Эргә-тирәбеҙҙә профессиональ һәм һәүәҫкәр композиторҙар күп кеүек. Әммә Башҡортостан театрҙарын спектаклде музыкаль яҡтан биҙәрлек композиторҙарға ҡытлыҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә тамашаның уңышы өсөн ижади төркөмдәге һәр кемдең эше ҙур роль уйнай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был йәһәттән уңды. Улар үҙҙәре үк йәш музыканттан бынамын тигән композитор, музыкаль биҙәүсе тәрбиәләп алды. Һүҙем – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы Рәмис ХӘКИМОВ тураһында. Һуңғы өс йылда ғына ул тиҫтәнән ашыу спектаклгә моңдар, йырҙар аша “йән” өрҙө.
– Рәмис, оҙаҡ йылдар оркестр музыканты булып эшләгәндән һуң, башҡа таланттарың барлығы ла асыҡланды. Һин шәп композитор икән: ижад багажың музыкаль яҡтан биҙәгән спектаклдәр менән тулылана бара. Был эшкә ҡасан, нисек тотоноп киттең?
– Нисектер уйламағанда килеп сыҡты ул. 2022 йылда театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса ҡуйған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектаклен музыкаль яҡтан биҙәргә тәҡдим итте. Кәйеф күтәренке ваҡыт ине, ризалыҡ бирҙем. Эш башланғас, бер аҙ ҡурҡыу тойғолары барлыҡҡа килде, икеләнә башланым. Ә аҙаҡ, спектакль сәхнәгә сыҡҡас, күңелемдең ниндәйҙер яңылыҡҡа, ижади эшкә тартылыуын аңлап ҡалдым. Хәҙер инде, алданыраҡ та тотонорға кәрәк булғандыр, тип уйлап ҡуям. Мөмкинлектәр ҙә, тәҡдимдәр ҙә булғайны, моғайын, батырсылыҡ етмәгәндер. Милли йәштәр театрында эшләгән Вәсил Ғафаров менән бер класта уҡыныҡ. “Ниңә һин театрҙа эшләп, үҙеңде ошо йүнәлештә һынап ҡарамайһың ул?” – тип әллә нисә тапҡыр аптырағаны булды. Режиссер менән һөйләшеп, спектаклде анализлап, уның фекерен иҫәпкә алып эшкә тотонаһың. Ни тиклем идеяларың күберәк, шул тиклем һәйбәтерәк – уға һайлап алыу мөмкинлеге бар. Бәхәсләшеп тә китәһең. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡлы процесс. Спектаклдәге музыка йөкмәткене тәрәнерәк аңларға, ундағы ваҡиғаларҙы, фекерҙе күңелгә һеңдерергә ярҙам итергә тейеш. Элекке спектаклдәр күберәк йырҙары менән тамашасы хәтерендә уйылып ҡалған бит. Йыш ҡына фильмдың йырҙары шлягерға әүерелә. Хәҙер инде тәжрибә тупланым, тип әйтә алам. Айрат Әхтәм улы менән бергәләп “Бөйрәкәй” (Т. Ғарипова), “Йырланмаған йырым һин” (В. Исхаҡов), “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” (Г. Ғиззәтуллина), “Ай тотолған төндә” (М. Кәрим), “Ҡыҙыл паша” (Н. Асанбаев) спектаклдәрен сығарҙыҡ. Зиннур Сөләймәнов саҡырыуы буйынса Салауат театрында “Һөйөү көсө” (Т. Дәүләтбирҙина) драмаһының һәм Татарстандың Әлмәт театрында “Һөйөүгә һыуһағандар”(Рената Насибуллина) мюзиклының ижади төркөмөндә эшләнем. Бынан тыш, Салауат театрында “Ангелы рядом с вами” (Г. Янышева, режиссеры – Рафаэль Ғәйнуллин) драмаһын һәм үҙебеҙҙә балалар өсөн ҡуйылған “Әкиәт илендә мажаралар” (В. Коростылев, режиссеры – Фирғәт Ғарипов) тамашаһын биҙәнем.
– Ә композиторлыҡ һәләте үҙен алдан һиҙҙерә инеме? Тәүге ижад иткән йырыңды хәтерләйһеңме?
– Мәктәптә уҡыған саҡта класташым Зөлхизә Илбәкова – һүҙҙәрен, мин көйөн яҙып, “Уҡытыусыма” тигән йыр ижад иттек. Уны бөтә класс менән башҡарҙыҡ, хатта ул сығыштың видеояҙмаһы ла һаҡлана. Уға тиклем үк көй ижад иткеләнем ул, унан һуң да күңелдә моң тыуа ине. Тик нисектер етди ҡабул итмәнем. “Яҙаһың икән, ул иҫ китерлек, хитҡа әйләнерлек йыр булырға тейеш”, тип үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым. Әле лә үҙемде композитор тип һанамайым.
– Һине беҙ “Тамыр” балалар студияһының әүҙем артисы булараҡ та хәтерҙә ҡалдырғанбыҙ...
– Бәләкәй саҡта, ата-әсәйем йәш ғаилә булараҡ, сәнғәт әһелдәренә тәғәйенләнгән дөйөм ятаҡта йәшәне. Зөлхизә Илбәкова, Лиана Хәбибуллина, Айгөл Иҙрисова, Лилиә Миндийәрова һәм башҡалар менән бергә уйнап үҫтем. “Тамыр” студияһына уларға эйәреп кенә йөрөй башланым. Ундағы Хәбирә, Диләрә, Резеда һәм башҡа апайҙар беҙҙән “артист” яһаны ла инде. Йыш ҡына радионан “Иләү” тапшырыуы алып барҙым.
Иң иҫтә ҡалғаны – “Урал моңо” конкурсы. 1993 йыл ине ул, “Тамыр” апайҙары беҙҙе банан менән һыйланы. Тәүге тапҡыр шунда тәмләп ҡараным һәм ныҡ оҡшаны. Тағы ла мине лауреат булараҡ “Сникерс” шоколадтары менән бүләкләнеләр. Өйгә алып ҡайттым да, тәүҙә иҙәнгә йәйеп һалып, һанап сыҡтым. Ныҡ күп ине ул, туйғансы ашап алдыҡ. Килгән ҡунаҡтарға ла, ауылдағы туғандарға ла өлөш сыҡты. Ул ваҡытта дефицит тауар булғас, бала күңелендә тәмлекәстәр матур хәтирә булып ҡалғандыр. Магазин кәштәләре хәҙерге кеүек емеш-еләктәрҙән, кәнфит-шоколадтарҙан һығылып тормай. Икенсенән, хеҙмәтемә “эш хаҡы” булыуы ла үҙенә күрә дәрт биргәндер тим.
– Бала саҡта уҡ сәнғәт кешеһе булырыңды аңланыңмы?
– Ата-әсәйемдең ижад кешеләре булыуы тормошома ла, һөнәр һайлауға ла ҙур йоғонто яһағандыр. Әсәйем – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Светлана Хәкимова. Уны тамашасылар йырсы булараҡ та белә. Атайым Хәмиз – профессиональ музыкант, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры оркестрында эшләй. Ул тынлы музыка ҡоралы буйынса белем алған, шул уҡ ваҡытта баян, гармунда өҙҙөрөп уйнай. Шулай уҡ ике яҡлап нәҫелебеҙҙә таланттар күп. Мин белгәндә өйҙә баян моңо, әсәйемдең йырҙары яңғырап торҙо. Шуғалыр бәләкәй саҡта күңел икеһенә лә тартылды. Баян күтәрергә – көс, ике яҡлап уйнарға буйым етмәгән ваҡытта ла телдәренә баҫҡылап, көй сығарырға маташҡанымды хәтерләйем. Аҙаҡ әсәйемдәр мине Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы махсус музыка мәктәбенә уҡырға бирҙе. Унда тик бер генә йүнәлеште һайларға хәл иттем һәм баян менән ныҡлы шөғөлләнә башланым. 11 йыл уҡып, аҙаҡ сәнғәт институтын тамамланым.
– Әсәйең театр кешеһе, етмәһә, кескәй саҡтан тапшырыуҙар алып барғанһың. Тимәк, һиндә актерлыҡ һәләте лә барҙыр. Һөнәр һайлағанда театр факультетына барырға теләмәнеңме?
– Бала саҡ театрҙа, сәхнә артында үтте, тиһәм дә була. Әсәйемә эйәреп эшкә йөрөй торғайным. Башлыса йәйҙәрҙе Әлшәй районының Иҫке һәм Яңы Сәпәш ауылдарында йәшәгән өләсәйҙәремдә үткәрә инем. Шулай ҙа бер нисә тапҡыр әсәй менән гастролдәргә сығырға тура килде. Ҡайһы бер ҙур спектаклдә артистарҙың балаларын, шул иҫәптән мине лә, күмәк сәхнәлә ҡатнаштырҙылар. “Илай белмәгән ҡатын”, “Башҡорт туйы” спектаклдәрендә ҡатнашҡан иҫемдә. Тик мин бер ваҡытта ла актер булырға тигән хыял менән йәшәмәнем. Характерыма әүҙемлек, ҡыйыулыҡ хас түгел. Киреһенсә, бер аҙ оялсаныраҡ кешемен.
– Шулай ҙа һин тормошоңдо театр менән бәйләгәнһең...
– Институттың 3-сө курсында уҡығанда бер аҙ аҡса булһын тип, академтеатрҙың оркестрына музыкант булып эшкә урынлаштым. Бәләкәйҙән күреп, белеп йөрөгән актер апайҙар, ағайҙар менән эшләү ҡыҙыҡ ине. Хеҙмәт юлын башлап ҡына торған йәш белгесте ул ваҡытта инде билдәлелек яулаған композиторҙар Урал Иҙелбаев менән Юлай Үҙәнбаев “һынап” ҡараны. Оҙаҡ ҡына Илшат Яхин менән бергә эшләнек. Улар барыһы ла эште аңларға, ижад юлымды нығытырға ярҙам итте. Бергә эшләгәс, нисек итеп музыка менән эш итеүен, спектаклдәр өҫтөндә эшләүҙәрен күрә йөрөнөм. Был да үҙенә күрә ҙур тәжрибә.
Тик минең хеҙмәт юлым театр менән генә сикләнмәй. Институтты тамамлағас, үҙем белем алған, миндә баян моңона, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән музыка мәктәбенә, хәҙер инде колледж исемен йөрөтә, уҡытыусы булып урынлаштым һәм бөгөнгө көнгә тиклем ике эште бергә алып барам.
– Ижад кешеһенең тормошонда уҡытыусылары ҙур урын биләй. Тимәк, остаздарың һинең күңелеңдә моңға ғына түгел, ә үҙ һөнәрҙәренә лә һөйөү уята алған?
– Эйе, уҡытыусыларымдан уңдым. Музыка мәктәбендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлевәли Карам улы Сафин уҡытты. Әйткәндәй, уны ата-әсәйемдәр яҡшы белә ине – Дим буйҙарынан, яҡташтар. Ә институтта Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, бөтә илгә танылыу яулаған билдәле педагог Владимир Павлович Сухановта белем алдым. Шуныһы ҡыҙыҡ, бөгөн мин уларҙың коллегаһы, колледжда бергә эшләйбеҙ.
– Ике эште бергә алып барыу ауыр түгелме?
– Ваҡытты дөрөҫ итеп бүлгәндә өлгөрөргә була. 15 йыл дауамында барыһын да яйға һалып алғанмын, ауырлығы беленмәй. Театр менән гастролдәргә, уҡыусыларым менән конкурстарға юлланһаҡ, йәки генераль репетициялар булһа, алдан һөйләшеп, килешеп ҡуйырға ғына кәрәк.
Һәр эштең ыңғай яғы ла, ҡатмарлылыҡтары ла бар. Элегерәк ике эштең береһен ҡалдырырға, тигән уйҙар бар ине ул. Ҡайһыһын һайларға белмәй аптыраным. Сөнки күңелемә икеһе лә яҡын. Ҙур уңыштарға өлгәшкән, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған уҡыусыларымды ҡалдырғым килмәй. Шулай уҡ театрһыҙ йәшәүҙе лә күҙ алдына килтерә алмайым. Шуға мөмкинлек булғанда икеһен дә алып барасаҡмын, тип уйлап ҡуйҙым.
– Уҡытыусылыҡ, оркестр, хәҙер инде композитор – көнө-төнө моң, музыка менән йәшәйһең кеүек. Үҙеңде музыка фанаты, тип әйтә алаһыңмы?
– Юҡ, мин фанат түгел, баланс тоторға тырышам. Тик музыка менән генә йәшәһәң, биҙҙерә башлай, тәме юғала. Айырыуса, матур, сифатлы музыкала сама белергә кәрәк. Ә ике эштә эшләү миңә ошо балансты тоторға ярҙам итә лә инде. Мәктәптә мин бала менән шөғөлләнәм – баян артында үҙем ултырмайым. Күберәк уны өйрәтәм, тыңлайым, нисек уйнарға икәнен күрһәтәм. Оркестрҙа иһә башҡа музыканттар менән бергә сығыш яһайым. Ә композитор булараҡ эшләү ул – ижади эш. Күңелдә яңғыраған моңдо нисегерәк итеп тулыландырырға, биҙәргә икән, тип уйланаһың, эҙләнәһең.
Әлбиттә, көнө буйы тауыш һәм баян менән эшләү ҡолаҡтарға көсөргәнеш бирә. Шуға мин ял иткәндә өйҙә тынлыҡ булғанын яратам. Хатта руль артында барғанда ла музыка тыңламайым.
– Ижад кешеләре илһам килгәндә эшләй, тигән ҡараш бар. Һиңә ул йыш киләме?
– Ижад – ул шундай уҡ хеҙмәт, илһам килгәнен генә көтөп ултырып булмай. Ике сәғәтлек спектаклде биҙәргә ваҡыт та кәрәк, ә ул күп осраҡта етмәй ҡала. Шуның өсөн бәләкәй генә идеяң бар икән, уны тормошҡа ашырыр өсөн ултыраһың да эшләй башлайһың. Ә эш барышында идея үҫә, үҙгәрә, камиллаша һәм ниндәйҙер ҙур һөҙөмтә барлыҡҡа килә. Нимәһе ҡыҙыҡ: ҡайһы саҡта бар күңелемде биреп ижад иткән йыр үҙемә шул тиклем оҡшай, ә режиссер ҡабул итмәй. Ә ҡайһылары миңә примитив кеүек күренә, халыҡ – ярата.
Спектаклде сығарғанда режиссер менән генә түгел, актерҙар менән дә эшләйем. Йырлы спектаклдәр булһа, аранжировка ла минең өҫтә, артистар башҡарыуын да яҙҙырам. Репетицияларҙа ҡабатлана-ҡабатлана йыр нисектер оҡшамай башлай. Етмәһә, артистар ҙа шымармаған. Шуғалыр премьерала ҡәнәғәтлек тойғоһо булмай. Бер аҙ “ял итеп”, икенсе эштәр менән булып, ваҡыт үткәс, шул уҡ спектаклде ҡараһам, күңелгә бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә. Тағы ла шуныһы бар: беҙ Өфө тамашасыһына өйрәнгәнбеҙ кеүек. Спектакль сит төбәктә, икенсе ҡалала күрһәтелеп, бүтән тамашасылар һинең музыкаңды алҡышлаһа, бөтөнләй икенсе тойғолар уяна.
– Шулай уҡ ижадсыларҙы икенсе, параллель донъя кешеләренә тиңләйҙәр. Йәнәһе, улар бер аҙ хыялый, донъяны ла нисек бар шулай ҡабул итмәйҙәр...
– Юҡ, мин – тормоштоң ысынбарлығын ҡабул итә торған кеше. Ер символы – Кәзәмөгөҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын, аяғыма ныҡлы баҫып йөрөйөм. Хыялланыу, иләҫләнеп йөрөү булмышыма хас түгел. Мәктәптә уҡығанда ла теүәл фәндәрҙе, бигрәк тә математиканы, яраттым. Әйткәндәй, математика музыка менән тығыҙ бәйле, уны төплө белгәндәр гармонияны, көй төҙөлөшөн яҡшы аңлай.
– Бала сағыңды иҫәпкә алғанда, һинең музыка менән шөғөлләнеүеңә 30 йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Ошо аралыҡта ялҡып, сәнғәтте, музыканы ташларға, тигән уйҙар булдымы?
– Ял итеп алырға кәрәк, тип уйлағаным бар. Ә ташлағым килмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, институттың 1-се курсын тамамлағас, Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡырға мөмкинлек сыҡты. Ярты йыл да үтмәне, музыканы һағына башланым. Декабрь айында кире ҡайттым. Бер йылымды юғалтмаҫ өсөн тиҙ генә әҙерләнеп, һабаҡташтарым менән бергә сессияны яптым.
Музыкала бит һин тулышҡан күңелеңде бушатаһың, хатта ҡайһы саҡта кире энергиянан арынаһың. Шул уҡ ваҡытта үҙеңә лә нимәлер алаһың, һеңдерәһең. Яңырған кеүек булаһың.
– Бала сағымда йәйҙәрем ауылда үтте, тигәйнең. Әле лә бәйләнеш тотаһыңмы?
– Әлбиттә, мөмкинлек булған һайын өләсәйҙәрем янына ҡайтып йөрөйөм, йорт тирәһендә ярҙам итәбеҙ. Музыка менән генә йәшәмәйем, ҡулым башҡа эштәрҙе лә белә (көлә – авт.). Ғәҙәттә, музыканттарҙың бармаҡтары нескә була, тип ауыр эш эшләмәҫкә ҡушалар. Ә мин шуға иғтибар иткән бар: балта, көрәк менән эшләп килһәң, ҡулдың, бармаҡтарҙың көсө артҡаны тойола.
– Хәкимовтар ғаиләһендә ике малай үҫеүен беләбеҙ. Туғаныңда музыкаль һәләт бармы?
– Һис арттырыуһыҙ әйтәм: Ильяс ҡустым миңә ҡарағанда ла талантлыраҡ. Матур йырлай, өҙҙөрөп гармунда, баянда уйнай. Әүҙемлеге лә бар, видеоға төшөп, социаль селтәрҙәргә һала. Тик сәнғәт буйынса белем алырға теләмәне, музыка мәктәбендә бер йыл ғына уҡыны ла ташланы. “Былай ҙа уйнай беләм, шул етә”, – тип ҡуйҙы. Ысынлап та, бер-ике тыңлауҙа йырҙы ла, көйҙө лә отоп ала. Әле Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡып йөрөй.
– Баянда уйнау өсөн талант мөһимме, әллә тырышлыҡмы?
– Минең ҡарашым шундай: балала зауыҡ, мәҙәниәт, тырышлыҡ тәрбиәләү өсөн һәр береһенә ике-өс йыл музыка менән шөғөлләнергә кәрәк. Ә артабан ул кәрәкме, юҡмы икәнен үҙе хәл итер. Баянға килгәндә, унда уйнарға өйрәнеү ҡатмарлы. Балаларға фортепиано еңелерәк бирелә, сөнки клавишалар алдыңда, ҡарап уйнарға була. Ә баянда уйнағанда бармаҡтарыңды ла, төймәләрен дә күрмәйһең. Икенсенән, ике ҡул ике төрлө йүнәлештә уйнай. Шуның өсөн талант та, тырышлыҡ та, координация ла мөһим.
Йылына, мөмкинселегемә ҡарап, өс-етебаланы уҡытам. Уларҙың уңышы артабан эшләргә көс-ҡеүәт бирә, таланттарын күреп һоҡланам. Хәҙерге йәш быуын бөтөнләй икенсе, уларҙың һайлау мөмкинлеге лә күп. Спорт, фән, сәнғәт, сит телдәр – һайла ғына. Ә балалар, киләсәктә был шөғөлө килем килтерәсәкме, юҡмы тип тә уйлай. 8 – 9-сы класты тамамлаған талантлы, өмөтлө балалар музыканы ташлаһа, йән әрней. Шулай ҙа һәйбәт һөҙөмтәләр күберәк: уҡыусыларым араһында музыка йүнәлешендә Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында юғары белем алып, һөнәре буйынса эшләүселәр байтаҡ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәмис. Һиңә ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. Киләсәктә республикабыҙҙың барлыҡ театрҙарында һин биҙәгән спектаклдәрҙе, мюзиклдарҙы, музыкаль комедияларҙы күрергә насип булһын!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.