Һәр замандың үҙ геройы, үҙ ҡиммәте. Оло йөрәкле, тыуған илен һаҡлауҙы үҙ бурысы һанаған ир-егеттәрҙең батырлығы менән бөгөн бер нимәне лә сағыштырып, дәүмәлдәргә һалып үлсәп ҡарап булмай. МХО яугире, капитан Альберт Бикбулатов менән танышҡас, быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
“Альберт атларға өйрәнгәнсе үк үҙаллы көйләне. Уның йырлағанын атаһы иҫтәлеккә тип кассетаға яҙҙырып та алған ине бер мәл. Кешелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән айырылып тора. Вадим ҡустыһын артынан эйәртеп йөрөтөп, үҙенең матур өлгөһөндә үҫтереште. Бар ерҙә лә әүҙем, өлгөр улым барлығы менән һәр саҡ ғорурланам”, – тип улының бала сағын иҫләне Миңлеямал Ғибәт ҡыҙы.
Ысынлап та, булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, Альберт Әсҡәт улы ҡайҙа уҡыһа ла, йәшәһә лә, эшләһә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына таныта. Тыуған ере Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында башланғыс кластарҙа уҡығас, белем алыуын Юлдыбайҙа дауам итә. Урта кластарҙа уҡығанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында республикала Гран-при ала. Спорт менән әүҙем шөғөлләнеп, үҙен физик яҡтан да сыныҡтыра. Юлдыбай һөнәрселек училищеһында алған тәүге водитель һөнәре уға ғүмере буйы кәрәк була. Ситтән тороп Йылайырҙа юридик-экономик техникумында ла уҡый.
Йылайыр районында данлыҡлы Бикбулатовтар нәҫелен урмансылар династияһы тип беләләр. Альберт Әсҡәт улының атаһы ла ғүмере буйы ошо һөнәргә тоғро ҡала. Улы атаһына эйәреп ағас ултыртырға ла, урман ҡарарға ла бара. “Бер ваҡыт ҙур ҡуныслы итектәр менән йылғала балыҡ тотоп торабыҙ. Ҡаршыға айыу килеп сыҡты, йүгереүе ауыр булыр тип, теге итектәрҙе сисеп ҡастыҡ. Айыу шул аяҡ кейемдәренә әүрәп тороп ҡалды. Икенсе юлы килгәндә, уларҙы ағасҡа элеп киткән ине. Айыу-фәлән килеп сыҡһа, кейемеңде сисеп ҡалдырып ҡасырға кәрәк. Тайыштабан шуға әүрәп, һеҙҙе баҫтырмауы ихтимал”, – тип атаһы һунарсыға, урмансыға бәйле үҙенең тормошонан алынған ваҡиғаларға таянып, улын был һөнәр серҙәренә төшөндөрә. БДАУ-ҙың урмансылыҡ факультетын тамамлауына ла тап ошо һөнәргә бала саҡтан ҡыҙыҡһыныуы, тәбиғәтте яратыуы сәбәпсе була.
Ҡайҙа барһа ла, нимәгә тотонһа ла алдынғылыҡты бирмәгән Альберт Әсҡәт улының күңелендә бала сағынан хәрби кеше булыу тураһындағы хыялы ла йөрөй. Рязань ҡалаһының хәрби академияһына ла уҡырға керә. Тик атаһы ризалашмай. Ҡәҙерле кешеһенең ул ваҡытта теләгенә ҡаршы килә алмай. Ике меңенсе йылдар башында хәрби хеҙмәттә Рәсәй сиген һаҡлап, снайпер-уҡсы булған егеттең хыялы бер мәл килеп барыбер тормошҡа аша. 2016 йылда дуҫы уны Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл ҡалаһындағы хәрби часҡа хеҙмәт итергә саҡыра. Бында башта водитель булып, һуңынан алты йыл дауамында алтынсы полктың миномет батареяһының страшина дәрәжәһенә күтәрелә. МХО башланғас та, шунда юллана. Бөгөн ул 25-се армияның 169-сы бригадаһының өсөнсө уҡсы-атыусы батальондың миномет батареяһы командиры.
Ил тыныслығын һаҡлауҙы үҙенең төп бурысы итеп һанаған яугир, ҡасандыр атаһы тарафынан һөйләнелгән кейек-януарҙың холҡон ентекләп өйрәнгән кеше, “Йыртҡыс” ҡушаматын ала. Ниндәй дәрәжә биләһә лә, янындағы иптәштәренә һәр саҡ тоғро дуҫ, ышаныслы яуҙаш була белә. Бер бәрелештә командирҙары ҡаты яраланғас, ул алғы һыҙыҡты ташлап китмәй. Етәкселекте үҙ ҡулына алып, һуңғараҡ үҙе төрлө тән йәрәхәттәре алһа ла, алышты дауам итә. Ғөмүмән, Альберт Әсҡәт улының батырлыҡтары тураһында күп һөйләргә мөмкин. МХО-нан аяғын юғалтып ҡайтҡан бер һалдат, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улына мөрәжәғәтендә “Йыртҡыс”тың ил алдындағы фиҙакәрлеге тураһында бәйән итеп, уның ҡаһарманлығын баһалауҙарын һорай. “МХО-ла тап “Йыртҡыс” менән бергә булыуымды Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип һанайым. Бер мәл хәрби ҡоралдар тейәлгән “Урал” автомобиле менән тәғәйенләнгән урынға барып, уларҙы бушата башланыҡ. Дошман быны һиҙеп ҡалып, ут менән ҡаршы алды. Күҙгә төртһәң күрмәҫлек ҡараңғы төндә мәхшәр ҡупты. Ҡайҙа ҡасырға, нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Етмәһә, үс иткәндәй машина ҡыҙманы ла ҡуйҙы. “Йыртҡыс”тың ваҡытында дөрөҫ бирелгән командаһы ярҙамында ғына юғалтыуҙарһыҙ ҡотола алдыҡ. Икенсе тапҡыр бер ни тиклем тынысланған водитель руль артына ултырғас, машина ла тоҡанды. Беҙ йәһәт кенә тейәлешеп ул урынды ҡалдырып китә алдыҡ.
Икенсе юлы командир беҙгә дошман яғына миномет ҡуйырға бойороҡ бирҙе. Тик эшебеҙҙе тамамлап кире боролғанда, тимер ҡошсоҡ баҫтыра башланы. Үҙебеҙҙең блиндаж яғына йүгерҙек. Ләкин дрон-камикадзеның да беҙҙе буш ебәргеһе килмәй ине. Шунда кемебеҙҙер командирға рация аша хәбәр итеп өлгөрҙө. Ул беҙҙең ҡаршыға сығып, тимер ҡошсоҡҡа ата башланы. Башта тейҙерә алманы. Әммә беҙҙең “Йыртҡыс” та бирешергә теләмәне. Үлем менән көн дә осрашҡан командир хәлебеҙҙе яҡшы аңлай ине. Шуға ла йә ул беҙҙе, йә беҙ уны икәнлекте белгәнгә күрә, атыуҙан туҡтаманы. Хәйер, үҙе унан ҡасып ҡотола ала ине. Үлемесле ҡошсоҡ менән аралары утыҙ метр самаһы тороп ҡалғас, башҡорт батыры барыбер маҡсатына иреште һәм беҙҙе әжәлдән аралап ҡалды.
Өсөнсө юлы булған бәрелештә, “Йыртҡыс”ты янымда һаҡлап йөрөтөүсе фәрештә менән сағыштыра алам. Бынан бер йыл самаһы элек уның менән яңы позицияны ҡоралландырырға барҙыҡ. Шунда мин минаға баҫып аяғымды юғалттым. Уның ярсыҡтарына командирым да яраланды. Бер ҡулы ғына эшләһә лә, ул башта миңә ярҙамға ашыҡты. Өҙөлгән аяҡтан ҡан юғалтыу ҡурҡынысы барлығын аңлағас та ярамды бәйләне. Ауыртыуҙы ваҡытлыса баҫа торған укол һалғас ҡына, үҙенең йәрәхәттәрен ҡарарға тотондо”, – тиелә был мөрәжәғәттә. Әлбиттә, Альберт Әсҡәт улының ил алдындағы ҡаһарманлығы, хеҙмәттәштәре янындағы тоғролоғо ваҡытында баһаланып бара. Хәрби хәрәкәт ветераны әрмелә хеҙмәт иткән сағында уҡ Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн “Ҡара тәре”не, “Чечен һуғышында ҡатнашыусы билдәһе”н алһа, әлеге ваҡытта уға “Батырлыҡ өсөн”, “МХО-ла ҡатнашҡаны”, беренсе дәрәжәләге “Өлгөлө хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалдары бирелгән.
Тылда ла һине аңлап тороуҙары, ышаныслы терәк кәрәк. Был йәһәттән Альберт Әсҡәт улы кәләше Альбина Марат ҡыҙынан да уңған. Никахтарына егерме йылдан артыҡ булһа ла, уларға һәр ваҡыт бергә булырға тура килмәй. Тыныс ваҡытта ла хәрби кешенең оҙайлы командировкалары алдан уҡ аҙналарға, айҙарға һуҙыла. Был ваҡытта үҙе әсәй ҙә, атай ҙа ролен үтәгән Альбина сабыр ғына хәләлен көтә, балаларына дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыша. Бөгөн ҡыҙҙары Алина Златоуст ҡалаһында медицина колледжы студенты. Арыҫлан VIII класта уҡый.
– Тыныс тормошта булһам да, минең өсөн көн дә, төн дә юҡ. Телефон тәүлек әйләнәһенә янымда ғына. Йоҡлағанда ла баш осома ғына ҡуйып ятам. Алғы һыҙыҡҡа кергән саҡтарында йоҡоһоҙ үткән төндәрҙең иҫәбе-һаны юҡтыр. Йылына ике тапҡыр ике аҙнаға хәрби отпускыға ҡайтҡан сағы беҙҙең өсөн ҙур байрамға әйләнә. Ял итергә ситкә йөрөмәйбеҙ. Иң тәү сиратта Альберттың бер туған ҡустыһы менән йәшәгән ҡәйнәбеҙ янына ашығабыҙ. Һуңынан туғандарҙы күреп, хәлдәрен белешәбеҙ. Ошо ҡыҫҡа ғына мәлдең ҡәҙерен белергә тырышабыҙ. Балалар менән уртаҡ шөғөлдәре бар, төрлө кәңәштәрен бирә, – ти Альбина.
Әйткәндәй, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбинаның ҡаһарманлығы тоғро ҡатын, яҡшы әсәй булыу менән генә тамамланмай. Бөгөн ул – ирекмәндәр рәтенә кергән оло йөрәкле кеше лә. Ай һайын МХО-ға ылау менән юллана ул. Унан алда ситтәге яугирҙәр өсөн тыуған яғыбыҙҙа үҫкән төрлө файҙалы үләндәр йыя, миндек әҙерләй. Сәк-сәк, бауырһаҡ, һалма кеүек өй аштарын ҡәйнәһе менән бергәләшеп әҙерләйҙәр икән. Өй, күңел йылыһын шул рәүешле алып барып еткерергә тырыша. Әҙ генә ваҡытҡа һөйөклө тормош иптәше менән ошо рәүешле күрешеүҙе лә Альбина ҙур бәхет тип һанай.
Альберт Әсҡәт улы ла МХО-ға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам иткән барлыҡ ирекмәндәргә, бында доғалары менән уларҙы бәлә-ҡазаларҙан араларға тырышыусы әсәйҙәргә, ҡатындарға рәхмәт әйтә. Йәнә Йылайыр районының хакимиәт башлығы Борис Мелкоедовтың иғтибарлы, киң күңелле, яугирҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам итеү лә башҡорт командиры тарафынан һоҡланыу уята. Ул ебәргән ябай УАЗ-ик машинаһын хәрби биләмә өсөн яраҡлаштырып ҡулланалар.
Альберт Бикбулатов менән быйыл күптәр ике туған апаһы Гөлсөм Бикбулатованың концертында танышты. Мыҡты кәүҙәле, моңло бәрхәт тауышлы хәрби кейемдәге яугир атаһының ике туған ағаһы Фәрит Бикбулатов репертуарындағы йырҙар менән тамашасының күңелен әсир итте. Уның һәләтенә ҡарап берсә һоҡландылар, берсә башҡорт халҡының һәр осорҙа ла Альберт кеүек батырҙары булыуын күреп ғорурландылар.
– Ҡайҙа йөрөһәм дә йыр-моңға ғашиҡ булыуым, тәбиғәтте яратыуым миңә ауыр мәлдәрҙә еңеллек өҫтәй. Киҫкен хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә лә ярҙам итә. Тыуған ил һәм тыуған ер, атай менән әсәй кеүек, берәү генә. Уны һаҡлауҙы үҙемдең бурысым тип һанайым, – ти Альберт.
Рәзинә УРМАНШИНА.