Журнал тышлығында — Һәр эшен еренә еткереп, күңелен биреп башҡарыусы талантлы егет — Рәмил УРМАНШИН. Уның менән яҡындан “Йырға сорналған дөрөҫлөк” тип аталған мәҡәләлә таныша алаһығыҙ.
Был һанда “Ғәжәйеп талант эйәһе” мәҡәләһендә — Лилиә СӘҒИТОВА-ҠОЛСӘЙЕТОВА, МХО-ла һәләк булған яугир тураһында "Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем“ тигән мәҡәләлә әсәһенең хәтирәләре, билдәле ғалим Рәшит Ирназаров тураһында "Фәнгә арналған ғүмер" уҡырға мөмкин.
Рузидә Үтәшева-Кәримованың, Тәлғәт Сәғитовтың , Гөлдәр КӘРИМОВАның, Әминә ЯХИНАның, "Зөһрә САФИНА-РӘХМӘТУЛЛИНАның әҫәрҙәре, һис шикһеҙ, оҡшар!
Бынан тыш, журналда файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ яҙмалар, мауыҡтырғыс мәҡәләләр донъя күрҙе!
Икенсе яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу 840 һум 96 тин тора. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була. "Яҙыл да бүләк" от акцияһы барыуын да иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Квитанцияларығыҙҙың күсермәһен 89279443170 номерына ебәрергә мөмкин.