Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2025, 20:29

Барыһына ла рәхмәтлемен

Әсәйем, Ҡурмашев Суфиян Сафуан улына кейәүгә сыҡҡас, унда үгәй атайымдың (хәйер, мин уға ҡарата бер ваҡытта ла үгәй һүҙен ҡулланғаным юҡ, һәр саҡ: “Атайым!” – тип кенә торам) әсәһе, Нәсимә Рахманғол ҡыҙы ла үҙенең йылы ҡанаты аҫтына алды. Үгәй ейәнсәр икәнлегемде бер ваҡытта ла иҫемә төшөрмәне. Үҙенең һигеҙ балаһының ейән-ейәнсәрҙәре араһында мине типә-тиң күрҙе... "Конкурста ҡатнашып бүләктәр алып та шатландыҡ. Биҙәкле футболкаһы өсөн Илзидә Ғүмәроваға, матур алҡалары өсөн Таңсулпан Буранбаеваға ла рәхмәттәремде еткерәм. "Шоңҡар" журналына яҙылығыҙ, конкурстарында ҡатнашығыҙ," - ти Алһыу Фәрит ҡыҙы. 

Барыһына ла рәхмәтлемен
Барыһына ла рәхмәтлемен

Һәр кемдең күңелендә бәхетле бала сағы өсөн рәхмәт әйтер һүҙҙәре була. Минең дә ундай кешеләрем бар. Мин бәләкәй саҡта ата-әсәйем айырылышты. Ғүмере буйы “Мағаш” колхозында һауынсы булып эшләгән, Риф олатайым менән баш бала үҫтергән өләсәйем Сания Ғирфан ҡыҙы Юлыҡова мине тәүгеләрҙән булып, әсәйемдең тыуған яғы Ғафури районы Юлыҡ ауылына үҙенә эйәләштергән кеше булғандыр. Ул, төйлөгәндән себештәрен һаҡлаған, инә ҡош кеүек һәр ваҡыт мине ҡурсаланы. “Эшләгән эшеңде кеше күрмәй ҙә ҡалһын. Етеҙ, уңған бул”, – тип йыш ҡабатлар ине.

Әсәйем, Ҡурмашев Суфиян Сафуан улына кейәүгә сыҡҡас, унда үгәй атайымдың (хәйер, мин уға ҡарата бер ваҡытта ла үгәй һүҙен ҡулланғаным юҡ, һәр саҡ: “Атайым!” – тип кенә торам) әсәһе, Нәсимә Рахманғол ҡыҙы ла үҙенең йылы ҡанаты аҫтына алды. Үгәй ейәнсәр икәнлегемде бер ваҡытта ла иҫемә төшөрмәне. Үҙенең һигеҙ балаһының ейән-ейәнсәрҙәре араһында мине типә-тиң күрҙе.

Бөгөнгө көндә мин үҙем Илнар, Ислам, Рамаҙан исемле малайҙар әсәһемен. Өс улымдың өс яҡта барып йөрөр олаталары, өләсәләре бар. Хәйбулла районының Ивановка ауылында йәшәүсе, ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән ҡәйнәм Азаматова Гәүһәр Фәйҙулла ҡыҙы  балаларымды үҫтерешеүсе генә түгел, миңә оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда, йыраҡтан төшкән киленгә терәк тә, маяҡ та булды. Әле лә шулай. “Килен менән ҡәйнә бер һүҙҙән булһа, ғаилә тәгәрмәсе алға тәгәрәй”, – тиҙәр. Беҙгә ҡарата әйтелгән кеүек ул.

Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәгән әсәйем Нажиә Риф ҡыҙы менән Суфиян Сафуан улы беҙҙе һәр ваҡыт дүрт күҙ менән көтөп ала. МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған, беренсе никахынан тыуған Алмаз улының һағышын, йөрәк яраларын өс улым – ейәндәре менән баҫҡан төҫлө миңә атайым. Ҡасандыр эйәртеп сират көтөүенә, бесәнгә эйәртеп, хеҙмәт тәмен таттырып үҫкән атайым, бөгөн ейәндәренә лә балта, сүкеш, көрәк кеүек эш ҡоралдарын ҡулдарына тоторға өйрәтә.

Сибайҙан Ғафуриға ҡайтҡанда, тыуған ауылым, Ишембай районы Иҫәкәй ауылына әтейем (диалект) Фәрит Әғлиулла улы менән Рәйфә апайыма ла кереп, хәлдәрен белеп, йылы сәйҙәрен эсеп, улдарыбыҙҙы уларҙан яраттырып, сыҡмайынса ҡалғаныбыҙ юҡ. Улар ҙа беҙгә матди яҡтан да, рухи яҡтан да ярҙам итеп, балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә үҙҙәренең өлөштәрен керетәләр.

Үкенескә күрә, уларҙы һағынғанда алып ҡарарға Сания һәм Нәсимә өләсәйемдәр менән бергә төшкән бер генә фото ла һаҡланмаған. Балалығым менән уларға мине тәрбиәләгәндәре, аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт тә әйтә белмәгәнмендер. Форсаттан файҙаланып, оло тормош юлы үтеп, күп юғалтыуҙар күреп баҡыйлыҡҡа күскән изге йәнле ошо гүзәл заттарға һуңлап булһа ла, рәхмәтемде еткерәм. Бөгөн өс улыма атлығып торған олатай һәм өләсәйҙәре алдында баш эйәм. Балалар үҫкәндә беҙ биреп еткермәгән, өлгөрмәгән күңел йылыһын биреүсе кешеләр улар. Атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен беләйек.

Алһыу АЗАМАТОВА. Сибай ҡалаһы.

Барыһына ла рәхмәтлемен
Барыһына ла рәхмәтлемен
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас