Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2025, 14:45

Ғәжәйеп талант эйәһе

Уның һығылмалылығына, ҡурҡыу белмәҫ сығыштарына, үҙенсәлекле талантына һоҡланмау мөмкин түгел. Бейеклектә һауа таҫмаларында йә түңәрәктәрендә трюктар эшләү, художестволы гимнастика элементтарын ҡулланып, аяҡтар менән йәйәнән атыу, таяҡтарҙа бейеү, акробат номерҙар әҙерләү һәм башҡалар – цирк артисы Лилиә СӘҒИТОВА-ҠОЛСӘЙЕТОВА өсөн мөмкин булмаған эштәр юҡ кеүек.

Ғәжәйеп  талант  эйәһе
Ғәжәйеп талант эйәһе

Уның һығылмалылығына, ҡурҡыу белмәҫ сығыштарына, үҙенсәлекле талантына һоҡланмау мөмкин түгел. Бейеклектә һауа таҫмаларында йә түңәрәктәрендә трюктар эшләү, художестволы гимнастика элементтарын ҡулланып, аяҡтар менән йәйәнән атыу, таяҡтарҙа бейеү, акробат номерҙар әҙерләү һәм башҡалар – цирк артисы Лилиә СӘҒИТОВА-ҠОЛСӘЙЕТОВА өсөн мөмкин булмаған эштәр юҡ кеүек.
“Спорт – рух көсө”, “Рәсәй студент яҙы”, “Таланттар олимпиадаһы”, “Адмиралтея йондоҙо” фестивалдәрендә, “Өфөнөң иң һығылмалы ҡыҙы” конкурсында еңеүҙәр яулаған, сығыштары менән яҡташтарын ғына түгел, сит ил тамашасыларын да хайран иткән башҡорт ҡыҙын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала белеп тә етмәйҙәр.

– Лилиә, сығыштарҙы ҡарағанда, был башҡорт ҡыҙы ҡайһы яҡта тыуып үҫте икән, тигән уй тыуа. Цирк сәнғәте донъяһына нисек эләктең?
– Ырымбур өлкәһенең Энергетик ҡасабаһында тыуып үҫтем. Әсәйем – Гай районының Байғаҙаҡ ауылынан. Ә атайым Башҡортостандан – Хәйбулла районында тыуған. Ә акробат булып китеүем осраҡлы килеп сыҡты. Бала саҡта үҙемде төрлө шөғөлдә эҙләп ҡараным. Бейеү, “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәренә, каратэ секцияһына яҙылдым, бассейнға йөрөнөм. Тик улар миңә бөтөнләй оҡшаманы, бер аҙ йөрөйөм дә ташлай торғайным. Бер дуҫ ҡыҙым мине ҡасабала эшләп килгән цирк студияһына барып ҡарарға тәҡдим итте. Тәүге күнекмәлә үк был сәнғәт төрө күңелемә ятты һәм артабан ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар иттем. Ул саҡта миңә һигеҙ йәш ине. Аҙаҡтан ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсеп килдек, 9-сы класҡа республика иҡтисад лицей-интернатына уҡырға барҙым. Баш ҡалаға килгәс тә яратҡан шөғөлөмдән туҡтаманым. Өфө дәүләт нефть-техник университетында, инженер-эколог һөнәре буйынса диплом алдым. Студент йылдарында үҙемде күрһәтергә мөмкинлектәр күп булды: ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай башланым, фестивалдәрҙә ҡатнаштым.
– Ниңәлер беҙ һинең турала хәбәрҙар булманыҡ. Быйыл Ағиҙел йылғаһы буйында үткән “Самауырлы ритайым”да сығыш яһауың күптәргә асыш булды, шикелле...
– Танылыу яулар өсөн йыш сығыш яһарға кәрәк. Өфөлә цирк бинаһының авария хәлендә булыуы бәкәлгә һуға – беҙгә танылыу яуларлыҡ, ҙур саралар үткәрерлек майҙан юҡ. Шуға ла башлыса саҡырыу буйынса байрамдарҙа һәм шәхси сараларҙа ғына сығыш яһарға тура килә. Шул сәбәпле оҙаҡ ҡына ваҡыт сит илдәрҙә эшләргә тура килде. Университетты тамамлаған йылда бер танышым Көньяҡ Кореяға барырға тәҡдим иткәс, ризалаштым. Унда ярты йыл эшләгәндән һуң, Һиндостанда туғыҙ ай йөрөнөм. Артабан Бруней, Монако, Малайзия илдәренә саҡырҙылар. Төркиәлә саҡта коронавирус пандемияһы башланды, һәм, эште туҡтатып, өйгә ҡайтырға мәжбүр булдым. Тап шул саҡта Өфөләге цирк студияһына тренер итеп саҡырҙылар. Ваҡытлыса ғына тип ризалаштым. Сөнки уй-ниәтем, сиктәр асылғас, ҡабат сит илгә барыу ине. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, пандемия ваҡытында буласаҡ ирем менән танышҡан инем, кейәүгә сыҡтым. Хәҙерге ваҡытта тренер эшен дауам итәм, шулай уҡ саҡырыуҙар булһа, сығыш яһайым. Ә “Самауырлы ритайым”да үткән йылдарҙа уҡ ҡатнашырға теләй инем, нисектер тура килмәне. Аллаға шөкөр, быйыл уй-ниәтемде тормошҡа ашырып, милләттәштәрем алдында талантымды күрһәтә алдым.
– Унда һин милли элементтар булған кейемдә аяҡ менән йәйәнән атыу номерын күрһәттең. Һуңғы йылдарҙа популярлыҡ яулаған “Мәргән уҡсы” ярыштарында ҡатнашҡаның юҡмы?
– Әйтһәм ышанмаҫһығыҙ: ҡул менән атҡанда мин сәпкә бик һирәк эләгәм. Шуға күрә ярыштарҙа ҡатнашҡаным юҡ. Ә аяҡ менән репертуарҙа ун йыл элек үк барлыҡҡа килде. Ул саҡта “Мәргән уҡсы” хәрәкәте тураһында белмәй ҙә инем. Яңы номер кәрәккәс, оҙаҡ уйландым, эҙләндем. Интернет селтәрен гиҙгән саҡта, Американан бер ҡыҙҙың аяҡтары менән йәйәнән атыуын күреп ҡалдым. Номерҙан бигерәк, тамашасыларҙың уны ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ихласлыҡ менән ҡарауы, көслө алҡышлауы күңелгә уйылды. Тик был трюкты үҙемдең эшләй алырыма, йәйәнән атырға өйрәнеремә ышанысым юҡ ине. Аллаға шөкөр, атайым менән тренерым миңә ышанды һәм төрлө яҡтан ярҙам итергә тырышты. Тәүҙә атайым, һатып алған уҡ менән йәйә ҡаты булғас, үҙе эшләп бирҙе, сәп ҡуйҙы. Көҙ миҙгеле ине, буш ваҡытым булыу менән күнекмәләр эшләнем. Көндәрем тик шуның менән генә үтте. Ситкә осҡан уҡтарҙың иҫәбе-һаны булманы. Бер ай тирәһе ваҡыт үтеүгә, был номер әҙер ине. Уны башҡарыу бик ҡатмарлы. Репертуарҙағы башҡа номерҙар, оҙаҡ күрһәтмәй торһам да, онотолмай: сығыш яһар алдынан иҫкә төшөрөргә генә кәрәк. Ә уҡ атыу буйынса оҫталыҡты юғалтмаҫ өсөн даими шөғөлләнеп торам.
– Ҡатмарлы трюктар, ғөмүмән, спорт – хәүефле шөғөл. Бигерәк тә бала саҡта ҡурҡытманымы?
– Миндә нисектер ҡурҡыу тойғоһо юҡ шикелле. Һауалағы номерҙар, әлбиттә, хәүефле. Аллаға шөкөр, бала саҡта ла, эшләгәндә лә ауыр йәрәхәттәр алғаным булманы.
– Ә ата-әсәйең һинең хәүефле шөғөлөңә ҡаршы булманымы?
– Уларҙың спортҡа ла, сәнғәткә лә ҡағылышы юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр ынтылышымды ҡеүәтләп кенә торалар. Атайым энергетика өлкәһендә эшләне, сығыштарымды күҙәтеп бара. Улай ғына ла түгел, ярҙам итә, барлыҡ реквизиттарҙы эшләп бирә, кәрәкһә, номерҙы күрһәтеү өсөн бәләкәй сәхнә ҡора. Әсәйем һөнәре буйынса китапханасы, һуңғы йылдарҙа типографияла эшләй. Ул инде минең өсөн хәүефләнә, сығыштарыма килмәй, хатта видеонан да һирәк ҡарай.
Атай-әсәйемә һәр ваҡыт рәхмәтлемен: яратҡан эшем менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирҙеләр. Икенсенән, университетты тамамлағас, сит илдәрҙә эшләүгә ҡаршы төшмәнеләр. Был минең һөнәри уңыштарыма ҙур этәргес, оло тәжрибә тупларға мөмкинлек тыуҙырҙы. Ә бит уларға йәп-йәш ҡыҙҙарын белмәгән-күрмәгән ерҙәргә сығарып ебәреү еңел булманы.
– Сит илдәрҙә эшләү оҡшанымы? Мөмкинлек тыуһа, тағы ла юлланыр инеңме?
– Кемдер сит илгә аҡса эшләргә тип барһа, минең маҡсатым сәйәхәт итеү ине. Иҫтәлекле урындарҙы күреү, урындағы халыҡ менән аралашыу, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, милли ризыҡтарын тәмләп ҡарау, яңы дуҫтар табыу аҡса эшләүгә ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Һәр илдә ҡалаларҙы ла, матур тәбиғәтте лә йөрөп күрергә тырыштым.
Сит илдә эшләү өсөн мөмкинлектәр хәҙер ҙә булып тора, мотлаҡ күсеп барыу кәрәкмәй. Мәҫәлән, ҡыҙым Самира йәш ярымлыҡ сағында Төркиәгә барып, ике айға яҡын цирк труппаһында эшләнем. Ярты йыл да үтмәне, бер артистың ҡулы һынып, уны алыштырырға тағы ла бер айға саҡырҙылар. Кис сығыш яһаным, көндөҙ туйғансы диңгеҙҙә һыу индек, ҡала буйлап йөрөнөк. Әгәр мөмкинлек булһа, тағы ла шулай сит илдәрҙә йәки Рәсәй ҡалаларында эшләүҙән баш тартмаҫ инем.
– Самираның киләсәктә һинең юлыңды дауам итеүен теләйһеңме?
– Әгәр үҙе теләһә, ҡаршы булмаясаҡмын. Кеше өсөн иң мөһиме – һайлаған һөнәрен яратыу, унан рәхәтлек алыу.
– Ә ирең һинең һөнәрҙе нисек ҡабул итте? Уның менән ҡайҙа танышҡайнығыҙ?
– Мин тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратам, шуға ла Башҡортостан буйынса ойошторолған турҙарға йыш йөрөйөм. Шундай сәйәхәттәрҙең береһендә Фидан менән таныштыҡ. Ул үҙе Өфөнөкө, ҡайным Архангел районынан, ә ҡәйнәм Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Фидан Башҡортостан буйлап турҙар ойоштора. Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар бер, әйтеүемсә, мин дә сәйәхәт итергә, тәбиғәттә булырға яратам. Ул да форсат булғанда һәр ваҡыт минең сығыштарҙы ҡарарға килә, реквизиттар менән ярҙам итә.
– Һиндәге һығылмалылыҡ тәбиғәттән бирелгәнме, әллә ул оҙайлы күнекмәләр һөҙөмтәһеме?
– Хәҙер инде үҙем балалар менән эшләгән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: төрлө мөмкинлектәге кешеләр бар. Тән һығылмалылығы юҡ, әммә көслө. Йәки, киреһенсә. Ә трюктар яһау өсөн беҙгә ҙур көс кәрәк. Миндәге һығылмалылыҡ тәбиғәттән бирелгән. Тик уны камиллаштырыу һәм көс туплау өсөн оҙайлы, даими күнекмәләр кәрәк. Тырышлыҡ һалмаһаң, яулап булмаясаҡ.
– Ә шул күнекмәләр, сығыш яһауҙар ялҡытып китмәйме?
– Юҡ, миңә һәр ваҡыт сығыш яһау оҡшаны, бәләкәйҙән сәхнәне яраттым. Улай ғына түгел, концерттарға әҙерлек осоро, башҡалар менән аралашыу, сәхнә арты мәшәҡәттәре лә күңелемә яҡын. Ҡайҙа саҡырһалар ҙа, баш тартмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, минең өсөн акробатика эш кеүек түгел ул. Уны яратҡан шөғөл, байрам кеүек ҡабул итәм. Шуғалыр бер ваҡытта ла күнекмәләрҙән, сараларҙа ҡатнашыуҙан ялҡҡаным юҡ.
– Үҙеңде формала тотоу өсөн сикләүҙәр, диеталар тотаһыңмы?
– Диета тотмайым, шулай ҙа дөрөҫ туҡланырға тырышам. Ә инде аҙ ғына ауырлыҡ артҡанын һиҙһәм, бер нисә көн киске сәғәт 6-нан һуң ашамайым. Организм өйрәнеп бөткәндер инде, физик көсөргәнеш булмаһа, үҙенән-үҙе күнекмәләр һорай башлай. Тиҙ генә турникта күтәрелеп алам, шпагатҡа ултырам, бер нисә трюк яһайым – тән яҙылып китә.
– Һине спорт һәм сәнғәт юлына сығарған тренерҙарың кемдәр булды?
– Энергетик ҡасабаһындағы беренсе тренерым Нина Давыдова булды. Өфөгә күскәс, хәҙерге Балалар филармонияһының “Сулпан” цирк студияһында Наталья Ананченко етәкселегендә шөғөлләндем. Ул студия һаман да эшләй, балалар бик теләп йөрөй. Әлеге ваҡытта бергә эшләгән менеджерым бар – Анастасия Кулагина. Ул мине сығыштарға саҡыра, эш менән тәьмин итеп тора.
– Хәҙер үҙең дә тренер, балалар менән эшләү оҡшаймы?
– Эйе, оҡшай. Дөрөҫөн әйткәндә, балалар күп көс, ваҡыт талап итә. Быны мин үҙем эшләй башлағас ҡына аңланым. Әммә белгәнеңде киләсәк быуынға еткереү, тәрбиәләнеүселәреңдең уңышын күреү – оло бәхет.
– Һинең номерҙар яңғыҙ сығышҡа иҫәпләнгәнме?
– Эйе, башлыса яңғыҙым сығыш яһайым. Һауа түңәрәгендә ике кеше башҡарған номер бар. Ә студияла шөғөлләнгән саҡта барлыҡ номерҙарҙы ла күмәкләп башҡарҙыҡ.
– Ғәҙәттә, бейеүселәрҙең дә, спортсыларҙың да әүҙем мәле сағыштырмаса аҙ. Акробаттарҙың нисек? Шәхсән үҙең нисә йәшкә тиклем сығыш яһарға ниәтләйһең?
– Беҙ ҙә спортсыларҙан ҡалышмайбыҙ. Үҙем 30 йәшкә тиклем эшләрмен, тип уйлай инем. Хәҙер инде ул йәште бер аҙ үттем, һаман да сығыш яһайым. Тик улар йылдан-йыл аҙая бара. Киләсәктә башлыса тренер булырмын тием. Ә инде мөмкинлектәр булһа, ҙур хыялымды тормошҡа ашырып, үҙемдең цирк студияһын асасаҡмын.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас