Күптәр көҙҙе ярата, уны муллыҡ, төрлө төҫтәргә бай булған йыл миҙгеле итеп ҡабул итә. Ләкин ҡайһы бер кешеләрҙең көҙгә аяҡ баҫыу менән кәйефе төшә, уларҙа депрессия башлана. Тәбиғәттәге үҙгәрештәр, ҡарлы-ямғырлы һауа торошо, ҡояштың һүрәнләнеүе кешеләрҙең рухи һәм физик халәттәренә һиҙелерлек тәьҫир итә.
Иң беренсе сиратта, көн оҙонлоғоноң ҡыҫҡарыуы баш мейеһендә серотонин кәмеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең активлығы кәмей. Шуға ла депрессияны яҡтылыҡ терапияһы менән дауалайҙар, йә булмаһа, серотонин барлыҡҡа килтерә торған махсус дарыуҙар билдәләйҙәр.
Икенсенән көҙ көнө кешенең яңы мәшәҡәттәре барлыҡҡа килә: балалар мәктәпкә китә, ялдарҙан һуң йәнә эшкә сығырға кәрәк, уҡыуҙар башлана. Борсолоуҙар арта, кеше яңы режим менән йәшәй башлай. Кинәттән барлыҡҡа килгән конфликттар, стресс та депрессияға сәбәпсе була.
Табиптар билдәләүенсә, депрессия нәҫелдән нәҫелгә күсеү менән дә тығыҙ бәйләнгән. Ҡайһы бер кешеләр тыумыштан уҡ махсус гендарға эйә. Шуға күрә кемдер депрессияға тиҙ бирешә, ә кемдер ошо осорҙо еңел үткәреп ебәрә.
Депрессиянан ҡотолорға йыйынғансы, уның һеҙгә хасмы икәнлеген асыҡлау кәрәк. Көҙгө депрессияны психик ауырыу менән бутарға ярамай. Көҙ етеү менән аппетитығыҙ кәмеп, тиҙ арып, көндәлек башҡарған эштәрегеҙ кинәнес бирер урынға, ауыр йөк булып, һеҙҙең өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырған төҫлө була икән, тимәк, һеҙҙә “көҙгө” диагноз.
Көҙгө депрессия билдәләре:
♦ тормоштоң рәхәтен тапмай башлау;
♦ буштан-бушҡа бошоноу, ҡурҡыу;
♦ илағы килеү;
♦ хроник ауырыуҙарҙың көсәйеүе;
♦ ашағы килмәү йәки, киреһенсә, аслыҡ хисе;
♦ ҡуҙғыусанлыҡ, кәйефтең йыш үҙгәреп тороуы;
♦ үҙең менән риза булмау, башҡаларға ла тәнҡитле ҡараш;
♦ төндә йоҡлап булмау, көндөҙ йоҡомһорап йөрөү;
♦ эш һәләте кәмеү;
♦ тиҙ арыу;
♦ яңғыҙлыҡҡа ынтылыу.
Күңел төшөнкөлөгө еңел формала булған осраҡта, табиптар кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, ирекле рәүештә тулы, бәхетле тормошҡа ҡайтырға мөмкин. Көҙгө депрессия өс айға тиклем һәм унан да күберәк ваҡытҡа һуҙылыуы ихтимал. Был көҙҙөң оҙонлоғо һәм болотло көндәрҙең күплегенә бәйле. Әгәр күңел төшөнкөлөгө йыл тиҙлегенә бәйле булмайынса оҙаҡҡа һуҙыла икән, был ваҡытта һеҙгә табипҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле дауалау саралары алырға кәрәк.
Бикләнмәгеҙ
Үҙегеҙҙә депрессия барлығын белеү – йомшаҡлыҡ билдәһе булыр тип ҡурҡмағыҙ. Хистәрегеҙҙе йәшерергә тырышмағыҙ. Ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙға асыҡ булығыҙ. Был уларға һеҙҙе аңларға, терәк булырға ярҙам итер. Өйҙә ултырмағыҙ. Көҙ – мәҙәни тормош гөрләй башлаған яңы сезондар ваҡыты. Театр, концерт, күргәҙмәләргә барып, ваҡытығыҙҙы күңелле лә, файҙалы ла итеп уҙғарырға мөмкин. Күңелегеҙгә хуш килгән, позитив кешеләр менән аралашығыҙ.
Күберәк яҡтылыҡ кәрәк
Көҙгө күңел төшөнкөлөгөнөң төп сәбәптәренең береһе – яҡтылыҡ етмәгәнлектән ҡояшлы көндәрҙә күберәк урамда йөрөргә тырышығыҙ. Саф һауала булыу бик мөһим. Бүлмәләрҙә яҡтылыҡ һүрән генә булмаһын. Көн яҡтылығына оҡшаған төҫтәге лампочкалар ҡулланыу ҙа файҙалы. Әгәр һеҙҙең өсөн көҙ депрессия менән бәйле икән, берәй ергә ял итергә барып ҡайтыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Көндө дөрөҫ башлағыҙ.
Ял көндәрендә иртәнге ашты ашағандан һуң, яңынан карауатҡа ауырға уйлаһағыҙ, көнө буйы тора алмай интегәсәкһегеҙ тигән һүҙ. Шуға күрә тәҙрәне асып, иртән 15 минут зарядка яһауҙан башлағыҙ. Классик музыка универсаль антидепрессант булып тора. Бәхетһеҙ мөхәббәт хаҡында йырҙарҙы тыңлауҙан туҡтап, Моцарт, Чайковский, Бетховенды тыңлай башлағыҙ.
Дөрөҫ туҡланығыҙ
Йоҡо килеп, төшөнкөлөккә бирелгән интегеүселәр иң иртә менән беренсе эш итеп ҡәһүәгә тотона һәм үҙенә зыян ғына яһай. Иң файҙалыһы – иртәне һоло бутҡаһынан башлағыҙ. Фантазияғыҙ ҡушҡанса ҡыланығыҙ – шәкәр урынына бал ҡушыумы, йәйҙән әҙерләп ҡуйылған еләктәрҙе өҫтәп ебәреүме – барыһы ла һеҙҙең файҙаға буласаҡ. Иртә менән йәшел сәй эсеү файҙалыраҡ. Шулай уҡ йәшел тәмләткестәр, йәшелсә, еләк-емештәр ҡулланыу ҙа кәрәк. Бигерәк тә цитрус емештәрен ашау файҙалы, улар нервы системаһын һәм иммунитетты нығыта. Үҙегеҙҙең рационығыҙға серотонин (шатлыҡ гормоны) һәм мелатонин (йоҡо гормоны) барлыҡҡа килтереүсе ризыҡтарҙы керетегеҙ. Бына улар: шоколад, туңдырма, сыр, сәтләүек, янып торған төҫтәге йәшелсә һәм еләк-емештәр, балыҡ, диңгеҙ кәбеҫтәһе.
Витаминдар ҡабул итегеҙ
Составында минералдар булған витаминдарға өҫтөнлөк биреү яҡшы булыр.
Психоэмоциональ халәтегеҙҙе һаҡлағыҙ
Тиҫкәре эмоциялар тыуҙырыуға сәбәп булған хәлдәрҙән алыҫ тороғоҙ. Яҡындарығыҙҙың юҡ-бар зарҙарын йөрәккә алып борсолмағыҙ, аҙағы яҡшы бөтә торған мотивация тыуҙырыусы фильмдар ҡарағыҙ һәм негативтан ғына торған хәбәрҙәрҙе ҡарамаҫҡа, тыңламаҫҡа һәм уҡымаҫҡа тырышығыҙ.
Үҙегеҙгә бер ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ
Йога, сит тел үҙләштереү, машина йөрөтөргә өйрәнеү һәм һеҙҙең өсөн мөһим булған башҡа шөғөлдәрҙе өйрәнеү өсөн көҙ иң уңайлы ваҡыт.
Һыуҙы яратығыҙ
Бассейнға йөрөп, мунсалар төшөп, төрлө шифалы тоҙҙар һәм үләндәр һалып ваннала ятыр өсөн ваҡыт табығыҙ. Йыуынғанда цитрус еҫле гель-һабындар ҡулланһағыҙ, кәйефегеҙ тағы ла күтәрелеп китер.
Күберәк йоҡлағыҙ
Һалҡындар башланғас, оҙағыраҡ йоҡларға тырышығыҙ, сөнки организм беҙҙән шуны талап итә. Йәй көнө 6 сәғәт тә еткән йоҡо ваҡытын 8 сәғәткә еткереү ҡамасау итмәҫ.
Ни генә тиһәң дә, һәр осорҙоң үҙ матурлығы һәм үҙ мәшәҡәте. Алда һанап үткән кәңәштәрҙе иҫтә тотоп, йылдың ямғырҙарға бай көҙ миҙгелен илап түгел, йырлап ҡаршылайыҡ.
Айгөл КҮСИМОВА.