"Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы" республика йәмәғәт ойошмаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында Башҡортостан Журналистарының XXIV съезын ойошторҙо. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Радий Хәбиров Вәдүт Исхаҡовтың ҡайтанан республикабыҙҙың Журналистар союзы рәйесе итеп тәғәйенләүе менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм былай тине:
– Башҡортостан Журналистар союзы – абруйлы ойошмаларҙың береһе. Рәсәй кимәлендә үҙенең урыны бар, һәр ваҡыт алдынғы булып ҡала. Журналистарҙы оборонаның беренсе линияһында тороусылар тиергә лә мөмкин. Бөгөн мәғлүмәти һуғыш барғанда журналистарҙың эше һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.
Радий Фәрит улы махсус хәрби операция тураһында һөйләне, һуғышта ҡатнашҡан һалдаттарға журналистарҙың тос ярҙамын айырым билдәләне.
Радий Хәбиров "Хәрби журналист" танытмаһын махсус хәрби операция биләмәһендә булып, ундағы хәл-торошто үҙ күҙҙәре менән күргән һәм дөрөҫ хәбәрҙе халыҡҡа еткергән Азат Саҙрыевҡа, Илдар Юлдыбаевҡа, Айнур Кәбировҡа, Ильяс Батыргәрәевкә, Гүзәл Хәмитоваға, Эдуард Ҡусҡарбәковҡа, Вәдүт Исхаҡовҡа, оператор Булат Саҙрыевҡа һәм водитель Иван Шабринға тапшырҙы. Бынан тыш, республика етәксеһе ҡулынан күптәр дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев республикабыҙҙың Журналистар союзының эшенә юғары баһа бирҙе. Владимир Геннадьевич билдәләүенсә, республикабыҙҙағы ойошма илебеҙҙә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Рәсәйҙә беренсе тапҡыр "Хәрби журналист" танытмаһы тап Башҡортостанда журналистарға бирелә.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны, киләсәккә маҡсаттар билдәләне.
– Башҡортостан Журналистар союзы Рәсәйҙә һөҙөмтәле эшләүсе тәүге өсәү исемлегендә, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Өлкәндәргә алмаш үҫә. Съезға тиккә генә йәш хәбәрселәрҙе саҡырманыҡ. Был тәңгәлдә "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның күп эштәр башҡарған – "Мин – Шәһитсе" тигән мәктәп уңышлы эшләй. Иң мөһиме - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың журналистарға ҙур ярҙамын тоябыҙ.
Вәдүт Исхаҡов махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды, Ризван Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһын Рәүеф Шаһиевҡа, Рәзилә Рыҫҡужинаға һәм Венер Исхаҡовҡа тапшырҙы.
Илдар Аҡъюлов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.