Зөһрә САФИНА-РӘХМӘТУЛЛИНА сығышы менән Ҡыйғы районының Йосоп ауылынан. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһын тамамлай. Тормош иптәше Тимур Рәхмәтуллин менән ике ул үҫтерәләр.
Аҡ томанлы ауыл иртәһе
Ауылымдың хәтфә үләненә
Аҡ ҡаймаҡтай томан яғылған.
Ҡояш нуры ысыҡ йәштәрендә
Ынйыларын һибеп ҡалдырған.
Аяҡ эҙем ҡала үләндәрҙә
Һалҡын ысыҡ – дауа йәнемә.
Иреп юғалам үҙем бер мәлгә,
Томан менән осоп күктәргә.
Таңғы томан, гүйә, һөттәй йылға,
Талғын аға ауыл өҫтөнән.
Шул томанлы ауыл иртәләрен
Һағынып та ҡайтам Өфөмдән,
Бала саҡҡа ҡайтып әйләнәм...
Уңған ямғыр
Һары таңдан һис туҡтамай,
Сайҡатып элде күкте.
Күк болоттар ап-аҡ булды,
Ямғыр биҙрәһен түкте.
Һөртөп алды саң ҡалдырмай
Зәп-зәңгәр һарай эсен.
Ҡояш нурына балҡытып,
Йәйғорон элде кисен.
Тын алыуы иркенәйҙе,
Тап-таҙа булды ерем.
“Арыныңдыр, ямғырҡайым,
Ял итеп торсо”, – тинем.
Итек кейгән бәләкәстәр
Күләүеккә һибелде.
Сыр-сыу килгән балаларға
Уңған ямғыр кинәнде.
Яуһын әле ап-аҡ ҡарҙар
Ҡара тупраҡҡа яуалар
Ап-аҡ саф көмөш ҡарҙар.
Тик улар ҙа ергә төшөп,
Ҡараялар, ҡараялар...
Аҡ менән Ҡара алыша,
Инь һәм Янь беҙҙең күңел.
Үҙ-үҙеңде еңһәң генә
Йәшәүе икән еңел.
Еңелә лә белер кәрәк,
Ҡайһы саҡ шундай ауыр.
Йылмайып ҡарап тормошҡа,
Илайһың баҫып бауыр.
Аҡлы-ҡаралы юлдарҙа
Яҙыла бара яҙмыш.
Төҙәтеүе түгел еңел,
Хаталанмайыҡ яңылыш.
Яуһын әле ап-аҡ ҡарҙар,
Ағарһын ҡара ҡырҙар.
Күңелдәр ҙә саф булғанда,
Ағылыр ап-аҡ йырҙар!
Тормош
Үткән көндәр ҡағыҙ биттәрендә
Яҙылғандар тырам-тырағай.
Был донъяның тәмен тоймайыммы –
Мин ниңәлер һаман ҡырағай...
Күргем килә һоро көндәр аша
Һутлы сағыу тормош йәйғорон.
Ваҡыт елә, донъя ҡыуалайһың –
Тоторһоңмо бер саҡ ҡойроғон?..
Ә ул көлә, һин абынған һайын
Бирер ҡулын тиеп өмөт итәһең.
Ә ул ары саба, көтөп тормай –
Көстәр табып тороп китәһең.
Йүгерттерә тормош, тотам тиһең,
Тотҡас уны, ниҙәр эшләтәң?
Йәшәй башлармын, тип уйлағанда,
Ваҡыт үтте, һалаң эшләпәң...
Беләһеңме...
Беләһеңме, үҙгәртәһем килмәй,
Өйрәнелгән тормош-һыҙмышым.
Йөрәкте генә тыяһы ла ине,
Хистәр йыһанында һынылышым...
Беләһеңме, өҙгөләнә йәнем,
Тыя алмайым һис күҙ йәшен.
Һөйөү уғы йөрәгемә атты
Көтмәгәндә, гүйә, ул йәшен.
Беләһеңме, мин белмәйем хәҙер
Хистәргә нисек һыуҙар һибәйем?..
Ҡарашыңда томандай иреп,
Был хистәрҙе үҙем һүтәйем...
Һин ғәйепле түгел, мин түгел ғәйепле,
Тик яҙмыш шаяртҡандыр яңылыш.
Селпәрәмә килгән йөрәк ярсыҡтарын
Күрмәнең шул хатта яңылыш...
Йөрәк-сәскә
Шул тиклем дә ниңә һағынырға,
Ах был йөрәк ниңә бойоға?..
Һары сәскә булып йөрәк шиңә,
Көн дә берәм тажы ҡойола...
Өҙөп кенә алайым да,
Устарыңа һалайым.
Сәскә атыр йөрәк-сәскә
Күҙҙәреңә ҡарайым.
Күҙҙәреңдә һөйөү менән
Һағыш уты сағыла.
Йөрәгеңдән тамған моңға
Йөрәккәйем һауыға.
Йөрәгеңдә янған сәскә,
Шиңмәһенсе мәңгегә.
Һөйөү тулы йөрәктәргә
Ҡарауҙары йәм генә.
Ҡара төндә, фонарь яҡтыһында...
Ҡара төндә, фонарь яҡтыһында,
Моңһоу йырҙай һуҙа ямғыр йырын.
Ни шыбырлай хисле күңелемә
Өмөтмө был, әллә яҡты нурым?..
Аҙаштыммы таңғы томанда,
Хистәреңдең шырлығында?..
Һөйөү йырын һуҙҙы һандуғастар,
Ике йөрәк шатланғанда.
Рәхәт миңә һин барлығын белеү
Шул да еткән минең йөрәккә.
Бер ни көтмәй, тик йылмая ул,
Һин булғанға яҡты Ер йөҙөндә.
Ғүмер үҙе бәхет икән
Сәскәләй наҙлы күңелем,
Сәскә атты һинең янда.
Көҙ ҡырауы ҡосағымда,
Күңелем һаман әле яҙҙа.
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңамы?
Үтә ҡыҙыу түгелһең дә.
Үтә шаулап, шым ағамын,
Ҡайһы саҡта түгелһәм дә.
Гүйә, ямғыр булам ҡай саҡ,
Йәйғор булып балҡый алам.
Дауыл булып уҫалланһам,
Ҡәҙер киселәй тын ҡалам.
Еңел түгел ҡай саҡ. Беләм.
Сабыр күңелең йыһан микән?
Барыһы өсөн рәхмәт, иркәм,
Ғүмер үҙе бәхет икән!