып, тағы бер тапҡыр мөмкинлек бирергә уйлағандыр. Һин минең яҙмышымдыр. Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты юйып ташлап булмай ҡул менән, тип әйтергә ярата минең әсәйем. Мин ашыҡтырмайым һине, Сәриә. Шулай ҙа хистәремде белергә тейешһең.
Сәриә өндәшмәне. Бындай һүҙҙәр ишетергә уйламай ине ул. Усман һөйләүен дауам итте:
– Ағығыҙ һыуҙар кирегә,
Йәшлеккә табан.
Унда мине һөйгән йәрем
Көтәлер һаман кеүек килеп сыҡты бит әле. Ваҡыт кирегә әйләнгәндәй, беҙҙе ҡабат осраштырҙы. Мин һиңә иң матур йөҙөк эшләп бирермен.
– Юҡ, Усман, бүрәнә араһына ҡыҫтырылған йөҙөк тә ярай миңә. Матур ҡашлыһын миңә ирем бүләк итте бит инде.
– Эй, Сәриә, – тине лә башҡа өндәшмәне Усман.
Усман ҡалаға китте. Ауылда тормош үҙ яйы менән барҙы. Юмна, балалар был тормошҡа яйлап күнегә башланылар.
Тегендәге тормош яман төш һымаҡ онотолор тигәйне лә Сәриә. Әммә йөрәк яралары тәрән шул, тиҙ төҙәлмәй. Балаларына ҡарап, уларҙың атаһын һағынды, бала саҡтан ғына үҙенә терәк булған яҡын кешеһен уйлап ҡайғырҙы. Ирем дә ошо ожмах кеүек ерҙе сығып күрһен ине, тип өҙгөләнде.
Йөрәгендәге һағыш ҙур таш менән быуылып ятҡан быуа кеүек йырылып китеп, ҙур йылға кеүек бөтә юшҡындарын алып ағып китһә ине лә ул. Юҡ шул. Шулай ҙа ер аҫтынан сыҡҡан шишмә кеүек, ҙур таштың аҫтынан бәләкәй генә инеш сыҡҡандай булды түгелме һуң теге Усман ҡайтҡан көндә? Эйе, өмөт менән йәшәргә кәрәк. Балаларҙың атаһы һәйбәт кеше булды. Сәриә уны бер ваҡытта ла онотмаҫ. Балаларҙы үҫтерер ул, уға шикләнмәй. Үҙенә лә яңы тормош ҡороп, бәхетле йәшәргә ине лә бит.
Усман Хәбиб ағайҙы үҙенә саҡырҙы. Эштәренә бер аҙ йомғаҡ яһап, кәңәшләшәһе бар ине. Әммә Хәбиб ағай килә алманы. Сит илдә йәшәгән улы ҡайтып килә икән. Бындай осраҡта үпкәләп тә булмай инде, ярай, һуңыраҡ осрашырбыҙ, тип уйланы Усман. Һуң ғына йоҡларға ятҡайны, ишектәге ҡыңғырау тауышына уянды. Иртә менән кем йөрөй икән, тип ишекте асһа, Хәбиб ағай тора киң йылмайып.
– Булды, Усман, булды. Хәҙер беҙҙең эштәр көйләнәсәк, – тип ишектән үк хәбәрен һөйләй башланы.
– Хәбиб ағай, улың ҡайтманымы әллә?
– Нишләп улай тиһең?
– Һуң, таң менән?..
– Ҡайтты улым! Ҡайтты! Һиңә һөйөнөслө хәбәр алып килдем бит, Усман. Улым бөтөнләйгә ҡайтты. Беләһеңме ул ни эшләргә уйлай, – тип, хәйләкәр генә күҙен ҡыҫып Усманға ҡараны Хәбиб ағай. – Өфөлә ювелир магазины асмаҡсы. Эй боронғолар бигерәк белеп әйткән дә инде, бирәйем тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тип. Беҙ эшләгән йөҙөктәр уның магазинында һатыласаҡ.
Берәүҙең рәхмәте төштөме, әллә бәхет ҡапҡаһы яйлап асыла башланымы, Усман өсөн, уйламағанда эштең уңайы килеп сыҡты шулай. Бер аҙ бушағас, Усман ауылға ҡайтып килергә булды. Был юлы уның уйы Сәриәне үҙе менән Өфөгә алып китеү ине.
Уларҙың өйөнә яҡынлашҡас, иң беренсе Юмнаның рәхәтләнеп көлгәне ишетелде. Тағы нимәнән ҡыҙыҡ тапты икән был хыялый, тип йылмайҙы Усман. Ул Усманды яҡын туғанын күргәндәй килеп ҡосаҡлап алды.
– Өйгә ин, – тине.
Усман, уға ҡыҙыҡһынып ҡарап, еңгәй башҡортса өйрәнә башлаған, тип уйланы.
– Сәриә, мин һине алып китергә килдем, – тип һүҙҙе ҡыҫҡа тоторға булды Усман. – Беләм, йөрәк яраларың уңалып та бөтмәгән. Балаларға ла, үҙеңә лә ҙур ерҙә яйлыраҡ булыр.
– Юҡ, Усман. Мин егерме йыл буйы ауылымды, өйөмдө, Һаҡмарымды, ошо урмандарҙы, йыр кеүек яңғыраған башҡорт телен һағындым. Төштәремдә күреп, күпме илап уяндым. Уларҙы бер нисек тә ташлап китә алмайым. Һағышыма нисек түҙгәнмендер, үҙем дә аптырайым хәҙер. Бәлки, ҡасан да булһа бер ҡайтырмын, тигән хыялым йәшәткәндер.
– Улайһа, үҙем ауылға ҡайтам. Матур итеп өй һалырбыҙ, гөрләтеп йәшәрбеҙ. Эштәремде аҙыраҡ яйға һалайым да. Көт мине, Сәриә!
...Сәриә һыйыр һауырға сыҡты. Хәҙер Юмна еңгәйем дә килеп сығасаҡ, тип уйлауы булды, уныһы үҙ ихатаһында нимәгәлер ҡыуанып, рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Күршеләр улар. Ауылды йәмләп, әкиәт һарайындай ике йорт ҡалҡып сыҡты. Бәхет йәшәй был өйҙәрҙә.
Алыҫта күк күкрәгәне ишетелде. Йәшенле ямғыр килә, тип уйланы Сәриә.
– Ниндәй уйға баттың, кәләш? – тип уны һаҡ ҡына ҡосаҡланы артынан сыҡҡан Усман.
– Нишләптер таң менән йәшенле ямғыр яуғанын яратам, – тине Сәриә.
“Йәшенле ямғыр, һинең арҡала күпме ғазаптарға дусар булғайным. Бынан ары бәхет, именлек кенә алып кил инде”, – тип уйланы. Шунан үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулдарын күккә төбәп:
– Илама һин, ямғыр, бәхет булып яу! – тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ йөрәгендә ятҡан ҙур һағышты быуып ятҡан таш ярылып, ҡомға әйләнгәндәй булды. Шаулап яуған ямғыр урамдан гөрләүек булып аҡты, уға ҡушылып Сәриәләге һағыш та ағып китте.
Туҡта, ямғыр, һин илама,
Ауыр саҡтар булһа ла.
Төҙәлер бер ваҡыт яралар,
Атыр шунда ал таңдар.

Автор:
Читайте нас